* Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы, интернет донъяһында башҡорт яҙмаһының барлыҡҡа килеүендә һеҙҙең дә ролегеҙ барлығын бик яҡшы беләбеҙ. Был бик яҡшы күренеш, шулай ҙа, әйткән һүҙ өсөн яуаплылыҡ тойғоһо социаль селтәрҙәрҙә бик түбән булыуы ла борсоуға һала. Һеҙ был хаҡта нимә әйтерһегеҙ?
– Элек ҡапҡа төбөндә ләстит һатып ултырыусылар хәҙер интернетҡа килеп тулған, шул ғына :). Элекке ғәйбәтселәрҙән улар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, меңдәрсә тапҡыр артыҡ тыңлаусы табыуы менән айырыла. Аноним яҙыу мөмкинлеге лә ундайҙарҙы ҡотортоп ебәрә. Әммә, әгәр яҙма ныҡ хәүеф тыуҙыра, йәки кемгәлер яла яғыу булып тора икән, анонимды ла табып була – IP күренеп тора бит. Шуға күрә, ундай яҙмалар ебәреүселәр язаһыҙ ҡалырбыҙ тип уйламаһын.
* Тормошта шулай, ғәҙәттә, эш аттары йөк тейәлгән арбаны һөйрәп бара, бәйге аттары – алдан килә һәм халыҡ иң тәүҙә уларҙы күрә. “Башҡорт ҡатын-ҡыҙы” төркөмөндә бәйләнештәр колонкаһында төркөмдөң етәксеһе, ойоштороусыһы булараҡ, һеҙҙең исем-шәрифегеҙ күрһәтелмәгән. Һеҙ аңлы рәүештә күләгәлә ҡалаһығыҙмы? Бының сәбәбе ниҙә?
– Башта үҙемдең фамилиямды ҡуйғайным. Хәҙер аңлы рәүештә күләгәлә ҡалам. Төркөм теләгән бар кешегә асыҡ. Мин уны башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының кәңәшләшер, бер-береһенә ярҙамлашыр, үҙҙәрен борсоған мәсьәләләрен яҙыр һәм башҡа шундай мөһим мәсьәләләрҙе күтәрер урыны булһын өсөн асҡайным.
Шәхси төркөм булһа ла, минеке генә түгел ул хәҙер, 8 йыл тиерлек тарихында үҙ даими авторҙары ла барлыҡҡа килде, админдарыбыҙ бик матур итеп алып барыша. Мин күберәк йүнәлеш биреп тороусы, ойоштороусы булып ҡалам.
* Ни өсөн беҙҙең балалар әҙәбиәтендә незнайкалар, чебурашкалар, буратинолар юҡ? Балалар өсөн яҙылған әҫәрҙәр асылда өлкәндәр өсөн яҙыла. Балалар әҙибәһе булараҡ, был хәлде нисек баһалайһығыҙ?
– Минең Текетек тигән кәзә малайын бала-саға бөтөнләй белмәйҙер тип уйламайым. Китаптарҙың аҙ тираж менән сығыуы, уларҙы пропагандалау етмәүе балалар өсөн әҫәрҙәребеҙҙе популяр итеүгә аяҡ сала. Незнайкалар, чебурашкалар, буратинолар беҙгә китаптарҙан бигерәк фильмдар, йәнһүрәттәр аша таныш, шуға беләбеҙ. Минең Текетекте йәнһүрәт итеп эшләһендәр ине әле, етмәһә, ҡабат-ҡабат экрандарҙан күрһәтеп торһондар ине – кеше белмәҫ инеме ни? Ана, шул китабымдан донъяны танытҡан дүрт юллыҡтарым хатта фольклор итеп яҙып алынған да, йыйынтыҡҡа инеп киткән. Тимәк, ятлайҙар, беләләр, телдә йөрөйҙәр.
Эйе, балалар өсөн өлкәндәргә яҙған кеүек яҙыу күренеше бар. Бындай әҫәрҙәр балаларҙы уҡыуҙан биҙҙерә. Әммә “асылда өлкәндәр өсөн яҙыла” тип үк әйтеү дөрөҫ түгел, минеңсә. Бәлки үҙебеҙ балалар өсөн әҫәрҙәрҙе бик үк белеп бөтмәйбеҙҙер.
* Һеҙҙәге оптимизм ҡайҙан килә?
Йөҙ процент оптимисмын тип әйтә алмайым :). Ҡатын кешемен бит, борсоу-хафаларға төшөп киткеләйем, күҙ йәштәре лә йыраҡ уҡ тормай. Тормош бит ул – тик шатлыҡтарҙан ғына тормай. Әммә шундай саҡтарҙа Хаҡ тәғәләгә инаныуым ҡотҡара, көс бирә.
*Дини күҙлектән ҡарағанда, ысын тормош теге донъяға барғас башлана. Шулай булғас, был донъя тигәнебеҙ виртуаль донъямы ни?
Был донъя ла – ысын тормош, мәңгелеккә әҙерләнеү, һынау үтеү урыны.
Яңыраҡ башҡа республикала йәшәгән бер билдәле уҙаман менән Скайп аша һөйләшеп алғайныҡ. Йөҙөн йыртмаҫ өсөн исемен әйтмәйем.
-Динле егеттәр мине ихтирам итә ул. Бер ҡыҙмаса саҡты күрҙеләр ҙә, нишләп шайтан эсемлеген эсәһең, тип өнәмәүҙәрен күрһәттеләр. Ә мин “шайтанды Аллаһ үҙе ебәргән, ә тормошта бер ни ҙә Уның ҡушыуынан башҡа эшләнмәй, тимәк, эш миндә түгел, Аллаһ үҙе шулай ҡушҡан” тип яуапланым, - ти.
Динһеҙгә бер һөйләшеүҙә нисек аңлатырға инде быны... Хәлдән килгәнсә төшөндөрөргә тырыштым инде:
- Шайтан ергә ҡыуылғанда кешеләрҙе аҙҙырырға рөхсәт һорай, һин әҙәмде беҙҙән өҫтөн ҡуйҙың, бына күрерһең уларҙың минең арттан киткәнен, тигән. Аллаһ уға рөхсәт биргән, “миңә буйһоноусылар һиңә эйәрмәҫ”, тигән. Тимәк, шайтан кешенең асылын, яман булмышын тышҡа тартып сығарыусы зат, йәғни, тамуҡҡа эләгергә тейешлеләрҙе аныҡлашыусы зат.
* Һеҙ депутат булған ваҡытта күп ҡатынлылыҡ институтын тергеҙеү тураһында сығыш яһағайнығыҙ. Был уйығыҙҙан кире ҡайттығыҙмы?
– Күп ҡатынлылыҡ институтын тергеҙеү түгел, ә уны законлаштырыу тураһында ине ул. Күп ҡатынлылыҡ бар, ә бына ғаилә ағзалары араһындағы хоҡуҡтар һәм бурыстар закон нигеҙендә көйләнмәй. Альфонстарға хәҙер рәхәт донъя – элекке кеүек енәйәт эше асылмай, яза бирелмәй.
* Тормош тәжрибәгеҙгә таянып, үҙегеҙҙең төбәк тураһында, ырыу-нәҫелегеҙ тураһында берәй роман яҙырға уйламайһығыҙмы?
– Роман яҙырға уйламайым. Хәҙер СМС стиленә күсеп бөткән быуын оҙон әҫәрҙәр уҡып ултырмай (башлыса). “Һүҙ ыңғай әйтелгәндәр” тигән теҙмәләр туплап барам.
Улар күбеһенсә 3-4 кенә һөйләмдән тора, бер һөйләмдән генә торғандары ла бар. Әммә улар ҡайһы саҡ күләмле проза әҫәрҙәре һыйҙырғанды һыйҙыра.
Мин хәҙер бар көсөмдө башҡорт Википедияһына һалам – ул донъяның төрлө тарафтарында йәшәгән милләттәштәр өсөн виртуаль энциклопедия, мәғлүмәт базаһы булып тора. Мин милләтебеҙ, республикабыҙ тормошон, тарихын төрлө йәһәттән тәпсирләп яҙыуым менән күпкә файҙалыраҡ эш эшләйем тип уйлайым. Ғөмүмән, Википедия минең рухи ихтыяждарыма бар йәһәттән яуап бирә – журналист, тәржемәсе, йәмәғәт эшмәкәре, милләтсе (ыңғай мәғәнәһендә – ред.), мөслимә булараҡ та унда майҙан табам, мәҡәләләрҙе әҙерләгәндә юл ыңғай әллә күпме асыштар яһайым, мәғлүмәттәр алам – мин донъяны өйрәнеүҙән туйғаным юҡ.
Сөнки башҡортса Википедияла беҙҙе темалар менән сикләүсе юҡ, урыҫ теленән генә түгел, башҡа телдәрҙәге мәҡәләләрҙе лә тәржемә итеп эшләйбеҙ, фәнни мәҡәләләр ҙә яҙабыҙ. Һәм тәржемә өсөн ҡатмарлы текстар осрағанда телебеҙ байлығына ғорурланып, ләззәтләнеп эшләйем.
Әле яҙған мәҡәләләрем меңдән күпкә уҙған, уларҙың тәржемә ителгән ҡайһы берҙәре йоҡағыраҡ бер китап дәүмәлендә. Башҡалар яҙғандарҙы тулыландырам, төҙәтәм. Хаҡлы ялда ла ғүмерем заяға уҙмауын тойоу күңелгә рәхәтлек бирә.
Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай менән Илгиз Ишбулатов әңгәмәләште.
Гүзәл СИТДИҠОВАнан күстәнәс.
(Был яҙмалар төрлө төркөмдәрҙә килеп сыҡҡан әңгәмәләрҙәге яуаптарҙан тора)
Беҙҙең халыҡта бер ваҡытта ла ҡоралды, хатта яһалмағанын, боҙолғанын да, хатта уйынсығын да, алъюҫыҡҡа кешегә тоҫҡамайҙар. Хатта икмәк бысағын да һап яғы менән һоналар.
Илмир Ишбаев исемле егет “Бәйләнештә” селтәрендә: "Мин үҙемдең ауыл-тирә атамаларын ентекләп яҙып ҡуйҙым. Әтеү туристар үҙҙәре теләһә ниндәй исем ҡушалар ҙа интернетҡа һалалар. Һуңынан шул атамалар туристик карталарга инеп китә... " - тип яҙҙы.
Бөтәбеҙгә лә шулай итергә кәрәк! Мөмкинсә, турист һуҡмаҡтары үткән урындарҙа яҙып та ҡуйырға ине. Атама юғалтыу - ул тарихты юғалтыу!
Беҙҙең ауылда япа-яңғыҙ ғына йәшәгән Хәмиҙә әбей була торғайны (йәне йәннәттә булһын). Балалары ла юҡ ине. Шул мәрхүмәкәй иртә яҙҙан алъяпҡысына төрөп өйөнә үлән ташый башлар ине. Беҙҙә бит тауҙар, урман, сабынлыҡтар – ботама ғына, йәғни, ағастан таҙартып алынған. Йыл һайын сабынлыҡ өсөн талаш була ине. Ә ул өй артындағы ҙур булмаған баҫыуынан һыйырына етерлек бесән ала алмай. Көн дә тиерлек урман буйындағы берәй уйпаттан бер йөкләм генә булһа ла үлән урып алып ҡайтып, һарай башына киптерергә һала. Шулай бесән еткереп алыр ине мәрхүмә. Игенһеҙ ерҙә тауығын да, ҡаҙын да тотто, ғаиләбеҙгә йомортҡаны унан һатып ала торғайныҡ. Гел йөҙө балҡып торор ине, зарланғанын ишетмәнек. Хәҙер шуны иҫкә төшөрәм дә, ниндәй сабыр, ауылдың ябай ғына, әммә бер матур шәхесе булған тип уйлайым.
В нашей семье как и в большинстве башкирских семей не принято было проводить дни рождения. Но первый "юбилей" - 10 лет - мне отметили: мама сварила для меня 2 яйца, когда как остальным - по яичку... Просто в нашем нехлебном горном краю это яство было большим дефицитом) Потому и запомнился мне тот день рождения на всю жизнь!
Каждый может сделать Европу у себя, в квартире, дома, вокруг дома; там, где работает, где отдыхает!
Хәләл аҡсаның бәрәкәте лә була, сауабы ла була. Килем ҡулға ингән аҡса менән генә иҫәпләнмәй.
Халҡыбыҙҙа ғибәрә бар бит - һүҙ баҫа. Һүҙ баҫҡан кеше ауырый башлай. Бына шулай ул яман һүҙ, ғәйбәт шауҡымы. Үҙе күренмәй, үҙе ҡаныңды һура.
Пәйғәмбәребеҙҙең этте яратмағаны билдәле, ул уны өйҙә тоторға рөхсәт итмәгән. Әммә бер сәфәрҙә китеп барғанда сереп еҫләнгән эт мәйетенә осрағас, ҡарағыҙ әле, тештәре ниндәй ап-аҡ, матур, тип иғтибарҙы ерәнгес нәмәнән икенсегә йүнәлткән. Ошо үҙе бер һабаҡ түгелме?
Кейем өсөн кәмһенеү тойғоһо һалырға ярамай балаға! Киреһенсә, ниндәй генә кейем булғанда ла таҙа, бөхтә, килешле булһын тиеү күпкә дөрөҫ. Сөнки тормош хәле нисек булмаҫ, фәҡир генә кейенергә тура килгән саҡтар булыуы ихтимал. Бала иң мөһиме ни хәлдә лә үҙен кәм тоймаҫҡа өйрәнергә тейеш!
Википедияла монголса-башҡортса һүҙлек эшләүҙе яйлап ҡына дауам итәм. Әлегә ул инкубаторҙа. Яңыраҡ УЧРАХ тигән һүҙҙе яҙып ҡуйҙым. Танылып тора, уйлап ҡараһаң. Был - ҡылым формаһы. Осрау, осратыу, тап булыу тип тәржемә ителә.
ӨРГӨН тигән дә осраны. Киң, яҫы тигәнде аңлата икән! Әле 650 һүҙҙе тәржемә иткәнмен. Оҡшаш һүҙҙәр килеп сыға. Бигерәк тә мал-тыуар менән бәйле һүҙҙәрҙә уртаҡлыҡ бар. Мәҫәлән, уларҙа ветеринар - малын эйч.
Хәҙер балалар башҡортса һөйләшә белмәй, ә беҙ мәктәптә уҡығанда урыҫ телен аңлап етмәй яфалана инек)
Пуссида будит сонсы, пуссида будит нибы, пуссида будит мама, пуссида буду я, тип йырлаған була торғайныҡ)))