Ғүмер юлында һәр нәмәнең үҙ ваҡытында килеүе, шәхси тормошоңдо үҙ ваҡытында ҡороп, үрләр үрҙәреңә лә һуңламайынса үрләүең хәйерле. Ижад кешеһе өсөн бигерәк тә үҙ мәлендә старт алыуҙың әһәмиәте ҙур. Миңә иһә, өс йылдан артыҡ әрме хеҙмәтендә йөрөп, юғары уҡыу йортона һуңлабыраҡ кереү етмәгән, кәрәгенән артыҡ ныҡышмалылыҡҡа барып, утыҙ өсөнсө йәштә генә аспирантураға керергә, тағы ла шул биктырыш булған булып, 62-се йәштә докторлыҡ диссертацияһы яҡларға тура килде. Был иһә үҙемә генә түгел, ғаиләмә, балаларыма ла ауырға төштө. Йә инде, тормош һәм ижад юлдарын елә сабып үтәһе урынға, ярһыу арғымаҡтан «алыштарҙа арып йығылған арыҡ атҡа» әйләнсе әле! Ә бит ысын ижад кешеһенә ярыш майҙанынан ситкә сығырға ярамай. Улай тиһәң, минең хәлдә тороп ҡалған кешегә бүтәнсә булыуҙы ла күҙ алдына килтерә алмайым. «Ғүмер» тигән шиғырымда:
Бер шағирҙың бер һүҙе бар:
Ныҡыштарҙы тормош маҡтай.
Ҡуша баҫып, саптым ҡай саҡ
Тышауланған арғымаҡтай, –
тигәнмен икән, был да бушҡа түгел.
Йөк аты образы, бер яҡтан, былай дөрөҫ тә ул. Шулай ҙа әйтмәксемен: мин үҙемде әҙәбиәтебеҙҙең дә, фәндең дә ал-ял белмәҫ бер толпары тип күҙ алдына килтерәм. Ә саялыҡ, тәүәккәллек кешегә бик кәрәк. Йәш саҡта шундайыраҡ булғаным өсөн бер ҙә үкенмәйем. Олораҡ йәштә лә кәрәк булып ҡуя ундай сифат. Ғөмүмән, барлыҡ ҙур эштәр фәҡәт ҡыйыулыҡ, тәүәккәллек менән эшләнә. Әммә һәр нәмәнең самаһы, һәр һүҙҙең үҙ урыны булырға тейеш. Иң кәрәкле мәлендә әйтәһе һүҙеңде әйтмәйенсә йомолоп ҡалыуҙы ла хупламайым. Һүҙ сәпкә тейһен өсөн уны үҙ мәлендә әйтеп өлгөрөргә кәрәк, сөнки аҙаҡ һуң була. Тормош мине ошондайыраҡ алтын урталыҡҡа өйрәтте.