Хөрмәтле дуҫтар, “Ағиҙел” журналының сайтында “Рәйес Түләк моңо” тигән рубрика асырға булдыҡ. Ошо яҙма аҫтында комментарийҙар рәүешендә шағирҙың ижады тураһында фекерҙәрегеҙ, хәтирәләрегеҙ менән уртаҡлаша алаһығыҙ. Иң шәп тип табылған яҙмалар Рәйес Түләктең тыуыуына 60 йыл тулған көндәрҙә, йәғни быйыл октябрь айында “Ағиҙел” журналында донъя күрәсәк.