Бөтә яңылыҡтар
Әҙип тормошо
4 Июль 2019, 18:32

Самауыр хаҡында һүҙ сыҡҡас... Рәшит ағай Солтангәрәев иҫкә төштө.

1995 йылдың декабре. Мостай ағай менән Әхмәр Стәрлетамаҡта йөрөгән көндәр. Рәшит ағай мине үҙенең 60 йәшлек юбилейына саҡырҙы. Юлға сығырға торам, Стәрлетамаҡтан шылтыраталар. Рәшит ағайҙы ҡотларға кешеләре юҡ, мине, кереп, бүләк алыуымды һәм Стәрлеләр исеменән һүҙ әйтеүемде һорайҙар. Ризалаштым. Миңә ҙур ғына гәлсәр ваза тотторҙолар. Ярай, шофер бар, ватылмаһын өсөн Өфөгә тиклем ҡосаҡлап барырға тура килде.

Юбилей “Нефтселәр” мәҙәниәт һарайында шәп үтте. Кеше ыңғайна һүҙ әйтеп, Стәрлетемаҡтың бүләген тапшырҙым. Аҙаҡ банкет та бик күңелле үтте.
Юбилей онотолоп өлгөрмәне, Рәшит ағай шылтырата:
– Әле генә бер мәрйә Стәрленән өндәште, беҙҙең бүләкте тапшырҙылармы, тип һорай, – тине.
– Өйөңдә яңы ваза бармы?
– Бар, – ти ағай.
– Шул була инде, – тим, – Стәрлеләрҙең бүләге.
Һүҙ шуның менән бөттө, онотолдо. Байтаҡ йылдар үтте. 1999 йылдың йәйендә миңә Өфөгә күсергә тура килде. Яңы фатир бирергә тейештәр, 2000 йылдың көҙөндә күсендек. Рәшит ағайҙың яңы торлаҡты күреп, фатиха биргеһе килә. Ана була, бына була, тип йөрөй торғас, 2000 йылдың ноябрь баштарында Рәшит ағай был донъяларҙы ҡалдырҙы.
Йыл самаһы үткәс, фатирымды күрергә әсәйем килде һәм әбейҙәрҙе йыйып, “Ҡөрьән” уҡырға теләк белдерҙе. Яҡын тирәләге үҙебеҙ белгән ике-өс әбейҙе саҡырҙыҡ. Хәким Ғиләжевтың хәләл ефете Лена апай, Рәшит ағайҙың ҡатыны Дилара еңгә килде. Еңгә килеп инеү менән: “Рәшит ағайың һине ифрат хөрмәт итте, фатирыңды күрергә теләгәйне. Хатта, өй ҡотлап бирербеҙ, тип бүләк тә алып ҡайтҡайны”, – тине һәм әлеге Стәрлетамаҡтар биреп ебәргән вазаны сығарып ултыртты.
Гәлсәр ваза, ана, төптәрәк, күренмәй генә тора. Үҙен күргән һайын әсәйемде,
Рәшит ағай менән еңгәне һәм Лена апайҙы иҫкә төшөрәм. Йәндәре йәннәттәлер,
моғайын.
Читайте нас: