Бөтә яңылыҡтар
Әҙип тормошо
6 Февраль 2021, 20:00

Оло табышым да, оло һағышым да – тел йәки Халыҡ шағиры менән һуңғы интервью

Оло табышым да, оло һағышым да – тел
йәки Халыҡ шағиры менән һуңғы интервью
Уйламағанда-көтмәгәндә күркәм, наҙлы апрель беҙҙән халыҡ шағиры Рауил Бикбаевты мәңгелек донъяһына алып китте.
Эйе, Мәңгелек менән һин дә мин һөйләшкән кешеләр була. Юҡ, улар ҙа ҡәҙимге тормош менән йәшәй, көндәлек хәстәрҙәрҙе хәл итә. Тик улар барыбер башҡасараҡ фекерләй, башҡасараҡ уй йөрөтә. Ҡараштары, фекерҙәре икенсе, нисектер төплө һәм дә ышаныслы. Шаршауҙы тартып ҡарамайса ла улар иртәгәне күрә. Юҡ, кирәмәтлек түгел был, уларҙағы йыйылған зиһен, бирелгән рух шулай барыр юлды күрһәтә. Бында Хоҙай шауҡымы бар кеүек, нисек кенә булмаһын, улар үҙ артынан халыҡты, айырым дәүерҙе эйәртеп алып китер ҡеүәткә эйә.
Салауаттар, Зәки, Бабич, Мортазалар шундай заттарҙан. Дәүер кешеләре! Мостай шулай ине. Рәмигә үҙе иҫән сағында ундай уҡ бейеклеккә артылырға бирмәһәләр ҙә, үлеменән һуң уның шәкерттәре, рухташтары эшмәкәрлеге нигеҙендә ул һүнмәҫ рух мөхите тыуҙырып, ғәҙел һәм ҡабатланмаҫ һүҙҙең мәңгелек икәнен иҫбатлай алды. Уларҙан һуң Рауил Бикбай, мәңгелектең ҡәләмен үҙ ҡулына алып, халыҡ аңында, башҡорт рухиәтендә, милләт моңонда үҙ мөхитен, дәүерен булдырҙы.
Халыҡ ана шул дәүер-заттары менән бәхетле лә, ғүмерле лә. Эйе, ғүмерле лә: ул исемдәр йәшәһә, халыҡ та үлемһеҙ.
Күңелгә тулҡын булып бәрелеп, үҙенән-үҙе Бикбайҙың Рәмигә арнап яҙылған шиғырынан таныш юлдар иҫкә төшә:
Был донъяның иркә улы булып
Йәшәүҙәр юҡ беҙгә кинәнеп.
Һиндә – Салауаттың яралары,
Миндә – һыҙланыуы Кинйәнең...
...Ете-ятҡа төшкән йот-ҡайғыға
Күҙебеҙҙән сыға йәш бәреп.
Ҡатын ҡосағында йәшәмәнек,
Халыҡ ҡосағында йәшәнек.
Халыҡ ҡосағында йәшәгәндәр, йөрәктәре халыҡ йөрәге менән бергә типкәндәр генә дәүер тыуҙыра алалыр ҙа.
Шағирҙы тәү күреүем студент саҡта булды. Ғиниәт ағайым ҡулдан яҙылған фәнни мәҡәләһен Рауил Бикбаевҡа алып барыуҙы һораны. Шағир ул осорҙа матур һәм затлы урын булған “Башҡортостан” сауҙа үҙәге янында йәшәй ине. Иң иҫтә ҡалғаны шул: Бикбай мине, ғүмерҙә күрмәгән ябай студентты, көтөп алған иң ҙур ҡунағы кеүек ҡаршы алды. Ихлас йылмайыуы, түргә саҡырыуы шундай тойғо ҡалдырғандыр. Шиғыр яҙаһыңмы, тип һорағаны хәтерҙә. Яҙам, тинем. Ул саҡта ауыҙ тултырып улай тип әйтерҙәй ижадҡа мөкиббән тотонған да юҡ ине. Шағир янында шағир булғым килдеме, сәйе-ер. Шағир фатирынан ҡанатланып сыҡтым.
Был ваҡиғаға сирек быуат ғүмер үтеп, халыҡ шағирының ике томлыҡ “Көндәлектәр”ен ҡулға алып, унда: “19.04.89. Кисә студент егет Ғиниәт Ҡунафиндың ике мәҡәләһен килтереп китте. Беренсе курста уҡый, шиғыр яҙыша икән. Ғиниәттең ике туған ҡустыһы – Мөнир Ҡунафин” тигән юлдарҙы күреп шаҡ ҡаттым. Бәләкәй генә бер үҫмергә, йолҡош ҡына бер курьерға ла шул тиклем иғтибар бирһенсе әле. Шағир өсөн, тимәк, тормошта ваҡ ваҡиғалар юҡ. Һәр мәл, һәр ваҡиға, шағир йөрәгендә яҙылып барып, дәүер тыуҙыра торғандыр.
Һуңғы йылдарҙа Рауил Бикбаев менән бик тә аралашып йәшәү бәхете яҙҙы миңә. Уның ихлас атайҙарса хәстәрен дә күрҙем, был тормошҡа булған ҡарашым бөйөк шағир менән аралашып киңәйҙе лә, ваҡ-төйәктән, көндәлек мәшәҡәттәрҙән арынып, башҡа юҫыҡтан – юғарынан фекерләргә саҡырҙы. Милләт хәстәре, халыҡтың киләсәге, әҙәбиәт, рухиәт кимәле хаҡындағы уйҙар беҙҙе нығыраҡ биләне. Был һуңғы интервью шағирҙың 80 йәшлек юбилейы алдынан алынғайны. Аныҡ әйткәндә, 2018 йылдың 10 ноябрендә беҙ хәләл ефетем Гөлшат менән Бикбаевтарҙың ғаиләһенә килеп, Фәриҙә еңгә бешергән ҙур гөбәҙиә менән табын артында һыйланып, ихлас күрешеп, әңгәмәләшеп ултырҙыҡ. Ғөмүмән, һуңғы тиҫтә йылда Бикбаевтар Азамат Юлдашбаев менән минең ғаиләне үҙенә бик яҡынайтты, туғандары кеүек күрҙе. Иҫке Яңы йылды ҡаршы алыу булһынмы, Америка сәйәхәте тәьҫораттары менән уртаҡлашһындармы, йә юбилей табындарына йыйһындармы, һәр саҡ ҡымыҙ тәмләп, шатлыҡ-хәстәрҙәрҙе уртаға һалып һөйләшеп, күңел йәмен, тормош тәмен таптыҡ үҙ-ара. Был юлы ла ҡатындар түрбаш тирәһендә мәж килгәнсе, Рауил ағай менән залда баяғы юбилей интервьюһына тотондоҡ. Шунда фотоаппараттың видео төймәһенә лә баҫтым: "Бер иҫтәлек булһын әле, һеҙҙең ғүмер ҙә мәңгелек түгел. Минең дә", – тинем. (Сайтыбыҙҙа әңгәмәнең бер өлөшөн ҡарарға мөмкин). "Улай ҡабаланған юҡ та, – тип матур итеп йылмайҙы шағир. Ә ул йылмайһа, бар йөҙө, күҙе, һаҡалындағы һәр төгө тигәндәй балҡып китә. – Шулай ҙа аяҡтар ауыр ҡуҙғала. Ҡартаям, ахыры, Еремә ныҡ баҫырға тырышам барыбер ҙә..."
Ул саҡта, юбилей тантаналары шаулап-гөрләп үтер, яратҡан халҡы яратҡан шағирын үҙе иҫән сағында тағы ла күккә сөйөр һәм... дүрт айҙан уның менән мәңгегә хушлашыр, тип кем уйлаһын да, кем... Ағай үҙе лә әле бик йыйынмай ине, яңы башлыҡҡа (Хәбировтың яңы ҡайтҡан сағы) оло өмөттәр бағлап, халҡының яҡты киләсәгенә ышанып, башҡорттоң яңынан баш ҡалҡытып, терелеп китерен фаразлап ултыра ине.
– Бер нисә көн элек Радий Фәритовичта булдым, юбилейыма саҡырҙым. Өфөлә булһам, мотлаҡ киләсәкмен, тип вәғәҙәләне. Мине һәйбәт иҫләй икән, – тип һөйөнөп һөйләп ултырҙы.
Халыҡ шағиры менән был күрешеүебеҙ ошоғаса интервью булараҡ эшләнмәһә лә, уның нигеҙендә "Шоңҡар" журналында ҙур мәҡәлә донъя күрҙе (Әйткәндәй, шағирға бик оҡшаны ул, уның һорауы буйынса, журналды йөҙҙәрсә дана өҫтәмә арттырып баҫтырҙыҡ). Тик һөйләшеүҙең ҙур өлөшө (хатта ки етмеш-һикһән процентылыр) ҡағыҙға төшмәй ҡалды. Шуға бөгөн был әңгәмәгә әйләнеп ҡайттым да. Һеҙгә лә ҡыҙыҡ булыр ул, уҡыусыларыбыҙ.
– Ғәҙәттә, Рауил Төхфәтович, әңгәмәне ошо һорау менән башлайым: “бала саҡ” тиһәләр, нимә иҫегеҙгә төшә?
– “Бала саҡ” тиһәләр, тыуған ауылым Ҡунаҡбай иҫкә төшә, уны һағыныуым... Атайым мәрхүм булғас, һигеҙ йәшемдә, ете саҡрым алыҫлыҡта ятҡан әсәйемдең тыуған ауылы Әбдрәхимгә йортто күсереп һалдыҡ. Латип ҡартатайымдарға күрше йәшәү нисек кенә рәхәт булмаһын, тыуған ауылымды һағынам, ныҡ юҡһынам. Һағышым бауырға төшә, түҙә алмай, йүгереп Ҡунаҡбайға ҡайтам да китәм. Әбдрәхимдә мине юғалтып бөтәләр. Әбейемдәрҙән әсәйем үҙе килеп ала. Ҡышын уҡып йөрөгәндә лә, саңғы кейеп тә ҡайта һалып килә торғайным. Шул һағыш әле лә йәшәй, һаман ҡайтҡым килә, һаман...
– Һеҙҙең быуын кешеләре, бала сағын, һуғыш йылдарын иҫләһә, йыш ҡына аслыҡты телгә ала.
– Аслыҡ булды инде, һүҙ ҙә юҡ. Атайым бик ауырыны, шуға уны армиянан кире ҡайтарҙылар. Илгә Еңеү килгәндә, 45-се йылдың майында үлде ул. Оло шатлыҡ менән оло ҡайғы бергә уҡмашып килде беҙгә еңеүле майҙа. Еңеүҙе белеп үлде. Оло юғалтыуҙар, ҡыйралыштар менән яуланды был шатлыҡ, тип ятҡанын иҫләйем. Уның бер туған ағаһы, ағаһының бер улы Әсҡәт абзый ятып ҡалды һуғышта. Шуларҙы ла уйлап әйткәндер.
Һуғыш осоронда аслыҡтан беҙҙе Соран ҡотҡарҙы. Атай балыҡсы ине, ләкин ауырығас бик йөрөй алманы. Әсәй мурҙаларҙы ҡарап, күп итеп алып ҡайта торғайны. Шуның менән йәшәнек инде. Был йылғала шул тиклем балыҡ күп ине. Тоторға ирҙәр юҡ, һөҙгө менән тотабыҙ. Эре-эре балыҡтарҙы тоҡтарға тултырып, бәләкәй арбалар менән ташый торғайныҡ. Өлкән ағайҙарға эйәреп, балыҡ һөҙөүҙә ҡатнашам. Бар хеҙмәтем – ярҙа тегеләрҙең күлдәк-салбарын күтәреп йөрөү. Һуңынан кеше һанына ҡарап балыҡтарҙы өлөштәргә бүләләр ҙә, берәү артына әйләнеп тора. “Был өлөш кемгә?” – тип һорай­быҙ. Ул – шуға, был – быға, тип өндәшә. Өлөштәр шулай ғәҙел генә бүленә.
Һуғыш ауырлығын үткәрергә лә, күтәрергә лә, балыҡ менән бергә, ана шул бер-береңә булған ғәҙел һәм миһырбанлы ҡараш та ярҙам иткәндер.
Һыртта, һыуһыҙ ерҙә немец ауылдары ултыра. Балыҡтарҙы уларға алып барып һаталар, йә берәй ризыҡҡа, көнбағыш майына алыштырып ҡайталар.
– Ҡыҙыҡ, үҙебеҙ немецҡа ҡаршы һуғышабыҙ... Ә улар унда нисек күсеп килгәндәр?
– XIX быуат аҙағында Украинанан Әбей батша уларҙы был яҡҡа һөргән. Һуңынан үҙем Украинала булғанда, ДнепроГЭС янында Кичкас тигән ауыл барлығын белдем, күрҙем. Беҙҙә лә – Кичкас, шунан күсеп килгәндәр.
Үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас, Горбачев заманында, үҙ тарихи ватандарына – Германияға күсеп ҡайтып бөттөләр. Уларҙың ҡайтыуы беҙҙең өсөн бер яҡтан ҡыйын булды. Немецтар беҙҙе эшкә, тәртипкә өйрәтте. Үҙҙәре бик аккуратный халыҡ, өйҙәре шәп, ҙур, иркен. Киткәндә арзан хаҡҡа һаттылар. Шунда беҙҙең йәштәрҙең байтағы күсеп китте. Башҡорт ауылдары бушап ҡалды. Шул йәһәттән беҙгә ҡырын һуҡты.
– Һуғыш ваҡытында уларға ҡарата нәфрәт булдымы?
– Улай уҡ нәфрәт булмағандыр. Ни тиһәң дә, улар үҙебеҙҙеке, бер колхозда ике немец, бер башҡорт ауылы ине. Немец ауылдары номерлап күрһәтелә торғайны. Беҙҙә – Девятый менән Кичкас, уныһы ун дүртле ине. Эшкә оҫталар һәм бөхтәләр. Тәртип, иплелек ҡандан килә, милли һыҙаты уларҙың. Сәғәт 12 еттеме, сәнскән һәнәген күтәреп һалмай ул, шулай ҡаҙаулы ҡала, үҙе төшкө ашҡа ҡайтып китә. Икегә хәтлем ял итәләр, ашайҙар ҙа ятып алалар. Төшкө аш мәлендә немец ауылынан үтһәң, урамда бер кеше юҡ. Бөтәһе лә ял итә. Ауылдары төҙөк, оҙо-он өйҙәр, һарайы, башҡа ҡаралтыһы бер ҡыйыҡ аҫтында.
Хәҙер ул өйҙәрҙә башҡорттар, рустар, Урта Азиянан ҡайтҡандар йәшәй. Йәйен немецтар үҙҙәре был яҡҡа ҡайтып китәләр, зыярат ҡылалар. Ни тиһәң дә, бер быуатҡа яҡын ғүмерҙәре бында үткән, нисә быуын йәшәгән, күптәренең тыуған ере бында. Илашалар, һағыналарҙыр инде.
– Немецтарҙың йоғонтоһо булдымы һеҙгә?
– Эшкә, тәртипкә өйрәттеләр. Улар бик уңған, беҙҙең халыҡ та эшкә шәп тә, тик туйға-фәлән китһә, бер аҙнаға юғала. Тәртип булһа, беҙ ҙә улар кеүек бик күркәм йәшәр инек тә. Немец теленән Кичкастан йөрөп Аврам тигән немец уҡытты.
– Улар башҡортса белә инеме?
– Юҡ, русса ла артыҡ белмәйҙәр. Өлкәндәре тик үҙҙәренсә генә һөйләште.
– Ситтә лә телдәрен ҡалай һаҡлағандар.
– Баяғы Аврамды яратманыҡ. Һуғыш бара бит инде. Дошманыңдың телен дошманың үҙе уҡытһын әле. Улай үҙенә насарлыҡ эшләмәһәк тә, дәресенә бик иғтибар бирмәнек, уҡыманыҡ. Башҡа фәндәргә тартылып торһаҡ та.
– Шиғриәт еле мәктәптә ҡағылдымы?
– Мин бишкә күскәндәме икән, беҙҙең башланғыс мәктәп ете йыллыҡҡа әйләнде. Ситкә йөрөп уҡыманыҡ. Тәүҙә әсәйемдең ағаһы Рәҡип бабайым директор ине, һуңынан ҡустыһы Рамазан абзыйым булды. Бабайым шиғырҙар яҙа, шуға мәктәптә иҫ киткес әҙәби мөхит ине. Үҙе яҙған шиғырҙарҙы, бәйеттәрҙе уҡып ауыл халҡын илата ла торғайны, рухын да күтәрә белде. Мәжлес һайын яңы шиғырҙар, ҡотлауҙар уҡыр ине. Уға эйәреп мәктәптә күп малайҙар яҙышты. Мин дә. Ана шул мәлдә шиғри осҡон ҡабынғандыр. Стена гәзитендә Рәҡип бабайымдыҡы менән бергә беҙҙең шиғырҙар ҙа баҫылып сыға. Оло шатлыҡ инде. Бабайымдың йоғонтоһо ҙур булды. Шул ваҡытта бар фәндәр башҡорт телендә уҡытылды. Әсбаптарҙы нисек, ҡайҙан тапҡандарҙыр. Рамазан абзыйым "Әҙәби Башҡортостан" журналын да алдыра торғайны.
Беҙҙең яҡта фольклор киң таралған. "Алпамыша", "Аҡһаҡ ҡола" кеүек эпостар, әкиәттәр, боронғо йырҙар һаҡланған. Бабайым бик моңло итеп оҙон көйҙәргә йырлай ҙа ине.
Бала саҡта ауылда Нәзифә исемле һуҡыр әбей йәшәне. Ул ысын мәғәнәһендә хазина. Яңғыҙы көн күрҙе. Әсәйҙе өгөтләп, үтенеп, һоранып, күндереп, шул әбейҙе ҡуна саҡыра торғайныҡ. Ә ул кискеһен беҙгә... әкиәт һөйләй. Яттан. Уны тыңлап йоҡлап китәбеҙ. Бер әкиәтте бер төндә генә һөйләп бөтмәй әле ул, икенсе төн дауам итә. Шунан икенсеһенә тотона. Ихлас бирелеп, донъябыҙҙы онотоп тыңлай­быҙ. Тауышы яғымлы... Беҙҙең заман кино сериялары ошо ине. Артабан икенсе берәү үҙенә саҡырып ала, ҡышты шулай кешелә сыға әкиәтсе әбей.
Ә атайымдың әсәһе Мәүлетбикә өләсәйем шағирә генә түгел, рәссам да булған. Уның майлы буяу менән ишеккә яҙылған һүрәте бөгөн дә күҙ алдымда. Заманы өсөн бигерәк алдынғы ҡарашлы булған түгелме? Ул сығарған бәйеттәрҙе ятлап һөйләп йөрөгән ауыл халҡы. Гөлйыһан апайым унан яҙып алған бәйеттәрҙе миңә күрһәткәс, күңелемә ҡош ҡунып һайраны, өләсәмдең ҡул йылыһын тойғандай булғайным. Минең телем асылған ғына мәлдә ул мәрхүмә булып ҡалған.
Атайымдың ҡустыһы Ғизетдин абзыйым Ҡаруанһарайҙа уҡый. Уҡыу йорто Темәскә күсерелгәс, шунда тамамлай, Баймаҡ райкомында ла эшләй. Һуңынан күп йылдар үткәс тә, Баймаҡҡа барһам, Ғизетдингә оҡшағанһың, нәҫеле түгелме, тип өлкәндәр таный торғайны. Шул ағайым көнсығышта хеҙмәт иткәндә талпан ҡаҙалып үлеп ҡала. Ҡәҙерләп күмгәндәренән фотолар ҙа ебәрҙеләр часынан. Өләсәйемдең шул хаҡта яҙылған бәйет-шиғырҙары бар ине.
Ижади фекерләү ике яҡлап та тамырҙан килгән инде, тип әйтмәксемен.
Минең әсәйем Раҡыя Латип ҡыҙы – бик ҡыҙыҡ яҙмышлы кеше. Уны 18 йәшендә Ҡаран ауылына хәлле кешегә кейәүгә бирәләр. Үткән быуаттың утыҙынсы йылдарында кулаклыҡта ғәйепләп, уларҙы ҡайныһы, ҡәйнәһе, барлыҡ туғандарын ғаиләләре менән һөргөнгә ебәрәләр. Архангел өлкәһенә, йәһәннәмдә ятҡан Котласҡа. Ҡайныһы алдынғы ҡарашлы уңған кеше булған, унда ла юғалып ҡалмай. Үҙенсә колхоз ойоштороп, эште йәйелдереп ебәрә. Шуға күрә етеш, хәлле йәшәйҙәр. Тик әсәйем тыуған яғын ныҡ һағына һәм ҡасып ҡайтып китә. Тауар поезында эре-эре бүрәнәләр тейәгәндә ҡыуыш урын ҡалдырып, шунда йәшенеп ҡайта. “Бер татар ҡатыны менән тәүәккәлләнек. Үҙебеҙ менән күнәк алған булдыҡ, һыу эсергә тип. Бүрәнәләр шылып, ҡыуыш урында ҡапланып үлеп ҡалыусылар ҙа күп булды”, – ти торғайны.
Ҡайтып етеп тәҙрә шаҡый әсәйем. Ишек асырға сыҡҡан атаһы, Латип ҡартатайым, ҡыҙын күреп: “Һин тереме ни, ҡыҙым, Раҡыя ҡайтҡан”, – тип иҫен юғалтып йығылып киткән. Әсәйҙе тикшереп, эҙәрлекләп йонсоталар шунан.
Ә был ваҡытта Ҡунаҡбайҙа финагент булып эшләгән атайым фырт ҡына кейенеп велосипедта эшкә йөрөгән.
– Велосипед ҙур байлыҡ инде ул дәүерҙә?
– Хәҙерге затлы машина һымаҡ инде. Ул Белоруссияла кавалерияла хеҙмәт иткән. Һуңынан шул уҡ часҡа ҡустыһы эләгә. Опять Бикбаев пришел, тип көлгәндәр. Яҙмыш инде. Атайым әрмелә саҡта ҡатыны үлә, Рәйсә исемле ҡыҙы ҡала. Ә әсәйем һөргөндән ҡасҡан саҡта ауырлы була, ҡайта ла Нәккәр исемле апайымды таба. Атайым менән ҡауышҡас, 1938 йылда мин тыуам. Һуңынан – ҡустым. Хәҙер мәрхүм инде. Атай мәрхүм булып бер ай үткәс, Зөлхизә һеңлем донъяға килә. Ҙур үкенес... Шулай атайһыҙ-арҡаһыҙ ҡалғанда беҙ биш бала инек. Әсәйебеҙгә утыҙ ике генә йәш. Һуғыш, унан аҙаҡҡы йылдарҙа беҙҙе аяҡҡа баҫтырыу өсөн ғәзизебеҙгә ниҙәр кисерергә тура килгәнен ул үҙе генә белгәндер. Әсәйем бик уңған кеше ине. Эш-ғәмһеҙ ултырыуҙы, көн үтһен тип йәшәүҙе беҙ аңламаныҡ.
– Өфөгә беренсе килеүегеҙ нисек булды, ниндәй тәьҫораттар ине?
– Аҡбулаҡ педучилищеһын уңышлы тамамланым. Уҡыуға шәп инем. Төркөмдә лидер булдым. Педучилищеға егеттәрҙе йыйып алып китәм. Бүлмәлә уҡыйбыҙ, әҙерләнәбеҙ. Мәсьәләләр бирәм, етәкселек итәм. Ә Өфөгә икәү килдек, Урал менән. Ул уҡырға инә алманы, флотҡа хеҙмәт итергә китте.
– Өфөгә поезд менән килдегеҙме, әллә...
– Автобус менән. Уныһы оҙаҡ килә. Бер тоҡ сохарый, бер шешә һары май алғанмын. Төнөн килеп төштөк. Автобус Пушкин урамынан китеп бара. "Балыҡ" тип яҙылған магазинды күреп аптырап киттем. Башҡортса яҙылған. Бөтөнләй ят донъя бит инде. Башҡортса гәзиттәр сыға, башҡортса уҡыйҙар. Башҡортса һөйләшеп уҡырға килгән башҡорт йәштәре йөрөй. Бик ҡыҙыҡ һәм шул уҡ ваҡытта бик яҡын тойолдо.
– Үҙ илеңә, үҙ мөхитеңә ҡайтҡандай.
– Шулай инде. Университет асылған ғына йыл ул. Фәнис Зәйнуллин менән танышып киттем. Уҡып киттек, түңәрәктәргә йөрөйбөҙ. "Ленинсе" гәзите эргәһендә түңәрәк әүҙем генә эшләне. Мостай ағай, Ҡадир Даяндар килеп йөрөй торғайны. Әҙәби донъяға инеп кителде, көҙгә табан шиғырҙар ҙа баҫыла башланы. Ағайҙар оҡшатып һәйбәт кенә кәңәштәр бирә.
– Беренсе китабығыҙ ҡасан сыҡты әле?
– "Дала офоҡтары" 1964 йылда баҫылды. Дәүләкәндә башҡорт мәктәбендә практика үттек. Вокзалға йыш йөрөйбөҙ. Халыҡты, поездарҙы күҙәтәм, уйланам. Шунда "Вокзал" тигән поэмама тотондом, дөрөҫөрәге, шунда фекерҙәр тыуҙы, яҙа башланым. Һәм студент сағымда "Ағиҙел"дә поэма булып баҫылып сыҡты.
– О-о, ул саҡта был мәртәбәле журналда баҫылыу оло ваҡиға бит инде.
– Эйе, ҙур ваҡиға, студенттың поэма менән сығыш яһауы тарихта булғаны юҡ. 1962 йылда университетты тамамланыҡ. Шул осор Башҡортостан йәш әҙиптәренең семинары булды. Минең әҫәрҙәрҙе лә тикшерҙеләр, китапҡа тәҡдим иттеләр. Ул ваҡытта, әлбиттә, ҙур асыш Рәшит Назаров ине. Мәктәпте генә бөтөргән, сәсе ҡырылған йәш кенә үҫмер ине ул. Ғәзим Шафиҡов, Уран Кинйәбулатов, Муса Сиражи һәм башҡаларҙың шиғырҙары тикшерелде.
– Көслө тулҡын булып килеп ингәнһегеҙ әҙәбиәткә.
– Эйе, көслө тулҡын ине беҙҙең быуын. Баязит Бикбай ағайҙар, Ғәйнан Әмириҙәр иләге аша үткән шағирҙар. Рәми Ғариповты ул семинарҙа яҙа-йоҙа ғына күреп ҡалдым. Бишенсе курста ныҡлап танышып киттек. Салауат районында йәшәй, Арҡауылда комсомол секретары ине ул саҡта. Тиҙ үк йәндәш, рухташ булып киттек.
– Шундай һорау биргем килә. 80 йәшлек юбилей табынына кемдәрҙе саҡырыр инегеҙ? Әле иҫән булғандарын да, хәтерегеҙҙә йәшәгәндәренән дә, рухташтарығыҙҙы, йәндәштәрегеҙҙе?
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҡын ҡәләмдәштәремдең күбеһе мәңгелек донъяла. Мостай, Рәми ағайҙар юҡ, тиңдәштәремдән Тимер Йосопов, Ирек Кинйәбулатовтар ҙа мәрхүм. Уларҙы йыйыр инем, әлбиттә. Иҫәндәрҙән Хәсән Назар, Ҡәҙим Аралбай бар, уларҙы саҡырам. Күңелемә яҡын, ышанған йәш дуҫтарым да табынымды, байрамымды йәмләйәсәк.
– Баязит Бикбай, Мостай Кәрим, Рәми Ғарипов кеүек оло шәхестәр һеҙҙең күңел һәм рух донъяғыҙҙа иҫ киткес ҙур роль уйнаған...
– Улай ғына ла түгел, ағайҙар беҙгә бик яҡын булды. Рәсми рәүештә һөйләшмәнек, йәш айырмаһын бик тойманыҡ. Тигеҙ аралаша торғайныҡ. Әйттем инде, Рәми ағай менән бишенсе курстан уҡ таныш инем, ул беҙҙең студент ятағына килеп, шиғырҙар уҡып, егеттәрҙе үҙ күреп, табын ҡороп ихлас аралашты. Өфөгә кире ҡайтҡас та ғаиләләр менән йөрөштөк. Ул миңә бик яҡын кеше. Баязит ағай менән дә бик һәйбәт мөнәсәбәттә булдым. "Ҡаруанһарай" поэмаһын яҙғанда ул мине үҙе менән, командировка ойоштороп, Ырымбурға алып китте, архивҡа алып барҙы. Ул үҙе лә "Тере шишмәләр"ҙең икенсе өлөшөн яҙырға уйлай ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өлгөрә алманы, шулай уҡ архивта ентекләп өйрәнде. Баязит ағай – тейешле баһаһын алмаған ҙур шағир. Оло йөрәкле шәхес ине ул. Баязит ағай үлгәндән һуң мин уның тураһында мәҡәлә яҙҙым. Һәр хәлдә, ул миңә ныҡ тәьҫир итте, йоғонтоһо көслө булды. Мостай ағай менән ныҡ аралаштыҡ.
– Ул осорҙа башҡа шағирҙар ҙа күп булған, тик ниңәлер һеҙ Рәми менән йышыраҡ аралашҡанһығыҙ, дуҫыраҡ булғанһығыҙ, тип әйтәйемме...
– Рухыбыҙ тура килгәндер инде. Унан бигерәк, ихлас, эскерһеҙ булыуыбыҙ яҡынайтты. Ҡайһы бер ағайҙар яһалмараҡ ине бит. Башҡалар араһында ағай менән ҡусты, йәғни ололоҡ дистанцияһы булһа, Рәми ағай менән беҙҙең арала ундай ара булманы. Бик яҡын һәм тиң булдыҡ. Дуҫтарым арта барҙы. Динис Бүләков, Рәшит Солтангәрәев менән бик аралашып йәшәнек. Миәссәр Басиров бик яҡын булды миңә. Мостай ағай бик ярата торғайны.
– Бындай дуҫтарҙың булыуы үҙеңә, ижадҡа булған талапты ла, яуаплылыҡты ла арттыра торғандыр?
– Мостай ағайҙың ҙур-ҙур байрамдарында бергә ҡатнашып йөрөй торғайныҡ. Рәсүл Ғамзатов, Ҡайсын Кулиев, Давид Кугультиновтар килде. Сыңғыҙ Айытматов, сит илгә булған командировкаһын бүлеп, Мостай байрамына килеп төштө. Былар барыһы ла ныҡ тәьҫир итә. Ул аҡыл эйәләре менән осрашыуҙар мәңгегә хәтерҙә ҡала. Шундай фекерле, уйлы ижад мөхитендә тәрбиәләндек, үҫтек. Оло шәхестәр менән йәштән үк аралашыу һис тә эҙһеҙ үтмәгәндер.
Хәҙерге менән сағыштырғанда, ул ваҡытта милли әҙәбиәткә иғтибар ҙа ҙурыраҡ ине. Сыңғыҙ Айытматов 1963 йылда 35 йәшендә Ленин премияһы лауреаты булды. Был бүләкте алғанда Рәсүл Ғамзатовҡа ҡырҡ йәш тә тулмағайны. Муса Йәлил, Мөхтәр Әүәзов, беҙҙең Мостай ағай ҙа премияға лайыҡ булдылар. Был оло илдә етәкселектең дә, халыҡтың да милли әҙәбиәтте уҡып, танып барғанын аңлата.
1963 йылда мин Мәскәүҙә СССР йәштәр әҙәби семинарында ҡатнаштым. Ул ваҡытта бөтөнләй рус теленә шиғырҙарым тәржемә ителмәгән. Ярослав Смеляков семинарына эләктем. Хатта ки бөтә союз телевидениеһынан сығыш яһаным. Йылғырыраҡ кеше булһам, тәржемәсеһен дә тапҡан, бәйләнештәр ҙә урынлаштырған булыр инем дә, шундай үкенес тә бар.
– Хәҙерге ҡайһы бер йәштәр кеүегерәк булһағыҙ...
– Юҡ шул, холоҡ башҡасараҡ. Семинар ныҡ илһамландырып ебәрҙе, оло яуаплылыҡ өҫтәне. Башҡа республиканан килгән ҡәләмдәштәр менән күрештем, ҡарасәй төбәгенән Нәзир Хубиев бар ине, уның менән аралашып ҡалдыҡ. Чечен егете, исемен онотҡанмын инде, үҙ итте. Смеляков үҙе бик үҙенсәлекле шәхес, фекерләүе ҡыҙыҡ. Күпте күргән үҙе, ултырып та ҡайтҡан, эҙәрлекләүгә лә дусар булған.
– Һүҙ ҙә юҡ, бындай осрашыуҙар эҙһеҙ үтмәй. Үҙегеҙҙең яратҡан шағирҙарығыҙ, яҙыусыларығыҙ булдымы? Кемдең ижады һеҙгә шағир булып китеүҙә ныҡ йоғонто яһаны?
– Мөнир, һин шуны иҫеңә төшөр: беҙҙең быуын “Урал батыр”һыҙ, Бабичһыҙ, Аҡмуллаһыҙ үҫте. Мәктәптә беҙ уларҙы уҡыманыҡ. Программаға индерелмәгән, тыйылған. “Урал батыр” 1968 йылда ғына “Ағиҙел”дә баҫылып сыҡты. Шунан һуң ғына уның тураһында һөйләй башланылар. Беҙ шиғриәттең иң риторикалы, иң декларатив, яңғырап, шалтырап торған сағында үҫтек. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа ниндәй поэмалар яҙылғанын үҙең беләһең. Колхоз, ауыл поэмаларын. Ташҡа үлсәйем бит инде. Шул ҡалыптан барыбер арынырға кәрәк ине беҙгә. Рәми ағайҙар беҙҙе алып сыҡтылар ҙа.
– Күптәр ҡалды ла.
– Эйе, күптәр ҡалды ла. Мәктәптә шул туҙға яҙмаҫ шиғриәт уҡытыла, шалтырауыҡтар һеңә, һуңынан арыныуы, ай-һай... Туҡай бар ине, ярай. Бабич юҡ, яҡташтарым Дауыт Юлтый, Мөхәмәтша Буранғоловтарҙы белмәйем, хатта ауылдашым Ғабдулла Амантайҙы ла өйрәнмәйбеҙ. Район үҙәге булған күрше немец ауылы китапханаһынан латинса баҫылған иҫке китаптарҙы сығарып ташлағандар. Шунда “Ала ҡарға” әкиәтен, Амантайҙың бер китабын уҡып ултырғаныбыҙ хәтерҙә. Уныһы ла осраҡлы ғына килеп табылған. Ә былай тыйылған әҫәрҙәр. Ауылдашымды, нәҫелдәшемде белмәй үҫ әле. Республика хөкүмәтен ойоштороусы тәүгеләрҙең береһе булған Сәғит Мерәҫов өләсәйем яғынан миңә бик яҡын ғына олатай, Ҡобайыр ауылынан. Уның хаҡында ла белмәнек. Ҡасып ҡайтып йөрөүе тураһында ғына һөйләй торғайнылар.
– Мәғлүмәти тотҡонда йәшәгәнһегеҙ.
– Уйлаһаң, ысын мәғәнәһендә шулай. Ярай әле Ниғмәтиҙең һәйбәтерәк поэмаларын, Баязит Бикбайҙың "Ер", Ғ. Сәләмдең "Республикам иртәһе"н өйрәнгәнбеҙ.
– Рәмиҙәр Мәскәүҙә уҡымаһа, был шалтырауыҡ ҡоршауҙы емерә алмаҫ инеме икән?
– Юҡ, емерерҙәр ине. Рафаэль Сафин, Марат Кәримов, Әнғәм Атнабаевтар икенсе төрлө фекер йөрөтә башлағайны инде. Беҙ Мостайҙы ла йүнләп белмәй инек. Өфөгә килгәс кенә Мостайҙы, Назар Нәжмиҙе астыҡ. Улар үҙенсә ҙур мәктәп булды.
Университетта уҡығанда шәреҡ әҙәбиәтен бөтөнләй өйрәнмәй торғайныҡ. Китапханала эҙләтеп, төрлө сығанаҡтарҙы өйрәнеп, шәреҡ шағирҙарын уҡый башланым. Был минең өсөн шулай уҡ ҙур асыш, мәктәп булды. Ул йылдарҙа Есенинды яңынан аса башлағайныҡ. Күптәр, шулай уҡ мин дә, уға эйәреп, оҡшарға тырышып яҙҙым. Шуныһы ҡыҙыҡ – хәҙер Есенинды уҡый алмайым. Заманында ныҡ тәьҫир итте, ләкин хәҙер күп нәмәһе еңел күренә. Таҡташты хәҙер уҡыуы ҡыйын. Күп әйберҙәре иҫкерҙеме? Туфанды уҡыуҙы дауам итәм, ҡыҙыҡһыныуым кәмемәгән.
– Өҫтәл китаптарығыҙ бармы? Кемде йыш ҡулығыҙға алаһығыҙ?
– Юҡтыр ул. Һуңғы йылдарҙа Мостай ағайҙың публицистикаһын, яҙмаларын йыш ҡына киренән уҡыйым. Ул күп нәмәгә өйрәтә. Иҫтәлектәре, хаттары, портреттары, мәҡәләләре бик ҡыҙыҡлы.
– Сираттағы һорауым былайыраҡ. Минең күҙәтеүҙәремсә, күп яҙыусыларыбыҙ алтмыш-етмеште уҙһа, ижадтарының кимәлдәрен үҫтерә алмай ыҙалай. Йә соцреализмда ҡала, йә был заманда әҙип булараҡ һүҙе һуңлай, йөрәккә етмәй. Ә һеҙҙең йәшегеҙ барһа ла, ижадығыҙҙың бәҫе, кимәле юғалмай. Һаман заманса яңғырай, милләтем һеҙҙең һүҙгә ышана, эйәрә. Сәбәбе нимәлә икән?
– Ижад... Аңлатыуы ла ҡыйын уны. Ижад – яҙмыш ул. Тәбиғәттән бирелгән, рухыңа яҙылған, Хоҙайҙан шулай хәл ителгән был йөк тә, бүләк тә. Уны бер нисек тә үҙгәртеп булмай.
Һис тә заманға яраҡлашайым тип яҙманым. Күп уҡыйым. Замандың йөрәк тибешен тойорға ынтылам.
Фекер үҫеше шиғырҙан ғына килмәй. Фәлсәфәнән, публицистиканан төйнәлә. Уйланыуҙарҙан килә. Һәр ваҡыт уйланып йәшәйем. Ижад кешеһенә шунһыҙ булмай ҙа. Бик әҙ йоҡлайым. Бер тәүлек эсендә бер нисә тәүлек йәшәйем. Кеше ял иткәндә мин өҫтәл артында эшләп ултырырға мөмкин, һәм, киреһенсә, улар эшләгәндә бер аҙ ялға ирек бирергә була – шулай буталған. Мин уны нисектер маҡсатҡа ынтылып ҡына йәшәүҙә лә күрмәйем. Аллаһы Тәғәләнән шулай бирелгән, яҙмыш ул – ижад. Юғары көскә ышанамын. Аллаһ рәүешендәме, башҡа сүрәттәме – ышанам.
– Уйланыуҙарҙы системаға ла һалырға була. Хоҙай биргән һәләт бар, тибеҙ.
– Хәҙер былай итәм, тип хәл итеп булмай, Хоҙай нисек биргән, шулай була. Тәбиғәт тарафынан һиңә шундай йөк бирелгән, бурыс ҡуйылған – лайыҡлы алып барырға кәрәк.
– 1989 йылда БДУ-ның ҙур залында "Халҡыма хат" поэмаһының, хәҙерсә әйтһәк, презентацияһы үтте. Зал шығырым тулы, урын булмағас, баҫып стенаға һөйәлеп торғанымды иҫләйем. Ул әҫәр йоҡаҡ ҡына брошюра формаһында баҫылып та сыҡҡайны. Шуны ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡығаныбыҙ, шул поэманан тәьҫирләнеп, рухланып, үҙебеҙҙә тел, милләт өсөн көрәштә тау емерер көс тойғаныбыҙ хәтеремдә. Ҙур күренешкә, оло ваҡиғаға әйләнгәйне ул әҫәр. Боролош осоронда ошо поэманы мотлаҡ нишләп һеҙ яҙҙығыҙ һәм милләт байрағын алғы сафҡа һеҙ күтәреп сыҡтығыҙ икән? Яҙмышмы шулай уҡ?
– Миңә исемләп яҙылған хат тотонорға мәжбүр итте бит инде.
– Эйе, беләм, ошо хатҡа яуап рәүешендә яҙылған. Ләкин эске һыҙланыу булмаһа...
– Әлбиттә, уйҙарым булған. Ләкин хат булмаһа, шул рәүешле ҡағыҙға төшмәҫ ине. Бер генә кешенең яҙмышында кисерелгән тойғо хаҡында, йәғни система һәм ата-әсәнең шул система ҡоло булыуы арҡаһында әлеге ҡыҙ баланың үҙ теленән мәхрүм булыуы тураһында ғына түгел, ә бар халыҡ, бар быуын өсөн булған юғалтыу тураһында һүҙ бара. Шуға "Халҡыма хат" тип атаным уны. Бер генә кешегә хат яҙып булмай ҙаһа. Тетрәнеүем ныҡ булғандыр, тиҙ яҙҙым мин уны. Баҡсала аҙна-ун көн эсендә. Яҙып бөткәс, өйөмә күршеләрем Булат Рафиҡов, Аҫылғужа, Барый Ноғомановтарҙы саҡырып алып уҡыным.
– Улайһа, был әҫәрҙең йөрәгегеҙҙән сыҡҡанын үҙегеҙ ҙә тойғанһығыҙҙыр. Унда айырым строфалар үҙҙәре үк поэмаларға торошло бит.
– Әлбиттә. Уларҙың фекерен ишетке килде. Ныҡ кисереп яҙҙым. Ул хат ныҡ тетрәндерҙе. Өлгөрөп еткән проблеманы күтәргән хат бит ул. Уйланыуҙары, һыҙланыуҙары шағирға мөрәжәғәт итергә мәжбүр иткән.
– Поэма сыҡҡас ул ҡыҙ менән бәйләнеш булдымы? Башҡортса уҡый алмай инде.
– Күрҙем мин уны. Сит телдәр факультетын бөтөргән бик һәләтле ҡыҙ бала ине ул, башҡортса уҡырға өйрәнгән. Поэманы уҡыған, башҡортса һөйләштек тә.
– Әлеге "Хат" темаһын дауам итеп икенсе яҡтан һорау биргем килә. Шул осорҙағы кеүек бөгөн дә тел, милләт мәсьәләләре тағы ла ҡырҡыулашты, тип әйтәйек. Һәм шуныһы ҡыҙыҡ: һеҙҙең ошо поэмаға торошло рухлы, елле шиғырҙар ҙа яҙыла. Әйтәйек, әҙәбиәттә ныҡлы урын алған Зөлфиә Ханнанова, Салауат Әбүзәр шиғриәтендә был асыҡ сағыла. Ләкин уларҙың әҫәрҙәре һеҙҙең поэма кеүек үк халыҡ араһында ҙур шаңдау, оло танылыу алмаған, тәьҫире ҙур булмаған кеүек күрәм. Сәбәбе ниҙә, нимәгә бәйле икән? Халыҡтың ғәмһеҙлегеме? Рух һүнәме? Ҡабатлайым, ул әҫәрҙәр ҙә иҫ киткес рухлы, мәғәнәле лә.
– Всеобъемлющий була алмай, тип әйтмәксеһең. Рух һүнмәй ул, ә бына халыҡ бар нимәгә лә өйрәнә, күнә бара. Туҡһанынсы йылдарҙа был мәсьәләләр күтәрелгәндә яңылыҡ та, бөтәбеҙҙе борсоған, берләштергән һыҙланыу ҙа ине. Хәҙер халыҡтың күп мәсьәләләрҙә күңеле һүрелде, реакцияһы кәмене. Талаптар үтәлмәй. Күп нәмәгә ҡул һелтәү китте.
Милли хәрәкәт бөтөнләй икенсе төҫтә бөгөн. Ул саҡта элек тыйылып килгән әйберҙәргә юл асылды, мөмкинлек тыуҙы, халыҡтың күҙе асылды. Бөгөн замандаштар быға өйрәнде. Дөйөм хәсрәттәребеҙ, һыҙланыуҙарыбыҙ ғәҙәти хәлгә әйләнеп бара. Элек ғәҙәти булманы, шуға тетрәндерә лә ине. Йыйындар, хәрәкәттәр, демонстрациялар бөгөн юҡ. Хәҙер улар интеллектуаль кимәлдәрәк баралыр. Беҙҙең заманда оран рәүешендә яҙылды, таралды һәм милләткә барып етте, ә инде хәҙер уйланыу формаһындараҡ был ижад. Халыҡты һиҫкәндереүе ауыр бөгөн.
Шул уҡ үткән быуаттың 17–19-сы йылдарын алып ҡараһаҡ, ул осорҙағы тоҡаныуҙар һүрелә, лозунгтар юҡҡа сыға бара лаһа. Бөгөн дә шулай. Бер үк проблема булһа ла, һыҙланыуы башҡа.
– Ҡасан да булһа халыҡты һиҫкәндерә алырбыҙмы икән?
– Белмәйем. Быуындар алмашына. Хәҙерге йәштәрҙе тоҡандырып ҡара. Ул ваҡытта башҡасараҡ ине халыҡ. Йәштәрҙең ҡарашы, талабы, мөнәсәбәте башҡаса. Формациялар алмашына.
– Йәмғиәт, йәғни халыҡ – яҙыусы – власть. Ошо бәйләнеш элек нисегерәк ине? Яҙыусының һүҙен властағылар ишетәме, халыҡҡа барып етәме? Совет осоронда әҙип фекере өҫкә лә, аҫҡа ла еткән кеүек миңә.
– Белмәйем, еттеме икән ул? Элек эзоп теле, йәғни йәшерен фекер бар ине. Был тел – күп йәһәттән әҙәбиәтте үҫтереүсе шарт. Хәҙер күп нәмәне туранан-тура әйтеп була, уның өсөн ҡыйыулыҡ та, оҫталыҡ та кәрәкмәй. Ә элек, күп нәмәләр тыйылған ваҡытта, хәҡиҡәтте асыр өсөн, ниндәйҙер юлдарын эҙләй инек. Бөгөн ҡыйыулыҡ өсөн бер нимә лә кәрәкмәй. Путинды һүгергә, башлыҡты тәнҡитләргә мөмкинһең, ә теге ваҡытта Сталинға, Брежневҡа һүҙ әйтеп ҡара. Бөгөн эҙләнеү юҡ. Фекерҙе халыҡҡа туранан-тура еткереп була. Уҡыусының аңына етерҙәй нескәлектәр юғалды. Пушкин замандарында ла башҡасараҡ булған. Мостай Кәримдең “Вәғәҙәләр бирмә” тип яҙыуҙары. Ул бөтөнләй, вәғәҙә бирмә, тигән һүҙ түгел, әммә ләкин башҡасараҡ уйға һала. Заман тураһында. Хрущев эшмәкәрлеген шулай белдерә ул. Ул бик күп вәғәҙәләр бирҙе.
Нишләптер нескәлектәргә, йәшерен уйға мәжбүри ителмәй бөгөнгө әҙәбиәт. Элек мәжбүр ителә ине. Заман шуны һораны: әйтергә теләгән фекереңде төрлө юлдар уйлап еткереү әмәлен эҙләп таба инек. Подтекст көслө ине әҫәрҙәрҙә. Мәғәнә башҡасараҡ ине. Хәҙер туранан-тура әйтәләр ҙә һалалар. “Башҡорт” тип ҡысҡырыу ғына “халыҡ өсөн яныу” тигән һүҙ түгел әле. Уны уйландырырға кәрәк. Улай ғына оран һалып, саҡырып ҡына халыҡты ҡуҙғатып булмай. Икенсе яҡтан уйлаһаң, халыҡҡа ла өндәшә белергә кәрәк. Уйлы, мәғәнәле һәм ҡиммәтен белеп кенә яҙып өндәшкәндә әҙәбиәттең бәҫе кәмемәйәсәк.
– Бөгөнгә һуңғы һорауым шул булыр: тормошоғоҙҙа иң ҙур табышығыҙ һәм иң ҙур юғалтыуығыҙ?
– Ғүмеремдә иң ҙур табышым әсәйем булған. Яҙмыш биргән иң ҙур бәхет ул – Әсәйем. Уның сабырлығы, тырышлығы, тыйнаҡлығы минең өсөн һәр ваҡыт өлгө булды. Уның эшһеҙ торған тын сағын хәтерләмәйем дә мин. Заманында ғәрәпсә белем алған, кириллицаға үҙе өйрәнеп, әҙәбиәтте, бар яңылыҡтарҙы уҡып белеп ултыра ине. Үҙ алдына уҡып, минең ҡәләмдәштәрҙең дә ижадын белә ине ул. Минең әйберҙәрҙе уҡып барҙы.
Иң ҙур юғалтыуым – берҙән-бер улыбыҙ Айҙарҙың йәшләй генә вафат булыуы. Был ҙур ҡайғы булды. Ҡәләмдәш дуҫым, шулай уҡ ике улын юғалтҡан Ғәлим Дәүләдигә арнап яҙған шиғырымда был юғалтыуҙы бар тәрәнлегендә бирҙем шикелле.
Ғәлим дуҫым!
Беҙ атайһыҙ үҫтек,
Ҡартайырбыҙ инде улдарһыҙ...
Тағы ла, шулай тип әйтергә яраһа, туған телем – иң ҙур табышым да, иң ҙур һағышым да бөгөн. Бынан дүрт көн элек Фәндәр академияһында “Мәғлүмәти технологиялар һәм башҡорт теле үҫеше” тигән темаға тел тураһында һөйләшеү булды. Шунда Зиннур Әмир улы Сиразетдинов ентекле әҙерләнеп сығыш яһаны. Ул асылда компьютер технологиялары тураһында һөйләне. Башҡорт теле башҡа телдәр кеүек үк тиң хоҡуҡлы булып компьютерға, интернетҡа, донъя селтәренә инергә тейеш. Дөрөҫ фекер, һүҙ ҙә юҡ. Фекер алышыу өс сәғәтләп барҙы, шунда мин уйлап ултырҙым: технологиялар булыуы, телебеҙҙең заманса йәшәүе, үҫеүе бик һәйбәт, ләкин телде был юл менән генә ҡотҡарып буламы икән? Әгәр ул телдә һөйләшеүсе булмаһа? Башҡорт ауылдары урамдарында балалар үҙ-ара русса һөйләшеп йөрөй. Тыуған ауылымда русса аралашҡан балаларға ҡарап, былар Ырымбурҙан каникулға ҡайтҡан ейәндәрме әллә, тиһәм, юҡ, үҙебеҙҙең ауылдыҡы, тигәнде ишетеп, һағайып ҡалдым. Беҙ бер рус һүҙе белмәй үҫтек. Хәҙер беҙҙә генә түгел, хатта Бөрйәндә балаларҙы тик русса уҡыта башланылар. Атаҡлы гимназияларыбыҙҙа ла дәрестә башҡортса һөйләшкән, яуап биргән малай-ҡыҙҙар коридорға сыҡһалар руссаға күсә лә китәләр.
Рәми Ғарипов, Мостай Кәрим, Фатима Мостафина исемендәге атаҡлы гимназияларыбыҙ кеүек алдынғы уҡыу йорттарында телгә иғтибарҙы арттырырға һәм мәктәптәрҙең үҙ аллылығын көсәйтергә кәрәк. Бында аҡса йәлләргә ярамай.
Зиннурҙың программаһын финанслау бөтөнләй юҡ дәрәжәһендә. Татарстан менән сағыштырғанда, иларлыҡ хәл: унда йылына ошо йүнәлешкә генә 2 миллион һум бирһәләр, беҙҙә ете йылға миллион һумдан ашыу сумма бүленгән шикелле. (Оҙаҡ уйланып ултыра – авт.)
Киләсәккә хәүеф менән ҡараһам да, телебеҙҙең юғалмаҫына ышанам, әлбиттә. Тел бөтһә... иң ҙур юғалтыу ошо буласаҡ.
Юғалтыу-табыштары аша шағир үҙ асылын, Заманын, Дәүерен аса барғандыр. Шағир ғынамы, бар кеше, кешелек шулай.
...Еремдең ете ҡатына
Уйылғым килә.
Ете быуыным ишетер
Уй булғым килә! –
тип өндәшкәйне ул. Ете генә түгел, күп быуындарға, күп быуаттарға етерлек, уйылырлыҡ уй, фекер ҡалдырып китте Халыҡ шағиры.
МӨНИР ҠУНАФИН.
Читайте нас: