Шуныһы, уларҙы автор үҙе билдәләмәй, халыҡ баһа бирә. Бөгөн “Ырғыҙ” тип әйтәбеҙ икән, Һәҙиә Дәүләтшина күҙ алдына баҫа, “Төньяҡ амурҙары” тиһәк – Яныбай Хамматов, “Кинйә”не телгә алһаҡ – Ғәли Ибраһимов...
Уҡыусыны, әҫәрҙең эстәлеге, һөйләнелгән ваҡиғаларҙан тыш, уның нисек яҙылыуы ла ҡыҙыҡһындыра. Уҡып бөткәс, күңелендә “Яҙыусы ни әйтергә теләгән? Геройҙарында кемде күҙаллаған? Тормошта ундай хәлдәр булғанмы?” тигән һорауҙар тыуа. Ирекһеҙҙән, үҙе менән булғандарҙы сағыштыра, тирә-яғынан оҡшашлыҡтар эҙләй башлай. Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап эҙләп, беҙ ҙә, “Әҫәр нисек яҙылды?” тигән һорау ҡуйып, яңы рубрика асырға булдыҡ. Иң беренсе һүҙҙе әҙәбиәтебеҙҙең аҡһаҡалы, романдары, повесть-хикәйәләре менән нисәмә быуындың күңелен арбаған Ноғман ағай Мусинға бирәйек тә, уның ижадында ҡатмарлы юл үткән “Һайлап алған яҙмыш” романына туҡталайыҡ.
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман МУСИН:
“Яҙғаныңа ышаныс кәрәк. Әҫәреңдәге ваҡиғаларҙы белеп яҙғаныңа ышаныс...”
Беҙ, бер нисә йөҙ һалдат, тәҙрәләргә ҡапланғанбыҙ ҙа фанилыҡтың илаһи фәрештәһен көтәбеҙ. Тик буласаҡ мөғжизә генә күңелдә урғылған хис-тойғоларҙы йүгәнләй – мыш-мыш танау тартыуҙарҙы, тәҙрә төбөндә урын даулап бер-береңде эткән саҡта сыҡҡан айырым ауаздарҙы иҫәпләмәгәндә, казармаларҙа тынлыҡ. Ғәҙәти булмағанса тынлыҡ. Йөрәктәр күкрәк ситлегенә һыя алмай дөп-дөп тибә, тамаҡтарға төйөр үрмәләй, муйындарҙа бүрткән тамырҙарҙа йәш ҡан урғыла.
Бына, сәғәте-минутына тиклем теүәл генә бер мәлдә, Ул – Хоҙайҙың ер йөҙөнә ебәрелгән илаһи заты – һыбайлы ҡыҙ күренә! Яурынына төшкән алтындай һап-һары сәстәре талғыл елгә тулҡынлана, ҡалҡыу күкрәктәре ат бейеүе ыңғайына нәфсене ҡуҙғыта. Беләбеҙ, гүзәл заттың бер йылмайыуына һыуһаған һалдаттарҙың ас ҡараштарын ҡыҙ ҙа тоя: атын текә тотоп, таш түшәлгән юлда тояҡтарын тып-тып баҫтыра, кисерештәрен көс-хәле менән тойоп, ситтән күҙәтеүселәргә иғтибар итмәҫкә тырыша. Шулай ҙа уға ла был минутта рәхәттер – бер юлы һоҡланыусы күпме күҙ баҡһын әле! Ана бит, казармалар тәңгәленән уҙғас ҡына, өҙәңгеләрен атының ҡабырғаһына еңелсә тейгеҙеп ала ла, ебәктәй сәстәрен уйнатып, шәп итеп саптырып китә.
Тәҙрәнән береһе лә китергә теләмәй: муйындар һуҙыла бара, бәхетлеләр асыҡ форточканан башын тыға. “Их-х” – үкенес ауаздары ишетелә. Ҡыҙҙың үткәнен көткән дежур офицерҙарҙың тауышы яңғырай: “Выходи, стройся!” Һәр кем үҙ уйында. Ғәҙәттә, берәй ергә барған саҡта ҡатын-ҡыҙ осраһа “геү”ләп ҡаршы алған, ошондай ауаз-ҡысҡырыштар менән оҙатып ҡалған һалдаттар тып-тын ғына плац яғына ыңғайлай. Тик хистәрен уртаҡлашыу өсөн үҙенә яҡлаусы эҙләгәндәр генә, күрҙеңме, минең яҡҡа ҡараны бит, тип, эргәһендәгегә һүҙ ҡушҡан була.
Ниңәлер улар, ике йыл буйы ҡатын-ҡыҙ ҡарашына һыуһаған, һыуһаясаҡ егеттәр, минән бәхетһеҙерәк төҫлө тойола ине, сөнки минең күңелгә ап-аҡ (күк) атында юрттырып уҙған ҡыҙ ҡыҫыр өмөттән тулышҡан әкиәттән түгел, ә “Һайлап алған яҙмыш”тан килеп инеп, хистәрҙе хыял диңгеҙе киңлегенә елкән итеп киргәйне. Был немец ҡыҙының исемен дә беләм – Зильда! Бәлки, кем белә, минең һымаҡ иҫәүәндәр нисәмә йөҙ егет араһында ла булғандыр. Кемдер өсөн ул Онегиндыҡы түгел – үҙенең Татьянаһылыр, Есенин, Ғүмәр Хәйәмдеке лә булмай, үҙҙәренең генә һылыуылыр.
“...Был сит ерҙәге ят өйҙә уның күңелен йыуатыусы бер йән эйәһе бар. Инде түше йомроланып килгән, бөрлөгәндәй һутлы иренле, аяҙ күктәй тәрән зәңгәрһыу күҙҙәре һәр саҡ йылмайып торған Зильда ул...”
“...Шулай итмәй, арыу ғаиләлә үҫкән күп кенә ҡатын-ҡыҙ һуңғы ваҡыттарҙа яҡшы атҡа атланып, һыбай йөрөүҙе һөнәр итеп алды. Хатта, ана, ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙ Лейпциг урамында ла хәтәр шәп кейенеп, атын да төрлөсә биҙәп эйәрләп, һыбай йөрөп ята. Зоммер ҡыҙы өсөн бик матур, ыҡсым яңы эйәр ҙә һатып алды.
“...Шатланып риза булһа ла, Зильда тәүҙә бик ҡурҡты. Эйәргә сытырлатып йәбешкән ҡыҙҙың атын Карам тәүҙә етәкләп кенә йөрөттө, тора-бара теҙгенде Зильданың ҡулына тотторҙо.
Тәүҙәрәк күнегеүҙәр ишек алдында ғына үтә ине, бер аҙҙан һуң улар иркен яланға ла сығып әйләнгеләне...”
1915 йылда “Һайлап алған яҙмыш”тағы Карамға нисек яҡын булған ошо немец ҡыҙы, 1985 йылда – ете тиҫтә йыл үтеп, быуындар алышынғас та – сит илдә хеҙмәт иткән һалдатҡа ошолай тойола ине һыбайлы ҡыҙ. Бына бит әҫәрҙең көсө, яҙыусы оҫталығы!
Һыбайлы ҡыҙ. Ғаилә ҡороп, үҙем атай ғына түгел, олатай булғас та күңелдә йөрөй был һылыу, йәшлек, әрме йылдарын хәтерләтеп, бик йыш күҙ алдына баҫа. Инде нисәнсе ҡат “Һайлап алған яҙмыш”ты уҡып сыҡтым. Бөгөн иһә уның йөкмәткеһенә хайран ҡалған, хәл-ваҡиғалар нисек булырын көткән уҡыусы күҙлегенән тыш, тасуирланған ҡатмарлы заман, әҫәр яҙылған осор төпкөлөнә төшөп тә уҡыйһың.
Уҙған быуаттың (шулай тиһәм, ҡайһылай оҙаҡ һымаҡ, ә бит барыһы ла әле генә булған кеүек!) 70-се йылдарында әҫәрҙең тәүге варианттары, 82-нән һуң романдың һуңғы – яңынан яҙылған варианты баҫылғас та ишектәрҙе шар асып, һәр өйгә килеп инде, тиһәм, һис яңылышмам. Йөрөтөп уҡылды, телдән телгә күсеп һөйләнелде. Геройҙарҙың оло мөхәббәте күңелдәрҙе арбаны: Беренсе донъя һуғышында әсиргә төшөргә мәжбүр булған башҡорт егете Карам немец тиклем немецтың – элекке дошманының ҡыҙын алып ҡайтһынсы әле! Әҫәрҙе уҡый башлағас та, береһе лә кире һалып ҡуйманы, береһе лә, әй, китапта яҙалар инде ул, тип ҡабул итмәне. Киреһенсә, “СССР-ҙа ғишыҡ юҡ” тигән заманда ла яҙыусының оло мөхәббәтте бирә, донъяға сығара алыуына һоҡланды. Ә бит төрлө һынауҙар аша егет менән ҡыҙ, ир менән ҡатын мөнәсәбәтен, уй-кисерештәрен ул заманда нәҡ Ноғман Мусинға бирә, уҡыусыһына еткерә алыу үҙе үк батырлыҡ ине.
“...Үҙен әллә ниндәй сәйер һәм ҡыҙыҡлы донъяға килеп эләккәндәй хис итте Зильда, әйтерһең, ул ат һарайында түгел, әкиәт донъяһында, был йоҡлап ятыусы ла Карам түгел – дейеү пәрейҙәренә ҡаршы һуғышып арып йығылған әкиәт батыры. Зильда, йөрәген ус төбөндә тотоп тиерлек, ары үтте. Бына ул Карамдың эргәһендә үк баҫып тора, уның тыныс ҡына йоҡлап ятыуына һоҡланып ҡарай: етек ҡара сәсе шәлкем-шәлкем булып маңлайына төшкән, нимәгәлер ғәжәпләнгән шикелле, яҫы ҡараштары юғары сөйөлгән...
...Шул саҡ Карам һикереп торҙо ла уны көслө ҡулдары менән үҙенә ҡыҫты. Зильда ыһ та итә алманы, ҡысҡырғандай булды – үҙ тауышы үҙенә ишетелмәне, Карамдың ҡосағынан ысҡынмаҡсы итте – бармағын һелкетерлек тә көс тапманы: бөтә быуындары тағалып төшкәйне. Бүлмә эсен ап-аҡ йылы томан ҡапланы һәм ул, үҙ тәненең ауырлығын үҙе тоймайынса, бушлыҡта әйләнеп йөрөй башлаған һымаҡ булды. Кәүҙәһе өҫтөндә ниндәйҙер ауырлыҡ, сеңк итеп ҡалған ауыртыу, һәм бүлмәләге аҡ томан уның өҫтөнә еңел, йомшаҡ, тәнен иркәләүсе аҡ мамыҡ булып ябыла...”
Роман ете тиҫтә йылға яҡын ваҡытты үҙ эсенә ала. Ошо осор эсендә ниндәй генә ҡатмарлы хәл-ваҡиғалар, Германия менән ике һуғыш (Бөйөк Ватан һуғышында Зильда-Заһиҙә-Зоя үҙе лә фашистарға ҡаршы алыша) булып уҙһа ла, яҙыусы тик ир менән ҡатын араһындағы мөхәббәт, тыуған илгә сикһеҙ һөйөү, тоғролоҡ ҡына барыһын еңеп сыға алырына уҡыусыһын инандыра ала.
– Һәр әҫәрҙең үҙенең яҙылыу тарихы була. Ҙурмы, бәләкәйме, ниндәйҙер тәьҫир менән күңелдә ярала, үҫә, тышҡа сығарыуҙы талап итә башлай. Был процесс һәр әҫәр өсөн бер төрлө булмай, төрлө ваҡытҡа һуҙылырға мөмкин. Ҡайһыһы тиҙ генә өлгөрә, ҡайһыһы йылдар буйына һуҙыла. Яҙғаныңа ышаныс кәрәк. Үҙеңдең әҫәреңдәге ваҡиғаларыңды белеп яҙыуыңа ышаныс. Ҡайһы береһе документтарҙы өйрәнеп яҙыуҙы талап итә. Шунһыҙ булмай.
Етмеш йылдан ашыу ижад ғүмеремдә туғыҙ роман яҙылды. Был туғыҙ төрлө тарих, шунса төрлө заман, хәл-ваҡиғалар, кеше яҙмыштары тигән һүҙ. Барыһы 28 повесть, 50-нән ашыу хикәйәнеке лә шулай. Һәр береһен бәйнә-бәйнә иҫләйем, яҙылыу тарихын һөйләп бирә алам, сөнки барыһы ла күңелдән яҙылған, кисерештәр йөрәк аша үткән, – тип һөйләй бөгөн әҙәбиәт аҡһаҡалы Ноғман ағай Мусин.
Беҙ яҙыусының “Һайлап алған яҙмыш” романына туҡталып, уның яҙылыу тарихын бер аҙ бәйән итеп китеүен һораныҡ. Шуға ла баштан уҡ “Әҫәр нисек яҙылды?” тигән һорау ҡуйҙыҡ.
– Һеҙҙең һорау буйынса әйткәндә, бәлки, яңылыҡ та булмаҫ, сөнки был турала осрашыуҙарҙа һөйләгәнем булды, баҫылып та сыҡты. Шулай ҙа хәтерҙе яңыртып ҡарайыҡ.
Элек бит башҡорт ирҙәре башҡа милләттән кәләш алмаған, мәрйәгә өйләнеүҙе хупламағандар. Ошондай саҡта беҙҙең Ҡолғанаға ун ике саҡрым ғына ятҡан Ҡоҙаш ауылына Герман һуғышына китеп хәбәрһеҙ юғалған Сәйфетдин Кәримов тигән кеше ҡайтып төшә. Немец ҡыҙын эйәртеп! Уның исеме Франциска була. Ләкин Сәйфетдин уның ысын исемен әйтергә ҡурҡып, Зәйнәп тип таныштыра. Мин Зәйнәп инәйҙе бәләкәйҙән белдем. Зәйнәп инәй тип үҫтем. Алып ҡайтыу бер, ҡабул итерҙәрме-юҡмы – икенсе...
“...Улар Ташморон ауылы аша үтеүсе ылаусының атына ултырғайны. Шул ылаусы, уларҙың һөйләшеүенә ҡолаҡ һалып килә торғас, Карамдан:
– Ҡустым, күреп торам, һин үҙең беҙҙең кеше инде. Тик бынау ҡәрендәш менән ҡайһылай ҡыҙыҡ һөйләшәһегеҙ әле ул, башҡортса ла, урыҫса ла түгел. Был ҡыҙыҡайҙы әйтәм, ниндәй йыныс кешеһе була? – тип һораны.
Карам уға ни тип яуап бирергә белмәйерәк уйға ҡалды. Ярай, был ылаусыға, ят кешегә, нисек яуап бирһә лә ҡотолор, ә бына ата-әсәһенә нисегерәк аңлатыр икән ул Зильданы алып ҡайтыуын?
“...Башҡорт ҡарттары ғәҙәтенсә, осрашыу ни тиклем ҡапыл булмаһын, аптырауын, шатлығын белдерергә ашыҡманы, тыныс ҡына күреште лә:
– Һы, йә инде, бына әй, көтмәгәндә, уйламағанда, – тип һөйләнде, шунан, Зильдаға сәйерһенеберәк ҡарап, Карамды юл буйынса борсоған, бер ҡатлы ғына яуап ҡайтарып булмай торған һорауҙы бирҙе. – Быныһы ниндәй бала була?
Атаһы шулай, бынан дүрт йыл элек түгел, дүрт көн элек кенә айырылышҡан шикелле, бик тыныс ҡыланһа ла, Карам түҙә алманы, бөтә һағыштары бер юлы тышҡа бәреп сыҡты, атаһын ҡосаҡлап алды.
– Быныһы киленең була инде, атай, – тине ул шунан һуң ғына.
Карамдың был һүҙҙәре атаһына бая үҙе килеп һүҙ ҡушҡандан күпкә нығыраҡ тәьҫир итте. Бәҙәмшаның ҡапыл сырайы үҙгәрҙе, ҡарашы ергә төбәлде, унан йәнә ҡатҡан шикелле баҫып торған Зильдаға ҡаҙалды.
– Һы, йә инде, донъя ҡото ебәреп, мәрйә эйәртеп ҡайтмаһаң, – тигән һүҙҙәр уның теш араһынан ҡыҫылып саҡ-саҡ сыҡты.
Карам тәбиғәте менән киң күңелле атаһынан тәүҙә үк бындай һүҙ ишетермен тип көтмәгәйне. Шулай ҙа аптырап ҡалманы, Зильдаға һөйләшеүҙең мәғәнәһен аңғартмаҫ өсөн, көсәнеп көлдө.
– Ҡурҡма, атай, мәрйә түгел ул, ә немец ҡыҙы. Әсирлектә йөрөгәндә өйләнештек тә...
Ләкин уның был һүҙҙәре Бәҙәмша ҡартҡа оторо насар тәьҫир итте: һөмһөрө нығыраҡ ҡойолдо, ҡаштары йәмрәйҙе.
– Харап икән... Ата-баба ишетмәгән-күрмәгәнде... Уның мәрйәнән ни айырмаһы бар? Әстәғәфирулла, әстәғәфирулла...”
Бына шулай башланып китә Зильда-Заһиҙәнең Ташморон ауылындағы тормошо. Германияла саҡта Карамы һағынып һөйләгән “әкиәт иле”ндәге яҙмышы.
– 1949 йылды, 10-сы класты тамамлағас, мине Ҡоҙашҡа уҡытырға ебәрҙеләр. Үҙемдең артабан белем алырға мөмкинлек юҡ ине. Башланғыс мәктәптәге өс класта ни бары ете генә бала уҡый. Уйлап ҡараһаң, һуғыштан һуңғы ауыр заманда ла, балалар һаны етмәй тип мәктәпте ябып ҡуймағандар.
Сәйфетдин ағайҙың ике ҡатыны булды. Береһе Фатима инәй ине. Икеһе лә бик матур, аҡыллы балалар үҫтерҙе. Солан аша тоташтырылған ике өйҙә ҡара-ҡаршы йәшәнеләр. Ағайым ҡатындарына алмашлап йөрөй торғайны. Мин Зәйнәп инәйҙең һөйләгәнен ярата торғайным. Тормошо бит бик ҡатмарлы булған – һөйләп аңлатырлыҡ түгел. Сәйфетдин әсирҙә саҡта атаһында ат ҡараусы була, йәштәр бер-береһен ярата. Сәйфетдин ағай тәүәккәл, уҫал, изге күңелле кеше ине – шулай булмаһа, немец ҡыҙын алып ҡайтыр инеме лә, ике ҡатынды килештереп йәшәр инеме?! Үҙе урмандан ҡайтып керә белмәне, тырыш булды.
Тәүҙә Зәйнәп инәйгә бик ҡыйынға төшә. Ауылда ҡабул итеп тә бөтмәйҙәр, һыуға барһа – һыуына бысраҡ һалыусылар ҙа була. Зәйнәп инәйҙең һөйләгәндәрен яҙып бөтөрөрлөк түгел. Әй, үҙенсә илап та ебәрә торғайны: Фатима менән Сәйфетдин ҡунаҡҡа китә, өйҙә ҡалам, тип. Мин белгәндән алып бик татыу йәшәнеләр. Инәйҙәр икәүләшеп, етәкләшеп йөрөй торғайны. Әсәйемдәр ҙә саҡырып ала ине. Бик яҡшы кеше булдылар. Ниндәй генә хәлдә лә, ҡатмарлы осорҙа ла Кеше булып ҡалдылар...
Художестволы әҫәр яҙғанда тормошта булғанын ғына яҙһаң, кеше уҡымаҫ ине. Шуға йөкмәткеһе яғынан да, бар йәһәттән дә үҫтерергә, байытырға кәрәк. Ул бер юлы ғына яҙылмай, ныҡышмалы хеҙмәт. Мәҫәлән, мин “Һайлап алған яҙмыш”ты ете тапҡыр яңынан эшләнем. Был уның ете варианты бар тигән һүҙ. “Мәңгелек урман”дың – өс варианты. Яҙғандарымдың һәр береһен йыйып, туплап, 26 томлыҡ архив материалдары итеп Башҡортостан дәүләт архивына тапшырҙым.
Әҙәби әҫәр яҙыу теләге көслө булһа ла, “Һайлап алған яҙмыш”ты тәүҙә үк хикәйә итһәм, һыйып бөтмәҫ, геройҙар асылмаҫ та ине. Стәрлетамаҡта педагогия институтында уҡыған саҡта, повесть итеп яҙайым, тинем. Тормоштан алынған ваҡиғаларҙан тыш, документтарҙы ла өйрәнеү мөһим. Германияла булған кешеләр менән осраштым, ошо осор ҡарттары – шаһиттары һөйләгәндәрҙе яҙып алдым. 1969 йылда проза секцияһына ҡуйҙым. Кәңәш бирҙеләр, ҡыҙыҡлы, тинеләр. Ошоларҙы иҫәпкә алып, яңынан эшләп машинкала баҫтырһам, нимәлер етмәй төҫлө. Хәким Ғиләжев мөхәррир ине, был турала уның менән һөйләштем. Ул миңә “Һин Германияға барып ҡайт” тигән кәңәш бирҙе. Германияға ауыл хужалығы буйынса делегация бара икән, етмешенсе йылда улар составында мин дә киттем. Маршрут бик яҡшы ине: ауылдарҙа, ҡалаларҙа булдыҡ, немецтарҙың йәшәү рәүешен күрҙек. Унда хатта, ФРГ-ға яҡыныраҡ Айзенах тигән ерҙә, ике ауыл араһында ла трамвай йөрөй торғайны. Беҙҙе русса белгән уҡытыусы оҙатып йөрөнө, күп нәмә һөйләне. Үҙе Мәскәүҙә, Ленинградта булған. Бөтәһен күреп, күңелдән үткәреп ҡайттым. Ҡайтҡас, “Совет Башҡортостаны” гәзитендә баҫылған “Нюрнберг процесы”ның материалдарын уҡыным, башҡа тарихи документтар, китаптар менән таныштым. Шулай итеп, Германиянан ҡайтҡас, “Һайлап алған яҙмыш”ты өр-яңынан яҙҙым. 1972 йылда китап булып сыҡты. Инде башланды осрашыуҙарға йөрөү – ялҡып бөттөм (көлә). Ул саҡта бит әҫәрҙәрҙе, китаптарҙы союздаш республикаларҙа ла алдыра торғайнылар. Уйлана торғас, тағы бер тапҡыр яҙырға ултырҙым. Шулай итеп, һуңғы – төпләмеш вариантына нөктә ҡуйҙым... – тип әҫәр яҙылыу тарихына туҡталды Ноғман ағай. Һуңынан быйыл йәй уҙасаҡ оло юбилейы айҡанлы шатлығын да белдерҙе:
– Һуңғы романымды – “Алдар батыр”ҙы 20 йыл буйы яҙҙым. Бик ҡатмарлы осор бит. Яйлап, еренә еткереп яҙҙым. Әллә күпме документ өйрәндем. Аллаһ бойорһа, 90 йәшлек юбилейыма айырым китап булып русса ла, башҡортса ла сығасаҡ. Был минең барлыҡ күңелемде биргән, үҙем дә яҙылыуына шатланып, ҡәнәғәт ҡалған әҫәрем...
“Һайлап алған яҙмыш” донъя күргәс, Ноғман ағай ҡыҙыҡлы хәлдәргә лә тарый. Яҙыусылар союзында эшләп ултырған сағында уға Учалы районынан бер ҡатын килә. Үҙен китапханасы тип таныштыра. Уны ауылындағы бер ҡарт ебәргән икән. Романды уҡып сыҡҡан да: “Нимә минең менән һөйләшмәйенсә, минең турала яҙып ята?” – тип асыулана, ти. Баҡһаң, был бабай ҙа заманында I Бөтә донъя һуғышынан немец ҡыҙын алып ҡайтҡан булған. Тик бергә йәшәмәгәндәр – ауыл халҡымы, туғандарымы “мәрйә”не ҡабул итмәгән.
Ә бына яҙыусы Ғабдулла Байбурин һөйләгән, ошолай уҡ Германиянан кәләш алып ҡайтҡан ир немец кәләше менән Шишмә районында һуңғы көндәренәсә ғүмер иткән.
Тормошта оҡшаш хәлдәр, яҙмыштар йыш осрай. Хатта яҙыусының уй-кисерештәре, хыялдары тыуҙырған йыйылма образдарҙа ла “үҙен таныусылар”, уйлап сығарылған хәл-ваҡиғаларҙа ла “беҙҙең яҡтағы” һымаҡ тап килеүҙәр була.
Романдың йөкмәткеһен һөйләү маҡсат түгел. Уҡығандар – хәтерләр, уҡымағандар, үкенескә ҡалмаҫ өсөн, әҫәрҙе ҡулына алыр. Шуға иманым камил – ҡулына китапты тотҡандар унан һис айырыла алмаҫ, сөнки әҫәр тәүге юлдарынан уҡ күңелеңде арбай ҙа ҡабат ысҡындырырға теләмәй.
Хоҙай Тәғәлә Ноғман ағай Мусинға оло һәләт кенә түгел, сикһеҙ түҙемлек тә биргән. Тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ иһә әҙәм балаһының үҙенән тора. Тик тәбиғәттән килгән һәләткә һуңғылары өҫтәлһә генә кеше маҡсатына өлгәшә. Бөгөн яҙыусы тынғыһыҙ хеҙмәтенең һутлы емештәрен тирә икән, уның сере шул ижад тигән сихри үҫентене ғүмере буйы әсе тире менән һуғарыуында...