Бөтә яңылыҡтар
Әҙип тормошо
7 Ноябрь 2022, 16:56

“ҺӘР БЕР ШИҒЫР, КӨҘГӨ ЯПРАҠ КЕҮЕК, ҮҘЕ БЕР ҒҮМЕРҘӘН ТОРҒАНЫН...”

Ваҡыт ағыштары юғалғандай, Рәссам һүрәтенә күҙ һалһаң, Йә тыңлаһаң изге, бөйөк моңдар, Ихлас шиғырға йә таң ҡалһаң. Юл белмәгән диңгеҙ асылылай Ҡушылалар бөгөн менән элек, Быуаттарға әйләнә лә бер мәл, Тик бер мәлдәй ҡала мәңгелек! – билдәле шағирә һәм журналист, арҙаҡлы дәүләт һәм матбуғат эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Йомабикә Ильясованың “Ижад” тигән ошо шиғырында ла, башҡа әҫәрҙәрендәге кеүек, уның сабыр аҡыллы асылы, ижадҡа мөкиббән тоғролоғо һәм сәнғәттең ҡөҙрәтенә, матурлыҡтың донъяны ҡотҡарырлыҡ көс икәненә ысын күңелдән инаныуы көҙгөләгеләй сағылыш тапҡан. Фекерле, зыялы замандашыбыҙ менән уның матур юбилейы алдынан редакцияла күрешеп, бер самауыр сәйләргә яҙҙы. Ошо матур табында булып уҙған ихлас әңгәмәне һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ, хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ.

“ҺӘР БЕР ШИҒЫР, КӨҘГӨ ЯПРАҠ КЕҮЕК,  ҮҘЕ БЕР ҒҮМЕРҘӘН ТОРҒАНЫН...”
“ҺӘР БЕР ШИҒЫР, КӨҘГӨ ЯПРАҠ КЕҮЕК, ҮҘЕ БЕР ҒҮМЕРҘӘН ТОРҒАНЫН...”

 

Аҡъюлдан айырылыу тәүге ҡайғым булды

– Барыбыҙ ҙа бала саҡ иленән, тигән бер аҡыл эйәһе. Ә һеҙҙең бала, үҫмер саҡтар нисек уҙҙы?

– Беҙҙең быуындың бала сағы илебеҙҙең иң матур дәүеренә тура килде. Репрессия, унан һуғыш ғазаптарын кисергән кешеләр, ниһайәт, тыныс тормошҡа кинәнеүҙән күтәренке кәйефле, көр күңелле ине. Иртәнсәк, колхоз машинаһына тейәлеп, йырлашып эшкә китәләр. Кистәрен шул уҡ хеҙмәтсәндәр Баязит Бикбайҙың Ҡарлуғасы һәм Шатмораты, Мостай Кәримдең Аҡъегете һәм Зөбәржәте һынында клуб сәхнәһенә сыға. Хат ташыусыбыҙ Төхфәт олатай һәр өйгә гәзит-журнал, тик һағыныу сәләмдәренә һуғарылған хаттар тарата. Кемдер һалдат хеҙмәтенән, кемдер юғары уҡыу йорттарынан, кемдер геүләп торған завод-фабрикаларҙың дөйөм ятағынан ебәрә уларҙы. Атайым менән әсәйем алыҫ  Ҡаҙағстанда йә ҡалала йәшәгән туғандарыбыҙ, айырым ғаилә ҡорған йә ситтә белем алған апай-ағайҙарым менән хатлашыу бурысын да миңә йөкмәтте. Икенсе синыфта уҡығанда “Ағиҙел”дең һәр һанын көтөп алып, мин дә Яныбай Хамматовтың “Бөртөкләп йыйыла алтын” романын уҡып сыҡтым. Ул миңә шул дәрәжәлә тәьҫир яһаны, хатта дәфтәр тышына ҙур итеп “Роман” тип яҙып, геройҙарҙы үҙемсә тасуирлап маташҡанымды иҫләйем. Өсөнсө синыфтан әҙиптәребеҙҙең күләмле әҫәрҙәрен һыу кеүек эстем. Был шөғөлөмдөң файҙаһы ла тейҙе: дәрестә яуап биргәндә һүҙҙәрҙе ятлаған һымаҡ теҙеп китәһең. Ауыл ерендә, ололар, ғәҙәттә, көндәлек мәшәҡәттән бушамай. Балалар ҡул араһына ингәнсе, тулыһынса үҙаллы. Көнө буйы уйнайбыҙ. Бер күренеш бөгөнгөләй күҙ алдымда. Миңә биш йәш тирәһе ине. Ҡыш. Эңер төшә башлаған. Әйләнәлә – бейек тауҙар. Ауыл осонан ҡайтып киләм. Урамда минән башҡа берәү юҡ. Өшөп бөткәнмен. Ҡапыл үҙемдең бик бәләкәй икәнемде тойҙом. Ни өсөн тап ошо кистең хәтеремдә ҡалыуын асыҡ ҡына аңлата ла алмайым, бәлки, донъяны танып-белә башлау булғандыр был. Тап Аҡъюлда, үҙебеҙҙең ғаиләлә тыуыуымды оло бәхетем тип һанайым. Хатта беҙгә яҡын ғына ятҡан берәй урында мин саҡ ҡына икенсерәк булмыш алыр инем, моғайын. Бәндәне бар ҡылған үлсәмдәр, минең уйымса, фәндәге һымаҡ уҡ, ябай күҙ менән күрерлек, ғәҙәти ҡараш менән абайларлыҡ түгел.

– Атаһы тарафынан иркәләтелеп үҫкән ҡыҙҙар тормошта бәхетлерәк була тиҙәр, нисек уйлайһығыҙ, хаҡмы был?

– Әсә һөйөүенең ҡөҙрәте сикһеҙ: үҙ балаһын, ул ни рәүешле генә булғанда ла, тулыһынса ҡабул итә. Ә бына атайҙың да ҡәҙерле күреүе үҙеңә ышаныс уята, атайлы бала – арҡалы, тиҙәр бит. Атайҙың яратыуы ҡыҙ баланың бәҫен, эске дәрәжәһен күтәрә. Мин ғаиләлә иң бәләкәйе, бәлки, шуғалыр ҙа, атайым янында үҙемде бик тә иғтибарға лайыҡлы зат итеп тоя инем. Ул үҙемә лә быны даими раҫлап торҙо. Ҡыҙылсанан ауырығанымда өйгә бәүелсәк яһап элде. Яҙғы ташҡын мәлендә тамағым шешеп, температурам күтәрелгәс, һыу аша кәмә менән сығып, ете саҡрымдағы ауылдан йәйәүләп дарыу алып ҡайтты. Магазинға килгән ун ике һумлыҡ ҡышҡы пәлтәләр араһында бер генә бөртөк ҡырҡ биш һумлыҡ матуры бар ине, миңә тап шуныһын һайлап алды. Бихисап үтенестәремде оло ҡәнәғәтләнеү менән үтәй, миңә байрам яһау уға сикһеҙ кинәнес бирә. Ауылыбыҙҙа балалар баҡсаһы юҡ. Яңы йыл байрамы мәктәп уҡыусылары өсөн генә ойошторола. Мине мәхрүм ҡалдырмаҫҡа атайым урмандан шыршы алып ҡайта. Уны биҙәйбеҙ. Тиҫтер ҡыҙҙарҙы саҡырам. Аҡ толобон әйләндереп кейгән атайым еҫле һабын, нәски тарата. Ә бит ул холҡо менән ҡырыҫ ҡына ине. Өйөбөҙҙә мин генә иркенләйем. Ҡалғандар хатта күҙ ҡарашы менән дә иҫәпләшә. Шулай уҡ атайым оҙон ғына ғүмер юлымда һәр осраҡта ла мине дөрөҫ аңлаған берҙән-бер кеше булды. Ул, нисектер, күңелемде тоя ине. Атаһы иркәләгән ҡыҙҙар бәхетлеме икән, уныһын раҫлай алмайым, әммә атайым һымаҡ аҡыллы, көнкүрештә ифрат булдыҡлы кешенең яратыуы ниндәйҙер дәрәжәлә, миңә үҙемә ҡарата ихтирам уятҡан, төрлө осраҡтарҙа ла мәртәбәле ҡалырға өйрәткән.

Өләсәй тәрбиәһе эләктеме һеҙгә? Әкиәттәр, бергәләп тәбиғәткә сығыу, йолалар өйрәтеү...

– Мин атай-әсәйем олоғайып килгәндә, атайым – 1905, әсәйем 1912 йылғы, тыуғанмын. Шуға ла ҡартайым менән ҡарсәйемде ишетеп кенә беләм. Әсәйемдең атаһы Бикбов Исхаҡ Йәғәфәр улы 1933 йылда уҡ нахаҡҡа ғәйепләнеп, ҡулға алына, 1989 йылда аҡлана. Ә бына өләсәйемде иҫләйем. Бер генә бөртөк улы Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғалған өләсәйем тол ҡалған килене менән йәшәне. Һуңғы йылдарында өләсәйем һуҡырайҙы. Ошоға бәйле бер иҫтәлек, хәтергә төшкән һайын, йөрәгемде һулҡылдатып ҡуя. Миңә һигеҙ йәш ине. Йәй көнө әсәйем минән өләсәйемә ҡыҙарып ҡына бешкән ер еләге ебәрҙе. Ишек асыҡ. Өләсәйем бер үҙе урындыҡта ултырған була. Шым ғына ингәнмен дә, өләсәй, һаумы, тип әйтергә оялам. Ә ул һиҙә: “Йомабикә, балам, һинме?” – ти. Банкалағы еләгемде өҫтәлгә ҡуйҙым да, йүгереп сығып киттем. Ҡыйыуһыҙлығымдың сәбәбе лә бар. Өләсәйем менән һирәк күрештек, ул күрше ауылда йәшәне. Тап шул йылды улар ҙа, беҙ ҙә Ғәлиәхмәткә күстек. Аҡъюлдан айырылыу тәүге ҡайғым булды. Ул, бәлки, эҫелә һыуһап ултырғандыр. Ниңә инде эргәһенә барып, һүҙ ҡушмаҫҡа?.. Ошоға бәйле бер генә фекер әйткем килә: яҙыусыға, талант һымаҡ уҡ, яҡшы хәтер мөһим. Ул ижад иткән донъя иң тәүҙә күргән-кисергәндәренән ярала. Шиғриәт өсөн шулай уҡ арбау көсө мотлаҡ. Тап уның тартыуы арҡаһында беҙ Есениндың йә Рәшит Назаровтың йыйынтығын ҡулға алабыҙ. Өләсәйемә әйләнеп килгәндә, уның: “Һөнәрле бәндә асыҡмай”, – тигәнен хәтергә алалар ине. Үҙе аяҡ кейеменә ҡытлыҡ заманда күндән итек теккән. Ә шиғриәт һөнәрме икән? Чехов үҙенең хикәйәләрен аҡса эшләү өсөн дә яҙыуы сер түгел. Журнал йә гәзиттә даими баҫылыу өсөн был ҡыҫҡа жанр бик тә ҡулай һаналған. Табип һөнәрен үҙләштергән тағы бер яҙыусы, инглиз Уильям Сомерсет Моэм, драматургияға бәйле фекерҙәрен белдергәндә, уның төшөмлө икәнен дә йәшермәй. Бөгөнгө гонорарҙар күҙлегенән был заман беҙҙе һөнәрсегә лә һанамай түгелме?.. Өләсәйем миңә, буш шөғөл менән маташаһың, тиер ине, бәлки.

Әсәйҙең ысын ҡәҙерен белер өсөн дә оҙаҡ ҡына йәшәргә кәрәк икән

– “Башҡортостан ҡыҙы”нда бергә эшләгән саҡтарҙа һеҙҙең ауылдаштар, инәйҙәрегеҙҙҙе йылы итеп иҫкә алыуҙарығыҙ, туған йәнле булыуығыҙға һоҡлана торғайным.

– Элегерәк бәләкәй ауылдарға хас ине инәйҙәрҙең арҡанан һөйөп, изге теләктәр теләүе. Тәүҙә лә әйткәнемсә, беҙ үҫкән 60-сы йылдарҙа Бөйөк Еңеүгә 15 йыл ғына тулғайны. “Һуғыш ваҡытында бөтә ауыл бер өй эсе кеүек йәшәнек”, – ти ине әсәйем. Шулай уҡ, күкрәккә терәп телерлек икмәк кенә булһа, ҡунаҡҡа саҡырышыр инек, тип хыялланғандар. Былар береһе лә әле онотолмағайны. Үҙе фронтовик атайым һуғышта ирен йә улын юғалтып, яңғыҙ ҡалған инәйҙәргә, кәрәҙҙән бал айыртһаҡ, бал, ау менән балыҡ тотһалар, балыҡ ебәртә ине минән. Бик оло ҡайғылар аша үткән был ҡатындарҙың йөҙ боҙоуын, үпкә-асыу белдереүен хәтерләмәйем. Яҙмыштары ауыр булһа ла, улар йәшәүҙең үҙен генә лә ҙур бәхет күргәндер, тип уйлайым. Ғөмүмән, минең бала сағым шау бәхеткә күмелгән әкиәт һымаҡ үтте. Шуға ла хеҙмәт юлымды башлағас, кейәүгә сығып, ғаилә ҡорғас, ябай ғына нәмәләргә лә тетрәнә, һыҙлана торғайным. Шағирә өсөн был һәйбәттер, әммә яҙмышты уйлабыраҡ, һағыраҡ ҡорорға кәрәк.

– Ниңәлер әсәйегеҙҙе һеҙҙең кеүек хисле булғандыр тип күҙ алдына килтерәмсе...

– Әсәйемде белгән һәр кем, шул тиклем матур кеше ине, тине. Уның булмышынан бөркөлөп торған яҡтылыҡ, сабырлыҡтан тотош әйләнә-тирә һил, тыныс булып китеүен иҫләйем. Уҡый, яҙа белмәне. Әммә телмәре ғүмере буйы китап уҡыған кешенеке кеүек төҙөклөгө менән һоҡландыра ине. Шул уҡ ваҡытта хәбәрҙе күп һөйләмәне. Ғәйбәтте өнәмәне. Ниҙелер яманлауҙы яратмаған кеүек, үтә хуплауҙы ла килештермәүен һиҙҙерә торғайны. Бар нәмәнең үлсәме, самаһы тәбиғәт тарафынан уҡ холҡона һалынғайны. Шуға күрә уның йыуашлығы ла ыңғай яҡтан ҡабул ителде. Кешеләргә аяулы ине, әммә тойғоларға бирелеп, күҙ йәше түгеүен һис күрмәнем. Бәргеләнеү, өҙгөләнеүҙәр, ниндәйҙер сиктәргә ташланыу, ғөмүмән, әсәйемә ят икәнен күҙ уңында тотһаң, хисле тигән билдәләмә уға бигүк бармай ҙа. Үҙ заманы ҡатын-ҡыҙҙары һымаҡ уҡ түҙемлеге, уңғанлығы менән йәшәне, хыялдарға бирелмәне, күпкә ымһынманы, барына риза ине. Донъянан әллә ниҙәр көткән үҙем менән сағыштырһам, әсәйем аҡыл эйәһе икәнен аңлайым. Тормоштағы иң ҙур үкенесем – әсәйемә биреп өлгөрмәгән күңел йылым, күрһәтеп еткермәгән хәстәрлегем. Әсәйҙең ысын ҡәҙерен белер өсөн дә оҙаҡ ҡына йәшәргә кәрәк икән.

– Хәйбулла Өфөнән шул тиклем алыҫ, ни өсөн Өфөгә ынтылдығыҙ?

– Мин белемгә ынтылдым. Беҙҙең ауылдағы урта мәктәптән бер уҡыусы ла юғары уҡыу йортона инә алмай. Шуға ла арыуыраҡ уҡығандар Сибайҙағы педагогия йә медицина училищеһына юллана, унан ғына ситтән тороп белемен камиллаштыра. Атайым менән әсәйемдең, әлбиттә, мине бер ҡайҙа ла ебәргеһе килмәй. Ә мин үҙемә күрә түгел. 4-се синыфты бөтөргәс, колхоз машинаһына ултырып, район үҙәгенә барҙым. Ҡайҙан белешкәнмендер, әммә Өфөләге 1-се мәктәп-интернатҡа 5-се синыфҡа алмайҙар, тигән мәғлүмәт менән кире ҡайттым. Икенсе йылына Аҡъярға тағы юл тоттом. “Быйыл да ҡабул итмәйҙәр”, – тигән хәбәрҙе ишеттем. 6-сы синыфты тамамлауыма пионер слетында ҡатнаштыҡ. Шунда Аҡъяр мәктәбендә имтихандар була, тигән һүҙ ишетелеп ҡалды. Өфөләге мәктәп-ин- тернаттан, ысындан да, һылыу ғына апай килгәйне. Тәүҙә рус теленән “Уральские горы” тигән темаға диктант яҙҙыҡ. Унан математиканан контроль эш тапшырҙыҡ. Күңелгә өмөт ҡунды. Ул саҡта мин ҡуйы оҙон сәслемен, тараҡ та батмай. Әсәйем быны ебәрмәҫкә бер сәбәп итеп маташҡайны, ҡайсы менән толомомдо киҫеп ырғыттым. Ниндәйҙер ныҡлыҡ булған барыбер. Август бөтөп килә. Саҡырыу ҡағыҙы юҡ. Хәйбулла Өфөгә алыҫ, унан да әле почта ауылдан ауылға яйлап килә. Һәр үтенесемә ҡолаҡ һалған атайымдан был юлы теләктәшлек юҡ. Баҙнатһыҙ ғына өндәшеүемә: “Апайың алып барһын!” – тине. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытыусы Мәрзиә апайым август кәңәшмәһенә киткәйне. Артынан барып, атайымдың һүҙен еткерҙем. Атайымдың әйткәнен барыбыҙ ҙа үтәргә күнеккәнбеҙ, ни хәл итһен инде апайым, самолетҡа билет алып, баш ҡалаға остоҡ. Исемлектә бар инем. Киләсәккә тәүге аҙымым шулай яһалды.

– Бала ғына килеш әсәй ҡосағынан айырылып дөйөм бүлмәлә йәшәү, һағыныу кеүек күренештәр күңелегеҙҙе өшөтмәнеме, ҡырыҫландырманымы?

– Ҡыйыныраҡ булды, әлбиттә. Бер бүлмәлә 20 ҡыҙ йәшәнек. Көн тәртибенә ҡаршылыҡһыҙ буйһонаһың. Уҡыуым да түбән төштө. Сиреккә “өслө”ләрем сыҡты. Әммә мин мәктәп-интернатты гел “биш- ле”гә тамамланым! Ошо һынау сыныҡтырҙы, белем алыу өсөн көс түгергә кәрәк икәнен дә аңланым. Үҙ көнөмдө үҙем күрергә, үҙ аҡылыма таянырға өйрәндем. Тормошта шуға ла берәүгә лә арҡаланманым, үҙемә генә ышандым. Ғәҙел талаптар менән йәшәү ынтылышы ла – интернаттан. Күмәк бала уҡыһа ла, интернатта кемдеңдер күңелен йәберләү, кәмһетеү, түбәнһетеү кеүек күренештәр бөтөнләй юҡ ине. Киреһенсә, дәртләндереп, тырышҡан кеше барыһын да булдыра, тип тәрбиәләнеләр. Иң ҙур ҡиммәт – ғилем, тип һеңдерҙеләр. Сажиҙә Хәмәтйәр ҡыҙы Зайлалова, Мәхтүмә Ислам ҡыҙы Яхина, Мәйсәрә Сәләхи ҡыҙы Әхтәмова, Гөлкәй Мәхмүт ҡыҙы Йәнекәева, Лена Ғәзиз ҡыҙы Арыҫланова һымаҡ ысын мәғәнәһендә талантлы уҡытыусыларыбыҙ йәшерәк коллегаларына ла иң мөһиме уҡыусыға һаҡсыл мөнәсәбәт икәнен төшөндөрөүҙәрен күҙәтергә лә тура килде. Синыфташтарымдан да уңдым. Әйтәйек, минең етешһеҙ яҡтарымдан бергәләп көлә инек, ғаиләләге кеүек. Быйыл осрашҡанда шуны тойҙом: ата- әсәйҙән ситтә йәшәү беҙгә аҙ ғына яҡынлыҡты ла ҙур күреү, бер-береңдең кәйефендәге үҙгәрештәргә һиҙгерлек, үҙ-ара сабыр мөнәсәбәт һымаҡ сифаттар биргән. Ошо һыҙаттарҙы беҙ әлегәсә һаҡлағанбыҙ. Оҙаҡ дәүер күрешмәһәк тә, бер туғандарҙай еңел, ихлас аралаштыҡ.

– Мәктәп-интернаттан алып сыҡҡан төп байлыҡ ғүмерлек дуҫлыҡтыр, моғайын?

– Ул да бар. Әммә мәктәп- интернаттың өҫтөнлөгөн мин икенсе нәмәлә күрәм. Унда төплө белем бирелә. Әҙәбиәт һәм матбуғат өлкәһен генә алайыҡ. Ғайса Хөсәйеновтың хеҙмәттәре киң фекерләү ҡеүәһе менән һоҡландыра. Рәми Ғариповтың ижадында юғары сәнғәтте, фәнни яңылыҡтарҙы, тарихты берҙәй күҙаллауы ярылып ята, тәбиғәт күренештәрен дә ул тик үҙенсә күрә. “Интегралдар” поэмаһында шағир хистәре квант физикаһы менән бер юҫыҡта өйөрөлә. Мираҫ Иҙелбаевтың яҙмаларында бала саҡтан һалынған ныҡлы нигеҙ тоҫмалланһа, Таңһылыу Ҡарамышеваның шиғриәте логикаға ҡоролған. Юлай Ғәйнетдинов БДУ-ның математика факультетында уҡытып йөрөгән еренән телевидениеға күсеп, халҡы - быҙҙың рухи гәүһәрҙәренә яңы балҡыш биреү эшмәкәрлегенә тотондо. Был хеҙмәте өсөн Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһын алды. Фәрит Әхмәров филология факультетының беренсе курсын гел “бишле”гә тамамланы ла, Мәскәү тау-геология институтына барып инде. Совет заманында илебеҙҙҙең баш ҡалаһындағы юғары уҡыу йорттары ҡуйған талаптар бик ҙур ине. Арыу ғына дәүер һөнәре буйынса эшләне лә, “Башҡортостан” гәзитенең үҙ хәбәрсеһе булып китте. Рамаҙан Йәнбәков университеттың биология факультетын тамамлаған йырсы ине. Флүрә Мурзина – химия факультеты дипломына эйә экран йондоҙо. Бындай миҫалдар байтаҡ. Йәғни, “интернатскийҙар” берҙәй тиң кимәлдә физик та, лирик та, улар теүәл предметтарҙы еңел төшөнә, шул уҡ ваҡытта гуманитар һәләткә эйә.

Яҡшылыҡ буш урында тыумай, ул йөрәктән йөрәккә күсә

– Бар ғүмерегеҙ журналист, яҙыусы, дәүләт эшмәкәре булараҡ халыҡ араһында уҙған, тиергә лә була. Карьера менән ҡатын-ҡыҙ, әсәлек бурыстарын тиң тартыу мөмкинме икән? Һеҙ ниндәй әсәй булдығыҙ?

– “Башҡортостан ҡыҙы”нда баш мөхәррир булып эшләгәндә, журналыбыҙҙы киңерәк таратыу маҡсатында төрлө райондарҙа йыш ҡына осрашыуҙар үткәрә торғайныҡ. Миңә ғаиләм, балаларым тураһында һорау бирһәләр, бер аҙ ҡаушай төшә инем, сөнки баҫмабыҙҙың героинялары һымаҡ уҡ өлгөлө ҡатын, әсәймен тип маҡтанһам, моғайын, ысынбарлыҡҡа бигүк тап килмәҫ ине. Йәш ярымдан сабыйын балалар баҡсаһына тапшырып, оҙон көн буйы хеҙмәткә егелгән әсәй, әлбиттә, үҙе теләгән тәрбиәне биреп еткерә алмай. Атайым менән ҡәйнәм балаларыбыҙҙы күреп тә өлгөрә алмай был донъянан китеп барҙы, ә әсәйем ҡыҙыбыҙға бер йәш кенә тулғанда ҡаты ауырый ине. Өҫтәүенә үҫмер мәлдәре 90-сы йылдар уртаһына һәм аҙағына тура килде. Тормошобоҙға бығаса сит планета һымаҡ ят наркомандар, әллә ниндәй, русса әйткәндә,”белые братья” кеүек аңла - йышһыҙ күренештәр килеп инде. Балаларымдың аралашҡан дуҫтары, синыфташтары араһында хатта үҙҙәренә ҡул һалыу арҡаһындамы, бүтәнсә фажиғәлеме тормош менән хушлашыу осраҡтары булғыланы. Шуға күрә, Аллаға шөкөр, инде артымдан олоғайып килгән балаларым, уларҙың төп ҡиммәттәрҙе аңлап, шул рухи таяныстар менән бер булып йәшәүҙәре минең өсөн дә, иптәшем Фәнил өсөн дә ҙур бәхет. “Беренсе синыфта япа-яңғыҙ мәктәптән ҡайтҡанда, мин үҙемде етеммен тип йәлләй торғайным”, – тип хәтерләй ҡыҙыбыҙ Таңсулпан. Шулай үпкә һүҙҙәрен дә әйтеп алалар. Минең өсөн иң мөһиме – балаларым менән әлегәсә күңел яҡынлығын юғалтмау. Байтаҡ шиғырҙарым улыбыҙ Азамат, ҡыҙыбыҙ Таңсулпан өсөн ҡыуаныуым, һыҙланыуым аша тыуҙы. Бәләкәй саҡтарында шундай яҡты шиғырҙар яҙғанмын:

Мин — ҡатын-ҡыҙ, хәсрәттәрем ябай:

Һаҡлайым өй йәмен, үҫә балам,

Мин донъяға бирәм тик изгелек,

Мин донъяға тик яратып бағам.

Йәки:

Уйҙарымда үҫә улар:

Иң гүзәл ҡыҙ, батыр егет,

Рәхмәт һиңә, изге хыял,

Рәхмәт һиңә, яҡты өмөт!

Ошо шиғырҙарҙы уҡып, илап та алам. Мин бит уларҙы кеше шығырым тулы автобуста Черниковканан аяғөҫтө эшкә килгәндә ижад итә инем. Хәҙер йәштәр халыҡ лыпа тулған автобусты күҙ алдына ла килтермәйҙер. Тормошобоҙҙа яҡшы үҙгәрештәр ҙә байтаҡ ул, барына ҡәнәғәт булыу ҙа кәрәктер. Ошолай шиғриәткә олағыу арҡаһында оҙон юл һиҙелмәй, юғары тулҡындар күңел бөтөнлөгөн һаҡлай. Һуңлап булһа ла шуны аңланым: һәр яҡлап булдыҡлы кешегә йәшәү еңелерәк. Был сифатты балала тәрбиәләү еңел генә түгел, ваҡыт табырға, һәр эште бергәләп башҡарырға кәрәк. Йәшерәк ваҡытта мин бөтөнләй икенсе уйҙа инем, ниндәйҙер ҙур маҡсаттар мөһим төҫлө ине. Шуға ла балаларымды башлыса философ итергә тырышыпмы, күберәк китап тураһында һөйләгәнмен. Әгәр уҡытыусы Мәрзиә апайым тәрбиәләһә, мин үҙем дә, моғайын, күпкә булдыҡлыраҡ булыр инем, яҡшыраҡ әсәй, өләсәй сығыр ине минән. Тик миндәге шағирә юғалыр ине. Ябай ғына түгел шул бер нәмә лә.

– Камила һәм Йәлил исемле ике һөйкөмлө сабыйға өләсәй ҙә бит әле һеҙ?

– Ейәндәремде ҡарашырмын, тип үҙемә һүҙ биргәйнем, хаҡлы ялдағы дүрт йылымды ошо вәғәҙәмде үтәүгә бағышланым. Бигүк педагог түгеллегем асыҡланды. Хәйер, был етешһеҙлегемде дүртенсе курста мәктәптә практика үткәндә уҡ тойоп, уҡытыусы һөнәренән эсемдән баш тартҡайным. Кем ижад менән шөғөлләнә, ул, тимәк, йөрәгендә бала килеш ҡала, тигән фекер бар. Мин килешәм был ҡараш менән. Тормошта ҡамасаулай ул. Шул килеш тә ғәҙәти тормошта ҡәҙимге йәшәп ятыуым, улай ғына ла түгел, хеҙмәт юлымда абруйлы баҫма менән етәкселек итеү, ике саҡырылыш республика парламентына депутат итеп һайланыу кеүек уңыштарым булыуына яҙмышыма сикһеҙ рәхмәтлемен.

– Мөхәббәт хаҡында ни әйтерһегеҙ? Ул һәр кем үҙенсә аңлай торған төшөнсәме икән, нисек уйлайһығыҙ?

– Рәми Ғариповтың: “тик һөйгәнен генә һөйөп һөйләй”, – тигән бер юлы бар ниндәйҙер шиғырында, минеңсә, кешенең мөхәббәттән башҡа ла яратып һөйләгән бер хәбәре була. Минең өсөн ул әсәлеккә бәйле, шул уҡ ваҡытта үҙемде был өлкәлә барса мәсьәләләрҙе аңлайым, хаҡлымын, тип иҫәпләмәйем. Матбуғат йортона Үҙәк баҙар яҡын ғына урынлашҡан. Төшкө аш ваҡытында шунда барып аҙыҡ-түлек ала торғайным. Юл эсендәге биш ҡатлы йорттарҙан тәмле аш еҫтәре тарала. Өйҙә балаларым минһеҙ ултыра. Улар менән бергәләп өҫтәл артында ултырмағаным, тәрилкәләренә ризыҡ һалмағаным өсөн йәнем өҙөлә ине. Черниковка, һуңынан Һупайлы ла алыҫ. Өйҙә генә ултыр ине, ул тиклем өҙгөләнгәс, тиер кемдер. Был теләгем ҙур ине, фатирға сират тотто тәүҙә, Фәнилдең эш хаҡы арыу булды. Аҙағыраҡ тотороҡһоҙ тормош эшләп йөрөүҙең өҫтөнөрәк икәнен күрһәтте. Газ менән ҡуллана белмәгәндә мендәр аҫтында ҡалдырылған йылы ризыҡ менән хушһындылар. Бер яҡтан, маҡсатҡа ынтылған һәләтле ҡатын-ҡыҙ, әлбиттә, үҙен раҫлап, мөмкинлектәрен асып йәшәргә ынтыла. Әммә ул яратыу, бәпес һөйөү шатлығынан баш тарта ла алмай. Сабыйҙарға һөйөүеңде улар бик бәләкәй саҡта биреп ҡалырға кәрәк, аҙаҡ улар эргәһенә лә килтермәй. Иң ҡатмарлы мәлдәрҙә лә ошо һөйөү тыуҙырған еп әсә менән баланы бәйләп тота.

Әсәһенең тубығында

Ултырған сабый кеүек,

Тауҙар итәгенән ҡояш

Талпына сағыу көлөп.

Бына ул шаян һикереп,

 Тауынан күккә күсә,

Кинәнеп тә өлгөрмәйһең,

Бала шулай тиҙ үҫә.

Мостай ағай әле иҫән саҡта өйҙәренә барғайным. Улы Илгиз ҡайтҡайны. Ул урамға сығырға йыйына. “Йылы свитерыңды кей”, – ти Мостай ағай, унан миңә ҡарап, шулай олоғайып бөтһә лә, бала булып ҡала, ти. Ғәзиз балаһы өсөн борсолоу һәр атай- әсәне ғүмере буйы оҙата килә. Хатта илдәге, донъялағы ваҡиғаларға, шәхсән ҡарашыңды алып ташлап, ошо күҙлектән ҡарай башлайһың. Был, бәлки, донъяуи аҡылдыр ҙа.

– Шулай. Әсәй кеше уйһыҙ була алмай...

– Беҙ бәләкәй саҡта радионан Мәғәфүр Хисмәтуллин башҡарыуында бик матур йыр тапшыра торғайнылар: “Һәр бер әсә ғүмер бүләк итә балаһына оҙаҡ йәшәргә, һәм балаһын яуға оҙатҡанда бер үк төрлө илай әсәләр”. Һуғыштар барғанда, әсәйҙәрҙең ҡара сәстәре лә, һары сәстәре лә бер үк төрлө ағара. Беҙҙең дәүерҙә, дөйөм алғанда, батыр егеттәр тәрбиәләү һирәгерәк күренеш, тип уйлайым, бәлки, яңылышамдыр. Батырҙар үҫтереү өсөн йәмғиәттә лә батырлыҡ менән бахырлыҡ айырмаһын күрһәтеүсе ҡиммәттәр булырға тейеш. Беҙ үҫкәндә был тәбиғи ине. Уйым өләсәй булараҡ та бөгөнгө үҫмерҙәргә урап ҡайта. Ай-һай еңел түгел бөгөн намыҫ менән ғәҙеллек ни икәнен аңлатыу. Мәктәп, ата-әсә интернет менән конкуренцияла гел генә өҫтөнлөк ала алмай, уларға булышлыҡ итеүсе фильмдар юҡ дәрәжәһендә. Күберәк ниҙелер ватыу, емереү, үлтереү күрһәтелә. Оп- тимистар, насарҙы ҡаратмағыҙ, һайлау мөмкинлеге бар, тиер, ә бит кинотеатрҙар бер каналдан икенсеһенә күсмәй. Әле мәңгелек ҡиммәттәр өсөн ысын мәғәнәһендә алыш бара, ул – һуғыш. Әммә ил эсендә тәрбиәүи сәйәсәтте үҙгәртмәйенсә, әҙәбиәткә, сәнғәткә мөнәсәбәтте яҡшыртмайынса был көрәштә еңеү булырмы, тигән һорау ҙа тыуа миндә, хаҡһыҙ булһам,ғәфү үтенәм. Кеше үҙ тыуған ерен яратып, уның менән ғорурланып, үҙен уның бер өлөшө итеп тойғанда ғына ысын гражданин була ала. Бының өсөн ул үҙе лә иленең хәстәрен, яҡты инаныуын тоя алырға тейеш. Яҡшылыҡ буш урында тыумай, ул йөрәктән йөрәккә күсә.

– Килер көндәрҙе ниндәй ғәм менән ҡаршылайһығыҙ?

– Булған бәхеттең ҡәҙерен аңлау ҙа мөһим. Ике-өс йылда ғына юғалтыуҙар ишәйгән. Бер туған апайым, ике туған ике ҡустым үлеп китте. Бигүк ҙур булмаһа ла, яратып ҡына һалған ауылдағы өйөбөҙҙө һатырға тура килде. Илебеҙҙә һәм донъяла күпкә тынысыраҡ ине. Үткәндәрҙә артыҡ ҡаҙынмай, барына һөйөнөп, кире тойғоларға ғүмерҙе исрафламай ғына йәшәргә ине. Журналдың һәммә уҡыусыларына, оҙаҡ йәшәгеҙ, бәхетле йәшәгеҙ, тип теләйем.

Үҙемдең тик ижадта ғына ирекле икәнемә төшөндөм

– Шиғриәт һеҙҙе нимәһе менән ылыҡтырҙы? Нисек килдегеҙ был өлкәгә? Студент йылдарҙа моғайын да әҙәби берекмәгә йөрөгәнһегеҙҙер?

– Беренсе шиғырымды 4-се класта сығарҙым, ул бер генә строфаны яҙҙым тип әйтергә тел әйләнмәй. Әммә рифма, ритм тигән төшөнсәләрҙе белеүемде күрһәтә. Мәктәп-интернатта Сажиҙә Хәмәтйәр ҡыҙы тәүге дәрестә үк шиғыр яҙҙырып ҡараны. Шулай әҙәбиәт түңәрәгенә йөрөй башланым. Даими рәүештә яҙыусылар менән осрашыуҙар ойошторола, улар алдында беҙ ҙә сәхнәнән шиғырҙарыбыҙҙы һөйләйбеҙ. Әҙиптәрҙең кисәләрендә тәбрикләү һүҙҙәре менән сығыш яһайбыҙ. Сажиҙә Хәмәтйәр ҡыҙын ергә орлоҡ һалып, шытып сығыуын көткән, күҙ ҙә алмай хәстәрләп үҫтергән баҡсасыға оҡшатам. Уҡытыусыма рәхмәтем сикһеҙ. Унан инде – университет. “Шоңҡар” әҙәби ижад түңәрәге. Стенаһында Ғәлимов Сәләм портреты эленеп торған аудиторияны әле лә иҫләйем. Шунда етәксебеҙ Тимерғәли Килмөхәмәтовҡа шиғырҙарыбыҙҙы уҡыйбыҙ. Ул әҙәбиәт теорияһын шәп белә. “Ай, үҫәһегеҙ бит, ҡыҙҙар!” – тип дәртләндереүе баҙнатһыҙ ғына хыялды бер аҙ нығытып ҡуя. Мостай Кәримдең “Көндәлектәр”ендә бер фекергә иғтибар иткәйнем: “Робость сердца писателя – предательница его таланта”. Әҙәбиәткә минең һымаҡ ҡурҡып ҡына түгел, ҡыйыу килергә кәрәк. Әрһеҙлекте күҙ уңында тотмайым. Шикләнеү бер урында тапаныуға әүерелә лә, шиғыр ағылған юлдарға йоҙаҡ элә. Мин журналист булырға хыялландым. Берҙән, был һөнәр ғәжәйеп абруйлы, баҫма һүҙ ҡанунға тиң осор ине. “Башҡортостан” гәзитендә тәнҡит сыҡһа, кеше эшенән бушатылыуы бик тә ихтимал. Хәбәрселәрҙән дә ғәҙеллек талап итә ине был. “Известия”лағы – Татьяна Тэсс, “Комсомольская правда”лағы Инна Руденко мәҡәләләре, матбуғат дөйөмләштереү генә түгел, юғары щәхестең ҡарашы донъяны яҡшыға үҙгәртеү ҡөҙрәтенә эйә, тип дәлилләй. Мин – корреспондент, тип әйтеү, мин – бик шәп кеше, тигән һымағыраҡ ҡабул ителә. Командировкаға барһаң, “Бына был ҡыҙ йәш кенә, ә үҙе корреспондент!” – тиҙәр. Бик уңайһыҙлана торғайным. Кәрәге юҡ саҡта, корректормын, ти башланым. Ошондай ҙа мауыҡтырғыс эш барында йәп-йәш кеше бикләнеп кенә шиғыр яҙып ултыра буламы?! Тәүҙә ике йүнәлеш тә камил ғына үрелеп килде. Унан мәшәҡәттәр артты, балаларым тыуҙы. Үҙгәртеп ҡороуҙар журналистиканы ла икенсе юҫыҡҡа борҙо. Үҙемдең тик ижадта ғына ирекле икәнемә төшөндөм. Ә гәзит ситлеге көнө буйы, әҙәбиәт, сәнғәт бүлегенең театрҙарҙы, концерт, фестивалдәрҙе яҡтыртыуы менән төнгәсә ысҡындырмай. Шиғриәт иһә мөкиббәнлек талап итә. Был – төп шарт. Ижад, бер ҡараһаң, мөғжизә генә түгел. Икенсенән, иң йомарт тупраҡты ла ашлаған кеүек, зиһен өсөн дә тәрәнлек, уй бейеклеге тыуҙырыусы аҙыҡ – донъяның мәҙәни хазиналарын өйрәнеү һәм фекерләү оҫталығына ирешеү кәрәк. Ижадсы өсөн тынлыҡ та мөһим. Ҡышҡы тәбиғәттә шым ғына ҡар аҫтында ята, ә унда яҙғы көс ярала. Һин, гүйә, бер ни яҙмайһың, ә күңел үҙенә тейешен туплай.

– Шиғриәтегеҙгә тәрән фекерләү, фәлсәфәүи ҡараш хас, был ҡайҙан килә? Бөгөнгө көн уҡыусыһына нисек ярарға? Һеҙ быға ынтылаһығыҙмы, әллә, киреһенсә, ижадсы кимәлде билдәләргә лә, уҡыусы шуға ынтылырға тейеш тип иҫәпләйһегеҙме?

– Төп күрһәткес әҫәрҙең ысын йөрәктән, ихлас яҙылыуы, тип уйлайым. Әлбиттә, Шолохов һымаҡ даһиҙар академикка ла, көтөүсегә лә берҙәй яҡын. Был китаптың тормошсанлығына бәйле. Тик, ғөмүмән, уҡыусыны зыялыларға һәм ябай халыҡҡа бүлмәйем. Бөйөклөк – иң ғәҙәти күренештәрҙә һәм көнкүрештә. Шуны асһаң, һәр кем тоя. Шулай уҡ, кеше күңеленең нескәлеге уҡылған китаптар һаны менән билдәләнмәй. Шул уҡ ваҡытта, XX быуат башында рус шиғриәтендә ниндәй генә ағымдар булмаған. Борис Пастернак, Анна Ахматова һымаҡ мәшһүр әҙиптәрҙе лә ниндәйҙер шартлылыҡ, символдар менән мауығыу урап үтмәгән. Уларҙың ҡайһы шиғырҙарына әҙәбиәт белгестәре аңлатма бирә. Бындай эҙләнеүҙәр үҫешкә этәрә. Ғөмүмән, ижад ул ғәҙәтилек түгел. “Анна Ахматова ниндәйҙер һиҙемләү менән үҙ быуатының авангард йүнәлешен тойған, ул – Кафка, Джойс һымаҡ сәйер яҙыусылар менән бер тулҡында”, – тип билдәләй тәнҡитселәр. Ошоноң менән бергә әҙибә миллионлаған кеше үҙ кисерешеләй ҡабул иткән “Реквием”ды яҙа. Шиғриәт – һүҙ һәм тойғолар йыһаны. Был сикһеҙ ғаләмдә бер генә бөртөк йондоҙ ҡабыҙыу ҙа бик һирәк шағирҙарға эләгә. Үкенескә ҡаршы, хатта талант та был бәхеттән мәхрүм ҡала ҡай саҡ.

– Баҫмабыҙға тиҙҙән 100 йәш тула, һеҙҙең дә, моғайын, “Ағиҙел”гә бәйле иҫтәлектәрегеҙ, әйтер һүҙегеҙ барҙыр?

– Тотош быуат әҙәбиәтебеҙҙең йөҙөн билдәләп килеүсе баҫма тураһында юғары һәм дөйөм һүҙҙәрҙе ҡулланмайынса ғына ниҙер әйтеүе еңел түгел. “Ағиҙел” минең өсөн – бала саҡтан һәм әлегәсә иң мөһим журнал. Күңелемдә башланғыс синыфта ғына яралған оло абруйын ул һис ҡасан түбән төшөрмәне. Уның биттәрендә шиғыр шәлкемемде күреү мөмкинлеген дә байтаҡ көтөргә тура килде. Бындай мәртәбә ижадыңды раҫлағас ҡына эләгә торғайны. Шиғриәт бүлеге мөдире Абдулхаҡ Игебаевҡа өндәшергә лә ҡыймайбыҙ. Ә бит ул уғата ипле, аралашыуҙа яғымлы кеше ине. Беҙ матбуғатта эшләй генә башлаған дәүерҙә милли әҙәбиәттәргә арналған көндәр, ошо айҡанлы “Ағиҙел”дә тәржемәләр биреү киң таралғайны. Әҫәрҙәрҙе тиҙ генә редакцияларға өләшеп сығалар. Мин дә бер-ике сыуаш яҙыусыһының хикәйәһен, азербайжан шағиры Сабир Рөстәмханлының шиғырҙарын әҙерләгәйнем. Ҡыҙыҡлы хәлдәргә килгәндә, йөҙөнә гел генә бер төрлө йылмайыу яғылған, олпат кәүҙәһен төп-төҙ тотоп йөрөгән баш мөхәррир Әмир Гәрәев менән ҡатыны Фәниә апайҙы күҙәтергә ярата торғайным. Улар Матбуғат йортоноң ашханаһына бергә төшә. Тәүҙә мөһабәт һынлы Әмир ағай килеп инә лә туп-тура берәй өҫтәл эргәһенә үтә. Ултыра. Ҡатыны йүгереп бер-бер артлы ике батмус менән ашарға алып килә. Һуңынан әҙип шулай уҡ ғорур ҡиәфәтендә сығыу яғына ыңғайлай. Апай иһә батмустарын йәһәт кенә илтеп, артынан йүрмәләй. Уларҙы аэропортта ла осратырға тура килде. Яҙыусы, ике ҡулын артҡа ҡуйып, ғәҙәттәгесә, мөләйем, абруйлы атлаһа, портфеле – күндәм ҡатыны ҡулында. Ҡайҙа инде йөҙ һытыу: бик бәхетле Фәниә апай. “Ағайығыҙҙы ҡарап йөрөтөгөҙ инде, ҡыҙҙар”, – тип артынан самолетҡа йүгерерҙәй булып оҙатып ҡалды. Фәниә актрисаға уҡыған, әммә сәнғәтте һайламай, бөтә ихтирамын, яратыуын Әмиргә бағышлап йәшәй, тигән имеш-мимештәр ҙә йөрөнө. Ни тиһәң дә, бик матур шәхестәр тыуҙырған ғәжәйеп яҡты, ихлас әҙәби мөхит беҙҙең быуынға ла бер аҙ эләгеп ҡалды.

Көҙгө япраҡүҙе бер шиғырҙай,

Оҙон йыл буйына яҙылған,

Ҡышҡы йоҡо, бөрөләнгән саҡтар,

Яҙ менән йәй уға яғылған.

«Шиғыр яҙыу еңел», – тиеүселәр

Белмәй уның нисек тыуғанын,

Һәр бер шиғыр, көҙгө япраҡ кеүек,

Үҙе бер ғүмерҙән торғанын...

Әҙибәнең тәү ҡарашҡа шиғриәт, ижад хаҡында бәйән иткән кеүек тойолған, асылда эсенә тотош бер драма һыйған, ижади булмыш хаҡында һөйләгән ошо шиғырын айырыуса яратам. Уйсан, һынсыл, тәбиғәте менән үтә лә һиҙгер яҙыусы Йомабикә Ильясованың шиғри донъяһында ағас һәм япраҡ образдары йыш осрағандарҙан, уларға әйтеп бөткөһөҙ киң даирәле тәрән мәғәнә һалынған. Бер яҡтан улар тормоштоң мәңге үҫештә һәм үҙгәрештә булыуын тасуирлаһа, икенсе ҡыры ла бар: ижадсы тормоштоң ҡотолғоһоҙ фанилығын, беҙгә бирелгән мәлдең ҡыҫҡа бер арауыҡ икәнен, әммә шул ғына, япраҡ өҙөлөп төшөр генә мәлдә лә, ҡәҙерен белгәндәр өсөн тотош бер ғүмерлек кисерештәр, һынау һәм фәһемдәр ҙә һыйғанын күрһәтә. Көҙгө япраҡ – йөрәкте семетеп-семетеп алған бер оло ғәм. Көҙгө япраҡ кешенең бар күңел монаятын туплаған, сағылдырған алтын япраҡ. Әҙәбиәтебеҙ болонон ҡабатланмаҫ ижады менән алтынға күмгән, уны зауыҡ менән биҙәгән яҡты һағышлы, оло талантлы, нәзәкәтле, ҙур йөрәкле шағирәбеҙ Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙын баҫмабыҙ исеменән матур ғүмер байрамы менән тәбрик итәбеҙ! Тормошта күңелегеҙҙе үҫтерер сәбәптәр күп булһын, күп йылдар япраҡ яңыртып, гөрләп, сәскә атып, ҡабат-ҡабат алтынланып, шиғриәтебеҙҙе байытып йәшәүҙәр насип булһын!

Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА әңгәмәләште.

Автор:Гульнара Хальфитдинова
Читайте нас: