Бөтә яңылыҡтар
Әҙип тормошо
14 Февраль 2023, 17:19

Сабир Шәрипов менән бәйле ҡыҙыҡлы хәтирәләр

Сабир Шәрипов исемендәге "Иҙел башы" яҙыусылар ойошмаһы журналыбыҙҙың элекке баш мөхәррирҙәренең береһе Сабир Шәрипов тураһында ҡыҙыҡлы хәтирәләрҙе туплай башланы. Уларҙың бер нисәһен үҙебеҙҙең сатйҡа ла ҡуйырға булдыҡ. 

Сабир Шәрипов менән бәйле ҡыҙыҡлы хәтирәләр
Сабир Шәрипов менән бәйле ҡыҙыҡлы хәтирәләр

Армияға оҙатыу.

​ Белорет педучилищеһын бөткәс, Бөрйән районы Аҫҡар ауылында уҡытырға тура килде. Йүнәлтмә буйынса килгәс, мәктәп директоры Аратов Самат Шығайып улы ике йыл мәжбүри эшләтте, армияға һуңлап киттем. Яҙғы юл өҙөклөгө, транспорт та юҡ, шул сәбәпле Белорет районында урынлашҡан тыуған ауылым Баҡыйға ҡайтып тормай, Аҫкарҙан армияға китергә булдым. Атай-әсәйгә хеҙмәт итә башлағас, хат яҙырмын әле, - тип үҙемде йыуаттым.

​ Бәхеткә ҡаршы, Сабир ағай һәм Зәйтүнә еңгә, алты айлыҡ ҡыҙҙары Сулпан менән туғандарының туйына ​ килеп төштөләр. Минең хәлде белгәс, Сабир ағай:"Ҡустым, борсолма, гөрләтеп оҙатасаҡбыҙ, беҙҙең менән туйҙа ла йөрөрһөң", - тип белдерҙе. Туй бик күңелле үтте: Сабир ағай баянда уйнай, йырлап та ебәрә, Зәйтүнә еңгә бейей-бейей төрлө уйындар ойоштора. Туйға йәм биреүсе улар булдылар.

​ Элегерәк билдәле әҙәбиәт шәхесе Тимер Йосопов та ошо ауылда уҡытып, әрме сафтарына киткән, уны һыбай оҙатҡандар. Мине туй кешеләре менән йөк машинаһына ултыртып, бөтә ауыл халҡы оҙатып ҡалды, мәктәп коллективы бигерәк тә әүҙемлек күрһәтте. Бөрйәнгә яҡын бер ауылда еңгәнең туғандарында ҡундыҡ. Иртәгәһенә, 3 май көнө, Зәйтүнә еңгә мине, һуңынан Сабир ағайҙы Дәриғәт армияға һуңлай бит,- тип төрткөләп уятты. Сабир ағай машина һорап, райкомға шылтыратты. Иҫке Собханғолдоң тау башында урынлашҡан аэродромына райком секретарының еңел машинаһында килеп төштөм. Военкоматтан оҙатыусы офицер мине хәрбиҙәрсә сәләмләп, аяғүрә баҫып ҡаршы алды...

​ Рәхмәт Сабир ағайға һәм Зәйтүнә еңгәгә. Ошо ваҡиғалар йыш иҫкә төшә, бер ҙә онотмайым.



Диплом эше.

​ Ситтән тороп, БДУ-ла уҡыным. 1981 йылда диплом эше әҙер булды, уны машинкала баҫтырып алырға кәрәк ине. Бөтә машинисткалар ҙа ҡыйбат һорайҙар, ярты эш хаҡы китә. Иҫкә төштө, ул ваҡытта Сабир ағай "Совет Башҡортостаны" гәзитендә бүлек мөдире булып эшләй ине, уға шылтыраттым. "Эй, ҡустым, проблема түгел, үҙебеҙҙең хеҙмәткәр ҡыҙға әйтермен, ул арзан хаҡ һорар. Уға өҫтәп күстәнәс алып килерһең, ағайыңды ла онотмаҫһың", - тип өҫтәп ҡуйҙы.

​ Диплом эше әҙер ​ булғас, күстәнәстәр менән килеп еттем. Машинистка ҡыҙ ҡәнәғәт булды, бик сифатлы баҫҡан, мин дә шатландым. Сабир ағайҙың кабинетында өҫтәл әҙерләп өлгөрмәнем, Ноғман ағай Мусин килеп инде. Бер аҙ ваҡыт үткәс, Тайфур Сәғитов һәм Хәсән Назар пәйҙә булдылар. Алтынсы ҡаттан "Ҡыҙыл Таң" гәзитенән Сабир ағайҙың ике коллегаһы килеп төштө. Өҫтәл артында йәнле һөйләшеү башланды. Шаян, йор һүҙлеләр, төртмә теллеләр, "төшкө аш" уйын-көлкөгә әйләнеп китте. Һыйым самалы булған, мине маҡтай башланылар. Ауыл кешеһе мал аҫрай, бал ҡорто ла үрсетә, был егет үҙе лә сибәр, кеҫәһе ҡалын булырға тейеш, - тип өҫтәп ебәрҙеләр. Бигерәк тә Сабир ағайҙың татар коллегалары әүҙемлек күрһәттеләр. Мин аңламамыш булып ултырам. Сабир ағай түҙмәне : "Күпме маҡтарға була, ана, юл аша магазин, йүгер", - тип әмер бирҙе. Диван аҫтынан күпте күргән таушалып бөткән баян һөрәп сығарғайнылар, был сара ысын мәжлескә әйләнде. Аҫҡы ҡаттағы урыҫтар: "Молодец, Сабир гуляет", - тип баһа бирҙеләр...

​ Диплом эше ике тапҡыр ҡыйбатҡа төшһә лә, бер ҙә үкенмәйем. Яҙыусылар менән яҡындан аралаштым, бөтә яҡтан да һәләткә бай кешеләр икән улар. Тәбиғәт бындай байлыҡты һирәк өләшә, шуға яҙыусыларҙың, ижад кешеләренең ҡәҙерен белергә кәрәк, - тигән һығымтаға килдем.



Бесән сабыу.

​ Баҡый ауылы тауҙар менән уратып алынған, сабынлыҡтар Оло Шешәнәк, Еҙем йылғалары буйында, ауылдан йыраҡ ҡына, шуға күрә бесәнде ҡуна ятып эшләй торғайныҡ. Сабир ағай ҡустылары Дауыт, Рөстәмде алып, бесән сабырға йыйынды. Ағайҙың атаһы Нәғим бабай ҡола бейәне егеп, арбаға бөтә кәрәкле әйберҙәрҙе һалды, әсәһе Ғәлиә инәй аҙыҡ-түлек тултырған тоҡтарҙы арбаға сығарҙы, бәрәңге, макарон күп итеп һалғанмын, ит кенә булманы, - тип өҫтәп ҡуйҙы. Арбаға ултырып та өлгөрмәнек, йәй буйы егелмәгән бейә юрттырып сығып та китте, дилбәгәне тартып, Сабир ағай атты саҡ тыйып бара. Ауылды сыҡҡас та, Йыуанташҡа һуғылып Шешәнәк йылғаһы аға. Кисеүгә бейә ҡапыл килеп төштө, йөҙөп йөрөгән бер оя ҡаҙҙарҙың береһе арба аҫтында ҡалды. Ҡанаты имгәнгән, тәпәйҙәре иҙелгән, Сабир ағай балта һорап алды ла ҡаҙҙы салып ебәрҙе. Тиҙ генә иҫке куфайкаға төрөп арбаға һалдыҡ. Сабир ағай: "Бирәм тигән ҡолона, сығарып ҡуйған юлына", - тине. Бына итле лә булдыҡ, - тип өҫтәп ҡуйҙы. Сабынлыҡ ун километр алыҫлыҡта Уҫман туғайында урынлашҡан. Һәр бер кисеүҙә балыҡ тотабыҙ. Ағай уратып алған ҡаяларға, үҫкән шыршы урмандарына ҡарап тора ла, нидәй матурлыҡ, - тип өҫтәп ҡуя. Сабынлыҡҡа килеп еткәс, тиҙ генә ҡыуыш ҡорабыҙ, сәй ҡайнатабыҙ, эргә-тирәһен беҙ, малайҙар, саба башлайбыҙ. Сабир ағай ҡаҙ менән мәшғүл, йөнөн йолҡто, эсен таҙартты, ҡаҙанға һалып та ебәрҙе. Эңер төшкәнсе бесән саптыҡ, киске ашҡа ултырҙыҡ, ҡаҙ ите шул тиклем тәмле булды, һурпаһында бешкән бәрәңгене лә яратып ашаныҡ. Йоҡларға ваҡыт еткәс, Сабир ағай арбанан гармунын алды ла уйнап ебәрҙе. Күмәкләшеп йырлап та, бейеп тә алдыҡ. Беҙ йоҡлап киткәндә, Сабир ағай ҡараштарын алыҫҡа төбәп, хистәргә бирелеп, һаман да гармунда уйнай ине әле. Иртәгәһенә бесәнде сабып бөткәс, бик арығанбыҙ, арбала һөйләшмәй генә ҡайтып барабыҙ. Ауылға етер алдынан Сабир ағай телгә килде:"Малайҙар, ҡаҙ тураһында бер-кемгә лә һөйләмәгеҙ,әллә нимә уйларҙар", - тип өҫтәп ҡуйҙы. Ҡайтҡас, атты дуғарып, әйберҙәрҙе йыйыштыра башлағайныҡ, Ғәлиә инәй аласыҡтан килеп сыҡты ла, Сабир, бар, малайҙарың менән йылға буйын ҡарап кил әле, кисәнән бирле бер ҡаҙым ҡайтманы, аҙашып йөрөйҙөр, - тине. Беҙ телһеҙ ҡалдыҡ...
Дәриғәт Рәхимов
Ғафури районы

Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас: