Бөтә яңылыҡтар
Әҙип тормошо
1 Февраль 2022, 14:39

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ Төндәлектәр ӘЙҘӘ, ТАШКИНҒА, ТАКСИ БАРА...

Беҙҙең ауыл халҡы колхоздан бигерәк, шәл һатыуҙан күберәк аҡса эшләй ине. Шәл бәйләү өмә үткәреү, баҙарға барыу, кис ултырыу һымаҡ сараларҙы үҙ эсенә ала һәм колхоз, силсәүит тарафынан ҡәтғи тыйыла ине. Нисек тыйылмаһын, бер аҙнала бер шәл бәйләп йөҙ һумға һат та, хужалыҡҡа ай буйы эшләгән аҡсаңдан күберәк эш хаҡы ал. Әлбиттә, көрәш кәзә файҙаһына. 60-сы йылдарҙа булдымы икән, дәүләт, партия кимәлендә кәзәләргә ҡаршы көрәш астылар. Йәнәһе, күп ашай, ағастарҙы кимерә һәм ҡорота, туя белмәй, һ.б., һ.б. Шул осор сусҡа аҫрау (тәүбә! Әстәғфирулла, тәүбә!) маҡталды. Шул  малды һимерткәндәр орден-миҙал алды, президиумдан төшмәне. Хатта бер анекдот та иҫтә ҡалған:

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ Төндәлектәр ӘЙҘӘ, ТАШКИНҒА, ТАКСИ БАРА...
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ Төндәлектәр ӘЙҘӘ, ТАШКИНҒА, ТАКСИ БАРА...

– Ни өсөн кәзәләрҙе бөтөрәләр?

– Микики-микики-микита-никита – тип әйтәләр икән.

– Ә ни өсөн сусҡаларҙы маҡтайҙар?

– Хрю-хрю-хрущев, – тип әйтәләр икән.

Ул осор был  көләмәс ауыҙҙан-ауыҙға ғына йөрөй ине.

Ә беҙҙең ауыл халҡы Үзбәкстанда йәшәүселәр менән, хәҙергесә әйтһәк, иҡтисади бәйләнештәр урынлаштырып ебәрә. Ҡыҫҡаһы, үзбәк ҡатындары беҙҙең ауыл ҡатындары бәйләгән шәлдәрҙе ҙур теләк менән һатып ала. Йыл буйы бәйләгән шәлдәр ҙур тоҡтарға тултырыла һәм махсус курьерҙар ярҙамында, беҙҙең ауылса әйтһәк, Ташкинға оҙатыла.

Был юлы курьер бурыстарын Минебикә инәй менән Мәрйәм инәйгә йөкмәтәләр. Ике наҙан инәй Ырымбур вокзалында билет һатып алыу өсөн аҙна буйы сиратта тора һәм йонсой. Минебикә инәй билет һатып ала белгәндер, тип уйларға кәрәк, ул сиратта интекһә, тоҡтарҙы һаҡлау эше Мәрйәм инәйгә төшә. Икеһе лә буйсан, яғымлы һәм матур инәйҙәр ине. Колхоздың бөтә ауыр эшен улар башҡарҙы. Ул осорҙағы вокзал сираттары һау-сәләмәт кешене лә бөгөп һалырлыҡ. Мәрйәм инәй Ташкинға ҡабалана. Шым ғына килеп, “Ташкентҡа такси бар, хаҡы ла осһоҙ ғына”, тип бышылдап китәләр. Инәй түҙмәй, Минебикә эргәһенә килеп:

– Әйҙә, киттек, Ташкинға такси бар, – тип өндәшеп ҡарай.

– Кит, бушты һөйләмә, бынан Ташкинға такси йөрөмәй, – тип яуап бирә Минебикә инәй.

         Түҙмәй Мәрйәм инәй, әхирәтенең  тоҡтарын тоттора ла таксиға ултыра.

Ике-өс көндән Минебикә инәй билетын һатып ала, оҙаҡламай, Ташкентҡа барып етә, өс-дүрт ай буйы шәлдәрен һата, мул ғына аҡса йыя һәм тып итеп, ауылға ҡайтып төшә. Ҡайтыуын ҡайта ла, тик Мәрйәмдән хәбәр юҡ бит әле. Балалары яуап талап итә.

– Бәй, ул такси менән киттесе, – тип яуап бирә тегеһе.

Ташкинға туғандарына шылтыраталар. Килмәгән, күрмәгәндәр. Ырымбурҙа милицияға мөрәжәғәт итеүҙән башҡа сара ҡалмай. Ике көн тигәндә өлкәнең психоневрологик диспансерынан табып бирәләр. Сәсе саҡ ҡына үҫкән булған әле.

– Шәлемде оҡшаттылар, харуший шәл тип әйттеләр, – тип һөйләнеп ятҡан ул өйөнә ҡайтҡас. Ҡайтҡас, тип, аҙна ла йәшәмәне, тинеләр. Бәлки ауылында гүргә инер өсөн генә йәшәгәндер. Кем белә...

Ә кәзә малы хәҙер беҙҙең ауылда юҡ. Шәл бәйләрлек түгел, ойоҡ-бирсәткәлек йөндө лә ҡырҙан һатып алалар. Хәйер, был кәсеп хәҙер үҙе лә онотолоп бара, шикелле. Ә бер заман килер, әсәй-инәйҙәрҙең, апай-еңгәләрҙең оҫта бармаҡтары бәйләгән йылы, йомшаҡ шәлдәрҙе юҡһынырбыҙ әле.

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ Төндәлектәр ӘЙҘӘ, ТАШКИНҒА, ТАКСИ БАРА...
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ Төндәлектәр ӘЙҘӘ, ТАШКИНҒА, ТАКСИ БАРА...
Автор:Гибатович Сибагат
Читайте нас: