Бөтә яңылыҡтар
Әҙип тормошо
17 Май , 09:58

Мар. СӘЛИМ ЙЫЛМАЙЫП-КӨЛӨП КЕНӘ (Шаярыу ҡатыш ысын булмыш)

Шуныһы ҡыҙыҡ   Кеше тормошо ҡыҙыҡ бит ул. Юмористарҙыҡы – бигерәк тә. Шуға күрә беҙҙең тормош-булмыш тураһында етди һүҙҙәр менән көлмәй генә һөйләү үҙе үк көлкө булыр ине. Теләһә ҡайһы яҙыусының ғүмере ике өлөштән тора. Беренсе өлөшө – ул яҡты донъяға килеп теге донъяға киткәнсе. Ә икенсе – төп өлөшө – уның әҫәрҙәрендә. Бәғзе бер китаптар авторы менән бергә үлә. Ә ҡайһы бер әҫәрҙәр авторҙан һуң ҡалып оҙон ғүмер кисерә, быуаттар буйына йәшәй һәм яҙыусыны үлемһеҙ итә. Мин үҙ тормошомдоң тәүге өлөшө хаҡында ғына һөйләп үтмәксемен. Икенсе өлөшөн дуҫтарым, дошмандарым, һис юғында әҙәби тәнҡитселәр һөйләп йәки яҙып бөтөрөр. Шуныһы ҡыҙыҡ: әҙәбиәт тарихын өйрәнеүсе оҫта тәнҡитсе бер ҡасан да нисек бар, шулай яҙмай, хәл-ваҡиғаларҙы, факттарҙы һәр саҡ үҙенсә төҙәтә, яҙыусы тормошон сәнғәтсә матурлай, биҙәй, шымарта, кәрәкле буяуҙарға буяй һәм урта ҡул ҡәләм эйәһен дә бөйөк итеп күрһәтә белә. Ә инде тәжрибәһеҙ тәнҡитсе юҡ-бар нәмәләр уйлап сығарып, әҙәм ышанмаҫлыҡ әкәмәттәр тураһында шыттырып яҙа. Һөҙөмтәлә яҙыусы уйҙырма биографияһының ҡорбанына әүерелә. Бына ошондай ҡыҙғаныс хәлдәр килеп тыумаһын өсөн, үҙем тураһында үҙем һөйләргә булдым да инде. Һәр хәлдә минең хаҡта минән дә яҡшы белгән кеше бармы икән?! Ә нисек йәшәйем һуң мин? Нисек тип ни... Йәшерен-батырыны юҡ: йылмайып-көлөп кенә!   Сатириктар ниңә тыуа?   Бөтә кешенең, шул иҫәптән юмористарҙың да, тормош юлы тыуған сағынан башлана. Мин дә үҙем хаҡында һүҙемде шунан башлармын тигәйнем, тик ҡасан тыуғанымды аныҡ ҡына әйтә алмайым. Ғәжәпләнмәгеҙ берүк, бының сәбәбе бар: минең кемлегем тыуғанда уҡ маңлайыма яҙып ҡуйылмаған. Шуға күрә юморист, сатирик булып тыуыуымды күрше-күлән дә, туған-тыумаса ла, хатта ғәзиз атайым менән әсәйем дә абайламай ҡалған. Борай районындағы үҙем тыуған Сәйет-Көрйә ауылында йәшәгәндә лә, Башҡорт дәүләт университеты менән Свердловск юғары партия мәктәбендә уҡығанда ла, Совет Армияһында хеҙмәт иткәндә лә миңә сатирик булып тыуыу тураһында таныҡлыҡ тотторманылар. Хатта ҡырҡ йыллап эшләгән «Һәнәк» журналында ла

Мар. СӘЛИМ ЙЫЛМАЙЫП-КӨЛӨП КЕНӘ (Шаярыу ҡатыш ысын булмыш)
Мар. СӘЛИМ ЙЫЛМАЙЫП-КӨЛӨП КЕНӘ (Шаярыу ҡатыш ысын булмыш)

ундай таныҡлыҡ бирмәнеләр. Бирерҙәр ине, кем исеменә яҙырға белмәнеләр. Сөнки журналда баҫылған йөҙҙәрсә хикәйә, шиғыр, фельетон һәм башҡа төрлө әҫәрҙәремдең аҫтына (һәм өҫтөнә) төрлө псевдоним ҡуйғанмын: Мар. Сәлим, М. Шәйнуров, С. Әлимов, С. Гәрәев, Т. Сәйетов, С. Таныпов, Шәһи Нур уғлы, И. Ғәрәфи...

Инде үҙенән-үҙе һорау тыуа: был донъяға сатирик булып тыуыуымдың хикмәте нимәлә һуң?

Ә бына нимәлә. Йәмле тормошобоҙҙоң йәмен ебәреүсе етешһеҙлектәрҙән, күңелһеҙ кәмселектәрҙән көлөргә яратам мин. Был ғәҙәтем тыумыштан килә. Әгәр тормоштоң бер генә китек яғы ла күренмәһә, илебеҙҙә бөтә нәмә ал да гөл генә булһа, арабыҙҙа әҙәм көлкөһөнә ҡалырлыҡ, үткер ҡәләм осона элеп алырлыҡ кешеләр осрамаһа, мин сатирик сүрәтендә тыуып та тормаҫ инем. Һуң, ни эшләйһең, шулай яҙғандыр инде, тыуғанмын икән – тыуғанмын!

Ләкин сатирик булып тыуырҙан алда мин яҡты донъяға килгәнмен.

 

Юҡ, мин ҡараңғы донъяға килдем...

 

Был донъяға төрлө кеше төрлөсә килә. Һәр хәлдә беҙҙең заманда шулай ине. Ул, ни, хәҙер генә бөтә баланы ла бәпесләү йортонан алып ҡайталар. Ә беҙ бәләкәй саҡта улай түгел ине. Бына, мәҫәлән, күрше ҡыҙын йәй көнө әсәһе бәрәңге баҡсаһынан табып алған. Ә күрше малайын торналар аҙбар башында ҡалдырып киткән. Ҡайҙалыр балаларҙы ата-әсәләренә аист алып килә, тип тә һөйләйҙәр. Әммә беҙҙең ауылға ҡауҙылар осоп килмәй шул. Торналар ҙа йәй көнө генә торалар. Шуға күрә мин... һалҡын ҡыш уртаһында мәкенән һыу алғанда әсәйемдең силәгенә ултырып сыҡҡанмын. Бәләкәй саҡта әсәйҙең һөйләүе буйынса, яҡты донъяға шулай килгәнмен.

«Яҡты» тип, әлбиттә, шартлы рәүештә генә әйтәм. Ысынбарлыҡта иһә һис тә яҡты донъяға килмәгәнмен. Сөнки мин тыуғанда өйҙә лә, тышта ла ҡараңғы була. Шуға күрә яҡты түгел, ә ҡараңғы донъяға килдем, тиеү дөрөҫөрәк булыр. Мин тыуғас ҡына, таң атып, донъя яҡтырып киткән!

Донъяға тыуыу менән уға эйәләшә лә башланым. Яҡын кешеләрем: атайым һәм әсәйем, ағайым һәм апайым миңә ярайһы уҡ яҡшы кешеләр булып күренде, һәм улар янында үҙемде үҙ өйөмдә кеүек хис иттем. Бигерәк тә апайымды яраттым. Әйткәндәй, беҙҙең яҡта апай кешеләргә «апа» тип өндәшәләр, «апайым» тип үҙеңдән бәләкәй туғандарға әйтәләр. Атайға – әтәй, әсәйгә – инәй, ағайға – абзый тиҙәр.

Эйе, бигерәк тә апамды яраттым. Сөнки ул үҙе мине ныҡ яратты. Миңә исемде лә ул эҙләп тапты һәм ҡуштырҙы. Мин тыуғанда беҙҙең ауылда бер аҙашым да юҡ ине. Хәҙер иһә урамыбыҙҙа өс Марсель, ә ауылда – ете-һигеҙ. Райондағы һәм республикабыҙҙағы Марселдәрҙең иҫәбе-һаны хаҡында әйтеп тә тормайым.

Ғаиләбеҙҙә берҙән-бер ҡыҙ бала булараҡ апам инәйемдең уң ҡулы – төп ярҙамсыһы ине, шуға мине ҡарау бурысы тулыһынса уның елкәһенә төштө. Апамдың был үтә мөһим хеҙмәтен юғары баһаланым һәм, уны шатландырыр өсөн, һигеҙ айҙан уҡ, мүкәйләп-нитеп тормай ғына үҙем атлап, ишекле-түрле йөрөй башланым. Ауыҙ тултырып әйткән беренсе һүҙем дә «ап-па» булды, йәғни телем «апа» тип асылды.

Тел дә асылғас, аяҡтар ҙа йүгерә башлағас, өйҙәгеләргә мәшәҡәт артты. Уларға һис тынғылыҡ бирмәнем. Ҡулымдан килгәнсә тыныс йәшәтмәҫкә тырыштым уларҙы. Әгәр ҙә әтәйем мине елкәһенә ултыртып йөрөргә теләһә, мин ҡарыштым. Дәрес әҙерләп ултырған абзыйымдың башына менеп атланыуҙы хуп күрҙем. Шаярыуҙарымдан тамам тәҡәте ҡороғас, абзый әлифба алып бирҙе. Уны туҙҙырғансы аҡтарып ултыра-ултыра биш йәштә уҡырға өйрәндем.

Ә яҙырға һаман да өйрәнәм әле.

Дөрөҫ, тәүге шиғырымды һигеҙ йәштә үк (1957, 6 ноябрь) яҙғайным. Бына ул – «Минең еҙнәй» исемле шиғыр шәрәмәте:

 

Бер көн беҙгә еҙнәй килде

Матай менән тырылдап.

Өйгә керҙеләр икәүләп

Апа менән пырылдап.*

---------------------------------------

* Был  һәм башҡа бала саҡ шиғырҙары “Мин сүләем” (Өфө : Слово, 1995) китабынан алынды.

 

Белмәйем, сатирамы, юмормы икән был, әммә шуныһы хаҡ: шиғри телем дә «апа» тип асылды.

Ошо урында әйтмәй ҡала алмайым – айыҡ тормошта йәшәгән ҡайныһына ҡунаҡҡа “ҡыйыш тейәп” ҡайтҡан һәм шуның өсөн кәләше пыр туҙҙырған еҙнәйем ахырҙа нисауа булып сыҡты. Бигерәк тә һуңғы йылдарында, шайтан һыуын бөтөнләй ҡапмай башлағас, шәп кешегә әйләнде.

– Һин, ҡәйнеш, үҙеңдең сатираң менән тәки мине дауаланың бит, әй! – тип йыш ҡына көлә торғайны.

Инде мин шаҡтай ғүмер уҙҙырған, байтаҡ кейем туҙҙырған... юҡ-юҡ, ҡарт түгел, ә йәп-йәш, йәғни әлегә «малай» бабай ғына. Шуғалыр ҙа, бәлки, әле булһа малай сағымдан, шул ваҡыттағы хәл-ваҡиғаларҙан, кешеләрҙән айырылмайым. Балалыҡ йылдарымдың ҡайһы бер шаянлыҡ-шуҡлыҡтары ижадыма ла инеп китә хатта. Бына, мәҫәлән, ошоноң кеүектәре:

 

Апам бер ҡайтыр әле

 

Бала саҡты иҫкә алам

Һаман да мин һағынып.

...Бер көн инәй эшкә китте

Яңғыҙымды ҡалдырып.

 

– Мин ҡайтҡансы өйҙә генә

Ултыр, – тине, – бикләнеп.

Ултырҙым инде бикләнеп,

Сәйнәп арыш икмәген.

 

Ашап, көс йыйып алғас ни,

Малай кеше шашына –

Ултырғысҡа баҫып ҡына

Мендем мейес башына!

 

Ултырғыс ҡолап китте лә

Тороп ҡалдым бейектә.

Эй тырышам, эй тырышам –

Төшөп булмай нисек тә.

 

Кис еткәс, инәй ҡайтты ла

Инә алмай ишектән.

– Төш унан, ас ишекте! – тип

Ҡысҡыра ул тишектән.

 

Ә мин әйтәм: – Апа ҡайтып

Тәҙрәбеҙҙән инер ҙә

Күтәреп алып төшөрөр

Юғарынан мине лә.

 

Шунан һуң инде ишекте

Асырмын, – тим, – ялт ҡына.

Ләкин был һүҙҙәр инәйҙе

Оторо ныҡ ярһыта:

 

– Һуң бит апаң бик йыраҡта,

Ҡайта алмай тиҙ генә.

Ә мин үҙемдекен итәм,

Бирешмәйем һис кенә:

 

– Апам бер ҡайтыр әле, – тим, –

Көтәм уны ошонда!

…Көтөп ултырамын кеүек

Һаман мейес башында.

 

Бар байлығым

 

Һәр кем үҙ ғүмерен үҙе теләгәнсә сарыф итә. Берәүҙәр уны аҡыл туплауға бағышлаһа, икенселәр ғүмер буйы байлыҡ йыйыу менән мәшғүл була. Кемдер шырпы ҡаптары, маркалар йыя, ә кемдер «иномарка»лар, кәттиждәр коллекцияһын хуп күрә.

Мин иһә шырпы ҡаптары ла, машиналар ҙа йыйыу менән шөғөлләнмәнем. Һигеҙ йәштән бирле туплаған бар байлығым – ижад ҡумтаһы.

Бөгөн бер ниндәй алтын, долларға алмаштырғыһыҙ ҡиммәтле милкемде – әҙәби мираҫҡа әйләнгән ижади байлығымды барлап, иң талапсан ревизорҙарҙан да талапсаныраҡ уҡыусыларым алдында отчет биреүҙе фарыз һанайым.

Беренсе китабым – «Сер ҡапсығы» – 1982 йылда 10 мең дана тираж менән Башҡортостан китап нәшриәтендә баҫылды. Мөхәррире Рәшит Сабитов. Китапта – урта йәштәге мәктәп балалары өсөн тәғәйенләнгән хикәйәләр, фельетондар, скетчтар. Уларҙы яҙғанда мин үҙем дә урта йәштәге мәктәп балаһы инем. Йәғни геройҙарым тиҫтере: 13-14 йәшлек малай. Китап күпкә һуңлап тыуҙы – мин утыҙҙы уҙғас ҡына.

Уның ҡарауы, икенсе китабым ваҡытында сыҡты: 1984 йыл. «Тәгәрмәсле сана» исемле был йыйынтыҡҡа «торғонлоҡ» тип аталған заман тураһында сатирик һәм юмористик хикәйәләр тупланған. Мөхәррире Раил Байбулатов. Тиражы 15 мең дана.

Сираттағы китабым 1986 йылда Мәскәүҙең «Правда» нәшриәтендә донъя күрҙе: «Красавчик Шармаев». Күләме бәләкәй булһа ла, тиражы арыу ғына – 75 мең дана. «Крокодил китапханаһы» серияһында баҫылған йыйынтыҡтың мөхәррире – күренекле урыҫ сатиригы Эдуард Полянский.

1988 йылда Башҡортостан китап нәшриәтендә «Күгәрсен һөтө» исемле китабым сыҡты. Унда – сатирик повесть һәм хикәйәләр. Мөхәррире Ихсан Әхтәмйәнов. Тиражы 11 мең дана.

Балалар өсөн яҙған повесть һәм хикәйәләрем «Батыр яраһыҙ булмай» исемле йыйынтыҡта урын алды. Ул 1992 йылда 10 мең дана тираж менән Башҡортостан китап нәшриәтендә баҫылды.

Нәшриәт мөхәррире Динә Талхина кескәйҙәр өсөн яҙған бер хикәйәмде, айырым китап итеп сығарайыҡ, тип мине көйләп-сөйләп, әлеге йыйынтыҡҡа индермәй ҡалдырғайны. Һөҙөмтәлә ике йылдан һуң ошо «Ҡуян күстәнәсе» донъя күрҙе. Тиражы 11 мең дана.

Туҡһанынсы йылдар башында ижад юлымда әкәмәт хәлгә тарыным: яҙған әйберҙәрем бер тоҡ, китап нәшер итергә хут юҡ. Әгәр ҙә дүрт-биш йылға бер ҡоймаҡ ҡалынлыҡ ҡына китабым күренеп барһа, ҡалған ғүмеремдә ярты һөйләм дә яҙып мәшәҡәтләнәһе түгел. Сөнки быға тиклем яҙғандарымдың китапҡа әйләнеп бөткәнен ярты быуат көтөргә тура киләсәк! Туҡһанынсы йылдар башында «Китап» нәшриәтендә бер-ике-өс директор алмашынып алды. Береһенән-береһе шәп егеттәр үҙҙәренең китаптарын ғына сығарып өлгөрҙө. Минекен – өлгөрмәнеләр. «Өлгөрөрһөң әле, һин йәш, – тип йыуаттылар мәгәр. – Ана, Фәлән ағай, китабымды сығармаһағыҙ, йөрәгем ярылып үләм дә һеҙҙе яуапҡа тарттырам, тип ҡотто ала. Хәлебеҙҙе аңла инде, көт әҙерәк. Һинең бит йөрәгең ауыртмай, таҙаһың, үгеҙ кеүекһең – тиҙ генә үлерлек түгелһең». Әлбиттә, аңлы автор булараҡ, мин уларҙы аңланым. Һәм «Слово» нәшриәтендә бер йылда (1994) ике китап баҫтырҙым.

Уларҙың береһе – «Птичье молоко». Урыҫ теленә тәржемә ителгән юмористик хикәйәләрҙе һәм «Күгәрсен һөтө» исемле сатирик повесты үҙ эсенә алған был йыйынтыҡ, Габрово фестивалендә ҡатнашып, мине бөтә донъя сатира майҙанына сығарҙы. Китаптағы бер хикәйәне («Ну и времена!») Болгарияның күренекле яҙыусы-сатиригы Йордан Попов болгарсага ауҙарған. Һәм ошо әҫәрем иң яҡшы юмористик хикәйәләр өсөн үткәрелгән «Алеко» халыҡ-ара конкурсында беренсе урынды алған. Мин уның болгарсаға тәржемә ителгәнен дә, «Стършел» сатира һәм юмор аҙналығында баҫылып сыҡҡанын да белмәгәйнем. Көтөлмәгән шатлыҡ булды был.

Шатланмаҫлыҡмы ни, мәшһүр төрөк “көләсмәне” Ғәзиз Нәсин бүләкләнгәндән һуң теүәл 30 йыл (сатириктарҙың премияһы 1966 йылда булдырыла) уҙғас, Алеко Константинов исемендәге мәртәбәле бүләк, ниһайәт, болгар гәзиттәре яҙғанса, «башкирец»ҡа ла эләкте бит!

 

В городе Свиштов, где родился классик болгарского юмора и сатиры Алеко Константинов, был памятный вечер. Башкирский писатель Марсель Салимов получил Международную премию «Алеко», которая в прошлые годы была присуждена таким мастерам, как Хайнрих Бьёл, Уильям Сароян, Морис Дрюон, Азиз Несин, Леонид Ленч, Влада Булатович‑Виб и другие. Когда актёр театра сатиры читал рассказ Салимова, в зале сначала появились улыбки, потом – смех, потом – хохот. И что произошло дальше? Огромный букет цветов Марсель отдал красивой болгарке, публику одарил смехом и улетел в родной Башкортостан со свидетельством Мастера в чемодане. Так башкирская сатира получила Знак качества международного значения.

Йордан ПОПОВ,

Болгария, София

 

«Слово» нәшриәтендә баҫылған икенсе китабым – «Туҡһан туғыҙ мөхәббәт». «О мөхәббәт! Ул йоғошло сир кеүек: бала-сағаны ла, ҡарт-ҡороно ла ситләтеп үтмәй. Бөтәһе лә уның алдында баш эйә. Ул хатта президенттарҙы теҙләндерә. Уның шауҡымы тейһә, тилеләр – аҡылланып, аҡыллылар тилереп китеүе ихтимал». Китапҡа шундай сихырлы мөхәббәт тураһында өс повесть һәм егермеләп хикәйә индерелгән. Уның тиражы 15 мең дана.

1995 йылда дүрт нәшриәттә дүрт телдә дүрт китабым донъя күрҙе. Башҡорт телендә – «Эшем эйәһе». Хикмәтле хикәйәләр, фәһемле фельетондар, әкәмәт әкиәттәр, моңло-моңһоу монологтарҙан торған был йыйынтыҡтың тиражы 6 мең дана.

Урыҫ телендә 5 мең дана тираж менән сыҡҡан «Важная персона» китабын, ғәҙәттә, «важный персона»ларға – мэрҙарға, башлыҡтарға, губернаторҙарға, министрҙарға, президенттарға бүләк итәм. Уны Беларусь президенты Александр Лукашенко менән Рәсәй президентына кандидат Геннадий Зюгановҡа ла бирҙем. Уҡығандарҙырмы, юҡтырмы – уныһын белмәйем, һәр хәлдә бүләкте йылмайып, рәхмәт әйттеп алдылар.

«Майлап-җайлап» – татар телендә баҫылған беренсе китабым. Был йыйынтыҡҡа сәхнә әҫәрҙәре тупланған: комедия, трагедия, фарс, интермедия, скетч, сценарий һ. б. Тиражы 10 мең дана.

Республикабыҙҙа киң таралған өс телде лә берҙәй күрәм, беләм һәм ошо өс телдә лә иркен һөйләшәм, яҙам тиһәм, һис тә арттырыу булмаҫ. Киреһенсә, кәметеү булыр ине. Сөнки Башҡортостандағы дүртенсе «тел»де лә, урыҫ әйткәндәй, «в совершенстве владею». Юҡ, ул телде мин уйлап сығарманым. Ул үҙе бар. Әйтәйек, Өфөлә башҡортса һөйләйҙәр, ә Ҡазанда татарса сөйлиләр. Ә инде Өфө менән Ҡазан араһында йәшәүселәр үҙҙәренсә сүләйләр. Бына шул «сүләем»дәр телендә, беҙҙең яҡ, йәғни төньяҡ-көнбайыш  башҡорттары диалектында, бығаса донъяла булмаған китап баҫтырып сығарҙым. «Мин сүләем» исемле был шиғриәт йыйынтығына һигеҙ йәштән алып һуңғы йылдарға тиклем яҙған лирик, сатирик һәм юмористик әҫәрҙәрем тупланған. 5 мең дана тиражлы китап «туғандаш башҡорт һәм татар халыҡтарының мәңгелек Дуҫлығына бағышлайым» тигән һүҙҙәр менән асыла. Һәм шундай һүҙҙәр менән ябыла: «Мин һаман мәктәп йылдарында әҙәбиәткә тәүге аҙым яһаған сағымда алған псевдонимды йөрөтәм: Мар. Сәлим. «Мар» – ҡырыу, үлтереү-бөтөрөү мәғәнәһен бирһә, «Сәлим» – сәләмәт, иҫән-һау тигәнде аңлата. Тимәк, исемемде есемемә тура килтереп әйткәндә, мин кәмселектәрҙе, ҡара көстәрҙе тар-мар итеп, саф, сәләмәт тормошто йәшәтер өсөн көрәшкән кешеләр затынан... Милләтем башҡорт, динем мосолман. Милләттәштәремде һәм диндәштәремде яратһам да, милләтсе лә, динсе лә түгелмен. Бөтә халыҡтың да туғандарса дуҫ йәшәүен теләйем».

Китап сығып, байтаҡ йылдар үткәс, уны арҙаҡлы ғалимыбыҙ Зиннур аға Нурғәлингә, 90 йәше менән ҡотлап, бүләк иткәйнем. Ул йәһәт кенә ошо хаҡта “Кем ул Мар. Сәлим?” тигән мәҡәлә яҙып, “Ағиҙел” журналында (2019, 11-се һан) баҫтырып та сығарҙы.

 

Марсель Сәлимов – үҙенең тыуған төйәгендә йәшәүсе төньяҡ-көнбайыш башҡорттары телендә һөйләшеп үҫкән, ошо диалектта берҙән-бер шиғыр китабы баҫтырған, хәҙерге башҡорт әҙәби телендә яҙған, милли юмор-сатирабыҙҙы халыҡ-ара кимәлгә күтәреп, уны беренселәрҙән булып донъя әҙәбиәте майҙанына алып сыҡҡан, Габрово халыҡ-ара юмор һәм сатира йортоноң Индульгенцияһы менән бүләкләнгән башҡорт совет һәм Рәсәй сатиригы. Ошо мәҡәләгә баш итеп ҡуйылған һорауға ҡыҫҡаса ғына яуап шул!

Зиннур НУРҒӘЛИН,

филология фәндәре докторы,

Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре

 

Бер йылда дүрт китап сығарып, яҙырға ғына түгел, баҫтырырға ла ҡулымдан килеүен иҫбатланым. Һәм шуға ирәйеп, ике йыл буйына бер китап та сығарманым. Уның ҡарауы, 1998 йылда ике йыйынтығым донъя күрҙе. Өфөлә һәм Ҡазанда.

«Көлсәң – көл...» Сатирик һәм юмористик хикәйәләр. Татарстан китап нәшриәте. Тиражы 5 мең дана. Был – Ҡазанда баҫылған беренсе китабым. Татар туғандарым илле йәшем алдынан миңә һәм уҡыусы дуҫтарыма шундай матур бүләк тотторҙо.

«Башҡортостан» нәшриәтендә 3 мең дана тираж менән баҫылған йыйынтыҡ өс телдә яҙылған өс китаптан тора. Шуға күрә исеме лә өсәү: «Тормош көҙгөһө», «Зеркало жизни», «Тормыш көзгесе».

Йыйынтыҡҡа төрлө йылдарҙа төрлө баҫмаларҙа (район гәзитенән алып сит ил матбуғатына тиклем) донъя күргән журналистика әҫәрҙәре тупланған. Шуға ул «Журналист китаптары» тип атала һәм Рәсәй журналистар союзы рәйесе Всеволод Богдановтың фатихаһы менән асыла.

 

Смелые злободневные выступленияв в печати талантливого башкирского писателя и журналиста, главного редактора лучшего сатрического журнала страны “Хэнэк”-“Вилы”, председателя Союза журналистов Башкортостана Марселя Салимова не оставляют никого равнодушным. Его творчество – это отражение нашей действительности, это зеркало жизни российской глубинки.

Всеволод Богданов,

председатель Союза журналистов России

 

Йыйынтыҡ Башҡортостан хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһына лайыҡ булды. Ниһайәт, сит илдә һәм Мәскәүҙә генә түгел, тыуған республикамда ла миңә бүләк алыу бәхете тәтене. Бәхет тиһәң дә бәхет ине был минең өсөн. Юғиһә, теңкәгә тейеп бөткәйнеләр инде: «Һиңә әллә ҡайҙарҙа әллә ниндәй премиялар бирәләр, ә үҙебеҙҙә күрмәйҙәр». Һуң, ағай-эне, мин бит илде талап байыған байҙар йырын йырлаусы ғәҙелһеҙ гәзитсе лә, эшкинмәгән түрәләрҙе күктәргә күтәреп маҡтаусы шалтырауыҡ шағир ҙа, ялағай яҙыусы ла түгел, мин – сатирик. Ә был көлкөлө генә түгел, хәүефле лә. Шуға күрә ҡайһы берәүҙәрҙең «күрмәүе» һис ғәжәп түгел. Һәнәкле кеше ундайҙарҙың күҙенә кереп бармай – күҙенә ҡаҙала. Юҡҡамы ни был китапҡа шундай һүҙҙәр яҙылған: «Ил башына башһыҙ башлыҡ менеп ултырһа, иң башта ул башлы башҡорттарҙың баштарын осора».

«Тормош көҙгөһө» юмористар тормошон да арыу сағылдыра. Ә беҙҙең тормош, нимә генә тиһәң дә, барыбер ҡыҙыҡ бит ул. Бала сағымды ла йылмайып-көлөп хәтергә алам.

...Шулай бер көндө инәйем тәбикмәк бешергәнде күреп, ул әйткәнде лә көтөп тормай, күрше-күләнде ҡунаҡҡа саҡырҙым. Күп тә үтмәне, ҡунаҡтар килеп тә етте. Ә өйҙәгеләр бер ни белмәй. Шулай ҙа изге күңелле, ҡунаҡсыл инәйебеҙ килгән әбей-бабайҙы асыҡ сырай менән ҡаршы алды, сәй эсереп, оҙатып ҡалды.

Беҙҙең инәй йомарт кеше ине. Ә мин унан да уҙҙырырға тырыштым. Үҙемдең бәләкәй генә икмәк телемен дә бергә уйнаған малайҙарға һәм ҡыҙҙарға бүлеп бирә торғайным.

Күрәһең, бала саҡтағы ошо ғәҙәтем ҡанға һеңеп ҡалған. Алыуҙан бигерәк бирергә яратам. Гел алырға ғына өйрәнгән ағай-эне өсөн был ҡылығым сәйер күренәлер, моғайын. Кешелә эшем юҡ, ләкин мин үҙем белгәнсә, үҙем теләгәнсә йәшәйем. Шуға күрә хөкүмәтебеҙҙең оло бүләген дә алып кеҫәмә һалмайынса, рәхәтләнеп Шәһит Хоҙайбирҙиндең тыуған ауылындағы музейына тапшырҙым. Бүләк алып, бер бәхетле булһам, бүләк биреп, икеләтә бәхетле тойҙом үҙемде.

50 йәшем тулған йылда (1999) Башҡортостан «Китап» нәшриәте шәп бүләк әҙерләне. Миңә генә түгел, әлбиттә, көлкө һөйгән бөтә ағай-энегә. «Шәп кеше» исемле йыйынтыҡҡа (тиражы 3 мең дана) сатирик повесть һәм поэма, юмористик хикәйәләр, фельетондар, очерктар, көләмәстәр, мәҫәлдәр, шиғырҙар, таҡмаҡтар, скетчтар, интермедиялар һәм башҡа шундай әҫәрҙәр индерелгән.

 

«Мар. Сәлимгә сәләм хат!

Сәләм хат яҙырға – дөрөҫөн әйткәндә – «Шәп кеше» китабың сәбәпсе булды. Шуны ҡат-ҡат уҡып, үҙеңә ихтирамым артты, ысын һәләтеңде танып һөйөндөм. Үҙеңсәләп әйтмешләй, классик-көләссикһең икән дә баһа. Телең үткер – телеп һала. Тел төбөңдөң кинәйәһе бар, тел осоңда энәһе бар. Ямандарға ҡаты тел-теш тейҙерһәң дә, үҙеңә тел-теш тейҙерерлек түгел. Афарин!»

Ғайса Хөсәйенов,

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы,

Башҡортостан фәндәр академияһының академигы

 

Иллегә аяҡ баҫҡанда «Башҡортостан» нәшриәтендә 2 мең дана тираж менән йәнә бер китабым сыҡты. «Горит моё сердце» исемле был йыйынтыҡҡа төрлө йылдарҙа яҙылған лирик, юмористик һәм сатирик шиғырҙарым, поэмаларым тупланған. Уларҙы күренекле урыҫ шағирҙары Михаил Воловик, Александр Филиппов, Роберт Паль, Леонид Соколов һ. б. тәржемә итте.

Шулай итеп, урыҫ телендәге тәүге шиғыр китабымдың исеме, үҙебеҙсә әйткәндә, «Яна минең йөрәгем». Эйе, йөрәк яна...

Ә ниңә яна һуң ул йөрәгем? Ни өсөн?

Күп нәмә өсөн! Бөгөнгө ҡараңғылыҡты таратыр өсөн, киләсәк көндәрҙе яҡтыртыр өсөн. Алдағы тормошобоҙҙо яҡшыртыр өсөн... Тыуған илем, халҡым өсөн... Ижад өсөн...

 

Әтәй, инәй...

 

Оҙон-оҙаҡ ижад юлым тыуған ауылымдағы тыуған йортомдан башланды. Тәүге шиғырым ошонда тыуҙы.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер унда әтәйем дә, инәйем дә көтөп тормай мине. Улар күптән вафат булды. Шулай ҙа тыуған йортом етем ҡалманы. Әлеге лә баяғы уңған апам байтаҡ йылдар усаҡтағы утты һүндермәне. Ҡасан ҡайтып керһәм дә, ут күршеләребеҙ менән бергәләп ҡолас йәйеп ҡаршы ала торғайны.

Йыш ҡына беҙҙең братҡа: «Һеҙ, сатириктар, гел сүп-сар эҙләп йөрөйһөгөҙ, матурлыҡты күрә белмәйһегеҙ», – тиҙәр. Сатирик булһам да, тыуған еремдә, кесерткән йә әремдәр шаулап ултырыуға ҡарағанда, хуш еҫле сәскәләр үҫеүен хуп күрәм.

Беҙҙең баҡса артынан Шүлейә йылғаһы ағып ята ине. «Ине» тим, сөнки мин бәләкәй саҡта ошонан сылтырап аҡҡан инеш, ҡапыл юлын үҙгәртеп, икенсе яҡҡа китеп барған. Һуңғы ваҡытта илебеҙҙә хөкөм һөргән «киреформа» ене оло ағайҙарға ғына түгел, кескәй йылғаларға ла ҡағылған, күрәһең.

Ни эшләйһең, һәр нәмәнең – үҙ юлы, һәр кемдең – үҙ яҙмышы.

Ә бына апамдың тотҡан юлы тайпылышһыҙ булды. Баҡсаһында сүп үрсетмәне, тыуған ерҙең ҡәҙерен белеп, йәшелсә-емеш һәм сәскәләр үҫтерҙе. Был иһә лириктарҙың ғына түгел, сатириктарҙың да кәйефен күтәрерлек күңелле күренеш ине, әлбиттә.

Бер саҡ апамдан:

–  Пенсионер кешегә ҡайҙа йәшәүе еңелерәк: ҡалаламы, ауылдамы? – тип һорағайным.

–  Ҡайҙа ла бер сама ауыр, – тине ул.

Хәйер, ғүмер буйы эшләгән, хәләл хеҙмәт хаҡына йәшәгән, урлашмаған, алдашмаған кешегә берәй ваҡыт тормош көтөү еңел булдымы икән?! Ләкин ниндәй генә ауырлыҡ төшмәһен, затыбыҙҙа зарланып йәшәгән кешене белмәйем. Әтәйем менән инәйем аҙаҡҡы сиккә еткәнсе, һуңғы юлға киткәнсе оптимистар булып ҡалды.

Әтәйем Шәйнур Сәлимгәрәй улы – егерменсе йылдар комсомолы, ауылда күмәк хужалыҡ ойоштороусыларҙың береһе, утыҙынсы йылдарҙан алып район һәм республика матбуғатында әүҙем ҡатнашҡан ауыл хәбәрсеһе ине. Шиғырҙар ҙа яҙғыланы. Гармунда уйнап йырларға ярата торғайны. Унан күреп, мин дә гәзит-журналға яҙыша башланым. Алтынсыла уҡығанда мин инде исеме шаҡтай мәғлүм йәш хәбәрсе инем.

Бөйөк Ватан һуғышынан яраланып ҡайтҡан инвалид әтәйем бик йыш ауырып ятты. Шундай бер мәлдә уға «Әтәй мираҫы» исемле шиғыр яҙып биргәйнем:

Ауырыйһың...

Ләкин шул көйө лә

үҙең мине уйлап ятаһың.

«Төпсөгөмә мираҫ итеп нимә

 ҡалдырырға?» – тип баш ватаһың...

Донъя имен, хафаланма, әтәй.

Мираҫ хаҡында һис уйлама.

Һин ҡан ҡойоп һаҡлаған был тормош

мираҫ түгелме ни улыңа?!

Әтәй һалған йорттоң ике «күҙе» – ике тәҙрәһе аша мин тәү тапҡыр урамға ҡараным. Ә унда тормош ҡайнай. Ҡарап торһаң, шундай ҡыҙыҡ...

Мәрхүм әтәйемдең архивын аҡтарып ултырғанда, тыуған ауыл тарихына бәйле мәғлүмәттәргә тап булдым. Унда яҙылыуынса, беҙҙең ауыл XVII быуаттың беренсе яртыһында барлыҡҡа килгән. Ауылда йәшәүселәрҙең төп кәсебе: ағас ҡырҡыу, һал ағыҙыу, балыҡ тотоу. Ул саҡта һыуҙар балыҡҡа бай була. Урмандарҙа айыуҙар ҙа осрай хатта.

Сәйет ауылы Тиреҫтауҙан башлана. (Мин тыуған йорт унан алыҫ түгел.) Ауылда эске йылан ырыуынан өс нәҫел-нәсәп (мәҡсүттәр, зәйнүштәр, бәрәндәр) йәшәй.

Әйткәндәй, инәйем бәрәндәр нәҫеленән. Тура һүҙле ине ул. Ғәҙелһеҙлекте һөҙөп кенә ебәрә торғайны. Бәлки, уға оҡшап, мин дә һөҙөшөргә яратамдыр әле! Хаҡлыҡ өсөн.

Әтәйем инвалид булғас, инәйем ирҙәр хеҙмәтен дә үҙ елкәһендә күтәрҙе. Утын ҡырҡыу, бесән сабыу кеүек эштәр беҙҙең өҫтә ине. Инәйем бик уңған һәм сая ҡатын булды. ҺикҺән йәшендә лә минең менән бергә бесән сабып йөрөнө. Әгәр кем дә булһа миндә аҙ-маҙ уңғанлыҡ сифатын күрә икән, быға бары тик инәйем генә ғәйепле: тимәк, күпмелер күләмдә уға оҡшағанмын.

Яйы сыҡҡанда, һүҙ ыңғайында әйтеп үтәм, мин инәйемдең дә, әтәйемдең дә яҡшы сифаттарын үҙемә алырға тырыштым. Уларҙыҡын ғына түгел, яҡын һәм йыраҡ туғандарымдың да, ғөмүмән, бөтә ауылдаштарымдың һәйбәт холоҡ-ҡылыҡтарын үҙләштереүҙе маҡсат итеп ҡуйҙым. Белмәйем, нисек килеп сыҡҡандыр, әммә ләкин шуға ынтылдым.

 

Танып мине әллә ҡайҙан тора танып

 

Борон-борондан ауылдаштарым игенселек менән шөғөлләнгән. Төп культуралар булып арыш, һоло, борсаҡ, борай, тары, ҡарабойҙай иҫәпләнә.

Йәшәү сығанағының икенсе тармағы – малсылыҡ һәм ҡортсолоҡ. 1920 йылғы иҫәпкә алыу мәғлүмәттәре буйынса, Сәйет ауылындағы 780 кеше (140 ғаилә) 234 баш ат, 110 баш һыйыр тота.

Революцияға ҡәҙәр күпселек крәҫтиәндең иккән игене йыл әйләнәһенә ашарға етмәй. Улар ҡышын алпауыт урмандарына ағас әҙерләргә китәләр, яҙын-йәйен бояр ерҙәрендә мунсала төшөрәләр, ауыл кулактарында көнлөксө булып эшләйҙәр. Күптәр мохтажлыҡтан сыға алмай, хәйер һораша, урлаша, ат ҡараҡтарына, юлбаҫарҙарға әйләнә.

1918 йылдың мартында Сәйеттә Совет власы урынлаша. Беренсе рәйес итеп Тимерйән Сәлимов һайлана. Ауылыбыҙ аша граждандар һуғышы үтә. Аҡтар менән ҡыҙылдар алышының ҡанлы вә шанлы эҙҙәре булып ерҙәге яралар – Танып буйындағы окоп урындары ғына ҡалған...

Ярҙарына баҫып Таныбымдың,

Ҡарап торам тыуған яғыма.

Тыуған яғым!

Ниңә шулай икән,

Күңелем һине өҙөлөп һағына.

Әллә ҡайҙан танып, ҡарт тирәктәр

Баш ҡағалар, сәләм бирәләр.

Тыуған яҡҡа ҡайтҡанымды улар

Күҙһеҙ көйөнә лә күрәләр.

Күпте күргән, күпте кисергән Танып буйындағы тирәктәр! Улар кеүек «баобаб»тар был донъяла һирәктер. Ҡосоп алайым тиһәм, ҡоластарым етмәҫтер. Бынау йөҙйәшәр тирәккә һөйәлеп, бер аҙ хәл йыяйым әле. Донъя мәшәҡәттәре артынан сабып, ултырып торорға ла ваҡыт юҡ әтеү...

Сатирик тиһәләр ҙә, тыуған төйәккә ҡайтҡас, аҙыраҡ лирикаға бирелһәм, көлкө яратҡан иптәштәр, бәлки, ғәйеп итмәҫтәр. Ғәйепкә алыусылар табылһа, ошо бәһлеүән ағастың тамырҙарына ҡараһын. Минең дә бит тамырҙарым, Танып буйында үҫкән тирәктеке шикелле, тәрәнгә, бик тәрәнгә китеп, тыуған еремә береккән. Шуға аяғымда ныҡ торам. Һулдан иҫкән елдәргә лә, уңдан килгән ғәрәсәт-дауылдарға ла бирешмәйем. Бөгөлөргә, һығылырға, баш эйергә иҫәп юҡ.

Танып буйҙарында ялан аяҡ йүгереп йөрөгән саҡтарҙа, теүәлерәк әйткәндә, ун өс йәштә бер шиғыр яҙғайным. «Беҙ» тип атала ул. Мөһабәт ағасҡа йәбешеп үҫкән паразит бәшмәкте күргәс, шул иҫкә төштө:

Беҙ бит үҙ көсөбөҙ менән

Менәбеҙ үргә.

Кемдер кеше елкәһендә

Үтмәксе түргә.

Тыуған ауылымда һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, ун биш саҡрым алыҫлыҡтағы Краснохолмский ҡасабаһына уҡырға киттем. Ялға ҡайтҡанда, төндә Таныпты кисеп сыға инем. Көҙгө һалҡындарҙа ла, яҙғы ташҡындарҙа ла йөҙөргә тура килде.

Был хаҡта мин шул саҡта яҙған «Йәш хәбәрсе» (тәүге вариантта «Ташҡындың бер тамсыһы») исемле повесымда һөйләп үттем. Уны  Башҡортостан яҙыусылар союзына ебәргәйнем. Ул заманда әҙәби кәңәшсе булып эшләгән Фәрит Иҫәнғолов ағайымдың яуап хатын ҡәҙерләп һаҡлайым.

 

«Ҡулъяҙмаңды уҡып сыҡтым. Әүәлгесә һинең проза әҫәрҙәре өҫтөндә эшләй алыуыңа ышанысым бар, һәм ул ышаныс үҫә төштө. Ҡулъяҙманан һинең күпте белеүең, күпте белергә тырышыуың, тормош күренештәрен философик дөйөмләштерергә, образдар, художестволы деталдәр менән эш итергә ынтылыуың куренеп тора. Был – яҙыусы өсөн иң кәрәк сифаттар. Ғаяз Ғәлимов образы аша бөгөнгө йәш үҫмер образын асырға тырышыуың һәйбәт. Байтаҡ уңышлы ла сыҡҡан. Уны күҙ алдына килтереп була».

Фәрит Иҫәнғолов, 1966 йыл.

 

Күренекле яҙыусы тәнҡитле иҫкәрмәләрен ҡәләм менән ҡулъяҙма өҫтөндә күрһәтә барған.

Балалар һәм үҫмерҙәр ижадына шул тиклем иғтибарлы булған Фәрит Иҫәнғолов ағайҙың кәңәштәре буйынса яҙмамды яңынан ҡарап сығырға утыҙ йылдан һуң ғына баҙнат иттем. Ләкин остазымдың изге иҫтәлеген хәтерләткән был бала саҡ повесын әлеге заманға яраҡлаштырып төҙәтергә лә, хәҙерге «әхлаҡ»ҡа ярамһаҡланып шымартырға ла ҡулым барманы. Шуға күрә ундағы ҡайһы бер ваҡиғалар, уй-фекерҙәр, бөгөнгө көн күҙлегенән ҡарағанда, «самалыраҡ» күренһә лә, шул килеш ҡалдырҙым. Нимә генә тиһәң дә, улар бит беҙҙең үткәнебеҙ – үҙебеҙҙең тарих. Ә тарихты ҡайтанан үҙгәртеп яҙыуҙан фәтүә юҡ.

Беҙҙең Танып ул өҫтән ҡарағанда ғына тыныс күренә. Эсе тулы сөмгөл дә сөмгөл. Йөҙә белмәгән йәки һаҡһыҙ ҡыланған бәндәләрҙе бөтөрөп алып китә. Әллә күпме кеше батып үлде...

Бер уйлағанда, минең күңелем дә, Танып һыуындай, серле һымаҡ. Уның «сөмгөл»дәрендә лә бөтөрөлөп батыусылар аҙ булманы. Тик шуныһы: батһалар баттылар, әммә батып үлеүселәр юҡ әле!

Бер ҡараһаң, сабыр кеше кеүек,

Талғын ғына, Танып, ағаһың.

Ҡабат баҡһаң, шағир йөрәгендәй,

Ҡайнап, тулҡындарың ҡағаһың.

(“Таныпҡа”, 1963)

Үткән ғүмер – аҡҡан һыу кеүек... Ижад йылғаһы буйлап, бәләкәй ҡайыҡҡа ултырып, сәфәр сыҡҡаныма ла байтаҡ йылдар үтте. Ә бит ун биш йәштә ниндәй хыялдар менән янғайным:

Мин үҫәмен һаман. Үҫкән һайын,

Алға ҡарап, ныҡлы баҫырмын,

Һәм, ниһайәт, тел асҡысы менән

Ижад ишектәрен асырмын.

 

Их, ул саҡта минең яҙғандарҙы

Яратырҙар, һөйөп уҡырҙар.

Ил йөҙөнә тиҫтәнән дә артыҡ

Китаптарым хатта сығырҙар.

 

Ә йырҙарым, етеҙ ҡоштар кеүек,

Ер тирәләй дәррәү осорҙар.

Һәм уларҙы уҡып, күп кешеләр

Уйланырҙар, күңел асырҙар.

             (“Йыуаныс”,  1964)

Был шиғырҙы яҙғанға алтмыш йыл үтте. Бала саҡтағы хыялым тормошҡа аштымы һуң? Әҫәрҙәремде уҡыйҙармы? Уҡып, йылмаялармы? Йылмайып, уйланалармы?

Бына шундай һорауҙарға яуап эҙләйем бөгөн. Уйҙарымдың осона сыға алмаммы тип, Таныбыма бағам.

Ә Танып аға ла аға. Ул һаман да элеккесә шәпле. Башҡа йылғалар кеүек, иренеп кенә ҡыймылдамай, тиҙ аға. Шуға уны Етеҙ Танып тип йөрөтәләр.

Таныпҡайым тыныслығын юйған –

Ярһып ҡаға ярға ташҡыны.

Уның кеүек, мин дә тынғыһыҙ йән –

Ҡабаланып алға ашҡынам.

             (“Таныпҡайым...”, 1964)

Алға ашҡынған йылғаларҙан айырмалы булараҡ, алға ашҡынған кешеләр арттарына боролоп ҡарай ала. Бына мин дә әле, үткән юлыма күҙ ташлап, бала саҡты иҫкә төшөрәм.

Танып ярҙарында нимә генә эшләп йөрөмәнем! Балыҡ ҡаптырҙым, һыу индем (йылғаның иң киң урынынан – бер ярынан икенсеһенә – туҡтауһыҙ унар тапҡыр йөҙөп сыға инем), бөрлөгән йыйҙым, бесән саптым, ҡамыш урҙым.

Тыуған яҡҡа ҡайтып төшкәс тә, үҙебеҙҙең мәңгелек йортобоҙға – инәйем менән әтәйем янына ашығам. Ауыл ситендәге зыяратта ҡартәтәй-ҡартинәйҙәрем, туған-тыумасаларым ята. Улар алдында туҙғаҡ башымды эйеп, булмаған гөнаһтарым өсөн дә ярлыҡау һорайым:

–  Яҡты донъяла тейешле хөрмәт күрһәтә алмағаным өсөн ғәфү итегеҙ...

Иҫән саҡта һинең ҡәҙереңде

Белмәнек шул, инәй, белмәнек.

Һағынып беҙҙе көткән мәлдәреңдә,

Исмаһам, бер ҡайтып килмәнек...

 

Юл сатында ҡәберең.

Кемдәр генә

Өҫтәренә сәскә һалмаған...

Ниндәй йәмле беҙҙең ауылдың да,

Һин булмағас, йәме ҡалмаған.

Йәме генә түгел, ауыл үҙе лә бөтөп бара кеүек хәҙер. Совет заманындағыса тормош ҡайнамай унда. Ә шулай ҙа, совет власы үлгәс тә, ауыл йәшәргә тырышып ята. Атай-олатайҙарҙың, әсәй-өләсәйҙәрҙең эштәрен бөгөнгө ауылдаштарым ҡулдарынан килгәнсә дауам итә. Шуға күрә тыуған ауылыма, уңған ауылдаштарым янына һәр саҡ ашҡынып торам. Ҡайтам да хәтирәләр диңгеҙенә сумам.

 

Их, булғайны шәп саҡтар!

 

Элек мин ҡайтҡан һайын мәктәпкә инмәй китмәй инем. Ә хәҙерме? Хәҙер ни, мәктәп ябылды. Оптимизация, йәғни үҙем яҙғанса, “яптымизация” шауҡымы беҙҙең ауылға ла теймәй ҡалманы. Мәктәп йәшендәге бер-ике бөртөк баланы күрше ауылға йөрөтөп уҡыталар.

Ә бит бынан утыҙ-ҡырҡ йыл элек кенә мәктәптә тормош ҡалай гөрләне! Ул саҡтарҙы һағынып иҫкә алырға ғына ҡалды инде…

Мин һәр яңы китабымды иң элек туған мәктәбемә бүләк иттем. Бөгөнгөләй хәтеремдә, китапханасы Римма апайҙарын уҡыусылар йотлоғоп тыңлай ине. Уның яҡташ яҙыусылары тураһында, йәғни минең хаҡта һөйләгәне үҙемә лә ҡыҙыҡ булып китә торғайны хатта.

Ә бына беренсе уҡытыусым Әнисә Ғәзизова, ветеран уҡытыусылар Хәжәр һәм Фәрихә апайҙар менән күрешеп һөйләшеү ҡыҙыҡ ҡына түгел, күңелле лә, фәһемле лә ине. Уҡытыусылар шулай бит инде ул: саҡ ҡына йүнле уҡыусылары булһа, маҡтарға һәм маҡтанырға ғына торалар.

Мин балалар менән осрашырға яратам. Юҡ, дөрөҫ әйтмәнем, улар менән генә түгел – бөтә кеше менән дә. Шуға, ахыры, бот буйы малайҙарҙан алып һаҡалы биленә еткән бабайҙарға тиклем киләләр осрашыу кисәләренә. Зиннәтле һарайҙарҙан бигерәк фермаларҙа, мастерскойҙарҙа, яландарҙа, ҡырҙарҙа эшләүсе кешеләр менән күрешеүҙе хуп күрәм. Эшсән халыҡ менән уртаҡ тел табыуы еңел.

Үҙебеҙҙең ауыл малайҙары һәм ҡыҙҙары менән дә серебеҙ уртаҡ. Нимә тураһында һөйләшһәк тә, бер-беребеҙҙе аңлайбыҙ. Ә бит уларҙы нимә генә ҡыҙыҡһындырмай! Ижад яңылыҡтары, тормош сәхифәләре, донъя хәлдәре, уҡыу-уҡымау мәсьәләләре, балалыҡ шуҡлыҡтары, иптәшлек, дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре... Хатта ки ҡатмарлы мөхәббәт проблемалары ла ситтә ҡалмай. Һәм был тәбиғи. Сөнки тап ошо мәлдә, йәғни мәктәптә уҡығанда, кешеләр тәү тапҡыр ғашиҡ булалар, үҙҙәренең беренсе мөхәббәттәрен табалар. Ә мин иһә...

Мин беренсе мөхәббәтем менән осрашыуҙы мәктәпкә ҡалдырманым. Теүәл генә әйтә алмайым, өс йәштә булдыммы икән, дүрттәме – уҡый-яҙа ла, һанай ҙа белмәй инем әле – тәҙрәнән үрелеп ҡарарға буйым еткәс тә, урамда уйнаған күрше ҡыҙға күҙем төштө. Төшөүен төштө, тик нисек осрашырға? Урамға сыға алмайым – ҡапҡа биген асырға буй етмәй. Ҡойма ярығы аша ғына ғишыҡ тотошоу эш түгел бит инде. Аҙаҡ барыбер әмәлен таптым: һөйөклөм янына ҡапҡа аҫтындағы ҡаҙҙар юлынан сығып тайҙым.

Ҡапҡа төбөндә тәүге мөхәббәтем менән нимә хаҡында һөйләшеүебеҙҙе хәтерләмәйем. Ул ваҡытта яҙа белмәүем арҡаһында, беҙҙең юмористик әҙәбиәтебеҙ күп нәмә юғалтты, минеңсә.

Бер аҙҙан башҡа ҡыҙҙарҙы осраттым. Баҡтиһәң, күрше-тирәлә күҙ төшөрлөк «йәнле ҡурсаҡтар» байтаҡ икән. Уларҙың барыһын да яратып сыҡтым. Мәктәпкә барғанда, урамыбыҙҙа мин һөймәгән бер ҡыҙ ҙа ҡалманы. Шуға күрә беренсе синыфта үҙем менән бергә уҡыған Түбән ос ҡыҙына ғашиҡ булдым. Быныһы инде етди мөхәббәт ине. Һөйөклөмә почти бер дәфтәр шиғыр яҙып бирҙем. Ләкин ул мөхәббәтемде аңламаны – асыуланып, шиғырҙарымды йыртып ырғытты.

Шунан бирле ҡатын-ҡыҙ затына арнап етди шиғыр яҙмайым. Аңламаҫтар тип ҡурҡам. Теге «аңланмаған» ғишыҡ утында янғандан һуң артабан мөхәббәт юлымда осраған бөтә ҡыҙҙарға ла шаян таҡмаҡтар ғына сығарҙым. Шулай итеп, юморисҡа әйләндем. Һәм шундайыраҡ шиғырҙар яҙҙым:

Куктә, ана, йондоҙ меңәрләгән,

Ләкин уның Айы бер генә.

Йөрөгәндәре йөҙгә тула ла бит,

Яратҡаны бары Бер генә!

Университетты тамамлап, армияла хеҙмәт иткәндә, шул йөҙ ҙә беренсе мөхәббәтемә өйләндем. Өйләндем дә... сатирикка әйләндем. Һәм бындайыраҡ шиғырҙар яҙҙым:

Күпме ҡыҙҙар яныр ине

Беҙҙең ғишыҡ утында...

Ярай әле өйөбөҙҙә

Аш бешереп, уҡлау тотоп,

Көтөп торған ҡатын бар!

Ҡатын булғас ни, билдәле инде, бәтә нәмә лә була. Минең дә шулай –барыһы ла дәррәү барлыҡҡа килде: йорт-ерем дә, томрап торған ике ҡыҙым да, бынамын тигән ейән-ейәнсәрҙәрем дә, яратҡан эшем һәм тынғыһыҙ ижадым да, әллә күпме дуҫтарым да, хатта көнсөл дошмандарым да.

Ә бит бынан ете тиҫтә йыл элек күп нәмә юҡ ине. Мин уҡып сыҡҡан Көрйә һигеҙ йыллыҡ мәктәбенең кирбестән һалынған ошо бинаһы ла хатта... Был урын – ҡола ялан, ике ауыл уртаһындағы буш ерҙә әрем үҫеп ултыра ине. Алтынсы синыфта уҡығанда яңы ағас мәктәпкә күскәнебеҙ хәтерҙә. Иҫке Көрйә ауылындағы иҫке мәктәптән һәр ҡайһыбыҙ үҙ партаһын урам буйлап күтәреп алып килгәйне.

Мәктәптә уҡығанда байтаҡ һөнәргә өйрәндем: мандолинала, гармунда уйнарға, фотоға төшөрөргә, һүрәт яһарға, шиғыр, хикәйә яҙырға... Улай ғына түгел, беренсе повесть, поэма, драмаларым да ошо мәлдә тыуҙы. Үҙемдең  шиғырҙарыма көйҙәр ҙә сығарып ҡараным. Ә һүрәттәрем менән Берлин халыҡ-ара конкурсында ҡатнашып, бүләк алдым. Әҙәби әҫәрҙәрем район һәм республика матбуғатында баҫылды. Ижади бәйгеләрҙә еңеүсе булдым. Фәрит Иҫәнғолов, Ибраһим Абдуллин, Марат Кәримов, Яҡуп Ҡолмой, Әсхәт Мирзаһитов, Мөкәрәмә Садиҡова, Муса Сиражи һ. б. күренекле яҙыусылар миңә хаттар яҙып, кәңәштәр биреп торҙо. Ошондай остаздарыма, уҡытыусыларыма һәм туған мәктәбемә рәхмәтем ҙур. Уны күпме маҡтаһам да – хәләл. Ана бит, алтынсыла уҡығанда нимә тип яҙғанмын:

Ауылыбыҙҙың уртаһында

Урынлашҡан беҙҙең мәктәп.

Күпме маҡтаһам да уны,

Туя алмамдыр маҡтап.

             (“Беҙҙең мәктәп”, 1962)

 

“Бер билдәһеҙ, данһыҙ Шүлейә...”

 

Беҙҙең ауыл ғәмәлдә ике ауылдан тора: Сәйет һәм Көрйә. Шуға уны Сәйет-Көрйә тип йөрөтәләр. Мин үҙем Сәйеттең Кәбәркә урамында тыуып үҫкән малай. Әле бына Оло урамдан атлап киләм. Был урам Өфө менән Черниковканы тоташтырыусы Октябрь проспектын хәтерләтә. Шуға бында, идара, клуб, мәктәп һымаҡ, ике ауыл өсөн дә мөһим биналар була торғайны.

Заманында Оло урамды аҙ тапаманы ағайығыҙ. Бынан көнөнә кәмендә ике тапҡыр – мәктәпкә барғанда һәм унан ҡайтҡанда – үтә инем. Шуға бөтәһе лә таныш.

Ауыл урамдары элеккесә. Хәҙер беҙҙең республикала бындай урамлы ауылдар аҙ ҡалды, тип әйтһәм, артыҡ ныҡ алдашмайымдыр. Сөнки күп урындарҙа дәрәжәле яҡташтар үҙҙәренең тыуған ауылдарына асфальт юлдар һалдырталар, газ үткәрәләр. Был яҡтан беҙҙең ауылдың бәхете булманы инде. Министр ҙа, президент та, премьер ҙа, банкир ҙа, исмаһам, башлыҡ та тыумаған бит унда!

Бәлки, бөгөнгө малайҙарҙан киләсәктә берәй булдыҡлы дәрәжә эйәһе сығып ҡуйыр? Малайҙарҙан булмаһа – ҡыҙҙарҙан... Ә ниңә, бик мөмкин! Ауылыбыҙҙағы сая ҡыҙҙарҙың береһе министрға йәки премьер-министрға кейәүгә сығыр ҙа... Вәт ул саҡта күрмәгәнен күрәсәк беҙҙең ауыл халҡы! Көҙгө төҫлө асфальт урамдарҙан керт-керт кенә баҫып йөрөйәсәк.

Әлегә көҙгө кеүек күлдә ҡаҙ-өйрәк йөҙә. Юҡ, был күл Танып буйында түгел, урам уртаһында ул. Ямғыр һыуҙарынан барлыҡҡа килгән. Ҡалай шәп!

Ошондай йәмле ауылда тыуырға теләмәгән министрҙар үҙҙәренә үпкәләһен. Ә мин тыумай ҡала алманым. Беҙҙең ауылда тыуһа ла шул «Һәнәк» мөхәррире генә тыуыр! Башҡаларҙа эшем юҡ, мин үҙем бының менән ғорурланам.

Өйрәктәргә, ҡарғаларға рәхәт. Кешеләрҙән айырмалы булараҡ, улар теләһә ниндәй батҡаҡ өҫтөнән осоп ҡына үтә.

Был тиленең мөхәббәте

Ҡарғаға икән, тимә.

Тыуған яҡтың ҡарғаһы ла

Һандуғас кеүек миңә.

Бына минең Шүлейәм... Ауылды сыҡҡас, ул Таныпҡа барып ҡушыла. Таныпҡа ингәнсе, бала-саға Шүлейәлә йөҙөргә өйрәнә. Мин дә шулай иттем. Һәм Таныпта йөҙөп оҫтарғас ҡына, Ағиҙелгә төштөм. Унан һуң инде ҙур йылғаларҙы, диңгеҙҙәрҙе буйланым.

Шүлейә йылғаһы Дүртөйлө районының Миңеште ауылы эргәһенән ағып сыға. Ә Миңештелә «Һәнәк» журналының һуғыштан һуңғы тәүге мөхәррире Назар аға Нәжми тыуған.

 

«Сатирик шағир Марсель Сәлимов менән беҙҙе бер билдәһеҙ, данһыҙ Шүлейә йылғаһы бәйләй. Уның башланған ерендә – мин, ә Танып йылғаһына ҡойған урынындағы Сәйет ауылында Марсель тыуған. Тура килгәс, килә бит ул: «Һәнәк» журналы сыға башлағанда, уның мөхәррире мин инем, ә хәҙер Марсель Сәлимов. Йылғалар ҡойған ерҙәрендә, башланған ерҙәренә ҡарағанда, киңерәк һәм тәрәнерәк булалар – Мар. Сәлим дә сатира һәм юмор өлкәһендә киң һәм тәрән, тиер инем».

  Назар Нәжми,

Башҡортостандың халыҡ шағиры

1998

 

Ун дүрт йәштә мин былай тип яҙғайным:

Шүлейәнең юлы оҙон –

Ашыға алға.

Диңгеҙгә барып етәм тип,

Аға ла аға.

             (“Шүлейә”, 1963)

 

Яңынан тыуған йортом

 

Шүлейә кеүек, мин дә алға – үҙемдең ижад диңгеҙемә табан юл тоттом. Был юл мине Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына алып килде. Әйткәндәй, хәҙер беҙҙең легендар БДУ-ыбыҙ Өфө университетына әйләнде. Белмәйем, кемгә нисектер, ләкин миңә уның яңы исеме оҡшамай: ни “Башҡорт”, ни “дәүләт” тигән һүҙе юҡ.

Беҙ бөтә ғаиләбеҙ менән ошо ғилем йортон үҙ иттек. Өлкән ҡыҙыбыҙ Лира тураһында, атаһы менән әсәһе юлынан китте, тип әйтеү генә аҙ булыр, ул беҙҙән уҙҙырып ебәрҙе: филология фәндәре кандидаты, университетта уҡыта. Әҫәрҙәремде урыҫсаға тәржемә итеүсе лә, китаптарымдың мөхәррире лә, ижадымдың биобиблиографик күрһәткесен төҙөүсе лә ул. Ә кесе ҡыҙыбыҙ Гүзәл – биология фәндәре кандидаты.

Егерме беренсе быуаттың тәүге йылында мин йәш әтәйҙән ҡарт әтәйгә әйләндем. Хәйер, уныһы була торған хәл. Тик мине оло ҡыҙым менән кейәүемдең сюрпризы шаҡ ҡатырҙы – бер кемгә лә әйтмәйенсә, икеһе генә һөйләшеп, ейәнемә Марсель исеме ҡушып ҡуйғандар. Бына шулай! Ярай, хәйерлегә булһын тип, яңы быуат йәштәшенә, бәләкәс аҙашыма фатихамды бирҙем инде.

Университетта уҡыған мәл күңелле төш кеүек кенә. Йәш саҡ – дәртле саҡ. Бөтәһенә лә өлгөрәһең: уҡырға ла, яҙырға ла, ҡыҙҙар артынан сабырға ла. Өҫтәүенә, әҙәбиәт түңәрәге старостаһы итеп һайланылар. Тел түңәрәгендә лә әүҙем ҡатнаштым. Яҙыусылар ижады хаҡында ғилми докладтар менән сығыш яһаным. Һәйбәт уҡып, Радищев стипендиаты булдым. Уҡытыусыларым минән ғалим сығыр, тип өмөтләнгәйне. Тик уларҙың ышанысын аҡламаным – үҙ юлымдан атланым.

Университетты тамамлағас, офицер кителен кейеп, сит илгә юлландым. Төньяҡ ғәскәрҙәр төркөмө составында ике йыл Польшала хеҙмәт иттем. Лейтенант булып киткәйнем, сынығып-нығынып, өлкән лейтенант булып ҡайттым. Һуңынан, Свердловск юғары партия мәктәбен тамамлағас, капитан званиеһын бирҙеләр. Ә 1989 йылда майор погондарын тактым. Һәм әлегә саҡлы үҙемде Совет Армияһы офицеры тип хис итәм.

1973 йылда армиянан ҡайтҡас, Өфө урамында мөхәррир-сатирик Марат Кәримовты осраттым.

– Эшкә урынлаштыңмы әле? – тип һораны ул.

– Иртәгә университетҡа саҡырҙылар, – тинем. Ҡыҙыл дипломлы белгес булараҡ мине унда эшкә алмаҡсылар ине.

– Һин унда барма, – тине Марат ағай. – «Һәнәк»кә кил.

Ун дүрт йәштә сағымда уҡ тәүге фельетонымды журналда баҫтырып сығарған остазымдың «ҡотҡо»һона бирелеп, икенсе көндө «Һәнәк»кә килдем һәм шунда ҡалдым. Пенсияға сыҡҡансы.

“Һәнәк”кә килеп, дөрөҫ эшләнемме мин? Яңылышманыммы икән? Белмәйем. Нисек булһа ла булғандыр. Әммә шуны яҡшы беләм: «Һәнәк» – минең икенсе тыуған йортом. Бында мин яңынан тыуҙым. Сатирик булып.

Бер ҡарағанда, бала саҡтан “Һәнәк” уҡып үҫкән, мәктәптә уҡығанда инде сатира-юморҙың нимә икәнен ярайһы уҡ белеп, тәнҡит мәҡәләләре, шиғырҙар, фельетондар яҙып матбуғатта баҫтырған кешенең тап ошонда эш башлап ебәреүе һис тә ғәжәп түгел. Хәйер, бер түгел, ике ҡарағанда ла,  шулай ул. Һуң, улай булмаһа, ун өс йәштә былай тип яҙыр инемме ни:

Эште төптән төшөнмәйсә

Кәрәкмәй тәнҡитләргә.

Тәнҡит бит ул кәнфит түгел,

Кәрәкмәй кәнфитләргә.

                       (“Тәнҡит”, 1962)

Әйтерһең, мин шул саҡта уҡ “Һәнәк” мөхәррире булырға әҙерләнгәнмен!

Редакцияла биш йыл әҙәби хеҙмәткәр-фельетонсы һәм хаттар бүлеге мөхәррире булып эшләгәс, һәм дә йәнә бер юғары уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлағас, баш мөхәррир итеп ҡуйҙылар. Шулай итеп, элекке етәкселәрем, Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Марат Кәримов Һәм Әнғәм Атнабаевтар менән бергәләп, берҙәм татыу команда булып, яңыса эшләп киттек. Ул ваҡыттағы “Һәнәк”тең һәр бер йәбе башҡорт сатираһының алтын бағанаһына бәрәбәр ине. Агиш Ғирфанов, Мансаф Ғиләжев, Рәдиф Тимершин, Риф Мифтахов, Ғәли Ғатауллин, Лилиә Әбүзарова, Миләүшә Ҡолмөхәмәтова, Хәлил Әхтәмов, Люба Сайранова һәм бөгөнгө сатирабыҙҙың гәүһәр таштары Марат Әминев, Венер Исхаҡов, Рәзилә Ырыҫҡужиналар менән бергә көлә-көлә, ай-һай, етди эштәр башҡара инек беҙ.

“Һәнәк” тәнҡитенең тәьҫирлеге тураһында һөйләп тормайым, сөнки быны өлкән быуын уҡыусыларыбыҙ яҡшы белә, ә йәштәргә уның ҡыҙығы ла юҡ шикелле. Көнө-төнө телефондары алдында секрәйеп ултырыуҙан башҡаны беләме ни улар! Бөгөн ерле матбуғатта тәнҡиттең бөтөнләй булмауы йәки бик аҙ миҡдарҙа ғына булыуы ошондай битарафлыҡ тәрбиәләмәнеме икән уларҙа? Ә бит журналистың ғәҙел тәнҡите һәр саҡ йәмғиәт үҫешенә ыңғай йоғонто яһай.

Тәнҡит мәҡәләһенә талап юғары. Бәләкәй генә хата китһә лә, фельетон  геройында хаҡлы ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Шуға күрә журналист-сатирик фәҡәт үҙе белгән нәмә хаҡында яҙырға, үҙе тикшергән факттарға таянырға тейеш. Тәнҡит дөрөҫ булһа ғына, кәмселектәрҙе кәметергә, хатта бөтөрөргә ярҙам итә.

Был йәһәттән республика баҫмалары мөмкинлектәренән тулыһынса файҙалана, тип ауыҙ тултырып әйтә алмайым. Ҡайһы бер гәзит, журналда маҡтаныу, шапырыныуҙарҙың самаһын белмәйҙәр. Дөрөҫ, күпертеп яҙыу маһирҙары, түрәләргә тәрилкә тотоу оҫталары элек тә етерлек ине. Хәҙер улар баштан ашҡан. Гәзит биттәрендә заман темаларын киң яҡтыртҡан аналитик тәнҡит мәҡәләләре юҡ кимәлендә. Публицистиканың һуғышсан жанры булып иҫәпләнгән фельетондарҙың инде бөтөнләй тамыры ҡороған тиерһең.

«Һәнәк» – республикала етешһеҙлектәрҙән көлөүсе берҙән-бер журнал. Сатириктарҙың ҡулына йыш ҡына һуғып торһалар ҙа, уларҙың үткер ҡәләмен һындыра алған кеше юҡ әлегә. Ғәҙел тәнҡиткә оло ағайҙар ҙа ҡолаҡ һала.

Үҙҙәренән көлгән өсөн рәхмәт әйтеүселәр ҙә бар хатта. Шулай бер мәл алыҫ райондағы гәзит мөхәррирен сәнсеп алғайны «Һәнәк». Шунан һуң теге «герой»ҙы эшенән ҡыуғандар. Баҡһаң, уны, мәктәп директорын, теләгенә ҡаршы килеп, мәжбүри ултыртып ҡуйғандар икән редактор урынына. «Рәхмәт инде, «Һәнәк» ағай, – тип шылтыратты ул миңә. – Фельетон сыҡҡас, хужалар ниһайәт аңланы, мине ебәрҙеләр, ҡотолдом яратмаған эштән дә, төпкөл райондан да!»

Көлөүҙең файҙаһы хаҡында күп яҙалар. Уның кеше организмы өсөн шифалы дарыу икәнен дә, йәмғиәтебеҙҙе яман сирҙәрҙән дауалаусы тәьҫирле көс булыуын да яҡшы беләм. Бөйөк Гоголь әйткәнсә, бер нәмәнән ҡурҡмаған кеше лә көлкөгә ҡалыуҙан ҡурҡа. Бына ниндәй ғәйрәтле, тылсымлы  нәмә бит ул – көлөү!

Тәнҡитле көлөү тураһында һөйләгәндә, шуны ла әйтергә кәрәк: ҡайһы бер журналист ғәйепһеҙ кешеләргә бысраҡ яғырға ярата, ә үҙ мәнфәғәттәрен ҡыҫа башлаһалар, азатлыҡ хаҡында ҡысҡырырға тотона.

Үткән быуаттың һикһәненсе йылдары аҙағында һәм бигерәк тә туҡһанынсы йылдарҙа Мәскәү тирәһендә, гел тәнҡит менән сығыш яһап, бер ниндәй ҙә ыңғай күренеште күрмәүсе ҡәләм эйәләренең ояһы барлыҡҡа килде. Аҡса тоҡсайҙарының көсөнә таянып, хаҡлыҡты бар тип тә белмәне улар. Конструктив тәнҡитте ҡара пиарға алмаштырған ошондай “коллега”ларға мин сатирик журнал мөхәррире булараҡ та, журналистар союзы рәйесе булараҡ та, һис бер теләктәшлек белдермәнем, киреһенсә, ундайҙар менән аяуһыҙ алыштым. Ә бит нисегерәк табыналар ине был “ғәҙеллек” рупорҙарына! Йәш журналистар ғына түгел, хатта ҡарттары ла, уларға оҡшарға теләп, “ҡыйыу тәнҡитсе” булырға тырышты. Сөнки яңы хакимиәт әһелдәре өсөн тап шундайҙар кәрәк тә ине. Хәҙер ни, теге “тәнҡитсе” әфәнделәрҙең ысын йөҙө асылды – улар сит илдәргә сығып тайҙы, бөгөн уларҙы “иноагент” тип атайҙар.

Журналистиканы дүртенсе власть тиһәләр ҙә, ҡәләм оҫтаһына артыҡ ирәйеү килешмәй. Тәнҡитләр алдынан үҙеңә тәнҡит күҙлегенән ҡарау фарыздыр: мин хаҡлымы һуң? Шунан ғына осло ҡәләм менән – ә уны штыкка тиңләйҙәр – төртөргә мөмкин.

Эйе, САТИРА ҡәләме хаҡлыҡ та, һаҡлыҡ та талап итә. Быны бер ҡасан да иҫтән сығарманыҡ беҙ, үткер “Һәнәк” командаһы. Бик буталсыҡ мәлдәрҙә мин бөйөк совет сатиригы Маяковский иптәш менән “һөйләшеп” ала инем:

 

Шундай ҡыҙыҡ һәм ҡыҙғаныс

  заман килде:

           тоҙһоҙ һаһылдауҙар баҫты

                    бөтә илде.

Сәхнәләргә

  тупаҫ көлкө хужалары

           күтәрелде.

Экрандарҙа, интернетта,

  гәзиттәрҙә, журналдарҙа

           мәғәнәле сатираны

                    еңел-елпе юмор еңде.

Һеҙ яҙғанса:

  “Бөгөн

           беҙҙең ҡәләмебеҙ –

                    штык

                              һәм һәнәк йәптәре”, –

                                       тимәһәк тә,

  һәйбәт йәшәргә теләһәк киләсәктә,

           ныҡ тоторға кәрәк

                    САТИРА ҡәләмен –

                              халыҡты алға әйҙәүсе

                                       әҙәбиәт әләмен.

(“Маяковский иптәшкә – шағирға һәм һәйкәлгә”)

Егерме беренсе быуатҡа «Һәнәк» үҙенең 75 йәшен тултырып керҙе. Был дәүер эсендә уның башҡарған хеҙмәттәре лә, ирешкән уңыштары ла байтаҡ булды. Юбилей мәлендә ҡәләмдәш дуҫтарыбыҙ шуларҙы көлә-көлә иҫкә төшөрҙө. «Етмеш бише тулғанда ла «Һәнәктең йәптәре тутыҡманы, остары тупарланманы, сөнки башы эштән бушаманы, – тине Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим. – Заманалар төрлө-төрлө, йылдар ҡырлы-мырлы саҡта ла «Һәнәк» һәнәклеген итте. Шулай булып ҡалһын».

Аҡһаҡалдың юрағаны юш килде. Яңы быуаттың тәүге йылында ла «Һәнәк» һәнәклеген итте. Шаян баҫмабыҙҙың яңы ижади уңышы хаҡында Мостай ағайға әйтеп, ҡыуандырайым тиһәм, аҡһаҡалыбыҙ, юҡ һаҡалын һыпырмай ғына:

–  Беләм, гәзиттән уҡығайным, – тине. – Питерҙа өсөнсө урынды алғанһығыҙ, буғай.

–  Өсөнсө түгел – еңеүсе! Киң мәғлүмәт сараларының VI Бөтә Рәсәй фестивалендә «Һәнәк» илебеҙҙең иң яҡшы юмористик журналы тип билдәләнде.

Аңлатып биргәс, әлбиттә, Мостай ағай аңланы. Улай ғына түгел, хатта ки бик шатланды, беҙҙе ижади еңеүебеҙ менән ҡотланы.

Әйткәндәй, олуғ ҡәләмдәшебеҙҙең «өсөнсө урын» тип хәтерендә ҡалыуына «Республика Башҡортостан» гәзитендә баҫылған «И ТВ, и газета, и журнал» исемле хәбәр сәбәпсе. Хәҙер бит шундай заман – һәр кем үҙен үҙе маҡтарға ярата, ә башҡаларҙа эше юҡ. Беҙҙең брат та шундайыраҡ: үҙенең төймәләй эшен дөйәләй итеп күрһәтә, ә коллегаһының дөйәләй уңышын күрмәмешкә һалыша. Рәсәй журналистарының 2001 йылда Санкт-Петербургта үткәрелгән йыйынында меңдән ашыу ҡәләм оҫтаһы ҡатнашты. Башҡортостан делегацияһы ҙур булмаһа ла, фестивалдә маҡтап телгә алырлыҡ эштәр башҡарҙы. Смольныйҙа матбуғат күргәҙмәһе ойошторолдо. Унда бөтә республика гәзит, журналдарын һәм иң яҡшы ҡала, район гәзиттәрен дә ҡуйып, Рәсәй журналистарына Башҡортостан матбуғаты тураһында һөйләнем.

Ижади бәйгеләрҙә лә беҙҙекеләр һынатманы. «Башҡортостан» дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһы ике номинация буйынса еңеүсе тип танылды. «Белорецкий рабочий» гәзите Санкт-Петербург тураһындағы мәҡәләләргә үткәрелгән конкурста еңеп сыҡты. «Һәнәк» журналы иһә фестиваль лауреаты булды.

Санкт-Петербургтың Ҙур концерт залында лауреат грамотаһын һәм фестиваль бүләген алғандан һуң, сәхнәләге «тере» Пушкин менән Гоголь ҡулымды ҡыҫып ҡотлағас, «Һәнәк» журналының һуңғы һанын Гоголгә бүләк иттем.

– Хөрмәтле Николай Васильевич, беҙгә ҡыҙыҡлы хикәйәләр яҙып тороғоҙ, – тинем.

Шул саҡ Пушкин, ҡулын һуҙып:

– Миңә лә «Һәнәк» бармы? – тип һораны.

– Ғәфү итегеҙ, хөрмәтле Александр Сергеевич, – тинем уға. – Алып килгән журналдарҙы таратып бөтөрҙөм. Һеҙ инде үҙегеҙ «Һәнәк»кә яҙылығыҙ!

Яҙмыштары мәшһүр Петр ҡалаһына бәйле булған бөйөк яҙыусыларҙың тере образдары менән шулай ябай ғына аралашыу үҙе бер ҡыҙыҡ тамаша ине. Элек-электән сатира-юмор ояһы тип иҫәпләнгән икенсе баш ҡалабыҙҙа лауреат исемен алыу – «Һәнәк»тең күршеләрен көнләштерерлек, дошмандарын көйөндөрөрлөк, дуҫтарын һөйөндөрөрлөк ваҡиға. Беҙҙең өсөн иң һөйөнөслөһө шул булды: журналыбыҙҙы алыҫ Нева буйҙарында ла яҡшы беләләр һәм көтөп алалар икән. Милләттәштәребеҙ менән осрашҡанда быны үҙ күҙҙәрем менән күреп шатландым.

 

Йәшең етһә алтмышҡа,

күмелерһең алҡышҡа

 

Егерменсе быуаттың һуңғы йылында Өфөнөң Ф.Э. Дзержинский исемендәге типографияһында «Эй ҡыҙыҡ донъя!» исемле ун етенсе китабым (тиражы 2 мең дана) донъя күрҙе. Был йыйынтыҡҡа балалар һәм ололар өсөн тәғәйенләнгән уйынлы-ысынлы әҫәрҙәр (повестар, хикәйәләр, тамашалар, яҙмалар һ. б.) тупланған. Унда һуңғы ваҡытта ижад иткән әҫәрҙәрем менән бер рәттән бала саҡта яҙған әйберҙәрем дә бар. Ә китаптың тәүге бите шундай һүҙҙәр менән асыла: «Тыуғас та көлә башлағайным, һаман туҡтамайым. Иртән дә көләм, кисен дә көләм. Сөнки сатириктың бөтә эше – көлөү».

Көләйек әйҙә! Көлөп үткән ғүмерҙәр мөхәббәтле була ул. Ҡатмарлы ижад юлдарын да көлөп-йылмайып ҡына үтергә яҙһын. Шундай уйҙар менән алтынсы тиҫтәне ваҡланым.

Сатира-юмор жанрын үҫтереүҙәге хеҙмәттәремде иҫәпкә алып, Башҡортостан хөкүмәте әҫәрҙәремдең ике томлығын баҫтырып сығарыу тураһында ҡарар ҡабул иткәйне. «Китап» нәшриәтендә әскелле-сөскөллө әҫәрҙәрҙең «Аҡыллы баш, тиле сәс» исемле беренсе томы – 2002 йылда, ә «Көлкө тоҡсайы» исемле икенсе томы 2005 йылда мең ярымышар данала донъя күрҙе. Тєүге йыйынтыҡҡа төрлө йылдарҙа ижад  иткән ҡыҙыҡлы һәм ҡыҙғаныс хикәйәләр, повестар, күңелле һәм моңһоу комедиялар, драмалар, шаян һәм етди очерктар, яҙмалар тупланһа, икенсеһенә йылмайтҡыс һәм турһайтҡыс фельетондар, юморескалар, шаҡ ҡатырлыҡ, уйлатырлыҡ шиғырҙар, поэмалар, уйынлы-ысынлы скетчтар, тамашалар ингән. «Литературная газета» билдәләүенсә, был – башҡорт әҙәбиәте тарихында беренсе сатирик ике томлыҡ.

Өфөлә ике томлыҡ баҫырға әҙерләнгән арала Ҡазанда ике китабым сығып өлгөрҙө.  «Идел-Пресс» нәшриәтендә донъя күргән был йыйынтыҡтарҙың икеһе лә – өс телдә. «Бергәләп көлик! Бергәләп көләйек! Посмеёмся вместе!» (2003, тиражы 2 мең дана) исемлеһендә проза һәм сәхнә әҫәрҙәре менән бергә шаян шиғырҙар ҙа бар. Ә «Мәхәббәтле каләм. Мөхәббәтле ҡәләм. Перо с любовью» (2005, тиражы мең ярым дана) лирик һәм юмористик шиғырҙарҙан ғына тора. «Ҡазанды татарса йә урыҫса китап менән шаҡ ҡатырып булмай, ә башҡортса китаптың беҙҙә мең йыл баҫылғаны юҡ ине. Афарин, туған!» – тип осондорҙо татар дуҫтар.

2007 минең өсөн юбилей йылы булды – ҡулыма ҡәләм алып шиғыр яҙа башлауыма ярты быуат тулды. Шул уңай менән, илле йыл буйына язган иң ҡыҫҡа әҫәрҙәремде туплап, сувенир китап сығарҙым. Өфө полиграфия комбинатында ике телдә 1 мең дана тираж менән баҫылған китапсыҡты ике яҡлап уҡырға мөмкин. Уның бер яғы «Әйттем – бөттө!», икенсе яғы «Сказал – и всё!» тип атала.

Габрово Юмор һәм сатира йорто директоры Татьяна Цанкова әлеге китаптың «Халыҡтар юморы» фондында һаҡланыуы хаҡында хәбәр итте. Ул шулай уҡ донъяның башҡа ҙур китапханаларында ла бар. Уны Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхананың ҡулъяҙмалар һәм һирәк баҫмалар бүлегенең күргәҙмәләр залында ла күрергә мөмкин.

2007 йыл аҙағында Татарстан китап нәшриәтендә «Үҙебеҙҙең ағай-эне» (тиражы 2 мең дана) донъя күрҙе. Йыйынтыҡҡа көлкөлө хикәйәләр, монологтар һәм күңелле-күңелһеҙ күренештәр, тамашалар тупланған.

Алтмыш йыллап ғүмер һөрөп, пенсияға сығырға йыйынғанда, «Идел-Пресс» нәшриәте «Мәңгелек мәхәббәт» (2008, тиражы 1 мең дана) бүләк итте. Был  китабым малай саҡтан алып бабай булғансы яҙған шиғырҙарҙан тора.

Алтмыш йәшемде Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтендә урыҫ телендә сыҡҡан “Белым по чёрному” исемле бер томлыҡ менән ҡаршыланым. Ике мең дана тиражлы ғәләмәт ҙур һәм иң ҡалын был китабыма инеш һүҙҙе совет һәм Рәсәй әҙәбиәте классигы Сергей Михалков яҙҙы.

 

Сокровенная творческая задача Марселя Салимова: удивлять читателя, помогать ему по-новому взглянуть на многие явления нашей  жизни, сделать себя чуточку лучше и великодушней. Произведения автора учат читателя мыслить, а значит, становиться мудрее, зовут к добру, свету, честности и справедливости. Они отличаются актуальностью, поскольку темы для них автор черпает из нашей повседневной реальности. Смех автора всегда социален, ведь его  герои взяты из народной жизни.

Сергей Михалков,

Герой Социалистического Труда

 

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юбилей йылымда (2009) бөйөк “знакум”ым һәм остазым Сергей Владимирович китеп барҙы. Яҡты хәтирәләр ҡалдырып... Уның тураһында иҫтәлектәрем гәзит-журналдарҙа ла, китаптарҙа ла баҫылып сыҡты.

Ә минең бер томлыҡ Халыҡ-ара яҙыусылар союздары берләшмәһе үткәргән конкурста (Мәскәү, 2010) еңеп, “Йыл китабы” исемен яуланы, автор иһә Сергей Михалков исемендәге халыҡ-ара әҙәби премияға лайыҡ булды.

 

“Һәнәк” менән бер ғүмер

 

Һай, был ваҡыт тигәнең! Бигерәк тиҙ йүгерә. “Һәнәк”тә ярты ғүмерем үтеп тә киткән.

Ә бит, төптән уйлаһаң, ярты ғына түгел, бөтә ғүмерем “Һәнәк” менән бергә үтте. 7 йәштән, йәғни журналдың һуғыштан һуң сыға башлаған тәүге һанынан алып, уны уҡып үҫтем. 14 йәштә “Һәнәк”тә беренсе фельетоным баҫылды, ә 24 йәштә, университетты тамамлап, әрмелә хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң, редакцияға эшкә урынлаштым. Һәм шунда ғына эшләнем. Аҡ йортҡа ла, һоро йорттарға ла күсеп китергә теләмәнем. Мине ҙур урынға димләгән ҙур ағайыбыҙ ахырҙа ҡул һелтәне: “Ярай, улайһа, ултыр шунда “Һәнәг”еңә ҡаҙалып!” – тине, асыуланып. Һәм мин, бығаса тарихта булмағанса, утыҙ йыл буйына “Һәнәк”тең баш мөхәррире булып... юҡ, ултырманым, сабып йөрөнөм. Бөтә Башҡортостан буйлап. Республикабыҙҙа мин булмаған ауылдар ғына түгел, фермалар ҙа ҡалманы, буғай. Үгеҙ йылында тыуған кеше булараҡ, үгеҙ кеүек, егелеп тарттым сатира-юмор йөгөн.

Тарта торғас, ҡартайып киткәнмен. Ә ҡарт үгеҙҙе ни эшләтәләр инде? Әлбиттә, иткә оҙаталар. Шөкөр, мине улай итмәнеләр, ҡәҙерләп, хаҡлы, дөрөҫөрәге, түбән хаҡлы ялға оҙаттылар. Беҙҙә бит шулай: юғары урында ултырғандарҙы юғары хаҡлы ялға ебәрәләр, ә түбәндә тир түккән кешеләрҙе – һеҙҙең, беҙҙең ишеләрҙе – түбән хаҡлы ялға сығаралар. Ниһайәт, 62-се йәшемдә мин ”Һәнәк” һабын һәләтле йәштәр ҡулына, атап әйткәндә, күҙ алдымда үҫкән, үҙемдең яратҡан шағир ҡустыма – Салауат Әбүзәровҡа тапшырҙым.

Киткәндәр хаҡында яҡшы кешеләрҙең насар һүҙ әйтмәүен белеп, үҙ сиратымда, мин дә “Һәнәк” уҡыусы һәм уҡымаусы дуҫтарыбыҙға, яуаплы урындарҙа ултырған яуапһыҙ булмаған иптәштәргә, дәрәжәле һәм дәрәжәһеҙ кешеләргә рәхмәттәремде йәлләмәнем. Үҙем иһә түрәләрҙән әллә ни ҙур рәхмәт ишетмәһәм дә, ябай кешеләрҙән әллә күпме яҡшы һүҙҙәр ишеттем. Был йәһәттән күпте күргән, күпте кисергән бер арҙаҡлы ағайыбыҙ хатта былай тип әйтте: “Һине халыҡ ни саҡлы яратһа, чиновниктар шул саҡлы күрә алмай”.

Ундай түрәләр менән хушлаштым ахырҙа. Әммә уҡыусыларым менән хушлашманым. Сөнки, пенсияға сыҡтым тип, сатирик геройҙарға тынғылыҡ бирергә иҫәп юҡ. Ә был иҫәпте хисапҡа килтерер өсөн үҙебеҙҙең үткер йәпле “Һәнәк”тән дә ҡулай ҡорал бармы һуң?! Бына шулай уйлап, хушлашыр урында хушлашмау һүҙен әйтергә тура килде.

Ауыл хужалығы ҡоралы булараҡ, ябай һәнәктең ике төп эше бар: малға аҙыҡ таратыу һәм аҙбарҙы тиреҫтән таҙартыу. Шуның һымаҡ, беҙҙең “Һәнәк”тең дә маҡсаты икәү: кешеләргә рухи аҙыҡ биреү һәм йәмғиәтте сүп-сарҙан таҙартыу. Был бурыстарҙы журналыбыҙ уңышлы үтәне, республикабыҙҙа ғына түгел, илебеҙҙең күп тарафтарында яратып уҡынылар уны. Һикһәненсе йылдар аҙағында тиражы 67 мең данаға барып етте. Һәм башҡорт телендә сыҡҡан иң ҙур табышлы баҫмаға әүерелде.

Сатирик журналистиканы үҫтереүҙәге хеҙмәттәре өсөн редакция коллективы ике тапҡыр республика Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнде. 1996 йылда Рәсәй Журналистар союзы “Һәнәк”те илебеҙҙең иң яҡшы сатирик баҫмаһы тип билдәләне. 2002 йылда журналыбыҙ киң мәғлүмәт сараларының VI Бөтә Рәсәй фестивалендә лауреат булды. 2007 һәм 2008 йылдарҙа ул, Мәскәүҙә ойошторолған халыҡ-ара һөнәри күргәҙмәлә ҡатнашып, Рәсәйҙең юғары сифатлы баҫмалары иҫәбендә "Матбуғаттың алтын фонды" билдәһенә лайыҡ булды.

Ул заман ысынлап та "Һәнәк"тең алтын осоро булған һымаҡ. Күңелле ине “һәнәктәр”ҙең тормошо! Уҡыусылар менән ҡыҙыҡлы осрашыуҙар, авторҙар менән фәһемле һөйләшеүҙәр, семинарҙар, сатириадалар, аҙналар, айҙар буйына ҡала һәм райондарҙа шаулап үткән көлкө кисәләре, телевидениела, радиола юмористарҙың сығыштары, “Көлә-көлә Һәнәк килә” тапшырыуҙары... Былар бөтәһе лә хәҙер тарихта ғына тороп ҡалды. Бөгөн мин ҡулға-ҡул тотошоп оҙаҡ йылдар бергә эшләгән “Һәнәктәш”тәремде – Әнғәм Атнабаев, Агиш Ғирфанов, Рәйес Ғабдрахманов, Хөснулла Түләкәев, Нур Ғәлимов, Сәғит Сафиуллин, Орбелий Әхмәтов, Рәдиф Тимершин, Мансаф Ғиләжев, Риф Мифтахов, Рим Иҙиәтуллин, Ғәтиәт Үзбәков, Фират Хажиев, Камил Аҙнаев, Альфред Штабель, Александр Андреевтарҙы һағынып иҫкә алам. Сәхнәләш дуҫтарым, “Һәнәк” ордены кавалерҙары мәшһүр Кәтүк, Гөлсөм Хәбибуллина, Шамил Рәхмәтуллиндарҙы юҡһынам...

Тиҫтәләрсә, йөҙҙәрсә фельетондар яҙып, яҡшы кешеләргә – яҡшылыҡ, насар бәндәләргә насарлыҡ эшләүем, әллә күпме дуҫтарым, дошмандарым барлыҡҡа килеүе хаҡында һөйләп тормайым. Сөнки уларҙы “Һәнәк” журналын уҡыусылар ғына түгел, уҡымаусылар ҙа яҡшы белә. Кешенән ишетеп булһа ла. Әгәр мәрхәмәтле киләсәк быуын вәкилдәре тыуған йортомдо таҡтаташ менән биҙәргә теләһә, моғайын, уны мин ҡырҡ йыллап «йәшәгән» Матбуғат йортоноң  етенсе ҡатына беркетеп ҡуйыр. Бөгөн иһә мин һәйбәт кешеләргә генә түгел, аламаларына ла рәхмәтлемен. Сатирик әҫәрҙәр яҙыр өсөн әллә күпме тема бирҙе бит улар. Шуға уларҙы ла хөрмәт иткән кеүек яратам. Тик шуныһы: сатирикты бер генә хөрт кеше лә яратмай. Хатта юрый ғына ла.

Юҡ-юҡ, пенсияға сыҡҡас, артымдан таш атып та йоҙроҡ төйнәп кенә ҡалмайҙар. Миңә осраған күптәр: “Көлә-көлә Һәнәк килә!” – тип йылмаялар. Пенсияға сығып, эштән киткәнемә ун былтыр булды инде, ә һаман “Һәнәк ағай” тип өндәшәләр. Бөтөнләй таныш булмаған әҙәмдәр ҙә: “Һәнәк ағай, как дела?” – тип хәл-әхүәл һорашып теңкәгә тейә. Бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙар, дөрөҫөрәге, әбейҙәр ныҡ бәйләнә. Әйләнеп-тулғанып ҡарай-ҡарай:

– Шин Шәлимов түгелме? – тип һорапмы-һорайҙар.

– Ниндәй Шәлимов? – тигән булам.

– Теге… Шәнәк…

– Ул бит хәҙер хаҡлы ялда, – тим, ниндәй хаҡлы икәнен әйтмәй генә.

– Шин уға ныҡ оҡшағаншың, ҡустыһы түгелме?

– Юҡ. Мин уның улы!

Әбейҙәр, ҡыуанып:

– И-и, бәбекәем… – тип арҡамдан һөйәләр, шундай рәхәт! – Атайың игелекле кеше ине, ауыр пенсионер тормошо еңел булһын. Сәләм әйт Һәнәк ағайыбыҙға!

Әгәр минән Хоҙай тәғәлә: “Һиңә тағы бер ғүмер бирһәм, ҡайҙа эшләр инең?” – тип һораһа, һис икеләнеүһеҙ:

– “Һәнәк”тә! – тип әйтер инем.

 

Йөрөп ятыу яҡшыраҡ

 

Пенсияға сыҡҡас, туйғансы йоҡлармын да рәхәтләнеп яҙышып ҡына ятырмын, тип уйлағайным. Барып сыҡманы. Редакциянан киткәнемә тиҫтә йылдар үткәс тә, һаман шылтыраталар: “Һәнәк ағай, ярҙам ит!..” Йыш ҡына: “Һәнәгеңә шуны элеп алып, һелкеп һал әле”, – тип,  яңы темалар бирәләр. Ә дәрәжәле ҡустылар һәм һеңлеләр күберәк эш ҡушырға ярата: “Ағай, һин бит пенсионер, ваҡытың күп, анау ергә барып, бынау эште атҡарып ҡына ҡайт инде”. Мин ни, хәрбиҙәрсә – һәр ваҡыт әҙер! Күп осраҡта кемдеңдер әйткәнен дә көтөп тормайым, үҙем сығып йүгерәм. Һәр хәлдә, ятып йөрөүгә ҡарағанда, йөрөп ятыу яҡшыраҡ.

Әҫәрҙәрем дә үҙемә оҡшаған – төрлө төбәктәрҙә, илдәрҙә, ҡитғаларҙа йөрөргә яраталар. Ҡайһы берҙә белмәй ҙә ҡалам, сатира-юморым Африкаға ла, Америкаға барып сыға. Йөрөһәләр йөрөһөндәр әйҙә, Интернеттың яланы ҙур, күңеле киң.

Ҡыҙыҡ өсөн генә, төрлө ерҙәге матбуғат баҫмаларында, йыйынтыҡтарҙа һәм альманахтарҙа донъя күргән әйберҙәрҙе ситтә ҡалдырып, хаҡлы ял дәүерендә сыҡҡан китаптарымды барлап ҡарайым әле. Бына улар – 75 йәшлек “йүбәләр”ҙең отчёты тип әйтһәң дә була.

Эй, эсир, йĕкĕтсем!.. (Эй, вы, джигиты!..) : повесть-гротеск, рассказы, пьесы. – Чебоксары: Чуваш. кн. изд-во, 2010. – Т. 2000 экз. – Сыуаш телендә.

(Түбән хаҡлы ялдағылар сафына баҫыуым менән ҡотлап, күренекле сыуаш яҙыусы-сатиригы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Виталий Енеш миңә ошондай бүләк тотторҙо. Үҙемә әйтеп тормай ғына “Шәп кеше” повесын да, комедия һәм юмористик хикәйәләремде лә үҙенсә үҙ теленә ауҙарып, китап итеп сығарып та ҡуйған ул. Ишшу етмәһә, инеш һүҙендә мине “үҙебеҙҙең шубашҡорт” (Шупашкар + башкорт) тип атаған, ә сатирик повестың төп геройы Тиҫкәребайҙы Якшикешебайға әйләндергән. Бына шундай ҡыҙыҡ кеше инде ул минең боронғо сатирик дуҫым Еңешбай!) https://rospisatel.ru/salimov.htm?ysclid=lqb5z6vfad487083473

Книга дружбы. Книга на дружбата : и серьёзно, и смешно. – Уфа : Мир печати, 2011. – Т. 1000 экз. – Рус һәм болгар телдәрендә.

(Был китапты “Башҡортостан-Болгария халыҡтары дуҫлығы” йәмғиәте һорауы буйынса күренекле болгар сатиригы Йордан Попов менән бергә әҙерләнек. Минең әҫәрҙәр – болгар телендә, Йордан дуҫымдыҡы рус телендә баҫылды. Китап ҡыҙыҡлы факттарға бай. Бәлки, шугалыр уны һатыуға ла сығарып торманылар, Дуҫлыҡ йәмғиәте ойошторған сараларҙа ҡатнашыусыларға бүләк итеп тараттылар. Йыйынтыҡҡа баш һүҙҙе  йәмғиәттең етәксеһе, Болгарияның Башҡортостандағы шәрәфле консулы, Рәсәй иҡтисади фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы доктор Ярослав Шредер яҙғайны. Китаптың исем туйы Рәсәй һәм БДБ халыҡтары менән дуҫлыҡ федерацияһы рәйесе Захари Захариев ҡатнашлығында Өфөлә һәм Болгар журналистары берлеге рәйесе Снежана Тодорова ҡатнашлығында Софияла үтте.) http://www.rospisatel.ru/salimov7.htm

Какое время – такой и смех : сатира, юмор, лирика. – М. : Российский писатель, 2013. – Т. 2000 экз. – Рус телендә.

(Публицистик шиғырҙарҙы ла үҙ эсенә алған ошо китап өсөн автор Рәсәй журналистар союзының “Ватан журналистикаһының алтын кәштәһе” премияһына лайыҡ булды.) https://rospisatel.ru/sob250.htm , https://rospisatel.ru/salim-kniga.htm?ysclid=lqb6ezz3ev274218556

Юмор – выше пояса : записки сатирика, смехотворения. – М. : МГО СПР (Арт-издат), 2014. – Т. 5000 экз. – Рус телендә.

(Был китап өсөн авторға Украинала Николай Гоголь исемендәге халыҡ-ара әҙәби премия бирелде.) http://inwriter.ru/news/nash-avtor-marsel-salimov-laureat-mezhdunarodnoi-premii-imeni-nikolaya-gogolya.html, https://lgz.ru/article/vsye-vyshe-i-vyshe-i-vyshe/?ysclid=lqbbdhx6m3485765680

Душа пчелы : лирика. Юмор. Сатира. – М. : У Никитских ворот, 2014. – Т. 2000 экз. – Рус телендә.

(Утыҙынсы ошо китабымдың исем туйы Мәскәүҙең Ростовтар йортонда уҙҙы. Де Ришелье исемендәге халык-ара конкурста (Одесса, 2015) еңеп, ул “Гәүһәр Дюк” менән баһаланды) https://www.rospisatel.ru/sobytija2015/33.htm

Миссия той пассии : сатирическая повесть, рассказы и юморески. – М. : Продюсерский центр А. Гриценко, 2015. – Т. 5000 экз. – Рус телендә.

(“Современники и классики” китап серияһында сыҡҡан был йыйынтыҡҡа Рәсәй һәм сит ил мәғлүмәт сараларының иғтибары аҙ булманы. Авторға ул икенсе дәрәжә Владимир Гиляровский исемендәге халыҡ-ара премияны алып бирҙе. “Сатира” номинацияһында был мәртәбәле әҙәби бүләктең беренсе дәрәжәлеһе Михаил Задорновҡа эләкте.) https://www.bashinform.ru/news/culture/2016-12-01/bashkirskiy-satirik-marsel-salimov-stal-laureatom-mezhdunarodnoy-premii-imeni-gilyarovskogo-2219907, http://inwriter.ru/news/neskolko-slov-o-missii-toi-passii-na-stranitsah-literaturnoi-gazety.html

Заманына күрә көлкөһө : сатира һәм юмор. – Өфө : Китап, 2015. – Т. 1000 д.  – Башҡорт телендә.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2015-07-06/v-ufe-izdana-novaya-kniga-pisatelya-satirika-marselya-salimova-2241548

От смешного до великого : стихотворения и басни. – М. : ИСП, 2015. – Т. 2500 экз. Рус телендә.

(Китаптың исем туйы Сочиҙа журналистарҙың Бөтә Рәсәй фестивалендә үтте. Авторҙың ижады Рәсәй журналистар союзының “Темаға тоғролоҡ” премияһы менән баһаланды.) http://inwriter.ru/news/prezentatsiya-knig-znamenitogo-satirika-mar-salima-v-sochi.html, https://www.bashinform.ru/news/culture/2015-07-31/v-mezhdunarodnoy-serii-vyshla-ocherednaya-kniga-bashkirskogo-poeta-satirika-marselya-salimova-2243939

Камушек с дыркой : почти курортный роман и рассказы о том же. – М. : ИСП, 2015. – Т. 2000 экз.  – Рус телендә.

(Әҙәбиәт йылында сыҡҡан дүртенсе был китап халыҡ-ара “Ялос” фестивалендә (Ялта, 2016) беренсе урынды алды.) https://www.rospisatel.ru/sobytija2016/69.htm, https://www.bashinform.ru/news/culture/2015-12-21/v-moskve-vyshla-chetvertaya-za-god-literatury-kniga-bashkirskogo-yumorista-marselya-salimova-2250621

Президентский кот : рассказы, сатирески, фельетоны, юморески – М. : СНАИ, 2016. Т. 2500 экз. Рус телендә.

(Китаптың исем туйы Мәскәүҙә Журналистар йортонда, “Библио-Глобус” сауҙа үҙәгендә, Өфө, Сочи, Севастополь, Чебоксар һәм башҡа ҡалаларҙа үтте. Был йыйынтыҡ өсөн авторға Канаданың Эрнест Хэмингуэй исемендәге әҙәби премияһы бирелде.) http://inwriter.ru/news/v-moskve-sostoyalas-prezentatsiya-knigi-znamenitogo-bashkirskogo-yumorista-marselya-salimova.html, https://www.bashinform.ru/news/culture/2016-10-06/bashkirskiy-poet-satirik-marsel-salimov-predstavil-na-festivale-vsya-rossiya-svoi-novye-knigi-2226217

The bird’s milk (Птичье молоко) : a humorous story with a light touch of satire. – M. : International Union of writers, 2016. Т. 2000 экз. Инглиз  телендә.

(Инглиз телендәге тәүге китабы өсөн авторға Владимир Набоков исемендәге халыҡ-ара премия лауреаты исемен күтәрергә тура килде.) http://inwriter.ru/news/v-serii-biblioteka-premii-nabokova-vyshla-kniga-na-angliiskom-yazyke-marselya-salimova-the-birds-milk.html

2016 йылда Өфөлә һуҡырҙар өсөн Брайл шрифтында “Заманына күрә көлкөһөкитабы баҫылып һәм аудиокитап булып сыҡты.

2017 йылда БР-ҙың һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһында рус телендә Президентский кот аудиокитабы яҙҙырылды.

The Book Which Has Never Been Written Before (Книга, какой ещё никто не писал) : аlmost holiday relationships. – Лондон : Hertfordshire Press, 2017.Инглиз  телендә.

(Бынағайыш, ҡырҡынсы китабым инглиз телендә булып сыҡты! Уға инеш һүҙҙе философия фәндәре докторы, Колумбия университеты профессоры Рәфис Абазов яҙған. Ул минең яҡташым, Борай районында тыуып үҫкән, әлеге көндә Нью-Йоркта йәшәй һәм эшләй.

Китаптың исем туйы Лондонда һәм Стокгольмда үтте. Евразия ижади гильдияһы сайтында былай тип яҙғандар: «Британия тамашасыһы күренекле яҙыусы-сатириктың яңы китабын ихлас ҡаршы алды, уның «мөхәббәт романдарына яҡын» әҫәре инглиз телле уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты»). https://www.rus.eurasiancreativeguild.uk/2017/10/23/в-лондоне-прошла-презентация-книги-из/

Стокгольмға китап форумына барғас, Евразия ижади гильдияһының  беренсе рәйесе, күренекле инглиз шағиры Дэвид Перри менән осраштыҡ. Ул иң элек материктың төрлө тарафтарынан йыйылған яҙыусылар менән танышып сыҡты. Һәр кем үҙенең ижады, тыуған төйәге, милли мәҙәниәте һәм әҙәбиәте хаҡында һөйләне. "Минең тыуған ерем, хөрмәтле Дэвид әфәнде, Европаның үҙәгендә түгел. Һеҙҙең кеүек, беҙ ҙә Европа ситендә йәшәйбеҙ, – тинем. – Ләкин Европа Бөйөк Британиянан түгел, ә Башҡортостандан башлана. Көньяҡ Уралда тормош көткән боронғо ата-бабаларыбыҙ бик тырыш һәм булдыҡлы, киң күңелле, асыҡ сырайлы кешеләр булған. Ғалимдар әйтеүенә ҡарағанда, улар Ер йөҙөндә беренселәрҙән булып тәгәрмәс уйлап сығарған хатта. Тағы ла шул, Дэвид туған, башҡорттар менән инглиздәр бер гаплогруппаға ҡарай, тип иҫбатлайҙар. Телдәребеҙҙә бер төрлө өндәр булыуы ла, башҡорттар менән инглиздәрҙең һөтлө сәй яратыуҙары ла беҙҙең халыҡтарҙың туғандашлығы хаҡында һөйләй түгелме һуң?" Күрәм, Дэвидтың ауыҙы йырылған. "Эйе, тап шулай!" – ти, һүҙемде ҡеүәтләп. Мин иһә һаман үҙемдекен бөгәм: "Бөтәбеҙгә мәғлүм бер бөйөк инглиз ғалимы, кешеләр маймылдан яралған, тип раҫлаған. Ҡайһы бер инглиздәр, бәлки, ысынлап та маймылдан барлыҡҡа килгәндер, әммә ләкин Һеҙ, Дэвид дуҫҡай, һис тә ундай кешегә оҡшамағанһығыҙ. Һеҙ, моғайын, беҙҙең боронғо ата-бабаларыбыҙҙан – пра-пра-прабашҡорттарҙан яралғанһығыҙҙыр". Шул саҡ шаярыуҙы аңлаған хуш күңелле инглиз: "Эйе, мин боронғо башҡорттарҙан яралдым!" – тип, ҡосаҡлап алмаһынмы. Форумда ул мине ҡосаҡлап ҡына йөрөттө. Ҡыҙыҡ бит, әй! Бөйөк Британияның әлеге хужалары һәм уларҙың ялағай ярандары, ялғансы сәйәсмәндәре, һатлыҡ журналистары беҙҙе күрә алмай, илебеҙгә яла яғыуҙан туҡтамаған был заманда инглиз яҙыусыһының башҡорт сатиригын шулай дуҫтарса йылы ҡабул итеүе үҙе бер мөғжизә түгелме ни! https://rospisatel.ru/sobytija2017/280.htm

Аҙаҡ ул шулай тип яҙып сыҡты:

 

Евразия ижад гильдияһы съезында сығыш яһап, Марсель Сәлимов, Урал тауҙары Европа менән Азияны айырып түгел, ҡушып тора, тигәйне. Үҙемдән өҫтәп шуны әйтәм: Уралдағы билдәле был Рәсәй яҙыусыһының позитив юморы нәҡ шулай Евразия халыҡтарын берләштерә.

Дэвид Пэрри,

Евразия ижад гильдияһының беренсе рәйесе

 

Бөйөк Британияла сыҡҡан китапты Германиялағы әҙәбиәт, сәнғәт, коммуникация эшмәкәрҙәренең халыҡ-ара академияһы АҠШ-тың Джек Лондон исемендәге халыҡ-ара әҙәбиәт конкурсына тәҡдим иткән. Һөҙөмтәлә миңә унда лауреат булырға яҙҙы. http://inwriter.ru/news/vidnomu-rossiiskomu-pisatelyu-satiriku-marselyu-salimovu-v-ssha-prisuzhdena-mezhdunarodnaya-literaturnaya-premiya-imeni-dzheka-londona.html

Мәғлүм булыуынса, китап Евразия илдәренең төп китапханаларына барып еткән. “Hertfordshire Press” нәшриәте уның бер данаһын авторҙың хаты менән ҡуша Бөйөк Британия королеваһы Елизавета Икенсегә лә  тыуған көнөнә бүләк итеп ебәрҙе хатта. http://bashpredmsk.bashkortostan.ru/ru/about/news/novosti/kniga-marselya-salimova-peredana-v-podarok-koroleve-velikobritanii-elizavete-ii/

Разговор с богами : сатира, юмор, лирика. – Симферополь : Доля, 2018. Т. 1500 экз. Рус телендә.

(Байтаҡ шиғырҙарымды рус теленә тәржемә иткән күренекле Мәскәү шағиры Иван Тертычныйҙың яҡты иҫтәлегенә бағышланған был китап Де Ришелье исемендәге халык-ара конкурста (Одесса, 2018) Гран-при яуланы һәм Марк Твен исемендәге халык-ара әҙәби премия (Канада, 2020) менән баһаланды.) https://rospisatel.ru/sobytija2018/131.htm , http://bashpredmsk.bashkortostan.ru/ru/about/news/novosti/bashkirskiy-pisatel-satirik-marsel-salimov-udostoen-mezhdunarodnoy-literaturnoy-premii-imeni-marka-t/

Книга, какой ещё никто не писал : почти курортный роман. – М. : Интернациональный союз писателей, 2019. – Т. 2000 экз.  – Рус телендә.

http://inwriter.ru/news/v-moskve-proshyol-yubileinyi-tvorcheskii-vecher-marselya-salimova.html

ИЗБРАННОЕ – ДЛЯ ИЗБРАННЫХ, умеющих читать и смеяться : сатира, юмор и ещё кое-что. – М. : Вече, 2019. Т. 500 экз. Рус телендә.

(Был сатирик бер томлыҡ авторға “Рустың алтын ҡәләме” тигән шәрәфәтле исем алып бирҙе.) http://inwriter.ru/news/znamenitomu-yumoristu-marselyu-salimovu-prisvoeno-pochyotnoe-zvanie-zolotoe-pero-rusi.html

НЕИЗБРАННОЕ – для ИЗБРАННЫХ, любящих юмор и терпящих сатиру : юмор, сатира и не только. – Москва : Интернациональный Союз писателей, 2019. – Т. 5000 экз. Рус телендә.

(Ошо китап үҙенең авторын Марк Твен исемендәге халыҡ-ара әҙәби премия (Бөйөк Британия, 2020) лауреаты итте.) http://bashpredmsk.bashkortostan.ru/ru/about/news/novosti/bashkirskiy-pisatel-satirik-marsel-salimov-udostoen-mezhdunarodnoy-literaturnoy-premii-imeni-marka-t/

Чорына күрә җыры : сатира, юмор, лирика. – Казан : Татарстан китап нәшр., 2019. – Т. 1000 д. – Татар телендә.

(Китаптың исем туйы Ҡазанда Татарстан халыҡтары дуҫлығы йортонда үтте.) http://inwriter.ru/news/v-kazani-proshel-vecher-druzhby-znamenitogo-yumorista-mar-salima.html

 

Башҡортостандағы әҙәби-мәҙәни мөхит Мар. Сәлимһеҙ бик күңелһеҙ булыр ине. Ярай әле ул бар!

Роберт МИҢНУЛЛИН,

Татарстандың халыҡ шағиры,

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре

 

Етмеш йәшкә еткәндә : бер шиғыр китабы. – Өфө : Мир печати, 2020. – Т. 1000 д. – Башҡорт телендә.

(Китап тиһәң, хәтере ҡалыр – бер генә шиғырҙан тора ул. Бындай баҫмалар Мәскәүҙә йыш осрай, ләкин беҙҙә күренмәй. 70 йәшем тулған йылда мин уны китапханаларға һәм дуҫтарға бүләк иттем.) http://inwriter.ru/news/v-ufe-proshla-noch-smeha-posvyaschyonnaya-tvorchestvu-vidnogo-bashkirskogo-i-rossiiskogo-satirika-marselya-salimova.html

Душа в душу : сатира, юмор, лирика. – М. : НП «Литературная Республика», 2020. – Рус телендә.

(“Шағирҙар донъяһы” серияһында нәшер ителгән шиғырҙар китабы.) http://inwriter.ru/news/v-moskve-vyshla-ocherednaya-kniga-marselya-salimova.html

Тишекле таш : ҡыҙыҡ-мыҙыҡ бәйәндәр, тамашалар, кәмиттәр. – Өфө : Китап, 2020. Т. 1000 д. Башҡорт телендә.

(Минең ҡәләмдәш дуҫтарым һайланма әҫәрҙәрен сығарырға тамам оҫтарып китте. Кешенән ҡалышмайым әле тигән булып, мин дә үҙемдең һайланған-яйланған әҫәрҙәремде туплай башланым. Бына шундай әкәмәт әҫәрҙәр теҙмәһенең беренсе китабы ошондай булып сыҡты.) http://inwriter.ru/news/v-ufe-vyshla-novaya-kniga-marselya-salimova-na-bashkirskom-yazyke.html

Золотой человек : сатира, юмор и не только. – М. : издательство «ЛИффТ», 2021. Т. 500 экз. Рус телендә.

(Был китаптың сығыуына ЛИффТ Бөтә Рәсәй әҙәбиәт фестивалендә еңеүем сәбәпсе.) http://inwriter.ru/news/v-gosdume-rf-narodnomu-pisatelyu-bashkortostana-marselyu-salimovu-vruchili-zolotuyu-medal-vserossiiskogo-literaturnogo-festivalya.html

Розвеселий сусід. Развесёлый сосед. Күңелсәк күрше : сатира, юмор. –  Киев: Писатель в просторах интернета”, 2022. – Украин, рус, башҡорт телдәрендә.

(“Рухиәт йондоҙлоғо” халыҡ-ара әҙәби конкурсында (Украина, 2021) Ҙур Гран-При яулаған йыйынтыҡ 2022 йылда китап кәштәһенә менеп ҡунаҡларға тейеш ине. Тик ҡайҙалыр аҙашып йөрөй әле һаман был “Күңелсәк күрше”. Ә бит ул минең илленсе – юбилей китабым... Әйткәндәй, ҡырҡ йыл элек мин,  “Перець” сатирик журналында баҫылған “Сусід” юморескаһын украинса уҡып, Запорожье кешеләрен көлдөргәйнем. Ошо ҡалала йәшәгән күренекле украин яҙыусы-сатиригы Петро Ребро фестивалгә саҡырғайны. Вәт күңелле ине ул саҡта!..)

 Мин, китап кәштәһенең буш урынына ҡарап, ҡатып ҡалдым. Моңһоулыҡ баҫты. Китаптарымды күтәреп, матур үткән заманға кире боролоп китәһем килде минең...

Шул саҡ ишек асылды. Бик ҙур ҡатырға тартма күтәргән баһадир ир бүлмәгә уҙҙы.

– Нимә был?– тип һораным унан. – Яңы йылға шампанский заказать итмәгәйнем дәһә.

Ир-уҙаман, йылмайып, тартмаһын бүлмә уртаһына ултыртты.

– Мин Казаннан килдем, абый. Сезгә шешә түгел, Мар. Сәлим чыбыркысын китердем! – Һәм тартманан ҡаты тышлы бер китапты тартып та сығарҙы. – Менә сезнең чыбыркыгыз!

Китап тышлығындағы ғәләмәт ғәйрәтле сыбырҡыға ҡараным да:

– Хәҙер беҙгә тап бына шундай сыбырҡы кәрәк тә инде! – тинем.

– Юбилеегыз белән котлыйм! Ихлас!

– Рәхмәт, “Ихлас”, һеҙ беренсе! Йәғни – илле беренсе!!! – Мин уның ҡулынан яҙыусылар өсөн иң ҙур бүләкте алып, китап кәштәһенә ултырттым да бар байлығым барланған исемлеккә өҫтәп ҡуйҙым:

Мар. Сәлим чыбыркысы : Сатира, юмор (гына түгел). – Казан : «Ихлас» нәшрияты, 2023. – Т. 1000 д. Татар телендә.

Ҡунағымды сәй-мәй менән һыйлап оҙатҡас, диванға һуҙылып яттым. Яңы йыл каникулында өйҙән дә сыҡмай рәхәтләнеп ял итәйем әле, тип уйлап та өлгөрмәнем, йоҡлап киткәнмен. Әммә шундуҡ һаташып һикереп торҙом. Ни ғәжәптер, төшөмдә гел эш күрәм. Йыш ҡына “Һәнәк”кә килгән ялыу хаттарын тикшереп йөрөйөм, кемгәлер ярҙам итергә тырышам, ғәҙеллек даулап алышам...

Юҡ, ял итәм тип, тик ятыу – минең өсөн ят нәмә. Хәҙер үк юлға йыйынырға кәрәк. Иҫке йылда Мысырҙа https://vatandash.ru/news/kultura/2023-02-09/narodnyy-pisatel-bashkortostana-marsel-salimov-podpisal-memorandum-ob-uchrezhdenii-vsemirnoy-organizatsii-pisateley-3136407 һәм Ҡазағстанда https://lgz.ru/news/marselya-salimova-otsenili-v-britanii/ , https://inwriter.ru/news/kak-yumor-marselya-salimova-obedinyaet-narody-evrazii.html Мәскәү http://bashpredmsk.bashkortostan.ru/ru/about/news/novosti/moskvu-posetil-satirik-marsel-salimov/ , Санкт-Петербург https://inwriter.ru/news/tvorcheskii-voyazh-marselya-salimova-v-severnuyu-stolitsu.html , Ҡазан https://inwriter.ru/news/marsel-salimov-peredal-flag-vserossiiskogo-literaturnogo-festivalya-tatarstanu.html ҡалаларында, Өфөлә https://inwriter.ru/news/marsel-salimov-komu-prazdnik-komu-rabota.html һәм республикабыҙҙың башҡа төбәктәрендә ойошторолған ижад кисәләре, халыҡ менән осрашыуҙар бик матур үткәйне. Ә яңы йылда оторо күп яңы эштәр, яңы саралар, яңы күрешеүҙәр көтә. Бындай ваҡытта ятып тороу түгел, йөрөп ятыу яҡшыраҡ!

Ҡайһы бер ағай-эне:

– Һин әле унда, әле бында йүгерәһең, яҙышырға нисек өлгөрәһең? – тип һорай.

Дөрөҫ, ижад менән шөғөлләнергә көндөҙ ваҡыт етмәй. Күп эштәр төнгә күсә. Иң шәп әҫәрҙәрем төндә тыуа. Төнө буйы ултырып, баҫып, хатта ятып яҙған саҡтарым да була. Ә юл йөрөгәндә поезда ла, самолётта ла, автобус йә трамвайҙа ла яҙышырға тура килә.

Ләкин ҡайҙа ғына нимә генә эшләһәм дә, яратҡан жанрыма, үҙ-үҙемә тоғро ҡалдым. Әллә ни саҡлы ауыр мәлдә лә һөйөклө Сатира йәнемде ташламаным. Бер ҡасан да... ну, почти бер ҡасан да уға хыянат итмәнем. Бына шулай. Кемгәлер был ҡыҙыҡтыр, кемгәлер ҡыҙғаныстыр, бәлки.

 

Яҙыусы  булыуы  еңел түгел. Ә  сатирик  булыуы  бигерәк тә ауыр. Марсель Сәлимов  бына ошо ауыр һәм ҡәһәрле жанрҙа ең һыҙғанып эшләй: үҙе ҡыйыу, һүҙе үткер, Һәнәге осло. Яңынан-яңы әҫәрҙәр яҙһын. Теләгем шул.

                                                Әнғәм Атнабаев,

Башҡортостандың халыҡ шағиры

 

Нисек кенә булмаһын, яҙмышыма үпкәм юҡ. Заманыбыҙға зарланмайым, тормошобоҙға турһаймайым. Йылмайып-көлөп кенә йәшәйем.

Был донъяға илап түгел,

Көлә-көлә килгәнмен.

Көлөү – бәхет икәнлеген

Тыуғанда уҡ белгәнмен.

 

Ауыҙым йырылып тора –

Мөмкин түгел көлмәҫкә.

Көлөп йәшәгән ғүмерҙең

Ник ҡәҙерен белмәҫкә!

 

Күҙҙәремдән йәш тамһа ла,

Йәшәмәйем һыҙланып.

Көлөп йәшәр өсөн генә

Эшләйем ең һыҙғанып.

 

Халҡым менән бергә-бергә

Көлөп ғүмер итермен.

Был донъянан илап түгел,

Көлөп кенә китермен.

 

Автор:Луиза Кирәева
Читайте нас: