Бөтә яңылыҡтар
Әҙип тормошо
13 Сентябрь 2022, 15:12

“ХАЛҠЫМ ҠАНЫНАН ТАМҒАНМЫН ¬ БАШҠОРТТАНМЫН БЕР ТАМСЫ…”

Тормошта нимәгәлер өлгәшәм тиһәң, тәүәккәл булырға, яуаплылыҡты үҙ өҫтөңә алырға, бүтәндәргә оҡшамай ҡуйыуыңдан ҡурҡмаҫҡа кәрәк, тиҙәр. Ошо, йөрәктән ысын батырлыҡ талап иткән гүзәл сифаттарҙың барыһы ла бар билдәле яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре, егермегә яҡын китап авторы, хажиә, әүҙем википедиясы Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы СИТДИҠОВАЛА.

“ХАЛҠЫМ ҠАНЫНАН ТАМҒАНМЫН ¬  БАШҠОРТТАНМЫН БЕР ТАМСЫ…”
“ХАЛҠЫМ ҠАНЫНАН ТАМҒАНМЫН ¬ БАШҠОРТТАНМЫН БЕР ТАМСЫ…”

Бәҫ өҫтәр яҡшылыҡ күрһәм –

Милләтемә мин  яусы,

Көндәрем хеҙмәттә үтә –

Милләтемә мин ялсы,

Милләт өсөн хәүеф тыуһа –

Булалам утлы ҡамсы,

Халҡым ҡанынан тамғанмын –

Башҡорттанмын бер тамсы.

Гүзәл Рамаҙан ҡыҙының “Милләтемдән бер тамсы” тигән ошо шиғыры уның бар булмышын, холҡон, шөғөлөн, йәшәү рәүешен ус төбөндәгеләй асып һала.

Хөрмәтле замандашыбыҙ Гүзәл апай Ситдиҡова менән “Ағиҙел” редакцияһында күрешеп, уның матур ғүмер байрамы, етмеш йәше алдынан ихлас әңгәмә ҡороп ултырыу бәхетенә ирештек.

Төрмәлә яҡшыраҡ булған

– Май-июнь айҙарында, йола буйынса Бөйөк Еңеүҙе, фашизмды дөмөктөргән шанлы ата-бабаларыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алабыҙ. Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы, ә һеҙҙең, затығыҙҙың яҙмышында Бөйөк Ватан һуғышы ҡалайыраҡ сағылған?

– Һуғыш, һуғыш тибеҙ, уның да йөҙө төрлө булған, ә эҙемтәләре бер ғаиләгә лә ҡағылмай ҡалмаған. Әсенеп яҙғаным да бар, йыл да Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандарҙың балалары интернет тултырып фотолар һала, ата-бабаларын маҡтап яҙа, ә минең ундай мөмкинлектән мәхрүммен. Сөнки, олатайым 1937 йылда милләтселектә ғәйепләнеп алып кителгән, уның 5 балаһы ҡалған. Халыҡ дошманы ғаиләһе булыу мөһөрө һуғыш  ваҡытында бигерәк тә аяныслы булған, уларҙы аҙыҡ-түлек алыуҙа ла сикләгәндәр, хатта урам буйынан тыныс үтә алмағандар, 8 йәшлек кенә сағынан етем ҡалған  атайымды дошман балаһы тип туҡмап та ҡайтарғылағандар. Әммә олатайымдың ике ҡустыһы ла һуғышта һәләк булған. Әсәйем яғынан икенсе олатайымды иһә, ул ваҡытта оло йәштә булған 5 бала атаһын, хеҙмәт армияһына алып киткәндәр. Бер мәл ул шул хеҙмәт армияһынан нисектер ялға ҡайтарылған. Тик, ҡайтыу менән ныҡ итеп ауырып киткән,                                                                                    малярия булғанмы, тифмы, онотҡанмын. Ауылда табип юҡ, юл юҡ, сырхау килеш сығып та китә алмаған. Һуңлап барған өсөн уға ҡаты яза бирелгән. Әсәйемдең бер туған апайы еткән ҡыҙ булған, уларҙы ҡайҙалыр торф сығарырға ебәргәндәр. Ул осорҙа етәкселәр ҙә үтә ҡырыҫ, уҫал булған. Әсәйем, колхоз рәйесе кешеләрҙе ҡамсылап йөрөй торғайны, тип һөйләр ине. Бала ғына килеш эшләп йөрөгән ҡыҙҙарҙы иген һуҡҡан урындан ҡайтҡанда ла бөтә кейемдәрен тикшереп, ойоҡтарын систереп ҡарап сығарғандар. Шунда бер 17-18 йәшлек кенә ҡыҙҙың ойоғонан нисәлер грамм  иген табылған да, уны төрмәгә ебәргәндәр. Төрмәнән ул, бында эш колхоздыҡынан ауырыраҡ түгел, әммә режим буйынса ашаталар, икмәк бирәләр, тип хат яҙған. Колхозда астан интегеп йөрөгән бахырҡайҙарға был ҡотолоу юлы булып күренгән, шул хаттан һуң тиңдәш ҡыҙҙар бер-бер артлы төрмәгә эләгә башлаған. Ойоҡбаштарына  махсус рәүештә иген һалып алып сығып тотолоп, әллә нисәүһе ултырып сыҡҡан. Ниндәй заман: төрмәлә ашау колхоздағыға ҡарағанда яҡшыраҡ булған! Бына шундай ғибрәтте лә кисергән әсәйемдең ауылдаштары. Уларҙың күршеһендәге ҡатын өс балаһы менән астан үлгән. Ер ҡара яҙҙан ҡап-ҡара булып ята торғайны, үлән сығып өлгөрмәй, йыйып ашайбыҙ, сөнки бер тамсы ҡалдырмай игенде дәүләткә тип алып китеп торҙолар, тип һөйләй ине ололар. Уңыш булмаған, ә рәйестән план таптырғандарҙыр инде. Шул апайҙың яландан  ризыҡ эҙләп ҡайтып килгәнен әсәйем илап хәтерләй ине, ҡоймаға саҡ тотоноп килә инеләр, беҙҙең тапҡырға еткәс, Ситдыҡ абзы-ый, бер нәрсә дә тапмадыҡ, тип (улар бит шулай һөйләшәләр) кереп китте лә, икенсе көнөнә лә, өсөнсө көнөнә лә күренмәгәс, инеп ҡараһалар – тотош үлеп ятҡандар. Һуғышта, әлбиттә, ауыр булған, әммә тылдағыларға ла һынауҙар әҙ төшмәгән. Белоретта, атайым йәшәгән ерҙә ­ урман, колхозда эшләргә түгел. Урмансылар ағас ҡырҡҡан, леспромхозда эшләп аҡса алған. Ул ваҡытта унынсы класта уҡыу түләүле булған, атайым артабан мәктәптә уҡыуын дауам итеү өсөн урман ҡырҡыусы булып эшләп, аҡса йыйған. Шулайтып урта белем алып сыға алған. Ул ваҡытта ун класты бөткән кеше түгел, хатта ете класс тамамлағандар ҙа белемле һаналған. Атайымды Арышпар ауылына уҡытырға ебәргәндәр. 1950 йыл булғанмы икән уҡыта башлауы, мин 1952 йылда донъяға килгәнмен. Ә Арышпарҙа әле Нефтекамала йәшәгән, байтаҡ ваҡыт “Юлдаш” радиоһының үҙ хәбәрсеһе булып эшләгән Зилә һеңлем (Аҙнабаева) донъяға килгән. Шунан беҙ Белорет районының Мышы (Аҙналы) ауылына күсенгәнбеҙ, унда ла атайым бер аҙ директор булып эшләгән. Ә инде миңә алты йәш тирәһендә уны Йөйәккә ебәрҙеләр. Йөйәк ул ваҡытта төпкөл ауыл ине, юл, ут, телефон-радио – бер нәмә лә юҡ. Торғаны менән тайга. Шунда барып төшөп йәшәй башланыҡ. Әсәйемә, ялан яғы ҡыҙына, башта бик ауыр булғандыр. Заманында Дүртөйлөнән һигеҙ ҡыҙҙы йыйып (шул иҫәптә әсәйем дә булған) Белорет заводы өсөн күмер яндырырға тип Инйәргә ебәргәндәр.

– Шунда атайығыҙ менән танышҡан булып сығамы?

– Эйе, 1950-се йылдарҙа Инйәрҙә, күмер яндырған ерҙә танышҡандар. Күпмелер осрашып йөрөгәс, өйләнешкәндәр. Дөрөҫөрәге, әсәйем башта тормошҡа сығырға уйламаған да. Бер заман, ҡыш көнөндә ауылынан хат килеп төшкән. Әүәл хаттар оҙаҡ йөрөгән бит, яҙылыуына инде ай үткән булған. Ҡайтып ет, әсәйең ҡаты ауырый, тиелгән булған унда. Әсәйем ударниктар иҫәбендә булғас, аҡсаны һәйбәт алған, эш хаҡы  нормаға ҡарап түләнгән. Шунан ул өләсәйемә тип бүләктәр алып юлға сыҡҡан. Белореттан Дүртөйлө ауылына бер аҙна тигәндә барып еткән. Ауыл осона ингәс, бер нисә кешене күреп, әсәйем нисек икән тип һораған, улар ситкә ҡарап ҡына, эйе ауырый тип әйтәләр шул, тиеү менән генә сикләнгән. Өйгә етәрәк туғаныраҡ бер апай осрап, эй, балаҡай, әсәйеңдең ҡырҡы тулып килә бит инде, тигән. Хатты уға, бәлки, әсәһе үлгәс тә яҙған булғандарҙыр, үтә ҡайғырып китмәһен тип, кем белә. Әйберҙәрем сәселеп китте, ҡарға ултырып алдым да, тора алмай илап тик ултырҙым. Иң үкенеслеһе, инәкәйемә әле бер тапҡыр ҙа бүләк биреп өлгөрмәнем, алып ҡайтҡан бүләктәремде тапшыра алманым, тип әсенә торғайны әсәйем. Өйҙә иһә бәләкәс һеңлеләре, ҡустыһы етемһерәп ҡаршы ала. 

– Әсәйегеҙ иң өлкәне булғанмы әллә?

– Юҡ, ул икенсе. Торфҡа киткән апаһы ҡырҙа тормошҡа сыҡҡан булған, шул арала ул айырылыпмы, әллә ире үлеп ҡалыпмы, улы менән ҡайтып төшкән. Уныһын аныҡ ҡына хәтерләмәйем. Өйҙә хәҙер атаһы, бала менән апаһы, туғандары, хәйерселек…  Атаһы өйләнгәс, үгәй әсәй янында ҡалмайым тип, әсәйем атайыма тормошҡа сығырға ризалыҡ биргән.

– Тормош үҙе этәргән инде…

– Эйе, яҙмыш, тыуаһы балалары булған. Ә теге инәйем, әсәйемдең бер туған апайы, бала менән Үзбәкстанға сығып киткән. Ул шунда мәңгелеккә ҡалды. Икенсегә тормошҡа сығып, ҡыҙы ла булған ине, уныһы ла вафат хәҙер, ейәнсәрҙәре тере. Улы  Яманйылғала (Еманжелинскиҙа) йәшәй. Бына шулай, аяныслы яҙмышлы ғаиләнең тарихтары етерлек. Әйтергә кәрәк, бөтә туғандары ла әсәйемә төбәп килә торғайны.

– Йөйәккә инде?

– Эйе. Бер туған һеңлеһе лә, Үзбәкстандағы апайы ла, ҡустыһы ла йәйәүләп тороп килеп төшөрҙәр ине. Ҡустыһы Ҡаҙағстанда булды. Ул Төньяҡ флотта хеҙмәт итеп йөрөгәнендә командиры отставкаға сыҡҡан да, әйҙә Сәғитйән, минең менән Турғай далаларын үҙләштерергә, колхозға ҡайтһаң, паспортыңды алырҙар, унан сыға ла алмаҫһың, етмәһә, өйөңдә үгәй әсәй, тип үҙе менән алған да киткән. Ул шунда Ҡаҙағстанда ятып ҡалды. Бына нисек  сәсеп бөткән донъя бер туғандарҙы. Ул ағайым шахтала эшләне, минең унда барғаным да булды, портреты почет таҡтаһында тора торғайны. Шундай тырыш, намыҫсан кеше ине. Уның да берҙән-бер улы автоаварияла һәләк булды. Ә атайымдың туғандары бер-бер артлы вафат булып бөткән. Береһе, бәләкәй ҡустыһы һуғыш ваҡытында астан үлгән.

–  Мәктәптә уҡығанда ветерандар менән осраша инегеҙме?

– Ветерандар менән осрашыуҙар, әлбиттә, була торғайны. Инде нисә йылдар шул осрашыуҙарға бәйле бер хәл күңелде өйкәп тора. Ауылыбыҙҙа Маликов тигән ағай булды. Ул япондар менән һуғышып йөрөгән, яуҙан алып ҡайтҡан рәхмәт хаты ла бар ине. Шуны мин, мәктәп активисткаһы, күргәҙмәгә тип һорап алдым. Өй һайын йөрөп һуғышта булған ветерандарҙың иҫтәлектәрен тыңлай инек, шунда тап иткәнмендер инде үҙен. Рәхмәт ҡағыҙын ветерандарға арнап эшләнгән мәктәп стендына ҡуйҙырҙым. Әллә юғалды инде шул хат... Ғүмер буйы шул ағай алдында үҙемде ғәйепле тойҙом, тоям. Ул рәхмәт хаты юғалһа, бәлки, ниндәйҙер өҫтәмә түләүҙәр тейеш булғандыр, мин уны нимәнәндер мәхрүм иткәнмендер инде тип һаман үҙемә тынғылыҡ тапмайым.

Инйәр йылға йота ғына яҙа

– Төпкөл тиһәгеҙ ҙә, ауылығыҙҙан байтаҡ шәхестәр ҙә сыҡҡан…

– Ысынлап та, төпкөл ауыл булһа ла, мәктәбебеҙҙә шул хәтлем уҡыуға ынтылыш көслө булған. Унда байтаҡ йылдар атайым директор булып эшләне. Башҡорт араһынан сыҡҡан беренсе техник фәндәр кандидаты Харис ағай Мөлөков ҡына ни тора, ул ­  режиссер Рәйес Исмәғилевтың әсәһенең бер туған ҡустыһы. Медицина институтына ла инеүселәр байтаҡ булды, табиптар ҙа сыҡты беҙҙең ауылдан. Аҙаҡтан мәктәптең бөтә уҡытыусылары үҙебеҙҙең ауылдыҡы булып китте. Ә элек тик ситтән килгән булғандар. Режиссер Рәйес Исмәғилев, рәссам Фәйзрахман Исмәғилев, авиация университеты профессоры Марс Миһранов, ғалим Зәки Әлибаев, йырсы Искәндәр Ғәзизов һәм башҡалар. Көньяҡ Урал ҡурсаулығында ла беҙҙең ауылдан сыҡҡан күп кенә белгестәр эшләй. Мәктәбебеҙҙә көслө белем дә, ынтылыш та бирә белгәндәрҙер, тием.

– Атайығыҙ уҡытыусы булғас  һеҙ ҙә уҡытыусы булырға хыялланғанһығыҙҙыр инде?

– Эйе. Һаман хәтерҙә, дүртенсе класта рус теле дәресендә киләсәктә кем булаһың тип һорағастары, таҡтаға “я буду дироктором” тип “о” хәрефе менән яҙып ҡуйғайным. Атайым директор булғас ни, миңә лә шулай тейеш тип уйлағанмын инде. Һигеҙенсене тамамлап, Белорет педагогия училищеһына уҡырға индем. Инйәрҙән Йөйәккә юл булмағас, каникулға һыбай йә йәйәү ҡайтаһың, ташҡын булһа һал менән төшәһең. Беҙ шулайтып уҡыныҡ. Атайым мөмкинлеге булғанда алып барырға тырыша торғайны инде. Йышыраҡ йәйәү китеп-ҡайтып йөрөлдө.

– Әле ул ваҡытта тимер юлы юҡ инеме?

– Ю-уҡ, тимер юлы минең ҡыҙым тыуғас ҡына булды. Ә бит ваҡытында атайым әсәйемде Белоретҡа яҡын ерҙән, Аҙналынан Йөйәккә күсергә булғас, унда тимер юл үтә, Дүртөйлөгә йышыраҡ ҡайтып йөрөрһөң тип өгөтләп алып килгән. Атайымды Аҙналы башланғыс мәктәбенән яңы асылған Әзекәй ете йыллыҡ мәктәбенә күсерергә булғастары, ул үҙебеҙҙең яҡҡа ҡайтам, әсәйемә лә ярҙам кәрәк тип бер кем барырға ризалашмаған Йөйәккә ебәреүҙәрен һораған. Атай Уҫманғәленеке, ә Йөйәк Уҫманғәленән арыраҡ. Әсәйем Йөйәктән зыйлатып Өфөгә йөрөрмөн тип өмөтләнгән. 1958 йылда Йөйәккә килеп төшкәндә миңә 6 йәш ине.

– Иҫләйһегеҙме үҙегеҙ әҙерәк?

– Иҫләмәй һуң! Ике йәшлек сағымдан да ҡайһы эпизодтар хәтеремдә әле. Йөйәк бит ҡаҙан эсендәге кеүек, бөтә яҡтан да тау уратҡан. Әсәйем, ялан ҡыҙы, шул тауҙарға ҡарап ҡысҡырып-ҡысҡырып иланым, тиер ине. Юл да юҡ. Беҙгә инде Инйәрҙән йөк машинаһы биреп, шуның менән килеп төштөк. Ә йөк машинаһы Йөйәк өсөн ул ваҡытта самолет килеп төшкән һымаҡ. Эй, халыҡ йыйылып китте, ҡайһы ҡыҙҙарҙың йүгерешеп килгәндәре әле лә күҙ алдында, аҙаҡ класташ булдылар. Ҡыҙыҡһынып ҡарайҙар… Шунан беҙ Зәки Әлибаевтың олатаһына, Мөхәмәт бабайға фатирға керҙек.

– Студент саҡта ауылға һал менән ҡайтып бата яҙҙым, бер егет үлемдән ҡотҡарҙы тип тә яҙғайнығыҙ китабығыҙҙа?

 – Егет тип, үҫмер генә йәшендәге ауылдашым ине ул. Беренсе майға ҡайтҡанда булды ул осраҡ. Юл булмағас, Инйәр ҡасабаһынан алып Йөйәккәсә Инйәр йылғаһы буйлап һалда төшөргә кәрәк ине. Инйәр ажар ташҡан, етмәһә, ҡыуғын мәле, эргәнән боҙ менән ҡуша бүрәнәләр ҙә аға. Ҡайһы ваҡытта май байрамына  ҡайтҡанда шул бүрәнә ағыҙыусыларҙың кәмәһен эләктерә торғайныҡ. Каснуй тип атала ине ул ауыл халҡы телендә, ҙу-ур кәмә. Һалсылар күреп ҡалып кәмәне тартып та алғандары булды. Шулай берҙе кәмәлә төшөп барғанда беҙҙе тегеләр Манышты эргәһендә ҡыуып етте. Эй шәп ишәләр бит, арҡыры төштөләр ҙә, бала ғына икәнебеҙҙе күреп, ярай инде ҡайтығыҙ, тик ауылға еткәс кәмәне ҡыуғынсыларға бирерһегеҙ, тип, тотҡарламай, ебәрҙеләр. Ә бына һал менән бата яҙғанда бүлмәләш ҡыҙҙы ауылыма ҡунаҡҡа алып ҡайтып бара инем. Техник училищелә уҡыған ике малай ҙа, йәнә бер курсташ ҡыҙ ҙа бар ине, һал бәйләп алып ҡуҙғалдыҡ. Егеттәрҙең береһе  шаярып килә торғас, ишкәге аҡты ла китте. Һыңар ишкәккә ҡалдыҡ. Ауылға етәрәк ҡараһаҡ, йылға уртаһында өлкән таш ята торғайны, шуға ағас өйөлгән (лапы тип әйтәләр уны беҙҙә). Шунда өйөрөлтмәк хасил булған, ул беҙҙе үҙенә тарта башланы. Икенсе малайҙың һыңар ишкәк менән ситкә тартырға көсө етмәй. Һал ҡырыная башланы, түңкәреләбеҙ тигән ерҙә класташым Миңлеғәле мәрхүм, йәне йәннәттә булһын, һалдың ҡалҡып килгән яғына ырғып, уны тигеҙләне лә, ҡурҡыныс ерҙән зыйт иттереп үтеп киттек. Ауыл күренә ине, ярға яғырға итәбеҙ, барып сыға алмайбыҙ, ағым беҙҙе йылғаның уртаһына тарта. Ауылдаштар күреп ҡалдылар ҙа, багор менән эләктерергә тырышалар, яҡынаябыҙ, тик барып етә алмайбыҙ. Багор менән ҡуша береһе һыуға йығылып китте хатта. Ауыл осонда, аралға (утрауға) етәрәк йылға аҡҡан урын тарыраҡ. Шул тар ағымдан ярға барып сыҡтыҡ. Беҙҙе ҡотҡарған Миңлеғәле өйләнеп, балалы булғас, тәким һыуға батып үлде. Беҙҙә бит бәләкәйҙән шулай өйрәнәләр: Инйәр аша аръяҡҡа сығырға булһа, ике бүрәнәне бәйләп, шуның менән сығып йөрөйҙәр ине. Кәмәһе булғанына еңел инде. Миңлеғәле шул аръяҡта, тимер юлда эшләгән. Ташҡын мәлдә ике бүрәнәнән  һал эшләп, сығып барғанда һыуҙың уртаһында бәйләгән тимерсыбыҡ ысҡынған да киткән. Был бер бүрәнәгә тотоноп ҡалған, тик һыуыҡ бит инде, ағым алып китеп, күмелеп ҡалған. 

– Шул уҡ ваҡытта һеҙҙе ҡотҡарған да…       

– Эйе. Шундай шарттарҙа уҡып сыҡтыҡ. Белореттан Инйәргәсә тар колеялы юлдан поезд менән ете-һигеҙ сәғәт килә инек, был яғына атай ҡаршылаһа  ­ һыбай, килмәһә – йәйәүләп. Хәҙер булһа үҙемдең балаларымды улайтып ебәрә алмаҫ инем. Байрамдарға өс кенә көн ваҡыт бирәләр, Йөйәккә көн буйы ҡайтаһың, бер көн булаһың да кире китергә кәрәк. Барыбер ҡайтҡы килә ине. Уҫманғәлегә өләсәйемә килеп төшәм дә, иртәгәһенә иртәнсәк тороп юлға йыйынам. Эй, эргәһендәге инәйҙәр, балам, эт-ҡоштан ҡурҡмай нисек китәһең, көтөп ят, юлдаш булыр әле, бергә ҡайтырһығыҙ тип, өгөтләйҙәр. Кеше әллә була, әллә юҡ, миңә бит иртәнән һуң кире китергә кәрәк, тип сыға ла китә инем.  Яңғыҙым ҡурҡмай йәйәү йөрөгәнмен, ул ваҡытта кеше лә һәйбәт ине шул. 

Уйламаған боролоштарҙан тора ғүмер

– Уҡытыусылыҡҡа уҡыһағыҙ ҙа, журналистика юлын һайлағанһығыҙ…       

– Педагогия училищеһын тамамлағас, тормошҡа сыҡтым. Башта Белорет мәктәп-интернатында тәрбиәсе булдым. Бик ҙур, ауыр ғына класс тура килде, үҙем дә бала ғына инем, шунан декретҡа киттем. Мәктәп минең юлым түгеллеген аңланым. Шунан, эш тапҡансы бер аҙ почтала эшләп алдым әле. Элек Белоретта эш табыу ауыр ине. Почтала эш хаҡын тәрбиәсе булып эшләгәнгә ҡарағанда 30 һумға артығыраҡ алдым.

– Булған бит заманалар, почтальондарға ҡалай хөрмәт булған?

– Эше лә күп ине, алты көн ҡаттан-ҡатҡа йүгереп пенсия ла таратаһың, матбуғатты ла. Ул саҡта инде ситтән тороп Силәбе мәҙәниәт институтында китапханасыға уҡый инем. Институтҡа инеүем дә ҡыҙыҡ булды. Мәктәп-интернатта эшләп йөрөгәндә юғары уҡыу йортона уҡырға инергә уйлайым тигәс, бергә эшләгән оло ғына ҡатын, ха, конечно поступай, в Уфе же вас принимают вообще как в ликбез, лишь бы читать-писать умели, тине. Ныҡ ғәрсел кешемен инде ул үҙем. Шунан тоттом да Силәбегә киттем. Дөрөҫөрәге, ҡала китапханаһында эшләгән күршем китапхана  факультетына уҡырға инергә барам тигәс, уға эйәрҙем. Ул рус мәктәбен бөткән. Имтихан бирҙек, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әхирәтем инә алманы, ә мин конкурстан үттем. Бер урынға 16 кеше ине, сөнки ҡабул итеү имтихандары августа булғас, башҡа вуздарға инә алмағандар килеп тулған. Балалар әҙәбиәте факультетында уҡыу еңелерәктер тип уйлап, шул специализацияны һайланым. Белорет техник училищеһы китапханаһына эшкә күстем. Бер заман урындағы радиоға диктор эҙләйҙәр тип, мине саҡырҙылар, урынлаштым. Бер аҙҙан радиохәбәрсе эштән китте лә, уның урынына ҡалдырҙылар. Ә радио райондың “Урал” гәзитенә ҡарай ине. Гәзиткә шиғырҙарымды, мәҡәләләремде биргеләгәйнем, баш мөхәррире Ғәбделҡауи Ғарифулла улы мине өгөтләп гәзиткә күсерҙе. Сәнәғәт, ауыл хужалығы бүлегенә хәбәрсе итеп алды, русса яҙыша башланым. Был 1980 йылдар ине. Район буйлап йөрөп, бүлектә бергә эшләгән Худовеков тигән коллегам менән икәү мәҡәләләр әҙерләйбеҙ. Еще бы одну такую, как Ситдикова, и мы втроем бы делали газету, других бы не надо, тигән була торғайны. Маҡтанып алайым әле.

– Өлгөр булғанһығыҙҙыр инде?

– Һынатмаҫҡа тырыша инем, ҡайһы саҡ тексты ҡараламаға яҙып тормайынса, машинисткаға туранан-тура телдән әйтеп баҫтырам. Ғарифуллин ағай пенсияға киткәс, урынына баш мөхәррир булып С. Кузнецов килде. Әйткәндәй, ул Өфөлә аҙаҡ  “Отечество” тигән оппозиция гәзитен сығарып ятты. Ул мине “Урал”дың башҡортса дубляжына баш мөхәррир урынбаҫары итеп ҡуйҙы. Аҙаҡтан, Белорет ҡала һәм район комитеттары ҡушылышып киткәс, беҙҙе инде “Белорецкий рабочий”ға дубляж ғына итеп ҡалдырмаҡ булдылар. Был хәлгә риза түгелбеҙ тип район халҡы исеменән обкомға хат яҙҙыҡ, ул ваҡытта матбуғат бүлегендә хәҙер танылған прозаик Ғәлим Хисамов эшләй ине. Гәзитте башҡорт телендә генә сығарырлыҡ кешеләр бар  тип тә өҫтәнек. Ғәмәлдә, райкомдан эшкә килгән, заманында “Совет Башҡортостаны” гәзитенең үҙ хәбәрсеһе булған оло йәштәге Иншар ағай Ишмөхәмәтовтан башҡа башҡортса яҙа торған профессиональ журналист та юҡ ине, кадрҙар етешмәй. Фәриха Вәлиуллина ғына филфак бөткән, ул яуаплы сәркәтип булды. Ғ. Хисамов килеп төштө, хат халыҡ исеменән тиелһә лә, уны бит һеҙ үҙегеҙ яҙғанһығыҙ, ти, беҙ өндәшмәйбеҙ. А4 форматлы ҡағыҙ редакцияла ғына була ул, тип эй рәхәтләнеп көлдө. Шунан, башҡортса үҙаллы гәзит асырға көсөгөҙҙән килерме һуң тигәс, булдырабыҙ тип тороп ҡалдыҡ та, астырҙыҡ та башҡорт гәзитен.

– Ул ваҡытта бөрйәндәрҙең генә район гәзите башҡорт телендә булған ахырыһы?

– Эйе, “Урал”дан һуң  ғафуриҙарҙың “Табын” гәзите асылды. “Урал”ға баш мөхәррир итеп мине тәғәйенләнеләр, эшләй башланыҡ. Бына бит материал еткереп булмай. Ярты гәзитте бер үҙемә яҙырға тура килгән саҡтар ҙа була ине.

          Әйткәндәй, руссанан яңынан башҡортсаға күсеүе башта ҡыйын булды. Мин шул ваҡыттан даими  рәүештә һүҙлектәр менән эшләргә өйрәндем. Шунан үҙебеҙҙең ҡыҙҙарҙан да рус һүҙе китмәһен тип, саф башҡортса яҙыуҙы талап итә башланым. Башҡортса атамаһы булмаған һүҙҙәргә үҙебеҙ яңы һүҙҙәр эҙләнек. Мәҫәлән, ҡурсаулыҡ һүҙен индереп ебәрҙем. Белорет районындағы Көньяҡ Урал заповеднигының атамаһын тулыһынса башҡортсалап яҙғы килә бит. Ниндәй һүҙгә алмаштырырға була тип ай самаһы эҙләндем. Ҡараһам, татарҙар заповедникты тыйыулыҡ ти икән. Бәй, ә бит заповедникта күберәк урмандарын, тәбиғәтен, йән эйәһен ҡурсалау, ҡурсыу тип уйланым. Ҡурсыулыҡ тип алырға кәрәк булғандыр, бәлки, мин ни эшләптер ҡурсаулыҡ тип баҫып сығарғанмын. Тиҙҙән яңы һүҙҙе “Йәшлек” эләктереп алды. “Йәшлек”, әйткәндәй, ул ваҡытта беҙҙең гәзиттәге яҙмаларҙы туранан-тура алып үҙендә баҫа торғайны. Мәҡәләләребеҙ уҡымлы була торғайны шул. Бер заман, әле “Урал” руссанан дубляж булған саҡта әле ул, Бөрйәндән шағир Самат ағай Ғәбиҙуллин килеп төпләмәне ҡарап ултырҙы ла, оһо, һеҙҙең гәзит бит тәржемә гәзите һымаҡ түгел, баштан башҡортса яҙылған кеүек тип, беҙҙе маҡтап ҡайтып киткәйне. Үҙем дә хәбәрсе ҡыҙҙарыбыҙҙың көсөн һиҙә инем, матур-матур һүҙҙәр табып, урындағы ҡыҙыҡлы һүҙбәйләнештәрҙе лә ҡулланып яҙа инеләр. Шуға ла, үҙаллы гәзит итһәләр ҙә, йырып сығырбыҙ тип ышанғанмын инде, шулай булды ла. Аҙаҡтан ҡайһы ҡыҙҙар филфакка ситтән тороп уҡырға инде, әлеге баш мөхәррир Сатура Минһажетдинова, йәнә Зилә Абзаловалар юғары белем алып сыҡты. Әммә кадрҙарға ҡытлыҡ та бар ине. Шуға ла, рус гәзитендә ултырған мари кешеһен өгөтләп саҡырып алдым, уның яҙғандарын тәржемә итеп бирә инек. Торараҡ Дамир (Шәрәфетдинов) килеп төштө.

– Орел өлкәһендә зоотехник булып йөрөгән еренәнме ни?

– Эшенән сығып ҡайтып бара ине, редакцияға шиғыр шәлкеме ҡалдырам тип кенә ингән. Шиғырҙарын уғаса ла биргәнебеҙ бар ине. Дамир, һин ни эшләп зоотехник булып йөрөйһөң, шиғырҙарың ҡалай матур, әйҙә, ин беҙгә эшкә, тинем. Шунан редакцияға райкомдан ике бүлмәле фатир юллап, бер бүлмәһен ­ Дамирға, икенсеһен Фәриха Вәлиуллинаға бирҙек. Дамир матур итеп эшләп алып китте. Мин һаман да обкомдан белгестәр таптырам. Шунан Гөлдәриә менән Венер Йосоповтар килеп төштө. Тик уларға яңы фатир табып бирә алманым. Әҙерәк эшләй бирҙеләр ҙә, Өфөгә кире киттеләр. Һуңғараҡ Рәсүл Сәғитов килде, уны радиоға алдым. Фатир мәсьәләһе хәл ителерҙәй булмағас,  Рәсүл дә мәктәпкә күсеп, аҙаҡ Өфөгә килде. Бына шундай  билдәле-билдәле кешеләр эшләп китте ул беҙҙең “Урал” гәзитендә. Бер заман тиражыбыҙ 5 меңдән ашты. Уҡымлы әйберҙәр сыға, хатта түрәләр тураһында ла тураһында фельетондар баҫа инек.

– Тәүәккәл дә булғанһығыҙ бит, Гүзәл апай…

– Эйе, хәҙер уйлап, үҙе дә аптырап китәм. Шунан бер түрәне хатта эштән алдылар. Артабан заманалар үҙгәреп, республикабыҙ статусы өсөн көрәш башланды. Ҡала гәзите суверенитетҡа ҡаршы яҙа, беҙ яҡлайбыҙ. Халыҡтың үҙаңы уянып китте. Шул темаға күп яҙыштыҡ,  Өфө редакциялары, “Урал” үҙәге, Башҡорт ҡоролтайы менән бәйләнеш тоттом, улар терәк тә булды.

– Ә бит Белоретта байтаҡ кешеләр суверенитетҡа ныҡ ҡаршы ине …

- Суверенитет өсөн ҡуҙғалыш киткәс беҙҙең яҡҡа яҙыусылар ҙа йышланы. Яныбай ағай Хамматов беҙгә үҙенең романдарын ебәрә башланы, унан да уҙҙырып яҙғандарын Тайфур ағай Сәғитов һала. Ҡәҙим Аралбаев,  Таңһылыу Ҡарамышева, Ирек Кинйәбулатовтар делегация булып килеп төштө, бергәләп  райондар буйлап сығып киттек, Азат ағай Абдуллин да килеп, ауыл халҡы менән осрашып сыҡты - шулайтып гәзиттең абруйын күтәреүгә күп көс һалдыҡ.

Депутатлыҡҡа уны халыҡ үткәртә

– Халыҡтың теләге лә булғас, янығыҙға ойошҡан да ҡуйғандар инде?

– Эйе. Юғары советҡа кандидаттар күрһәтә башлағандар ине, үҙебеҙҙең ауылдыҡылар, беҙҙең Инйәр яғыныҡылар  депутатлыҡҡа кандидат итеп мине күрһәтте лә ҡуйҙылар. Ә өҫтән юғары урында эшләгән кешене кандидат итеп күрһәттеләр. Уға бөтә шарттар тыуҙырылды, ә мин осрашыуҙарға йә поезд менән барып төшәм, йә төпкөлдәргә редакцияның машинаһы менән юлланам. Шулай итеп, һайлаусылар депутат итеп уйламағанда мине үткәрҙеләр ҙә ҡуйҙылар. Халыҡ һайланы.

– Беҙҙең халыҡ та бер тотонһа дәррәү бит ул...

– Шулай икән дә шул. Ул саҡырылышта әле редакцияла эшләп ҡалдым, XII саҡырылыш ине. Өфөгә килеп йөрөйөм, сығыштар яһайым, һуңғараҡ баш ҡалаға күстем. Белоретта саҡта эшемдән айырылмай ғына Башҡорт АССР-ның  XII саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты  (1991-1995) булғайным , шунан Башҡортостан Республикаһының  1–3-сө саҡырылыш  Дәүләт      Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты (1995 - 2008) булып эшләү насип итте.

– Үҙгәртеп ҡороу үҙ көсөнә ингән иң ауыр йылдарҙа эшләгәнһегеҙ бит?

– XII саҡырылышыбыҙ  республика мәнфәғәтендәге закондар ҡабул итеү буйынса бик емешле булды, беҙ бик күп закондар ҡабул иттек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аҙаҡ урындағы ҡануниәтте Рәсәй закондарына ярашлы итеп үҙгәртеү башланғас, уларҙың күбеһен  кире ғәмәлдән сығарырға мәжбүр булдыҡ. Шул уҡ ваҡытта матбуғатта гел яҙышып та торҙом, Башҡорт ҡоролтайы эшендә лә ҡатнаштым. Хәлдән килгәнсә тел мәнфәғәтен дә яҡлап йөрөлдө. Милләт, тел, дин мәсьәләләре һәм киң мәғлүмәт саралары комитетында эшләнем.

– Ҡатын-ҡыҙға барыбер ҙә шундай оло йөктө алып барыу еңел булмағандыр?

– Эйе. Ул ваҡытта беҙ, депутат ҡатын-ҡыҙҙар, бик аҙ инек. Ә ҡатын-ҡыҙға һәр ваҡыт талаптар юғары. Ул мәғлүмәтлерәк тә, ҡыйыуыраҡ та булырға, үҙ-үҙен яҡлай ҙа алырға, теләһә ниндәй юҡ-бар ғәйбәт һүҙҙәрҙе лә күтәрә алырға тейеш. Сөнки унда килеп сыҡҡан ҡатын-ҡыҙҙың береһе лә ваҡ иләктән үтмәй ҡалмай, шуның бөтәһенә сыҙарға кәрәк, уға һәр кемдең дә ҡыйыулығы, йөрәге етмәй. Әйткәндәй, беҙҙең эшлекле, аҡыллы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ күп ул, тик сәйәсәт юлын һирәктәр һайлай.

– Суверенитет тураһында һүҙ сыҡҡас, Белореттан ҡайһы бер төркөмдәр ҡаланы Силәбегә ҡушыуҙарын да һорап йөрөгәндәр ул саҡ?

– Шулай, бик ҡаты көрәш булды. Суверенитетты ҡабул иткән көндә, белореттар быға ҡаршы тип, депутат Г.П. Корольков сығып сығыш яһаны. Ә мин сығып, бының дөрөҫ түгел икәнен, Белорет районы халҡы үҙаллылыҡ яҡлы тип әйттем.  Мин ҡайтыуға “Белорецкий рабочий”ҙа, бына шулай сығыш яһаны тип, миңә ҡаршы мәҡәлә сығарып ҡуйған инеләр. Шундай әллә күпме аламалыҡтарҙы ла йырып сығырға тура килде, бөтәһен дә һөйләп бөтөрлөк түгел.

– Шул осорҙа милли хәрәкәт анау тиклем  йәнтәслим эшләмәһә, бөгөнгө рух әлегә тиклем һүлпәнерәк булыр ине ул.

– Эйе-е. Ул ваҡытта ысынлап бөтә йәмғиәттә шундай күтәрелеш булды бит. “Аҡ тирмә” лә, Ҡоролтай ҙа бик әүҙем эшләне, рухты күтәреп торҙолар, абруйҙары ла бар ине. Йәштәр хәрәкәте лә көслө булды. Депутатлыҡҡа мин махсус рәүештә, ниндәйҙер дәрәжә эҙләп килеп инмәнем. Үҙемә әллә ниндәй ҡыйынлыҡтар, ҡаршылыҡтар тыуҙырып, хаслыҡ ҡылыусыларға юлығып, республиканың дәрәжәһе өсөн тип килеп керҙем. Аҙаҡтан, эшләп йөрөгәндә лә нисек тә булһа телдең, милләтттең үҫешенә файҙа биргән ғәмәлдәр ҡылайым тип тырыштым. Әле лә миңә ҡайһы ваҡытта интернеттағы эшмәкәрлегең өсөн һиңә күпме түләйҙәр тип һорау бирәләр. Бер тин дә түләмәйҙәр, әммә минең пенсиям бар, Аллаға шөкөр!

– Депутат булмаһағыҙ, ижадығыҙ ҙа икенсе төрлөрәк булыр ине, моғайын? Дәүләт эшмәкәрлеге көстө күберәк алғандыр…

– Дәүләт эшмәкәрлеге, закон бит ул үҙенең ҡәтғи ҡыҫалары, сиктәрендә эшләүҙе талап итә, шул ижадҡа ла йоғонто яһаны, мин яҙышҡан ваҡытта ла үҙемә үҙем сиктәр ҡуйҙым.

– Ижадсы өсөн был һәләкәт бит…

– Эйе, инде хис менән генә түгел, логика менән дә эшләй башлайһың. Бәлки, тел дә ярлыланалыр… Әгәр ҙә мин тик яҙышыу, әҙәби ижад менән генә шөғөлләнһәм тел байлығым, бәлки, күпкә мулыраҡ булыр ине, шуны һиҙәм.

          Депутат сағымда уҡ, Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Хисамитдинова  вазифаһынан киткәс, “Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте”нең рәйесе итеп һайлап ҡуйғайнылар. Етәкселектән, йәмғиәттең сайтын эшләргә кәрәк тинеләр.  Кемдер интернет аша ғына сайт эшләргә өйрәтте. Мин ул өйрәтеүсенең кем булғанын һаман да белмәйем. Үҙем дә ғәжәп итәм, өйрәндем генә түгел, «Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте»нең сайтын эшләтеп ебәрә алдым. Сайт матур итеп эшләп алып киткәйне лә, тәүге президентыбыҙ етәкселектән киткәс, ситтән тороп ҡына сайт эшләткән кеше минән сервер өсөн аҡса таптыра башланы. Өс ай һайын 4 мең һорап тик тора бит. Пенсиямдан шул серверға байтаҡ ваҡыт түләп торҙом әле. Шул ваҡытта “Бәйләнештә” социаль селтәренең барлығын белеп ҡалдым. Унда бушлай имеш…

– Гүзәл апай, һеҙ бит әле “Бәйләнештә”гә килеп ингән тәүге башҡорт яҙыусыларының береһе лә…

– Ул социаль селтәрҙең бушлай икәнен белеп алғас, мин ул саҡта инде рәйеслектән китһәм дә, сайттағы материалдарым әрәм булмаһын тигән уйҙан, “Башҡорт ҡатын-ҡыҙы” тигән төркөм астым. Хәҙер ул ун беренсе йыл эшләп килә. Уның өсөн үҙем дә түләмәйем, миңә лә түләмәйҙәр. Реклама һалһам аҡса ла эшләр инем, тик мин төркөмдө табыш алыр өсөн түгел, ә башҡорт телле контингент күбәйһен тигән маҡсат менән асҡанмын. Шуға ла, иғландарҙы ла бушлай, нигеҙҙә, ауыл кешеләре үҙ продукцияһын йә ҡул эштәрен тәҡдим иткәндә, шулай уҡ фатир һатыу, алмаштырыу йә ҡуртымға биреү кеүек ябай халыҡ мәнфәғәтендәгеләрен генә ҡуям. Минең бөтә эшем хәҙер википедия менән шул социаль селтәрҙәргә ҡайтып ҡалды. Өйҙән сыҡмай интернет аша эшләп ултырыуыма 14 йыл.

– Осраҡлыҡтар осраҡлы түгел тиҙәрме әле? Барыбер ҙә яҙмышығыҙҙа күп нәмәне осраҡлыҡтар хәл иткән һымаҡ тойолмаймы?

– Шулай тойола. Һәр даирәгә лә ниндәйҙер көс ҡулымдан етәкләп алып барып индергән кеүек. Бына әлеге лә баяғы депутатлыҡ бит ғүмерҙә хыялланған, хатта уйлап та ҡараған эш түгел ине. Хатта ауыл советы депутаты ла булмаған кеше инем. Ә гәзиткә һуң, Ғарифуллин үҙе өгөтләп-өгөтләп килтерҙе бит. Унда барып эләгеүем сәйәсәткә инеп китеүгә бер нигеҙ булды. Сәйәсәткә килеп ингәс, Өфөгә сығып киттем. Ысынлап та, үҙенән-үҙе шулай бара. Шунан һуң, интернетты ла, ул миңә нимәгә кәрәк, тип башта өйрәнмәй йөрөнөм. Сайт асырға ҡушҡастары, тотондом да, үҙем барыбер халыҡ менән күҙмә-күҙ осрашырға кәрәк, бик күптәр сайтҡа инә лә белмәй, нимәгә инде ул тип уйланым әле. Ләлә апай Биишева ла, шул сайт тиһең дә тораһың, уны кем уҡый, тип миңә асыуланып та ала ине. Оло быуын, ысынлап та, ҡарамай ине ул сайттарҙы. Ә бит аҙаҡ шул интернетты белеүем арҡаһында төркөм асып ебәрҙем, мине күреп алып википедияға саҡыра башланылар.

– Википедияла бик ҙур эш алып бараһығыҙ…

– Википедияға инеп киткәс, ул минең бөтә ихтыяждарыма  ла яуап бирә икәнен аңланым. Мин унда тәржемә итәм (мин тәржемә итергә яратам), шулай уҡ унда үҙемдең һәләтемде, ҡеүәмде журналист булараҡ та файҙалана алам, иң мөһиме – ваҡытым заяға үтмәй, милләтемә файҙа килтерәм тигән ышаныс күңелде йылытып тора. Заяға йәшәмәйем!

– Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы, һеҙ Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булғас, уның аҡсаһына яңынан конкурс иғлан итеп аптыраттығыҙ бит әле?

– Юғары исемдәрем күп түгел, булғанын да – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре тигәнен пенсияға сығыр алдынан, ә Почет грамотаһын илле йәшемә бирҙеләр. Премияға килгәндә, бик ҡыҙыҡ килеп сыҡты. Мин бит уртансы ейәнсәремә исемде Һәҙиә тип ҡуштырғайным. Ул ваҡытта Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге премия алам тигән уй башта ла юҡ ине. Бер заман Әҙәбиәт музейы директоры Гөлдәр Моратова Һамар өлкәһенә йөрөп килергә тәҡдим итте. Өс көн буйы шунда Һәҙиәнең тыуған яғында йөрөп ҡайтҡас, “Һәҙиә” тигән поэмамды яҙҙым.

– Бөйөк яҙыусыбыҙҙың йорт нигеҙен дә һеҙ табышҡанһығыҙ тиҙәр?

– Барғас бер-нисә көн эҙләнек, тапманыҡ… Марат Акиров тигән бер кеше менән таныштыҡ, унда ауылдың йыһандан төшөрөлгән картаһы бар икән, шул картала Һәҙиә апайҙың тыуған йортоноң урыны билдәләнгән ине. Тик карталағы нөктәне ергә таманлап һалып буламы ни, әллә күпме кешенән ауылға барып күрһәтеүҙе һорап та ҡараныҡ, белеүсе булманы. Ҡайтыр көнгә һабантуй билдәләнгән ине. Үҙем менән дини китаптар, календарҙар алып барғайным, шуларҙы кешеләргә таратайым тип болон буйлап сығып киттем. Бер бабай осрап, нимә таратаһың, нимә эшләп йөрөйһөң, тип һораны. Бына, Һәҙиә апайҙың өйөнөң нигеҙен белгән кеше таба алмайбыҙ, тигәйнем, был кеше, һы, мин үҙем беләм, әйҙә, күрһәтәм тине лә ҡуйҙы. Осраҡлы, минең китап таратып йөрөүем арҡаһында ғына бабайҙы табып, ул көндө һабантуйҙың аҙағына ла хәтлем булмайынса, Хәсән ауылына киттек. Барҙыҡ, бабай әйтеүенсә, Һәҙиәләрҙең йорто мәсет торған ерҙән өсөнсө булған. Мәсет урынын ул ышаныслы ғына итеп күрһәтте. Нигеҙҙәрҙең урыны кесерткән генә, түбәләс булып саҡ-саҡ һиҙелеп тора. Шулар буйынса эҙләп табып, урынында доға уҡып, егеттәр ҡурай тартып, рухы иҫтәлегенә доғалар ҡылып ҡайтып киттек.

– Ҡайттығыҙ ҙа?

– Яҙыусының туғандарын, тыуған нигеҙен күрҙем, әрнешле яҙмышы күкрәккә инеп ояланы, шунан бөйөк шәхесебеҙ тураһында поэма тыуҙы. Уны Өфө сәнғәт институты студенттары сәхнәләштерҙе. Күпмелер ваҡыттан  Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булдым.

– Ә премия аҡсаһына конкурс үткәреү идеяһы нисек тыуҙы?

 – Берҙән, беҙҙең үҫмерҙәр өсөн балалар әҙәбиәте бик ҡойто, ғөмүмән, был замандың үҫмерҙәре өсөн ҡыҙыҡһындырырлыҡ китап юҡ тиерлек, шуға күптән эсем боша ине. Беҙ үҫкәндә Бикчәнтәйҙе, Зәйнәб апайҙың, Мостайҙың әҫәрҙәрен уҡып үҫтек. Шунан һуң “Тимур һәм уның командаһы” кеүек берәй башҡортса әҫәр тыумаҫмы, шуның нигеҙендә беҙҙең башҡорт балаларын туплап, ниндәйҙер идея менән яндырырлыҡ берәй герой тапмаҫтармы тип уйланып йөрөнөм. Беренсе маҡсатым шул булды. Икенсенән, премия өсөн уҙышыу дин тыйған ҡомарлы ғәмәлгә инмәйме икән тигән шигем дә булды. Аҡсаны ҡайҙа нисек һалырға тип, башта Яҙыусылар союзы аша ветерандарға таратып бирергә тип тә уйлағайным. Улай тарата башлаһаң, киреһенсә, кемгә эләккән-эләкмәгән һ.б һорауҙар тыуып низағ сығыуы бар, тинеләр. Шунан, үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәткә һалырға, тип конкурс иғлан иттем. Тик ул бәйгене бер генә үткәреп әллә ни ҡыйратып та булмайҙыр, уны даими ойошторһаң ине лә ул. Әммә эҙһеҙ ҙә үтмәгәндер тип уйлайым, ҡайһы әҫәрҙәрҙе Мөнир Сәхиулла улы “Шоңҡар”ҙа баш мөхәррир сағында йәштәр журналында баҫтырып сығарҙы.

– Юҡҡа әллә ни ҡыйратып булманы тиһегеҙ. Конкурс  һәйбәт һөҙөмтәгә иреште, унда бит 20-нән ашыу әҫәр килде. Гөлсирә апай Ғиззәтуллина повесын яңынан эшләп бирермен тине, ул беренсе урын алды бит?

– Эйе. Ул, саҡ ҡына дөрөҫөрәк йүнәлеш алмағанмын, тип әҫәрен үҙгәртергә уйланы. Фәрзәнә Аҡбулатова ла ныҡ ҡына эшләп алды. Уның әҫәре роман булып сыҡты.

 – Унан бигерәк, Бөрө ҡалаһында еңеүселәр өсөн ҙур байрам ойошторҙоғоҙ ҙаһа, “Һәҙиә” поэмаһы буйынса баяғы тамашаны ла күрһәттеләр шунда. Гүзәл апай, һеҙҙең “Ямантау”, “Мәр” тигән поэмаларығыҙҙы ла халыҡ ҡыҙыҡһынып ҡабул итте. Уларҙың береһе замандың киҫкен проблемаһын күтәргән трагедия булһа, икенсеһе милләт яҙмышына бәйле уйланыуҙар булараҡ хатта нисектер эпосҡа ла тартым итә.

– “Ямантау” – наркоман егет тураһында. Ул яҙылғанда беҙҙә был афәт  тураһында әҫәрҙәр юҡ ине әле. Ҡартымдың бер апаһының балалары булманы. Балалар йортонан сабый алап, бик яҡшы итеп ҡаранылар. Шул баланың 9-сы класта уҡ наркоманға әйләнгәненә тетрәнеп, поэмамды яҙҙым. Күпмелер ваҡыттан таныштарҙың балалары, улымдың бер һабаҡташы наркоманға әйләнеп,  һәләк була башланы. Әҫәр бер ни тиклем күрәҙәлек итеү һымаҡ та килеп сыҡты, геройым кеүек тормошта ла теге егет һәләк булды, әсәһе ҡайғыларҙан ауыр сиргә һабышып, оҙаҡ торманы. Ижадта ҡайһы саҡ үҙең дә һиҙмәҫтән бына шундай юш киләсәк нәмәләр яҙып ҡуяһыңдыр…

– Бер яҡтан диндә юрау тыйыла ла…

– Уны бит юрайым тип эшләмәйһең, үҙенән-үҙе фекер килә лә, яҙа башлайһың. Ысынлап та, күпме баштар китте шул наркотиктар арҡаһында, күршемдең өс балалы ҡыҙы ла наркоманкаға әйләнеп китеп барҙы. Тотош быуын иңенә төшкән фажиғә булды ул.

Хәләлем хаҡында бер китап яҙырға була

– Нисек уйлайһығыҙ, парламентта яҙыусылар булырға тейешме? Бына Татарстанда күптәр бит?

– Парламентта һәр һөнәр эйәһе булырға тейеш. Татарстан парламентында яҙыусылар булыуы уларға туған телдә йыйылыштар уҙғарырға  мөмкинлек бирә. Яҙыусылар бит – милли йәһәттән үҙҙәренә бурыс ҡуйып эшләй торған шәхестәр. Улар милли мәсьәләләрҙе төптәнерәк, нығыраҡ аңлап, белеп, йөрәктәренә яҡын алып эшләй. Ә башҡа һөнәр эйәләре өсөн, мәҫәлән, милли һәм дини мәсьәләләр әллә ни әһәмиәтле түгел кеүек. Әҙәбиәт әһелдәре шул йәһәттән бик кәрәк тип уйлайым, сөнки милли республика парламенттары милли мәсьәләне аңлай торған кешеләрҙең булыуына мохтаж. Ә яҙыусылар тап шул йәһәттән беренсе рәттә тора.

– Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы, һеҙ балаларығыҙ, ейәнсәрҙәрегеҙ менән матур итеп башҡортса һөйләшәһегеҙ. Бына әле Ғәзизә ейәнсәрегеҙ шылтыратҡанда ла һоҡланып тыңлап ултырҙыҡ.

– Шулай тиһәгеҙ ҙә, был минең өсөн еңел булмаған мәсьәлә.  Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡыҙым башҡортса көнкүреш кимәлендә генә белә. Сәләмәтлеге менән бәйле булды был. Дауаханаларҙа айҙар буйы ятырға тура килде,  ә унда русса мөхит өҫтөнлөк итә. Теле оҙаҡ асылмай торғас,  табиптар ҙа бутамағыҙ, бер телдә генә һөйләшегеҙ тип русса һөйләшергә кәңәш итте. Ҡыҙымдың туған телен иркен белмәүенең сәбәбен бит һәр кемгә лә аңлатып ултырып булмай. Әсәйем ауыр сирле ине,  балаларҙы ауылға ла ҡайтарыу мөмкинлеге булманы. Тормош булғас, төрлө хәлдәр була. Улыма, ейәнсәрҙәремә иһә башҡорт теле еңелерәк бирелде. Улым башҡортса уҡыманы, шуға туған телде әҙәби кимәлдә белмәһә лә, һөйләшә, аралаша, бөтә етди яҙмаларымды ла тәүҙә унан уҡытам, кәңәшләшәм. Әле бына ҡыҙының – кесе ейәнсәребеҙҙең дә теле башҡортса асылды. Балаларыма ваҡытында туған телдәрен әҙәби тел кимәлендә өйрәтә алмаһам да, нимәгә һөйөнәм – уларға милли рух һала алдым. Милли рух булғас,  улар олоғая килә ҡан тарта ахыры, мәҫәлән, балаларым гел башҡортса йырҙар тыңлай, сөнки ул ҡанға һалынған, аңға һеңгән, әсә һөтө менән бирелгән. Яҡындан  аралашҡан мөхитебеҙ ҙә – милләттәштәр.

– Һеҙ һәр ваҡыт һөйләгән саҡта иптәшегеҙҙе йылы һүҙ менән телгә алаһығыҙ, уның хаҡында ла һөйләп китһәгеҙ ине?

– Хәләлем Ғилман – Белоретта үҫкән урыҫ телле ҡатай башҡорто. Башта башҡортса көнкүреш кимәлендә генә белә ине. Уны башҡортса һөйләшергә, дөрөҫөн әйткәндә, мин өйрәттем.

– Әтеү тәүҙә, осрашҡан саҡта, русса һөйләштегеҙ инде?

– Аралаш һөйләштек. Беҙ уның менән педучилищела уҡыған сағымда таныштым. Бер “ритайым”ға барҙым да, таныш түгел егеттең миңә төбәлгән ҡарашын шәйләнем. Эргәмә килеп, вальсҡа саҡырғас, минең турала яҡшы белеүенә шаҡ ҡаттым. Баҡтиһәң, мин мәктәптә практика үткән уҡытыусы уның бер туған еңгәһе икән. Өйҙәренә  ҡушылған эштәрҙе алып барып бирә инем. Шунда күрешкәнбеҙ икән, мин иғтибар итмәгәнмен, ә ул күҙ һалған. Үҙе китап яҙырлыҡ бер шәхес инде ул минең ҡартым. Ҡайнымды биш балалы көйө һуғышҡа алып киткәндәр, хәләлем ҡайным һуғыштан ҡайтҡас тыуған беренсе бала. Йәнә ике ҡустыһы менән һеңлеһе донъяға килгән. Туғыҙынсыла уҡып йөрөгәнендә атаһы һуғыш яраларынан китеп тә барған. Ул ваҡытта Татлыла йәшәгәндәр, һабаҡҡа Белоретта йәшәгән саҡтарында урыҫ мәктәбенә төшкән булғас, ауылда түгел, Инйәрҙә уҡып йөрөгән. Атаһының вафатын хәбәр иткәстәре, мәктәп директоры Дунаев саҡырып алып, ул ауыр хәлдә, һиңә ҡайтырға кәрәк, тигән. Поезға йүгереп барған икән, өлгөрмәгән; шунан директор, теләгән саңғыңды һайлап ал да юлға сыҡ, тигәс, туғыҙҙа ғына  уҡыған бала Инйәрҙән Татлыға ҡыш көнө яңғыҙы саңғы менән ҡайтып киткән. Артабан мәктәптә уҡыуын дауам итә алмаған – Белоретҡа китеп техник училищела уҡый башлаған, шунда уҡ эшсе йәштәр мәктәбенә ингән. Бер туған Ғәзиз ағаһы, эшһеҙ булмаҫһың, электриклыҡҡа уҡы, тип кәңәш иткән. Армияға хәтлем бер аҙ электромонтер булған, армиянан һуң тағы заводта шул йүнәлештә эшләп йөрөгән, Магнитогорскиҙың Носов исемендәге  металлургия институтының киске факультетына ингән. Беҙ танышҡанда беренсе курсты тамамлап йөрөй ине. Алдынғы эшсене партияның район комитетына эшкә саҡырҙылар, артабан комсомолдың беренсе секретары итеп һайланылар. Район һам ҡала партия комитеттары ҡушылғас, ул райондың “Сельхозэнерго” ойошмаһына баш инженер булып урынлашты. Торараҡ “Башкирэнерго”ның Белореттағы бүлексәһенә китте.

          Мин депутат  итеп һайланып,  Өфөгә күсеп килдек. Эшен “Башэнерго”ла дауам итте. Ойошманың етәксеһе Абдуллин Ринат Барый улы бик һәйбәт, эшлекле кеше ине. Уртаҡ тел табып, икеһе лә тырышып эшләнеләр. Хәләлем ғорур кеше ул, бер йыйылыштағы кемдеңдер нахаҡ һүҙе арҡаһында пенсия сығыр алдынан ғына  эшенән китте лә барҙы. Ни саранан бисара, тигәндәй, үҙ эшен асты, үҙе экспедитор, үҙе йөк ташыусы, үҙе бухгалтер ҙа булды, шунан элекке эшенән бер нисә егет уға эшкә килде, сөнки уға ышаналар, ихтирам итә инеләр.Әле лә эшләп йөрөй улар. Шулайтып бер бәләкәй генә бүлмәне арендаға алып, эш башланылар. Бер аҙҙан уға ярҙамға ҡыҙым килде. Икәүләшеп тартып алып киттеләр ойошманы. Бөтә алған табыштарын офис алырға йыйҙылар. Мин дә бар һаҡлантымды уға бирҙем, кредит алып, барыһын ҡушып, офис алды. Аҙымлап ҡына, ҡайһы саҡ хатта бер аҙ сигенергә лә мәжбүр булып, тотороҡло коллектив булдырҙы, хәҙер унда утыҙлап кеше эшләй. Бөгөнгө иҡтисадҡа башҡорттоң инеп китеүе тураһында китап яҙырға  дәрте булған кешегә ул бына тигән прототип була ала. Хәләл юл менән эшләп мал тапҡан кеше. Беҙ юҡсыл саҡтарҙы ла үттек, шул мәлебеҙҙән тапҡан-таянғаныбыҙҙы һаҡсыл тотонабыҙ, әле лә ул шулай, үҙебеҙгә иң кәрәккә генә тотонабыҙ. Баҡса тотабыҙ, бәрәңге ултыртабыҙ. Балалар ҙа, ейән-ейәнсәрҙәр ҙә сәсешә. Ҡартымдың былтыр 75 йәше тулды, һаман эшләп йөрөй әле, Аллаға шөкөр! Предприятиеһына 16 йыл булды инде. Абруйы бар, хәҙер ойошманы күрше субьекттарҙа ла белә башланылар. Заказды конкурс аша алалар бит, әгәр ҙә бәхәсле хәлдәр килеп сыҡһа, тап уның ойошмаһына өҫтөнлөк бирәләр, сөнки намыҫлы итеп, ваҡытында эшләгәндәрен беләләр. Бар табыш – башҡарылған эштән, заказсы түләгәндән тыш бер ҡайҙан да инмәй. Улар ваҡытында түләмәгән саҡтар ҙа була, ә эшселәргә бер көн дә һуңлатмай түләргә кәрәк…  Үҙ-үҙен аҫраған сәнәғәт ойошмаһы бит, алыпһатарлыҡтағы кеүек хаҡ арттырыу иҫәбенә “сверхприбыль”  йәғни саманан тыш табыш юҡ унда…

– Нимә менән шөғөлләнеүҙәрен аныҡлабыраҡ китегеҙ әле?

– Улар электр иҫәпләгестәр менән эшләй. Ҡуялар, төҙәтәләр, тағы ла метрология хеҙмәте бар. Ейәнсәрем Ғәзизә лә Өфө дәүләт авиация университетын бөттө лә, хәҙер шунда эшләй. Башҡа эшкә китергә маташҡайны, беҙгә кил, өйрәнерһең, энергетикала бер ҡасан да эшһеҙ булмайһың ул, тип олатаһы саҡырып алды. Шулайтып хәҙер ғаилә шөғөлө  булып китте инде ул. Анау хәтлем һынауҙарҙы үткәндән һуң туҡтай күрмәһен инде. Ғилман ҡасандыр эшен ябай электриктан башлағас, уны алдай алмайҙар, ул эшенең бөтә фазаларын да белә.

          Кешенең хеҙмәтенә ғәҙел түләүҙе изге бурысы итеп һанай, эшсене рәнйетеүҙән һаҡлана.

          Тәжрибәле таныш метролог менән ойошмала яңы йүнәлеш асырға булып киттеләр, әммә ярты йыл документтарын раҫламай көттөрҙөлөр. Шунда ла өмөтһөҙләнмәне, эш хаҡын да түләп торҙо, сөнки яңы йүнәлештең киләсәге бар икәненә ышанысы бар ине.

          Өй һалғанда әсәйемдең апаһы йәшәгән ҡаланан үзбәктәр килеп төштө, таныштар сифатлы эшләр, тип ышанып, уларҙы ялланыҡ. Ә үзбәктәр эшләй белмәһәләр ҙә, бер ваҡытта ла ҡулыбыҙҙан килмәй, тимәй. Эштәре бер ҙә күңелгә ятмай бит.  Шунан Өфө дәүләт нефть-техник университетында уҡып йөрөгән улыбыҙ йәй көнө төҙөлөштә эшләп, нескәлектәрен өйрәнеп алды ла, үҙе “прораб” булып китте. Бер таныштар ҙа үзбәктәрҙе яллап өй һалдырта ине, беҙҙең аҡса уларҙа бишләтә ҡыйбат, беҙ шулай ғына түләйбеҙ, тип, беҙҙекенән күпкә әҙ сумма түләгәнен һөйләне.  Ҡайтып, ҡартыма әйткәйнем, Ғилманым: “Һин миңә башҡаларҙы һөйләмә, улар теләһә ни ҡыланһын, минең намыҫым ҡушмай эшләгән кешене шулай рәнйетергә ярамай”, тип кенә ҡуйҙы. Үҙебеҙҙең белгестәргә түләгән кеүек итеп түләне. Бына шундай кешелекле кеше ул!

          2013 йылда бала сағым шишмәһен тергеҙәйек тигәс, ҡартым бер һүҙһеҙ риза булды, теләгемде үтәне, рәхмәт яуғыры. Өфөнән оҫталар ҙа алып барҙы, матур тимер ҡойма менән кәртәләтеп ҡуйҙы.  Хәҙер мөмкинсә балалар, ейән-ейәнсәрҙәр менән ҡайтып уны тәрбиәләп торабыҙ.

– Ә һеҙҙең ижадты нисек ҡабул итә?

– Урыҫ телле башҡорт бит.  Аңлауға аңлай, тик төбөнә төшөп түгел. Русса белем алған, бөтә бәләһе шунда. Шулай ҙа һәр ваҡыт мине, ижадымды ҡеүәтләп тора.

– Барыбер ҙә ижадыңды аңламаған кеше менән ҡыйын түгелме?

– Ҡайһы ваҡытта шиғыр яҙам да, уға уҡыйым, аңламағанын күреп, ҡул һелтәп тә ҡуйғылайым, тик асыуланмайым. Ни хәл итәһең инде. Ул башҡорт телендәге әҙәби китаптарҙы ла әҙ уҡыған, технарь бит, шулай ҙа Яныбай Хамматовтың романдарын тырышып-тырышып башҡортса уҡып сыҡты һәм, әйткәндәй, бик оҡшатты. Хамматовтың әҫәрҙәре теленең ябайлығы менән килеште уға.

Әсәйем әҙәбисә һөйләргә өйрәнә алманы

– Гүзәл апай хәҙер төньяҡ-көнбайыш башҡорттары тигән төшөнсә модаға инеп китте, әсәйегеҙ тап шул яҡтан булған, һеҙҙең был тәңгәлдә фекерегеҙ нисек?

– Әсәйем үҙен бер ваҡытта ла татар тип әйтмәне. Туғандары менән дә татарса һөйләшмәне. Шулай ҙа башҡорт телен бик яҡшы үҙләштермәгән сағында, әле мин бала саҡта, ул татарсараҡ, дөрөҫөрәге тыуған яғының һөйләшендә аралашҡан да булғандыр. Шуға күрә мин ике телде лә тиң күрәм. Икеһендә лә һөйләшә алам. Унан әсәйем гел  татар телендә матбуғатты, мәҫәлән, “Ҡазан утлары”н, “Азат хатын”ды алдырып торҙо, батарейка менән генә эшләгән радиобыҙ аша Ҡазанды ла тыңлай инек. Беҙ татарса бик күп китаптар уҡыныҡ, әммә атайым бер ваҡытта ла беҙгә татарса һөйләшергә рөхсәт итмәне. Атай ныҡ башҡорт рухлы кеше булды.

– Төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының теле шулай булғас, атайығыҙ рөхсәт итһә лә булыр ине, хәйер ул  ҡайҙан белһен инде, ул осорҙа бит с, з менән һөйләшкән һәр кемгә татар тигән дә ҡуйғандар шул...

– Юҡ, атайым телсе-уҡытыусы булды, хатта бер нисә тел белә ине. Әсәйемдәрҙең һөйләше башҡорт теле икәнен дә белә ине. Әммә әсәйемдәр диалектын, совет йылдарында татарса уҡытып, китапса татар теленә әйләндереп бөттөләр шул. Ә телдең тәбиғи түгел, яһалма булдырылғанлығы тап шул һөйләштең китапса ғына ҡалған, диалект юғалған булыуынан күренә.

– Унда әле һеҙҙең туғандар бармы?

– Бар, улар мин бар саҡта үҙен татар тип әйтмәй. Мин юҡта бәлки әйтәләрҙер, әммә перепистә башҡорт булып яҙылалар. Миңеште менән бер тамырҙандар, аҫаба башҡорттар. Ҡайынлыҡ тигән бер ауылдан сыҡҡандар, береһе Йәрмиә , икенсеһе Миңеште булып ултырған. Йомошсолар (служилые) сословиеһына ҡарағандар, уның яҡшы яғы шунда, уларҙың һәр аҙымы документтар менән раҫлап барылған. Шуға күрә, күсеп ултырған ваҡыттарының да документтары бар. Бер йыл һыу баҫҡас,  улар ҡалҡыуыраҡтан торған ер һораған. Шул тиклем ҡалҡыуға ултыртҡандар, хатта эсер шишмәләре лә әллә ҡайҙа, йыраҡта ине.  Урамдарындағы ҡоҙоҡтарҙы күреп, бала саҡта аптырағаным, эскән һыуҙарының тәмен яратмағаным хәтерҙә. Соҡор аша ғына мари ауылы ине. Береһен Мари Йәрмиәһе, береһен Татар Йәрмиәһе тигәндәр. Татар һүҙе бында уларҙың диненә ҡарата ҡулланылған.

– Гүзәл апай, ә дингә килеүегеҙ нисегерәк булды?

– Атеизм осоронда йәшәнек, бәләкәй саҡта өләсәйемдең – атайымдың әсәһенең ураҙаларына тура килгәнем булды. “Ҡөръән” юҡ саҡ, йыртылып бөткән киҫәгенән, яҙа белмәһәм дә, һүрәт һымаҡ итеп өләсәйемә аят күсереп биргәнем хәтеремдә. Педучилещела уҡыған заманда, атеизм тәьҫиренә бирелеп, дингә ҡарата шиктәр ҙә булып алды миндә.

– Атеист булыу ҙа нормаль процесмы ул? Дингә килеү өсөн барыбер аңыңдағыларҙы бизмәнгә һалаһың бит инде, теге яғын, был яғын үлсәйһең?

– Беҙҙең осор кешеләре өсөн ул нормаль күренеш булды. Шул уҡ ваҡытта Аллаға ышанмайым тигәндәр ҙә, ололарға ҡарап исем ҡушыу, ерләү кеүек дини йолаларҙы тотто. “Урал” гәзитен башҡортса ғына сығара башлағас, беҙ   унда аяттар бирә башланыҡ. Гәзиттә үҙем аңламаған нәмәне баҫтыра алмайым бит инде, яйлап өйрәнә башланым.

– Ғәрәп графикаһынмы?

– Графиканы ғына түгел, исламды. Белоретҡа  Нурмөхәмәт хәҙрәт килгәс, унан интервью алырға барҙым. Ә беҙҙең редакцияға ул мәлдә элекке собкор, берауыҡ  райкомда эшләгән ике ағай хәбәрсе итеп алынғайны, Нурмөхәмәт хәҙрәт менән интервьюм донъя күргәс, ай-һай, ҡыҙыҡай, бер-бер хәл сығармаһаң ярар ине, тип шомланып та ҡуйғайнылар. Шунан  дини китаптар китаптар күренә башланы, уларҙан гәзиттә бирер өсөн материал тупланым.  Кешелә ул саҡта дингә ҡыҙыҡһыныу, милли рух уянған шикелле, ҡапыл уянды, төпкөлдә, йөрәктә йәшеренеп ятҡан ҡиммәттәр бөтәһе бер юлы ҡалҡып сыҡты. Бының сәбәбен шунда күрәм – беҙҙең халыҡ мәсеткә йөрөмәһә лә, ураҙаларҙа йыйылып ауыҙ асыу үткәрҙе, мәрхүмдәрҙе йыназалап ҡуйҙылар, дини йолаларҙы тоттолар, ҡайһы кешеләр бик күрһәтмәй генә намаҙын да уҡыны. Бының өсөн ғибәҙәтханаға йөрөргә кәрәкмәй бит. Ҡәйнәм дә бик динле ине. Уның да йоғонтоһо көслө булды, ул Татлының бик күренекле Әхмәт тигән муллаһының ейәнсәре ине. Әхмәт мулла тураһында хатта йыр ҙа булған, уны Фәрит Әхмәтов ағай (улар минең ирем менән өс туған булып сыға) китабына ла индергән: “Әхмәт мулла кеүек һүҙ һөйләргә  Әхмәт мулла кеүек тел ҡайҙа?” тип йырлана унда. Унан мираҫ булып ҡалған иманды мин әле үҙемдең ҡартымда күрәм, мулла бүләһе бит ул!

          Өфөгә килгәс, миңә дин мәсьәләләрен, дини ойошмалар менән эшләүҙе йөкмәттеләр. Шул ваҡытта выждан ирке тураһында үҙебеҙҙең законды ла эшләнек, хәҙер инде ул федераль законға ярашлы булып ҡалды. Дини ойошмалар менән эшләгәс, бөтәһенең дә йөкмәткеһен яҡынса белергә тейешмен бит инде, төп диндәрҙең, хатта секталарҙың да китаптары менән таныша башланым. Бер заман ҡулыма Ризаитдин Фәхретдиновтың Ҡөръән тәфсирҙәре китабы килеп эләкте. “Жәүәмиғүл кәлим шәрхе” тигән был китап аңымды 180 градусҡа бороп ҡуйҙы, ундағы нигеҙле, аҡыллы мәғлүмәттәргә таң ҡалдым. Нурмөхәмәт хәҙрәт менән дә аралашып торҙоҡ, ул да бик ғилемле лә, зирәк тә ине, үҙе ябай булды. Шул осорҙа зыялы-зыялы егеттәребеҙ исламдың төрлө  йүнәлештәренә бирелеп китте, бәләгә тарып та ҡуйғыланылар. Нурмөхәмәт хәҙрәт шунда әйтте: Гүзәл ҡәрҙәш, ҡырҡындыға иғтибар иткәнең бармы, ниндәй ағас булһа ла, бөтәһе лә бер тигеҙ генә булып ҡалҡыналар. Әгәр  инде берәүһе айырылып ҡалҡына башлаһа, уны йә йәшен ата, йә дауыл йыға, йә ҡырҡып алып китәләр, сөнки ул күренеп тора, тине. Ул бына шундай хикмәт менән һөйләү оҫтаһы ине. Ныҡ иҫтә ҡалды был миҫал. Уртаса ғына, тигеҙ генә барырға кәрәк, тине.

– Дин  юлында ла ҡаршылыҡһыҙ булмай икән. Дин мәсьәләләре менән парламент кимәлендә шөғөлләнгән кеше була тороп, матбуғатта ошо йәһәттән Һеҙгә тел тейҙереүсе лә булды түгелме?.

– Туранан-тура шул эш менән шөғөлләнһәм дә, беҙҙә шулай төрлө йүнәлештәр көсәйеп үк киткән тип уйламағайным. Бөтөнләй үҙебеҙҙекеләргә ҡағылышһыҙ, хөрәфәттәр тураһында мәҡәлә яҙҙым да, шунан урта быуаттағы шиғырҙан өҙөк килтерҙем, үҙ фекеремде лә түгел, шиғырҙар өҙөк! Шуның өсөн мине яңылыш бер ағымға эйәргән тип иҫбат итергә маташтылар. Диндә, асылда, урталыҡтан тайпылыу бик хәүефле нәмә. Исламдың матур әҙәбе, изгелеккә өндәүе тураһында түгел, ә шул, имеш, “дөрөҫөрәк” йүнәлештәрҙең бер-береһен яманлап әйтешеүенә ҡайта ла ҡала интернеттағы бәхәстәр.

– Был осраҡ, киреһенсә, иманығыҙҙы нығытҡандыр ҙа әле?

– Нығытты ғына. Мин урталыҡта ҡалам. Әлеге лә баяғы Ризаитдин Фәхретдин китабынан миҫал килтерер инем. Бер шәйехтән, мосолман нимәләрҙе белергә, эшләргә тейеш, тип һорағандар икән, ул: “Ябай мосолманға фарыз нәмәләрҙе эшләһә – шул еткән, артығына инмәгеҙ”,  –тигән икән. Беҙҙекеләр бына шуның артығына инәләр ҙә, тотоналар сайттарҙа үҙен белемле һанап, юҡ-бар мәсьәлә буйынса бер-береһе менән талашырға. Ә мосолман ниндәй булырға бурыслы, нисек күркәм рәүешле йәшәргә тейеш – уны өйрәтеү юҡ. Фәхретдин дә әйткән ул, беҙҙең мәҙрәсәләрҙә өйрәткән нәмәнең йөҙ китабының уны мәнфәғәтле булһа, унда ла шөкөр, тигән.

Хаж юлында ике хикмәт күрә

Йәш ғаиләгә нәсихәтттәр һәм хажға ҡағылышлы мәсьәләләрҙе яҡтыртҡан китаптарығыҙ ҙа бар, уларҙы нисек тотоноп китеп эшләнегеҙ?

– Уларҙы мин хаждан ҡайтҡас яҙҙым.

– Хаж һеҙҙе үҙгәрттеме?

– Хажға мин  2005 йылда, ныҡлы инаныс менән барҙым. Тәүге барғанда яңғыҙ, 2017 йылда ирем менән бергә йөрөп ҡайттыҡ. Хажда мин ике хикмәткә осраным. Унда ирҙәр тегелмәгән аяҡ кейеме кейергә тейеш, йәғни “сәпелдәк” (шлепанцы) кейә. Ә улар тиҙ туҙа, төшөп тә ҡала. Күптәр яланаяҡ та йөрөй, шунан аяҡтары ярыла, яралана. Ғибәҙәттә сәждәгә киткәнемдә аяғы яралы ир намаҙлығыма баҫып үтеп китте. Эй, ерәндем, хажиҙар йөрөтә торған муҡсайым бар ине, Раббым,  берәй насар ауырыу булһа, үҙең мине арала, тип намаҙлыҡты төрөп шунда тыҡтым да, ҡайтырға булдым. 4 ҡатын бер бүлмәлә йәшәй инек, йыйылышып мәсеттең тышына сыҡтыҡ. Аяҡ кейемен мәсеттең тышында ҡалдыраһың (аяҡ кейемен аҙаҡтан муҡсайға һалып йөрөргә өйрәнеп алдым), шуны саҡ табып алып, әйберемде ҡараһам, намаҙлығым юҡ. Ҡасан төшөп ҡалғандыр, минең менән булған ҡатындар ҙа күрмәгән, хикмәт! Шунан һөйөнә-һөйөнә барып яңы намаҙлыҡ алдым. Икенсеһе: бер көн күктән  диңгеҙ түңкәрелгән кеүек ямғыр башланды. Унда яуһа шулай яуа икән. Машиналар йөҙөп йөрөй, ағып китеп вафат булыусылар булған хатта. Ә минең аяғым шул көндә баҫа алмаҫлыҡ булып һыҙлап уяндым. Ташлы ерҙә йоҡлап йөрөнөк бит, һыуыҡ та үткәндер. Күптәр йәйәү ҡайтып китте, ә беҙ йәйәү бара алмаған төркөм менән автобустабыҙ. Уныһы бер метр алға бара ла, ярты метр артҡа китә, машиналар бер-береһенә бәрелешеп бөткән, юлда тығындар. 20 минутта барып етә торған юлды ун сәғәт ҡайттыҡ. Автобуста багажниктар барыһы ла өҫтә. Юлдашым Тәпкилә әбейҙең Мөсәлиә тигән ҡыҙы ла йәйәү ҡайтып киткәйне. Ҡыҙы һатып алған әйберҙәрҙе әбей өҫкә һалды, үҙенең кейеме лә шунда. Шайтандарға таш атҡан ерҙән, Мөздәлифәнән, Мәккәгә төн уртаһында саҡ килеп еттек. Мөсәлиә ҡаршы сығып әсәһенең ике ҙур багажын индерҙе. Сумкаларынан һарҡып һыу ағып тора, бөтә нәмәһе, хатта моҡсай эсендәгеләре лә лыҡма һыу. Шуларҙың араһында әсәһенең Ҡәғбәтулла эргәһендә кейә торған ихрам күлдәге көпһөҙ-ниһеҙ ята, уныһына бер тамсы һыу тейһәсе, ҡоп-ҡоро. Шаҡ ҡаттым! Ә беҙгә ҡайтыу менән йәнә Ҡәғбәтуллаға барыр кәрәк ине, шайтандарға таш атҡас, тулыһынса хажи булып иҫәпләнер өсөн тауаф үтергә тейешһең. Күлдәге һыу булһа, ҡалайтып барыр ине әбей. Әбейгә ихрамын кейҙереп, киттек тауаф үтергә. Шуғаса, бәлки, инанысым зәғиферәк тә булғандыр, миңә Аллаһтың бөйөклөгөн күрһәтергә бирелгәндер был хикмәт, тип уйлап ҡуйҙым. Бүлмәләшем Нура тигән апай менән тауафта бер рәттән үттек, Ҡәғбәтулланың (уны Харам мәсет тип тә атайҙар) ишегенә булмаһа, диуарына булһа ла тотоноп үткебеҙ килә. Ишегенә ҡағылһаң, имеш, бар теләктәр ҡабул була тигән инаныс бар. Хажиҙарҙың Харам мәсет тирәләй тауаф ҡылғанын видеола  күрергә тура килһә, гәрсә тыйылһа ла, ҡайһы берәүҙәрҙең хатта диуарға үрмәләп менеп, ишек яғына ыңғайлағанын да абайларға мөмкин. Беҙҙе, ул яҡҡа үтергә тырышмағыҙ, аяҡ аҫтында ҡалыуығыҙ бар, тип ҡәтғи  киҫәткәйнеләр. Шуға күрә тыныс ҡына үтеп барғаныбыҙҙа ҡапыл алдыбыҙҙа диуар яғына бушлыҡ барлыҡҡа килә башланы. Ишек яғына уҡ үтә алманыҡ, шулай ҙа уға яҡыныраҡ ергә баҫып, ҡулыбыҙҙы терәп, теләк теләй алдыҡ. Мең шөкөрҙәр, Ҡәғбәтулланың диуарына ҡағылып ала алдым.

– Һеҙ бәхетле кеше…

– Әлхәмдүлиллаһ, эйе. Гәзиттә эшләгән сағымда ҡот осҡос аварияға тарып “үлгән” инем. Әйткәндәй, был аварияны мин алдан төшөмдә күреп ҡыҙҙарға һөйләгән дә, үҙем онотҡанмын. Ә ҡаза була торған көндө, бер ҡайҙа йыйынмаһам да, иртән шуны һиҙемләп килеп торҙом. Уйламағанда райондың автоклубы менән колхоздарға  сығып киттек.  Ҡайтышлай, киске биштәр самаһында, автобусыбыҙ алдыбыҙҙа ҡапыл ҡағиҙә боҙған “Беларусь” тракторына барып бәрелде. Август айы, бар ир-ат баҫыуҙа. Ауыл уртаһында ауған автобус аҫтынан уның аҫтында ҡалғандарҙы сығарыр кеше таба алмай бер булғандар.  Иртәнсәк кенә иҫемә килдем. Реанимацияла ятҡанда һыҙланыуға сыҙай алмай,  мине уратып баҫҡан табиптарҙан, ҡайтармағыҙ, тип инәләм. Дөрөҫөн әйткәндә, мин уларҙы аҫта итеп күрҙем.  Улар араһында хирург ҡоҙам да бар ине. Аҙаҡ, мин бит һеҙҙән, ҡайтармағыҙ, тип һораным, тиһәм, юҡ, һин ыңғырашып ҡына яттың, бер нәмә лә әйтмәнең, тип аптыратты. Үҙеңә шулай тойола икән. Вязов фамилиялы мордва милләтле травматолог алып ҡалған мине яҡты донъяла, йәне йәннәттә булһын. Балаларҙың атаһын минең янға индергәндәр. Шәфҡәт туташы һыуытҡыстан дарыулы шешә алған  да система ҡуя башлаған, шул ваҡытта Вязов килеп инеп, хәҙер һыуыҡ килеш ебәреп үлтерәһең бит, тип хатта ҡысҡырып ебәрҙе, ти. Бына йәнә бер осраҡлылылыҡ. Ике ай яттым дауаханала. Балаларыма яныма инергә рөхсәт иткәстәр, уларҙы күреп тетрәндем – шул арала үҙҙәренә йәтим төҫө кергәйне. Шундай ҡазаларҙан да ҡалғас, мең шөкөр, Аллаһ Тәғәләнең шәфҡәт-шәфәғәте сикһеҙ. Балаларымды үҙем аяҡҡа баҫтырырлыҡ ҡына булһа ла ғүмер бир, тип ялбарып ятҡайным, шөкөр, етмешкә лә еттем, ике ейәнсәремдең туйҙарын үткәрергә лә насип булды.

“Мин ижадты ҡалыпҡа һуҡтырыуға ҡаршы!”

 – Һеҙҙең “Башҡорт ҡатын-ҡыҙы” төркөмө ҙур көскә эйә,  йәмғиәттәге үҙе бер матур күренеш булып китте ул. Башлағанда, бәлки улайтып уйламағанһығыҙҙыр ҙа?

– Тик башҡортса контингент булһын, кешеләр башҡортса яҙышырға ылыҡһын тигән маҡсат менән башланым. Миңә хатта ҡайһы бер журналистарҙың да, апай, һеҙҙән күреп интернетта башҡортса яҙырға була икән тип, яҙып алып киттек тигәндәре булды. “Бәйләнештә” лә бит башта башҡорттар ҙа тик русса яҙышалар йә русса берәй цитата ғына ҡуялар ине. Әммә төркөмөмдә ҡулланыусылар һаны сағыштырмаса әҙ тиһәң дә була, ҡырҡ мең самаһы, ялған сәхифәләрҙе үҙем бикләй барам. Ул йәһәттән минән саҡ ҡына һуңыраҡ ойошторолоп, уҙып киткән төркөмдәр ҙә бар. Мин һан артынан ҡыумайым. Әлбиттә, хатта  оятһыҙ нәмәләр яҙып, йыйын юҡ-бар менән кешене әүрәткән төркөмдәр еңел ҙурая. Шундай бер төркөмдә хәшәрәт яҙма күреп, шул тиклем ерәнгәйнем хатта. Бәлки, хәҙер улай ҙа яҙмайҙарҙыр, күптән ҡарағаным юҡ, ә ул саҡта төркөмдө тотҡан егеткә, ни эшләп шулайға юл ҡуяһың, тип яҙҙым. Апай, белһәгеҙ, мин уларҙы күпме банить итеп торам, тигән булды. Ахырҙа, эй-й, һүгенһәләр ҙә, исмаһам башҡортса яҙышалар бит, тип ҡул һелтәп ҡуйған булдым инде. Ә минең төркөмөмдә милли интелигенция тупланған.

Хәҙер төркөмдәштәрегеҙҙең алдынғыраҡтарын танып та беләһегеҙҙер инде. Гел яҙышып тороусылар бар бит, һеҙҙең команда тип тә әйтергә була.

– Команда бар, эйе, башлағандан бирле яҙышып килгәндәр бар, юғалып тороп  кире килеп сығалар, яңынан яҙышып алып китәләр ҡайһы берҙәре.

– Гүзәл апай, әҙәбиәт яңылыҡтарын ҡарап бараһығыҙмы?

– Ҡарайым, күңел ҡылын эләктереп алып алған әҫәрҙәрҙе тәмләп уҡыйым. Күпселегендә күҙ йүгертеп сығам, тулыһынса уҡып тормайым.

– Башҡорт әҙәбиәтендә бөгөн шул күҙгә эләгерҙәй материалдар бармы?

– Бар, һис шикһеҙ. Бына ҡапылғара ғына телгә килгәндәрҙән – прозала Мөнир Ҡунафинды уҡыйым, Гөлнур Яҡупованың тел байлығына һоҡланам, Фирүзә Абдуллинаның шиғриәтен яратам. Ә һинең:

Усаҡ янғансы,

Тамсы тамғансы

Нисек йәшәп өлгөрөргә

Танһыҡ ҡанғансы?!” – тигән ҡыҫҡа ғына строфаң  тотош поэмаға торошло түгелме ни! Әҙәбиәтебеҙҙә, шөкөр, бар ул уңышлы ижадсылар, шуға артабан һанап китһәм, кемделер төшөрөп ҡалдырырмын да, хәтерҙәрен ҡалдырырмын.

          Ситдиҡова шағирә түгел, ул – депутат, тигәндәрен дә ишеткән бар. Бәхәсләшмәйем, шағирә булырға тырышып яҙмайым:
Үҙемдеке түгел минең,
Илемдеке үҙәктә,
Шиғыр яҙыр өсөн түгел,
Уйлағанса һүҙ әйтәм.


          Ә шиғриәт – мөхәббәт лирикаһы ғына түгел ул, башҡорт шиғриәтенең тамырҙары тәрән, уның жанрҙары күп. Ни өсөн Фирүзә Абдуллина ижадын яраталар? Сөнки яҙғандары – халыҡсанлыҡ өлгөһө, бик боронғо хикмәт жанрында яҙа ул күберәк. Шуға күрә  лә сығарған китаптары ҡоймаҡ шикелле таралып ҡына тора. Сөнки ул тормошта булғанды, һәр кем кисергәнде ябай ғына итеп теҙә лә, аҙағында сәпкә генә тейҙереп, фәлсәфәүи йөкмәткеле кинәйә менән тамамлап ҡуя. Ижадта бөтәһен бер ҡыҫаға һалырға тейеш тә түгелбеҙ. Поэзиябыҙ тамырында төрки, ислам шәреғе шиғриәте ята, ниңә беҙ япондан, ҡытайҙан йәки хатта үҙ илебеҙҙәге башҡаларҙан эҙләргә тейеш?! Һәм ни өсөн беҙ шиғриәттең бер жанрына ғына өҫтөнлөк бирергә тейеш?

          Әлбиттә, тәмлекәс өҫтөндәге еләк кеүек “юғары шиғриәт” тип һаналғаны ла булһын, әммә һәр көн тәмле-татлы ғына ашап ултырып булмай бит. Әсеһе лә, тоҙлоһо ла, ҡырҡыуы ла кәрәк. Мин үҙем дә, ах, нисек нәзәкәтле итеп әйткән, тип һоҡланыуҙан бигерәк, ах, ниндәй фәлсәфә һалынған тип уҡыған шиғырҙарҙы үҙерәк күрәм. Үҙем дә ижадта ярайһы йыш  “ҡош теле”, йәғни, эзоп теле ҡулланам. Мәҫәлән, “Ҡырҡынды”  тигән шиғырым халҡыбыҙҙың баш күтәреүҙәрҙә ҡырылыуы тураһында: юҡҡа сыҡҡан урманда бер төпһә өҫтөндә йылан ғына ҡыҙынып ята ла, сиңерткәләр генә серкелдәй. Тик тере әле тамырҙар. Шиғырымды тәбиғәтте һаҡлау тураһында тип ҡабул итә лә ҡуялар.

– Интернетҡа һалынған әҫәрҙәрҙе лә ҡарап бараһығыҙы?

– Ҡарайым. Аңғарыуымса, ҡыҫҡа әйберҙәр күберәк уҡыла, хәҙер оҙондо хатта ул ҡыҙыҡ булһа ла, кеше бик уҡып бармай. Хатта китап итеп сығарғанда ла быны күҙ уңында тоторға кәрәктер. Оҙон әҫәрҙәр оло быуын өсөн, йәштәр өсөн башлыса ҡыҫҡа яҙырға кәрәк, хәҙерге тормош – космик тиҙлек осоро. Етмәһә, хәҙерге эшмәкәр йәштәрҙең күбеһе – прагматик, улар файҙа бирерҙәй мәғлүмәт эҙләй, ә нәфис әҙәбиәт тәү сиратта – хиссиәт.

– Афоризм йә бер-нисә абзацмы?

– Чехов хикәйәләре кеүек. Мин, әйткәндәй, Чеховты яратам, иң яратҡан яҙыусым.

Гүзәл апай, һуңғы яратып уҡығанығыҙ ниндәй китап булды?

– Мин хәҙер википедияға яҙышыуға һалыштым да, нәфис китаптарҙан бикәр фәнни, тарихи китаптарҙы уҡыйым. Ә википедияла, социаль селтәрҙәрҙә яҙғандарымды китап итеп сығарһам, бер нисә том булыр ине. Иң һуңғы оҡшатып уҡыған китабым – Спартак Ильясовтың “Биғылый”ы. Элек уҡый башлағайным ул уны, әммә төбөнә төшмәгәйнем. Әле яңынан, иғтибарлап уҡып сыҡтым. Ысынбарлыҡтың ни тиклем ҡатмарлы булыуын, һынауҙарҙан тороуын асыҡ сағылдырған әҫәр ул.  Уйлап сығарылмаған, үҙ күҙе менән барып күреп, үҙ ҡолағы менән ишеткәнде әҙәби әҫәр кимәленә күтәреп, һуғыштың мең төрлө йөҙөнән береһен асҡан баҫма, хатта фильм итеп сығарырлыҡ сюжет бар тип һанайым. “Ағиҙел”дә сыҡҡан әҫәрҙәрҙе яратып уҡып барам, журналдың яңы һаны килеүен көтөп йөрөйөм. Коллектив эҙләнә, яңы исемдәр аса, интернетта сайт булдырыу, социаль селтәрҙәрҙе файҙаланыу  әҙәби зауыҡ тәрбиәләүгә, милли әҙәбиәтте танытыуға хеҙмәт итә, был йәһәттән эшегеҙҙе хуплайым.

Тормош майҙанының күп төрлө хеҙмәт туғайҙарына үҙ гөлдәрен ултыртып, уларҙы сәскә аттырыуға өлгәшкән, шул уҡ ваҡытта ҡайһы тарафҡа өлгөрәйем тип бер ҙә сарбауланмай, тымыҡ күлдәй күңел түңәрәклеген һаҡлап йәшәй белгән ғәжәйеп матур шәхес ул Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы Ситдиҡова. Һәр ғәмәлен халҡым мәнфәғәте өсөн тип башҡарған яҙыусы бөгөнгө көндәге иң  ҙур ҡаҙанышы, ҡыуанысы тип ваҡытын заяға үткәрмәй йәшәй, эшләй алыуын атаны. Ғүмереңде заяға үткәрмәй йәшәү – ихтыярлылар, иманлылар өлөшө! Замандашыбыҙға булмышына тоғро ҡалып, хеҙмәтенән йәм табып оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын тип теләйбеҙ! Етмеш йәшең ҡотло булһын, Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы!

Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА                               әңгәмәләште.

Автор:Гульнара Хальфитдинова
Читайте нас: