Бөтә яңылыҡтар
Әҙип тормошо
9 Май 2023, 17:00

ДУМБЫРА СЫҢЫ. Әхиәр Хәкимгә. ТАМАРА ИСКӘНДӘРИӘ

Еңеү байрамы алдынан Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимде иҫләп үтмәү яҙыҡ булыр ул!

ДУМБЫРА СЫҢЫ. Әхиәр Хәкимгә. ТАМАРА ИСКӘНДӘРИӘ
ДУМБЫРА СЫҢЫ. Әхиәр Хәкимгә. ТАМАРА ИСКӘНДӘРИӘ


Ишетелә бер моң!.. Дала иңләп,
Күңелдәрҙең йәрәхәтен имләп,
Кемдер берәү – ҡылҡумыҙҙа уйнай,
Думбыраһын сиртә, йәнә тыңлай...

Тыңлай егет:
Эй шыбырлай ҡылған!
Уға күпме быуат моңо һыйған!
Иҙеүкәйҙәр, Мораҙымдар юлы
Яу туҙаны, ыҫлы саңға тулған.

Ҡылғандарҙа тулҡын ҡыуҙы ҡамсы:
Дала һулышылай киң тын алсы!
Толомонда сулпы сыңланымы,
Ҡушылып көлә мәллә Көмөш Тамсы?!

Исемең һинең Һабрау булды микән?
Сабырлыҡтар үҙәгеңә үткән.
Төтөн, янғын эстәрендә ҡалып,
Халҡым һинең әйтер һүҙҙе көткән.

Ҡәүемемдә ғәжәп йыраусыны,
Йөҙйәшәр ҡарт – ғүмер юраусыны
Һабрау сәсән тиеп ололарҙар,
Эй яңғырар думбыра ла сыңы!

Думбыра сыңы –
Уятыр ҙа ғәмде,
Халыҡ күңелендәге барса йәмде!
"Бөйөк халыҡ вариҫы һеҙ!" – тиеп,
Ҡуҙғытһа ла таман ғәрсел сәмде!

Ҡаруан-ҡаруан ваҡыт төпкөлөнән,
Ҡағып-һуғып алып ҡом-көлөнән,
Тарих һөйләр әҫәреңә сумам,
Илһам алып алһыу таң еленән.

Әхиәр ағай, һин үҙең дә бөгөн
Артмаҡлайһың Һабрау сәсән йөгөн –
Асаһың һин дәүер көҙгөһөндә
Башҡортомдоң аҫыл, уйсан йөҙөн!

Был шиғыр халыҡ яҙыусыһының тыуыуына 90 йыл тулғанда яҙылғайны.

Еңеү байрамы алдынан Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимде иҫләп үтмәү яҙыҡ булыр ул! Уның йәш кенә егет көйөнә үткән яу юлынан фотоларҙы һалам һеҙҙең иғтибарға. Бынан утыҙ йыл элек мин уның тураһында Әмир Абдразаҡов менән бик матур фильм да төшөрҙөм, утыҙ-ҡырҡ йыл дауамында республика матбуғатына байтаҡ мәҡәләләр, әңгәмәләр эшләнем. Шуныһы ҡыуаныслы: ул, бик талапсан мөхәррир булараҡ, минең яҙғандарымдан ярайһы уҡ ҡәнәғәт ҡала торғайны. Шиғырҙарыма ла иғтибарлы булды.

Тамара ИСКӘНДӘРИӘ.

Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас: