— Рәсүл, халыҡта “алтылағы – алтмышта” тиҙәр. Алты йәшеңдәге ҡайһы сифаттарыңдан һаман да ҡотола алмайһың? Был хәл һинең етешһеҙлегеңме, әллә ғорурлығыңмы?
— Бөрйәнсә әйткәндә, «буйы менән» көйҙәр көйләп йөрөүем бар. Күберәк эстән, мөңгөрләберәк, сөнки костюм кейеп, галстук тағып, рәсми коридор буйлап йыр тулҡынында бәүелеү аңлап ҡабул ҡылынмаҫҡа ла мөмкин. Хыялый, тиеүҙәре лә ихтимал. Ысынында хыялый түгел кеше ижадсы була ла алмай, быны үҙең дә яҡшы беләһең. Ябайыраҡ ҡиәфәттә, берәй киңерәк свитерҙа шунда, ғәҙәти күк джинсыла, туҙа төшкән кроссовкиҙа, һыуыған кофеңды клавиатураға түгә-түгә яҙышып ултырғанда, баралыр. Макбукта музыка яҙғаныңда бигерәк урынлы — көйләй-көйләй ноталар теҙәһең. Костюмдар яратыу ҙа миндә бала саҡтан көслө шул. Ир кешенең универсаль кейеме шулдыр, башҡаһы бик кәрәкмәйҙер ҙә. Совет Армияһын иҫлә әле — парад формаһы әлеге тыныс тормош кейеме кеүек ине бит: шул уҡ яға, кеҫәләр, галстук, үтекле салбар, ботинка. Фуражка икенсе ине лә, күлдәк башҡараҡ булды.
Көйләп йөрөүҙән ҡотолоу кәрәкме икән? Юҡтыр, алтмышҡа еткәндә — айырыуса. Үҫкән мөхитең, һулаған һауаң, күргән-кисергәндәрең һине тап ошолай итеп әүмәләгән, ҡорған, ойошторған, шулай дөрөҫтөр ҙә. Үҙгәрәм, тигән булып көсәнеү һөҙөмтәһеҙ ҙә, артыҡ та. Юбилейым айҡанлы һөйләшеү булғанға йәшәрергә, дөрөҫөрәге, йәшерәк күренергә тырышыуға мөнәсәбәтемде лә әйтәйем: ҡаршымын. Айырыуса — ирмен тигән ир кешенең был ҡылығына. Ир-егет ҡарт булмай ул. Бигерәк тә аҡыллыһы, олпаты, йәмғиәткә файҙалыһы, илем тип, телем тип йәшәгәне. Эстән үҙемде ул йәште тоймайым, күпкә кесерәк күрәм, тип, әйҙәгеҙ, ҡатын-ҡыҙ әйтһен, уларға килешә.
Әле шуны уйлап ҡуйҙым: эстәнме, тышҡа сығарыпмы көйләп йөрөү кәйефең күрһәткесе йә шул кәйефеңде күтәреү, тынысланыу ысулы ғына түгел, ижадилыҡҡа яйланыу ҙа бит ул. Телебеҙҙе үҫтереү тип тә була, сөнки күңелдә, төптә йырҙың һүҙҙәре лә яңғырамай ҡалмай. Радиохәбәрсе өсөн был бигерәк тә мөһим: һүҙҙәрҙе тауышлата белдерәбеҙ. Эфирға сығыу үҙенә күрә йыр ул — тиҙлеге, тоналлеге, башҡаһы бар. Ритмы бар. Ритмдың шиғриәттә генә түгел, сәсмә жанрҙарҙа ла булғанын беләбеҙ. Минең ҡарамаҡҡа, хатта тейеш тә. Һәр хәлдә, сценарий яҙғанда үҙемә үҙем ҡуйған ошо талапты һис ҡасан ситләтмәйем. Фекер интонация менән дә белдерелә бит, һүҙҙәрең баҫҡыс-баҫҡыс йә менә, йә төшә, йә уңға боролоп, йә һулда тороп ҡала икән, шунда ғына әйткәнең тыңлаусының ҡолағына етә. Ҡолаҡҡа етеүҙәр күп ул, күңеленә, йөрәгенә, тип әйтәйек. Тыңлаусы һине ишетеп рәхәтлек кисерһен, хәсрәтле хәбәр ҙә матур әйтелһен. Бөгөн бер-береңә видео һалыуҙар йыш. Ижадилыҡ күрһәтелеп, кеше уны үҙе эшләһә, исмаһам да, нимәлер өҫтәһә, туған телендә яҙып ҡуйһа, ярай ул, хуш, ә мең ебәрелгәнде уйһыҙ һиңә ырғытып ултырһа, бармай. Бындайҙы ҡабул итмәйем, ундай номерҙар миндә хатта йоҙаҡ аҫтына инеп яталар. Ә бына үҙем табыпмы, яңылыҡтар таҫмаһында тап булыпмы, теләп ҡарағандарым араһында — бесәйҙәр ҡылыҡтары төшөрөлгәндәре. Монтаж, ниндәйҙер махсус сәхнәләр, режиссер эше лә бар, һәм быны осҡор күҙлеләр шундуҡ эләктереп тә ала, авторҙы таҙа һыуға сығара: йә күләгә юҡ, йә ул икенсе яҡтан, тиҙәр һәм башҡалар. Ғәҙәттә, иғтибарлы булған мин быға диҡҡәтһеҙ ҡалам, сөнки ижадилыҡҡа хөрмәтем ҙур. Бына шул видеоларҙа бесәйҙәрҙең ижадилығы, ишектең йомро тотҡаһын ике тәпәйләп бороп асыуы, ниндәйҙер этлектәре, хужаһына ҡылған ваҡ хаслыҡтары көлөрлөк тә түгелдәй, ләкин көлөнә, сөнки форма йөкмәткене баҫа, күмә, яҡшырта, яҡтырта.
Сәсмә текста ла рифмалап ҡуйыу менән мауығам. Еңел әйтелә лә шулай, көсөргәнешһеҙ ҡабул да ителә. Уларҙы уйлап, тура килтереп ултырып, эйе, көн, көндәр үтә, тимәк, башҡа мәшәҡәттәргә ваҡыт, көс бүҫкәрә, уның ҡарауы, күңел ҡәнәғәтләнеүе килә, бурысың үтәлә. Бурыс тип тә юҡҡа ғына әйтелмәне. Минең ҡаты, ҡәтғи инаныуымса, һиңә күктән ижадилыҡтың ниндәйҙер төрө һалынған икән, шуны итек башындай сағыңдан үҫтерергә, байытырға, баяғы орлоҡтан ҙур имән яһап, һәләтең емештәрен кешелеккә тулыһынса тапшырып бөтөп кенә баҡыйлыҡҡа күсергә тейешһең. Илле бишемә моноспектакль уйнағайным. Хәйер, уйнаманым, дөрөҫтө, булғанды күрһәттем, сәхнәлә барғанға ғына шулай тинем әле. Ошо үткер бысаҡ йөҙө аша атларға булдым. Нисәмә йыл ил алдында тураға сығыш яһайым. Ә сәхнә икенсе шул, башҡа бер донъя. Байтаҡ ҡыҫҡа радиоспектакль сценарийы яҙғаным, автор исеменән ҡатнашҡаным да бар. Ләкин улар – тура мәғәнәләге сәхнәлә түгел. Мең үлеп, мең терелдем баяғы монола! Актер эшенең ни тиклем ҡатмарлылығын үҙәккә үткәнсе тойҙом, был һөнәргә алай ҙа ғына бармағаныма ныҡ ҡыуандым! Образдан оҙаҡ сыға алмай йөрөнөм... Йә, ярай, бөтәһен дә һөйләп тормайым. Баяғы фекерҙе – тәбиғәттән алғанды, мең байытып, йәмғиәткә тапшырырға тейешлекте, шул сәғәт ярымлыҡ моноспектаклемдә лә әйтергә тырыштым.
Һорауыңда был хәл, көйләп йөрөүем, ижадилыҡҡа, бәлки, самаһыҙ тартылыуым, етешһеҙлегеңме, ғорурлығыңмы, тигәйнең, икеһе лә түгел, тип яуаплайым, ҡана. Булмышым был.
– Көй тигән нәмә һиндә бар инде ул. Гармун уйнайһың, йырлап та ебәрәһең.
– Булғанмылыр, һалынғанмылыр... Ҡуҙҙы күреп, әсәйем усаҡҡа әйләндергәндер. Был турала әйтеүем бер бөгөн түгел, әле лә ҡабатлап ҡуяйым, сөнки шул тарих үҙе үҙен һөйләткеһе килеп тик тора. 1975 йылдың мул ҡарлы февралендә ауыл магазинынан ҙур, матур, мөһабәт «Урал» велосипедын етәктә алып ҡайттым. Етәктә, сөнки руле ҡыйыш – завод рама ыңғайына бороп ураған, шулай транспортлау уңайлы, педалдәр ҡуйылмаған. Етмәһә, ҡыш уртаһы. Өҫтән ултырып ишергә аяҡ та етмәй, ун бер йәшем дә тулып өлгөрмәгән, уң ботто рама өсмөйөшө аша үткәреп кенә йөрөү мөмкин. Яҙ шулай итә башланым да.
Тиҙерәк яҙ етһенсе, ҡар иреһен, ямғыр яумаһын, юғиһә бысраҡта йөрөп булмаҫ, тип теләй торғас, шул йәйҙәге яман ҡоролоҡҡа «сәбәпсе» булғаным бер кескәй хикәйәмә лә инеп китте. Был хаҡта оҙаҡ һөйләп тормайым, сөнки гармун мәсьәләһенә инеш кенә ул. Шул ҡышты, бына мөғжизә, әсәйем тағы бер ҙур бүләк яһаны – гармун алып бирҙе. Иғтибар ителһен: велосипед 48 һум тора ине, гармун – 50. Ир бала өсөн велосипедтың ҡайһындай бөйөклөк икәне асыҡ, бөгөн дә уға ултырып сығып киткеләйем. Заманында ниндәйҙер алыҫ араға сәйәхәт ҡылырға тигән ынтылыштарым да булды. Исмаһам, Бөрйәнгә ҡайтып әйләнгәндә лә. Ул саҡта юлдар ҙа бөгөнгө ише тығыҙ булманы. Юлда күргәнемде теркәй-теркәй, хәбәр итә-итә барырмын, тип теләй инем. Тап шуны мөһим тип уйланым – әлеге лә баяғы һүҙ ҡеүәң бар икән, образлы фекер йөрөтәһең икән, һүрәтлә лә һүрәтлә. Ҡайҙалыр диңгеҙ буйында яланғас баҫҡанмы, шәрә ятҡанмы фотоңды, бер ниндәй аңлатмаһыҙ, йәиһә «Диңгеҙ!» тип кенә сикләнеп, социаль селтәрҙә урынлаштырма, йәмғиәткә ҡыҙыҡлы мәғлүмәт бир, тарихи мәғлүмәт өҫтә һәм башҡалар. Велосәйәхәт тип хыялланғанымда әлегеләй мәғлүмәт технологиялары юҡ ине. Видеокамера табыу ҙа ҙур проблема булды. Хәҙер, ана, һәр кемдең кеҫәһендә. Тура репортаждар алып бара алаһың. Әммә тота килеп сығып китеп булмай ҙа ҡуя. Егетлек булыр ине бер. Бөтә кеше автомобиль тип торғанда, һин ике тәгәрмәстә еләһең. Автомобилде мин дә яратам, унһыҙ көндәрем бик һирәк, әммә быны ижадилыҡ тимәйем.
Ә теге 75-тең февралендә, ҡар-буранлы айҙа, төп көс гармунға төштө. Башта «Ай, былбылым!»ды өйрәндем. Күптәр бейеү көйҙәренән башлай ине. Берҙән, дәртлеләр, байрамдарҙа кәрәгерәктәр, кеше йырлашып ултырыуҙан бигерәк бейешеүҙе хуп күрҙе. Икенсенән, башҡарыуы еңелерәк. Өсөнсөнән, музыка ҡоралдарындағы тоналлек тигән нәмәне беләбеҙ. Гармунда ла шул тоналлек һинеңме, һинең гармуныңа йыр менән ҡушылырға теләгән башҡаларҙыңмы тауышына тура килмәһә, килеп сыҡмай. Тоналлек юғарыла сыйылдарға тура килә, быуылаһың, сәсәйһең. Борон тоналлеккә бик иғтибар ителмәне, магазин ниндәйҙе һата, шуны ҡыуана-ҡыуана алдылар. Ә бейеү көйө өсөн был мотлаҡ шарт түгел. Таҡмаҡ менән ҡушылмағанда, әлбиттә. Минең тәүге гармуным, башҡортсаға тәржемәләгәндә, «Аҡсарлаҡ» ине. Шуя фабрикаһыныҡы. Тоналлеге, бөгөн самалауымса, ля мажор булғандыр. Йәғни, ярайһы өҫтә. Бала тауышым менән ҡушыла алғанмындыр ҙа, бәлки. Ләкин йырлап ултырғанымды иҫләмәйем. Гармунһыҙ, үҙем генә, урманда йырлай торғайным. Элек бит донъяны күмәкләп көтөү булды. Етмәгәндә, икмәк табалары алып тороу ғына түгел, гармундарҙы мәжлестән мәжлескә, туйҙан туйға йөрөтөү ҙә бар ине. Өр-яңы, ҡиммәт, ялтырап торған әйберҙе үҙен бик ҡәҙерләмәй торған табындарға сығарып ебәреү — бөгөнгө күҙлектән төптө хата, ә ул ваҡытта баш тартыу уңайһыҙ һаналды. Шулай йөрөп бөтөнләй юғалып ҡуйҙы ул. Бөгөн иҫән булһа, иң күренгән урында ултырыр ине лә бит. Гармунһыҙ осорҙар ҙа булды яҙмышымда. Ҡулдан алдым бер мәл. Бында, Өфөлә. Берәүһе, алтмышынсы йылдарҙа сығарылған ярым хромка, әле лә ултыра, тик уйнауға бармай. Йүнәтергә алып барғайным, алманылар. Бына ошоно һатып ал, тип 2022 йылдың авгусында «Тула-308»ҙе тәҡдим иттеләр. Төҫө тап әсәйем бүләгенеке һымаҡ. Тоналлеге — до диез мажор, тап минең тауыштыҡы. Шунан бирле тормошом үҙе бер йырға әүерелде. Уны тотмаған көнөм һирәк. Кешегә ҡамасауламайым, тип уйнамағанымда һыйпап, һөйөп булһа ла ҡуям. Музыканы аңлаған кешеләрҙең береһенә уйнаулы-йырлаулы видеомды һалғайным, ул дәртләндереп ебәрҙе. Социаль селтәрҙәрҙә күрһәт, беҙҙең халыҡ, ҡурай йәнле булыуы өҫтөнә, гармун да йәнле ул, тигәс, һалғайным, китте бит рәхмәттәр, ошо ҡоралға бәйле тарих һөйләүҙәр. Үҙ алдыңа, яңғыҙың ҡалғанда уйнап-йырлап ултырыу бер нәмә, ә майҙанға сығыу — бөтөнләй икенсе. Яуаплылыҡ ҙур. Баяғы музыка белгесе кәңәштәрен дә бирә башланы. Мәҫәлән, тауышыңды йомшарта төш, тип. Шулай яйлап оҫталыҡҡа табан аҙымдар ҙа яһалды. “А” тигәс, “Б”-һын да әйтергә кәрәк. Минең уйым-инаныуымса, эштәрең эстән килһен, системалы булһын, күңел талабы булһын, үҙеңде күрһәтеү өсөн генә яҙа-йоҙа, йәһәт-мәһәт әтмәләнмәһен. Асыҡ яҡта тыуып та, тауҙар яратам, тигән булып, бер ҡубып алып, шуның менән интернет тултырып, ҡапыл онотма. Тауҙарҙа тыуғанмын, уларҙы ысынлап та яратам, үрләйем, түрләйем. Әлегә бына, әйткәнемсә, гармунлы аҙымдар менән барам.
Ағай-эне, йәмәғәткә шундай һорау төбәгәнем бар: тәбиғәт биргән ижадилыҡты шул ижадилыҡтың төрлө төрҙәренә бүлгеләмәү, бер йүнәлештә ныҡлы барып, ҙур уңыштар йыйнау дөрөҫөрәк түгелме? Шулай тигәндә гармун уйнап йырлауҙы ғына күҙҙә тотмайым, былары ярай ул, мәжлестәрҙә моңланып ултырыуҙан бер тошоң да кәмемәй. Йырҙар ижад итеү тураһында әйтәм мин. Баяғыса көйләп йөрөй торғас, ниндәйҙер яңы тулҡындар ярала. Гармунға күсереп ҡарайым, килеп сыға. Бындай саҡтарҙа иң ҡурҡҡаным — кемдеңдер көйөн урлап ҡуймауым. Ҡасандыр ишетеп, шул хәтерҙә морон төртмәһен. Бәлки, ишетмәгәнмендер ҙә, ҡайҙалыр алыҫта, ҡайһылыр халыҡта булған ноталар йондоҙ атылғандағы ише килеп еткәндер. Күңелдәре йыр менән тулы замандаштарыма тыңлатып ҡарайым. Ишеткән дә һымаҡмын, тиеүсәндәр. Ләкин конкрет әйтә алмайҙар. Хатта яҡынса ла. Һөҙөмтәлә мин ижад иткән тиемме, минең күңелдә үҙе тыуған тиемме, йыр барлыҡҡа килә. Ижад иткән тип бик һаҡ хәбәр ҡылдым, сөнки белемле композитор һымаҡ нота дәфтәрендә яҙып ултырмайым, нота грамотаһынан йыраҡтамын.
Бишенсе класс башында музыка мәктәбендә уҡыным былай. Баяғы велосипедлы, гармунлы, ҡоролоҡло 1975 йыл көҙөндә әсәйем мине район үҙәге янында, Иҙел ашаһындағы, Ағиҙел ҡасабаһына күсерҙе. Бер туған апаһы Ғәлиә инәйем Иҫке Собханғолдағы музыка мәктәбенә алып барҙы. Тик алманылар... Ҡартһың, тинеләр. Өсөнсө синыфтан һуң шулай ололар рәтенә инәһең икән. Инәйем бик дипломат кеше булды. Йылмаяҡ ҡына, тәпәш кенә кәүҙәле. Кеше менән уртаҡ телде тиҙ табыр ине. Үҙемде белгәндән бирле, мин уларҙа ятып уҡығанда ла, мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләне. Шуға ҡарамаҫтан, белеме лә башланғыстан артмаһа ла, хайран ғилемле күренә ине. Күп уҡытыусылар төшкө ашҡа инә торғайны. Уларҙың тамағын ялғатыу ғына әҙ, һөйләшеп ултырырға ла кәрәк. Әңгәмәне ҡора ла, тота ла белде. Минеңсә, халыҡ аҡылы ғәләмәт көслө булған инәйемдә. Грамота менән аҡыл икеһе ике нәмә шул. Көнкүреш мәсьәләләре буйынса ла ипләп кенә әйтеп ҡуйыр ине. Мәҫәлән, кейемең яңы булмаһа ла, тап-таҙа, үтекле йөрө, тип. Пионер галстуктарым тап шунда уҡығанда бишәүме-алтаумы булып китте. Ялдарҙа йыуып, үтекләп ҡуям да, көн һайын алмаштырам. Аяҡ кейемеңдең бауы гел тығыҙ тартылып торһон, шалпаймаҫҡа һәйбәт, ти ине. Райондың «Таң» гәзитенә урынлашҡас та уларҙа фатирҙа торҙом. Армиянан ҡайтҡас та, студент каникулдарында ла эш һәм йәшәү урыны шулай бер төрлө булды. Егет кешегә ҡыҙҙар менән үҙеңде нисек тоторға ла әйткеләй торғайны.
Бына шул инәйем музыка мәктәбе мөдирен, «яман олоғайып китһәм дә», мине алырға күндерҙе ул былай. Ләкин ике урында өлгөрә алмайым килеп сыҡты. Төп мәктәптә уҡыу бөтөп өлгөрмәй, бында башлана, ә байтаҡ ҡына тәпәйләргә. Баяғы велосипедымды ауылдан килтерергә рөхсәт булманы. Әсәйем риза ине, инәйем ҡырҡа ҡаршы төштө — тегеләй-былай сабып йөрөмәһен, уҡыһын, тине. Ҡыҫҡаһы, бишенсе класта музыка мәктәбендә уҡыным, тигәнемдә бер генә көн төшөнөлһөн. Башҡаса насип булманы. Тормошомдағы байтаҡ үкенестәремдең береһе ул. Баян класын тамамлаһам, ана ниндәй шәп булыр ине! Бөгөн тоналлек тураһында һөйләп тә тормаҫ инем, баянда ниндәйе кәрәк, шул бар. Төймәләрҙә йүгереп өҫкәрәк менәһең йә аҫҡараҡ төшәһең дә, табып та алаһың. Йырҙарым, тип, бәлки тыйнағыраҡ әйтеү дөрөҫтөр, сөнки улар күп түгел. Барҙар, әммә формалашып бөтмәгәндәр. Бер вальсымды уйнап-йырлап йөрөйөм. Кешенекен ҡабатламайһың, шуныһы һәйбәт. Һүҙҙәре лә үҙеңдеке, нисек теләйһең, унан да бигерәк, ниндәйҙәрен көй һорай, шуларҙы яҙғанһың. Икенсе яҡтан, мәжлестәрҙә дәррәү эләктереп алыу юҡ, баштан аҙаҡҡаса яңғыҙһың. Ә күмәктә бит ҡыйышлыҡтар әллә ни аңғарылмай.
— Тормош юлыңда икегә айырылған тарафтар осрағаны булдымы? Икенсе, өсөнсө юлды һайлаған булһаң, бөгөн кем булыр инең? Ғөмүмән, кеше бер юлы ике тарафты ла һайлай аламы икән?
— Булды. Тәүгеһе — 1981 йылдың ноябрь аҙаҡтарында. Тәфсирләп яҙғаным бар, был юлы ла ҡыҫҡа һөйләп булмаҫ.
Ҡәләм ене миңә лә бик иртә ҡағылды. Уҡый-яҙырға мәктәптән байтаҡ алда, биш йәштәр самаһында, өйрәнә башланым. Әсәйем дәфтәрҙе бер алғанда йөҙләп, ручканы иллеләп ала ине. Гәзиттәр күпләп килгән заман. Тотош бер донъя ине миңә шул гәзиттәр! Тәүге биттәре — йорттоң ҡапҡаһы тышылыр. Адрес яҙылған һымаҡ, былар ҙа номерлы. Байрамдарҙа улар ҙа балҡып китә, хәрефтәре лә тантаналы. Ары солан — баш мәҡәләләр. Шунан инде эске биттәргә — түргә инәһең. Унда иркенерәк, ҙур-ҙур материалдар урынлаштырылған. Дүртенсеһе — ишек алды, ихата булдымы икән: ана бит баҡса эштәре тураһында яҙылған, кроссвордтар шаҡмаҡланған. Ҡапҡа тышы эскәмйәһелер, моғайын, дүртенсе сәхифә.
Гәзиттәрҙәге атамаларҙы күсереп яҙырға әүәҫләнеп кителде бер мәл. Тора-бара текстарҙың үҙҙәренә лә күскәнмендер. Шулай каллиграфия сәнғәте килмәне миңә башта, типография шрифтары тулды дәфтәрҙәремә. Каллиграфия әле лә юҡ, матур почерктарға һоҡланып бөтә алмайым. Рәми Ғариповтың үҙ ҡулы менән яҙғандары тәьҫирлерәк, йөрәк тибеше, күңел һыҙлауҙары, тетрәнеүҙәре, осоуҙары-ҡосоуҙары ана шул ҡәләм йөрөшөндә тулыраҡ сағыла. Әле лә мин баҫма хәрефтәр теҙәм. Башҡаларға аңлашылһын өсөн шулайтам, үҙем аптырап ултырған саҡ юҡ. Китаптарымды имзалап бүләк иткәндә хәрефтәрҙе айырыуса тырышып аяғүрә баҫтырам. Автографты ҙур нәмә тип ҡабул итәм, уларға бынан айырым мәртәбә, юғарылыҡ, үҙенсәлек өҫтәлә.
Шул хәреф «ауырыуы» яйлап, был инде башланғыс кластарҙа, үҙем уйлап яҙыуға этәрҙе. Күсереү шуның менән бөттө. Ғүмерлеккә туҡтаны, тип уйлайым, шуға өмөтләнәм, ышанам. Эшемдә ниндәйҙер тексты руссанан башҡортсаға ауҙарыу кәрәк саҡта, минән алда тәржемәһе интернетта һалынып өлгөрһә лә, унан алмайым, төп нөсхәнән тулыһынса үҙем тылмаслайым. Һүҙҙәргә ихтирамым ошо. Икенсенән, гәзиттәгеме-ҡайҙағы һөнәрҙәшем ни тиклем генә камил тәржемәләмәһен, ул минеке булмаясаҡ. Быны тыңлаусым шундуҡ һиҙер, үҙ-үҙемә хыянат ҡылмайым. Әлеге хыянатһыҙ тормоштоң ни тиклем ҡатмарлылығы ижади күңелле кемгә генә инде билдәһеҙ?.. Һәр нәмәгә ябайыраҡ ҡара, йонсома, сәләмәтерәк булырһың, тиеү бар, ләкин күңелем китек булыр бит былай.
Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай әңгәмәләште.
(Әңгәмәнең тулы вариантын 2024 йылғы "Ағиҙел" журналының 4-се һанында уҡығыҙ).