Бөтә яңылыҡтар
Әҙип тормошо
1 Июнь 2020, 12:46

"...Романым республикала бығаса күптән күрелмәгән резонанс тыуҙырҙы"

#Ағиҙелжурналы #Әҙиптормошо

“Яңы башҡорт” – художестволы әҫәр. Әҫәрҙә үҙемдең эшҡыуарлыҡ тәжрибәм киң ҡулланылһа ла, уны йөҙ процентҡа автобиографик роман тип атап булмай. Соцреализм ҡанундарында тәрбиәләнгән бер нисә өлкән ағай ҙа әҫәрҙе аңлап етмәйсә “Флүр үҙенең бизнестағы мажараларын ғына бәйән иткән” тип, еңел-елпе фекер әйткәйне. Ә мин махсус рәүештә ошолай итеп, реаль тормошҡа яҡынлаштырып яҙғайным. Сөнки ошондай фекергә килгәйнем: тормошобоҙ ныҡлы үҙгәрҙе, хәҙер ике тиҫтә йыл бөтөнләй икенсе шарттарҙа, капитализм ҡоролошонда йәшәйбеҙ, тимәк, әҙәбиәттә лә соцреализмдан арынып, телевизор һәм компьютер менән ярышырлыҡ ниндәйҙер яңы художестволы ысул уйлап табырға тейешбеҙ. Был яҙыу ысулымды шартлы рәүештә “суперреализм” тип атаным. Китап уҡыусыларға, бигерәк тә йәш быуынға, романым бик оҡшаны, күптәр әҫәремде үҙҙәренең өҫтәл китабы тип атаны, байтаҡ ҡына кеше эшҡыуар булып китте. “Яңы башҡорт”ҡа арнап университеттарҙа диплом, курс эштәре, хатта диссертация яҙып яҡланылар, китап уҡыусылар конференциялары, түңәрәк өҫтәлдәр, тиҫтәләгән радио һәм телетапшырыуҙар гөрләп үтте, гәзит-журналдарҙа мәҡәләләр, интервьюлар баҫылды. Ҡыҫҡаһы, романым республикала бығаса күптән күрелмәгән резонанс тыуҙырҙы. Был әҫәр ун йыл элек сыҡһа ла, уны һаман онотмайҙар. Яңыраҡ бер ҡатын шатланып әйтте: “Һеҙҙең китапты уҡығандан һуң рухланып, өй һалып керҙем, элек тәүәккәлләй алмай йөрөй инем”. Бер нисә көн элек филология фәндәре докторы, профессор Миңһылыу Ғөбәйт ҡыҙы Усманова романымды бик юғары баһалап китте. Ә бөгөн республикала киң билдәле бер ағай Яңы йыл менән ҡотлап, үҙе ун йыл элек уҡыған ошо романымды бик ныҡ маҡтаны.
Читайте нас: