Бөтә яңылыҡтар
Әҙип тормошо
3 Март 2023, 12:22

Сабир Шәрипов тураһында хәтирәләр

"Иҙел башы" яҙыусылар ойошмаһы ағзалары яҙыусы, "Ағиҙел" журналының бүлек мөхәррире булып эшләгән Сабир Шәрипов тураһында хәтирәләрҙе йыя башланы. Уларҙың бер нисәһен һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.

Сабир Шәрипов тураһында хәтирәләр
Сабир Шәрипов тураһында хәтирәләр

Сабир ағай тураһында иҫләгәндәрҙән

Сабир ағайҙы тәүге күреүем 1986 йылда булды. Мәрйәм апай Бураҡаева шул йылды мәктәпкә эшкә килгәс, бер төркөм яҙыусыларҙы саҡырҙы мәктәпкә. Осрашыу клубта күңелле үтте. Рауил Бикбаев, Аҫылғужа Баһуманов, Барый Ноғаманов менән бергә Сабир Шәрипов уҡыусыларға ижадтары тураһында һөйләнеләр. Осрашыуҙы Сабир ағай алып барҙы. Барый Ноғамановҡа һүҙ биргәс, ул бер ауылда ошондай осрашыуҙың һуңында халыҡ уларҙы ҡунырға үҙҙәренә нисек бүлешкәнен һөйләүҙән башланы.
“ Бер оло ғына йәштәрҙәге ағай менән апай:
- Бескә үҙебеснекен бирегез, тиҙәр икән. Етәкселәре:
- Кемде алып ҡайтырға уйлайһығыҙ һуң, - тигәс, тегеләр:
- Беснекен инте, беснекен – Мари Нугамановны, -тинеләр”, - тип көлдөргәне иҫтә ҡалған, ҡалғаны хәтерҙән сыҡҡан.
Кисә тамамланыр саҡтараҡ Сабир ағай халыҡҡа шундай һорау бирҙе:
- Яңыбай Хамматовтың ижады тураһында ла һеҙҙең фекерҙе беләһе килә, бына ҡайһы берҙәр уны һәр бер тарихи ваҡиғаға китап әүәләй һала, йыл һайын бер роман! Һан артынан ҡыуып сифатын төшөрә китаптарының. Ул ваҡиғаларҙы теҙеп һөйләп сыға, уларҙы тарихи китаптарҙы уҡып та белеп була, тиҙәр. Һеҙ килешәһегеҙме ошондайыраҡ фекерҙәр менән?
Халыҡ араһынан бер нисәү генә Яңыбай ағайҙың китаптарын яратып уҡыуын урындан ғына әйтте әйтеүен, әммә тороп һөйләүсе булманы. Мин үҙ фекеремде сәхнәгә сығып әйттем. Нимә әйткәнем һүҙмә-һүҙ иҫтә лә ҡалмаған, әммә:
- Яңыбай Хамматов башҡорт халҡының мәшһүр яҙыусылары иҫәбендә. Фәнни китаптарҙы барыһы ла табып уҡый алмай, халыҡҡа ябай, халыҡ телендә яҙылған китаптар кәрәк. Халыҡ уның китаптары аша данлы тарихыбыҙ менән таныша, ғорурлана, - тигәнерәк һөйләнем. Халыҡ ҡул сапты һөйләгәндәремә. Китапханамда “Ҡайынлы артылыш” бар ине, осрашыуға алып килгәйнем, аҙаҡ уның автографын алдым. Ул китапты әле лә ҡәҙерләп һаҡлайым. Мәрйәм апайҙың ауыл халҡына шулай “тере яҙыусылар”ҙы яҡындан күрһәтеүе шәп ваҡиға булды. “Тере яҙыусы” тигәнем шунан – уҡыусыларыбыҙҙы башҡалаға театрға алып барғас, етәкселәре Сәғиҙә Мәүлит ҡыҙы фойела Мостай ағай Кәримгә һаулыҡ ҡушып үтеп киткән. Бер малайҙың:
-Апай, кемгә һаулыҡ ҡуштығыҙ ул, тип – һорауына апалары:
-Мостай Кәримде таныманығыҙмы ни?- тип һорауы булған, балалар:
- Тееере Мостай Кәриммеее?! - тип ҡысҡырышып уның янына лап-лоп баҫып йүгергәндәр. Ағай бөтә фойеға ҡысҡырғанды ишеткән, әлбиттә, шат йылмайып балалар менән иҫәнләшкән, ҡайҙан килгәндәрен һорашҡан.
Аҙаҡ Сабир ағай менән Матбуғат йортона барғас күрештем. Бер тарихи мәҡәләмде алып килгәйнем “Совет Башҡортостаны” гәзитенә. Тәүҙә мөһабат кәүҙәле ул осраны, таныны. Ниңә килгәнде белгәс, уға күрһәттем алып килгән әйберҙе, ул уҡып сыҡты ла Гөлсирә Ғиззәтуллинаға алып бар әле, мотлаҡ баҫырға кәрәк, тине. Гәзиттә ҡыҫҡартылып булһа ла донъя күрҙе ул мәҡәләм. Аҙаҡ ул “Ағиҙел”дә эшләй башлағас миңә бер шылтыратып:
- Һин давай, тарихи әйберҙәреңде бында ебәргеләп тор әле, баҫырбыҙ, - тигәйне. Тик мәктәптәге тынғыһыҙ эш ҡамасауланымы, әллә бүтән сәбәп булдымы, яҙғандарымды ебәрә алманым.
Пенсияға сыҡҡас һалсылар тураһында әҫәремде яҙҙым да Дамир Шәрәфетдиновҡа алып барҙым. Ул уҡып сыҡты ла:
- Сабир ағайға бирҙем, ҡарармын тине, - тип хәбәр итте. Яуап көткән көндәрҙең береһендә Дамир:
- Ағай ауырый әле ул, “Һалсылар”ҙы уҡыған, шәп әйбер килеп сыҡмаҡсы, тине, - тип хәбәр итте. Әйткәндәй, Әхмәр - Ғүмәр Үтәбай ҙа:
- “Тау йылғаһы ярһыу аға” повесы хаҡында ваҡытында Сабир Шәрипов бик тос фекерҙәр әйтеп, был теманың башҡорт әҙәбиәтендә тәүге тапҡыр яҡтыртылыуын, авторҙың тик Инйәр буйында йәшәүсе ҡатай, табын ырыуҙары башҡорттарына хас тел-стиль үҙенсәлектәрен айырата билдәләп үткәйне”, - тип иҫләй. Йәл, был һүҙҙәрҙе үҙ ауыҙынан ишетеү насип булманы.
Оҙаҡламай ағайыбыҙ мәңгелек йортона китеп барҙы.
Ринат Шәйбәков


  Һин генийҙыр ул

 Хәтерләүҙәр, кем тураһында булһа ла, был кешенең һинең яҙмышыңа бәйле мәлдәрен күҙ уңынан үткәреү, аҙаҡ ғүмер тауы аша атлап төшөп, уйһыулыҡҡа инеп юғалғансы, әңгәмә алып барыу икән.

  Беҙҙең Теләш ауылында һуғышҡа тиклем бәләкәй электр станцияһы булған икән, уны ауылдаштарым күмәкләшеп  бура бурап, локомобиль, тип аталған ҡоролма алып ҡайтып, үҙҙәре эшләгән һәм ауылға ут керткән. Был хаҡта миңә ошо көндәрҙә  90 йәшен билдәләгән ауылдашым һөйләне.

 Сабир ағай “Зәңгәр ҡулсатыр “, тип аталған китабына ҡултамға ҡуйғанда:

− Бына, утһыҙ ғына ауылда үҫеп...  Ошондай зауыҡлы китаптар яҙыуға ирештем!— тип шаяртты.

Ә-ә-ә! Бына беҙҙекеләр шәберәк булған, үҙҙәре ут керткән, тип  ағайҙы иҫкә төшөрөп, уйымда ғына булһа ла  маҡтанып алдым.
        
Дастуйын кешеләр ваҡ булмай, улар үҙҙәре лә ҙур, шуға уларға  күп нәмә лә  һыйған, дәрт-дарман да, алсаҡ  күңел дә, яҡшы хәтер ҙә, белем  дә, кешеләрҙе эскерһеҙ яратыу ҙа.

 Был һәр осраҡта ла тап шулай тип әйтмәйем, әммә ысын күңелдән  түңәрәк йөҙөн ҡояштай балҡытып, яңғыратып көлөп  ебәрергә яратҡан Сабир ағай Нәғим улына был тулыһынса тап килә ине.


Әҙәбиәттә һәр кешенең− үҙ юлы. Кемгә нисек тура килә. Беҙ университетты тамамлаған йылда республикала бөтә мәктәптәрҙә лә башҡорт теле индерелеү сәбәпле, беҙҙең сығарылышты ошо “целинаға”, рус, татар ауылдарына башҡорт теле уҡытырға, ә киләһе йылда, башҡалала төрлө яңы гәзит-журналдар асылып, беҙҙән һуң килгәндәрҙе редакцияларға ебәрҙеләр. Актив яҙышыусылар бәлки беҙҙә күберәк тә булғандыр әле: Әнисә Аҫылғужина, Лилиә Ҡәйепова, Рәшиҙә Шәмсетдинова...  Түгелеп-сәселеп йөрөмәй, шунда уҡ ижадҡа яҡын ерҙә эш башлаһалар, нисек булырын кем белгән?

 Шулай берәүҙәрҙе яҙмыш һәр ваҡыт ситкә этә һәм ул шуға ҡарамай үҙ мөхитенә ылығырға тырыша.Гәзит-журналда эшләп, шул тирәлә ҡайнап йөрөгән, ҡалала йәшәп ятҡан кешеләргә әҙәбиәткә инеп китеүе еңелерәк, тип уйлайым, яҙылған әйберҙәре  йылдар буйы өҫтәл тартмаһында ятмай, кеше бит 500 йыл йәшәмәй.Ошоно аңлап, ярҙам ҡулы һуҙған кешеләрҙе, әлбиттә, йылы һүҙ менән хәтергә алаһы килә.

Сирек быуат сит тарафтарҙа йәшәргә тура килде. Йәй тыуған яҡҡа ҡайтҡанда яҙыуҙарымды күтәреп, беҙҙән 300 саҡрым йыраҡта ятҡан   Өфөгә юлға сығам. Китап сығарам, тип хыялланып йөрөгән кеше,  хикәйә, повестәремде  яҙыусылар ойошмаһына, Рәшит Низамов ағайға тапшырып ҡайтып китәм. Икенсе йыл яңы яҙылғандарын алып, тағы киләм. Рәшит ағай: “Атайыма аҡ эшләпә” повесеңде уҡып сыҡтым, сюжет тигән нәмә юҡ бында”,− тип ҡаршылай һәм оҙата.

Бер һүҙ белеп алғандар, сюжет. Гогольдең “Ревизор”-ында бармы ул сюжет, әллә “Шинель” хикәйәһендә бармы? Ә классика. Хәҙергеләрҙән Саша Соколовтың ”Школа для дураков”повесендә бармы ул сюжет? Бала-саҡ хәтирәләренә таянып яҙылған повестә сюжет бәлки ярылып уҡ ятмайҙыр, бит эске сюжет та бар.Ошондай уйҙар менән кире 300 саҡрымды үтәм.

Киләһе йыл тағы киләм, был юлы Сабир ағай Нәғим улына мөрәжәғәт итергә кәңәш итәләр. Ул был заманда Левченко урамында урынлашҡан “Китап” нәшриәтендә эшләй. Ул шунда уҡ йыйылманы тағатып,  уҡый ҙа башлай, уның һүҙҙәренән арҡама ҡанаттар үҫеп киткәндәй тойола: “Телең матур. Һүҙ уйната беләһең,− ә ҡулдары ҡулъяҙма өҫтөндә йүгергеләй, шап-шөп һыҙып та ташлай,− Бына быныһын бик шәп итеп тотоп алғанһың.”

Оҫталыҡ та әллә ни булмағандыр инде,  ул һыҙмалаҡлаған битте алдым да уҡып сыҡтым (әле лә иҫән), ысынлап та, был һүҙ тап ошонда торһа, яҡшыраҡ икән, ә тәүге  өҙөк  булмаһа  ла ярай, мәғәнә юғалмай бит...

“Бына китап әҙерләйбеҙ...” Төрлө йәштәге авторҙарҙың әҫәрҙәре тупланған был китапты төҙөүсе  “Ҡырсынташтар”, тип атаған. Ысынлап та исеме есеменә тап килә, ҡырсынташтар бит төрлө-төрлө...  

Белмәйем, башҡалар нисектер, әммә миңә был китап, һәм ундағы, Сабир ағай Нәғим улы  бер майҙанға йыйған яҙыусылар ҙа, туғандарым кеүек, ҡәҙерле. Аҙаҡ был яҡташтарым  менән осрашҡанда :”Беҙ  бит ”Ҡырсынташтар”-ҙа  бергә сыҡтыҡ!”−тип һүҙ башлап танышыр булдым.

Бынан һуң да шундай йыйынтыҡтар сыҡһа, Сабир ағай мотлаҡ бер хикәйәне индереп ебәрер булды. Шуға миҫал−  2016 йылда “Китап” нәшриәтендә  сыҡҡан ”Әҙәби нағыш”исемле йыйынтыҡ. Унда ингән “Китәләр бит !”хикәйә- монологының исеменең үҙ тарихы бар. Эпиграф итеп шағирә  Гөлназ Ҡотоеваның шиғырынан  өҙөктө алып, “Ҡырҡынсы сырағым”, тип атаған инем. Хәҙер аңлайым, һин эпиграф итеп шағирәнең юлдарын алған хәлдә лә, исем үҙеңдеке булырға тейеш. Был минең табыш түгел, тапалған да, шуға Сабир ағай исемде хикәйәнең һуңғы юлынан алып, ”Китәләр бит!” тип ҡуйған. Ул шулай  журналда ла сыҡты, китапҡа ла инеп китте. Һәм был исем теге донъя менән был донъя арауығында һөйләшеү алып барған кешегә тап килә. Ә бит тәүҙә һис тә ҡабул итмәй, хатта үпкәләп тә  ҡуйған инем.

Сабир ағайҙың башҡорт теленең сафлығы өсөн көрәшсе булыуын  ошо йәшемә етеп саҡ аңланым. Минең текста “поселок” тигән  һүҙ бар, Сабир ағай уны  “ҡасаба”, тип үҙгәртергә ҡушты. Ғүмеремдә тәү ишеткән һүҙҙе сәйерһенеп ҡабатлайым. Шунан:” Беҙҙең яҡта улай тип әйтмәйҙәр!”,−тим. Ул: ”Индер!−ти,−Һин индерәһең, һинән күреп башҡалар индерә. Шулай тамыр йәйә лә ҡуя ул!”

Уныңдан сыҡҡан бик күп һүҙҙәр хәҙер рус телендә түгел, ә үҙебеҙсә яңғырай, өйрәнелгән, күңелгә ятып та тора.   

Бына исемгә бәйле икенсе бер хәл.

Кисә Чаллы ҡалаһының “Квартал” сауҙа үҙәгендә  китап магазинында Әмир ағай Әминевтың татар телендә сыҡҡан ” Кар кешесе”тигән китабын һатыуҙа күреп, алып ҡайттым.

  Йыраҡта ҡалған бер заманда, йылға бер Өфөгә юлланғанда, “Китап” нәшриәтендә  Сабир Нәғим улы мине “Шоңҡар” журналының редакторы тип, билдәле яҙыусы Әмир Мөхәмәт улы Әминев менән таныштырҙы:“Бына шул журналға яҙаһың! Юғалма!”

Ул кешеләр менән кешеләр араһына күпер һалырға оҫта ине.Был күпергә туҙан төшмәне. Себер тарафтарынан почта менән килгән нисәмә хикәйә, инде Әмир ағайҙың иләге аша үтеп, был журналда донъя күргәндер, ә  “Бабайһыҙ әбейҙәр урамы” хикәйәләр циклы, лауреат исемен дә алды.

Бына ошо  танышыу мәлендә  мин “Ағиҙел” журналында сыҡҡан, “Ҡар кешеһе” хикәйәһен  һоҡланып уҡып сығыуым хаҡында сәсәй-сәсәй һөйләй башланым. Ысынлап та бик көслө яҙылған был хикәйә Әмир ағай Мөхәмәт улының ижадында мин яратҡандарҙың береһе.

Шул саҡ Сабир ағай миңә генә ҡарап:”Ә беләһеңме, ул башҡортса нисек була?” Мин юғалып ҡалдым. “Албаҫты!” тине ул, бармағын күтәреп. Быларҙы ул миңә, бары миңә генә ҡарап әйтте. Сөнки үҙе лә яҙышҡан, авторҙар менән дә эшләгән редактор булараҡ, һәр яҙыусының үҙенең әҫәрен нисек, төн йоҡоларын ҡалдырып, ҡат-ҡат эшләп, үҙенә ҡалһа, бөтә шымартҡандай тойғанын, ул бик яҡшы аңлаған кеше ине.

Шуны уйлап китапты ҡулға алам. Тышында рус теленән тәржемә ителгән һүҙ урынына, бер һүҙ менән генә “Албаҫты” тип яҙылған булһа, ә? Татарстанда булһа ла кәштәлә бер китап та ҡалмаған булыр ине.

Сабир Нәғим улы һалған икенсе күпер яҡташым Ризуан ағай Хажиев менән танышыу булды.  “Һин үҙ ботҡаңда ҡайнама, яҙылған әйберҙәреңде әллә ҡайҙа ла йөрөтмә, Хажиевҡа ғына уҡыт, ул хәҙер Мәсәғүттә”.

Ысынлап та Ризуан ағай эштәрем күп, фәлән-төгән тимәне, һәр әйберҙе ентекләп уҡып сыҡты, файҙалы булған кәңәштәр әйтте, аҙаҡ  яманды ғына күрәһең, тип уҫал итеп әйтештереп тә алды.

Газетала әҙәбиәттең торошо, башлап яҙыусылар тураһында мәҡәлә сыҡҡан, Сабир Нәғим улы унда һәр кемгә һүҙен тапҡан, ә минең исемде атап, уға илдәр гиҙгән кешегә инде ҙурыраҡ әйберҙәргә тотонһа ла була тигән.

Тотондом, яҙҙым. Тик  уҡытырға  Сабир ағай Нәғим  улы ғына юҡ, ул үҙенең ғүмер тауы аша төшөп тә киткән икән.

Киноларҙы һирәк ҡарайым, шуғалыр улар бик оҙаҡҡа хәтерҙә ҡала. Американлыларҙың “Гений” (режиссеры М. Грандаджа) тормошта булған ваҡиғаларға таянып яҙылған киноһын яратып ҡараным, унда америка әҙәбиәтенә Хэмингуэйҙе, Френсис Фицджеральдте, Томас Вульфты асҡан редактор Масквелл Перкинс хаҡында һүҙ бара. Ә анығыраҡ итеп әйткәндә, нәшриәткә ҡулъяҙмаларын тартмаларға тултырып килтергән Томас Вульфтың редактор менән әҫәр өҫтөндә эшләүе хаҡында һөйләй. Был бәйләнештән гениаль әҫәрҙәр тыуған.

Автор ижад иткәндә үҙ донъяһы менән йәшәй, эске тойғоларға таяна, күберәк  үҙ-үҙенә ышанысы ла бик юҡ, йә, киреһенсә, тойғоға ғына таянып, югәнһеҙ ҙә булып китә, шундай саҡта кәңәш бирерлек аҡыллы редактор кәрәк.  

Сабир ағай Нәғим улының “Мин генийҙыр ул!”—тип шаяртҡанын ишетеп көлөмһөрәп ҡуйғайным. Ә хәҙер уның төрлө авторҙарҙың ҡулъяҙмаларын рәткә килтереүен, “Роман уҡыйбыҙ! Бына ошоно баҫтырырға йыйынабыҙ!” −тип, алтын тәңкә тапҡан шикелле кинәнеп йөрөүен иҫкә төшөрөп, ысынлап та ул үҙ эшенең оҫтаһы булған тип уйлайым.

Әгәр Сабир ағайҙың мәктәбен үтеүселәр үҙҙәрен бер дәфтәргә теркәргә булһалар, шунда мине лә индерһендәр ине. Әллә ни танылыу алмаһам да, үҙем ижадтан күп нәмә алдым, ул минең тормошома мәғәнә өҫтәне. Бара-тора ижад тирәһендәге ваҡ мәшәҡәттең дә әллә ни әһәмиәткә эйә түгел икәненә төшөндөм. Әгәр һин үҙеңдә бер донъя аҫҡанһың икән, эшлә, был эш һиңә дәрт- дарман, көс-ҡеүәт өҫтәй икән, эшлә, әгәр һиңә ошо сәғәттәр ҡәҙерле икән  башҡа нәмәләргә бер минутыңды ла сарыф итмә, эшлә.

Һирәк-һаяҡ ваҡытлы матбуғатта килеп сыҡҡан хикәйәләр  яҡташтарым өсөн ҙур ваҡиға, уларҙы мәктәптә уҡытыусылар бер-береһенә ҡысҡырып уҡый,ә ҡайһы берҙәре әҫәреңде анализлап мәҡәлә лә баҫтыра икән, шул журналдар ҡулдан ҡулға йөрөтөлөп тетелеп бөтә икән, интернет селтәре аша төрлө төбәктәрҙән килеп еткән йылы һүҙҙәр ҙә етә.  

Һәм ошо әйберҙәрҙе аңлаған мәлгә килеп еткәнсе, осрап ярҙам ҡулы һуҙған, үҙеңә ышанысың аҙ ғына сағында ҡеүәт биреп, әйҙүкләп торған кеше,  Сабир ағайға, ошо ул тыуған йәмле яҙҙа йылы һүҙҙәрем.

 Мәүлиҙә Әхмәтйәнова


Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас: