Бөтә яңылыҡтар

Нәфисә һәм Жәлил Кейекбаевтарҙың бер-береһенә яҙған хаттары. 1-се өлөш

Ғашиҡтарҙың бер-береһенә йылылыҡ, һөйөү менән тулы хаттары "Ағиҙел" журналында 2011 йылда баҫылып сыҡҡайны. Һеҙҙең иғтибарға ҡабаттан тәҡдим итәбеҙ. Йәйә эсендә бирелгән яҙмалар - Зөһрә Кейекбаеваның аңлатмалары.

Беҙ – Кейекбаевтарҙың балалары, һөйөклө атайыбыҙ (Жәлил Ғиниәт улы) менән ғәзиз әсәйебеҙҙең (Халиҡова Нәфисә Хәлил ҡыҙы) 1940 йылда танышып, шунан йыл дауамында хатлашыуҙарын, Бөйөк Ватан һуғышы башланғас өйләнешеүҙәрен белә инек. Әммә уларҙың хаттары һаҡланыуы миңә атайымдың вафатынан аҙаҡ мәғлүм булды: әсәйем менән өй ки тапханаһын рәтләп
булашҡанда эре томдар араһында ҡыҫтырыулы бер бәйләм иҫке ҡағыҙға юлыҡтым. Әсәйем: „Мәрхүм атайығыҙ менән минең хатлашыуым унда, уҡырға ярамай... Минең шәхсән иҫтәлегем... Ул монаятты үҙем менән бергә ҡәбергә күмеү фарыз“ , – тип хаттар менән ҡыҙыҡһыныуымды тыйҙы. Ни хәл итәһең, ҡушҡанды тыңланым, әҙәп һаҡлап, аманат хаҡында ҡабат һүҙ ҡуҙғатманым.
Икенсе тапҡыр хаттарҙы 2007 йылда – бер туған энем Морат* атайыбыҙҙың барса документтарын һәм ҡағыҙҙарын БР үҙәк дәүләт архивына тапшырғас күрҙем. Архивта мин атайыбыҙҙың мираҫы нисегерәк һаҡланыуын белергә теләгәйнем, ҡәнәғәт ҡалдым: бөтәһе лә тәҫләп һаҡлана, тик монаяттарҙың бер өлөшө бүлектәргә төркөмләнеп бөтмәгәйне.
Баҡһаң, музейҙың бер нисә хеҙмәткәре атам-әсәмдең һуғыштан алдағы хатлашыуҙары менән ентекләп танышҡан һәм бик оҡшатҡан икән. Бына шулай, ҡәҙерлеләремдең икәү-ара уғата шәхсән хаттарын ят күҙ-ҡулдарҙан үткәнлеген белгәс кенә, үҙемдә лә уларҙы уҡып сығыу теләге уянды.
Бер ниндәй ҙә фән аңлата алмай: ниңә бер кеше үҙенең тормош юлында осраған
бихисап кешеләр араһында ҡапыл ғына икенсе кешене күрә, ул иһә уның яҙмышына әйләнә.
Аҡыл эйәләренән кемдер әйткән: „Хоҙай ир кешегә талант бирә, Хоҙай ир кешегә ҡатын бирә“. Моғайын, беҙҙең ата-әсәләребеҙ менән дә ошолай булғандыр.
...1940 йыл, август. Жәлилгә егерме һигеҙ йәш. Өфө педтехникумында, Мәскәү ҙә сит телдәр пединститутында биш йыл уҡыу, Мәскәү янындағы Рошаль ҡалаһында бер йыл сит ил телдәре уҡытыусыһы булып эшләү, Өфөлә медицина институтында преподаватель булыу, сит телдәр институтында бер йыл директор урынбаҫары вазифаһын башҡарыу йылдары – артта.
Моғайын, Хоҙай шулай теләгәндер, беҙҙең әсәйебеҙ туғыҙынсы класты тамамлағандан һуң, 1940 йылдың йәйге каникулында үҙенең атаһы Халиҡов Хәлил һәм бәләкәй һеңлеһе Рәйсә менән ун йыл уҙғандан һуң тәү тапҡыр Урта Азияның Ғафури районының Үтәш ауылындағы туғандарына ҡунаҡҡа ҡайтҡан. Урта Азияға кире китергә бер нисә көн ҡалғас әсәйебеҙ үҙенең әхирәте менән
Ғафури районының Еҙем-Ҡаран ауылы баҙарына бара.
Шул уҡ көндө, шул уҡ мәлдә ошо баҙарға атайыбыҙ ҙа килә, ул иһә йәй һайын Еҙем-Ҡарандан алыҫ булмаған тыуған ауылы Ҡаранйылғала ял иткән. Әсәйем ул саҡта баҙарҙа уны күрмәй, ләкин атайым, уны тәү күреүҙән үк ғашиҡ була. Әлбиттә, әсәйем башҡаларҙан айырылыбыраҡ торған, был яҡтарға хас булмағанса ҡояшта яныуы менән дә. Ул буйға һомғол, зифа, ике йыуан ҡара толомло
була сәсе, яҫы маңлайына улары тулҡынланып төшкән. Ҡуйы ҡара ҡашлы һәм ҡара күҙле була.
Ул көндө атайым уға яҡын барырға баҙнат итмәй, әммә уның ҡайҙан, кем икәнлеген белешә. Аҙаҡ инде Өфөлә уртаҡ таныштары ярҙамында Нәфисә менән танышырға, ул китерҙән алда адрестар менән алмашырға ярҙам итәләр.
Хәйер, былар хаҡында уларҙың хаттарында ентекле күрһәтелгән. Мин бик тә хөрмәт иткән Мәрйәм Бураҡаева Үҙәк архивта эшләгән килененән атамOәсәмдең хаттары хаҡында белгәс, был хаттарҙы үҙенең сираттағы бөйөк кешеләр мөхәббәте серияһының сираттағы китабында баҫырға һораны
минән.
Әгәр ҙә был хаттар ир кеше менән ҡатын кеше араһындағы мөхәббәт хаттары ғына булһа, мин уларҙы ташҡа баҫырға ҡыймаҫ инем. Ләкин был хаттар, әлбиттә, йәш егет менән ҡыҙ араһындағы мөхәббәт хаҡында, шулай уҡ атай-әсәйҙәргә, туғандарға, яҡташтарға, дуҫтарға, ғәзиз Башҡортостан тупрағына, уның тәбиғәтенә, Уралға, Ағиҙелгә, Өфөгә, Мәскәүгә, халыҡ йырҙарына, ҡурай моң O
дарына – ғөмүмән, кешеләргә һәм тормошҡа һөйөү хаҡында.
Атайымдың бынан етмеш йыл элек әсәйемә ун ай эсендә яҙған хаттары үҙенең мемуарҙары, фәнни һәм әҙәби әҫәрҙәре, кем тарафынандыр Кейекбаевтың биографияһын йә уның хаҡында иҫтәлек яҙғандар биргәндән кәмде бирмәй.
Был хаттарҙа ниндәйҙер художестволы дөйөмләштереү һәм ысын барлыҡты үҙгәртеп һүрәтләү юҡ; уларҙа донъяның асылын эскерһеҙ ҡабул итеү бар. Кейекбаевтың хаттары – уның уйҙары, тойғолары, кәйефтәре ул. Был хаттар йәш Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың характер һыҙаттарын, уның донъяға ҡарашының, ҡыҙыҡһыныуҙарының киң икәнен, үҙен уратып алған кешеләр менән мөнәсәбәтен, әхләҡи тормош принциптарын сағылдыра, был прин циптарға иһә ул ғүмеренең аҙаҡ ҡы көндәренә хәтлем хыянат итмәне. Кейекбаевтың хаттары Бөйөк Ватан һуғышы башланмаҫ борон 1940-1941 йылдарҙағы һуңғы тыныс тормош мөхитен тойомларға мөмкинлек бирә. Был хаттарында атайым үҙе тормошон шундай образлы итеп һүрәтләй, уларҙы уҡығанда гүйә мин бынан етмеш йыл элек уның менән Өфө урамдары буйлап йөрөгәндәй хис итәм. Бына урамдарҙы тәүге һе перт мә буран ҡаплай, ана уларҙан яҙғы гөр лә үектәр шаулап йүгерә, ҡала ал ма ағастарының һәм муйылдарҙың аҡлығына күмелә, уларҙың ботаҡтарында гүйә һан дуғастар һайрай; гүйә мин атайым менән бергәләп театрҙар һәм кинотеатрҙар афишаларын уҡыйым, театр та машалары, яңы ки нокартиналар хаҡында уның фекерен тыңлайым; хаттарҙы уҡып, атайым менән бергәләп Мәжит Ғафуриҙың алтмыш йыллыҡ юбилейына барғандай, һуғыштаналдағы һуңғы 1 май демонстрацияһында йөрөгәндәй булдым. Һәм Ағиҙелдең текә ярында атайыма йәнәш торғандай хис иттем, гүйә унда 1941 йылдың
яҙындағы икһеҙ-сикһеҙ даръя менән һоҡ ландым. Шулай уҡ үҙемде атайым менән бергәләп уның дуҫтары башҡарыуында ҡурай моңдарына кинәнгән, башҡорт халыҡ йырҙарын мөкиббән тыңлағандай хис иттем. Таулы урмандарҙың һауаһын һулағандай, уның йәнтөйәгендәге үләндәрҙең һәм сәскәләр ҙең еҫен тойғандай булдым.
Әсәйебеҙ Нәфисәнең хаттарын – тормошҡа сыҡҡансы ул Халиҡова фамилияһы менән дә йөрөй – мин тәүҙә атайымдың хаттарына ҡуша матбуғатҡа бирмәҫкә теләгәйнем. Ләкин әсәйемдең хаттары шуны күрһәтә: уның, ун һигеҙ йәшлек ҡыҙҙың шундай сифаттары булған ки, һәм шул сифаттар
атайымды шундай ҡыҙыҡлы хаттар яҙырға этәргән дә инде. Быға ҡәҙәр әсәйем инде донъяның әсеһен татырға, күпте аңларға өлгөрә. Тормошҡа уның етди, реаль ҡарашы ярала. Атайым менән хатлаша башлаған саҡтарҙа әсә йем бик ҡыйын тормош хәлдәрен кисерә. Һәм беҙҙең буласаҡ атайыбыҙ, әлбиттә, уға терәк була. Әсәйебеҙ музыка ярата, уҡыу менән мауыға һәм етди әҙәбиәтте күп уҡый. Атайым ише ул да үҙенең Урта Азиялағы тормошон образлы һәм мауыҡтырғыс итеп тасуирлай. Атайым менән икеһенең дә күп әхләҡи проблемаларға уртаҡ ҡараштары асыҡлана һәм, әлбиттә, уларҙың икеһен дә Ватанға – тыуған Башҡортостанға, башҡорт теленә, башҡорт йырҙарына уртаҡ һөйөү берләштерә.
Әсәйем Урта Азияла ун йылдан ашыу йәшәй, урыҫ мәк тә бен дә белем ала, башҡортса яҙыу ҡағиҙәләрен онота төшә, шул сәбәпле күп кенә хаттары яртылаш рус телендә яҙылған. Әгәр ҙә әлеге хаттарҙағы рус һүҙҙәрен башҡорт теленә йә иһә башҡорт һүҙҙәрен рус теленә тәржемә итһәң, улар әсәйемдең шәхсиәтен сағылдырыу һәләтен юғалта һәм, иң мөһиме, улар атайым уҡыған һәм күңеленә һеңдергән хаттарҙың тәбиғилеген һәм хиссиәтен юғалтасаҡ.
Әсәйем ата йымдан килгән бөтә хаттарҙы ла һаҡлаған шикелле. Әммә уның атайға һалған бер нисә хаты ғәйеп. Ихтимал, улар килеп тә етмәгәндер...
Йәнә шул: хаттарҙың һәммәһе тиерлек яҙылыу календары буйынса тәҡдим
ителә, бүтәнсә „хат һалдым – яуап алдым“ тәртибе боҙола. Сөнки атайым йә әсәйем, ебәргән хатына яуап та көтөп тормай, ҡабат ҡағыҙ-ҡәләмгә үрелгән.
Матбуғатҡа әҙерләгәндә бәғзе хаттарҙың элеккеләренә оҡшаш баштарын һәм аҙаҡтарын ҡыҫҡартыуҙы кәрәк таптым. Ҡайһы бер хаттарҙың аҙағында һәм иң һуңынан, хаттарҙы уҡығанда үҙемдә тыуған уйҙарҙы һәм хәтирәләрҙе өҫтәп, комментарийҙар бирәм.

Зөһрә КЕЙЕКБАЕВА,
М. Аҡмулла исемендәге
Башҡорт дәүләт университеты доценты,
педагогия фәндәре кандидаты,
Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы.

25 сентябрь, 1940 йыл, Өфө
Нәфисә, Һеҙгә бик күп сәләм. Үҙемдең хәлдәр һаман бер көйө. Эш ҡыйратырҙай булып эшләп йөрөгән көн. Уҡыуҙарҙы башлап ебәрҙек. Нәфисә, Һеҙ миңә бик асыуландығыҙ, шикелле, хәтерегеҙ ҡалды, буғай. «Төшөнмәйем» тигәнһегеҙ. Шулай булғас, билгеле, асыуланғанһығыҙ. Ләкин мин Һеҙҙең асыуланмауығыҙҙы үтенер инем. Әгәр асыуланмаған булһағыҙ, ошо адрес белән
хат яҙырһығыҙ: Сталин урамы, 22, 15се квартир. Асыуланған булһағыҙ, хәл юҡ.
Иҫән-һау барып еттегеҙме? Һеҙ бик шәп уҡыйһығыҙҙыр инде. Шәп уҡыуығыҙҙы
теләп ҡалам. Мин октябрҙә Мәскәүгә барам, фәнни командировкаға. Башҡа артыҡ хәбәрем юҡ. Сәләм белән Жәлил. Хат яҙығыҙ, әгәр төшөнгән булһағыҙ һәм хәтерегеҙ ҡалмаған, асыуланмаған булһағыҙ. Хуш, уңышлыҡтар теләп ҡалам.


7 ноябрь, 1940 йыл, Өфө
Нәфисә!
Бик күп сәләмдәремде ебәрәм. Һеҙҙе һәм Һеҙҙең шат йәшәүегеҙҙе теләп ҡалам.
Һеҙҙән хат килеү мине шул тиклем шатландырҙы, һүҙ менән әйтеп бирерлек
түгел. Киреһенсә, Нәфисә, Һеҙ мине онотҡанһығыҙҙыр инде, тип уйлай инем әле.
Иҫегеҙгә төшөрөп хат һалыуығыҙ өсөн бик ҙур рәхмәт.
Мин кисә генә Мәскәүҙән ҡайтып төштөм. Былай ҙа бик күтәренке рух белән,
шат ҡайтҡайным, өҫтәүенә, ҡайтыуыма Һеҙҙән хат килеп торған. Ул мине
тағы ла шатландырҙы. Мәскәүгә китмәҫ борон мин һеҙгә бер открытка яҙып
һалғайным, күрәһең, Һеҙ уны алмағанһығыҙҙыр.
Мәскәүҙә бер айҙан артығыраҡ йөрөнөм. Командировканы ла, отпускымды ла
шунда уҙғарҙым. Әйбәт кенә ял иттем, театрҙарға, киноларға йөрөнөм, ауыл хужалығы күргәҙмәһендә булдым. Мәскәүҙә минең таныштар, бергә уҡыған иптәштәр бик күп, улар менән осраштым. Башҡортостандан барған иптәштәр күп.
Шулар менән бергә-бергә әйбәт кенә уҙғарҙыҡ ваҡытты. Һуңға табан бик ҡайтҡы
килә башланы. Байрамға Өфөгә ҡайтып етергә ашыҡтым. Шуныһы: Мәскәүҙә
шау-шыу бик көслө, өйрәнмәгән кешегә ҡыйын. Хәрәкәт бик тығыҙ. Өфөлә байрам
иттем. Мәскәүҙә итергә мөмкин ине, ләкин Өфөнө бик һағындым. Бында өйрәнгәнгәлер. Иптәштәр, дуҫ-иштәр Мәскәүгә ҡарағанда күберәк. Ҡурайсы, йырсы иптәштәр
бар, шулар менән байрам итеүе күңеллерәк булыр, тинем.
Мәскәүҙә мин бик күп байрам иттем. Сталин, Молотов, Ворошилов һәм башҡа юлбашсыларҙы бер нисә тапҡыр күрҙем мин. Ҡыҙыл майҙандан әллә нисә тапҡыр үттем.
Ләкин Өфөлә көн насар булды, ҡар ҡатыш ямҡыр яуып ебәрҙе, аяҡ аҫты бик бысратты. Шулай ҙа күңелле булды…
Нәфисә, мин Һеҙҙең белән ултырған, һөйләшкән минуттарҙы һис бер ваҡытта ла онотмаясаҡмын. Ул минуттар изге бер төш кеүек кенә минең өсөн ул. Әҙ генә ваҡыт эсендә минең өсөн бер ғүмер булып ҡына ҡалды. Ләкин һеҙ асыуланмағыҙ, Нәфисә… Кеше белән асыуланышһам йә иһә ирешһәм, шундуҡ ярашам мин.
Тау тау белән осрашмай, кеше кеше белән осрашыр, тиҙәр бит. Бәлки, ғүмер
бар бул һа, беҙгә тағы ла осрашырға тура килер. Осрашыуыбыҙ ҙа бик мөмкин,
ке ше ләр ағас башынан йөрөмәй бит – ерҙән йөрөй. Әйткәндәй, осрашһаҡ, мин
бик шат ланыр инем…
Түҙемһеҙлек белән хат көтөп ҡалам һәм, оҙаҡламай ҡар шы яуап хат яҙырһығыҙ, тип ышанам, киләһе хатығыҙға күп һүҙҙәр яҙығыҙ, дөрөҫ адресығыҙҙы белһәм, күп һүҙҙәр яҙыр инем, тигәнһегеҙ бит хатығыҙҙа.
Миңә бер карточкағыҙҙы ебәрер инегеҙ, Нәфисә, бер иҫтәлек булыр ине, исмаһам, ҡарап иҫкә алыр инем.
Ярай, хушығыҙ, Нәфисә. Бик күп сәләм үҙегеҙгә.
(Атайым Мәскәүҙә уҡыған йылдарын һәр саҡ һағынып хәтерләй торғайны. Ысын интеллигент булған ғалим уҡытыусыларҙы – бигерәк тә. Студенттарҙы хөрмәт ит кән һ ә м уларҙың аңына үҙҙәре уҡытҡан фәнде еткерә алған өсөн. Студенттар араһында бер-береңә таяныу һәм үҙ-ара ярҙамлашыу хөкөм һөргән.
Мәскәүҙең үҙендә тыуып-үҫкән һәм илебеҙҙең төрлө тарафтарынан килгән студенттар араһында бер ниндәй ҙә айырымланыу булмауын, ғәрип булараҡ, иптәштәренең уға ҡарата,
хәстәрлек күрһәтеүҙәрен рәхмәт тойғолары менән иҫләр ине.
Атайым Ҡыҙыл майҙан трибунаһында күргән ил етәкселәренән башҡа кешеләр хаҡында ла һөйләй торғайны. Студент сағында ул иптәштәре менән бергәләп яҙыусылар, шағирҙар,
билдәле кешеләр менән осрашыуҙарға йөрөргә, төрлө әҙәби сараларҙа ҡатнашырға
яратҡан. Атайым уҡыған институт студенттары утыҙынсы йылдар башында сит
илдән СССРға Максим Горькийҙың ҡайтасағы хаҡында хәбәрҙе ҙур энтузиазм менән
ҡабул итә. Атайым араларында булған студенттарҙың ҙур төркөмө атаҡлы һәм бөтәһе
лә яратҡан яҙыусы ултырып киләсәк поезды ҡаршылар өсөн вокзалға бара. Поезд
вок залға яҡынлашҡас, студенттар М. Горькийҙы вагон тәҙрәһенән күрә. Ҡыуаныс һәм
һоҡланыу менән студенттар Горькийҙы ҡысҡырып сәләмләй, яуапҡа Горький уларға
ҡулын болғай. Һуңынан атайыма башҡа студенттар менән бергәләп совет яҙыусыларының I съезы барған ултырыштар залы галеркаһына эләгергә насип итә. Трибунаға Горький сыҡҡас галерканан студенттар хурлау ауаздары һәм ҡул сабыуҙар менән уны бөтәһенән дә яңғырауыҡлыраҡ тәбрикләй. Горький галерка яғына ҡарай ҙа уларға яңынан ҡул болғай. Атайым һөйләй торғайны: студенттар шул саҡта Горькийҙың үҙҙәренә ҡул болғауына ышанған, сөнки ул кемдәрҙең үҙен вокзалда ҡаршылауҙарын таныған.)
Редакциянан: артабан да З. Ж. Кейекбаеваның комментарийҙары йәйәләр
эсендә бирелә.

17 ноябрь, 1940 йыл, Карши
Жәлил ағай!!!
Һеҙгә күптән-күп сәләм! Иҫән5һау һәм күңелле йәшәүегеҙҙе теләп ҡалам. 7 ноябрҙә яҙған хатығыҙҙы алып уҡып бик шат бултым, мыны хатҡа яҙып әйтеп
бөтөрөрлөк түгел. Мин был хатҡа тиклем Һеҙгә ике хат
яҙған инем. Берһен 23/IX яҙҙым, ул ваҡытта мин точный
адресығыҙҙы белмәй инем. Ул хатты ебәреп, 3 көн уҙғас,
Һеҙҙән открытка килте. Һеҙ анта «Октәбрҙә Мәскәүгә китәм» тип яҙғайнығыҙ. Открыткағыҙҙы алғас, 29/IX мин тағы бер хат ебәрҙем, аныһын әле һаман
алмағанһығыҙ икән.
Ул хат үҙегеҙ юҡта барып юғалғандыр. Жәлил ағай, ә
Һеҙ юҡта хат та ры ғыҙ ҙы кем алып ҡуйған һуң?
Бик досадно, что ул хатты Һеҙ алмағанһығыҙ. Мин ул
хатты оҙонораҡ итеп яҙған инем. Юғалһа, бик йәл.
Мин Һеҙҙең телеграммағыҙҙы алтым. Бик ҙур рәхмәт аның өсөн.
…Һеҙҙең «Тау белән тау осрашмай, кеше белән кеше осраша» тигән һүҙегеҙ
ысын булһа кәрәк. Дөрөҫ, ғүмер булһа, ә ул әле булырға тейеш, осрашырбыҙ, но
ҡасан икәне билгеле түгел…
Миңә шул йәл, Өфөлә, вообще Башҡортостанға ҡайтҡан ваҡытта, Һеҙҙең
белән яҡыныраҡ таныша алманыҡ. Был минең өсөн ғүмер буйына үкенестә
ҡаласаҡ. Минең үҙемә асыуым килә – ни өсөн мин билеттарҙы 17/VIII5гә
алтыштырҙым. Тағы бер генә көн һунғыраҡ алғанда, ул тиклем ашығыс булмаҫ
ине. Ни хәл итәһең, ярар инте…
Һеҙҙең Мәскәүҙә ваҡытығыҙҙы күңелле үткәргәнегеҙҙе ишетеп бик шат бултым. Миңә, урыҫса әйткәндә, просто завидно, что я кроме Узбекистана никогда
ни чего не видела. Мәғлүм тә түгел – туры килерме берәй ваҡыт Мәскәүҙә булырға, бөтәһен тә күрергә.
Жалко осознавать, что живя в Узбекистане, отстала от жизни и от людей.
Һеҙ яҙаһығыҙ, что аяҡ аҫты бысраҡ булһа ла, Октябрь байрамын күңелле уҙғарҙыҡ, тип. Мынта әле ҡар түгел, ямҡыр ҙа һис яуғаны юҡ, Октябрь байрамын күңелле үткәреп булманы. Дөрөҫ, вечер, мәжлестәр булты. Минтә лә ҡыҙлар бултылар. Йырлашып, бейешеп, көлөшөп ултырҙыҡ. Аларҙы оҙатҡас, «Урал» көйөнөң пластинкаһын патефонға ҡуйып, кискә хәтле тыңлап илап ултырҙым. Кискә иптәш ҡыҙларым килеп, көсләп театрға алып киттеләр. Ә әтейем күп ваҡыт өйҙә булмай, ул командировкала.
Уҡыулар ҙа бик шәп бармай. Уҡытыусылар етмәй. Булғандары ла бик әй бәттән түгелләр, эсәләр, дәрескә килмәй, опаздывать итеп йөрөйҙәр. Күпләренә суд булты. Немец теле уҡытыусыһы совсем юҡ. Өйҙә самостоятельно заниматься итергә тура килә. Үзбәкстан мәктәпләрентә малограмотный кешеләр әҙерләп сығаралар…
Башҡортса яҙыуы минең өсөн бик ҡыйын. Онотолған. Башҡортса мин икенсе синыфта ғына уҡыған инем, анан һуң 11 йыл уҙып китте. Жәлил ағай. Әгәр мөмкин булһа, Һеҙ миңә «Һеҙ» тип яҙмағыҙ. Ул һүҙҙе кеше үҙе нән ҙурыраҡ кешегә әйтһен. Йәме? Әгәр мин Һеҙгә «һин» тип яҙһам, уңайһыҙыраҡ булыр. Шуның өсөн был правоны миңә ҡалтырығыҙ…

25 ноябрь, 1940 йыл, Өфө
Нәфисә!
Хатыңды алғас, шул тиклем шатландым, беләһеңме, ул шатлыҡты хатҡа
яҙып та, һөйләп тә аңлатып булырлыҡ түгел. Мин һинән дүрт күҙ белән хат
көтә инем. Рәхмәт хатың өсөн. Беҙҙең араны бер нисә мең саҡрымдар айыра,
ләкин хатыңды уҡығас, мин һинең үҙеңде күргән һымаҡ булдым һәм миңә
яҡындарҙан5яҡын булып тойолдоң. Һинең белән осрашҡан ваҡыттар иҫкә
төштө, мин шул осрашыуҙы яңынан башымдан кисерҙем, шул күп булһа, 30
ғына минут ваҡытты тағы бер тапҡыр тәрән переживать иттем. Һинең
белән осрашҡан минуттар минең хәтеремдә мәңге-мәңге иҫтәлек булып
ҡаласаҡтар. Мин шул осрашыуҙы һәр ваҡыт матур итеп хәтеремә төшөрәм.
Ул осрашыу һағынып һөйләрлек кенә булып ҡалған инде хәҙер. Ләкин бик5бик әҙ
булды. Шулай ҙа аның өсөн үкенергә лә, ҡайғырырға ла ярамай. Беҙ һинең белән
осрашырға тейешбеҙ…
Һин, патефонда «Урал» көйөн уйнатып илап ултырам, тип яҙаһың. Ләкин
һин бер ваҡытта ла илама, ялғыҙһынма, Нәфисә. Һиндә Уралды һәм Башҡортостанды минең шикелле яратаһың шикелле. Әле бына айҙан артыҡ Мәскәүҙә
йөрөнөм, һунғы табан шул тиклем һағына башланым, ҡайтырға ашыҡтым.
Быйыл „Ҡыҙыл Башҡортостан“ гәзитендә башҡорт халҡының героик эпосы „Иҙеү кәй һәм Мораҙым“ баҫылып сыҡты. Оҙаҡламай ул ҡалын китап булып баҫылып сыға. Мин шул эпосты бик яратып уҡыным. Шунда Урал тау тураһында былай тиелгән:
Һай, Урал тау, Урал тау,
Барына ата булған тау,
Барына әсә булған тау.
Атам кейәү булған тау,
Әсәм килен булған тау.
Уралда тыуған баланың
Теле сыға башлағас,
Әсә тигән һүҙҙән һуң
Икенсеһе Урал тау.
Бына, нисек яратмаҫһың, нисек һағынмаҫһың инде шул Уралды. Бигерәк матур әйтелгән. Был йырҙы халыҡ сығарған.
Һин анда торғас, белмәйһеңдер, хәҙер йыр, музыка, театр, ғөмүмән,
искусство һуңғы бер нисә йыл эсендә бик үҫте, алға китте.
Кисә башҡорт халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 60 йыллыҡ юбилейы үткәрелде. Культура һарайында бик ҙур тантаналы кисә булды. Мәскәүҙән, башҡа республикаларҙан да яҙыусылар килде, Үзбәкстандан да бер яҙыусы бар ине. Доклад һәм ҡотлауҙарҙан һуң бик ҙур концерт булды. Йыр, бейеү, ҡурай – бөтөнөһө, бөтөнөһө бар ине. Мин, рәхәтләнеп тыңлап ултырҙым. Концерт
сәғәт 2-лә генә бөттө. Бик һуңлатып ҡайттым. Ҡайтыуға һинең хатың килеп торған. Хат тиҙ йөрөй икән. Мин, ноябрь аҙаҡтарһыҙ яуап ала алмам, тип уйлай инем әле. Был һинең икенсе хатың. Һинең икенсе хатыңды мин ала алманым. Хатты, юғалмай килһә, хозяйка алып ҡайта.
Нәфисә, һин тырышып уҡып, урта мәктәпте тамамла һәм уҡырға бында ҡайт. Анда булған институттар бында ла бар, минеңсә, бында институттар көслөрәк, ҙур профессорҙар етерлек. Теләгән институтҡа керерһең…
Үткән хатта мин яҙмағанмын, яҙып, әйтеп бөтөрмәгәйнем, шуңа күрә был
хатта яҙып бөтөрөп ҡуйырға уйлайым (сразу ярамай бит). Мин һине бик яратам, Нәфисә.
Асығыраҡ итеп әйткәндә, был инде минең признание в любви – мөхәббәтте
асып биреү. Мин теге вакытта өлгөрә алманым. Уны тел белән әйткәндә әйбәт
булыр ине, ләкин мөмкинлек булмағас, хат аша булһа ла әйтергә булдым. Һин
яратаһыңмы, юҡмы, аныһы – һинең эш. Ә инде үҙ тойғоларымды белдереү –
минең долг. Сөнки һин яратҡан сүрәттә лә ғүмерҙә әйтмәйәсәк инең. Билгеле,
м хәббәтте тел белән әйткәндә эффективныйыраҡ булыр ине, хат аша әллә
нисек. Ләкин, математический тел белән әйткәндә, ошондай формула килеп
сыға – любовь без взаимной любви равна нулю. Һинеңсә нисектер, мин шулай
тип ҡарайым.
Һин үҙеңдең тарафтан яуап яҙырға тейешһең.
Башҡортса ҡыйынһынһаң, урыҫса яҙ.
Барыһын да яҙып бөттөм шикелле. Онотолғандарын киләһе хатта яҙырмын.
Я думаю, что тебе все ясно стало теперь.
Ләкин һин бер нәмәгә лә үкенмә, мы еще встретимся. Встретимся так, что
эта встреча навсегда останется в нашей памяти. Только не горюй.
Как твоя сестренка? Я забыл как ее зовут, кажется, Рәйсә.
Если Ты интересуешься, как я живу, то могу описать. Живу я обычно. В Уфе у
меня очень много друзей. Знакома почти вся Уфа. По вечерам бываю в кинотеатрах. В Уфе есть пять театров, кажется, пять-шесть кинотеатров. Время проходит незаметно. Работы, конечно, много, но это у каждого.
Зимой в январе, наверное, опять поеду в Москву, будет совещание, летом опять.
Я, между прочим, очень доволен своей осенней поездкой. Жить пришлось продолжительно, везде побывал, видел всех друзей.
Былар һиңә, билгеле, интересно түгелдер, яҙып тормайым. Үҙең барһаң ғына
ин тересно була ул. Киләһе йыл Башҡортостанға ҡайтһаң, обязательно Мәскәүгә апарып бөтөнөһөн йөрөтөп күрһәтәм үҙеңә, Нәфисә. Әйткән һүҙ – атҡан уҡ, ти. Һинең ҡайтыуыңда ғына тора эш. Сөнки мин йәй буйы буш. Теләһәң, Мәскәүгә параход белән барырға ла була, ләкин бик оҙаҡ бара, ун көн.
Ярай, хуш, Нәфисә. Хатҡа яҙып һүҙ бөтмәй инде, күпте яҙһаң да, уҡып ялҡып бөтөрһөң әле үҙең дә.
Бик күп, бик һағынышлы сәләм үҙеңә. Түҙемһеҙлек белән хат көтөп ҡалам.
Жәлил.
Ноябрь, төнгө сәғәт 3.
Миңә хатты до востребования яҙма.

(Ғиниәт олатайыбыҙ революцияға тиклем Үтәш мәҙрәсәһендә Мәжит Ғафури менән бергә уҡыған. Ул Ғафуриҙың шул осорҙа уҡ шиғырҙар ижад итеүен, уларҙы шәкерттәр гә күрһәтергә тырышыуын һөйләр ине. Әммә бәғзе һабаҡташтары уға бигүк ышанып етмәй, һин Туҡайҙан күсереп алғанһың, ә шиғырҙы үҙең яҙмағанһың, тип тә әйткәндәр, хатта түпәләп тә алғылағандар. Олатайымдың һөйләүе буйынса, Ғафури йәш сағында кәүҙәгә төпөш, ҡураныс була, үҙен йәберләүселәргә «сдача» бирә алмай.
Һәм Ғиниәт олатайға уны йәберләгәндәрҙең кәрәген бирергә тура килә. Тегеләр Ғиниәткә тейергә ҡурҡып йөрөй, сөнки ул буйһыу, кәүҙәгә елле, көслө, шул уҡ ваҡытта ҡыҙып ба рыусан була. Ғиниәт Кейекбаев ана шулай Мәжит Ғафуриҙы хөрмәт итә, сөнки үҙе лә шиғырҙар яҙыу менән шөғөлләнә.
Ж. Кейекбаевтың «Туғандар һәм таныштар» романында әҫәр геройы Ғибаттың Герман фронтынан хатына һалып ебәргән бәйете урын алған. Ә бит Ғибаттың прототибы – Ғиниәт Кейекбаев, һәм был бәйетте ул сығарған икән - З.К.)

Дауамы бар.

"Ағиҙел"дең сайтында сыҡҡан яҙмаларҙы сайтҡа һылтанмаһыҙ күсереү ҡәтғи тыйыла. 

Читайте нас: