Бөтә яңылыҡтар
Әҙип тормошо
24 Апрель 2023, 16:13

"Вахтовик" башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарын Себерҙә ихтирам итәләр. Тәнзилә Дәүләтбирҙина

Бында, Себергә, эшкә килгәс, башҡорт ҡатындарының күплегенә хайран ҡалдым. Күбеһе Баймаҡтан, Әбйәлилдән. Ә Бөрйәндән береһен дә осратманым. Башҡорт ҡатындарын бында ныҡ ихтирам итәләр. 

"Вахтовик" башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарын Себерҙә ихтирам итәләр. Тәнзилә Дәүләтбирҙина
"Вахтовик" башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарын Себерҙә ихтирам итәләр. Тәнзилә Дәүләтбирҙина

Башҡорт ҡатындарын бында ныҡ ихтирам итәләр. Сөнки улар тәмәке тартмай, ғәйбәт һөйләп, кеше талаштырмай. Баш баҫып эшләп тик йөрөйҙәр. Баҫалҡы, яҡты йөҙлө, мәрәкәсел, ярҙамсыл, ныҡ уңған, таҙа, бөхтә яҡташтарымды яуаплы урындарға ҡуйырға тырыша етәкселек.
Беҙ туған булып бөттөк инде, әллә ҡайҙан ауыҙ йырып килеп, ҡосаҡлашып күрешәбеҙ, хәл-әхүәлде һорашабыҙ. Берәйһе сырхап китһә, ярҙамға ашығабыҙ.
Тәүге осор осраған бер ҡатын-ҡыҙҙан: «Һин ҡайҙан?» - тип һораша инем. Бер мәл ҡаршымдағы ҡатын миңә ҡарап:торҙо ла:«Уны ни эшләп һорашаһың?» - тине. Мин уңайһыҙланып киттем. «Һорап та торма. Беҙ ни, ҡайҙан булайыҡ, Баймаҡтан инде!» - тигәс кенә икәүләп көлөп ебәрҙек.
Төнгө сменанан һуң йонсоп, арып таң менән ашханаға килһәм, мине әлеге лә баяғы Баймаҡ ҡыҙы Нәзирә Килдейәрова ҡаршы ала. Уның алсаҡ, яҡты йөҙөн, ҡояштай йылмайыуын күреп күңел ирей, арыуҙар онотола. Иртәгә Өфөгә ҡайтам, тигәс, сибәркәйем Тыуған яғына ихлас сәләмдәрен еткерергә ҡушты. Нәзирә һеңлем, ҙур рәхмәт тәмле ҡоймаҡтарыңа, бала саҡ тәмен һаҡлаған бутҡаларға һ. б. Һинең йылмайыуыңды күрер өсөн генә лә көн дә ашханаға йөрөргә була!

Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас: