Улар ярты быуаттан ашыу яҙыусы Хәкимйән ағай Зариповтың шәхси архивында һаҡланған, сөнки Мәскәү студенты Рәми Ғарипов хаттарҙы Ҡазанда юрист һөнәренә уҡыған Хәкимйән дуҫына яҙған. Уларҙа 20 йәшлек егеттең әҙәбиәткә, халыҡ ижадына сикһеҙ хөрмәте лә, тәүге һөйөү хистәре яралып, селпәрәмә килгән мәлдәре лә сағыла. Cтудент Рәмиҙең, «матди наҡыҫлыҡҡа ҡарамай», 1950-се йылдарҙағы Ленинград, Ҡазан ҡалаларына сәйәхәте лә урын ала…
Тормош шулай инде: кешеләр генә түгел, таш диуарҙар ауа… Хәкимйән ағайҙың килене Мәҙинә Зарипова ғүмер буйына Ҡ. Дәүләткилдеев исемендәге Республика һынлы сәнғәт гимназияһында эшләне. Ҡәйнәһе менән ире Рөстәм донъянан иртә китте. Хәкимйән ағай йыуанысты Гүзәлиә һәм Тимур исемле ейәндәрендә тапты. Мәҙинә балалалары менән ҡайныһын һуңғы көнөнә ҡәҙәр үҙе тәрбиәләне. Бер осрашҡанда элекке хеҙмәттәшем: «Һеҙ, Әнисә Мусовна, әҙәбиәтсе кеше, ошо яҙмаларҙы ҡайҙа һәм нисек ҡулланыу сараһын күрегеҙ», – тип ҡәҙерле ҡомартҡыларҙы миңә тапшырҙы. Эксклюзив материал өсөн Мәҙинә Әхиәр ҡыҙына оло рәхмәт.
Ете хат та бөгөн ташҡа баҫыла, уларҙың тел-стиль үҙенсәлектәре үҙгәрешһеҙ ҡала.
Әнисә МУЛЛАҒОЛОВА.
1-се хат 26/III- 51.
Хәким!
Минең алдағы хатыңа ла яуап яҙа алмауымды ғәфү ит инде. Был минең ҙур етешһеҙлек. Ләкин быны минең һиңә булған һалҡынлыҡ тип уйламаҫһың , Хәким. Мин хаттарың һәм үҙеңдең һөйләүең буйынса һине яратып, шатланам. Ләкин мин һине әле коллектив араһында, эшеңдә һәм башҡа иптәштәрең менән булған бәйләнештә бик аҙ беләм. Быны һинең киләсәгең әйтер. Ләкин мин һиңә ышанам. Ысын большевик булыуыңа һәм шуға ынтылыуыңа ышанырға теләйем. Уҡырға ынтылыуыңды күреп тә бик шатланам. Әлбиттә, хыял ҡанатһыҙ булмаҫҡа тейеш! Хыялһыҙ йәшәү күңелһеҙ. Һәр ваҡыт үҙ алдыңа ҡуйған маҡсатҡа ынтылғанда ғына үҫергә, Кеше исеменә хаҡлы булырға мөмкин. Идеалһыҙ кеше – ул юғалған, аҙашҡан кеше. Әгәр кешенең идеалы булмаһа, ул үҙенең күңел бушлығын алкоголь менән тултыра.
Хәким, иң беренсе мин һиңә бының менән һаҡ булырға ғына түгел, ә бының менән ағыуланған кешеләргә ҡаршы көрәшергә кәңәш итәм (әлбиттә, мин бергәләп мәжлестә күңел асыуҙы кире ҡаҡмайым, бында ла әле кеше үҙ рамкаһында булырға тейеш).
Икенсе һүҙем – Мөхәббәт тураһында. Был турала яҙмауыңа мин борсола инем. Сөнки беҙ йәшәгән ваҡытта матур итеп, ҙур Мөхәббәт менән һөйә лә белергә тейешбеҙ. Мин, әлбиттә, тәжрибәле түгел. Ләкин был турала күп яҙҙым һәм хәҙер ҙә күп уйлайым (хатта артығыраҡтыр ҙа).
Был турала һиңә Дәүли һәм Сафин һөйләрҙәр. Мин һиңә был хаҡта нисек әйтергә лә белмәйем, Хәким. Нисек инде ул был «иртәрәктер һәм ваҡытһыҙыраҡтыр»??? Был көлкө хатта!
Әгәр кеше тормошо героикалар менән биҙәлгән булып та, ул мөхәббәтһеҙ икән, барыбер ул тулы тормош түгел! Ул кеше тулы кеше була алмай. Юҡһа был – физик яҡтан ғына түгел, ә мораль зәғифлек тә.
Һөйөргә, ҙур һөйөү менән һөйөргә кәрәк. Тормошта көрәштән ҡурҡҡан илаҡтар ғына ҙур һөйөүҙән, уның гүзәллегенән мәхрүм кешеләр. Ә большевиктәр большевиксә һөйә беләләр.
Тик һинең ҡыҙың һөйгән кешең булыуҙан алда, иң элек көрәштәшең, иң яҡын дуҫың булырға һәм һеҙҙең мөхәббәтегеҙ ҙә тик бына ошо дуҫлыҡ нигеҙендә генә тыуған булырға тейеш. Шул саҡта ғына һөйөү һине көрәшкә, подвигҡа ашҡындырыусы, һыҡраныуһыҙ һәм ҡайнар булырға мөмкин.
Ләкин беҙҙә әле күп йәштәр быны аңламайҙар. Ниндәйҙер физиологик ләззәткә генә ҡоролған «мөхәббәттәр» ҙә тулып ята әле. Минең личный ҡарашым шулай.
Тауҙар емерелеп,
таштар баҫһын
Мөхәббәтһеҙ үтһә, ғүмерҙе!
Ҡыҙҙарға минең талабым шундай:
Ерәнгес һин,
Әгәр бөгөн минең
Тик кейемгә,
Төҫкә ҡараһаң!
Миңә етә:
Башым һәм йөрәгем,
Ҙур ҡулдарым эшкә яраһа,
Мин үҙемде тулы кеше итеп,
Бәхетле лә итеп тоямын.
Тормош кеүек,
Һүнмәҫ маҡсатым бар,
Мин
эшемдән
бәхет ҡоямын.
Тик байрам да түгел ,
Үтер юлым –
Яныу,
табыу,
уйлау,
кисереү.
Мөмкин түгел
Күңел бушлығынан
Ҡыҙҙар эҙләп
миңә кис йөрөү.
Яратма һис, иркәм,
әгәр мине
Егет кенә итеп күрһәң һин:
Ярты йөрәгем бул,
уң ҡулым бул,
Һәм көсөм бул
һәр көн
Һәр эштә.
Бул уҡыусым,
бул һин уҡытыусым
Һәм дуҫым бул минең
көрәштә!
Беҙҙең бәхет
Илем бәхете булһын,
Был саҡ һөйөү – гүзәл,
Бик һәйбәт.
Бит мөхәббәт өсөн йәшәмәйҙәр,
Йәшәү өсөн кәрәк мөхәббәт!
Сәләм менән Рәми. Мәскәү.
2-се хат 15 май, 1952 йыл. Мәскәү.
Хәкимйән!
Хатыңды алып шатландым. Ҙур рәхмәт! Минең өндәшмәй тороуға бик асыуланғанһыңдыр, бәлки.
Ярай, үҙемдең турала. Һин «уңышлыҡтарға таба ынтылыуыңды тоям» тиһәң дә, артыҡ уңышлыҡтар юҡ әле, Хәким. Ҡайһы саҡта мин аңлап та етмәйем үҙемде. Бәлки, мин әҙәбиәттән башҡа бер өлкәлә файҙалыраҡ булырмын, тип тә уйлайым.
Шулай ҙа мин институтты тамамларға һәм ең һыҙғанып эшләп ҡарарға ашҡынам. Унан күҙ күрер әле.
Әлбиттә, миңә институт күп нәмәләр бирә кеүек. Педагогия институтын әллә заочно уҡырғамы, тигән ниәт тә бар. Тик әлегә көс етмәҫ һымағыраҡ.
Хәким, һиңә, әлбиттә, минең шулай икеләнеүем яҡшы булмаҫ. Сөнки һин мине былай күрергә өйрәнмәгәнһең. Шулай ҙа миңә бер нәмә етешмәгәнен мин бөтә йөрәгем менән әрнеп тоям. Нимә етешмәй һуң?
– Тормош тәжрибәһе.
Мин бит әле тормошто бик аҙ беләм. Үҙем яҙасаҡ кешеләрҙең тормошо менән бик ярлымын. Ә был миңә – иң кәрәклеһе, Хәким. Миңә кешеләр яҙмышы менән бик бай һәм тәжрибәле булырға кәрәк. Унан һуң хәҙер мин үҙемдең телгә ярлы булыуымды бик яҡшы күрәм. Бик ярлы! Ә был бит минең – ҡоралым! Ҡоралһыҙ нисек көрәшәһең? Көс-белем, әлбиттә, аҙыраҡ барҙыр. Ләкин ул да аҙ.
Бына мин хәҙер шул хәлдәмен. Нисек сығырға? Был турала оҙаҡ уйлайым инде. Шундай ҡарарға килдем: үҙеңдең башҡорттарыңды биш бармағың кеүек белергә.
Йәйгә шундай маҡсат:
Иң тәүҙә нефть райондарында булырға, йәш эшселәрҙең тормошо менән танышырға, материалдар тупларға, унан көньяҡ һәм көнсығыш райондарында булып, фольклор йыйырға, халыҡтың һөйләшеү телен өйрәнергә. Был миңә тормошомда бик ҙур боролош дәүере булыр кеүек. Әгәр ҙә үҙемдең шул маҡсатҡа ирешә алһам ғына, был боролош буласаҡ. Тик минең быға ҡамасаулыҡ итә торған бер етешһеҙлегем бар – ҡыйыуһыҙлыҡ. Ә бик ҡыйыу булырға кәрәк.
Унан һуң материаль мөмкинселек тә наҡыҫыраҡ инде. Бына шуларҙы еңер кәрәк.
Даһи Бабичев, Әсғәт Әшрәпов тигән иптәштәрем менән бергә буласаҡбыҙ. Даһи минең менән уҡый. Бына ул ҡыйыу, үткер кеше инде, исмаһам. Ә Әсғәт – кинематография институтында уҡыған дуҫым. Оператор. Детдомда бергә йәшәп, урта мәктәпте бергә тамамлап, походтарҙа бергә йөрөп, Украинала ла бергә булдыҡ, әле лә бергәбеҙ. Булдыҡлы һәм аҡыллы егет. Бына өсәүләп газеталарҙан эш тә алһаҡ, өс таған, әлбиттә, таймаҫ тип ышанам.
Беләһеңме, Хәким, мин хәҙер үҙебеҙҙең халыҡ теленә шул тиклем ғашиҡмын, һин күҙ алдына ла килтерә алмайһың! Һәр бер ишетелгән йә уҡылған яңы һүҙ минең кеҫә дәфтәремә инә бара. Бер яңы матур халыҡ һүҙе ишетеү – миңә ҙур байрам! Бер генә үҙем белмәгән мәҡәл йәки әйтемде ишетеү миңә иң рәхәт шатлыҡ бирә!
Бына халыҡты мин аҙым һайын тыңларға, унан өйрәнергә тейешмен.
Бит әҙәбиәттә ҡулланылмаға бик күп матур һүҙҙәр – алтындар бар халыҡта!
Бына шуға мин хәҙер иң ҡомһоҙ кеше булып һыуһаным – ҡанығып бөтмәм кеүек!
Әле экзамендарға әҙерләнәм. Шиғырҙар яҙмайым. Ҡышҡы каникулда Ленинградҡа йөрөп ҡайтҡандан һуң бер аҙ яҙып алдым. Әгәр ҡыҙыҡһынһаң, һин уларҙы пединституттағы Зөбәйерова Диләра тигән ҡыҙҙан алып уҡы.
Хәким, әгәр мөмкин булһа, һин уның тураһында белеп яҙ әле, йәме? Кәрәк. Ул – минең бик ҡыҙыҡһынған кешем. Һөйләш. Тик ҡыҙ кеше булған өсөн ҡыҙыҡһына, тип уйлама. Беҙ бөтөнләй осраҡлы ғына осраштыҡ. Һәм ул миңә бик ҡыҙыҡлы кеше кеүек тойолдо. Күптән күргәнем юҡ. Бына һин күр әле уны. Шулай уҡ Илдар Юзеев тураһында һинән ишетергә теләр инем. Бәлки, һин беләһеңдер уны. Сәләм әйт.
Хәким, әгәр ҙә экзамендәрҙан һуң Ҡазан аша ҡайтһаҡ, күрешербеҙ тип уйлайым. Тик һин унда булырһыңмы, белмәйем. Ә минең Ҡазанды бик күргем, уның тарихи урындары менән танышҡым килә.
Ярай, үҙеңдең турала, белгән ҡыҙыҡлы иптәштәрең тураһында күп итеп яҙ. Яҙ. Нисек уҡыйҙар?
Хәким, мөмкин булһа, рәсемеңде ебәр, йәме? Мин дә ебәрермен. Әгәр хәҙер экзамендар булмаһа, һинән бик күп нәмәләр һорар инем. Ярай, экзамендар ҡотҡара һине минән!
Ярай, хуш. Сәләм менән һинең Рәми.
3-сө хат 28/Х- 52
Ҡәҙерле Хәким!
Һин мине ғәфү итә алмаҫһың. Бына инде икенсе хатыңды алдым. Һинең ҡыҙыҡһынып уҡыуыңа, үҫеүеңә шат булһам да, һиңә үҙемдең хаҡта һөйләү уңайһыҙ. Һәм үҙемдең эштәрҙе яҙаһы килмәй. Әллә ниндәй туҡтап тороу, бер нигә лә өлгөрә алмайым. Ниндәйҙер бер эшлекһеҙ кешегә әйләндем. Көндәр файҙаһыҙ үтә. Бына шуға йөрәк һыҙлап тик йөрөй. Үҙемә «Ҡәбәхәт!» тип ҡысҡырғы килә. Яңы нәмәләр яҙа алмайым. Уҡыған китаптар ҙа юҡ тиерлек. Нисектер туңып ҡалғанмын кеүек. Үҙем дә аптырайым инде быға. Күңел дә төшмәй.
Сәләмәтлеккә зарланған юҡ, шулай ҙа аяҡтар минең шәптән түгел. Ҡайһы саҡта ныҡ һыҙлай. Был арала баш та ауыртып алды. Бөтә яҡтан да ҡамау эсендә ҡалдым. Эшләгән эш – теге йәйге фольклор материалдарын тәртипкә килтереү. Тел өҫтөндә эшләйем. Әле «Салауат батыр» тигән әкиәтте әҙәби яҡтан эшләп, үҙебеҙҙә сыға башлаған «Пионер» журналына ебәрергә уйлайым. «Пионер» журналының сыға башлауы – бик матур, шатлыҡлы күренеш. Тәүге номерын кисәге университеткә барып, Ғилемдар Рамазановтан алып ҡайттым. Эстәлекле! Ғәжәп яҡшы сыҡҡан! Беҙҙең пионерҙәргә был бик-бик кәрәк ине. Ҡыш произвоственная практикаға ебәрәсәктәр. Мин үҙем «Пионер»ға ҡайтырға уйлайым (1 айға). Был журналда ҡатнашыуҙы үҙемә ҙур һәм матур бурыс итеп һанайым.
Хәким, һинең күп китаптар уҡыуыңа бик-бик шатмын. Ә үҙемә боролоп ҡараһам, бөтә дуҫтар һәм үҙем алдында оят, теләһә ер тишегенә инеп кит! Ҡот осҡос аҙ уҡығанмын. Әгәр ҙә хәҙер һиңә нимәләр уҡымағанды әйтһәм, һинең иҫең китер ине. Дөрөҫөрәге, ышанмаған булыр инең һин, Хәким. Бына шуға әрнеү миңә үҙемдең ҡайһы бер дуҫтар менән дә һөйләшеүҙән тыя. Шул тиклем ашығырға кәрәк, белмәйем инде ни эшләргә лә.
Хәким, Хәким, һин тик үҙеңдең ҙур тормошоңда ныҡ бул. Һинең бөтә йөрәктән яратыуың, ышанысың, өмөтөң кәмһетелгән икән, үҙеңде һин тейешһеҙгә кәм (был һүҙҙәрҙең аҫтына һыҙып ҡуйған – Ә.М.) итеп тойма. Мин был тойғоно тәрән аңлайым. Үҙеңдең ышанысың юҡҡа сығыу, беләм, бик ауыр. Уны тик үҙе кисермәгән, йәки кисерергә һәләтһеҙ, тик үҙ ҡабығы эсендә быҫҡып йәшәгән кеше генә аңламай. Ә һинең ҙур тормош менән йәшәп ятыуыңда юлдаш булырлыҡ итеп һайлаған кешеңдең ҡапыл һинең өсөн юғалыуы!.. үкендергес, бик ауыр. Ләкин был мәңгелек түгел, Хәким! Һис тә! Тойғолар ниндәй ҙур булһалар ҙа, әгәр улар үҙҙәренә шундай ҙур яуап таба алмайҙар икән, һаман да ҙур үҫергә мөмкин түгел. Бында инде элекке тойғоларыңа ҡапма-ҡаршы булған тойғолар тыуа. Ләкин бының менән мауығырға кәрәкмәй. Мөхәббәт яулап алынмай һәм ундай мөхәббәт ысын да түгел, минеңсә. Тормош ҙур, һинең менән бер ҡарашлы дуҫ ҡыҙҙар ҙа аҙ түгел. Әгәр матур семья ҡороп, ысын тормош менән йәшәйем тиһәң, быға бик яуаплы ҡарарға, үҙеңә ғүмерлек иптәште ныҡ һайлап табырға кәрәк.
Санияны һин, Хәким, артыҡ ғәйепләй алмайһың. Сөнки ни әйтһәң дә тормош тормош инде. Ҡыҙ кешегә йәше еткәс, әгәр башҡа төрлө яҡшы мөмкинлектәр бар икән, алыҫтағыһын көтөү ауыр. Һәм башта оҡшап та, һуңынан һинең оҡшамаған яҡтарың да булыу мөмкин. Кеше бит бик ҡатмарлы. Унан һуң кеше организмына, рухи тормошона уның физиологияһы ла бик ҙур йоғонто яһай. Быны инҡар итеү һис тә мөмкин түгел. Үҙеңдән генә уйлап ҡара. Үҙеңде тәбиғи талаптан нисек мәхрүм итергә мөмкин (шарттар булғанда)? Был үҙ тәбиғәтеңә ҡаршы килеү була. Сөнки һин – ир кеше. Ә ҡатын-ҡыҙҙа был тойғо бигерәк тә көслө. Уның бынан башҡа ӘСӘЛЕК ТОЙҒОҺО ЛА (ҙур итеп яҙған һәм аҫтына һыҙып ҡуйған – Ә.М.) бар. Ә был – бөйөк тойғо! Һәм был тойғоно кисереү бәхетенә ирешергә мөмкин була тороп та, икенсе бер кешенең уны тойоп, кисектереп тороуы уның рухи тормошонда быны көттөрмәгән кешегә урын бирә. Был бик ябай һәм тәбиғи. Һәм үҙеңдең янып йөрөүең, уйлап ҡараһаң, нисектер бер яҡлы ғына булып сыға шул. Ә тормош бик күп яҡлы, ҡатмарлы бит.
Мин бының менән һин кисергән ҙур мөхәббәтте инҡар итмәйем. Ләкин ул ныҡлы нигеҙгә нигеҙләнгән булырға тейеш (материально). Санияны ғәйепләүҙә һинең тойғоларыңды күрмәү түгел. Бындай ҡаршылыҡтар аҙ булманы инде тормошта! Тормош – үҙе ул иң ҙур ҡаршылыҡтарҙан алып иң бәләкәй ҡаршылыҡтар менән тулған. Шунһыҙ уның ҡыҙығы ла булмаҫ ине. Яманды күрмәгән – яҡшылыҡ күрмәҫ, астың хәлен туҡ белмәҫ, тигәндәр. Яҡты күрмәгәнгә – яман да ҡояш, тип тә әйтәләр. Күр, бел, өйрән. Бәлки, үҙеңә Саниянан әллә күпме артыҡ, әллә күпме яҡын булған кешегә юлдаш булырға тура килер. Кешеләрҙе ни тиклем күберәк белгән һайын, яҡшылыҡтың да ни тиклем ҙур булғанын күрәһең. Тик үҙең генә алға ынтылаһың ҡала. Ә бер кешегә үҙеңде фанаттарса бәйләү, минеңсә, урынһыҙ.
Беләһеңме, Хәким, мине лә был мәсьәлә бик борсой. Шундай фекергә килдем: үҙеңдең юлдашың йәш яғынан, әлбиттә, 5-6 йәшкә йәш булырға тейеш. Мин нисектер үҙемдең иптәш буласаҡ кешене балам кеүек итеп тә күргем килә. Әгәр ҙә ул һиңә әсәй кеүек булһа, был нисектер күңелле түгел. Һин шуға нисек ҡарайһың, Хәким?
Ғөмүмән, үҙ фекерҙәреңде яҙ. Мин һиңә үҙемдең личный ҡараштарымды яҙҙым. Уларҙың дөрөҫ булмауы ла мөмкин. Кешеләрҙең бик күп уртаҡлыҡтары булһа ла, һәр кешенең үҙенә генә башҡа айырымлығы ла була.
Унан һуң мин шулай уйлайым. Ике арала йылы мөнәсәбәт йәшәгән ҡыҙ дуҫтар була. Ул матур күренеш, минеңсә. Минең үҙемдең дә ундай дуҫтар бар. Ләкин тормош юлын бергә итеү һис тә мөмкин түгел. Тормош нисектер был дуҫлыҡтан ҙур һәм яуаплы. Йәшәү өсөн Мөхәббәт кәрәк. Ә Мөхәббәт өсөн йәшәмәйҙәр, тигән фекерҙе мин бер шиғырҙа әйттем һәм шул фекерҙә ҡалам. Дуҫлыҡ әле мөхәббәт түгел. Мөхәббәт, минеңсә, ике кешенең йәшәү өсөн һәм йәшәүҙе дауам итеү өсөн уларҙың бар яҡтан да бер-береһенә тура килеүҙәре нигеҙендә тыуған ҙур тойғо. Был ҙур тойғоһоҙ тормош бик бәләкәй. Бар яҡтан, тигәндә мин бик бәләкәй ваҡлыҡтарҙы ла күҙ уңында тотам. Үҙем мин был фекергә ныҡ ышанам һәм уны яҡлайым. Сөнки семья ҡороу, уны ҡаҡшамаҫ итеү, ул – алға атлаусы ҙур тормошобоҙҙоң бер күҙәнәген ҡороу. Был бар яҡтан да мөһим. Һин, юрист кеше, быны минән дә яҡшыраҡ беләһең, Хәким. Хәҙергә хуш. Бирешмә. Яҙ! Диләраға, Илдарға һәм башҡа иптәштәргә сәләм.
Һинең Рәми. Мәскәү.
4-се хат 30 декабрь, 1952 йыл
Яңы йыл менән, Хәким! Был йылыңда ҙур уңыштар яулауыңды теләйем.
Хәким, хатыңа рәхмәт, бик шатландым, тик үҙеңә яҙа алманым инде. Бына был бәләкәй генә хатты ла Мәскәүгә юлда яҙам. Зачеттарҙы биреп бөттөм. Хәҙер өс экзамен ҡалды. Улары күп түгел, ләкин бик күп уҡырға бар. Әҙәбиәттең сиге бармы һуң!
Һинең бар йәһәттән аҡыллы кәңәштәрең өсөн рәхмәт, Хәким! Әлбиттә, сәләмәтлек тураһында ла уйлар кәрәк. В здоровом теле – здоровый дух, тиҙәр бит урыҫтар.
Хәким, Ләлә хаҡында әйткәйнем бит әле һиңә. Ғөмүмән, ҡыҙҙарҙы төрлө яҡтан өйрәнергә кәрәк. Тормош ҡороу өсөн үҙеңдең яҙмышыңды бик ышаныслы, бик ныҡ кеше менән бәйләргә кәрәк. Ҙур мөхәббәт булһын, әлбиттә. Ул ҡыҙ, тормош ҡорғас, һинән дә ҙурыраҡ, матурыраҡ булһын.
Әлбиттә, бының менән мин һине ризалашырға, килешергә саҡырмайым. Тик тормоштоң киңлеген, ҙурлығын әйтәм. Бергәләп йәшәр өсөн бәләкәй аңлы кеше һайлама. Донъя киңлегенән ни файҙа, аяҡ кейемдәрең тар булһа, тиҙәр. Ләкин һинең аяҡ кейемең тар түгел бит.
Ярай, хуш, Хәким. Үҙеңдең эштәреңде яҙ. Практикаға мин Өфөгә ҡайтам (7 февралдән 7 мартҡа тиклем).
Сәләм менән һинең Рәми. Мәскәү.
5-се хат 10 октябрь, 1953 й.
Хәким!
Минең яҙмауға ғәжәпләнмә. Хәҙер мин бөтә йөрәктән һөйләшә лә алмайым кеүек. Әллә нишләнем инде.
Иң ҡәҙерле, иң матур нәмәне юғалтҡан кеүекмен. Бер кем менән дә бер нәмә хаҡында ла һөйләшкем килмәй.
Минән инде шуның өсөн бөтә дуҫтар ҙа алыҫлаштылар. Хәҙер дуҫлыҡҡа ла, мөхәббәткә лә аҙ ышанам. Хатта үҙемә лә ышанғым килмәй.
Бындай хәлдең нисек ауыр икәнен һиңә әйтеп тормайым. Һин, бәлки, ғәжәпләнерһең. Был сәйерлеккә мин үҙем дә ғәжәпләнәм.
Үҙемдең яратҡан кешемдән башҡа минең бөтә тормошом мәғәнәһеҙ һәм ҡараңғы. Үҙ-үҙемә шундай асыу килә – был үтеп китерме, юҡмы, белмәйем, Хәким.
Мин үҙемдең дөрөҫ түгел икәнлегемде беләм. Шуның өсөн бер һүҙ ҙә әйтмә миңә, йәме. Был минең ауыр хәлемде көсәйтә генә. Сөнки мин үҙемә күптән үҙемдән дә ҡаты, рәхимһеҙ булған кешене осратҡаным юҡ.
Был шулай, Хәким, хәҙергә беҙ һөйләшә алмабыҙ. Әгәр мөмкин булһа, тик бер нәмә генә кәрәк миңә һинән.
Ваҡыт тапһаң, үҙеңдең бала сағың, ата-әсәң, бөтә тормошоң тураһында яҙ, миңә, Хәким. Бер нәмәһен дә ҡалдырмай, бер нәмәһен дә өҫтәмәйсә тәүге яратыуың тураһында ла яҙ.
Унан һуң һинең бәйгелә ҡатнашҡаның бармы? Әгәр ҙә үҙең малай саҡта ат сабыштырған булһаң, шуны бөтә ваҡлыҡтарына тиклем ентекләп яҙ әле.
Тағын да бер нәмә: ниндәй кешеләр менән бәйләнгән һинең иң матур, йылы бер ҡасан да онотолмай торған иҫтәлектәрең бар?
Мөмкин булһа ғына тағын бер нисә үтенес:
Хәҙергә шулар етер. Унан һуң, Хәким, һиңә шуны әйтеп ҡуяйым әле: давай бынан кире теоретик, философик нәмәләр тураһында яҙышмайыҡ. Сөнки беҙ икебеҙ ҙә бынан ярҙамһыҙ түгелбеҙ, һәм бының менән бер-береңде байытып булмай. Был хаҡта бик күп уҡыла, бик күп һөйләшелә, хат аша ла был хаҡта һөйләшһәң, күңелһеҙ һәм ваҡыт әрәм була.
Минең өсөн иң ҡәҙерлеһе – һинең тормошто күрә белеүең. Әгәр шул күргәндәреңде миңә бирә алһаң – был бәхет миңә! Һәм миңә был бик кәрәк.
Ә Диләра хаҡында «һинең өсөн уның яҙмышы, минеңсә, барыбер булырға тейеш» тиеүең һис тә дөрөҫ түгел. Миңә уның яҙмышы үҙ яҙмышым менән бер ине. Минең был сәйер хәлем, бәлки, нәҡ шунандыр ҙа. Мин уның менән күрештем һәм был күрешеү тәүгеһе лә, һуңғыһы ла булған икән. Ул минең тормошома ныҡ ингәйне инде. Ләкин – барыһы ла бушҡа! Мин артыҡ, бик артыҡ ышанам шул кешеләргә, Хәким. Артыҡ һәм балаларса, иң саф уйҙарым менән ышанам. Ә бына хәҙер шул ышаныстарҙы юғалта барыу миңә ҡурҡыныс һәм еңел түгел. Тик мин өмөтөмдө өҙмәйем. Мин көсһөҙ кеше түгел. Бәлки, был үҙемә генә шулай күренәлер?
Хәким, ниндәй сәбәп һуң ул? “Сәбәбен, теләһәң, һуңынан яҙыша алабыҙ” тиһең. Миңә был хаҡта белеү бик кәрәкле. Барыһын да яҙ. Ярай, хәҙергә хуш. Минең өсөн борсолма.
Сәләм менән һинең Рәми.
(был хатты Рәми ағай тағы дауам иткән – Ә.М.)
Быйылғы сәйәхәттән мин бик ҡәнәғәтмен, әлбиттә. Яңынан Ленинградтың бик күп урындарында булдым. Разливҡа ла барҙым. Элекке Фин границаһына барып етеп, диңгеҙҙе лә күрҙем. Новгородта йөрөнөм. Ҡазандың музейҙарын ҡараным. Тик Ҡазан минең хыялым көткәнсә булманы. Театрҙарҙа булып, халҡының башҡорттарҙың культураһын, телен кәмһетеп, көлөп ҡарауы мине бик ғәрләндерҙе. Нисектер һаман да сауҙагәрлек ҡалдығы тулып ята кеүек. Мин бик ерҙәрҙә йөрөнөм. Ҡазандағы кеүек торгаш кешеләрен күргәнем юҡ әле. (быныһы беҙҙең өсөн генә, алып ташларһығыҙ)
Ауылда быйыл ял итеп, балыҡҡа йөрөнөм. Яҙҙым. Газеталарҙа баҫтырҙым, ҡара.»Совет Башҡортостаны», июль, авг.№-ре.
«Ленинсе»лә август №-дә. Беҙҙең институт тормошо тураһында һуңғы хәбәр «Литературная газета»ла. Аҙнаев мәҡәләһе. Уҡы.
6-сы хат 18 дек., 53.
Хәким!
Һинең һуңғы хатыңды алғанға күп ваҡыттар үтеп китте инде, ә мин һаман да яуап яҙа алманым. Иғтибарһыҙлыҡ тип уйлама. Сөнки һинең фекерҙәреңде тәүҙә башҡа ла һыйҙыра алманым. Үҙемдең турала бик күп уйланым. Хәҙер ҙә әле мин аҡтыҡ һөҙөмтәләргә килә алмайым. Бәлки, мин һинең әйтеүеңсә, һаман әле бик ныҡ яңылышамдыр. Ләкин мин һинең бик күп фекерҙәрең менән ризалаша алмайым. Һинең Диләра хаҡында үҙең уйлаған фекерҙәреңде һәм уға ҡарата башҡа кешеләрҙең ҡарашын асыҡтан-асыҡ яҙыуың бик һәйбәт минең өсөн. Сөнки мин Диләраны башҡа кешеләрҙең күҙе менән дә күрергә тейеш инем. Бик ҙур рәхмәт һиңә асығын яҙған өсөн.
Һинең ҡайһы бер фекерҙәрең менән килешергә лә мөмкин. Тик мин Диләраны һинең күҙең менән күрмәйем.
Йәшермәйем, ул беренсе күреүҙә миңә лә оҡшаманы. Был миңә тыныс булырға, һалҡын аҡыл менән генә эш итергә мөмкинлек бирҙе. Мин шулай булдым да. Тик миңә Ҡазанда үткәргән өс көн ғәҙәттән тыш күңелһеҙ булды. Быны мин Диләраға ҡарап ҡына әйтмәйем. Театрҙарҙа булыуҙан, кешеләрҙе тыңлап күҙәтеүҙән сығып әйтәм. Бер осратҡанда үҙеңә һөйләрмен әле был хаҡта.
Ләкин мин Диләраны тәүге һәм һуңғы бер нисә ҡыҫҡа ғына күреүҙә бик яңылышҡанмын. Бына уның шиғырҙарын уҡыйһың да, шул тиклем ихлас (искренний) яҙыуына, үҙенсә, яңыса һәм йылы итеп бөтә йөрәктән яҙыуына шатланаһың. Ул – бик һирәк осрай торған нескә күңелле, балаларҙың психологияһын бик яҡшы аңлай белеүсе, уларҙы үҙенә генә хас һөйөү менән әсәләрсә яратыусы шағирә. Уның шиғырҙарында шундай йылылыҡ менән бергә матур поэтик фекерҙәр ҙә бар. Ысын кисереш, поэтик күрә белеү һәм үҙенең күргәндәрен ябай ғына итеп күрһәтә белеү һәләтлеге, ниндәйҙер үҙенә генә хас бер юмор менән һөйләү оҫталығы бар. Уның балалар тураһында яҙған шиғырҙарын уҡығандан һуң Маяковскийға бик яҡын булыуын тояһың. Ниндәйҙер матур уртаҡлыҡ бар. Бының менән мин бер нисек тә параллель үткәрергә теләмәйем. Ләкин балаларға ҡарата шундай ҡарашты күреү бик шатландыра.
Хәким, һин Диләраның шиғырҙарын иғтибар менән уҡып ҡара әле. Улар бик үҙенсәлекле.
Бына уның һуңғы ҡабат миңә ебәргән бәләкәй генә шиғыры.
Әлбиттә, бында ҙур фекер юҡ, ләкин ул – Диләраның асылын, фантазияһын билдәләй торған характерлы шиғыр.
Рәис туган көнне.
Ун бишенче октябрьдә
Дүрт яшь тулды Рәискә.
Бәйрәм булды бүген өйдә,
Пәлешләр пеште пичтә.
Әби килгән, абый килгән,
Ауылдан бабай килгән.
Нәни чана алып килгән,
Улым зур үссен, дигән.
Тәти күлмәкләрен киеп,
Шатланып йөри Рәис.
Нинди матур чанам бар, тип
Мактанып йөри Рәис.
Ай-яй, бигрәк матур инде,
Чанасы да, чанасы!
Кар шыуарга чыгыр иде,
Килмәгән Кышбабасы!
Рәис, әйдә, әнием, ди,
Алар белән бергә, ди.
Ник Кыш бабай да килмәде
Минем туган көнгә, ди.
Рәискә иртән тәрәзәдән
Елмаеп көлә кояш:
– Ашыкма, малай, Кыш бабай
Килә Яңа йыл тугач.
Бик йылы, тере, ябай тел менән яҙылған шиғыр бит? Унан һуң Диләраның шиғырҙары халыҡ ижадына бик яҡын. Халыҡ ижадының элементтарын бик оҫта ҡуллана белә.
Минең уға яҙған лирик шиғырҙарҙы, Хәким, «Совет Башҡортостаны» газетаһының ноябрь номерынан уҡып ҡара. Үҙем яратҡан шиғырҙар улар. Ундағы һуңғы шиғыр – «Аҡҡош кеүек йөҙәһең һин».
Ә был Диләраның миңә яҙған һуңғы йыры:
Әгәр ҙә мин йондоҙ булһам,
Таң һайын атыр инем.
Асыҡ тәҙерәңдән һине
Ҡарап йыуатыр инем.
Һандуғас булһам, иртәһен
Һайрап уятыр инем.
Ел булһам, иҫеп, ҡайғыңдың
Барыһын таратыр инем.
Былар – халыҡ йырҙарына бик яҡын юлдар. Ләкин улар тулыһынса халыҡтыҡы ла түгелдәр. Мин уның бына шул юлдарын бик яратам.
Ә балалар тураһында Диләра миңә үҙенең һуңғы хатында шулай яҙғайны:
«Нәниләр, нәниләр!
Мин сезгә куанам,
Төшемә керсәгез,
Елмаеп уянам.
Иң матур жырларны
Мин сезгә уйланым,
(был юлы йомшаҡ – Р.Ғ.)
Мин сездән яшереп
Кайчакта моңланам,
Ә сезне күрәм дә
Яңадан юанам.
Нәниләр, нәниләр!
Сез – иң саф дусларым,
Сез– йөрәк жырларым,
Сез– күңел нурларым.
Тормошта үҙен бик яңғыҙ тойған кешеләр генә балаларға ҡарата шулай булалар. Сөнки балалар шул тиклем саф күңелле, шул тиклем яһалмаһыҙ бит, Хәким.
Мин үҙемә бик күңелһеҙ, ауыр булған саҡта, үҙемде бик яңғыҙ тойғанда балалар араһында булғым, улар менән уйнағым килә. Уларға ҡараһаң, нисектер үҙеңде сафланған кеүек тояһың, һиңә нисектер еңелерәк булып китә.
Диләра – ғәҙәттән тыш ныҡ кисерә торған, хатта бер аҙ экзальтированный ҡыҙ. Мин уны шулай күрҙем һәм бик ғәжәпкә ҡалдым. Кешеләрҙең ни тиклем ҡатмарлы һәм тәрән, төрлө-төрлө булыуына тағын да бер ҡат ышандым. Кешегә ни тиклем нескә подход яһай белергә кәрәк икәненлеген тағын да нығыраҡ аңланым. Бигерәк тә ижад кешеһенә.
Диләра – ғәҙәттән тыш үҙенсәлекле кеше. Әгәр ҙә ул яҙыуын дауам итһә, ижадында ла ул бик үҙенсәлекле буласаҡ. Уға оҡшаған бер кешене лә белмәйем мин. Ҡыҙ булыу яғынан, төҫө, тышҡы ҡиәфәте яғынан ул мине һис тә үҙенә тартмай, әлбиттә. Бәлки, уның бәхетһеҙлеге лә шундалыр. Сөнки уға ҡарата кешеләрҙең шундай мөнсәбәтехарактерға бик ныҡ тәьҫир итә. Был тәбиғи хәл. Кеше иҫ киткес бай рухлы булырға, ҙур эске донъя менән йәшәргә, яҡшы күңелле булырға мөмкин. Ләкин уның тышҡы яҡтары менән үҙенә тартып тора торған, күңелде биләп ала торған матурлығы булмаһа, уның кешеләр араһында нормально йәшәүе, уға тейешенсә ҡарауҙары мөмкин түгелдер ул. Мин үҙемдән генә лә сығып әйтәм: әгәр ҙә миңә бер бөйөк аҡыллы ҡыҙ кеше менән осрашырға тура килеп, ул миңә үҙенең ҡатын-ҡыҙ сифаттарынан мәхрүм һәм төҫкә лә насар булып күренһә, ул мине бер нисек тә үҙенә тартмаясаҡ. Чехов кеше матурлығы тураһында бик дөрөҫ әйтә:кеше аҡылы менән дә, күңеле менән дә, төҫө менөн дә, хатта кейеме менән дә матур булырға тейеш! Ысынлап та, был шулай. Бер кем дә быны кире ҡаҡмаясҡ. Кеше бар яҡтан да матур булырға тейеш. Ләкин тормошта бик йыш улай тура килмәй. Идеал менән тормош бер ҡасан да тигеҙ түгел. Тормош матурайған һайынкеше матурлыҡтың тағын да тулырағын һәм ҙурырағын теләй. Был бик тәбиғи. Әгәр шулай булмағанда үҫеш тә булмаҫ ине. Кеше үҫкән һайын уның идеалы ла үҫә бара. Тик үҫеү генә төрлөсә һәм бик ҡатмарлы. Дтләра нисек һуң? Уның үтелгән тормошо бик ҡатмарлы. Ул бала сағында әсәһе менән бергә төрмәлә лә ултырған булһа кәрәк. Кешенең характеры һис тә уның тормошонан, йәшәгән средаһынан, уның юлына осраған төрлө шарттарҙан айырып ҡарарға ярамай.
Уның «ихтыярһыҙ, сабырһыҙ, күп кешеләр менән үҙен яһалма тотоуына ла, белеме аҙ булыуына ла» һин әйткәнсә ышанырға мөмкин. Был яҡтары менән килешә алам. Ләкин уны һинең «маҡсатһыҙ, дәртһеҙ һәм ялҡау, ваҡсыл, көйһөҙ, совет йәмғиәтенә ят кеше» тиеүең менән һис тә килешмәйем. Бигерәк тә, уның ижады тураһындағы фекерең менән килешеү мөмкин түгел. Бының өсөн уның әйберҙәрен уҡып ҡарарға һәм аңлай белергә кәрәк.
Беләһеңме, Хәким, Татарстанда ла һәм беҙҙә лә ҡатын-ҡыҙҙар араһында мин уның кеүек яҙған кешеләрҙе күрмәнем әле. Әгәр ҙә Диләраның ижадын, ысын йөҙөн күрә белһәләр һәм күрергә теләһәләр, ул бик файҙалы һәм ғәжәп матур әҫәрҙәр яҙасаҡ кеше. Беҙҙә, Хәким, бөгөнгө көндә бик күп, йөрәкһеҙ, казенный, иң һуңғы дәрәжәлә яһалама яҙылған әйберҙәр ишәйеп китте. Бигерәк тә йәштәр араһында шундай «аҡыллы», тотанаҡһыҙ риторика менән яҙылған шиғырҙарҙы уҡыйһың да, шул тиклем йөрәк әрней, асыу килә.
Диләраны бик күп кешеләр аңламаҫҡа ла мөмкин. Ләкин ул бик матур йөрәкле кеше. Ярай, хәйерле юл инде үҙенә. Мин уның тураһында бөтәһе лә раҫлаған насар фекерҙә ҡала алмайым.Тик уға минең ярҙам итә алмауым ғына ҡыҙғаныс. Хәҙер мин уның ҡайҙа икәнен дә белмәйем. Ләкин мин уның тураһында күп яҙасаҡмын әле.
Йә хуш, Хәким. Яҙ. Сәләм менән һинең Рәми.
7-се хат
Хәким! Май менән ҡотлайым!
Күп сәләм үҙеңә. Ниңәлер һин өндәшмәнең әле. Йә, ни эштәр бөтөрәһең? Ниндәй яңылыҡтарың бар? Кәйефтәр нисек?
Үҙемдең эштәр яҡшынан түгел әле. Практиканан килгәндән бирле нисектер үҙемде ныҡлап ҡулға алып булмай.Үткән көндәрҙән һис тә ҡәнәғәт түгелмен. Яҙған нәмәләр ҙә күп түгел.
Институтты тамамлаусыларҙың кисә генә диплом яҡлауҙары башланды. Бик ныҡ тотоналар. Аҙнаев – комиссия председателе. Сурков, Михалков һәм Сергей Антонов килгәйне Союздан. Бик нығытып һөйләнеләр. Үҙемдең бер көн шулай диплом яҡлауҙы күҙ алдына килтерһәм, йөрәк жыу итеп ҡала. Уңышһыҙ яҡлаусылар ҙа бар. Был миңә үлем менән бер кеүек тойола. Шуның өсөн был хаҡта ныҡ уйларға кәрәк. Әле Салауат тураһында халыҡ легендаларын йыйып, поэма кеүек бер нәмә башлап ҡуйҙым. Нисек булыр. Күптән инде уйлап йөрөйөм.
Хәким, Ильдар (Юзеев) ни хәлдә һуң? Сәләмәтлеге нисек? Күп сәләм әйт уға. Диләраны күргәнең бармы? Нисек йөрөй?
Экзамендарҙы биргәндән һуң Ҡазанға тейеп китергә уйлайым әле. Рәис тигән иптәш менән пароходта ҡайтырға тип йөрөйбеҙ. Тәбиғәтте ҡарап, ял итеп бер мәртәбә, исмаһам, пароходта ҡайтайыҡ тинек. Минең Ҡазанды бик күргем килә. Һеҙҙең университеттә лә буласаҡмын. Ул ваҡытта һин ҡайтып китмәгән булһаң, әлбиттә, яҡшыраҡ буласаҡ.
Ярай, хуш. Һинең Рәми.
Быйылғы йәйҙе лә Башҡортостандың көнъяҡ райондарында йөрөп үткәрергә уйлайым. Газетанан эш аласаҡмын. Бер үк ваҡытта халыҡ ижадын йыйыуҙы ла дауам итергә ниәт бик ҙур. Былтырғы сәйәхәт миңә бик ҙур мәктәп булды. Ғөмүмән, минең иң яратҡан эшем шул инде.