Бөтә яңылыҡтар
Әҙип тормошо
6 Июнь 2019, 20:04

Бөгөн беҙҙә оло байрам!

Журналыбыҙҙың яҡын дуҫы, элекке коллегабыҙ, хәҙерге әүҙем авторыбыҙ, халҡыбыҙ шағирәһе Тамара Ғәниеваның күптән лайыҡ булған "Башҡортостандың халыҡ шағиры" тигән исеменең рәсми рәүештә танылыуын "йыуырға" йыйылғанбыҙ. "Йыуырға" тигәндән, беҙҙә күптән инде ҡоро закон. Дөрөҫөн әйткәндә, дуҫыбыҙҙың бындай маҡтаулы исемгә лайыҡ булыуы, эсмәйенсә лә, шатлыҡтан ғына иҫерерлек ваҡиға! Ана бит, Бөрйәндәр ҙә ап-айныҡ һабантуй үткәреп ташланы. Ысынбарлығыбыҙға хәҡиҡәт күҙлегенән ап-айныҡ килеш ҡарарға күптән ваҡыт. Тамара Ғәниеваның ижады ана шундай сифатҡа эйә.

Арҙаҡлы мәжлестең ҡунаҡтары ла арҙаҡлы: БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡололтайы депутаты, Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Зәки Әлибаев, Башҡортостан "Китап"нәшриәте директоры Илһам Йәндәүләтов, баш мөхәррире Зөлфиә Ҡарабаева, йәмәғәт эшмәкәре Фәнзил Санъяров, шағирә Лариса Абдуллина, журналист Шамил Кучуков һ.б., һ.б...
Читайте нас: