Бындай уй-теләктең башыма ла инеп сыҡҡаны булманы. Прозаик өсөн арт һаныңдың ултырышлығы ла кәрәк бит. Яһарға ла, ҡорорға ла, сыуалсыҡтарҙы сисергә лә кәрәк. Ә шиғыр, тыуһа, үҙенән үҙе тыуа ла ҡуя. Прозаиктағы егәрлелек миндә юҡ ул. Әйтер һүҙҙе шиғыр менән әйтеп, анһат ҡына ҡотолам да ҡуям. Көсләп, көсләшеп яҙмайым. Бер ултырғанда дүртәр-бишәр шиғыр яҙылған саҡтар ҙа булғыланы. Бер башлаһам, эш өҫтәле әле лә ун-ун биш көндө биләп ала. Яҙыуҙан, уҡыуҙан арынып, “ял иткән” ваҡыттар айҙар буйына ла һуҙылырға мөмкин. Һүҙ ҡомарының, сәсәнлек сәменең йылдар буйы йоҡомһорауы ла ихтимал. Рәшит Әхтәри, Мөхәммәт Илбаев кеүек заттар менән шулайыраҡ булды бит. Был хәл мине лә урап үтмәне. Икенсе китабымды байтаҡ ара үткәс кенә сығарҙым. Ижад ул “иртәгә өлгөрөрмөн әле” тигәнде яратмай.
Әле йәшәмәнем ерҙә,
Көлдөм, уйнаным ғына.
Иртән йәшәй башлармын тип
Бары уйланым ғына.
Ярамай шул, шулай йыуанып ҡына йәшәргә ярамай. Ә былай, нисек һәм ҡасан булһа ла, һәләтме, талантмы бар икән, ул барыбер йырып, ярып сыға донъяға.