Бөтә яңылыҡтар
Әҙип тормошо
7 Июнь 2019, 18:38

Атайым өсөн дә яҙам...

– Бер ҡаҙанға ике тәкә башы һыймай, тиҙәр. Мәшһүр шағир Рәйес Түләк менән бер ауылданһығыҙ. Был әйтем һеҙгә ҡағылмағандыр тип уйлайбыҙ, шулаймы? Арағыҙҙан ел дә үтмәне шикелле... – Был һорауға ауылдашым, күршем, ҡорҙашым (беҙ ике йылда тыуһаҡ та, арабыҙҙа өс кенә ай), ҡәләмдәшем, дуҫым Рәйес Түләктең “Йәшлек” гәзитенә биргән бер интервьюһындағы юлдар менән яуап биргем килә: “Әхмәр менән беҙ тоҙһоҙ вермишель дә, вермишелһеҙ тоҙ ҙа ашаныҡ, әммә сытайманыҡ...”

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай “Ағиҙел” журналында ғына түгел, ғөмүмән, бөгөнгө әҙәбиәтебеҙҙә төп көс аттарының береһе. Шағир, прозаик, публицист. Ҡәләмдәш булараҡ әйтәбеҙ, ифрат егәрле ҡуллы яҙыусы. Заманында “Киске Өфө” гәзитендә оҙаҡ йылдар күптәр һоҡланып уҡырлыҡ мауыҡтырғыс әңгәмәләр, үткер мәҡәләләр, ҡыҙыҡлы әҫәрҙәр ижад итте. Шулай, көндәлек гәзит эше електе генә түгел, аҡылды ла һура ғына! Хәҙер ҡәләмдәшебеҙ “Ағиҙел” журналында береһенән-береһе йөкмәткелерәк мәҡәләләр яҙа, әңгәмәләр ойоштора. Беҙ ҙә, ни хәл итәйек, баҙар шарттарына яраҡлашайыҡ, тип ҡырталашҡан булабыҙ. Ошо юҫыҡта Әхмәр Ғүмәр улы һуңғы ике-өс йылда байтаҡ очерктар ижад ҡылды. Үҙебеҙҙе: “Мәҡәләне Әхмәр яҙҙы бит, уҡыусыға мотлаҡ оҡшағандыр”, – тип, тынысландырабыҙ. Шуныһы раҫ: ҡәләмдәшебеҙ ихлас, ирәбе әҙип. Ифрат тиҙ ышана, үҙе лә ышандырыу ҡеүәһенә эйә. Хәйер, баймаҡтар бөтәһе лә шулай шикелле: алсаҡтар, күңелсәктәр, уңғандар, егәрлеләр. Әйҙә, шулай булһындар.


– Тыумышың менән Баймаҡ районының Буранбай ауылынан икәнлегеңде беләбеҙ. Ауылығыҙ милләтебеҙгә атаҡлы сәсәндәр, йыраусылар, ҡурайсылар, шағирҙар бүләк иткән. Был феномендың асылы нимәлә икән, ни өсөн тап Буранбайҙан шул сама күп билдәле ижади шәхестәр үҫеп сыҡҡан?

– Рәшиҙә Мәһәҙиева етәкселек иткән “Ватандаш” журналы республикабыҙҙың данлыҡлы ауылдарына арналған форумдар үткәрә башланы. Һуңынан был саралар журнал биттәрендә сағылыш таба. Бик яҡшы һәм ҡыҙыҡлы башланғыс. Быйыл журналдың 7-се һанында тыуған төйәгебеҙ хаҡында ла бик төплө материалдар баҫылып сыҡты. Унда “Буранбай ауылы феноменының асылы нимәлә?” тигән һорауға төрлө характерҙағы яуаптар, дәлилдәр килтерелә. Шуныһы ла үҙенсәлекле: яуап биреүселәр араһында Буранбайҙа тыуып үҫкән арҙаҡлы шәхестәр ҙә бар. Шәхсән үҙемә килгәндә, мин тыуған ауылым Буранбай феноменының сәбәптәрен биш факторға бүлеп ҡарайым:

1. Төп сәбәп “Буранбай” йырында яталыр ул. Уның аһәңендә илаһилыҡ бар. Буранбай сәсәндең замандашы Ишмөхәмәт сәсән Мырҙаҡаев Буранбайҙы “баҡсалағы һандуғас”ҡа, үҙен һәм башҡаларҙы “тәҙрә төбөндәге күгәрсен”гә тиңләгән. Миңә йыш ҡына: “Ниңә шундай данлыҡлы ауыл була тороп, клубығыҙ ағастан һәм иҫке ул?” – тиҙәр. Уларға Ишмөхәмәт сәсәндең һүҙенә таянып: “Һандуғас бер ваҡытта ла сыйырсыҡ ояһына инмәй һәм оя эсендә һайрамай...” – тип яуап бирәм. Миңә ҡалһа, “Буранбай” йыр ғына түгел, ул – көйҙө сығарыусының йөрәк ихтилалы, тик ғәҙеллек, тик илаһилыҡ, тик изгелек ҡылыу өсөн яратылған кешенең үҙен ошо хәлгә ҡалдырыусыларға ҡарата белдерелгән йөрәк протесы.

Ялған ялаларҙы миңә яғып,

Ебәрҙеләр Себер күрәлмай, –

тип йырлай үҙ йырында Буранбай. Донъя халыҡтарының оҙон көйҙәрен ғүмер буйы өйрәнгән япон ғалимы Тонимото Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаев башҡарыуында “Буранбай”ҙы тыңлағанда илауы һәм шул мәлде үҙ ғүмеренең иң бәхетле көнө тип атауы ла күп нәмә тураһында һөйләй.

2. Тарихи фактор. Ни өсөн Буранбай эҙәрлекләүҙәргә дусар булған? Тарихтан билдәле булыуынса, батша державаһы башҡорт ерҙәрен межаларға, йәғни ерҙәрҙең сиктәрен билдәләргә тотонған. Старшина Буранбай Ҡотосов ерҙәрҙе һаҡлау өсөн Кинйәбулат ауылын биш өлөшкә бүлгән, йәғни, халыҡса әйткәндә, “бәпәйләткән”. Был урындарҙа ауыл һалынып ята тип межалай алмағандар, шуның өсөн дә Буранбай эҙәрлекләүҙәргә дусар булған да инде. Уның миҫалына башҡа старшиналар ҙа эйәргән. Беҙҙең төбәктә башҡорт ауылдарының күпләп һаҡланып ҡалыуы менән Буранбай сәсәнгә бурыслыбыҙ. Ул саҡта беҙҙең ауылдан хәҙерге Ғәҙелбай, Манһыр, Әпек, Яңы Кинйәбулат (хәҙерге Беренсе Этҡол ауылының Ҡышлауар йылғаһының һул ярында ултырған өлөшө), Буранбай (хәҙерге Баймаҡ ҡалаһы) ауылдары бүленеп сыҡҡан.

Әйткәндәй, башҡорт донъяһының Мөжәүир хәҙрәт феномены беҙҙең ауылға бәйле, уның ата-олаталары Манһырға хәҙерге Буранбайҙан күсеп килгән, шәжәрәһе Буранбай сәсән тамырына барып ялғана.

3. Ауылда һәр осорҙа ла башҡорт йәмғиәтенең, аҡһаҡалдар ҡороноң, дини йолаларҙың һаҡланыуы, халыҡ тормошо менән идара итеүе. Бер генә миҫал. 1914 йылда Азаматов Билал тигән олатай Ватан һуғышынан Зоя (Зөләйха) тигән поляк ҡыҙын эйәртеп алып ҡайта. Ҡыҙ Ислам динен ҡабул иткәнсе, башҡортса һөйләшергә өйрәнгәнсе күрше Ямашта йәшәгән. Ауылға уны имтихан бирҙертеп кенә үткәргәндәр. Урындағы халыҡ дин менән милли традицияны бөгөнгә тиклем килтереп еткергән. Беҙҙә “Ауылы берҙең – ҡәүеме бер” тигән йола һис тайпылышһыҙ үтәлгән. Ул нимәне аңлатҡан һуң? Ситтәр, бигерәк тә икенсе диндәге кешеләр, ауылыбыҙға “үҙ уставы” менән инә алмаған. Кергән хәлдә лә, динебеҙҙе, телебеҙҙе, бер һүҙ менән әйткәндә, башҡортлоғобоҙҙо ҡабул итергә тейеш булған. Был йола рухи булмышыбыҙҙы һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ иткән.

Ауылда башҡорт йәмғиәтенең йоғонтоло эшләүенә бәйле тағы бер миҫал. 1929 йылдың 13 мартында нигеҙҙә дин эйәләре – мулла һәм мөәзиндәр – ҡатнашлығында Иҫке Кинйәбулат (хәҙерге Буранбай) ауылында йыйылыш уҙғарылған һәм ҡарар сығарылған. Унда муллалар, бер туған Йосоп һәм Закир Ғәйетбаевтар, мөтәулла Мөхлис Үтәбаев ҡатнашҡан. Йыйылышҡа Исхаҡ Алтынбаев рәйеслек иткән, президиум ағзаһы булып Хәлил Раев, йыйылыш секретары булып Мәлик Әминев торған. Сарала ҡатнашҡан 50 кешенең барыһы ла ҡабул ителгән мөрәжәғәт-ғаризаға ҡул ҡуйған. Уны тейешле урынға еткереү өсөн делегат итеп Закир Ғәйетбаев менән Сәйғәфәр Халиҡовты (Сәйед Йәғәфәр, уны ауылда “Сәпә” тип тә атап йөрөткәндәр) тәғәйенләгәндәр.

Йыйылышта ҡабул ителгән документта муллаларға һалымды күп һалғанлыҡтан, уны кәметеү, мәсетте япмау һәм унда йөрөү, ғәйет ваҡыттарында намаҙ уҡыуҙы туҡтатмау тураһында һүҙ барған. Өлкәндәргә ҡушылып, район властарына Иҫке Кинйәбулат ауылы йәштәре лә хат яҙған. Улар муллаларға ғәйет уҙғарырға мөмкинлек биреүҙе, иректәрен ҡыҫмауҙы һораған.

Ауылда динде һаҡлап ҡалыу буйынса ойошторолған ошондай сараларҙың аҙағы бик насар тамамлана. Ошо уҡ йылда “...богомольники Старокинзябулатово хотят завоевать авторитет...” тигән хәбәр таралып китеп, 1930 йылдың 20 майында ошо төбәктә 58 кеше ҡулға алына, быларҙың яртыһы тиерлек – 28 кеше – атыла (һигеҙе Иҫке Кинйәбулат ауылыныҡы), ҡалғандары төрмәгә ябыла йә, кулак булараҡ, ситкә оҙатыла.

Тағы ла бер миҫал: Әнүәр Әсфәндиәров мәғлүмәттәре буйынса, ауылыбыҙ 1934 йылда Иҫке Кинйәбулаттан Буранбайға үҙгәртелә. Әнүәр Закир улы әйтеүенсә, халыҡ ҡултамға йыйып, сәсәндең исемен мәңгеләштереү маҡсатында Сталинға хат яҙып, быға өлгәшә алған. Күҙ алдына килтерегеҙ: шәхес культы башланырға торған ҡатмарлы һәм хәүефле йылдарҙа ауылыбыҙ аҡһаҡалдары үҙ төйәгенә сәсәндең исемен бирҙертә алған. Тимәк, бик тәүәккәл һәм берҙәм булған улар.

4. Таңһылыу еңгәй Аралбаеваның хеҙмәте. Ауылда сәнғәт оҫталары үҫеп сыға икән, был – ҡурайсы-педагог Фәттәх Аралбаевтың ҡаҙанышы. Ә уны әсәһе Таңһылыу еңгәй тәрбиәләгән. Егермегә яҡын ҡурайсыбыҙ, йырсыларыбыҙ, бейеүселәребеҙ республика конкурстарында гран-при яулаған икән, уларҙың уҡытыусыһы Фәттәх Аралбаевтың хеҙмәте ята бында. Фәттәх – үҙе феномен. Беҙ бәләкәй саҡта Фәррәх ағай менән Таңһылыу еңгәйҙең малайҙары, уйынды өҙөп, иҙән йыуырға, һыу ташырға тип ҡайтып китә торғайны. Ата-әсәһе уларҙы егәрле, намыҫлы итеп тәрбиәләне, ул мәктәпте Фәттәх тә үтте.

5. Тағы ла бер сәбәп. Көслөгә һәр ваҡыт һыйыналар. Бер заман беҙҙең ауылға сыңғыҙҙар күсеп килә башланы. Дауыт олатай Әбйәлилов өйөн, хатта ҡутарып та тормайынса, Буранбайға күсерҙе. Уны былай тип һөйләйҙәр: хужа трактор менән йортон һөйрәтеп алып килә ята, мөрйәһенән төтөнө сығып килә икән. Олатай үҙе болдорҙа тәмәке тартып ултыра, ә Мөбинәһе: “Хәҙер буранбайҙарҙы һыйлайым!” – тип һалма йәйеп килә, имеш, ти. Насар ергә килмәйҙәр.

Бына Буранбайҙың феномены ҡайҙа ул! Атай-олатайҙарыбыҙҙың боронғо традицияларын һаҡлап ҡалыу ҙа феноменға тиң. Мәҫәлән, Мөхлис олатай алдында берәү ҙә симешкә сиртергә, тәмәке тартырға, юлын киҫергә ҡыймай торғайны. Феноменды киләһе быуынға ла еткереү өсөн мәктәптәрҙе, кешеләрҙе, йәштәрҙе һаҡларға, эш урындарын булдырырға кәрәк.

Феномен хаҡындағы һүҙем оҙаҡҡараҡ китте, шулай ҙа бер күренеш хаҡында әйтмәй булдыра алмайым: беҙҙең Буранбай ауылында тик боронғоса йырлаусы ғына йырсыға иҫәпләнә. Хәҙерге ауылдаштарымдың мәҙәни-сәнғәти-әҙәби булмышы тап ошо биш сәбәптә ята, минеңсә.


– Әҙәби ижадҡа һин шиғриәт аша килеп индең, кемдеңдер йоғонтоһо ла булғандыр?

– Әлбиттә. Һис шикһеҙ шулай. “Сәбәпһеҙ ҡош та осмай” тиелә халыҡ мәҡәлендә. Атайымдың әсәһе Тайфа ҡартәсәйем минең өсөн “Пушкиндың Арина Родионовнаһы” кеүек булды. Гел елкәһенә ултыртып, әкиәттәрен, шиғырҙарын һөйләп, йырҙарын көйләп алып йөрөй торғайны. Әгәр ҙә минең ундай рухи байлыҡтың ҡәҙерен аңлаған көнгәсә йәшәһә, бөгөн донъялағы иң бай мираҫҡа эйә кеше булыр инем. Бер кем дә уның ауыҙ-тел ижадын ҡағыҙға, магнитофон таҫмаһына теркәмәгән. Бер йырының һүҙҙәре генә иҫемдә ҡалған:

Крепостной ҙа юлы, ай, ҡарағай,

Ҡарағайға ҡарап үтмәй һис ярамай.

Үҙ башҡайҙарыңа ҡайғы төшһә,

Кешеләрҙән күреү һис ярамай...

Әсәйемдең әсәһе Маһира өләсәйем дини кеше булды, Таулыҡай ауылындағы Хәлил хәҙрәт Рәхимовтың мәҙрәсәһендә уҡыған, ул тормоштағы һәр күренешкә ҡарата хәҙистәр йә аяттар, сүрәләр һөйләр ине. Атайымдың бер туған ағаһы Басир олатайым (беҙҙә атайҙан өлкән кешегә олатай тип өндәшәләр) шиғри йәнле кеше ине, уның да йоғонтоһон тойҙом. Әсәйемдең лөғәтендә тик үҙе генә ҡулланған һүҙҙәре күп булды. Хәҙер инде улар минең яҙған әҫәрҙәрҙә йәшәй. Әсәйем тағы ла миңә уйлағаныңды кешенең йөҙөн йыртмай ғына әйтә белергә өйрәтте. Был алымды кинәйә, образ тиҙәр. Атайым, хажи Ғүмәр Халис улы үҙенә күрә фәйләсүф ине, халыҡ йырҙарын оҫта башҡарҙы.

Тәүге тапҡыр Рәми Ғариповтың шиғырҙарын уҡып, шиғриәткә ғашиҡ булдым. Һуңынан ауылдашым Рәйес Түләк менән Өфө ҡалаһына килгәс инде, ижад донъяһына аяҡ баҫҡанда Рауил Бикбаев, Булат Рафиҡов, Хәсән Назар, Рәшит Солтангәрәев, Тимер Йосопов, Аҫылғужа Баһуманов ағайҙарымдың, Таңсулпан Ғарипова, Тамара Ғәниева, Таңһылыу Ҡарамышева апайҙарымдың йылы ҡараштарын, ярҙамын тойҙом. Рәхмәт уларға!


– Зөһрә Сәлимйән ҡыҙы, һин туҡтап тор әле... Дөрөҫ, барыһын да ҡыҙыҡтырырлыҡ һәйбәт һорауҙар һәм һәйбәт яуаптар. Ошо ерҙә атыңдың дилбегәһен миңә бер боролошҡа тиклем биреп тор. Әхмәр, һине белгәндән бирле, әҙәбиәт менән яҡынданыраҡ (элек Темәс китапханаһына килгән әҙиптәр менән осрашыуҙар ваҡытын әйтмәйем) таныштым. Һинең менән беҙҙе шиғриәт кисәһе осраштырҙы, таныштырҙы. Үткән быуаттың 80-се йылдар башында ул саҡтағы Башҡорт дәүләт педагогия институтының “Тамсылар”, Башҡорт дәүләт университетының “Шоңҡар” кисәләренә мин Өфөнөң нефть институтында уҡығанда килә инем. Шиғриәт кисәләренән һуң данлыҡлы 6-сы ятаҡтың 906-сы бүлмәһендә ҡыҙыу бәхәстәр ҡора, Рафаэль Сафиндың, Рәми Ғариповтың шиғырҙарын яттан һөйләп, һоҡланып, “ҡот осҡос” образдарҙы иҫебеҙ китеп үҙебеҙ өсөн аса инек. Шул осор тураһында һөйлә әле?

– Данлыҡлы 906-сы бүлмә хаҡында бик күпте һөйләргә булыр ине. Дүрт кешелек был урында бер ваҡытта ла дүрт кеше генә йоҡламаны. Ҡыҫҡаһы, Өфөгә йомош менән килеп, туҡтар ере булмағандар ҙа, ниндәйҙер юл менән беҙҙең адресты табып, ҡунып китә торғайны. Шау-шыулы мәжлестәр ҙә, табын ҡороуҙар ҙа, күңел асыуҙар ҙа үтте унда. Дөйөмләштереп шуны ғына әйткем килә: беҙгә ул заманда күңелһеҙ булманы. Ул бүлмәлә, башҡа урындарҙа ла үткән сараларҙа, Нияз, һин дә ҡатнаша торғайның. Беҙгә бигерәк тә нефть институтының архитектура факультетында уҡыған кешенең үҙенсәлекле фекерҙәргә ҡоролған шиғыр юлдарын тыңлау ғәжәйеп кинәйәле булды. Әйтәйек, һинең ике-өс һүҙҙән торған бер юллыҡ шиғырҙарыңды бер ҡасан да оноторлоҡ түгел. Әле ул бүлмәлә булған егеттәр менән осрашҡан саҡта һәр ҡайһыһы һинең бер юллыҡтарыңды иҫкә төшөрә. Нисек әле: “Бесәйҙең сәсе ағарған”, “Тыңлаусан күбә”, “Ун бишенсе ҡайын” һ.б.

906-сы, шулай уҡ университет ятағында Рәйес Түләк, ҠолДәүләт, Ғәбиҙулла, Салауат Әбүзәр, Вәғиз Сабитов йәшәгән бүлмәләр ҙә ул замандың “фекер тресы”на, “шиғриәт цехы”на әүерелде. Хәҙер, белмәйем, институт, университет ятаҡтарында ундай бүлмәләр бармы икән?


– Яҙмыш беҙҙе йәнә яҡындан Баймаҡта осраштырҙы. Тулҡын булып үҙ районыбыҙға ҡулға йүнәлеш алып ҡайтҡан 70 йәш белгес араһында йәнә икебеҙ. Артабан шәм яҡтыһында урындағы йәштәр – Баймаҡ халыҡ театры ҡыҙҙары һәм егеттәре – менән шиғырҙар уҡыу, шағир, композитор, йырсы Фәнил Әбделмәнов баянына ҡушылып таңға тиклем йырлашып ултырыуҙар... Артабан Наил Ғәйетбай ойошторған бик әүҙем ижади тормош, әҙәбиәт һөйөүселәр менән осрашыуҙарҙы йыш уҙғарған “Ирәндек” әҙәби берекмәһе... Артабан һине әрме сафына алдылар... Унан икебеҙҙе бер үк ваҡытта тиерлек Өфө редакцияларына эшкә саҡырҙылар. Мин – “Совет Башҡортостаны”нда, һин “Ағиҙел” журналында эш башланыҡ. Хәҙер ҙә ошондаһың. Журналға кире ҡайтҡансы күп кенә урындарҙа хеҙмәт иттең. Ошо үткән ижади тормошоңа хәҙерге күҙлектән ниндәй баһа бирәһең?

– Беҙ ҡайҙарҙа ғына йөрөһәк тә, ҡайҙарға ғына барһаҡ та, һәр ваҡыт башланғысыбыҙға кире ҡайтабыҙ бит. Был – тормош асылы. Кеше һәр ваҡыт нимәлер эҙләй, әммә таба алмай, һуңынан, баҡыйлыҡҡа күскәс кенә, Цой йырлағанса, “юғалтҡан ожмахын” тапҡас ҡына, ғүмер буйы бәхет тип нимәне эҙләгәнен аңлай тиҙәр бит. Өфөлә хеҙмәт юлымды “Ағиҙел”дән башлап, хәҙер ҙә ошо уҡ журналда эшләп йөрөүемә мин тап ошолай – фәлсәфәүи күҙлектән – ҡарайым һәм үткән тормошома һис тә үкенмәйем. “Бер ингән утҡа ҡабат инмә” тип тә әйтәләр, әммә был йәһәттән мин практик: “Бер янып өйрәнгән утта яныуы еңелерәк бит...”, “Өйрәнгән ат яуҙа яҡшы” ти халыҡ.


– Бөтә шиғыр китаптарың да коллектив йыйынтыҡтарҙа баҫылған. Үҙеңдең айырым шиғри баҫмаңды ҡулға алыу теләге булғандыр бит? Ни сәбәптән шулай килеп сыҡты?

– Азамат Юлдашбаев: “Китап ваҡиға булырға тейеш”, – тине бер мәл. Ысынлап та, шулайҙыр. Бәлки, шундай яуаплылыҡ миңә айырым шиғри китабымды сығарырға ҡушмайҙыр. Күләмгә килгәндә, шиғырҙарым, поэмаларым күптән инде бер нисә китаплыҡ булған. Мин бөгөн үҙемде прозала, публицистикала уңайлы тоям. “Һағыныу”, “Сәхрә”, “Үрелеп алған алма” тигән проза китаптарым, тағы ла бер нисә публицистик баҫмам уҡыусы тарафынан йылы ҡабул ителде. Күрәһең, әгәр ҙә Азаматтың һүҙенә ҡушылып әйтһәм – ваҡиғаларым шул китаптарҙалыр инде.


– Һине уҡыусылар фәйләсүф итеп тә белә...

– Мин фәйләсүф булайым, тип кенә фәйләсүф булып булмайҙыр ул. Ни өсөн тигәндә, ундай һөнәр юҡ. Фәйләсүф ул – күңел торошо, фекерләүҙәге сифатың. Икенсе төрлө әйткәндә, уй төйнәү процесы һөҙөмтәһе. Фәйләсүф булайым әле, тип махсус китаптар уҡығаным юҡ, диссертация яҡларға ла йыйынмайым. 2001 йылда мәрхүм ғалим, философия фәндәре докторы Дамир Вәлиев үҙенең етәкселегендә аспирантурала уҡырға тәҡдим иткәйне былай. Эйе, теге йәки был мәсьәлә буйынса фекер йөрөткәндә үҙемдең ысулым бар. Мин һәр ваҡыт уйланған саҡта фекер предметымды кире йүнәлешкә бороп, йылға ағымына ҡаршы барып, үҙем өсөн яңы булып тойолған фекерҙәр табырға өлгәшәм. Классик философияла был алым ике төп законға тура килә: тәүгеһе – берҙәмлек һәм дәғүәләшеү ҡануны, икенсеһе – инҡар итеүҙе инҡарлау. Бәлки, тап шуның өсөн дә мин башҡаларға фәйләсүф булып күренәмдер.


– Һин – публицистика өлкәһендә лә күп эшләгән әҙиптәрҙең береһе. Быға “Киске Өфө” гәзитендәге хеҙмәтең дә сәбәпсе булғандыр. Публицистиканың уҡыусыға йоғонтоһо, тәьҫир көсө әҙәби әҫәргә ҡарағанда нығыраҡ тип уйлайһыңмы?

– Публицистиканың өҫтөнлөгө шунда: бөгөн барған ваҡиғалар хаҡында бөгөн үк яҙып, уҡыусыға еткереп була. Шиғриәт тә шундай ҡөҙрәткә эйә. Сәхнә әҫәрендә иһә әле барған ваҡиғаны әле бара тип тамашасыға еткереп була. Проза өсөн иһә ваҡыт, уйланыу, дөйөмләштереү арауығы кәрәк. “Киске Өфө” гәзите миңә оператив эшләргә, тиҙ яҙырға өйрәтте. Гәзиттең характеры шулай бит инде. Әммә унда оҙаҡ эшләүҙең кире яғы ла бар: проза әҫәрҙәрең дә очеркка, мәҡәләгә оҡшай башлай. Был йәһәттән күренекле яҙыусыбыҙ Рәшит Солтангәрәевтең әйткәндәре фәһемле. Әҙип, гәзиттә биш йылдан ашыу эшләргә ярамай, ул прозаикты журналисҡа әйләндерә, ти торғайны.


– Күп кешеләр, ғәҙәттә, үҙ етешһеҙлектәрен, хатта бәләкәй генә булһа ла, белдереүҙән ҡурҡа тип әйтәйекме, барыһы ла аҡтан-аҡ, пактан-пак булып күренергә тырыша. Ә һин, бөтә “мир”ға ҡысҡырып, “Мин эсеүемде ташланым” тип яҙып сыҡтың. Ни өсөн был аҙымға барҙың, әллә ошо юл менән уҡыусының иғтибарын йәлеп итергә теләнеңме? Һәр хәлдә, был яҙмаларың аҫтында ғәҙәттән тыш сәбәп ятҡанлығы бәхәсһеҙ булып тойола...

– Һыуға инеп, унан ҡоп-ҡоро килеп сығып булмай бит инде. Тап шуның кеүек, “Мин эсеүемде ташланым” тип әйтеү өсөн иң тәүҙә “Мин эскесе инем” тигәнде лә танырға кәрәк бит әле. Был хаҡта Хәйбулла районының Таштуғай ауылынан Фәриғә апай Күсәкова үҙенең хатында яҙғайны. Ул йәнә, бәҫемде төшөрөүҙән ҡурҡмайынса, был хаҡта асыҡтан-асыҡ яҙа алғаныма һоҡланған. Миңә ҡалһа, “эскесе” тигән абруйға ҡарағанда “мин эсеүемде ташланым” тигәне ҡиммәтерәк.

“Ғәҙәттән тыш сәбәп”кә килгәндә, әлбиттә, булды ундайы. Хәҙерге көнөмдән тороп, мин бында ике төрлө сәбәп-маҡсатты билдәләр инем. Был яҙмаларымдың “Үҙең тураһында һөйлә” тигән өлөшөндә был фекерҙе әйткәйнем инде: әгәр ҙә ошо аҙымым хаҡында яҙмаған булһам, кем белә, бәлки, киренән эсә башлауым да мөмкин ине бит. Тағы ла эсеүемде ташлауым хаҡында башҡаларға һөйләүем минең ихтыяр көсөмдө уларҙың инаныуы аша нығытты ғына.

Икенсе сәбәп-маҡсат хаҡында ла яҙмаларымда күп тапҡыр әйтеп үттем. Нимә генә тимә, эскелек – шул уҡ суицид. Тик үҙ-үҙеңә ҡул һалыуҙан ул бер яғы менән генә айырыла: тәүге осраҡта кеше ҡапыл үлә, икенсеһендә яйлап, әммә ҙур ыҙалыҡ-михнәт күреп, ваҡытынан алда донъя ҡуя. Тәмәке тартыу ҙа шундай уҡ суицид төрөнә инә.

Яҙмаларым “Ағиҙел” журналында донъя күрә башлағас, яңыраҡ бер яҙыусы: “Инде бынан һуң бер әҫәр яҙмаһаң да, ошо һабаҡтарың менән әҙәбиәт тарихына инеп ҡалдың”, – тип көлдөргәйне.


– Әле “Буранбай” тигән тарихи-философик роман яҙаһың икән. Был эшкә тотонорға нимә этәргес булды?

– Тәүге һорауығыҙға яуап биргәндә Буранбай сәсән шәхесенең халҡыбыҙ тарихында тотҡан урыны хаҡында әйтеп үттем инде. Минең бишенсе быуын ҡартатайым Үтәбай Буранбай сәсәндең бер туған ҡустыһы булған. Буранбайҙың тағы бер ҡустыһы Йосоп, Йосоптоң улы Ғәйетбай, йәғни яҙыусы, драматург Наил Ғәйетбайҙың ҡартатаһы. Шуға күрә был әҫәргә үҙ затым шәжәрәһен яҙған һымаҡ тотондом. Буранбайҙың биографияһын күҙ алдына баҫтырғанда, күренекле тарихсыбыҙ Әнүәр Әсфәндиәровтың был шәхес хаҡында туплаған мәғлүмәттәре ныҡ ярҙам итте. Шулар нигеҙендә романдың 170 биттән торған тәүге вариантын әллә ҡасан уҡ яҙғайным да инде. Әммә ул үҙемә оҡшаманы. Тимәк, нисек итеп уҡыусыға тәҡдим итәйем инде? Ул вариантта мин, тарихи документтарға эйәреп, төп иғтибарҙы Буранбай сәсәндең биографияһын яҙыуға ғына йүнәлткәнмен. Шуға күрә был әҫәргә өр-яңынан тотондом.

“Буранбай” йырының тәьҫире хаҡында тәүге һорауға яуап биргәндә әйтеп үттем инде. Романдың икенсе вариантында мин, асылда, сәсәнгә был йырҙы сығарырға булышлыҡ иткән сәбәп-хәлдәрҙе асыҡлау маҡсатын ҡуйҙым. Ни өсөн тигәндә, моң йөкмәткеһе шул тиклем тәрән һәм һағышлы, уны ерҙәге кеше-ара, милләт-ара мөнәсәбәттәр ерлегендә генә аңлап та, аңлатып та булмай. Бында илаһилыҡ бар. Аллаһ бойорһа, ғүмер булып, әҫәремә нөктә ҡуя алһам, 60 йәшемә журнал уҡыусыларына тәҡдим итермен, тием.


– Һин, ҡасан ҡарама, үҙ донъяңда ғына йәшәгән, үҙ эсеңә бикләнгән кеше кеүек тәьҫир ҡалдыраһың. Өндәшкән саҡта ла ҡапыл тертләп китеп, нимә хаҡында һүҙ барғанын аңламағандай тойолаһың. Ни өсөн шулай?

– Бик дөрөҫ һиҙгәнһегеҙ. Ҡайһы бер яҡындарым был ҡылығым өсөн үпкәләп тә ҡуя. Әммә шундай булыуымдың сере ябай ғына: нимәгәлер диҡҡәтен ныҡ йүнәлткәндәр генә башҡаларға битараф һымаҡ булып күренә. Ни өсөн тигәндә, кеше нимәгәлер айырыуса үтә иғтибарлы булһа, башҡа һәр нәмәгә битараф. Хәҙерге заман теле менән әйткәндә, “пофигистар – үтә диҡҡәтле кешеләр...”


– Бүтәндәр һүҙенә, йоғонтоһона, тәьҫиренә, абруйына тиҙ бирешәһеңме?

– Был һорауға “Һемәйттем” тигән шиғырым менән генә яуап биргем килә:

Күҙ йоммай алданы,

Мин бары йылмайҙым.

Уйлаған булғандыр –

“Һемәйттем һиңмайҙы!..”

Йылмайып алданым –

Һиңмайым һемәйҙе...


– Дөрөҫлөктө, ғәҙеллекте яҡлап ниндәй аҙымдарға бара алаһың?

– Әгәр ҙә ул аҙымым кемдеңдер күңелен ҡырыуға алып килә икән, уны яһамаҫҡа тырышам. Йәшерәк саҡта был йәһәттән максималист инем. Хәҙер иһә һыуыҡты ла өрөп ҡабырға өйрәндем шикелле.


– Белеп тә, белмәй ҙә ҡылған иң ҙур хатаң?

– Яңылышлыҡ йәки ҡыҙыу ҡанлылыҡ менән яһаған яҙыҡтарым күп инде ул. Минеңсә, яңылышлыҡтар бер генә тапҡыр яһалһа, хата түгелдер, ә бына улар белә-күрә эшләнһә, ҡабатланһа, хатаға әүерелә. Үҙ ғүмеремдә белеп тә, белмәй ҙә күптәрҙе үпкәләттем дә, рәнйеттем дә, күбеһенән ғәфү үтендем. Ғөмүмән, асыуҙы оҙаҡ итеп күңелемдә йөрөтә алмайым, ыңғайы бер ауырый башлайым. Әгәр ҙә мөмкин булһа, рәнйеткән, үпкәләткән кешеләрҙән йүгереп барып ғәфү үтенәм. Яҙығым ярлыҡарлыҡ булмаһа, зыяным тейеүсегә яҡшы мөнәсәбәтемде күрһәтеп булһа ла тынысланырға тырышам. Ә инде үҙемде рәнйеткән кешеләр минән ғәфү үтенергә ашыҡмаһа, Хоҙайҙан уларҙы ярлыҡауын һорайым. Форсаттан файҙаланып, үҙем белеп тә, белмәй ҙә рәнйеткән барлыҡ кешеләрҙән ғәфү үтенәм!


– Ә нимәне бер ҡасан да кисерә алмайһың?

– Барыһын да ғәфү итәм. Кемделер, ни өсөндөр ғәфү итмәҫкә мин кем әле ул?! Хатта Аллаһ Тәғәлә беҙҙе ҡылған гонаһтарыбыҙ өсөн ярлыҡаған саҡта.


– Атай-әсәйеңдән алған иң ҙур һабаҡтар ниндәй булды?

– Атайым мине үҙ ғүмерендә бер тапҡыр ғына әрләне. Әлеге лә баяғы йәшлек максимализмы менән “Йәшлек” гәзитендә “Беҙ барыбер мәжүси” тигән мәҡәләм баҫылғайны. Шуның өсөн атайым һыу эскеһеҙ итте. Әсәйем һаҡсыл булырға өйрәтте. Ғаиләбеҙҙә 11 бала үҫтек. Әсәйебеҙ ғүмер буйы беҙҙең янда өйҙә булды, атайыбыҙ бер үҙе эшләне. Халыҡсан итеп әйткәндә, “мал көсө” менән йәшәнек, тиһәң дә була. Ас ултырманыҡ, ямаулы кейем кеймәнек. Мин атайым менән әсәйемә әле булһа һоҡланып бөтә алмайым: улар беҙҙе нисек итеп үҫтергәндер инде? Өҫтәүенә, 1971 йылда ауылда тәүгеләрҙән булып “Жигули” машинаһы һатып алдыҡ. Бер йылда иртәнсәк һигеҙ бала мәктәпкә уҡырға сығып киткән саҡ та булды. Ул ваҡытта туҡланған ризығыбыҙ – ит, картуф, икмәк, май, һөт, ҡаймаҡ. Газ булманы, барыбер бирешмәнек. Шуға күрә, дөйөмләштереп әйткәндә, атай-әсәйебеҙ биргән иң ҙур һабаҡ шулдыр: донъяла хәл итә алмаҫлыҡ мәсьәлә юҡ, бары тик булдыҡһыҙ кешеләр генә була.


– Бер ҡаҙанға ике тәкә башы һыймай, тиҙәр. Мәшһүр шағир Рәйес Түләк менән бер ауылданһығыҙ. Был әйтем һеҙгә ҡағылмағандыр тип уйлайбыҙ, шулаймы? Арағыҙҙан ел дә үтмәне шикелле...

– Был һорауға ауылдашым, күршем, ҡорҙашым (беҙ ике йылда тыуһаҡ та, арабыҙҙа өс кенә ай), ҡәләмдәшем, дуҫым Рәйес Түләктең “Йәшлек” гәзитенә биргән бер интервьюһындағы юлдар менән яуап биргем килә: “Әхмәр менән беҙ тоҙһоҙ вермишель дә, вермишелһеҙ тоҙ ҙа ашаныҡ, әммә сытайманыҡ...”


– Ике улың да үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫҡан. Улар һөнәр һайлағанда һинең менән кәңәшләштеме?

– Кәңәшләшһә лә, был мәсьәләнең хәл ителешен үҙ ихтыярҙарына ҡуйҙым. Ҡытай фәйләсүфе Ошо фекеренсә, балалар бер ваҡытта ла ата-әсәһе күрһәткән юлдан барырға тейеш түгел. Был, әлбиттә, бәхәсле. Әммә, ысынлап та, ата-әсәһе күрһәткән юлдан киткәндәрҙең күп осраҡта үҙ тормошо булмай, сөнки өлкәндәр йыш ҡына үҙҙәре йәш сағында бойомға ашыра алмағанды балалары ярҙамында хәл итергә тырыша һәм уларҙың яҙмышын емерә. Үҙем, мәҫәлән, атайымдың теләге буйынса тәүҙә ауыл хужалығы институтының механика факультетына уҡырға инеп, бер йылдан һуң күңелемә яҡын юлдан киттем.


– Улдарың үҫеп еткәс, ҡыҙ балаға атай булдың. Уға бик үҙенсәлекле исем ҡушҡанһығыҙ: Тамсы. Был һирәк исемде ҡайҙан таптығыҙ?

– Бығаса бер кемгә лә әйтмәгән серемде асайым. Минең балаларым иң тәүҙә әҫәрҙәремдең образы булып тыуҙы. “Мөғжизәле планета”ла – Әмир, “Бер юллыҡ шиғыр”ҙа – Әбйәлил, “Сәхрә”лә – Тамсы. Ҡыҙымдың исеменә килгәндә, ун етенсе, ун һигеҙенсе быуаттарҙа ул беҙҙең халыҡта киң таралған булған. Тамсы тип бөгөн ҡаҙаҡтар ҙа йыш ҡуша, уларҙа хатта шундай атамалы журнал да сыға. Татарҙарҙа Тамсыгөл осрай.

Ҡыҙыма үҙенең исеме шул тиклем оҡшай, башҡаларҙың үҙенә исемен әйтеп өндәшеүенә ҡыуана. Баймаҡтан берәүҙәрҙең ҡыҙҙарына Тамсы тип ҡушҡанын ишеткәс: “Ниңә улар минең исемде алған ул?” – тип әйтеп ҡуйҙы хатта. Һүҙ юҡ, кеше үҙ исемен биҙәй. Әммә ҡыҙыбыҙға Тамсы тип ҡушҡандан һуң был әйтемде шулайыраҡ итеп үҙгәртеп әйтә аламдыр: “Кеше исемен биҙәгән һымаҡ, исеме лә кешелә күркәм сифаттар тәрбиәләүгә булышлыҡ итә ала...”

Тағы ла шуныһы бар: бер ниндәй мәғәнә бирмәгән яһалма исем йөрөткәндәрҙең яҙмышы ла исеменә бәрәбәр, мәғәнәһеҙ булыусан.


– Был донъяла нимәләрҙән күңелең ҡайтты?

– Илебеҙҙә “намыҫлы хеҙмәт” тигән төшөнсәнең юҡҡа сығыуынан. Хәҙер ҡайһы бер йылғырҙар, ҡыл да ҡыбырҙатмайынса, финанс операциялары, махинация менән миллионер, миллиардер булып китә. Кешелек ауылдарҙан башлана, бөгөн иһә был төйәктәрҙең яҙмышы үҙ ағышына ҡуйылған. Бындай мөнәсәбәт тамырынан үҙгәртелергә тейеш. Нимәгәлер күңелем ҡайтһа ла, мин бер ваҡытта ла өмөтөмдө һүндермәйем.


– Һинең дошмандарың бармы? Ғөмүмән, кешеләрҙе ниндәй билдәләренә ҡарап дуҫҡа-дошманға айыраһың?

– Бер олоно, бер кесене тыңла тигәндәй, өлкән улым Әмир бер мәл бик ҡыҙыҡлы фекер әйтеп ысҡындырҙы: “Дошман юҡ, кеше бары үҙендә булған кире сифатынан ҡотолоу өсөн уны үҙһенмәгән кешеһенә “дошман” образы итеп күсерә...” Бик ҡыҙыҡлы фекер. Дошман – кешенең кире сифаты. Тағы ла ҡайҙалыр шундай фекер уҡыным: “Дошманын еңгән еңеүсе түгел, ә дошманын дуҫ иткән – ысын еңеүсе...” Әлбиттә, һүҙ юҡ, яуыз енәйәтсене, илен, милләтен һатыусыны, кеше үлтереүсене дуҫың итергә ынтылыу хаҡында һүҙ бармай бында. Фәйләсүфтәрҙең “Иң ҙур дошманың – үҙең” тигән һүҙе уйландыра барыбер ҙә.


– Һиңә йәшәү һәм ижад итеү өсөн ниндәй шарттар кәрәк?

– “Эш бүлмәм – Башҡортостаным, өҫтәлем – Урал ташы” тигән халҡыбыҙ шағиры Рауил Бикбаев. Мин комфорт яратмайым, яңы фекер, идея юлһыҙ ерҙә ята, ә башҡалар меңәр, йөҙәр тапҡыр үткән урында саңдау ғына ҡала. Мәрхүм шағир, ғалим Берйән Байымов миңә нисек итеп комфорт зонаһынан сығыуы, шуның һөҙөмтәһендә үҙенә уңыш йылмайыуы хаҡында һөйләгәйне. Бик ҡыҙыҡлы тарих, был хаҡта һөйләр өсөн айырым мәҡәлә кәрәк буласаҡ. Ҡыҫҡаһы, ул иртә таңдан көндәлек режимын, тәртибен үҙгәртеп, эшкә шорты кейеп, яланаяҡ, оҙаҡ ваҡыт ҡуҙғалмай ултырған машинаһын ҡабыҙып йүнәлгән һәм ҡыҙыҡлы, әммә тормошон ыңғай яҡҡа бороп ебәрерлек мажараларға тарыған. Форсат сыҡҡанда, был хаҡта яҙырмын да әле.


– Ҡыйын саҡтарҙа нимә эшләйһең?

– Хоҙайға рәхмәт әйтәм. Уға кәрәк булғаным өсөн миңә ҡыйынлыҡ ебәреп һынай бит. Гел рәхәт булһа, шулай уҡ яҡшы түгел дә. Мин ҡышҡы буранда тыуғанмын. Ошондай мәлде, йәй иһә ямғырҙы, көслө ел сыҡҡанын яратам. Әгәр донъя тын, һил була башлаһа, киреһенсә, күңелгә шом тула. Бына шундай бер бәндәмен инде. Әйткәндәй, мәғлүм ки, бәндә “Аллаһ ҡоло” тигәнде аңлата.


– Тормош принциптарың ниндәй?

– Бәхетле булыуың түгел, ә үҙеңде бәхетле итеп тойоуың мөһим.


– Һин тәүҙә Әхмәр Үтәбаев булып йөрөнөң, шунан – Әхмәр Үтәбай, хәҙер – Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай. Был оригиналь булып күренергә тырышыумы, әллә башҡа сәбәпме?

– Атайым мәрхүм бер ваҡыт малайҙарыма, үҙ исеменә бәйле, “Ғүмәров” тигән фамилия биреүемде һорағайны. Нишләптер, был аҙымға барырға ҡыйманым. Шулай ҙа атайым баҡыйлыҡҡа күскәс, уның шул үтенесен иҫемә төшөрөп, фамилияма атайымдың исемен һыҙыҡ аша өҫтәп, Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай булып киттем. Бында ике маҡсатты күҙ уңында тоттом. Беренсенән, ҡайҙалыр минең мәҡәләм, әҫәрҙәрем баҫыла ҡалһа, уны күреү менән уҡыусылар атайымды ла иҫенә төшөрәсәк. Икенсенән, ҡултамғамда атайымдың исеме ҡуйылғас, яуаплылыҡ тойғоһо ла юғары миндә. Нимә генә тимә, мин атайым өсөн дә яҙам.


Нияз МӘҺӘҘИЕВ һәм

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА әңгәмәләште.
Читайте нас: