Әллә ниңә бәләкәй сағында ололарҙың һөйләшкәнен тыңлап ултырырға
ярата ул, уларҙың һуғыш йылдары хаҡындағы хәтирәләренән тетрәнә, ни хәл
итәһең, тормош бит тип, фекер төйнәп ҡуйыуҙарын да зиһененә урай йөрөй.
Йорттары алдарындағы оҙон эскәмйәгә кис кенә түгел, төш мәленә ла ауылдың
ир-аты йыйылып китер була. Шул гәп һатыуҙарының береһендә география
уҡытыусыһы, хәҙер шундай замана килде, балаларығыҙ кеше булһын тиһәгеҙ,
уҡытырға тырышығыҙ, ти ҙә, һәр кеменән, балаңды ҡайҙа уҡырға ебәрергә
уйлайһың , тип һораша башлай. Баҡса утап ултырған Айһылыуҙың ҡолағы
ҡарп итеп ҡала. Береһе, минең балам табип буласаҡ, кемдер педучилищеға
ебәрергә уйым бар, ти. Атаһы иһә етди тауыш менән, минең ҡыҙым яҙыусы
буласаҡ, тигәс, уҡытыусы ағай ниңәлер, әллә булмаҫтайҙы һөйләй тинеме
икән, көлөп ебәрә. Башҡа ир-ат был уңайһыҙ хәлде йомшартмаҡ булып, эйе,
эйе, Айһылыу күп уҡый бит, Зәйнәб Биишеваның ҡалын китабын да әллә
нисә тапҡыр уҡып сыҡҡан, тиҙәр, тип Шәйхетдиндең һүҙҙәрен йөпләргә
тотона. Күп уҡығандан ғына кеше яҙыусы булмай ул, ҡыҙыма Хоҙай үҙе һәләт
биргән, тип ҡуя атай кеше. Уның ышаныслы итеп әйткән был һүҙҙәрен буласаҡ
әҙибә Айһылыу ЙӘҒӘФӘРОВА төпкөл аңына шыплап һалып ҡуя.
Тирә-яҡҡа күрәҙәсе тип даны сыҡҡан Шәйхетдин Шәйхеғәлләм улы Айһылыу
ҡыҙының булмышын үтәнән-үтә күргәндер. Хәйер, уның үҙенә күрә бер шауҡымлы
бала икәнен аңлар өсөн әллә ниндәй һәләт тә кәрәкмәгәндер. Барса ауыл балалары
Һаҡмар буйында, кемеһе ҡом менән самауыр ялтыратып, бәләкәйерәк ҡыҙҙар һыу
төшөп, итәктәре менән селтей һөҙөп, малайҙар ҡармаҡ селәүләп мәж килгәндә, ул
һәр ваҡыт аяҡтарын ағым һыуға тығып, тәбиғәттең хозурлығына һоҡланып шым
ултырырға ярата. Шулай бер ултырыуында, әле ул саҡта мәктәпкә лә төшмәгән була,
башына килгән тәүге шиғырын әле лә иҫләй: /Беҙҙең Һаҡмар буйҙарында/ Төрлө
сәскәләр үҫә,/ Аҡ сәскәләр, күк сәскәләр/ Тәмле еҫтәрен сәсә/, тигән юлдар күңеленә
килгәс, аңлатып бөткөһөҙ тантаналы, татлы хис кисерә ул.
Айһылыу Йәғәфәрова башланғыс класты тыуған ауылы Әхмәттә тамамлап,
бишенсегә иптәштәре менән Ҡырҙас мәктәбенә бара. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән
уҡытыусы Рәфҡәт Мәхийәнов алып барған әҙәби түңәрәккә, шулай уҡ рәсем түңәрәгенә
яҙыла. (Рәсемде лә яҡшы төшөрә, яҙыусы булмаһам, рәссамлыҡҡа китер инем, ти
ул). Шәл бәйләү түңәрәгенә лә яҙыла, тик өйҙәгеләр, ике шөғөл етеп торор, тип
тыйып ҡуя. Эш хаҡы түләп ҡаратырға форсаттары булманымы икән, Әхмәттәге ауыл
клубын балаларға шефлыҡҡа бирәләр. Урта кластарҙа уҡыған ҡыҙ-малайҙар сиратлап
уның иҙәнен йыуып, мейесенә ваҡытында утын яғып торорға тейеш була. Хатта ки
тамашалар ҡуйыуҙы ла үҙ өҫтәренә алалар. Айһылыуға был хәл үтә лә оҡшай. Йәһәт
кенә ҡыҙыҡлы пьеса яҙып ташлай, репетициялар үткәреп, ауылдаштарына айына
бер-ике премьера күрһәтеп торалар. Шулай, бер тамаша ҡуйып яталар, Йомабикә
әхирәте автор һүҙҙәрен уҡып тора, икенсе бер ҡыҙ менән Айһылыу – төп ролдә. Зал
туп-тулы, урын етмәгәс, күптәр үҙ ултырғыстары менән килгән. Бер ҡыҙыҡ репликанан
һуң тамашасылар ҡапыл көлә башлай. Улар көлгәнгә түҙә алмай, сәхнәләге ҡыҙҙар ҙа ауыҙҙарын ҡаплап ситкә әйләнә. Йомабикә шул саҡ уларға, әртистәр, үҙегеҙ көлмәгеҙ, әтеү
һүҙҙәрегеҙҙе онотаһығыҙ, ти. Шунда Айһылыу асыуланыңҡырап, үҙем яҙған пьесаның һүҙҙәрен нисек онотайым инде, тигәс, залдағылар дәррәү ҡул сабып, йәнә лә рәхәтләнеп көлөшөп ала. Бер ваҡыт яҙыусылар килә тип ишетеп, Әхмәттән йәйәүләп Асҡарға осрашыуға баралар. Абдулхаҡ Игебаев, Марат Кәримов, Мөхөтдин Тажиҙың сығыштарын ауыҙ асып тыңлай ҡыҙ бала. Абдулхаҡ Игебай “Аҡбуҙат” исемле йыйынтығын ҡулында һелкетеп, күрәһегеҙме, бынау китабым нисек таушалып бөткән, мин уның шулай иҫкереп бөткәненә бер ҙә ҡайғырмайым, киреһенсә, ҡыуанам ғына, тимәк, уны әллә күпме бала уҡып сыҡҡан, ти. Сара аҙағына яҡынлашҡас, яҙыусылар, уҡыусылар араһында ҡәләм тибрәтеүсе юҡмы, тип ҡыҙыҡһына. Шунан уның менән килгән дуҫтары уға әйләнеп, Айһылыу, баҫ, шиғырҙарыңды уҡы, тиҙәр. Ҡыҙыҡай аптырап баҫа ла, оялышынан ҡыҙарып, башын эйеп тик тора, бер һүҙ ҙә әйтә алмай. Шул саҡта Мөхөтдин Тажи: “Хәҙер оялып торһа ла, ҙур үҫкәс, Һәҙиә апайы һымаҡ роман яҙыр әле был ҡыҙ!” – ти. Сәмле үҫмер шул мәлдә уңайһыҙ хәлгә ҡалыуына асыуланып йоҙроғон йомарлап, барыбер яҙыусы буласаҡмын, тип эстән генә үҙенә һүҙ бирә. Зәйнәб Биишеваның повестарын уҡып дәртләнгән ҡыҙ ауылда тимурсылар командаһы ойоштороп ебәрә. Йәйге каникулда иптәш ҡыҙҙары менән фермаға эшкә яҙылып, хәлдән тайып арыһа ла, утыҙар һыйыр ҙа һауып йөрөй. Туғыҙынсы класты Ташбулат ауылында, туғандарында йәшәп уҡып тамамлауына районда башлап өс урында, Асҡарҙа, Йәнгелдә һәм Красная Башкирияла балалар баҡсаһы асыла. Әбйәлилдән дүрт ҡыҙҙы Ишембайҙа асылған
тәрбиәселәр әҙерләү курстарына йүнәлтәләр. Береһе баштан уҡ бармай ҡала, икенсеһе
барып, буласаҡ һөнәрҙең нимәнән ғибәрәт икәнен төшөнгәс, ул нисек була инде ул,
кешеләр рәхәтләнеп эшкә йөрөгәндә мин ниңә эшләмәй, көнө буйы ыҙалап уларҙың
балаларын ҡарап ултырырға тейеш, тип Ишембай трикотаж фабрикаһына эшкә
төшә. Ә Йомабикә әхирәте менән Айһылыу районға был изге һөнәрҙе үҙләштергән
тәүге ҡарлуғастар булып ҡайтып төшә. Ҡайҙа эшләгең килә, тигәстәре,
Магнитогорскиҙағы ағайыма яҡын тип, Красная Башкирияны һайлай. Был ҡасабала
атаһының һуғышта үлгән бер туған ҡустыһының ҡатыны йәшәй, ҡыҙ уларҙа йәшәй башлай.
19 йәшендә айбарланып роман яҙырға тотона
Еңгәһе яңынан тормошҡа сыҡҡан була. Иптәше ферманан гел һуң ҡайта. Айһылыу
менән еңгәһе оҙон кистәрҙе икәүләп серләшеп уҙғара. Еңгәһе йәшлеген һөйләй –
Ҡағы яғында урман ҡырҡып ятҡандарында күргән ыҙаларҙы, атаһының ҡулға алы-
ныуын, мөхәббәт тарихтарын. Күрмәгәндәрҙе күрелде инде, бер ултырып яҙһаң ине
ул ошо михнәттәрҙе, ти. Еңгәй, үҙем яҙам мин уны, тип 19 ғына йәшендә айбарланып
роман яҙырға булып китә. План төҙөп ала. Әйткәндәй, “Килендәр” романында
ҡәҙерле еңгәһенең яҙмышы Зәлифә образы аша бирелгән.
Төп эшендә лә һис бушамай Айһылыу, яңы асылған баҡсала һәр нәмәне үҙ
ҡулдары менән булдыра, уйынсыҡтар тегә, плакаттар төшөрә, методик белешмәләр
яҙа, ағастар, сәскәләр ултырта, мәшәҡәте тауыҡ сүпләһә бөтөрлөк булмай. Йәнә лә
үҙешмәкәр түңәрәккә йөрөй, комсомолдарҙың киске мәктәбендә староста, комсомол
секретары ярҙамсыһы, ҡатын-ҡыҙҙар советы һәм бәлиғ булмаған балалар комиссияһы
ағзаһы ла була әле үҙе лә балалыҡтан сығып бөтмәгән йәш, әммә сымыры һылыу.
Бынан тыш, район гәзитенә лә әүҙем яҙыша, “Осҡон”доң штаттан тыш хәбәрсеһе
була. Көн дә кинонан һуң ҡалып үҙешмәкәр түңәрәк ағзалары менән бергәләп репе-
тициялар үткәрәләр, шунан һуң төнгө ун икелә генә өйгә ҡайтып етә. Төнгө һалҡын
һауаны ярып атлағанында көнө буйы башҡарған эштәрен самалап, ҡәнәғәтлек
кисерә. Йәшлек ауанлығы менән шулай үҙен аямай эшләй ул. Ә инде ҡайтып еңгәһе
әҙерләгән ризыҡ менән туҡланып алғас, иң бәхетле минуттары етә, яҙырға тотона.
“Совхоз тын, күңелгә рәхәт. Көн дә яҙырға тырыштым, төнгө икеләргә тиклем яҙа
инем. Яҙа башлаһам, биттәрем ҡыҙара, йөрәгем тулай, уйҙарым артынан өлгөрә
алмай яҙам, әйтерһең дә миңә өҫтән кемдер һөйләмдәрҙе ҡолағыма бышылдап
тора. Геройҙарымдың араһында йөрөйөм, кейемдәрен, хатта төймәләренә тиклем
күрә инем. Төнгә икеләрҙә күрше Тамара апай ҡайта, ул мунса яғыусы булып эшләй
ине, мин уның малайын йоҡлата торғайным. Һаман яҙаһыңмы, туғаным, ти, мин,
эйе, өлгөрә алмайым, тием. Улай булғас, һиңә бер нәмә эшләтәм, тине лә бер нисә
көндән трибуна күтәреп килеп инде. Өҫтәлгә урынлаштырҙыҡ, ручка һала торған
йәтеш кенә уйымы ла бар ине хатта. Хәҙер тороп яҙа башланым, үҙемде
ышандырғанмынмы икән, ысынлап та, йәһәтерәк яҙылған һымаҡ. Биш йыл яҙҙым
да ҡуйҙым, меңгә яҡын бит булып китте. Ҡараламанан күсереп яҙыуға тағы ла дүрт
йыл сарыф ителде. Ул арала эшләп йөрөйөм, балалар өсөн китаптарым сыҡты,
депутат иттеләр, балалар баҡсаһында мөдир булып киттем. Айырым фатир ҙа
бирҙеләр. Үәт бит, фырт Европа йәштәре һымаҡ башта бөтә нәмәне лә булдырып,
шунан ғына егерме туғыҙ йәшемдә Уразбай ағайығыҙға кейәүгә барҙым”, – ти
Айһылыу Шәйхетдин ҡыҙы йәшлек йылдарын ғорурлыҡ менән хәтергә алып.
Ә беҙ яҙыусының 19 йәшлек сағына кире әйләнеп ҡайтайыҡ әле. Романды яҙа
башлағас, ҡыҙ беренсе закунный отпускыһына сығып, тыуған ауылына ҡайта.
Ауылындағы ололарҙан йәшлектәре хаҡында һөйләтеп, иҫтәлектәрен аҡ ҡағыҙға
теркәй, шулай итеп буласаҡ әҫәренә материал туплауын дауам итә. Үгәй әсәһенән дә
шанлы йылдар, уның утын ҡырҡыуҙа йөрөгәнендә күргән нужалары хаҡында һораша.
Шул саҡта ул ҡыҙ юҡ менән булашып ваҡытын әрәм итә тип уйлапмы, иренә, ҡуй,
яҙмаһын, нисек бала ғына кеше ундай нәмәне яҙа алһын инде, ти. Шунан атаһы, әгәр
яҙам тигән ваҡытында юл бирмәһәк, ҡеүәтләмәһәк, һинән булмай, тип туҡтатһаҡ,
уның яҙыусылыҡ юлы ошонда өҙөләсәк, әйҙә, беҙ уға ярҙам итәйек, һөйлә
хәтирәләреңде, тип эште яйлап ебәрә. Зәкирә исемле үгәй әсәһенең яҙмышы
“Килендәр”ҙә Яңылбикә образы аша асыла. Кирәмәтсе Шәйхетдин бабай романды
күҙ уңында тотоп ҡыҙына ошо китабың һиңә ҙур билдәлелек алып киләсәк, әммә уға
бәйле хәсрәттәрең дә күп булыр, был китабың ғүмер буйы һинең менән бергә
буласаҡ, күңелеңдән сыҡмаясаҡ, ти. Тап шулай килеп сыға ла.
Ҡулъяҙманы ҡайҙа машинкала баҫтырырға тигән мәсьәлә килеп тыуа. Хәҙер генә
ул компьютерҙы асаһың да рәхәтләнеп клавиатураны шыҡ-шыҡ килтерәһең. Ә ул
заманда текст баҫыу машиналары ла һирәк кенә ерҙә була, уларында ла сират, түләүе
лә ҡиммәт. Таныштары аша һөйләшеп Өфөлә радиола эшләгән ҡыҙға оҙата яҙмаларын
Айһылыу апай. Тик уның бәләкәй балаһы булып сыға, ана баҫам, бына баҫам тип
ҡулъяҙманы ике йыл үҙендә тота. Аптырағас, унан алып, Матбуғат йортондағы ма-
шинистка ҡыҙҙарҙы эҙләп бара. Шулай итеп, романды яҙа башлағандан һуң ун ике
йыл самаһы ваҡыт уҙғас ҡына уны машинкала баҫтырып алыуға өлгәшә.
Кеше күп уҡыуҙан таушалған китаптарҙан күргәҙмә
Ә инде китап сығарыу тарихы тағы ла оҙонораҡ була. “Ағиҙел”дә проза бүлеген
алып барған Рәшит Солтангәрәев, Айһылыу, һин был дүрт томлыҡ романды былай оҙон килеш бер ҡасан да ташҡа баҫтыра алмаясаҡһың, ти. Беләм инде ул
ҡыҫҡартыуҙарҙы, тереләй тирене йырғыслаған һымаҡ буласаҡ, тип тә өҫтәй. Шулай
итеп, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары араһынан өсөнсө булып роман яҙыуға тотонған,
беренсе булып тетралогия (4 томдан торған роман) ижад иткән Айһылыу Йәғәфәроваға
осраҡлы осраҡлыҡтармы, әллә яҙмыштың бүтән ғәләмәте булыпмы, был китабын
тулы килеш баҫтырыу бәхете яҙмай.
– Ҡыҫҡартыуҙы бит кеше эшләй алмай, үҙемә машинка кәрәк. Һыйыр алырбыҙ,
тип аҡса йыя инек. “Башҡортостан” гәзитендә машинка һатыла тигән иғланды күреп
ҡалдыҡ, ул “ә” хәрефе урынына “э” баҫа икән, шуға һаталар. Иптәшем мең бәлә
менән шуны алып ҡайтып бирҙе. Ҡыҫҡартылған килеш тә нәшриәттә оҙаҡ ятты ро-
маным. Йәнә алып ҡайтам, йәнә ҡыҫҡартам, тағы сыҡмай ята. Мөхәррирҙәргә бүлеп
биргәндәр ҙә, улар бер-береһе менән килешмәй ҡыҫҡартҡан, һөҙөмтәлә бәйләнешһеҙ
урындары киткән. Башымды ташҡа бәрерҙәй булдым. Шулай байтаҡ мәшәҡәтләнә
торғас, инде өмөтөм өҙөлөп яҙыусылыҡҡа ҡул һелтәргә тип ҡарар итеп бөткәндә, 45
йәшемә мең биттән ике йөҙ ҙә илле биткә ҡалдырылып мөнтәлгән “Килендәр”
романын ике томлыҡ килеш ҡулыма алдым, – яҙыусының күҙҙәренән тәгәрәгән
һаран йәштәргә нисек яуап бирергә белмәйем. Айһылыу апай, тағы кемдең романдарын
шулай китап ылбырап бөткәнсе ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡығандар әле, тием. Ысынлап
та, мин ауылыбыҙ китапханаһынан алып уҡыған ул китаптың тыштары йыртылып,
үҙе таушалып бөткәйне. БДУ-ла уҡыған саҡта инде уҡыу программаһы буйынса шул
китап кәрәккәс, З. Вәлиди исемендәге китапхананан алған “Килендәр” ҙә ауылдағыһы
һымаҡ уҡ күп уҡыуҙан ойпаланып бөткән ине. “Эйе шул, роман сыҡҡас, ҡайҙарға
ғына осрашыуҙарға саҡырманылар, китапханаларҙа иң таушалған китап минеке
булды. Хатта үҙебеҙҙең район китапхана селтәре шул әрһеҙләнгән китаптарҙы йыйып
күргәҙмә лә ойошторҙо. Шул күргәҙмә минең өсөн иң ҡиммәтле бүләк булды”, – тип
йылмая прозаик.
Ә ул ижад иткән “Ҡыпсаҡ ҡыҙы” һуң? Төп героиняһы Нәзирә өләсәһенең исемен
йөрөткән ул әҫәр М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрында ҡайһындай
аншлаг менән барҙы! Ошо пьесаһы менән ул ирҙәре менән бергә яуға йөрөгән,
тарихта тиңе булмаған ҡаһарман башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының данын күтәрҙе, уларға
һәйкәл ҡуйҙы бит. Әҫәре сәхнәлә аншлаг менән барған бер мәлдә ҡатындарҙың
һуғыштарҙа ҡатнашыуы иҫбатланмаған факт тип уның йөҙөн йыртыусылар ҙа табыла.
Ундайҙарға Айһылыу апай:
– Дөрөҫ әйтәһегеҙ, ул осорҙа бүтән бер халыҡтың да гүзәл заттары көслө зат
менән бер ҡатарҙан яуҙа йөрөмәгән. Беҙҙекеләр генә ирҙәр менән типә-тиң булып
ҡорал тотҡан, башҡорт яҙыусыһына ышанмаһағыҙ, В. Зефировтың “Йәнтүрә
хикәйәләрен” уҡығыҙ, – тиер булған. Ә инде тиҫтә йыл самаһы элек 1-се башҡорт
полкы француздар менән бәрелешкән яланда, Смоленск янында, эҙәрмәндәр башҡорт
ҡатын-ҡыҙҙары сәстәренә тағып йөрөгән сулпыларҙы табып, фотоларын интернет
киңлегенә һалғас, Айһылыу апайҙың түбәһе күккә тейә.
Ауылың түңгәүерҙәр йәшәгән төбәктә лә инде, ни өсөн үҙебеҙсә, тамъян йә
түңгәүер ҡыҙы тип алманың әҫәр исемен, тием. Баҡтиһәң, Айһылыу апайҙың
олаталары был тарафтың иркен туғайҙарына ҡыҙығып Әхмәткә Бөрйән районының
Килдеғол ауылынан күсенгән икән. Килдеғолда әле лә туғандары етерлек. Был
әҫәрендә асылда ул әсәһенең, өләсәһенең булмышын биргән. Үҙеңдә лә ҡыпсаҡ
ҡыҙҙарына хас саялыҡ етерлек инде, күпме һынауҙар аша уҙып та бирешмәгәнһең,
тием апайға. “Ҡайҙа инде ул миндә саялыҡ. Мин кеше өсөн тигәндә генә ҡыйыу. Ә
былай, атайым әйткән Хоҙай биргән һәләтем арҡаһында ғүмерем буйы башымды
эйеп кенә яҙышып тик ултырҙым”, – тип йылмая әңгәмәсем.
Ун йыл эсендә А.С. Пушкиндың барлыҡ
әкиәттәрен дә башҡортсаға ауҙара
Хеҙмәт батыры ул Айһылыу Йәғәфәрова, ер кешеһе. Ололар өсөн дә, балалар өсөн
дә берҙәй оҫта яҙылған тиҫтәләгән повесть, хикәйә, романдар, әкиәттәр, шиғырҙар,
тәржемә китаптары, ул төҙөшкән дәреслектәр, уҡытыусылар алдында һөйләгән
һанһыҙ лекциялары, ғүмер буйы яҙған көндәлектәре, донъя күреүгә үҙ сиратын
көткән һәм көтмәгән ҡулъяҙмалар… Данын республика кимәленә күтәргән, пенсияға
киткәнсе мөдирлек иткән балалар баҡсаһы. Әсәләренән бынамын тигән тәрбиә
алған Зөлфиә ҡыҙы, Ирек улы… Һуңғы йылдарында түшәктә ятҡанында балалай
ҡарағаны өсөн мең рәхмәтле булып яҡты донъяларҙан киткән тормош иптәшенең
фатихаһы… Яландай баҡсаһындағы сәскә-гөлдәре, арандай теплицаһы… Һаман да
һарайында 74 йәшлек хужабикәләренең һауынға сығыуын көтөп торған ике һәүкәше,
кәзәләре, тауыҡтары… Уның донъяһы бына шуларҙан ғибәрәт.
Ә шулай ҙа, бала саҡ илен күңелдәрендә ҡәҙерләп һаҡлағандар өсөн Айһылыу
Йәғәфәрова тәү сиратта барыбер ҙә – әкиәтсе. Ул тыуҙырған әкиәттәр донъяһындағы
мөғжизәләргә сорналып тотош быуындар үҫте. “Сәнскеле күлдәк, “Алтын тараҡ”,
“Һайыҫҡан – почтальон”, “Ҡойон батшалығында” – ошо һәм башҡа әкиәттәре,
уларҙың сағыу һүрәттәре лә, китап исемдәрен атағас, күптәрҙең хәтерендә яңырып
күҙ алдына килгәндер. Ул – бик күп донъя халыҡтарының әкиәттәрен башҡорт
теленә ауҙарған атаҡлы тәржемәсе лә.
– Балалар баҡсаһында бәләкәйҙәрҙе һәр ваҡыт әҙәбиәт аша тәрбиәләнем. Мәғариф
министрлығына мәктәпкәсә йәштәге төрлө төркөм балалары өсөн әллә нисә хресто-
матия төҙөүҙә ярҙам иттем, ҡайһы берәүҙәрен яңғыҙым да эшләнем. Шундай
йыйынтыҡтарҙың береһен әҙерләгән ваҡытта, әйҙә, А.С. Пушкиндың берәй әкиәтен
дә уҡыу әсбабына индерәйек, тип тәҡдим иттем. Тапһаң, индер, тинеләр. Булмаһа
ни, үҙем тәржемә итәм, тинем, әммә тотоноп ҡарағайным, тәржемәләнмәй ҙә ҡуя,
тәүге хрестоматияға мин бөйөк шағирҙың әкиәтен шулайтып индерә алманым. А.С.
Пушкин бит әкиәттәрен ололар өсөн яҙған, ә миңә балаларға тәғәйенләп тәржемәләргә
кәрәк. Сәмләнеп киттем, яҙыусы хаҡындағы яҙмаларҙы өйрәнә башланым. Бер
ваҡыт Мәскәүҙә А.С. Пушкин менән П.П. Ершов осраша. “Конек-горбунок”ты уҡыным,
шул тиклем матур, халыҡсан яҙғанһың, ти ул Ершовҡа. Шунан һуң, Рәсәйҙә ҙур
әкиәтсе тыуҙы, мин бүтән әкиәт яҙмаясаҡмын, ти Пушкин, һәм яҙмай ҙа. П.П. Ершов
та башҡа әкиәт яҙмай, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Шунан Ершов был әкиәтен Себер
даруғаһының Ишем буйы башҡорттарынан ишетеп яҙған тигән фараздарға ла
осраным. Ысынлап та, хатта В. Белинский ҙа был әкиәт хаҡында, был әҫәр рус
телендә яҙылһа ла, унда урыҫ рухы юҡ, тигән. Ошо мәғлүмәттәр менән танышҡас,
туҡта әле, Ершовты уҡып ҡарайым, тинем. Уҡый башланым. “За лесами, за горами…
” тип 8-7 үлсәме үҙенән-үҙе уҡыла, А.С. Пушкиндың да шул үлсәмдәге шиғырҙары
бар, башҡорт эпостары, ҡобайырҙарында ла бындай юлдар йыш осрай, беҙҙеңсә
булһын, тип мин дә шул үлсәмдә тәржемәләргә тотондом һәм отолманым. А.С.
Пушкиндың әҫәрҙәрен төп нөхсәһендәгесә аҙым менән тәржемә итеп ҡарауым
уңышһыҙлыҡҡа осраһа, был яңы үлсәмдә ул үҙенән-үҙе башҡортсаға әйләнеп бара
ине. Ун йыл эсендә барлыҡ әкиәттәрен дә башҡортсаға әйләндереп бөттөм һәм уны
шунда уҡ нәшриәт баҫып сығарып, мәктәптәргә таратты, – тип балалай шатлана Айһылыу Шәйхетдин ҡыҙы.
Әүлиә өләсәһе малайҙарына өшкөрөлгән һайыҫҡан итен ашата
Айһылыу Шәйхетдин ҡыҙы ихласлығы, бала күңеллелеге менән Шәйхеғәлләм
олатаһына оҡшаған. Ул башта – улдары, һуңынан ейәндәре менән сәкән һуҡҡан,
гөргөлдәк, ләпәк уйнаған. Еңел кәүҙәһенә хәрәкәтле уйындар килешеп торһа ла,
уның бала-саға ыңғайына йөрөүен килештермәй өләсәһе, оло башың менән шулай
йөрөү оят түгелме, тип әрләшеп тә алыр булған. Совет йылдарында күп атайҙар
хөкүмәт эшенән башҡаны белмәгәндә уның был холҡо ситен тойолғандыр, күрәһең.
Өләсәһе орошҡан саҡтарҙа олатаһы, һин бына ҡыҙҙарыңа ойоҡто ошолайтып бәйлә,
тип ситтән өйрәтеп тормайһың да инде, эргәһенә ултырып бәйләп күрһәтәһең, мин
дә малайҙарға уйынды үҙем уйнап өйрәтәм, тигән. Өйрәтмәйһең дә инде, уйнайһың,
ти икән өләсәһе үпкәләп. Уға яуап итеп олатаһы, һуң уйындың рәтен өйрәтеүҙе әллә
уйын эш тип беләһеңме, тип ебәрер булған. Ҡартайғанса сәхнәлә бейеп, Асҡарға
үҙешмәкәрҙәр смотрына ла йөрөгән бабай. Шунда район үҙәгендә саҡта бер режиссер,
ай-һай, йөрөшөң еңел, йәшең улай ҡарт түгелдер, йәбештергәнһеңдер тип аҡ һаҡалын
тартып ҡараған, ти хатта. Инде бөтөнләй олоғайып, йөрөй алмай башлағас, дәртле
ҡарт үҙе таҡмаҡ әйтеп ултырғыста ултырған килеш бейегән, тип һөйләйҙәр. Ана шул
Шәйхеғәлләм олатаһының атаһы Хәсән бабай тирә-яҡҡа билдәле атаҡлы күрәҙәсе
була. Кирәмәттәр күрһәтә, өшкөрөп дауалай. Ул үҙенең һәләтен, заттарындағы йола
буйынса, ейәненә – Айһылыу апайҙың атаһы Шәйхетдингә тапшыра ла инде.
Совет заманында күрәҙәлек ҡаты тыйылғас Шәйхетдин балаларына был хаҡта
һөйләп йөрөүҙе тыя. Ә шулай ҙа үҙенә бер туҡтауһыҙ йәшертен, күп осраҡта төн
йөҙөндә кеше килә. Атаһы уларҙың береһенә лә ҡуй тимәй, ҡабул итеп, ярҙам ҡулын
һуҙа.
Бөйөк Ватан һуғышы башланып, мобилизация иғлан ителгәс Айһылыу апайҙың
әүлиә өләсәһе Нәзирә өйҙәге ике улы Фазлетдин менән Шәйхетдингә һәм Мөхәррәм
ейәненә тышҡа сығып ниндәй ҙә булһа ҡош тотоп индерергә бойора. Тик ҡарға
менән сәүкәгә генә теймәгеҙ, улар беҙҙең изге ҡоштар, ти. Егеттәр өсөһө лә һайыҫҡан
һуйып килтерә. Нәзирә шул өс һайыҫҡанды ла бешереп, һәр береһенә үҙе тотҡан
ҡоштоң итен имләп, доғалар уҡып ашата. Ә инде береһе Бөрйән районы Байназар
яғында йөрөгән, икенсеһе Белоретта заводта эшләгән улдарының был йоланы
атҡарыуҙан мәхрүм ҡалғандарына илап бер була. Ысынлап та, ҡош ите ашап киткән
өс егет тә һуғыштан имен-һау әйләнеп ҡайта, ҡалған икеһе һәләк була.
Ғаиләһенән биш егетте һуғышҡа алып киткәстәре, Айһылыу апайҙың олатаһы
барса килендәренән дә ейән-ейәнсәрҙәрен үҙенә алдыра. Һеҙ уларҙы астан үлтереп
ҡуйырһығыҙ, минең янда бирешмәҫһегеҙ, ти. Башҡалар сәсмәгән картуфты сәсә,
уны төндәрен ҡарауыллап сыға. Ейән-ейәнсәрҙәрен эйәртеп урманға төрлө ашарға
яраған үҫемлек-тамырҙарҙы йыйырға йөрөй. Шулайтып, уның ейән-ейәнсәрҙәре барыһы ла тере ҡала.
Йүргәктәге бала арҡаһында байтаҡ кеше ас үлемдән ҡала
Айһылыу апайҙың атаһы Шәйхетдин Шәйхеғәлләм улы Башҡорт кавалерияһы
дивизияһына эләгә. Дивизия тарихындағы иң ҡара төндә командиры Миңлеғәле
Шайморатов менән атакаға бергә бара. Әммә ҡулы ҡаты яраланғас, иптәштәре уны
мәктәп бинаһына һалып китә. Эргәһенә шулай уҡ ҡулы яралы райондашы тура килә.
Бер мәл ҡаты алыш тауыштары ҡапыл тынып ҡала. Шул саҡ Шәйхетдиндең күҙҙәренән
йәштәр тәгәрәй. Нишләп илайһың ул, тип һорай унан яҡташы. Ошо минутта командирыбыҙ һәләк булды, тип яуаплай күрәҙә Шәйхетдин. Торараҡ мәктәпкә фа-
шистар тула. Тик улар ҙа бик арыған була, ике ҡораллыны ҡарауылға ҡуйып, йоҡларға
таралыша. Шунан уҙаман яҡташын ҡасырға өндәй, уныһы юҡ, беҙҙе шундуҡ атасаҡтар,
тип башта ыңғайламай. Һинең ғүмерең бер көнлөкмө, беҙ ҡайтып донъя көтәсәкбеҙ,
балалар үҫтерәсәкбеҙ, ҡулдар яралы булһа ла, аяҡтар һау бит, тип күндерә. Фашистар
уянмай. Атаһының һиҙемләү көсө уларға бында ла ярҙам итә, ике яралы шыуышып
таңға табан үҙебеҙҙекеләргә барып ҡушыла. Икеһен дә Ташкентҡа госпиталгә
ебәрәләр. Унда әпәүләп тормайҙар, гангрена китмәһен тип яралыларҙың ағзаларҙы
ҡырҡа ла ҡуялар икән. Бәхеткә күрә, хирург, һеҙ ҡайҙан, тип һорай, Шәйхетдин беҙ –
әбйәлилдәр, ти. У-уй, яҡташтар ҙаһаң, мин Мәғниттеке, ти теге табип. Мин һеҙҙе
йүнәлтәм, ҡулығыҙҙы ҡырҡмайым, тип ампутация эшләмәй, кире палатаға ебәрә.
Икеһен дә аяҡҡа баҫтыра, ҡатыныма тапшырырһығыҙ тип, күп итеп күстәнәс тоттороп
оҙатып ҡала аҙаҡ. Атаһы менән бергә булған шул ағай йыл һайын изгелекле яҡташ
табипҡа арнап ҡорбан салыр булған. Һуғыштан ҡайтҡас, Шәйхетдин ауылдаштарына
ошо ваҡиғаларҙы һөйләй. Ауылдарындағы бер бригадир, Украиналағы мәктәптә
шул бер нисә сәғәт кенә яралы килеш немец һағы аҫтында ятыуын белеп ҡалғас та,
уны фашистарҙа әсирлектә булған тип, органдарға донос илтә. Ярай бирешмәйҙәр,
ҡустыһы менән Ленинградҡа, башҡа ерҙәргә яҙып, ялыуҙы ғәмәлдән сығарыуға
өлгәшәләр, шулай итеп, төрмәнән ҡотолоп ҡала.
Һуғыш бөтһә лә, әле уның эҙемтәләре тиҙ генә үтмәй. Ауылда халыҡ бик ыҙа
сигеп йәшәүен дауам итә. Айһылыу апайҙың әсәһе Шәмсиямалдың бушаныр көнө
етеп килеүенә ҡарамай баяғы этлекле бригадир уны Ҡаран йылғаһы буйындағы
йәшелсә баҫыуын ҡарауылларға ебәрә. Шунда тулғағы тота. Шул яҡта Шәрифә тигән
инәй (үгәй әсәһенең әсәһе була) һыйырын эҙләп йөрөгән була. Алыҫтан уның һәү-
һәүләгәнен ишетеп, эсен тотоп бөгөлөп төшкән ҡатын Шәрифә инәйгә, бысаҡ алып
кил, тип һөрәнләй. Аслыҡтан саҡ йөрөгән әбей Шәмсиямал уға берәр шалҡан-фәлән
бирергә итәме икән, тип ҡыуанып йүгереп килә. Шулай итеп, ҡарауылды ташлап
китергә ярамағас, Айһылыуын – буласаҡ әкиәтсе-яҙыусыны ҡырҙа, ерҙә таба. Ергә
төшкән баланың киләсәктә бер шауҡымы, кирәмәте була, тиҙәр халыҡта. Ауыл
халҡының бик ҡаты асыҡҡан осоро була. Яландағы баҡсанан бер бөртөк йәшелсә
алып тотолғандарҙы ла, баҫыуҙан бер башаҡ иген алып ҡайтҡандарҙы ла яуыз
бригадир төрмәгә оҙатып тора. Йәш балаһы бар тип тормай, Шәмсиямалды инде
бригадир ураҡҡа сығара. Шунда өҙлөгә ул. Хәлимә тигән ҡатын ике сәғәт һайын
Айһылыуҙы яланға, әсәһенә имеҙергә алып йөрөй. Шул йәш бала арҡаһында байтаҡ
кеше ас үлемдән ҡала. Эш былай була, әсәһе ҡыҙын имеҙә лә тәүҙә бер ҡат йүргәккә
урай. Шунан икенсе йүргәкте йәйеп ебәреп, шунда бойҙай башаҡтарын теҙеп, бәпесен
бойҙайлы йүргәк өҫтөнә һалып тағы берҙе төрә. Хәлимә апайҙы бригадир осраһа,
Айһылыуҙы семтеп илат, илаған бала тотҡан кешене туҡтатып тентемәҫ әле, тип
хәйләгә өйрәтә. Хәлимә бойҙайлы Айһылыуҙы Нәзирә өләсәһенә алып барып
тапшыра, ике сәғәттән йәнә килә. Әбей йәһәтләп бойҙайҙан бутҡа бешерә, ҡурмас та
ҡыҙҙыра. Кискеһен ураҡтан ҡайтыусылар уларға инә. Әүлиә әбей йәһәт кенә уларҙы
бутҡа менән һыйлап, устарына, балаларығыҙға ашатығыҙ, тип ҡурмас һала. Айһылыу
апайҙың әсәһе Шәмсиямалдың сәсән телле икәнен бөтә ауыл белә. Шуға ул башҡалар
тамаҡ ялғай һалғансы ихатала ҡысҡырып таҡмаҡ әйтеп, йырлап-бейеп тора. Теге
ҡанһыҙ бригадир уларҙан юл аша ғына ҡаршы йәшәй. Ниңә шунда кис етһә бисә-
сәсә йыйыла ла китә, эштәре юҡмы ни, таң менән эшкә, тип асыуланһа, ир-егеттәр
ҡуша һүгенгән булып, ҡороғор Шәмсиямал таҡмаҡтары менән әүрәтә бит, шуның
эргәһенә йыйылып йырлашалар, тигән булалар. Шулайтып, бар ауыл менән бер
булып Шәмсиямалдың ҡыҙына төрөп бойҙай ебәреп ятыуын, Нәзирә әбейҙең шуны эш итеп асыҡҡандарға тамаҡ ялғатыуын белдермәй үткәреп ебәрәләр. Айһылыу
апайҙың әсәһенең сығышы хәҙерге Баймаҡ районына ҡараған, ул ваҡытта Әбйәлилдеке
булған Билал ауылынан. Уның шулай йәш балалы килеш ураҡта йөрөүе эҙһеҙ үтмәй,
күптәрҙе ас үлемдән ҡотҡарған сая ҡатын үпкәһенә һалҡын алдырыуҙан мандый
алмай, ҡыҙына ике йәш ярым тигәндә яҡты донъя менән хушлаша. Айһылыу
Шәйхетдин ҡыҙы үгәй әсәһе Зәкирә ҡулында үҫә. Ә күрәҙәсе атаһына килгәндә,
уның да ғүмере бик оҙон булмай, йола буйынса һәләтен, кирәмәтленен дә тапшырып өлгөрмәйенсә, ейәндәре тыумаҫ элек вафат була.
Ҡайтып төшһәләр, бикләп киткән өйҙәрендә мәжлес бара
Ысынбарлыҡ менән әкиәт арауығы күңел күҙе күргәндәр өсөн үрмәксе ауынан да
нескә, тиҙәр. Айһылыу апай ҙа бүтәндәр өсөн ғәҙәти булған күренештәрҙә мөғжизә
сырамытып, ижады арҡылы хыял илен, тылсым аланын һәм фани донъяларҙы то-
таштырып йәшәүсе әүлиә заттарыбыҙҙың береһе. Хәйер, ижады аша ғынамы икән?
Күрәҙәсе атаһының кирәмәттәрен һөйләгәндә был һәләт беҙҙең нәҫелдә тик быуын
аша ир-егеттәргә генә бирелә тиһә лә, үҙенә лә ҡайһы бер ғәләмәттәрҙең күскәнен
йәшермәй ул. Ата-бабаларым мине ғүмер буйы төрлө хәл-ваҡиғалар хаҡында төшөм
аша иҫкәртә, ти ул. Шәхсән үҙенә ҡағылған нәмәләрҙе генә түгел, милләт, тотош илгә
ҡағылышлы ыңғай йә кире ҙур үҙгәрештәрҙе лә алдан төшөндә күреп һиҫкәнә,
фекер төйнәй, һығымталар яһай. Уның әҫәрҙәрендә лә кинәйә көслө.
– “Аҙаштырған болан балаһы” тигән романым сыҡҡас, берәү миңә, апай, болан
балаһы аҙашмай, тип яҙып ята. Болан балаһының тәбиғәттә аҙашмағанын ғына мин
һинһеҙ ҙә беләм, тинем. Кинәйәнең төбөнә күптәр төшөп тә етмәй шул, роман
исемендә башҡорт халҡы күҙ уңында тотолғанын мин ундайҙарға нисек итеп
аңлатайым инде. Йәки бына балаларға арнаған “Шүлгәнташҡа сәйәхәт” романымда
Шүлгәнташ бит кешенең милли асылы. Мин был романымдың өлөштәрен, тағы оҙон
тип ҡыҫҡартырға ҡушып ҡуймаһындар тип хәйләләп, айырым-айырым әллә нисә
повесть итеп балалар матбуғатында сығарҙым, уларҙы, Аллаһ Тәғәлә бойорһа, берәй
ҡасан туплап, бер бөтөн әҫәр итеп сығарырға ла яҙһын! Бик күп яҙған әҫәрҙәрем
үҙем иҫән саҡта донъя күрмәйәсәген аңлап, үҙемә йәнем көйә, нимәгә шул тиклем
яҙҙым икән мин. Ана күпме ҡулъяҙмам ҡулдан яҙылып компьютерға төшмәй ята әле
өйөлөп. Китапты хәҙер нәшриәт биш йылға бер сығара, унда ла өс ҡулъяҙмам
сиратын көтә, – ти егәрле, даланлы әҙибә.
Кендек ҡаны ысын мәғәнәһендә ҡара тупраҡҡа тамған яҙыусы ғүмер буйы тыуған
төбәгенән айырылмай, Әбйәлиленә тоғро ҡала. Ҡайҙалыр күсеп китеү хаҡында уйлап
та бирмәй ул. Ә замандаш яҙыусылар өсөн уның Өфө-Сибай араһында урынлашҡан
йорто һәр ваҡыт туҡталҡа була. Юл сатында урынлашҡас, ҡәләмдәштәре йыш ҡына
хәл белеп, ҡунып, тамаҡ ялғап китә. Красная Башкирия – элекке данлы совхоздың
үҙәге, ҡасабала төрлө милләт кешеләре йәшәй. Бер мәл Айһылыу Шәйхетдин ҡыҙы
йортоноң ҡапҡаһын йәшелгә буяп, тышына үҙ ҡулдары менән Салауат Юлаев
һәйкәленең һүрәтен төшөрөп ҡуя. Магнитогорскиға, әбйәлилсә әйткәндә, Мәғниткә,
гурытҡа баҙарға китеп барыусы юлсылар йыш ҡына, ҡапҡала Салауат төшкән, тимәк,
бында башҡорттар йәшәй, тип килеп инеп, уларҙа сәй эсеп, артабан ҡуҙғалыр була.
Бер мәл иптәше Уразбай ағай менән бер-нисә көн Әхмәт, Дәүләт ауылдарына
туғандарға йөрөп әйләнәләр. Йорттарына етеп килһәләр, ни күрәләр – бикләп киткән
өйҙәрендә электр уты яна, яҡыныраҡ килһәләр тәҙрә аша таҡмаҡ әйтеп бейешеп
йөрөгән кешеләрҙе күрәләр, байрамдың иң ҡыҙған ваҡыты була. Уразбай ағай
хәләленә: “Айһылыу, беҙҙә мәжлес үтеп ятамы шул“, – ти. Сибайҙа уҙған саранан ҡайтып барышлай бер төркөм яҙыусылар һуғылған, ҡайҙандыр асҡыс табып инеп
ҡунаҡ булып яталар икән. “Беҙҙең йорт ҡунаҡсыл ине, үҙебеҙ өйҙә булмаһаҡ та,
ишеге дуҫтарға һәр ваҡыт асыҡ булды”, – тип көлә хужабикә.
“Килендәр”ҙең бишенсе китабын яҙырға ниәтләгәйнем…”
Ауыл ерендә йәшәп нисек ижадҡа ла ваҡыт һәм дарман таба алды икән әҙибә?
Яҙышыуҙы онотоп та ҡарай ул, килеп сыҡмай, үҙен һулыған сәскә һымаҡ тоя башлай.
Уның уңыш сере һәр ваҡыт башта эштең иң ауыр өлөшөнә тотоноуындалыр. “Оҙаҡлап
та ултырмайым, улайтып та булмай ауылда, һыйырҙы ваҡытында һауырға кәрәк,
ашарға бешерергә, баҡсаны ҡарарға. Көнөнә, ғәҙәттә, ике сәғәт эшләйем, әле бына
кисен биштән етегә саҡлым ултырам. Ә шулай ҙа төп ҡағыҙ эше йыл һайын ҡышҡыһын
эшләнеп ҡала, декабрь-февраль – ул минең ижад осоро, йәйгеһен иһә күберәк
яҙғандарҙы рәткә килтерәм, компьютерҙа йыям”, – ти 74 йәшен тултырһа ла, һаман
һыйырҙарын да үҙе һауған, буш ваҡытында шылт-шылт итеп клавиатура төймәләренә
лә баҫҡылаған яҙыусы. Ғүмер буйы алдырған гәзит-журналдарына ғына быйыл
тәүләп яҙылмай ҡалған. “Күҙҙәр аптырата, компьютерҙа эре шрифт менән баҫып була әле, ә бына аҡҡа баҫылғанды инде уҡырлыҡ түгелмен. Ирек улым, быйыл һыйырҙарыңды ла бөтөр, тип тора әле ул. Ошоға тиклем ныҡышып бөтөртмәй килдем дә ул, хәҙер нисек булыр, олоғайғас күп нәмәнең үҙеңдән генә тормауын ҡабул итеү бигерәк ҡыйын” – ғүмер буйы көслө булып өйрәнгән кешенән бындай һүҙҙәр ишетеүе мине лә бер аҙ уңайһыҙ хәлгә
ҡуя кеүек. Шуға йәһәтләп һүҙҙе икенсе юҫыҡҡа борорға ашығам. “Күп яҙғанһығыҙ, әҙәбиәттең һәр жанрында ла емешле эшләгәнһегеҙ, шулай ҙа әйтегеҙ әле, ижад өлкәһенә ҡағылған ниндәй үкенесегеҙ бар?” – тип һорайым сабый йөрәкле әңгәмәсемдән. Айһылыу
апай менән һөйләшеп ултырыуы шундай рәхәт, уның самимилығы – үҙе бер
дауа. Шул саҡ автор миңә үҙенең ҙур серен асырға булып китте. “Мин бит “Килендәр”ҙең бишенсе китабын яҙырға ниәтләгәйнем. Планын төҙөп, беренсе бүлеген тамамлап та ташлағайным хатта. Йөкмәткеһе былай ине: Әбйәлилдең заготскотында торған, халыҡтан йыйылған һәйбәт, һөтлө һыйырҙарҙы беҙҙең ҡатындар йәйәүләп Украинаға алып бара. Шул юлда күргән хәсрәттәрҙе, улар һуғыш үткән ерҙәрҙән үтәләр бит, белһәң икән, иҫ китмәле тарих. Мин ул ҡатындар менән күрешеп һөйләштем. Малҡайҙарҙы тәғәйен ергә
еткергәнсе ниндәй генә ауырлыҡтар аша үтмәй улар! Ә Ҡырмыҫҡалы районынан
бер төркөм ҡатындар унда һарыҡ көтөүе ҡыуа. Улар аҙашмаҫ өсөн беҙҙең ҡатындарға
эйәреп бара. Ләкин ҡырмыҫҡалылар кире Мәскәү аша яйлап ҡайта, ә беҙҙекеләр
өйҙә балалар көтә, тип йәһәтләп поезға ултыра. Юлда күргәндәре хаҡындағы
иҫтәлектәре бер фильм кеүек әле лә күҙ алдымда тора. Аяҡтар өйкәлеп, ите күренеп
китте… Ҡапыл көтөүебеҙҙе сегәндәр уратып алды... Хәлдән тайып ҡолаған һыйырҙарҙың
күҙенән йәш аға ине… Бетләгән кейемдәрҙе ялҡын өҫтөндә тотоп алһаҡ, беттәр
сырт-сырт килеп ситкә ырғый башлай ине… Украинала емерек биналағы вокзалдың
бер тишегенән генә билет һатып алдыҡ… Хәтирәләре яҙылған ҡағыҙҙарым да бына
ошо шкафта ята. Тик, дүрт том урынына йолҡҡолап икене генә сығара алғас, бишенсе
китапҡа тотонорға ҡулым күтәрелмәне лә ҡуйҙы”, – тип тамамланы һүҙен халҡыбыҙҙың
оло яҙыусыһы.
Ниндәй көслө, рухлы гүзәл заттары бар халҡымдың! Шуның менән, бәлки, уны
үҙебеҙ белеп тә етмәйбеҙҙер, сикһеҙ бәхетлебеҙ ҙә! Тик шул беҙҙе бәхетле итеүселәргә
иҫән саҡтарында ҡәҙер ҙә күрһәтеп өлгөрһәк ине!
Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.