Бөтә яңылыҡтар
Әҙип тормошо
25 Сентябрь 2019, 21:19

Ағып килде беҙгә мәңгелек... Шағирә Гүзәл Ситдиҡованың яңы китабы донъя күрҙе.

Ағып килде беҙгә мәңгелек... Шағирә Гүзәл Ситдиҡованың яңы китабы донъя күрҙе. Редакциябыҙға ҡояштай йылмайып шағирә, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, яҡын дуҫыбыҙ һәм таянысыбыҙ Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы Ситдиҡова килеп керҙе. Ҡыуанмаҫлыҡ түгел шул, ҡулдарында – буяу еҫе сығып торған йыйынтыҡ.

Редакциябыҙға ҡояштай йылмайып шағирә, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, яҡын дуҫыбыҙ һәм таянысыбыҙ Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы Ситдиҡова килеп керҙе. Ҡыуанмаҫлыҡ түгел шул, ҡулдарында – буяу еҫе сығып торған йыйынтыҡ.
“Ағып килә Мәңгелек” үҙ эсенә шағирәнең һуңғы йылдарҙа яҙған шиғырҙарын, поэмаларын һәм тәржемәләрен һыйындырған. “Һүҙ ыңғай әйтелгәндәр” тигән өлөшөндә күҙәтеүҙәр, тормош күренештәре, уйланыуҙар урын алған.
Һәр китап – яҙыусы өсөн үҙе бер ваҡиға. Интернет аша күпме кешене әүрәтергә, изгелеккә өндәргә, шиғыр ижад итергә лә өлгөрә апайыбыҙ. Өр-яңы китабығыҙ ҡотло булһын, Гүзәл апай! Һеҙгә һаулыҡ, ижади уңыштар теләйбеҙ!

Читайте нас: