Уларҙың быуынын бөгөн һуғыш осоро балалары тип йөрөтәләр. Ғүмере буйы балалар өсөн дә, ололар өсөн дә емешле ижад иткән билдәле әҙибәбеҙ аҡ сәскәле май айында үҙенең тыуған көнөн билдәләй. Ошо түңәрәк дата айҡанлы тыуған көнө Бөйөк еңеү менән бер айға тура килгән һөйкөмлө яҙыусы менән уның тормош һәм ижад юлы, йәшәү йәме хаҡында һөйләштек.
“Үгәй әсәйемдән ҡотолоп, үҙ юлымды тапһам ине,
тип теләй инем…”
Мөкәрәмә Садиҡованың атаһы Хафиз бабай һөйөклө тормош юлдашы Бибисара менән Йәрмәкәй районы үҙәге Йәрмәкәй ауылында ғүмер итә. Ҡатыны яман шеш менән оҙаҡ яфаланғандан һуң яҡты донъяларҙан китеп барғас йәнә ике тапҡыр өйләнә. Үгәй әсәйҙәрен дә йылы хәтирәләр менән иҫкә ала бөгөн яҙыусы. Тәүгеһенең, Бибизәкиәнең, ҡәберенә рәхмәт йөҙөнән мәрмәрҙән һәйкәл дә ҡуйҙырған. Икенсеһенән, йәш, ярһыу үгәй әсәйе Фәрҙиәнән байтаҡ ыҙа күрһә лә, бөгөн килеп уға лә рәхмәтле булып йәшәй.
– Әсәйем яман шештән операция яһатып, алты ай Бәләбәйҙә ятып ҡайтҡандан һуң һыңар күкрәге менән имеҙгән 8 балаһының 6-һын ер ҡуйынына һалып, ҡалған ике бөртөгөн дә үҙе үҫтерә алмай 1938 йылда вафат була. Атайым ул дауаханала саҡта бер ҙә эргәһенә бармаған, ҡатынын ен алыштырған тигән хәбәр килгән, шуға ышанған. Атайыма уҡыу эләкмәгән, наҙан ине. Ә әсәйем ғәрәпсә уҡый-яҙа белде, әммә ул латин яҙмаһына күсеүҙе үтә ауыр ҡабул итте, ендәрем менән ҡаршымын шул яңалиф тигәндәренә, тиер ине. Күршелә генә бер уҡытыусы кешеләрҙе яңалифкә өйрәтә ине. Ә мин күңелемдән, эх, әнейем инһә, мин дә эйәреп кереп уҡырға өйрәнер инем тип уйлай торғайным. Аҙаҡ атайыма Садиҡ тигәндең “С” хәрефе даға ише була, ҡуш бағана уртаһынан тоташтырылһа “А”, аҫтан тоташтырылһа “Д” тип өс кенә хәрефтән ҡултамға һалырға өйрәттем. Атайым уҡырға һәләтлегем өсөн бик һөйөнә торғайны. Уҡытыусыбыҙ Йыһангир ағай: “Мөкәрәмәнең атаһы урамдың теге яғынан үтеп барғанда ла ҡыҙының уҡыуын белешә, шулай ата-аналар ҡыҙыҡһынһа һәйбәт бит”, – тип маҡтай ине һәр саҡ. Тағы ла, уҡытыусы Хәйәт апай ҙа ни эшләптер тап мине класс алдына баҫтырып художестволы әҫәрҙәр уҡыта ине. Бына шулар мине нисектер күп уҡырға әйҙәне. Яҙғы көндәрҙә мәктәпкә сабата аҫтына күтәрмә бәйләп йөрөй торған инек, ул аяҡты бөгөшләтеп атлатмай, тура ғына баҫып шаҡ-шоҡ йөрөйһөң. Һыуҙар китеп, аяҡ аҫты кибеү менән ул күтәрмә алып ҡуйыла ла, рәхәтлеккә сығыла.
– Һәр интервьюғыҙҙа тиерлек Алтынтау тураһында телгә алғанһығыҙ?
– Ауылда иң яратҡан урыным – Алтынтауым. Уны һөйләмәй мөмкин түгел! (Мөкәрәмә апай фатирының диуарын биҙәгән картинаға күрһәтә) Әйҙә, баҫып ҡарайыҡ әле. Был – беҙҙең Алтынтау! Мин тыуыу менен ауыҙыма ҡалаҡ осо менән ҡаптырылған һыу тамсыһын биргән мул һыулы шишмә лә уның итәгенән аға. Хәҙер уны бик матур итеп кәртәләп алғандар, тиҙәр, күргәнем юҡ, ҡайтмағаныма 7 йыл. “Алтынтау” картинаһын районыбыҙ хакимиәте 80 йәшемә арнап заказ буйынса рәссам Рәмил Нагаевтан төшөрттө. Ошо тау юлынан ҡыш көнө бәләкәй сана тартып ҡыҙҙар менән урманға утынға китә инек. Ә өҫтәге юл егелгән ат, машиналар өсөн, төшкәндә шунан төшәбеҙ, сөнки был текә ерҙән ҡайтыу хәүефле, йөгөң ауып китеүе ихтимал. Ошо тау тормоштағы тәүге бейеклегем булды. Башҡа ерҙә ҡар иреп бөтмәҫ элек ҡыҙыл балсығы асылып, иң алдан саҡырып ятыр ине, ә ҡышҡыһын унда сана-саңғы шыуҙыҡ. Өйөбөҙ ошо тау ҡаршыһында ғына, Йәрмәкәй ул саҡта ла район үҙәге ине, элек Бәләбәй районына ҡараған. Яҙ етһә ялан аяҡ сығып йүгерәм, балсыҡ әле һалҡын, шунан аяҡҡа “себештәр” сыға, ярыла. Бер тапҡыр шулай атайымдың һеңлеһе Сәйҙә апайҙарға ҡунаҡҡа барғанымда тәпәйҙәремде солидолмы, йомортҡа менәнме һылап, әсеткәненә ҡысҡырғаныма: “Ә-ә, себештәрең серелдәй шул!” – тип апайымдың һамаҡлағанын иҫләйем. Алтынтау башында һин бөтә өйҙәрҙән өҫтәһең, алғы яҡтағы бер юл Приютҡа, береһе Бәләбәйгә илтә, өсөнсөһө Туймазы яҡтарына алып китә, тау артында ғына – Суҡҡул ауылы. Шунан мин тирә-яҡты байҡап ултырырға яраттым. Кискеһен өй алдарындағы эскәмйәләргә сығып ҡул эше менән булған апай-еңгәйҙәргә тауҙа ултырыуым ни эшләптер оҡшамай – ҡул болғап ҡайтырға ҡушалар ине. Шишмәгә көйәнтә менән һыуға барғас биҙрәләремде тултырып ҡуя инем дә, ситкәрәк ултырып: “Эй Хоҙайым, мин был үгәй әсәйемдән ҡотолоп, үҙ юлымды тапһам ине, үҙемә бәхет шәрифтәре насип итһәң ине, әкиәттәге алтын һарайҙарға инеп уҡыһаң ине”, – тип теләй инем. Әкиәттәге кеүек үк булмаһа ла, барыһы ла тормошҡа ашты. Һыуға ҡарап теләк теләргә Сәйҙә апайым өйрәтеп ҡуйған ине. Ә еңгәйҙәр һыуҙы ҙур биҙрәләрҙе тултырып ташыма, үҫмәй ҡалаһың тип киҫәтергә яратты. Биҙрәне тултырып алмаһаң, бәхетең дә тулы булмай тигәнде ишеткән булғас, бер ҙә улай тултырмай ташығым килмәне, сайпылтмаҫҡа тырышып ҡайта инем. Үҫкәс, бала саҡта шулай тауҙа ултырыуымды йылға буйында моңайып ултырған ҡыҙ төшкән бер билдәле картинаға оҡшаттым. Ә инде йортома элергә Константин Маковскийҙың “Дети, бегущие от грозы” тигән полотноһын һайлап алдым. Был автор ҙа мине сағылдырған кеүек. Һүрәттә, хәтерләһәгеҙ, ялан аяҡлы ҡыҙ арҡаһына ҡустыһын йөкмәп йүгереп китеп бара. Тик минең ҡустылар икәү булды, Рифҡәт ҡусты елкәмә, Рәшит итәккә йәбешеп йөрөй ине. Еләк ваҡытында, бәләкәй туғандарым менән йыйырға форсат булмаһа ла, барып, ауыҙ итеп булһа ла ҡайта инек. Атайым башта хеҙмәт фронтында Моторҙар заводын төҙөүҙә эшләне, Фәрҙиә әнейем менән беҙҙең янға һирәкләп, бер кискә генә ҡайтып китер ине.
– Һуғыш башланған көндө иҫләйһегеҙме?
– Мин, атайым, Ҡәйүм ағай ике ҡыҙы менән Туймазы районындағы Япрыҡ тигән ауыл эргәһендә колхоз йомошо менән, бик матур урында ҡыуыштар ҡороп, зелпе ҡыуағының тамырын төшөрә инек. Атайҙар ат менән урман төпкөлөнә барып зелпе тамырын алып ҡайталар (русса бересклет, тамырының ҡайырыһынан машина тәгәрмәстәре яһайҙар, тип аңлаттылар беҙгә, бүтән каучук бик юҡ ине, машина ла һирәк күренеш ине әле.) Беҙ иһә, балалар, зелпе тамырын ваҡлап ҙур ҡаҙанға һалып ҡайнатабыҙ. Йомшарғас, йылы килеш шөшлө менән ҡайырыһын ҡайыра инек. “Тауыҡ ите ҡайнар килеш тәмле!” – тип шаяртып та ала инек. Буш ваҡытта ситкәрәк китеп ҡурай еләге ашайбыҙ, мин бер ауыш ағас башына ҡурсаҡ өйө яһап алдым. Йүкә һуҙып аҫтағылар менән телефон аша “һөйләшкән” булабыҙ. Эргәлә генә хөкөм ителгәндәр эшләп ятҡан колония бар ине, уларҙан бер зыян да күрмәнек. Шуны ғына хәтерләйем, гармун тауышы ишетелә, кемдер тыпыр-тыпыр килә, ҡойма аша үрелеп ҡараныҡ, бер ағай онотолоп бейене. Шулай үҙенә күрә гөрләшеп кенә эшләп ята инек, атайҙар был бит сахра, сахраға сыҡтыҡ бит, йәйләүгә килдек, тип ҡыуана. Көндәрҙән бер көндө ололар эшкә киткән ерҙән буш арба менән ашығыс ҡайтып еттеләр ҙә ҡыуыш янына килеп: “Ярман һуғыш башлаған, бөттө балалар был эш”, – тинеләр. Тиҙ генә ҡаҙан, һауыт-һабаны, түшәк-юрғандарҙы тейәп, ауылыбыҙға ҡуҙғалдыҡ. Юл ыңғайы атай Япрыҡ ауылы кибетенән яңы тыуған Рәшит улын йыуындырырға тип, һуңғы һабынды һатып алды. Кем уйлаған тиҙҙән уныһы ла булмаҫ тип. Һуғыш тураһында ишеткән атай: “Беҙ китербеҙ ҙә, баштар ҡыйылыр, ярман тотонһа, донъяны шыйырып алып бара”, – тип һөйләнеп ҡайтты. “Ниңә улай насарға юрайһың?” – тип әйтке килә ине, тик әйтеп булмай инде оло кешегә. Юрағаны юш килде, атай һуғышта һәләк булды.
“Ағайым, фронтҡа кәрәк тип, буралағы игенебеҙҙе хөкүмәткә тапшырҙы ла бөттө…”
– Һуғыш мәле нисек хәтерегеҙҙә ҡалған?
– Бөтә халыҡҡа төшкән ҡыйынлыҡтар өҫтөнә әсәйһеҙ, етем ҡалыу икеләтә ауырлыҡ һалды беҙгә. Икенсегә үгәй әсәй булып йәш кенә апай килгәйне. Шуның өҫтөнә ағайым да тыумыштан шауҡымлыраҡ бала булған, күрәһең. Йыш ҡына ҡыҙып китер йә уйламаған ҡылыҡ ҡылыр булды, ә беҙ уның ауырыу икәнен аңламағанбыҙ.
Бригадир Мөтиғулла ағай үгәй әсәйемә быйыл колхоз хеҙмәт көнөнә мотлаҡ түләй, тигән булыр ине, ә көҙ килеп етһә – ҡуҡыш! Кешеләр сараһыҙҙан услап ҡына яландан йәшереп иген алып та ҡайтты, туҡтауһыҙ уларҙы тотоп, төрмәгә ебәреп тә торалар ине.
4 бала булдыҡ. Әней тиҙ тоҡанып китә торған, ҡыҙыу ҡанлы, уҫал. Беренсенән ул үгәй, икенсенән, тормош ҡытлығы үҙенән-үҙе кешене ҡаты итә, барлыҡ һөйҙөрә, юҡлыҡ көйҙөрә, тип юҡҡа әйтелмәгән. Ә юҡлыҡ менән беҙ бик туҡ булдыҡ. Атай һуғышҡа киткәндә: “Ҡәҙерләп тотһағыҙ, бурала һеҙгә колхоз эш хаҡыма биргән бер йылға етерлек иген бар, татыу йәшәгеҙ!” – тип иҫкәртеп китте. Уны кем тыңлап торған, әней эштә булғанда ағайым әйләнгән һайын фронтҡа ярҙам итергә кәрәк тип, тоҡҡа һала ла илтеп тапшыра ине игенде. Шулай итеп ул бик тиҙ бөттө, ә колхоз бүтән бирмәне, ныҡ бөтөрөндөк. Бер беҙ генә түгел, бөтә ауыл менән, әммә беҙ үгәй әней менән йәшәгәнгәлер инде, татыулыҡ та булмағанлыҡтан, бигерәк тә ауыр булды. Һуңынан, мин инде руссаны өйрәнгәс, Максим Горькийҙың нисек итеп артель кеүек нәмәлә эшләгәндә ағайҙарының бер ҙә юҡҡа эләгешеп, пыр туҙып һуғышырға керешкәндәре хаҡында уҡый инем дә, э-эй, беҙҙең өйҙә бынан да яманыраҡ хәлдәр була торғайны, тип уйлай инем. Ағайым менән Фәрҙиә әнейем ыҙғышһа, уларҙы айырырмын тимә, мин ҡурҡып йүгерәм олатайға.
– Атайығыҙҙың атаһымы?
– Эйе, Ҡәниф олатайым инде өлкән йәшендә ине, ауылда берҙән-бер единоличник, колхозға инмәгән. Ҡарт ҡына булғас, ярай тип, күрәһең, күҙ йомоп ҡарағандарҙыр уға. Исем өсөн тигәндәй, отчет биргәндә лә бына беҙҙә колхозға инеү ирекле, теләмәгән кеше инмәй тип яҙырға уңай булғандыр ундай бер кешенең булыуы. Үҙенә бик күп һалымдар тейәйҙәр ине, ул барыбер ҙә бирешмәне. Ә өләсәй тип әйтәм инде уны, (атайымдың әсәһе иртә генә вафат булған, был икенсе йәш ҡатыны ине), колхозда эшләне. Атайымдың һеңлеһе Зифа апай ҙа колхозға хеҙмәт итте. Шулай, яңылыҡты ҡабул итмәгән олатайым туҡтауһыҙ арба тартып, урмандан колхозсылар ҡырҡып алған ағастарҙың ҡалған төбөн тумырып алып ҡайтып утын менән дә тәьмин итте ғаиләһен, шул ағас төпһәләре араһындағы үләнде сабып малын да аҫраны үлгәненсә.Ҡәниф олатай ҙа атайым кеүек наҙан ине. Әммә уҡымаһалар ҙа,Ҡөрьән сүрәләрен белделәр, намаҙ ҡылалар, ураҙа тоталар ине.
– Һуғыш осоро холҡоғоҙҙа сағылыш таптымы икән?
– Шулай булмай һуң! Әйтәм бит, ауылдаштар ағайымдың шауҡымлы бала икәнен аңламаған. Бөтә туған-тыумаса ла, күрше-күлән дә миңә ағайың менән икегеҙ бер төптән булығыҙ, үгәй әсәйегеҙгә ҡаршы тороғоҙ, тип кәңәш бирә инеләр. Шуға күрә, мин дә үҙемсә ағайымды яҡлашҡан була инем. Мәрхүмә Фәрҙиә әней “Тегеһе менән беҙ бысаҡҡа һәнәк килеп һуғышабыҙ ҙа тымабыҙ, бына быныһы уның уҫал телле, бер әйтһә, йәнеңә тейә бит һүҙе!” – ти торғайны минең хаҡта. Уҫал телле булдым, үҙемде яҡларға өйрәндем. 5 класҡа уҡырға барыр алдынан бик матур тышлы уҡыу китабы һатып алдыҡ. Әммә ҡулға тотоп уҡырға форсат теймәгән ине, эш бит инде ауылда. Китап тиһәң ағайҙың да иҫе китә ине, фантазер булды үҙе, беҙ уның менән мейес башында әкиәттәр уҡып, уҙмыштан кем нимә уйлап сығара ала, ғәләмәт ярыша инек. Бер ҡараһам, ағайым яңы китабымды тотоп ултыра. Әле үҙем уҡымағанмын тип барып йәбештем, тартышып киттек. Мейес тирәһендә йөрөгән Фәрҙиә әней “Етәрегеҙ!”– тип әйтеп ҡараны ла, тыңламағас, көйөп китеп, киҫәү ағасын эләктереп алды, кемебеҙҙе ғәйепләргә белмәй алай-былай ҡарап торҙо ла, шаҡ итеп минең башҡа тондорҙо. Башым ярылып ҡанап китте. Олатайҙарға йүгерҙем. Тегеләр ҡурҡыуға төштө, әбекәй (өләсәй), ҡуй, былай ярамай, Фәрҙиә аҡылдан шашҡан бит, бар ана РОМ-ға, тип милиция бүлегенә ебәрҙе. Барҙым шул ҡан аҡҡан баш менән. Милиция өйгә килеп: “Ул бит фронтовик балаһы, тағы ла шулай ҡыланһаң, күрәһеңме, Бәләбәй юлына тоҡтарын йөкмәтеп, күпме кешене ҡыуалар”, – тип иҫкәртте. Ул саҡта бит бер ус бөртөклө өсөн дә алып китәләр ине. Шундай мәлдәребеҙ ҙә булды, әммә, барыбер ҙә, ул әнейҙе хәҙерге аҡыл менән бер төрлө яҡын күрәм. Яҡшы әнейҙәр ҙә күп булғандыр, һүҙ юҡ, үҙ әсәләре булғандар бәхетле инде ул, үҙ инәйеңдең һуҡҡаны ла тиҙ онотола.
– Бәләкәйҙән етерлек һынаны инде, тимәк, тормош…
– Ғәжәп булды һуғыш мәлендә, көлдә тондороп, һелте менән баш та йыуҙыҡ. Ниндәйҙер бер мәлдә, сара тапмағас, төрлө үләкһә ҡалдыҡтарынан һабын ҡайнаттылар, ауыл өҫтөнә һаҫыҡ еҫ тарала ине. Ул һабын әлеге ише киҫәкле түгел, шыйыҡ була. Халыҡ бөлдө, септик ангина тигән нәмә килеп сыҡты. Йә ҡар аҫтында ҡышлаған, ағыулы башаҡ йыйып ашайҙар, йә ырҙын табағын таҙартып, тупрағынан йыуып-нейтеп, иген бөртөктәре сүпләп алына, шунан кешеләрҙең ауыҙ эсендәге тиреһе ҡубып төшә, ауыҙ-танауҙарынан ҡан килеп үлә лә китә инеләр. Беҙ ҙә көтөп торҙоҡ үлемде, сөнки аңҡау, тел тиреләре һыҙырылып-һыҙырылып төштө. Әммә, барыбер ашарға кәрәк, ерҙе ашап булмай бит, шуға йәшелгә баҫҡанды түҙемһеҙлек менән көтөп ала инек. Йәшелгә тейенһәк, ҡаҡы йыуаһы сыҡһа, ағастар япраҡ ярһа, үлмәҫбеҙ, ти ине ололар. Беҙҙең Фәрҙиә әней сабата яһауға оҫта булды. Киндерәләрен ишеп, йүкәһен ҡайыҙлап биреп торһаҡ, таңдан төнгә тиклем биш пар сабата яһап ташлай. Әлбиттә, беҙ ярҙам итә инек. Тик хужабикә гел ултыра алмай, мең төрлө эше бар, мал ҡарай, тәғәм әҙерләй. Булған сабатаны һатып, нисек тә булһа тоҙ алырға тырыша инек. Иң бөлдөргәне тоҙ, шырпы бөтөүе. Мейесте кистән яҡһаҡ та, иртәнгә һүнеп бөтә, кем иртәрәк тороп ут яғып ебәрә, торбаларынан төтөн сыҡҡанды күрәм, шунда китәм. Һоҫҡо менән ҡуҙҙы нисек тә һүндермәй ҡаплап алып сығып, алдан әҙерләп ҡуйған сыра фәләнгә тоҡандырып, мейес ҡабыҙыу бик ҙур бәлә ине. Беҙҙең ауылда электр уты бар ине, ул иртән һәм кис сәғәтләп кенә бирелде, бер мәл ағайымдар электр сымынан ут сығарырға өйрәнеп алды. Лампочканы бороп алып патронына күмер һалалар ҙа, ул шунда уҡ сытырлап китә – һаҡ эш итһәң, ярап ҡуя. Ҡыйынлыҡтарҙы күп кисерҙек инде, бына әле генә килеп һуғыш йылы балаларына пособие бирергә тигән ҡарар ҡабул ителергә тора. Һуғыш йылдары балаларының күбеһе теге донъяға китеп бара шул, алданыраҡ уйларға кәрәк булған да уны. Шул мәлдәрҙә этләнгәндәр өсөн бер бәләкәй генә хәйер-ташлама булыуы бик кәрәк ине. Мин үҙем уға мохтаж түгелмен, пенсиям һәйбәт, Аллаға шөкөр, әммә ошо ХХI быуатта йәшәгәндә лә бөтә кеше лә матди яҡтан иркен түгел, ҡыҙғанысҡа күрә. Шул уҡ ваҡытта, сүп контейнерҙары эргәһендә ап-аҡ икмәктәр туҙып ята, уларҙы күгәрсендәр рәхәтләнеп суҡый. Кешеләр ниңә шулай вайымһыҙ ҡылана икән, тип ытырғанып китәм. Аслыҡ күреп үҙәккә үткән, һуғыштан һуңғы йылдарҙа рус әҙәбиәтендә лә, беҙҙә лә икмәккә, ризыҡҡа һаҡсыллыҡ хаҡында күп яҙылды, хәҙер ундай ғәм дә бөттө кеүек. Кешеләр әүәлге ауыр шарттарҙа йәнтәслим көн күргәндәрен тиҙ оноталар! Хоҙай һаҡланы, имен ҡалдыҡ. Тик һуғыштан һуң да күп йылдар етер-етмәҫ тормошта йәшәлде әле.
“Уҡырға инһәм Ағиҙелде аша йөҙөп сығам тип нәҙер әйткәйнем, үтәнем!..”
– Хәҙер совет дәүерендә тормош һәйбәт ине тигән һыҡтау ҙа китте.
– Шулай тойола ғына ул, юҡ инде, мин Мәскәүҙә М. Горький исемендәге әҙәбиәт институтында ситтән тороп уҡыным. Шунда Мәскәүҙән поезда ит алып ҡайтыусыларҙы күп күрә инем. Ә үҙебеҙҙә баҙарҙа ғына булды ит, үтә ҡыйбат ине. Эш хаҡтары ла ҡыҫым ғына ине. Аллаға шөкөр, бөгөн тормош ныҡ үҙгәрҙе, хәҙер телогрейка, кирза итек кейеп эшкә йөрөүсе лә юҡ. Ә элек кирза итегең булһа-а! Мин үҙем театр училищеһына кирза итектә уҡырға килдем. Төпкөл ауыл малайҙары хатта сабата менән ине. Аҙаҡ бутый тигән аяҡ кейемдәре, шунан ҡалып кеүек ҡалын үксәле итектәр сыҡты. 1970-се йылдарға тиклем беҙҙә ыҡсым кейем тик импорт булды, уны эләктерә алһаң инде үҙеңде бына тигән итеп тояһың.
Ҡыйынлыҡтарҙы күп күрелһә лә, 90 йәшемде тултырып киләм. Башҡа балта менән сапһалар ҙа, өс тапҡыр һыуға батып үлемдән ҡалһам да, Хоҙай ғүмерҙе биргәс бирә икән, тием! Был балаға һынауҙар күп төштө, ул да йәшәп ҡалһын әле, тигән өн ишетелә кеүек.
– Ә шулай ҙа, ул йылдарҙың зәһәрлеге кешеләрҙең күңелен һис кенә лә ҡатыра алмаған, эйеме?
– Эйе, бер-беребеҙгә ярҙамсыл булырға, бер ваҡытта ла артыҡ һикеренмәҫкә, эреләнмәҫкә, маҡтанмаҫҡа тигән тәрбиәлә үҫтек. Был донъяға Хоҙай бөтәбеҙҙе лә тигеҙ яратҡан, шуға риза булып йәшәргә тип үҙемә бурыс ҡуйғанмын һәм шулай йәшәнем. Күберәк ябайыраҡ кешеләр менән уртаҡ тел табып, дуҫлыҡта булдым. Әйтәйек, балалар йортонан һуң Өфөләге ағас эшкәртеү заводында эшләгәнемдә заводтағы бысҡы тауышынан һаңрауланып ҡалған Лукерия Ильинична тигән мари апайында йәшәнем. Аҙаҡ та ғүмер буйы дуҫ булдыҡ. Ошо фатирыма инеп, тормошланғас та, ул беҙҙең эргәләге мунсаға килһә, инеп сәй эсмәй ҡайтманы. “Ох, точка-точка (дочканы шулай тиер ине), как мы хорошо стали жить, а как плохо жили-и”, – тип ҡыуанып-иреп ултыра торғайны. Ауыр тормош яҡынайтҡан кешеләрем күп булды. Шул уҡ заводтан йәмәғәт башланғысында эшләгән тәрбиәсебеҙ Анна Ивановна һәм башҡалар. Бүтән милләт кешеләре лә, үҙең һәйбәт булһаң, баһалай беләләр.
Тормош ҡатлаулы инде ул. Йәшлек менән беҙ яңылыш юлдан да китеүебеҙ бар. Ниндәйҙер бер мәлдә, эштәр, тормошом да мин уйлағанса ғына бармағанда, минең үҙ-үҙемде һәләк иткем килгән саҡтарым да булды, ул ғаиләләге эске мөнәсәбәттәргә ҡағыла, матди яҡтан яфаланманым, эшем булды. Тәүҙә радиола диктор булып эшләнем, аҙаҡ, балалар гәзите сыға башлағас, беренсе көндән шунда эшләп киттем. Унда инде яҙыусылар менән дуҫлашып-аралашып йәшәнек. Зәйнәб Биишева апай, Сәғит Агиш ағай менән (ул мине бик яҡын итте, ҡыҙым тип өндәшер ине), Сәйфи Ҡудаш тәүге булып радиола саҡта: “Союзда Мөкәрәмәнең шиғырҙарын уҡығандар, Ҡадир Даян һәйбәт фекерҙә”, – тип хәбәр итте. Түбәм күккә тейҙе. Радиола Шакир Янбаев, Рафаэль Сафиндар, Фәриҙә апай Ҡудашева менән бергә эшләнем. Фәриҙә апай башҡортса эфирҙар алып барҙы, ә мин ул ваҡытта татарса материалдарҙы уҡый инем. Кәрәк ваҡытта башҡортсаны ла, руссаһын да яҙҙырып ебәрә инем. Театр училищеһында әҙәби башҡорт телен яҡшы өйрәттеләр. Унда уҡырға ингәндә Х. Бохарский мине буйы бәләкәй тип яратманы, көскә алдылар. Училищены ҡыҙыл дипломға тамамланым.
– Театр училищеһына үҙегеҙ барҙығыҙмы?
– Әлбиттә! Ағас эшкәртеү заводынан һуң актриса булыу күккә ашыу менән бер ине, тырыштым, хыялландым, уҡып сыҡтым. Уҡырға инһәм, Ағиҙелде аша йөҙөп сығам, тип нәҙер әйткәйнем, үтәнем! Ағиҙелдең ағымы мине бик түбәнгә алып китте. Рә йылғаһында йөҙөп үҫкәс, һыуҙан ҡурҡмай инем. Теге ярға сыҡҡас башым әйләнеп китте, бер аҙ ултырып ял иттем. Шунан үргәрәк атлап менеп, ағым алып китһә, әхирәттәрем ҡалған тәңгәлгә сығырлыҡ итеп самалап, кирегә йөҙҙөм. Ҡыҙҙар мине бата тип ҡурҡып, кәмәлә йөрөгән таныш булмаған егеттәргә әйткәндәр, улар мине тап итеп, ултыртып алмаҡсы булдылар, үтә лә хәлем бөтөп, батырҙай хәлдә булһам да, ултырманым. Эй Хоҙайым, етемлек, үҙем тегеп алған купальнигымдан көлөрҙәр тип оялдым. Ҡыйын булһа ла, шуға кирегә лә үҙем йөҙөп сыҡтым. Уҡырға ингәс юлым асылып китте, өсөнсө курста уҡ радиокомитетта эшләй башланым, бөтә Башҡортостанға берҙән-бер канал. Иптәшем менән 52 йыл ғүмер итеп, ике ул үҫтерҙек. Һәр береһе үҙ юлын тапты, әле өлкән улым менән йәшәйем, кесеһе Урал – Мәскәүҙә. Өлкән улым Булат Сөләймәнов физика-математика фәндәре докторы .
– Ә яҙышыуға һәләтте ҡасан тойҙоғоҙ?
– Бишенселәме уҡығанда Ғәндәлип апай көҙ темаһына инша яҙып килергә ҡушты. Шул иншамды бик яратып ҡабул итте, Фәниә тигән ҡыҙ һорағас, икенсе юлы уға ла яҙып бирҙем. Уға бишле, миңә дүртле ҡуйған ине. “Көҙ” тигән шул тәүге иншаны сәсмә юлдарға шиғри юлдар ҙа ҡушып яҙған инем, стена гәзитендә лә сығарҙылар. Ғәндәлип апай: “Бына, балалар, беҙҙең хәҙер үҙ шағирәбеҙ ҙә бар!” – тигәс ойотҡо керҙе лә ҡуйҙы күңелгә. Былай ҙа бала саҡтан әҙәбиәт уҡырға бик яраттым. Ә инде буласаҡ бөйөк шағир Евгений Евтушенко менән бер балалар йортона эләгеп, хатта унан туҡмаҡ алырға тура килеүе – үҙе бер айырым тарих.
– Һеҙ бәхетле, һәр ваҡыт үҙегеҙҙең һүҙегеҙҙе әйтә белгәнһегеҙ…
– Уныһы хаҡ, Әҙәбиәт институтында уҡығанда, политэкономия дәрестәрендә мин йыш ҡына, тормоштағы факттарҙы әйтеп, үҙ фекеремде еткерә инем, уҡытыусы хатта минең һорауҙан ҡаҡшап китә ине. Ул бит үҙе антисоветчинаны һөйләп тора алмай. Әммә мине хуплай ине. Курсыбыҙҙа Далада тигән һуғышта булған бер ағай бар ине, шул мине бер көнө саҡырып алып, былай тине: “Һеҙ бик хаҡ һүҙ әйтәһегеҙ ул лекцияларҙа, ул ауыр хәлдәрҙе беҙ ҙә уйлап ултырабыҙ, ләкин телде ҡымтырға мәжбүрбеҙ. Һеҙҙе бит, былай барһа, күҙәтә башлаясаҡтар, ултыртып ҡуйыуҙары ла ихтимал, улай итмәгеҙ!” – тип ауыҙҙы бер аҙ йоморға кәңәш бирҙе. Бер аҙ тындым, тик уға ла ҡарамай ғүмер буйы тура ярып, бәреберәк һөйләй торған кеше булдым.
Корей яҙыусыһы уны эҙләп Өфөгә килеп төшә
– “Алтынтауҙағы ант” повесын легендар тарих тип йөрөтәләр, ул ысынлап та реаль хәлдәргә нигеҙләнгәнме?
– “Алтынтауҙағы ант”ты йәштәр бик яратып уҡыны. Студент сағымда Әҙәбиәт институтында бергә уҡыған Корея шағиры Хан Юн Хо ғашиҡ булды миңә, байтаҡ шиғырҙарын арнаны. Әйткәндәй, аҙаҡ ул Кореяның иң билдәле яҙыусыларының береһе булып китте. Мин уға ҡарата мөхәббәт хистәре тойманым, әммә сит ил кешеһе булғас, ипле һөйләшеп йөрөнөм, ул шул тиклем ихлас ине. Бер мәл ул диңгеҙгә ял итергә барырға тейеш булған, путевка ла алған. Тик, тотҡан да, туҡта әле, Өфө бит Мәскәүҙән көньяҡтараҡ, диңгеҙгә юл ыңғайы бит, тип уйлаған. Шулай, көтмәгәндә, Өфөгә килеп төштө. Бәрәкәт, килеп төшкәс, кешенең башына һуғаһыңмы ни, сит ил кешеһе ләһә, яуаплылыҡ бар! Мин уны ҡунаҡҡа алып ҡайтып, туғандар менән таныштырып, ауыл мунсаһын кертеп, Алтынтауҙы күрһәттем. “Апайығыҙ бешергән аштарҙан беҙҙең милли аштар тәме килә. Ә ниңә ҡайһы бер өйҙәрҙе йылға буйына илтеп һалғандар?” – тип мунса хаҡында һорай. Уларҙа мунса төҙөү юҡ икән, шуға йорт тип ҡабул иткән. Сәйҙә апайым мине: “Был егеткә өмөт бирә күрмә, һин илдең артығы түгел, үҙ өлөшөң бында ла табылыр”, – тип бик нығытып ҡуйҙы. Беҙҙең ауылды күреү ҡунаҡ уның өсөн ҙур яңылыҡ булды. “Әгәр мин гел Мәскәүҙә генә йәшәһәм, бөтә Рәсәй халҡы ла шул шарттарҙа йәшәй, тип уйлар инем, был сәфәр миңә тормош һабағы булды”, – тине. Рәми Ғарипов менән Рафаэль Сафин да Өфөлә ине ул көндәрҙә, улар корей шағиры менән Әҙәбиәт институты буйынса дуҫтар ине, эләктереп алдылар. Улай булғас оҙатып та ҡуйығыҙ инде тип үтендем. Хан Юн Хоның яҙған хаттары, шиғырҙары әле лә архивымда һаҡлана.
– Әҫәрҙәрегеҙ араһынан иң яратҡаны ҡайһыныһы?
– Беләһегеҙме, һәр әсәгә үҙ балаһы ғәзиз, һәр әҫәрем йөрәк аша сыҡҡан. Инде, ғүмер үткәндән һуң, уҡыусыларға ҡайһы әҫәрем нығыраҡ тәьҫир итте тип уйлағанда, автобиографик нигеҙгә ҡоролған “Сәмреғош ҡанат ҡаға” тигән повесыма туҡталам. Иң уҡымлыһы шул, әлегә тиклем һорайҙар уны. Күптән түгел генә тыуған яғымда,Әбкәрим ауылында, шул әҫәрем буйынса уҡыусылар конференцияһы ла үткәргәндәр. Сәхнә әҫәрҙәре лә яҙҙым бит әле. Иң элек Сибай театры “Бәхет эҙләгәндә” тигән пьесамды ҡуйҙы. Шунан “Был йөрәккә ни кәрәк?” сәхнәләштерелде. Өсөнсөһөн, “Бергенәм-гөлгөнәм”де, Лек Вәли улы Вәлиев үҙебеҙҙең М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында ҡуйҙы. Халыҡ урғылып йөрөй тигән хәбәр таралғас, Ҡазандар, Түбәнге Камалар ҙа иғтибар итте, унда ла оҙаҡ ҡына барҙы спектаклдәр. Тәүге йыйынтығым өлкәндәр өсөн хикәйәләр булһа ла, бәләкәстәр өсөн дә 4 китабым бар. Сөнки, балалар матбуғатында эшләү үҙенән үҙе ем биреп торҙо. Үҙемдең дә балаларҙың үҫкән сағы ине. Байтаҡ шиғырҙарыма композиторҙар көй ҙә яҙҙы. Ижад – минең бәхетемдең нигеҙе. Әлбиттә, беҙҙең милләт шарттарында, ҡатын-ҡыҙ кем генә булһа ла, иң элек әсә һәм хужабикә. Ауылдаштар, туғандар ҙа, ғөмүмән, өйгә килеүсе күп ине. Ә ижад йорттарында башҡа милләт яҙыусылары: “Юҡ, беҙ улай итмәйбеҙ, алдан шылтыратышып ҡына киләләр, ижад мәле булһа, баш та тартабыҙ”, – тиҙәр ине. Беҙ улай итә алмайбыҙ, иҙәнгә теҙеп һалһаң да ҡәнәғәт булып, сәйеңде эсеп сығып китә ине таныштар. Йылайырҙан Фәүзиә Юлдашбаева менән дуҫ инек, уның улы ла беҙгә килә ине. Ә ул мәшәҡәттәр ижади пландарҙы ситкә этә, оноттора. Хәҙер, әлбиттә, беҙҙең донъялар ҙа икенсерәк. Бәлки, минең өлкән йәштә булыуымды уйлап бик борсомайҙарҙыр. Элек әҙәбиәттә ҡатын-ҡыҙҙар ҙа һанаулы ғына инек. Һәҙиә апай Дәүләтшина менән таныш булдыҡ, Зәйнәб апай Биишева менән ныҡ аралаштыҡ. Йәнә лә, мин әҙәбиткә аяҡ баҫҡан мәлдә Кәтибә апай Кинйәбулатова “Ағиҙел” журналында корректор ине, таығ Фәүзиә апай Рәхимғолова булды, шул. Ағайҙар, апайҙар беҙгә, йәш быуынға, тәрбиә бирергә тырышып, ситкә этәрмәй, араларына алдылар. Миңә, күтәрмәле сабата кейеп үҫкән ауыл ҡыҙына, Өфөлә артистар, ғалимдар, яҙыусылар менән аралашып йөрөү үҙе бер бәхет булды.
– Һуңғы йылдарҙа бик яҙышмағанһығыҙ шикелле?
– Беҙ донъяла иң ғәҙел ил, дәүләт ҡоролошо тип инанған кеше булараҡ, үҙгәртеп ҡороуҙан һуң яңыса тормошҡа бик яраҡлаша алманым, яҙышыуҙан да туҡтаным. Шөкөр, 16 китабым сыҡты, ике республикала сәхнә әҫәрҙәрем ҡуйылды. Йәмғеһе алты Европа илендә булдым. Италияла 15 көн йөрөп, һуңынан хат алышып, дуҫлашып, “Сиктар аша” тигән повесть яҙҙым. М. Горький йәшәп киткән Соррентоға барып еттек, хатта. Ҡайтышлай Австрияны күрҙек. Икенсе барғанда, унда ла яҙыусылар менән, Финляндия менән Швецияла булдыҡ. Өсөнсөһөндә – ике аҙна Голландияла. Ниндәйҙер яҙмыш тигән нәмә бар бит ул, СССР Яҙыусылар съезында ла булдым Мәскәүҙә, алдан Әнғәм Атнабай ағай барырға тейеш булған, ниңәлер ул бара алмайынса, миңә туҡталғандар. Делегациябыҙҙа ҡатын-ҡыҙҙарҙан бер үҙем булдым. Хәҙер генә беҙҙә гүзәл зат яҙыусылар күп, элек башлыса ир-ат булды, ул йәшәү шарттарынан килә, һылыу. Шунан һуң, үҙебеҙҙең илдә Үзбәкстанда һәм Свердловскиҙа йөрөп ҡайттым. Диңгеҙ буйында ижад йорттарында ла күп ял иттем, ҡапыл килеп сыҡҡан туберкулезды шуның менән еңдем. Элек яҙыусыларға хөрмәт һәм матди ярҙам етәрлек булды, уныһы хаҡ.
Мөкәрәмә Садыҡова ғүмер буйы фиҙакәр ижад юлында булған, журналистикаға хеҙмәт иткән, Яҙыусылар союзында ла эшләп алған кеше булһа ла, үтә тыйнаҡ шәхес. Уға әрһеҙлек тә хас түгел, ә бына ғәҙеллек, хаҡлыҡ хаҡына ҡыйыу була белгән ул. Йәрмәкәйҙең йәмле холоҡло, ҡатмарлы яҙмышлы яҙыусыһы бөгөн тағыла бер Еңеү яҙын күрә алғанына ҡыуана, уның бәхете менән беҙ ҙә бәхетле!
ГӨЛНАРА ХӘЛФЕТДИНОВА әңгәмәләште.