Бөтә яңылыҡтар
Әҙип тормошо
2 Июнь 2020, 15:33

"Мостай Кәримдең улымын тип күкрәк ҡағып йөрөмәнем"

#Ағиҙелжурналы #Әҙиптормошо

Илгиз Кәримов: "Беҙҙең атай һәр ваҡыт һоҡланғыс кеше булды. Бәләкәй саҡта уны данлыҡлы тип ҡабул итмәй инем. Яҙыусы, шағир... Уның дуҫтары ла яҙыусылар, шағирҙар – яңғыҙ әҙип түгел бит. Миңә бер ниндәй ҡыйынлыҡтар ҙа тыуҙырманы Мостай Кәримдең балаһы булыуым. Шул уҡ ваҡытта Мостай Кәримдең улымын тип күкрәк ҡағып йөрөгәнем дә булманы. Дуҫтарым ул турала белә.
Атай исеме менән бәйле бер ҡыҙыҡ хәлде иҫкә төшөрөп үтәйем әле. Бер мәл, инде ул ваҡытта Мәскәүҙә йәшәй инем, Өфөгә ҡунаҡҡа ҡайттым. Һәм беҙ дуҫым, яҙыусы Михаил Чванов менән ресторанға киттек. Ҡараһаҡ, бер өҫтәл янында официанттар мәж килә... Йүгерешәләр, әллә нимәләр килтереп, бик йылдам хеҙмәтләндерәләр. Кемделер бик яҡшы һыйлайҙар. Михаил шунда бер официанттан: “Кем ул, кем алдында шулай йүгерешәһегеҙ?” – тип һораны. Тегеләр бышылдап ҡына: ”Беҙгә бөгөн Мостай Кәримдең улы килде, шуны һыйлайбыҙ!” – тип яуап бирҙе. Беҙ Миша менән көлөп ебәрҙек. Кемдер, атайымдың исемен ҡулланып, официанттарҙы бейетә икән. Беҙ көлдөк тә шуның менән бөттө. Теге кешенең ялғанын фашламаныҡ".
«ТӘРЖЕМӘЛӘРЕМДӘ ӘҪӘРҘЕҢ МИЛЛИ КОЛОРИТЫН ҺАҠЛАЙЫМ...» әңгәмәһенән.
Читайте нас: