Бөтә яңылыҡтар
Әҙип тормошо
24 Ноябрь 2023, 15:08

«КИЛӘСӘКТЕ БАРЫБЕР ҺАҒЫНАМ МИН...»

Үткән һанда яңы асылған рубрикабыҙҙың ҡунағы прозаик Хәйҙәр Тапаҡов булһа, бөгөн үҙебеҙҙең хеҙмәткәребеҙ – журналдың яуаплы сәркәтибе, филология фәндәре кандидаты, әҙәбиәтсе-ғалимә, тәнҡитсе, шағирә, журналист Луиза Риф ҡыҙы КИРӘЕВА менән ихлас күңелдән ултырып һөйләштек.

"Ағиҙел" журналы
Фото:"Ағиҙел" журналы

Бер нәмәне ниәт итеп алдына алһа, эшен эш итеп еренә еткермәйенсә тынысланмай ул. Эргәләгеләрҙе лә тыныслыҡта ҡалдырмай, сөнки яуаплылыҡ, ғәҙеллек тойғоһон һәр нәмәнән өҫтөн күрә, уйлағанын да бөҙрәләтмәй-нитмәй йөҙгә тура ҡарап, ҡыйыу итеп әйтә белә. Шуға редакцияла ҡайһы саҡта шаяртып та, һоҡланып та, мең-меркет бит ул тип тә әйтеп ҡуялар. Тарихтан билдәле булыуынса, заманында Сыңғыҙхан меркеттәрҙе төбө-тамыры менән ҡырып ташларға бойорған, бары тик әсә ҡарынында булғандар һәм ситтә йәшенеп ҡалғандар ғына иҫән ҡалған. Сөнки ҡыйыулыҡтары, яугирлыҡтары менән дан тотҡан меркеттәр уның ғәскәрҙәренә һис тынғы бирмәгән. Бына шул батырҙар нәҫеленән дә инде хеҙмәттә фиҙакәрлеге менән айырылып торған хөрмәтле хеҙмәттәшебеҙ. Ошо уңайҙан уның булмышын уҡыусылар өсөн дә нығыраҡ асыу маҡсатынан үҙен һорауҙар менән күмеп ташланыҡ.

– Луиза Риф ҡыҙы, әҙәбиәтебеҙҙәге һәр яҙыусының ижадын яҡшы белеүеңә, һәр әҫәргә үҙ ҡарашың булыуына күнегеп бөткәнбеҙ. Китап уҡыуға башлап ылығып киткән мәлдәреңде иҫләйһеңме?

– Бәләкәй генә сағымда соланға, беҙ уны веранда тип тә әйтә инек, ҡасып сығып уҡып ултыра торғайным. Ундағы өйөм-өйөм баҫмалар араһында әллә ҡасанғы “Ағиҙел”, “Башҡортостан ҡыҙы” журналдарын да табып була ине. Әле булһа иҫләйем, миңә 10-11 йәш тирәһе булғандыр, Динис Бүләковтың “Килмешәк” тигән романын “Ағиҙел”дән уҡып ята инем, бәпкә көтәһе урынға бына ни эшләп ултыра был, һөйләнә-һөйләнә апайым килеп керҙе. Журнал битенә күҙ ташланы ла, ошо ғына йәшеңдә мөхәббәт тураһында уҡып ятаһың, әле мин уҡымайым ундай нәмәләрҙе, тип асыуланып китте. Мәүсилә менән Таштимергә бәйле бер эпизод ине ул... Верандала төрлө әҙәби баҫмалар, башҡа телдәрҙән башҡортсаға тәржемәләр күп ине. Өйөбөҙ тулы китап булды, былары иһә өйгә һыймайынса соланға уҡ сығып киткән хазина инде. Элек бит күп алдырҙылар матбуғатты, руссаһын да, башҡортсаһын да.

– Бала ғына килеш нисек шиғыр яҙыуға тотондоң икән ул?

– Күп уҡып ултырыуҙың касафатылыр инде. Өсөнсөлә уҡығанда ижад өсөн бер дәфтәр алып, тышына “Шиғырҙар” тип яҙып ҡуйҙым. “Ижад емештәре”м шунда теркәлә барҙы. Шул осорҙа Рәшит Назаровтың “Йөрәгемде илтәм һиңә” тигән китабы сыҡты, яҡташтарым өсөн ул оло ваҡиға булған, күрәһең: бөтә ауыл буйлап ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡынылар. Ғаилә эсендә лә ярыша-ярыша шиғырҙарын яттан һөйләй инек… Яҙ тураһындағы беренсе шиғырым “Башҡортостан пионеры”нда 4-се класта уҡығанда баҫылды. Ул шиғырҙы киҫеп алып һаман һаҡлайым. Сөнки бала саҡтан үҙемсә журналистикаға әҙерләндем. Шиғырҙарым баҫылып сыға башлағас, төрлө темаға мәҡәләләр ҙә яҙып маташтым әле. Бәхет нимә ул һәм башҡа шундай фәлсәфәүи темаға яҙғандарым да донъя күрҙе (көлә). “Йәншишмә”нән бына шулай яҙ, шул темаға тотоноп ҡара тигән кәңәштәр, яуаптар ҙа килә ине. Дүртенселә уҡығанда тарих, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сәлимйән Сәмерхан улы Мырҙабаев шиғырҙарымды яҙыусы, журналист Диана Килдинаға биреп ебәргәйне. Бая әйткән тәүге шиғыр тап шул ваҡытта баҫылып сыҡты. Уҡытыусыбыҙ традицион булмаған дәрестәр үткәрә, тәбиғәткә алып сыға, япраҡҡа йә башҡа күренешкә ҡарап инша яҙырға ҡуша ине. Ҙурыраҡ кластарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән Ғәлимйән Сәһәрйәр улы Бәхтегәрәев уҡытты, уға ла ныҡ рәхмәтлемен. Уҡытыусыларым икеһе лә мәрхүм инде, йәндәре йәннәттә булһын. Ғәлимйән абый маҡсатлы, индивидуаль рәүештә олимпиадаларға әҙерләне. Ауырғазыла башҡорттар күп түгел, шуға ла гел еңә торғайным, районда еңгәс, республиканыҡына алып китәләр. Унда 9-10-сы класта гел иң көслө унау исемлегендә булдым, дәртләндереү приздары, китаптар биреп ҡайтарырҙар ине. 11-се класта иһә республика кимәлендә еңеүсе булдым: икенсе урын алдым. Уҡытыусым ныҡ шатланды, арҡанан ҡағып яратып, маҡтап алды, ҡайтып барышлай Талбазынан уҡ, телеграфҡа инеп, беҙ еңеү менән ҡайтып киләбеҙ әле, тип ата-әсәйемдән һөйөнсө һорауы иҫтә ҡалған. Ошо еңеү арҡаһында Башҡорт дәүләт университетына имтиханһыҙ алынып, башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты студенты булып киттем. Уҡыу йортоноң “Шоңҡар” түңәрәге лә үҙенә күрә ижад мәктәбе булды.

– Шиғриәтебеҙ даһийы Рәшит Назаров һеҙҙең күрше ауылдан ғына булғас, ижады кешеләрҙе ныҡ ҡыҙыҡһындырған инде?

– Ул бит беҙгә нәҫелерәк тә. Атайымдың өләсәһе, беҙҙеңсә әйткәндә, оло нәнәйем Йомабикә менән Рәшит Назаровтың атаһы Сәйетбаттал бер туғандар булған, олатайым менән Рәшит Назар ике туған, тимәк. Ата-әсәйем: “Рәшит Назаров – беҙгә нәҫел” тип тә әйткәс, шиғырҙарын айырыуса яраттым, шул тиклем матур итеп яҙған тип һоҡлана инем. Шиғриәткә һөйөү моғайын да, ана шул бөйөк шағирҙың ижады аша килеп ингәндер.

– Әсәйең менән атайың да уҡытыусылар бит әле?

– Эйе. Атай-әсәйем Риф һәм Маһира Кирәевтәр Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия

институтының физика-математика факультетында уҡыған осорҙа ғаилә ҡора. Әсәйем – Йәрмәкәй районы Иҫке Турай ауылынан. Юғары уҡыу йортон тамамлағас, улар атайыбыҙҙың тыуған яғына ҡайта һәм Ауырғазы районының Мораҙым урта мәктәбендә байтаҡ йылдар, хаҡлы ялға сыҡҡансы, физика-математика уҡытыусылары булып эшләй. Ғаиләлә биш бала үҫтек. Барыбыҙҙы ла уҡыттылар, юғары белем бирҙеләр. Азамат ағайым менән ҡустым Айтуған – Өфө дәүләт нефть-техник университетын, Земфира апайым Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамланы, ә ҡустым Айбулат Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтында белем алып, шул өлкәлә эшләп, подполковник дәрәжәһенә етте. Атай-әсәйебеҙ һәр беребеҙҙең һәләтенә,

барымына ҡарап йүнәлеш бирә белгән. Ләкин, ғаиләлә бер мин генә “гуманитарий” булһам да, ата-әсәйемдән физик-математиктарҙың теүәллеге, аныҡлығы ла күскәндер күрәһең. “Шуны эшлә, былай ит” тип тәрбиәләп ултырғандарын да иҫләмәйем, әммә һәр кемдең үҙ эше, вазифаһы бар ине, берәү ҙә тик ултырмай, тик ултырһа, шул китап уҡырға мөмкин инде. Китап уҡыған өсөн әрләмәнеләр.

– Бала саҡта уҡыған китаптар араһынан ҡайһылары ныҡ тәьҫир итте тип әйтә алаһың?

– Яҙыусы Зәйнәб Биишеваның романдарын биш-алты тапҡыр уҡып сыҡҡанмындыр моғайын. Геройҙарының һәр береһенең характеры ылыҡтырғыс ине. Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәрен дә ныҡ иҫләйем. Динис Бүләковты ҙурайғасыраҡ уҡыным (теге “Килмешәк”тең өҙөгөнән башҡаһын инде). Ә 9-11-се кластарҙа башҡорт әҙәбиәте менән төплө ҡыҙыҡһынып, ҡулға нимә эләгә, һайланмай ғына бар әҫәрҙәрҙе лә уҡып сыҡҡанмындыр. Тәғәйен бер геройҙы, образды кумир итеп ҡарау булманы миндә. Хатта кемделер идеал итеп тә ҡуйманым. Шулай ҙа Зәйнәб Биишеваның Емешен ауаздаш күреп, төҫкә лә ҡуңыр, холҡо минеке һымаҡ ҡырыҫ булған, бик һөйләшмәгән икән тип уйлағандарым хәтерҙә. Бала саҡта мин дә йомоғораҡ булдым, кеше менән асылып ҡына һөйләшмәй инем. Һуңыраҡ холҡомдағы ҡайһы бер ҡамасаулаған сифаттарҙы үҙгәртергә тырыштым. Кешене ғәйепләү булманы, һәр ваҡыт үҙ өҫтөмдә эшләнем, ауыр саҡтарҙа ла эшлә, тип үҙ-үҙемә бойороҡ бирә инем.

– Аспирантураға инеү юлдары нисек булды, алдан самалап йөрөгәйнеңме?

– Юҡ, фән юлынан китермен тип һис тә уйламаным, әйтәм бит, журналистикаға әҙерләндем. Башҡорт филологияһы факультетына имтиханһыҙ инеп киткәс, беренсе семестрҙан һуң күсәм тип тә йөрөгәйнем. Беренсе курста имтихандарҙың бөтәһен дә “бишле”гә бирҙем. Ҡарап йөрөйөм, журналистика бүлеге студенттары имтихандан йыш ҡына “өслө” алып илап сыға, “өс” булһа, барлы-юҡлы ғына стипендия ла булмай бит инде, етмәһә, ул ваҡытта “өслө” алыу минең өсөн ҡурҡыныс бер нәмә кеүек ине, шунан журналистика тип ынтылманым, хыял ҡалды инде. Беҙҙе бик белемле, көслө уҡытыусылар уҡытты: М. Зәйнуллин, Р. Байымов, Ғ. Сәйетбатталов, Ғ. Ҡунафин, М. Иҙелбаев, Г. Ишембаева, З. Шәрипова, Г. Гәрәева,Л. Пермякова... Иң яратҡан курстарҙың береһе шәреҡ әҙәбиәте булды: лекцияларын – Роберт Нурмөхәмәт улы Байымов, практик дәрестәрен иһә Фларид Сәсәнбаев алып барҙы. Университет программаһы талап иткән бар әҫәрҙәрҙе табып уҡырға тырыштым: “Кабуснамә”, Сәғҙиҙең “Гөлөстан”ы, “Бостан”ы, Фирҙәүсиҙең “Шахнамә”һе… Низами һәм Навои, Рудаки һәм Хәйәм ижады ниндәй һыҙаттар менән айырыла, ниндәй уртаҡлыҡтар осрай тип анализлап, шул тиклем мауығып уҡый инем. Беҙ 4-се курста булғанда яҡшы уҡығандарҙы факультеттың ул саҡтағы деканы Ғиниәт Сафиулла улы Ҡунафин саҡыртып алды ла, бына магистратура асыла, шунда уҡырға кәрәк, тип әйтте. Уның нәмә икәнен дә аңлаған кеше юҡ. Магистратура тамамлағас, һеҙ ябай уҡытыусы булмайһығыҙ, аҙаҡ ҡайҙа барһағыҙ ҙа, һеҙҙе берәй вазифаға тәғәйенләйәсәктәр, тип аңлаттылар. Факультеттан өс кешене магистратураға ебәрҙеләр, шунан һуң беҙ ике ерҙә лә уҡый башланыҡ. Үҙебеҙҙең факультетта дәрестәрҙә ултырып сығам да, төштән һуң магистранттар төркөмөнә йүгерәм. Көнө буйы – уҡыу. Тәүге йылда ҡыйыныраҡ булды, башҡа факультеттарҙан да иң көслөләрҙе йыйғандар бит, араларында һыр бирмәҫкә кәрәк. Шулай итеп БДУ-ның тәүге магистранттары рәтендә булырға ла яҙҙы. Курсташтарҙан бер йылға һуңыраҡ, уның ҡарауы, ике диплом менән тамамланыҡ университетты. Магистрҙарҙы аҙаҡ имтиханһыҙ аспирантураға алдылар. Фән юлынан китеү уйҙа ла юҡ ине, ә бына нисек килеп сыҡты. Беҙҙең ағымдан аспирантураға ингән алты-ете кеше араһынан бер үҙем генә уҡыуҙы тамамлап, яҡлауға сығып, фән кандидаты булып киттем. Ғилми етәксем профессор Роберт Нурмөхәмәт улы Байымов булды. Аспирантураға ингәс, кафедра ултырышына ун тема уйлап кил, тигәйнеләр, араһынан “Хәҙерге башҡорт поэмаларының структур үҙенсәлектәре” тигәнен һайланылар һәм шул йүнәлештә эшләнем. Поэмалар донъяһына сумдым. Тик бер аҙҙан йәшәү урыны проблемаһы һәм төрлө донъяуи мәсьәләләр елеккә үтә башлағас, аспирантура миңә нимәгә ул тип ташлап, тыуған ауылыма ҡайтып мәктәпкә эшкә индем. Бер йыл тарихтан, рус теле һәм әҙәбиәте, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытып алдым. Үҙемә бәйле бер ҡыҙыҡ үҙенсәлек бар, ҡайҙа ғына эшкә бармайым, шунда ниндәй булһа ла үҙгәрештәр башланған, мәшәҡәтле осорға тура килә лә ҡуям. Бына шул ваҡытта ла беҙҙең ауылға Президент Мортаза Рәхимов килде, мәктәпкә реставрация тураһында һүҙ күтәрелде. Элекке директорҙы ауыл советына алдылар, урынына урынбаҫарын ҡуйҙылар ҙа, мине, йәп-йәш кешене, директор урынбаҫары иттеләр. Минең тәжрибәм юҡ, тип риза ла булмай маташтым, өйрәнерһең тинеләр. Шулай итеп көнтеҙмә төҙөп, уҡыу сифаты һәм башҡа мәсьәләләргә, һан һәм проценттар араһына баттым. Әйткәндәй, ҡайҙа барһам да, мине һанау эше һағалап ҡына торҙо. Бер мәл мәктәпкә бәйле эш менән Өфөгә юл төштө. Роберт Нурмөхәмәт улын осраттым, ҡайҙа диссертация, ти бит инде. Ә миндә уның ҡайғыһы юҡ, мәктәп эшенә сумғанмын. Шулай ҙа ныҡ ҡыйын булды был һүҙҙәрҙән һуң, кешенең өмөтөн аҡламаусы, хатта эшенә аяҡ салыусы итеп тойҙом үҙемде. Уҡып йөрөүселәре яҡлауға сыҡмаһа, киләһе йыл етәксемә бюджет урындарға аспиранттар алыуға “лимит” кәмей икәнен белеп ҡалғас, бөтөнләй тынғыһыҙландым, намыҫ тигән нәмә эстән кимерә генә. Йәй көнө эштән сығып, кире баш ҡалаға килдем. Диссертациямды яҙып, поэмаларға классификацияны бер нисә вариантта эшләп алып барҙым. Шул ваҡытта популяр булған рус ғалимы В. Хализев кеүек теоретиктарға эйәреп, поэмаларҙы нарратив, медитатив тип тә бүлгәйнем. Етәксем “алып ырғыт был һүҙҙәреңде” тине. Роберт Нурмөхәмәт улы төрлө “модалы” ғилми төшөнсәләр менән сыбарлағанды яратмай ине. Әгәр шул ваҡыттағы уның кәңәштәрен яҙһаң, моғайын, фән донъяһына тәүге аҙымдарын эшләгән йәштәргә бер ҡулланма булыр ине. Әйтәйек, бер предмет, бер объектты күҙ уңында тотоу – фәнни материалды тартҡыламауҙы (“был да бар, был да бар” тибында яҙмағыҙ ти ине), күп итеп исем-фамилияларҙы, йәки яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен атамауҙы (уны ул “обойма” тип атай торғайны), стилистикаға бик иғтибарлы булыуҙы талап итә торғайны. Аспирантурала уҡығанда 2003 йылда Президент стипендиаты ла булырға өлгөрҙөм. Эш мәсьәләһе килеп баҫҡас, етәксем кафедрала ҡалырға өндәне, ниңәлер, юҡ тинем. Ҡалһам, бәлки, яҙмышым бөтөнләй икенсе булыр ине. “Стәрлетамаҡта кафедра асыла – бараһыңмы?” – ти. Шунда уҡ ни эшләптер, уйлап та тормайынса, “барам” тинем. Тик унда коллективта тәртип ҡаты, теләһә кем унда һыйып китә алмай, тип иҫкәртеп тә ҡуйҙы. Шулай итеп, минең 14 йыллыҡ “Стәрлетамаҡ эпопеяһы” башланды. Пропискам, йәшәү урыным, таныш-тоноштарым, нәҫел-нәсәбем юҡ, яңы ергә күнегеп китеүе лә еңелдән булманы. Стәрле бит Өфөнән һуң тағы бер ҙур ҡала, әммә Өфөләге кеүек киң фекерләү, иркенлек юғыраҡ, уның ҡарауы, һәр яҡлап тәртип ҡаты ҡуйылған, методик планда ла, педагогик планда ла бөтөнләй икенсе ысулдар менән эшләйҙәр ине. Шуға ла Роберт Нурмөхәмәт улы, һин генә эшләй алаһың унда, ышанам, башҡа кешене күрмәйем был эштә, тигәндер инде оҙатып ҡалғанында. Мине эшкә алғанда институттың ректоры – профессор Марс Ғилметдин улы Хәмиҙуллин, факультеттың деканы – профессор Данис Солтан улы Тикеев, ә кафедра мөдире әҙәбиәтсе-ғалимә Рәйсә Хәким ҡыҙы Илешева ине. Факультетта бик көслө, тәжрибәле уҡытыусы-ғалимдар эшләне. Өгөт нәсихәттәрен дә әйтә, аныҡ тәҡдимдәрен дә еткерә, кәрәк икән, өйрәтә лә, тәнҡитләй ҙә торғайнылар. Һәр береһенең яҡшы һүҙҙәре, изгелектәре күҙ алдымда тора. Бына ғалимә Лидия Лотфрахман ҡыҙы Сәмиғуллинаның эшләй башлағанымдың икенсе көнөнә үк үҙенең уҡытыу программаһын тотоп инеүен, методик кәңәштәр биреүен һаман да күңелемдә һаҡлайым. Уның, һиңә, әҙәбиәт уҡытыусыһына, кәрәк булыр ул тип, Баязит Бикбай, Сәғит Агиш, Назар Нәжми, Зәйнәб Биишева томлыҡтарын бүләк итеүен оноторлоҡ түгел! Рәхмәтлемен барыһына ла!

– Стәрлелә уҡытҡанда матбуғатта мәҡәләләрең йыш донъя күреп торҙо, бик уҡымлы ине улар...

– Эйе, аҙ ғына ваҡытым булыу менән, мәҡәләләр яҙырға тырыштым. Шулай ҙа, дөрөҫөн генә әйткәндә, эшкә “сумдым”. Бер яҡтан, Өфөнө лә оноттом, ижадҡа ла ваҡыт ҡалманы, сөнки методика, уҡытыу эше үҙенекен алды... Төрлө вазифаларҙа эшләнем. Уҡыу программалары төҙөү, уҡыу әсбаптарын әҙерләү, методик йүнәлештәрҙә эҙләнеүҙәр, семинарҙар, курстар ойоштороу, студенттар менән тәрбиәүи эштәр – шул рәүешле ваҡытым үтеп киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалғанмын. Ә ижад, шиғриәт бөтөнләй онотолдо, аҙаҡтан миңә әйтте инде ул халыҡ шағиры Тамара апай Ғәниева, шиғыр зауҡың бар, уны камиллаштырыу бер ни тормай, әммә шиғриәт хыянатты яратмай, уға тоғро һәм етди мөнәсәбәттә булырға кәрәк, тип. Дөрөҫ әйткәндер тип уйлайым, сөнки шиғриәт йәшлек осоронда үҫеш алһа, һәйбәтерәк булыр ине тип уйлайым, ә мин бөтөнләй фән юлынан китеп, башкөллө уҡытыу эшенә сумып, ул өлкәгә, ысынлап та, “хыянат иттем”.

Ә тәүге тапҡыр лекция уҡырға ингәнеңде иҫләйһеңме?

– Әлбиттә, “Башҡорт мәҙәниәте тарихы” ине, үҙемсә яҙып тороп әҙерләндем. Аудиторияла йөҙләп студент ултыра (үҙем шул студенттарҙан саҡ ҡына олораҡ булғанмын, уйлаһаң), тәнәфескә тиклем бер ун минут ҡалған, ә мин әҙерләгән материалымды һөйләп бөттөм. Быуыныма төштө, әммә юғалып ҡалманым, йомғаҡлап, киләһе дәрескә анонс эшләп, план яҙҙырып, матур итеп тамамлай алдым. Аҙаҡтан оҫтарып китәһең икән, шаяртып та ала инем, иркенләп, ышаныслы итеп һөйләргә өйрәнеп алдым. Тәүге ваҡытта, беренсе айҙарҙа минең өсөн иң ҡурҡынысы “Һорауҙарығыҙ бармы?” тип студенттарға мөрәжәғәт итеү булды, әммә бер ҡасан да лекция аҙағында был һорауҙы биреүҙән ситләшмәнем.

– Һәр миҙгелде ҡәҙер итә белеүеңә иғтибар иткәнем бар. Коллектив менән Стәрлетамаҡҡа барғанда, бына ошо аллеянан көн һайын университетҡа йәйәүләп йөрөнөм инде тигәнеңдә, йәшеллеккә сумған шул һуҡмаҡтан шат йылмайып эшкә ашығыуың күҙ алдына баҫҡайны. Уҡытыуҙы яратыуыңды, һағыныуыңды ла тойҙоҡ. Ә бына шул эшләгән эштең һөҙөмтәһе күренә торғайнымы, биргән белемдәрҙе студенттар ҡабул итәләрме, уларға лекциялар үҫеш бирәме, шул хаҡта уйлана торғайныңмы?

– Төрлө стилдә эшләгән уҡытыусылар бар, студенттарҙы “этләткән”, хатта ҡан илатҡандары, аудиторияла авторитар режим тотҡандары ла осрай. Студенттары менән ҡосаҡлашып йөрөгән уҡытыусылар ҙа була. Шулай ҙа алтын урталыҡ кәрәктер. Әлбиттә, куратор булғас, студенттарҙың бүлмәләренә лә бара торғайныҡ. Бергәләп яҙыусылар ижадына, әҙәбиәткә бәйле саралар ойоштора инек. Ул ваҡытта стена гәзиттәре лә моданан сыҡмағайны әле. Бер төркөмдә 4 йыл буйына куратор булдым, 2008 йылғы сығарылыш ине, улар әле булһа миңә яҙалар, осрашыуҙарға саҡыралар. Тормошта юғалып ҡалманылар тип уйлайым. Ҡайһы бер ҙә ҡағыҙҙарым араһынан рәхмәт һүҙҙәре яҙылған запискалары, хаттары килеп сыға. Нисә йылдар уҙыуға ҡарамаҫтан, ваҡыт табып шылтыратһалар, күңелгә айырыуса йылы булып китә. Уңыштары хаҡында ишетһәм, ныҡ шатланам. Әлбиттә, улар – бер минең генә тырышлыҡ түгел, коллектив эш һөҙөмтәһе, ул ваҡыттарҙа эшләп торған түңәрәктәрҙең һөҙөмтәһе. Факультетта журналистика түңәрәге лә асҡайным, “Саҡматаш” тигән гәзит сығарҙыҡ, аҙаҡтан исемен “Дарман” тип үҙгәрттек. Ул гәзитте беҙ институт типографияһында баҫтыра торғайныҡ. Йәштәр менән эшләүҙең үҙ нескәлектәре бар: уларҙы шәхес итеп үҫтерергә кәрәк, эш ниндәй билдә ҡуйыуҙа ла түгел, ә мөнәсәбәттә. Ҡайһы бер насарыраҡ уҡығандар ҙа, ҡыҙыҡһындыра белһәң, аҙаҡтан тартылып китә бит. Бына бер егет (исемен әйтеп тормайым) шыр “өслө”гә уҡып йөрөнө. Мин уның диплом эше буйынса етәксеһе булдым, “Рәшит Солтангәрәев ижадында художестволы портрет” тигән теманы һайланы. Әйҙә, миҫал йый, тинем бит инде. Шул тиклем тема менән мауығып китте, әллә күпме ҡыҙыҡлы миҫалдар тапты, диплом яҡлау мәлендә бер ҡайҙа ҡарамай, дәлилләп тороп һөйләп, бөтә комиссияны аптыратты. Комиссия рәйесе Зәйтүнә Яхъя ҡыҙы Шәрипова бер һүҙһеҙ “бишле” тине. Ә беҙҙә, Стәрлелә, ҡаты ҡуйылған бит инде уҡыу мәсьәләләре, “өслө”гә уҡыған икән, тимәк “бишле”гә яҡлай алмай тигәнерәк ҡалыплашҡан фекер ҙә өҫтөнлөк алып ҡуя, шуға ҡарамаҫтан, рәйес, юҡ, “биш”лек яҡланы тип юғары билдә ҡуйҙыртты, комиссия ла риза булды. Студенттарҙы фәнни эшкә ылыҡтырыу, практикаларына, курс һәм диплом эштәренә етәкселек итеү миңә бик оҡшай торғайны.

– Мәғарифты үҫтереү өлкәһендә лә матур ғына итеп эшләп алдың бит әле?

– Тормош иптәшем бер аҙ Себерҙә эшләп алды, һаулығы насарайғас, етәр ситтә йөрөргә, тинем, тик Стәрлелә эш табыуы ауыр ине, 2018 йылда тоттоҡ та Өфөгә ынтылдыҡ. Үҙем ул ваҡытта икенсе балабыҙ менән декрет ялында инем, хеҙмәт кенәгәм Стәрлетамаҡта ҡалды. Төрлө ергә эшкә саҡырҙылар. Мәғарифты үҫтереү институтын һайланым, рәхмәт инде ул ваҡыттағы етәкселеккә, хат-саҡырыу яҙып, эшкә алдылар. Өфө нисә йылдар ситтә йөрөгән кешене ҡолас йәйеп ҡаршы алып тормай бит инде, үҙеңде үҙең үҫтерәһең, үҙеңде үҙең йөрөтәһең. Шул һынылышлы ваҡытта ярҙам ҡулы һуҙғандарҙың, хатта йылы бер һүҙ әйтеүселәрҙең береһен дә онотмайым, иң-ҡанат ҡуйғандары өсөн Аллаһ Тәғәлә үҙҙәренә лә еңеллектәр бирһен тип теләйем.

– Мәктәпте тамамлағас, журналистикаға әҙерләндем тинең һәм – “Ағиҙел” журналы...

– Күберәк уҡытыусылыҡ эшендә, фән өлкәһендә йөрөһәм дә, матбуғаттан айырылманым. 2001 йылдан башлап “Ағиҙел” журналы менән даими хеҙмәттәшлек итә килдем. Замандаш яҙыусылар ижады хаҡында, шулай уҡ жанрға күҙәтеү рәүешендәге мәҡәләләр ҙә баҫылып сыҡты, мине тап “Ағиҙел” кеше итте тип тә әйтә алам. Һәр ваҡыт ошо баҫма менән ниндәйҙер рухи бәйләнеш булды, бер ваҡытта ла айырылып торорға тура килмәне унан. “Ағиҙел” редакцияһына тәүге тапҡыр студент ваҡыттарҙа (ул ваҡытта редакция Аксаков урамында урынлашҡайны) инеп сыҡҡайным, яҙыусылар Тамара Ғәниева, Ринат Камал ултыра ине бүлмәлә. Бик йылы итеп, бала-саға булһам да, ҙур кеше килгәндәй ҡаршы алдылар. Тамара апай шиғриәт хаҡында фәлсәфәүи планда иҫ киткес итеп һөйләне, Ринат ағай кәңәштәрен әйтте, ижад тураһында һөйләшеп ултырҙыҡ. Үҫмер генә кешегә шулай иғтибар бүлеүҙәрен әле булһа йылы хистәр менән иҫләп алам. Шағирә Факиһа Туғыҙбаева ла бер ваҡыт саҡыртып алғайны, хәтеремдә ныҡ кеселекле, кешелекле булып тороп ҡалған. “Аҡбуҙат” саҡ сыға башлаған ваҡыт ине. “Ағиҙел” журналында баҫылып сыҡҡан, үҙенең ижады хаҡында яҙған мәҡәләмә бик күңеле булғайны, автограф яҙып “Минең ҡошом Һомай” тигән китабын бүләк итте, ҡанатланып сығып киттем. “Луиза, һинең ғалимә булып китереңә бер шигем юҡ!” тигән яҙыуы ышаныс өҫтәне. Ул саҡта ниндәй ғалимә ти, аспирантураға инергә лә уйламаған булғанмындыр әле. Стәрлетамаҡта эшләгәндә лә “Ағиҙел”дән айырылманым. Айырыуса 2016-2019 йылдарҙа журналдың ул саҡтағы баш мөхәррире Рәлиф Кинйәбаев, шағирҙар Әхмәр Үтәбай, Салауат Әбүзәр ағайҙар менән аралаштым, редакция һорауы буйынса мәҡәләләр яҙҙым, тәржемәләр эшләй инем. Ә һуңыраҡ журналдың баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин эшкә саҡырғас, уйлап та тормай, редакцияға килдем.

– Поэмаларҙы тикшереп диссертация яҡлаған кеше булараҡ әйт әле, бөгөнгө көндә беҙҙең әҙәбиәттә поэма жанры нимә ул?

– Поэма осоро бөттө бит инде тип тә ебәрәләр, шуға һуҡтыраһыңдыр һин дә. Асылда, бик ҡыҙыҡлы жанр ул. Хатта уны айырым әҙәби төр итеп ҡарарға кәрәк тиеүселәр ҙә бар. Роман хаҡында урыҫ әҙәбиәтселәре “внеродовая форма”, тип әйтәләр бит, поэманы ла шулайтып айырып ҡарарға була, сөнки ул бик масштаблы, үҙенең эске жанр үҙенсәлектәре менән генә сикләнмәйенсә, башҡа жанрҙарҙың һыҙаттарына ла иғтибар итә. Йәнә лә поэма заман менән ныҡ бәйле жанр. Заман ауырый икән, ул да ауырый, йәғни кешелек фекерләүендәге проблемалар унда ла сағылыш таба.

– Бөгөнгө клиплы фекерләү дәүерендә был жанрҙың әһәмиәте ҡалдымы икән? Булһа, ул әһәмиәт нимәлә сағыла?

– Туҡһанынсы йылдар аҙағы – ике меңенсе йылдар башы башҡорт әҙәбиәтендә поэма өсөн күтәренкелек осоро булып алды. Айырыуса тарихи поэмалар (Т. Йосопов, Т. Ғәниева, Ф. Туғыҙбаева, Т. Ҡарамышева) күп яҙылды. Кеше тарихын, ырыуын, тамырҙарын эҙләй башланы, шул күренештәр үҙенән-үҙе эпик фекерләүҙе ҡуҙғатып ебәрҙе. Аҡмулла, Рәми, Бабич кеүек образдар масштаблы төҫ алды. Шунан һуң бер тулҡын булып лирик-публицистик пландағы поэмалар (Р. Бикбаев, Ҡ. Аралбай, Р. Түләк, Ә. Үтәбай, Т. Дәүләтбирҙина) килеп сыҡты. Поэма тарихында үҙенсәлекле осор булып алды. Ләкин ике меңенсе йылдарҙағы “Ағиҙел” журналдарын алып ҡараһаң, бер генә поэма ла яҙылмаған һәм баҫылмаған осорҙар ҙа күҙгә ташлана… Жанрҙы шағирҙың уҡыусыларға әйтергә теләгән фекере тыуҙыра. Әгәр сюжетты барлыҡҡа килтергән көслө фекер үҫешеп бармай икән, ул поэма түгел, оҙон шиғыр инде ул. Поэманың арҡа һөйәге – лиро-эпик проблема. Ысынбарлыҡтың, фекерләүҙең иң бейек нөктәләрен тотоп алыуға һәләтле бит ул. 2020 йылда “Ағиҙел” журналы Рауил Бикбаев исемендәге поэмалар конкурсы үткәрҙе, был бәйге жанрға яңы һулыш өрөп ебәрҙе: өс тиҫтәгә яҡын әҫәр алдыҡ шағирҙарыбыҙҙан, журнал уҡыусыларыбыҙҙан.

– Ә был жанрҙың киләсәге бармы икән?

– Барҙыр тип уйлайым, сөнки ул тарихтың төрлө ҡатламдары менән бәйле жанр, ундай жанрҙар бик һирәк. Бер аҙ йөкмәткеһе, формаһы үҙгәреүе мөмкин… Йәшәйештең, кешелектең иң мөһим мәлдәрен күрһәтеүгә ынтылыу ихтыяжы һәр осорҙа ла ҡалҡып сығасаҡ.

– Әлеге эш урыныңды үҙең өсөн отошло тип уйлайым, ябай ғына яуаплы сәркәтип түгелһең, ҡулъяҙмаларға ғалимә күҙлегенән дә бағаһың барыбер, шунан бөтә әҙәби яңылыҡтар ҡулың аша үтә, әлеге ваҡытта башҡорт әҙәбиәтендә барған процестарҙы күҙәтеп барыу мөмкинлегенә эйәһең. Ошо позицияңдан сығып, әлеге беҙҙең әҙәбиәт тураһында ни әйтер инең?

– Китап уҡыусылар юҡ, яҙыусы нимә өсөн яҙа ул хәҙер тип хатта туранан-тура әйтеүселәр осраһа ла, китапҡа хөрмәт һис тә кәмегәне юҡ. Йәштәр элеккесә тулҡын булып уҡыуға ылыҡмаһалар ҙа, китап күтәреп йөрөмәһәләр ҙә тип әйтәйек, яйлап барыбер ул быуын да нәфис һүҙгә ҡайтасаҡ. Бында, әлбиттә, уҡытыусыларҙың да роле ныҡ ҙурҙыр тип уйлайым. Шулай уҡ әҙәбиәткә өҫтәге кешеләр, власть әһелдәре һәм башҡалар ҙа иғтибар итергә тейеш, уны бер кәрәкмәгән әйбер итеп уйларға тейеш түгел, сөнки әҙәбиәт булмаһа, тәрбиә лә, мәғариф та, мәҙәниәт тә, сәнғәт тә, идеология ла, сәйәсәт тә юҡ.

– Әле журнал папкаһында ятҡан әҫәрҙәргә, ҡулың аша үткән ҡулъяҙмаларға ҡарап нимә әйтерһең, бөгөнгө көндә әҙәбиәт тип йәшәүсе йәштәр бармы?

– Күпселек авторҙар – олораҡ быуын кешеләре. Шуға мине Айбулат Сәсәнбаевтың, Айгөл Ғәбитованың повесть яҙып беҙгә тәҡдим итеүҙәре, хатта Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин исемендәге конкурста ҡатнашыуҙары ныҡ ҡыуандырҙы. Йәш кенә кешеләр прозаға тотонған тип һоҡландым, уларға “афарин” тиергә генә ҡала. Һуңғы ваҡытта Заһиҙә Мусина үҙен күрһәтә башланы, “Килен” повесын драма итеп театр репертуарына индереүҙәрен күренеш тип уйлайым. Айгиз Баймөхәмәтов, Рәйлә Сабитова, Рәзинә Зәйнетдинова, Ләйсән Сәлимова – бына бит прозаны үҫтереүселәр бар, был исемлекте әле артабан да дауам итергә була. Шиғриәттә иһә йәштәр һәр ваҡыт күп, үҙенсәлекле тауышы булғандары ла күренә. Рәшит Зәйнуллинды бик талантлы ҡәләм оҫтаһы тип беләм. Фәнил Бүләков, Алмас Шаммасов, Ринат Сөләймәнов, Олеся Әхмәтрәхимова, Зарина Бағышаева, Таңсулпан Рәсүл, Мөнир Иҡсановтар әҙәбиәткә ныҡлы тартылып ижад итәләр. Быуын бар. Йәштәр әҙәбиәттән ситтә тора, яҙмайҙар тип әйтеп булмай, уларҙың да үҙ уҡыусыһы бар.

– Нимә көтә бөгөнгө көндә уҡыусылар, нимә актуаль?

– Бөгөн уҡыусыны ҡыҙыҡтырыуы бик ҡыйын, интернет киңлектәрендә нимә генә юҡ. Уҡыйым тиһәң, бөтә жанрҙарҙа ла күңелеңә ятҡанын табып уҡып була, китап эҙләп китапханаға йүгереү ҙә кәрәкмәй. Ләкин популярлыҡҡа, “лайк”тарға алданып, бәғзе бер китап уҡыусының зауығы түбәнәйеп китеүе лә мөмкин. Ниндәйҙер сенсация артынан ҡыуғандар күп... Бөгөн ныҡ популяр тип уйлаһаҡ та, әҫәрҙең ваҡыт һынауын үтмәүе, аҙаҡтан хатта бөтөнләй әһәмиәте ҡалмауы ла мөмкин. Әлбиттә, реклама ла үҙенекен эшләй. Кешенең мейеһенә бер туҡтауһыҙ тыҡып, хатта уртаҡул әйберҙе лә рекламалап бына иң юғары кимәлдәге һәйбәт әҫәр тип күрһәтеп була. Шулай ҙа... Осһоҙло дан артынан ҡыуыу нимәгә кәрәк һуң? Фантастик, мажаралы пландағы әҫәрҙәргә ихтыяж бар. Тағы ла сәйәси әҫәрҙәр, ғөмүмән, заман темаһына арналған әҫәрҙәр һәр саҡ кәрәк. Әйткәндәй, “Ағиҙел”дә заман темаһына арналған әҫәрҙәр баҫылып тора. Уҡыусыларыбыҙ Ғәлим Хисамовтың, Мөнир Ҡунафиндың, Раят Вәлиевтең, Рәсүл Байгилдиндың, Миләүшә Ҡаһарманованың әҫәрҙәрен ҡыҙыҡһынып уҡый, миңә лә оҡшай, тағы барҙар, кемделер айырып әйтеп тә булмай. Яҙыусы өсөн иң ауыры – үҙебеҙ йәшәгән осорҙоң мәсьәләләрен күтәреү ул. Ә шиғырҙарға килгәндә, әгәр улар парадоксаль фекерле икән, уҡыусыға ла ҡыҙыҡлы.

– Әҙәбиәт ғилеменә ваҡытың ҡалһа, кемдәр ижадын тикшерер инең?

– Фәнни эш тигәндән, әҙәби тәнҡиттең дә, фән эшенең дә ҙур жанры – монография. Монографияларға һуңғы йылдарҙа иғтибар бик юҡ. Кем уҡый ул әҙәби тәнҡит материалын тип тә әйтеүселәр бар, ләкин күреп торам, әгәр материал уҡымлы икән, кеше барыбер эҙләп алып уҡый. Үҙебеҙҙең журналда сыҡҡан әҙәби-тәнҡит мәҡәләләрен дә, публицистик пландағы яҙмаларҙы ла яратып уҡыусылар бар. Күберәк эҙләнеү планындағы, яңы исемдәр асҡан, нимәнелер тикшереп яҙылған мәҡәләләргә бер ҡасан да ҡыҙыҡһыныу кәмемәйҙер. Ғөмүмән, бөгөн авангардта барған яҙыусылар ижадына иғтибар итер инем, ундайҙар танылған яҙыусыларыбыҙ араһында ла байтаҡ, ҡайһы берҙәренең ижады әле киң аудиторияға бик үк билдәле лә түгел.

– Әҙәби тәнҡит шулай уҡ ижад инде?

– Кемдер уйлай бит инде, әҙәби тәнҡиттең нимәһе бар, ултырҙың да яҙҙың, тип. Асылда, әҙәби тәнҡиттең бөгөн беҙҙә өс төрлө формаһы бар. Кемдер уны рефератив формала яҙа, ундай тәнҡитселәрҙең материалдары уҡымлы булмай, сөнки ул бер туҡтауһыҙ маҡтай, данлай, сөсөләнә. Уларҙы әҙәби тәнҡит тип атап та булмай, сөнки бер ниндәй тикшеренеү юҡ, тотош дифирамб уҡыу.

– Беҙҙә бит ни эшләптер тәнҡитте ижадсылар ауырыраҡ ҡабул итә. Ҡайһы берҙә редакцияға килеп тә үпкәләп һүҙ әйтеүселәр осрай. Шуға бәлки ҡурҡаларҙыр был жанрға тотонорға, кемдең низағҡа ингеһе килһен?

– Ысынлап та, тәмһеҙләшке килмәй инде ул. Тура әйткән бәләкәс кенә фекерҙе лә ауыр итеп ҡабул итеүселәр бар. Бына был беренсе төрө инде тәнҡиттең – дифирамб баяғы телгә алған, ә икенсе төрө – әҙәби тәнҡитсе анализлай-анализлай ҙа туҡта, тәнҡитләп тә алырға кәрәк бит тип, берәй ерен махсус рәүештә табып, семетеп йә дыңҡылдатып һуғып ала. Ул шулай уҡ ныҡ һиҙелә, эйе, кешене тәнҡитләгән әйбер шунда уҡ уҡыла, һары пресса синдромы ҡабына, ләкин эффекты оҙаҡҡа бармай. Үҙ-ара тәмһеҙләшеүҙәре мөмкин, ә был хәл үҫеш урынына ижадсыны туҡтатыуы ла мөмкин.

– Үҫешкә импульс бирерлек булһа ғына тәнҡит үҙен аҡлай, тимәксеһеңме?

– Эйе! Шуның өсөн һаҡ булырға кәрәк тип уйлайым. Тикшереп бара-бара ла, туҡта, мин бит быны семетеп алманым бит әле тип, һис кәрәкмәгәндә тоҡан тоҫҡап атып ебәр әле, бәлки ул алдағы тексҡа бәйле лә булмаҫҡа мөмкин, тәнҡитсе сенсация артынан ҡыуалыр. Әллә ул дөрөҫ тәнҡит, әллә юҡ. Шунан һуң өсөнсө төрө – был осраҡта һинең тәнҡитләгәнеңде кеше һиҙмәй.

– Ул нисек була һуң?

– Бына шул нисек була тигән һорауҙа уның яуабы ята ла инде ул. Шул форманы мин профессиональ тәнҡит тип атайым, бик һирәк килеп сыға ундай материалдар. Был юғары пилотаж, уны үҙ-ара тәнҡитселәр аңлай. Әҫәргә, йәки ижадҡа бөтә әҙәби процесс кимәлендә, әйтәйек, башҡорт әҙәбиәте, рус әҙәбиәте, Рәсәй әҙәбиәте кимәленән, хатта донъя әҙәбиәте фонында күҙ ташлана, яҙыусы “импульстар”ҙы ҡайҙан алған, уларҙы нисек үҫтергән, ниндәй традицияларҙы дауам иткән, яңылығы һ.б. Һәр әҙәби тәнҡитсенең үҙ инструментарийы була, уны нисек ҡулланыуына ҡарап та кешенең базаһы, ниндәй кимәлдә фекерләүе күҙәтелә, ә уны яҙыусы үҙе аңлай ул.

– Тәнҡит яҙып та, уны яҙыусы аңламаһа, ни файҙа һуң тип әйтәйем генә тигәйнем, асыҡлап өлгөрҙөң ярай.

– Яҙыусы аңлай, ләкин үпкәләй алмай, сөнки һин уға шәхси рәүештә бәрелмәйһең, ә дәлилдәр менән күрһәтеп кенә китәһең. Кемдер килешер, кемдер – юҡ. Ләкин тап ошондай материалдарҙың яҙыусының ижады өсөн дә, әҙәбиәт теорияһы өсөн дә, әҙәбиәт тарихы өсөн дә әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.

– Кем нисек яҙһа ла, барыбер унан нимәлер эләктереп алаһың бит инде, кеше күҙе менән үҙеңә бағаһың. Шунан тағы бер һорау, һин яҙмышыңдың бер өлөшөндә мәктәп уҡытыусыһы, унан юғары уҡыу йорто уҡытыусыһы, ғалим, журналист, өҫтәмә белем биреү өлкәһендә белгес. Һөҙөмтәлә, аҙаҡ тип әйтәйек, бына һин ултыраһың икән 80 йә 90 йәштә, үткәндәргә ҡараш ташлап, йәште шартлы рәүештә әйтәм инде, әле 45-тә лә бәлки улай ҡарап булалыр, ахырҙа, асылда үҙеңде кем итеп тояһың, тойор инең?

– Барлыҡ ҡатын-ҡыҙ кеүек минең дә өйҙә ултырып, ижад итеп, балалар тәрбиәләп, ашарға әҙерләп кенә ултырғым килгән ваҡыттар йыш булып ала. Ҡатын-ҡыҙ асылы үҙенә тарта, айырыуса балаларыма иғтибар бүлә алмаған ваҡыттарҙа. Үҙеңде гел көслө итеп тойоу, бирешмәйем-бирешмәйем тип йәшәү ана шул асылды ныҡ ҡыҫырыҡлай. Һәр ваҡыт бер хыялым булды – ижад. Идеаль шарттар килеп сыҡһа, мин уны һайлар инем тип уйлайым. Нишләп шулай булғандыр ул, белмәйем, ҡайһы өлкәгә барһам да, ижад гел ситтә ҡалды ла ҡуйҙы, ҡалды ла ҡуйҙы... Хатта асылымдан тип әйтәйемме, ситләшеп бөттөм... Ә күңелдә бар... Егерме йыл буйына шиғыр яҙманым. 2015 йылда ҡапыл ғына күңелемдә бер шиғыр тыуҙы, яҙып ҡуйҙым, уны бит көсләп, эшләп булмай, үҙенән-үҙе яҙыла. Яҙылды, бикле торған ишектәр асылып киткән кеүек булды. Шулай бер көн кафедрала уҡытыусылар менән яңы йыл ҡаршылап ултырабыҙ, шиғырҙар һөйләйбеҙ... Тоттом да баяғы шиғырымды уҡыным:

ВАҠЫТ

Көндәр-айҙар түгел, йылдар ҡала,

Дәүер саңдарына әйләнеп.

Сабабыҙ беҙ, кеше күрмәйенсә,

Тормош ваҡлығына бәйләнеп.

Аҡса – хаким!.. Ярышабыҙ, хатта –

Бәйге ҡыҙа, ҡомар уяна.

Ә ваҡытты кем һуң еңгән әле?

Сағылып ҡына ҡала, тот, ана!

Күсәрҙәре әллә ысҡынғанмы?

Бер минут юҡ әле тыңларға

Йәйҙәремдең аҫыл һандуғасын.

Ваҡыттыр бит телен аңларға?..

Тәбиғәттең түлле генә сағы...

Үкенескә генә ҡалмаһын.

Үҙ-үҙемде ҡамсылаған һайын

Көлә-елә ваҡыт Аллаһы...

Ә шулай ҙа япраҡ һарғайғансы

Өлгөрөргә кәрәк бар(ы)һына.

Аҡыл – ҡанун, хистәр – түрәме ни?

Самаларҙан сыҡмам тағы ла...

Киләсәкте барыбер һағынам мин,

Үткән-һүткән һис тә бол түгел.

Һәр яҡты көн – яңы бер йыл кеүек –

Мөғжизәләр көтә был күңел.

Ҡапыл аптырап киттеләр, береһе лә уйламаны бит инде мине шиғыр яҙа тип. Рита Харис ҡыҙы, үҙең яҙҙыңмы, тип һорап ҡуйҙы, өндәшмәнем. Шунан Рәйсә Хәким ҡыҙы, һиҙгер кеше, ҡеүәтләп, үҙе яҙған инде, күренеп тора, кешенекен уҡымай бит инде, тине. Шулайтып көлөшөп алдыҡ. Бына шунан шиғриәт порталына асҡыс тапҡан яңы бер осор булып алды.

– Уйлап ҡараһаң, иң тәүҙә һин бит донъя менән мөнәсәбәт ҡороуҙы шул ижадтан башлағанһың. Теге өсөнсө класта ҡалын дәфтәр тышына юҡҡа ғына “Шиғырҙар” тип яҙып, шунда күңелеңдә тыуған уй-хистәрҙе рифмалап теркәмәгәнһең!

– Ваҡытында баҫтырып сығарыу яғын ҡарамағанмын, әле әҙерәк үкендерә, ижад ҡомарын аҙаҡтан фән ҡыҫырыҡлаған. Ир-атҡа мөмкин ул ҡушар-ҡушар арбаны тартырға... Ғайса Хөсәйенов, Рауил Бикбаев кеүек титандар фәнде лә, ижадты ла, йәмғиәт эшен дә алып барғандар бит. Ә ҡатын-ҡыҙға бер нисә бурысты бер юлы һәм һәйбәт итеп алып барыу – ай-һай! Һөҙөмтә юҡ икән, нимә мин булашам бының менән, тип уйлайбыҙ. Әрһеҙләнеп йөрөүселәр ҙә бар, әлбиттә, килеп сығамы-юҡмы, исем өсөн йөрөүселәр, ә минең донъямда – яҙһаң яҙ, яҙмаһаң юҡ бит инде.

– Икенсе яҡтан, тәүге башланғысың шиғриәт булғас, фәндә шиғри өлкәне һайлағанһың, аңлауың, тойоуың, үҙеңдең дә яҙа белеүең фәндә лә ярҙам иткәндер ул?

– Шулай, бер шиғри юл да яҙмайынса, кешенең әйберен ҡарап, тикшереп, тәнҡитләп ултырыусыларға аптырап ҡарайым, йәки базаһы булмаған килеш эшләп маташыусыларға. Үҙең яҙып ҡара тәүҙә, шунан кешене тикшер!

– Бала табып ҡарамаған килеш әсәлек хаҡында бер туҡтауһыҙ сығыш яһап, аҡыл өйрәтеп йөрөгән, һин әйтмешләй, тоҡан йәмғиәт эшмәкәрҙәре иҫкә килеп төштөсө...

– Яҙа икән, тимәк, кешенең әйтер һүҙе бар, ижадҡа ул былай ғына килмәгән. Эйе, кешенең бар ижады ла камил ғына була алмай, бер әҫәре менән һуш киткес эҙ ҡалдырыуы, бер хикәйәһе менән уңыш ҡаҙаныуы мөмкин. Шуларҙы күрә белеү кәрәктер, әгәр тикшерергә тотонаһың икән. Кешенең ижадына уның үҙенсәлеге нимәлә тигән һорау менән тотонаһың, ә ниндәйҙер стандарттар менән баһалау өсөн түгел. Бына шул осраҡта әҙәбиәт белгесенең яҙғаны ла – ижад.

Йәшлектәре донъяуи ҡиммәттәрҙең аҫты өҫкә килгән саҡҡа тура килгән, совет осороноң буш ҡалъяһынан бер нәмә лә эләкмәгән, бары тик үҙ көсө менән аяҡҡа баҫҡан ике меңенсе йылдар дәүере вәкиле ул Луиза Риф ҡыҙы Кирәева ла. Шул уҡ ваҡытта, был быуындың типик персонаждарына хас булған заман тулҡынына бирешмәҫ өсөн әрһеҙлеккә, сауҙәгәрлеккә өйрәнеү уны урап үткән. Ул заман ҡуйған уйын рәтенә күҙ йомоп, үҙ ҡағиҙәләре менән йәшәй, һәм, ғәжәп, һис тә отолмай. Бының сәбәбе, бәлки, ата-әсәһенең сағыштырмаса оло быуын кешеләре булыуында, күп балалы ғаиләлә үҫеүендә, хатта баяғы мең-меркетлегендәлер ҙә... Һәр ваҡыт үҙеңә юғары талаптар ҡуйыу шәхесте башҡалар алдында баһалы итһә лә, үҙенә уның бик еңел дә түгел, был тәбиғи. Ләкин булмышың, ни тиклем генә көсөргәнешлек талап ителеүгә ҡарамайса, ҡояштың тик яҡты яғына үрелеүҙән туҡтамай икән, был үҙеңә ҡарата аяуһыҙлыҡ түгел, миһырбанлыҡтыр. Ахырҙа бар ғәмәлдәр бары ике үлсәүгә бүленеп һалыныуын белеүҙән, онотмауҙандыр.

Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА әңгәмәләште.

Луиза Кирәеваның шәхси архивынан
Фото:Луиза Кирәеваның шәхси архивынан
Читайте нас: