Бөтә яңылыҡтар
Әҙип тормошо
1 Октябрь 2019, 11:59

Һис көтмәгәндә... Таңсулпан апай Ғарипова килеп керҙе. Уның килеүе – үҙе бер мәртәбә!

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова – “Ағиҙел”дең иң әүҙем авторҙарының береһе. “Тәүге әҫәрҙәрем ошонда донъя күрҙе, мине яҙыусы итте. “Ағиҙел”гә мин һәр ваҡыт рәхмәтлемен. Минән тормаған сәбәптәр арҡаһында “Ағиҙел” менән бәйләнеште өҙгән саҡтар ҙа булды. Уның ҡарауы, хәҙер ҡуш ҡуллап көтөп торалар”, – ти апай.

Бөгөн дә шат йылмайып килеп керҙе апайыбыҙ, әлбиттә, буш ҡул менән килмәгән, Мостай Кәримдең 100 йыллығына мәҡәлә, шағирҙың мираҫын бәрәкәтле Шишмә ерендә һаҡлаусыларҙың береһе, Мостай Кәрим музейы директоры Раушания Байғужина менән интервью һәм (һөйөнсө!) “Ҡанатлы бәхеткәйем” исемле хикәйә алып килде.
Таңсулпан апайҙың кәйефе һәйбәт, күңеле күтәренке. Баҡсаһынан мул уңыштар менән өйөнә, ниһайәт, әйләнеп ҡайтҡан. Күҙ теймәһен, һаулығы ла һәйбәт, һәлмәк кенә йөрөп ята. Күстәнәсен онотмаған, ул әҙерләгән алма ҡайнатмаһы менән (ауыҙҙа эреп тора!) сәй эстек, яңы пландар ҡорҙоҡ, донъя хәлдәрен барланыҡ.
Иҫән-һау булығыҙ, Таңсулпан апай! Ә һеҙҙе, дуҫтар, “Ағиҙел”дә өр-яңы осрашыуҙар көтә!
Читайте нас: