Бөтә яңылыҡтар
Әҙип тормошо
14 Август 2019, 13:08

Әҙәбиәт һөйөүселәр Флүзә Әхмәҙиеваны иҫкә алды. Әгәр тере булһа, уға 70 йәш тулыр ине.

Учалы районы, Яңы Байрамғол ауылында әҙәбиәт һөйөүселәр, яҡташтары, яҡындары шағирәнең хәтер кисәһенә йыйылды. Сәхнәнән Флүзә Әхмәҙиеваның һабаҡташтары Фәйзулла Хәйруллин, Рәйфә Мифтахова, Наилә Ниғмәтуллина, Сәкинә Ғарипова, Флүрә Әхмәтйәнова, Миңлеямал Шәрипова иҫтәлектәре менән сығыш яһаны. Кисә ҡурай моңо, йыр, шиғырҙар менән үрелеп барҙы.

Кисәлә шағирәнең яҡындары – Луиза Азамат ҡыҙы, Резеда Азамат ҡыҙы хәтирәләре менән уртаҡлашты.
Флүзә Азамат ҡыҙының ижадын күптәр балҡып янған йондоҙ менән сағыштырҙы. Йондоҙ атыла, ижад ҡала... Киләсәк быуындар шағирәнең ижадын артабан да уҡыр һәм фәһем алыр.
Фото "Башҡортостан" гәзите сайтынан алынды.
Читайте нас: