– Ижадҡа, драматургияға ҡағылышлы ҡыҙыҡ хәлгә тарығаның да булғандыр?
– Бер хәлде һөйләйем әле. Мәскәү өлкәһенең Руза ҡалаһына семинарға барырға тейеш инем. Тик боҙло ямғыр арҡаһында самолетҡа һуңланым. Аптыраманым, таңға табан Санкт-Петербургка остом. Унан тиҙ йөрөшлө поезд менән Мәскәүгә килдем. Семинар етәкселәре бындай маршрутҡа юл хаҡын түләүгә ҡаршы булды. Мәскәүҙә ултырған мәҙәниәт министры имза ҡуйһа, түләйбеҙ, тинеләр. Киттем министрға. Ишектә “идет совещание, не входить” тигән яҙыу тора. Секретарь ҡыҙ юҡ. Мин ишекте шарт асып барып индем. Ҡарайым, түр башында министр, уны ике яҡлап унлаған кеше ултыра. Инеү менән, инициативаны ҡулдан ысҡындырмаҫ өсөн: “Барығыҙға ла ҡояшлы Башҡортостандан ҡайнар сәләм! Мин Рузаға драматургтар семинарына килгән драматург. Тик объектив сәбәптәр арҡаһында Санкт-Петербург аша килдем. Бухгалтерия юл хаҡын түләү өсөн һеҙҙең имзаны һорай”, – тинем. Әйттем дә билеттар ҡушылған ғаризаны министрҙың ҡулына тотторҙом. Рәсәй мәҙәниәт министры һәм уның эргәһендә ултырған кешеләр ауыҙҙарын асып өлгөрмәне, мин ярты эште башҡарып та ҡуйҙым. Министр аптырап берсә – миңә, берсә ҡулындағы ҡағыҙҙарға ҡараны. “Ысынлап та, Санкт-Петербург аша килдегеҙме? – тине лә билеттарға баҡты. – Точно Санкт-Петербург аша”. Унан эргәһендә ултырған иптәштәренә ҡараны. “Һеҙ, драматургия үлеп бара, тиһегеҙ. Бына Башҡортостандан ниндәй орел, драматург. Бындай егеттәр булғанда, драматургия үлмәйәсәк. Шулаймы?” Барыһы ла шаулашып уны хупланы. Ә берәүһе: “Башҡорттар барыһы ла шулай ҡыйыумы?” – тип миңә ҡараны. Яуап биреп өлгөрмәнем, икенсеһе минең урынға әйтте: “Әлбиттә, уларҙың Салауат Юлаевы ни тора!..” Өсөнсөһө ҡушылды: ”Эйе, Емеля Пугачев менән улар...” Дүртенсеһе: “Әйткәндәй, бына Салауат Юлаев тураһында пьеса юҡ. Ә яҙырға ине. Урыҫ менән башҡорт дуҫлығын сағылдырып”. Тәүгеһе: “Бына алдыбыҙҙа драматург тора. Уға ҡушайыҡ. Яҙаһығыҙмы Салауат Юлаев тураһында?” – тип миңә баҡты. Мин уларҙың яуап көткән күҙҙәренә ҡараным да “Эйе” тип баш һелктем. Ә үҙем министрҙың имза һалыуын көтәм. Ул: “Егет беҙгә йомош менән килгән, ә һеҙ уға эш ҡушаһығыҙ. Хотя, булдырыр, күҙ ҡарашынан күрәм”, – тине лә имза ҡуйҙы. Унан ҡағыҙҙарҙы миңә кире һуҙып: “Тик икенселәй Мәскәүгә Лондон аша килеп ҡуймағыҙ”, – тине. Мин аңламай: “Ниңә, ярамаймы?” – тип һораным. “Һиҙәм, һеҙҙең Лондон аша ла килеүегеҙ бар. Тик һеҙгә түләргә долларҙарыбыҙ юҡ”, – тип йылмайҙы. Барыһы ла уның һүҙен ҡеүәтләп көлөп ебәрҙе. Мин рәхмәт әйттем дә нисек индем, шулай сығып киттем.