Беҙ уның менән һуң ғына таныштыҡ. Мәктәптә уҡығанда уҡ беҙ Бикбай затлы шағирҙы белә инек. “Ер” поэмаһын мөкиббән китеп уҡый инек. Тик ул Баязит Бикбай – талантлы, орденлы шағирыбыҙ ине.
1959 йылда Башҡорт дәүләт университетына ингәс күрҙем мин Рауилды. Талантлы йәш ҡәләмгир, шиғырҙары республика матбуғатында баҫыла (оһо!) тиҙәр, боронғо башҡорттар ере – Туҡсоран тарафтарынан икән.
Рауил 1962 йылда, университетты тамамлау мәленә “Вокзал” тигән поэмаһын ижад итеп, әҙәбиәткә китмәҫкә килгәнлеген нығытып ҡуйҙы. Беҙ, әҙәбиәтте әлегә аңлап бөтмәгән студенттар, “вокзал” һүҙендә, төшөнсәһендә ниндәй шиғриәт булыуы бар тип аптырайбыҙ – унда тимер-томор шаҡылдауы, ығы-зығылы вокзал, ары-бире йүгерешкән, ҡысҡырышҡан, әрепләшкән пассажирҙар. Дөрөҫ, паровоз гудоктарында, илебеҙ иңдәрен ҡосаҡлап ятҡан рельстарҙа, бәлки, романтика төҫмөрләнәлер ҙә. Әммә: вокзал-поэзия? Әммә әҙәбиәтте белеүселәр, аңлаусылар, һөйөүселәр шунда уҡ “шағир тыуҙы” тинеләр, һәм Рауил Бикбаев 1964 йылда нәшер иткән “Дала офоҡтары” китабы менән 1966 йыл СССР Яҙыусылар союзына ҡабул ителде.
Университетта уҡығанда мин уның күҙенә салындыммы икән, белмәйем. Юҡтыр. Ғәҙәттә, оло курс студенттары үҙҙәренән түбәнерәк курстарҙа уҡығандарҙы танып бармайҙар (Йәштәр үҙҙәре өлкәнерәктәрҙе таныһын!). Башкөллө университеттың “Шоңҡар” әҙәби түңәрәге эшенә сумған, “ижад” тигән тылсымдың ауына бөтөнләйгә эләккән егет ошо мөхиттәге ҡәләмдәш-фекерҙәштәрен танып бөтә алһа ла ярар.
Яҡындан танышыу Ишембай яҡтарында эшләп, 1969 йылда хеҙмәт юлымды комсомолдың өлкә комитетында дауам итергә саҡырылып килгәс булғандыр. Ул заманда Рауил Бикбаев көр моңло тауышлы шағир, талантлы ғалим булып танылып бара ине. Милли зыялыларға, йәш ижади ҡурпыларға, уларҙың ул саҡтағы кумиры Рәми Ғариповтың дуҫының бар йәһәттән дә лидерлыҡ позицияһына сығыуы ныҡ оҡшай ине. Әммә ғилми фекерләү ҡеүәһен “халыҡ дошманы”, Башҡортостан автономияһын төҙөүселәрҙең береһе, “милләтсе” Зәки Вәлидиҙең көрәштәше, фекерҙәше, ялҡынлы илһөйәр, талантлы шағир Шәйехзада Бабич тормошон һәм ижадын өйрәнеүсе лә, бар яҙыусылыҡ һәләтен халҡын, илен, телен ҡурсалауға йүнәлтеүе лә төрлө кимәлдәге түрә-ғараға оҡшап бөтмәй ине. Оҡшарлыҡмы ни? Ана бит, Рәми Ғарипов менән тамырҙаш, ҡандаш, фекерҙәш, яҙмышташ, яуҙаш икәнлеген бар халыҡ ишетһен, белһен тигәндәй:
“…Һиндә – Салауаттың яралары,
Миндә – һыҙланыуы Кинйәнең…”
тип, оран һала. Хәтәр, хәүефле булып тойолғандыр был һүҙҙәр бәғзе бер дәрәжәле маңҡорттарға. Шуға ла “уяу” функционерҙар уның ижадына рухташы Рәми Ғариповҡа таҡҡан кеүек, ниндәйҙер рәсми мөһөр һуғып, әҙәбиәт-шиғриәттең киң юлынан, рухи мөхиттән ситкәрәк ҡыҫырыҡлап сығарып, киләсәк көндәрен ауырайтып, йәш лидерҙы ауыҙлыҡлап алыу өсөн сәбәп эҙләйҙәр ине кеүек.
Танылған шағир менән ныҡлап танышыу Сыуашстанда башҡорт әҙәбиәте көндәрен уҙғарған осорҙа – 1976 йылда булды. Беҙҙең мәртәбәле делегацияла ул нисектер айырылып тора ине, буй-һыны, һөйләгән һүҙҙәре, аҡыллы ҡарашы, мөләйем йылмайыуы, сабырлығы менәнме? Улай тиһәң, делегацияның һәр ағзаһын шулай ҡылыҡһырларға була. Бәлки, уның үҙенә генә хас флюидтәре, аураһы, креативлығы, харизмаһы кешеләрҙең иғтибарын тартыусы көс булғандыр? Һәр хәлдә, Сыуашстанда ла, киләсәктә ҡайҙа ғына сәфәр ҡылһа ла, һәр саҡ уҡыусылар, осрашҡан халыҡтың күңел йылыһына ҡойондо, ихтирамын һемерҙе, алҡыштарына күмелде.
Кемдең кем икәнлеген белгең килһә, уның менән оҙайлы юлға сыҡ, тиҙәр халыҡта. Хаҡ һүҙҙәр. Сыуашстанға сәфәребеҙ талантлы ҡәләмгиребеҙҙең бынамын тигән ысын егет, разведкаға йөрөрҙәй ышаныслы уҙаман икәнлеген күрһәтте… Ошо сәфәр, минең бәләкәйҙән үк ихтирам иткән ҡәләм оҫталарын берләштергән союзда эшләүем, КПСС өлкә комитетындағы эшем дә яҙыусылар менән бәйле булғанғалыр, беҙҙең аралашыуыбыҙҙы йышайтты, яҡынлаштыра башланы. Ә инде Мостай ауылы янында, Аҡманай күле ярында яҙыусыларҙың яңы төҙөлгән баҡса-ауылында бер урамда йәшәүебеҙ мөнәсәбәттәребеҙҙе әшнәлек кимәленә еткерҙе.
Ауылса – был кооперативтағыларҙың 40 ағзаһы ла ауыл еренән үҫеп сыҡҡан талантлы, тырыш заттан ине, тормош ҡороп йәшәнек беҙ был битләүҙәге ағастар араһындағы кескәй аҡландарҙа. Һәр беребеҙҙең ишеге асыҡ, ыҙан-сиктәр кәртә менән түгел, йәшел сирәмдәр менән билдәләнгән, күңелдәр ҙә бикле түгел. Бөтәбеҙҙең тормошо бер-беребеҙҙең күҙ алдында бара. Берҙәм тормоштоң айырым картиналары күңелдәргә уйыла, киләсәк хәтирәләргә нигеҙ булып ята бара. Бына Рауилға ҡағылышлы бер күренеш. Сәғәт 12-ләр тирәһендә – ҡояштың иң ҡыҙҙырған мәлендә, шорты кейеп, сираҡ-балтырҙарын көнгә асып, тәпкеһен иңбашына һалып, сикә сәстәрен ялбыратып, урта төш сәстәре ташлап ҡасҡан башын ҡояшта яндыра-сыныҡтыра яйлап ҡына, кәүҙәһен туп-тура тотоп үрләскә менеп бара. Шул тиклем ауыр атлай, әйтерһең дә үрләстең теге яғында йәшеренгән унлап ир яҙыусыны күҙгә күренмәҫ йыуан арҡан менән һөйрәп мендерә. Биленә бәйләнгән арҡан тартыуына ҡаршылашҡанда арҡаһын артҡараҡ ташлауы уның һынын төп-төҙ, тура, ғорур итеп күрһәтә ине. Был күренеш тағы ла бер анекдотты хәтерләтә. 1 сентябрь әсә балаһын уята: “Тор, улым, тор. Мәктәпкә барыр ваҡыт етте”. “Юҡ, бармайым мәктәпкә”. “Атаҡ, атаҡ, нисек бармайһың?” “Унда 5-се кластағы Дауыт төкөрөнә”. “Юҡ, улай итмә, бар”. “6-сы кластағы Туңбирҙе һүгенә. Бармайым”. “Юҡ, юҡ, бараһың, һин бит директор, балам”. Оҙатҡандар… Беҙҙең баҡсасыбыҙ Рауилға ла, бәлки, “бар, балам, һин бит ғаилә башлығы, донъя көтәһең бар, бар”, тигәндәрҙер. Һәм ул үрләсте артылып бәрәңге баҡсаһына юл ала. Физик эштәргә барымы бик үк булмаған кеүек күренһә лә – йорт мәшәҡәттәрен, баҡса эштәрен әҙиптең уңған әсәһе Раҡия апай менән хәләл ефете Фәриҙә Яҡуп ҡыҙы һис тә иртәгәгә ҡалдырмайҙар ине – үҙенең стихияһында – ижад яланында иһә Рауил ал-ял белмәй, көн-төн бирелеп эшләне лә эшләне.
Рауилдың теләктәштәре, уҡыусылары, алҡышлаусылары араһында таныштары, дуҫтары күп ине. Шулай ҙа, әҙәбиәт һөйөүселәр, халҡыбыҙҙың рухи донъяһында йәшәүселәр белә – уның иң яҡын дуҫтары остазы Рәми ағай Ғарипов, Тимер Йосопов, Динис Бүләков, Сафуан Әлибаев ине. Улар һәр саҡ ижад яланында бергә яндылар, көйҙөләр, иңгә-иң терәшеп, халҡыбыҙ яҙмышы өсөн әсенә-әсенә, уның матур киләсәге өсөн көс һалдылар, башҡорт әҙәбиәте йөҙөн билдәләүсе шәхестәр булараҡ таныттылар. Ошо ҙур булмаған фекерҙәштәр ҡоронда әллә ни хәтлем ижади, әхлаҡи потенциал ташып тора, илһөйәрлек, телһөйәрлек, тормош һөйәрлек көс, дәрт, фиҙакәрлек тупланған. Ҡайһы ваҡыт уларҙың был ҡорона ҡарата Рәсәйҙең ХIX быуаттағы мәшһүр биш композиторын берләштергән төркөмгә бирелгән “Могучая кучка” атамаһын ҡулланғы килеп китә ине. Һәм улар, халыҡ мәрткә китеп ҡуймаһын, ғәфләт йоҡоһонан уянһын, үҙ яҙмышын хәл итеүҙә әүҙемерәк ҡатнашһын. тип халыҡ араһынан ҡайтмай, улар менән ҡайнаша, әҙип һүҙҙәрен еткерергә тырыша. Рауил Бикбаев та әсенә-әсенә әрнеү һүҙҙәрен халҡына илтә:
“...Батыр йоҡоһонан йылдар буйы
Уяна алмай күпме ятырһың?
Торор таңың ҡасан атыр һуң?
Яҙғанмы ул таңға атырға?
Әйләнмәһен батыр бахырға!”
Мин был шәхестәр ҡороноң эсендә булмаһам да, уның тирәләй миңә урын етерлек ине. Үҙ самамды белеп, унда ынтылып та бармай инем. Улар ҙа – һәр береһе менән дуҫтарса мөнәсәбәттә булһам да – ныҡлы яҡынайтырға ҡыҫтамайҙар. Мин ни тиһәң дә, йәмғиәт фекерендә әҙәбиәтте, мәҙәниәтте “етәкләгән”, “контролдә тотҡан” фирҡә функционеры. Минән насарлыҡ булмағас, ниәт-ҡылығымдың гел яҡшыға йүнәлтелгәнлеген, ошо мөхит өсөн ихлас күңелдән, янып эшләгәнемде күргәс, яйлап үҙ иттеләр. Йышайған бергәләп сәй эсеүҙәр, юбилейҙарҙамы, оло байрамдарҙамы, туйҙарҙамы, ҙур булмаған фатирҙарҙамы, баҡсаламы, хәтфә үләндә йәйелгән ашъяулыҡ тирәләйме – теләгәндә урыны ла, сәбәбе лә “мин бында” тип кенә торалар – күңелдәребеҙгә бик тә хуш килә ине. Бындай “күңелле тәнәфестәр” эш араһында булып алғылай ине. Ә көндәлек тормошта Рауил Бикбай Башҡортостандың әле бер тарафында, әле икенсеһендә, йә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай мөнбәрендә, йә Хөкүмәт трибунаһында, йә хеҙмәтсәндәр менән осрашыуҙа, йә студенттар, мәктәп уҡыусылары ҡамауында. Һәм ҡайҙа ғына булмаһын, һәр ерҙә шағир үҙ иманын тарата: халыҡ, халҡым яҙмышы, телем-тарихым, илем-берҙәмлегем, саф намыҫым-именлегем, тиңлегем-азатлығым... Һәм ул сәскән орлоҡтар яйлап-яйлап шытым бирә бара.
“Ағиҙел” журналының 2020 йылғы апрель һанында баҫылған, әҙип Мөнир Ҡунафинға биргән һуңғы интервьюһында халыҡ яҙыусыһы Рауил Бикбай: “Беҙҙең быуын “Урал батыр”һыҙ, Бабичһыҙ, Аҡмуллаһыҙ үҫте. “Урал батыр” 1968 йылда ғына “Ағиҙел”дә баҫылып сыҡты”, – тип аптыраған, ниндәйҙер идеология, тәғлимәт тыуҙырған бындай хәлде аңламағанлығын әйткән. Һәм хәҙерге быуын ошо мәшһүр исемдәр солғанышында, улар тыуҙырған мөхиттә йәшәһен өсөн ғәйрәт һала, шул мөхит ҡиммәттәре киләсәк быуындарҙың тормошона, хис-аңына нығыраҡ үтһен ине, уларҙың рух, намыҫ, имен ориентирҙары, нигеҙе, үлсәме булһын ине тип тырыша, көс түгә. Түккән көстәрен яңыртыр, арттырыр, туплар өсөн элегерәк СССР-ҙың төрлө тарафтарына барып, хәҙер инде Башҡортостанын арҡылы-буй гиҙеп, илһамлана. “Тыуған өйһөҙ тыуған ауылымдың ҡайһы ишеген ҡағайым”, тип үҙ – үҙ генәме – хәсрәтенә, нигеҙҙәребеҙ ҡорой башлауына, ауылдарыбыҙҙың юҡҡа сығыуына яуап эҙләгәндәй, тыуған яғына ла йыш-йыш ҡайтып тора.
Ете юл сатында ятҡан, үҙенең генә түгел, ете яҡтан килгән дә, үтеп тә киткән ҡәүемдәрҙең аһ-зарҙарын, әсе тирҙәрен, күҙ йәштәрен, ал ҡандарын, тарихын үҙенә һеңдергән Ер-әсәһенә. Шул алҡымына тиклем һуғарылған тупраҡта халҡыбыҙҙың айбарлы шәхестәрен, донъя данлар арҙаҡлы таланттарын сүкеп торған бәрәкәтле далаһына, иленә. Ер-Әсә бер нәмәне лә үҙендә мәңге һаҡлар өсөн алмай. Улар барыһы ла килер быуындарға тәғәйен тип, ваҡыты килгәс уларға еткерһен тип, әҙәми заттарҙың илаһтар тарафынан һайланмыш улдарына “мираҫ” тигән ауыр йөктө тапшыра. Бар булмышы менән халыҡ рухынан туҡылған оло шағир шундай һайланмыш шәхестәрҙең береһе булғандыр. Һәм академик Ғайса Хөсәйенов билдәләгәнсә “заман һулышына үтә һиҙгер шағир” Рауил Төхфәт улы иңенә төшкән оло тарихи бурысты үтәр өсөн бар көсөн, бар талантын бирә.
Рауил Бикбаевтың “донъяға һонолған йөрәген”ә бер күҙ һалһаң да быларҙың барыһын да күрәһең. Ана, бихисап шиғырҙарын, поэмаларын, публицистикаһын, хәтирәләрен туплаған томдар. Ана рецензиялары, мәҡәләләре, ғилми эштәре, юлъяҙмалары, тәржемәләре, китаптары. Улар барыһы ла бергә йыйылышып, талантлы шәхескә – 1993 йылда 55 йәшендә халыҡ шағиры исемен рәсми килтерҙе. Унан дүрт йыл элек кенә, 1989 йылда, оло дәрәжәле Салауат Юлаев исемендәге республика дәүләт премияһына лайыҡ булғайны. “Һыуһаным – һыуҙар бирегеҙ!” поэмаһы өсөн. Был поэма халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаевтың 60-сы йылдарҙа яҙған “Оран һала Ер-әсә!” поэмаһын хәтерләтеп, үҙгәртеп ҡороу, социаль-иҡтисади ҡоролоштоң башҡа юлдарға күсерелеү осоро ораны кеүек ҡабул ителә. Поэманың исеме үк хәүефкә һала. Күҙ алдына грек аллалары тарафынан язаға тарттырылған Зевстың улы Танталдың ғазапланыуҙары килә. Көмөштәй саф һыу уртаһында торһа ла ул һыуһауын, сарсауын баҫа алмай – эсәм тип эйелһә, ағым һыу унан ҡаса. Аслыҡтан да интегә: баш осонда ғына аҫылынып торған емештәргә үрелеүе була, емештәре муллығынан һығылып торған ботаҡтар шунда уҡ бейеккәрәк сөйөләләр.
Беҙ ҙә шул хәлгә ҡалып бармайбыҙмы, шундай гүзәл илебеҙҙә рәхәтләнеп, иркенләп, туйғансы һыу эсеү мөмкинлегенән яҙмайбыҙмы, тип борсола шағир. Һыуға туйына алмау хәлендә ҡалыуыбыҙ, бәлки, язалыр? Тик кем тарафынан бирелгән һәм ни өсөн? Уйлан, халҡым, уйлан. Ошо йүнәлештә барһа тиҙ үк арала эсер һыуһыҙ ғына түгел, һулар һауаһыҙ, сәсер ерһеҙ, йәшәр өйһөҙ, торор ауылһыҙ, инанған иманһыҙ, тотҡан динһеҙ, һөйләшер телһеҙ ҡалмаҫбыҙмы? Уйлан, тип киҫәтә халҡы яҙмышы өсөн янған халыҡ шағиры, уйлан.
Яҙыусыларҙың 1988 йылға тәғәйенләнгән сираттағы съезының көн тәртибендә идараның яңы рәйесен һайлау ҙа ҡаралғайны. Альтернатив һайлауҙар тигән нәмә практикаға индерелә башлағас, өс әҙип көстәрен һынарға булыптыр инде үҙ кандидатураларын тәҡдим итте. Азат Абдуллин, Рауил Бикбаев, Динис Бүләков. Өсөһө лә лайыҡ кандидатура, һәр береһенең үҙенсә өҫтөнлөгө бар. Тик рәйес итеп берәүһе генә һайланасаҡ. КПСС өлкә комитетында кәңәшләшкәс рәйес итеп Динисты күреүебеҙ асыҡланды. Тик Рауил да дәғүә белдерә, ул бик етди конкурент. Әгәр ул да программаһы менән съезға сыҡһа, яҙыусылар араһында ниндәйҙер бүленеү килеп сыҡмаҫмы, ике дуҫ әҙип араһына иблис таяғын тығып ҡуймаҫмы? Өҙөп кенә “юҡ” тип әйтеүе ҡыйын. Шундай ҡарарға киленде: Рауил менән һөйләшеп ҡарарға кәрәк. Ул аңлай торған, ҡуймаһын ул кандидатураһын был съезда. Был ауыр миссия миңә – өлкә комитеттың мәҙәниәт бүлеге мөдиренә йөкмәтелде. “Рәйес итеп бөгөнгө көндә беҙ Динисты күрәбеҙ. Шуға ла һин кандидатураңды ҡуймаһаң, яҡшы булыр ине”, тигәс, тыныс ҡына: “Ә ниңә?” – тине. “Һеҙ икегеҙ ҙә – абруйлы, емешле яҙыусылар, икегеҙ ҙә лайыҡ. Өҫтәүенә икегеҙ ҙә дуҫ. Һайлау ваҡытында күптәр, кемгә тауыш бирергә икән, тип аптырашырҙар. Хатта яҙыусыларҙы ниндәйҙер бүленеүгә килтереү ихтималлығы ла бар”. “Мин дә бүленеү ихтималын хуп күрмәйем. Тик кандидатурамды ни эшләп мин алырға тейеш? Динис алһа булмаймы?” “Динистың административ эштә тәжрибәһе ап-аруҡ ҙур. Ул ҙур булмаған коллективта – “Пионер” журналында мөхәррир булды. 500-ҙән ашыу кешене берләштергән ҙур коллективҡа ла – Дәүләт комитетына етәкселек итте. Һәр ерҙә лә булдыра алды. Һәр береһе “мин – мин генә”, “мин генә” тип йөрөгән яҙыусылар берләшмәһе идараһы рәйесе ул булһа, эш өсөн дөрөҫөрәк булыр”. Аҡыллы шул Рауил Төхфәт улы: тыныс ҡына “һайлауға бармайым” тигән ҡарарға килде. Әммә рәйес булыу уның яҙмышына яҙылған булған, күрәһең: алты йылдан 1995 йылда Рауил Бикбаевты Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе итеп һайлайҙар. Һәм ул ҡатмарлы, тотороҡһоҙ, буталсыҡ осорҙа 16 йыл рәйеслек итте. Был вазифала иң оҙайлы эшләгән етәксе булып.
Рауил илһамланып, дәртләнеп, ҡоласын киң йәйеп эшләй ҙә эшләй. Бар ергә лә өлгөрә, ижадҡа ла, ғаиләһе менән матур тормош көтөүгә лә. Баҡсаға ла етешә.
Матур йәшәп ятҡанда, көтмәгәндә Рауил менән Фәриҙәнең йөҙҙәре ҡара болоттай булды, күҙҙәрен һағыш баҫты, йылмайыу юғалды. 1993 йылда алыҫ Мурманск яҡтарында берҙән-берҙәре Айҙар улдары донъя ҡуя.
...Аһ, була шундай көн:
Баҫһаң, таш һығыла.
Күҙгә йәш тығыла,
Ергә күк йығыла... –
тип йөрәге ҡаны менән яҙыр ул саҡтағы халәтен ата кеше. Шул йылдарҙа әҙиптең ҡәләмдәше шағир Ғәлим Дәүләди ҙә улын юғалта. Рауил уға өндәшкән, арналған шиғырында:
...Ғәлим туған, беҙ атайһыҙ үҫтек,
Ҡартайырбыҙ инде улдарһыҙ, –
тигән юлдары менән күрәсәгеңде күрмәй, урап үтеп булмай икәнлеген, ысынбарлыҡты дөрөҫ аңлап, нисек кенә ауыр булмаһын, тормошто дауам итергә кәрәклеген төшөнгәнен әрнеү аша белдерә.
Эйе, ана ниндәй матур ейәне Артур үҫеп килә. Киләсәктә урта мәктәпте бөтөргәс, халыҡ-ара конкурстарҙа еңеп, Америка Ҡушма Штаттарына барып уҡып ҡайтыр. Олатай-өләсәһенең өмөттәрен аҡлап, Артур ныҡлы белем тупланы, ғаилә ҡороп, дүрт бала үҫтерә хәҙер. Яратҡан эше бар. Шөкөр!..
Донъя булғас, шағир үҙе әйткәнсә, “күңелдәрҙе тентей торған иманһыҙҙар” ҙа үҙ “рәхмәтенән” ҡалдырмайҙар. Ундай йомортҡанан йөй эҙләүселәр хағын-нахағын шағир өҫтөнә быраҡтырырға маташып та, кәйефен ҡыралар.
Заман, ваҡыт эстафетаһын үҙ ҡулына алған өсөнсө меңйыллыҡ, тарих сәхнәһенә әрһеҙ ҙә, ҡыйыуһыҙ ҙа килеп ингән ХХI быуат халыҡ шағиры үҙе әйткәнсә уның өсөн “бөйөк хәҙистәр менән башланды”. Һәм шағир ең һыҙғанып пәйғәмбәребеҙҙең хәҙистәрен шиғри юлдарға һалыуға тотона. Ислам диненең сөннәт-хәҙистәрен мөмкин тиклем күберәк диндәштәренә еткереү теләге, уларҙы руссаға тәржемә итеп нәшер итеү кәрәклеген дә белгерткәндер. Уның был ниәтен тормошҡа ашырыуға талантлы шағирә Светлана Чураева күп көс һала. Шөкөр, бөгөнгө көндә ерҙә, күңелдәрҙә иман тарала бара, тейешле урынын ала.
Заманында олуғ шағирҙың “Мәңгелек мәл” поэмаһы йәмғиәттә көслө резонанс тыуҙырғайны. Киң планлы, этник ҡоласлы, планетар масштаблы, тәрән йәшәйеш фәлсәфәһе менән һуғарылған был әҫәрҙә шундай юлдар бар:
“...Ҡулдарымда бына минең
Мәл һәм мәңгелек...”
Һәм шул саҡ шағир образы күҙ алдына килә: ул күк йөҙөн, күк көмбәҙен иңдәрендә күтәреп торған Атланттарҙан да мөһабәтерәк булып, мәл тиклем мәлде, мәңгелек тиклем мәңгелекте ҡулдарында тотҡан мәғрур ҡая төҫлө баҫып тора! Мәңгелек донъяла шағир ғүмере, ижады тик бер мәл генәлер. Тик шуныһы ҡыуаныслы: мәлдә генә тыуған ижады, шағир исеме – мәңгелек. Мәңгелек икәненең бер дәлиле итеп Өфөнөң Көньяҡ биҫтәһендә яңы төҙөлгән паркка Рауил Бикбаев исеме бирелде. Ә күршеләре ниндәй: Мостай Кәрим исемен йөрөткән гимназия, Заһир Исмәғилев, Зәйнәб Биишева, Арыҫлан Мөбәрәков исемен йөрөткән урамдар. Ундай күршеләр менән мәңгелектә мәңгегә ҡалырға була. Һәм Рауил Бикбай – мәңгелектә!
Тәлғәт СӘҒИТОВ.
2-4 сентябрь, 2023 йыл.