– Салауат исемен әйтеү менән милли батырыбыҙ күҙ алдына килеп баҫа. Был үҙе үк кеше яҙмышына ҙур яуаплылыҡ һәм бурыстар өҫтәй кеүек. Һиңә ошо исемде кем ҡушҡан? Уның ниндәйҙер йоғонтоһон тойоп йәшәйһеңме?
– Минең Әмир, Әнүр, Фәнүр исемле ағайҙарым бар. Уларға ауаздаш итеп Фәнир тип ҡушырға уйлағандар башта. Иң өлкән ағайым ҡаршы булған, Салауат тип ҡушығыҙ, тигән. 1967 йылда тыуғанмын. Нәҡ шул йылда милли батырыбыҙ Салауат Юлаевҡа һәйкәл асыла. Ошо ҙур байрам “ҡалъяһы” миңә лә насип булған – Салауат исеме эләккән!
Әлбиттә, есемде исем билдәләмәй, ләкин халҡыбыҙҙың ғорурлығына әүерелгән исемде йөрөтәһең икән, тап төшөргө килмәй. Был исем мине бер саҡ “батырып” та алды ул... Һөйләйем әле.
Ул “батыу” ғүмерлек һабаҡ булып, хәтеремдә ҡалған. Малайҙар менән картуф баҡсаһы артында ятҡан Атау тигән урманлыҡҡа йомортҡа бешереп ашарға йөрөй торғайныҡ. Аслыҡтан түгел, мәрәкә өсөн. Һәр кем һарай башынан ике-өс йомортҡа ала ла китәбеҙ. Бер мәл ямғырлы көндәрҙән һуң аяҙайтып ебәрҙе. Ғәҙәттәгесә, биш-алты малай “төйәгебеҙ”гә юлландыҡ. Картуф баҡсаһына еткәс, туҡтап ҡалдыҡ: буйҙан-буйға күләүек хасил булған. Әлбиттә, икенсе яҡтан урап сығырға ла мөмкин. Мин ни, исемем Салауат булғас, батырлыҡ күрһәтәм, йәнәһе, тураға – күләүеккә төш тә кит! Өс-дүрт аҙым атланыммы, юҡмы – артабан барып булмай ҙа ҡуя. Аяғымды батҡаҡ упты, һурып алырлыҡ түгел. Торам нимә эшләргә лә белмәй. Оҙон таяҡ табып, малайҙар тартып сығарҙы, аяғымдағы итек һурылып ҡалды. Ғәрлегемдән илай-илай ҡайтып киттем...
Тормош юлында ла һаҙлыҡтар әйләнгән һайын осрап тора, уларҙы урап үтә белергә лә кәрәк. Мин-минлеккә барып, “батҡаҡҡа” төшөп китһәң, итегең генә түгел, бәхетең, хатта ғүмерең “убылып” ҡалырға мөмкин...
– Ғафури районынан бик күп талантлы яҙыусылар, шағирҙар, билдәле ғалимдар сыҡҡан. Был күренеште нимә менән аңлатырға мөмкин икән?
– Ғөмүмән, Башҡортостан – таланттар төйәге! Башҡорт – тәбиғәт балаһы, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Беҙҙең халыҡ урманға керһә, яланға сыҡһа... йырһыҙ сыҙай алмай. Иректә осҡан ҡош шикелле инде, һайрарға ғына тора. Күңел – көҙгө бит ул. Башҡортостаныбыҙҙың күркәм тәбиғәте ана шулай кешеләр күңелендә сағылыш таба.
Бер мәрәкә хәл иҫкә төштө: баһадир кәүҙәле, көрәктәй ҡуллы балыҡсы бер ағай бар. Еҙем буйында балыҡ тотоп йөрөгән сағында йылға буйлап ағып килгән туристар тап була быға. Һөйләшеп китәләр. Туристар был ағайҙы мәй менән һыйлай. Тотона был “Урал”ды һуҙырға. Эй, һуҙа икән ағай, эй, һуҙа. Аптырағас, бер турист:
– “Урал” когда кончается? – тип һорай.
– “Урал” длинный, никогда не кончается! – тип йырлауын белә ағай.
Шулай төпһөҙ ул башҡорттоң күңеле.
– Алыҫ Көнсығышта сик буйы ғәскәрҙәрендә әрме хеҙмәтен үткәнһең. Ул осорҙа ла «олатайлыҡ» булдымы? Бөгөн улыңды армияға ебәрер инеңме?
– “Олатайлыҡ”һыҙ әрме юҡтыр ул, ләкин күп нәмә үҙеңдән тора. Беҙҙең ғаиләнән дүрт малай имен-аман хеҙмәт итеп ҡайттыҡ. Ул саҡта әрмегә бармай ҡалыу ғәрлек ине, бөтә малайҙар ашҡынып торҙо. Малай булып киттеләр, ир булып ҡайттылар. Әлбиттә, Афғанстан һуғышында яраланыусылар ҙа булды. Мин Ҡытай сигенә эләктем. Йәшел фуражка кейеп йөрөүе үҙе бер ғорурлыҡ ине!
Аллаға шөкөр, Айбулат менән Арыҫлан исемле улдарым бар. Улар ҙа ил алдындағы изге бурыстарын намыҫ менән үтәр тип ышанам. Әрме – тормош мәктәбе ул.
– Ижадыңдың башында уҡ тиерлек пьесалар яҙа башлағанһың. Ғәҙәттә, яҙыусыларҙың байтағы олпат тәжрибә туплағас ҡына пьесалар ижад итеп, театрҙар менән бәйләнеш булдыра. Нимәһе менән һине сәхнә үҙенә тартты, әллә күңелеңдә артист булырға тигән хыял йәшәнеме?
– Хоҙай “әртислек” һәләте бирмәгән миңә. Бала саҡтан кеше алдына сығырға тартындым, был ғәҙәт ғүмерлек “сир” булып ҡалды. Хәйер, кеше өсөн үҙеңде күрһәтеүҙән бигерәк уны күреүҙәре мөһим...
Драматургияға килдем тип әйтә алмайым. Был ифрат ҡатмарлы жанр ғүмер буйы яулана торған ҡая кеүек.
– Бөгөнгө көндә нисә пьесаң бар?
– Егермеләп пьеса яҙылды. Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә электрон китап булып сыҡты, байтағы театр сәхнәләрендә ҡуйылды.
– Күберәк һине ниндәй темалар борсой. Сәхнәнән халыҡҡа ниндәй фекерҙәреңде еткерергә теләйһең?
– Драматург, ғөмүмән, яҙыусы халыҡты борсоған темаларҙы күтәрә. Шунһыҙ кешеләрҙең йөрәгенә үтеп инеү мөмкин түгел. Әҙиптең төп бурысы шул: мәсьәләне халыҡ күңеленә барып етерлек итеп күрһәтеү.
– М.Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театры, Сибай, Ырымбур, Яр Саллы һәм күп кенә халыҡ театрҙары пьесаларыңды тамашасыларға еткерҙе. Шуларҙың ҡайһыһы иң уңышлыһы булды?
– М.Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театры ҡуйған “Хыялый” тигән пьеса хәҙер инде тиҫтә йылдан ашыу сәхнәнән төшмәй. Шулай уҡ А.Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театры сәхнәләштергән “Ғүмерлек ғазап” ҙур уңыш менән бара.
“Хыялый”ҙың яҙылыуы көтмәгәндә булды, шаяртыбыраҡ әйткәндә, “күктән алдым”. Ауылда инем. Күтәрелеп ҡараһам, сәйер бер нәмә осоп бара. Баҡһаң, күрше тирәләге ауылдан берәү самолет һымаҡ аппарат эшләп, осоп йөрөй икән. Үәт, хыялый! Шунда “Хыялый” тигән әҫәр яҙыу башыма килде.
– Шиғыр, проза, пьеса... Был жанрҙарҙың ҡайһыһының уҡыусыға, тамашасыға тәьҫир көсө нығыраҡ тип уйлайһың?
– Был жанрҙарҙың уҡыусыға, тамашасыға тәьҫир көсө булмаһа, быуаттар буйына йәшәй алмаҫ ине. Әлбиттә, күңел торошона ҡарап, кемдер шиғыр, проза уҡырға, кемдер спектакль ҡарарға ярата. Иң мөһиме – әҫәрҙә кешелекте борсоған хәл-ваҡиғалар ятырға тейеш. Ә инде уларҙы нисек еткереү – әҙиптең һәләтенә бәйле.
– Пьесаларыңда һүрәтләнгән хәл-ваҡиғалар тормоштан алынғанмы әллә үҙең уйлап сығарған фантазия емешеме?
– Әҙиптәр әҫәрендәге ваҡиғаларҙы уйлап сығарҙым тиһә лә, уның нигеҙендә барыбер ниндәйҙер реаль хәл ята. Хатта бәләкәй генә бер күренеш тә оло роман яҙырға этәрергә мөмкин. Дөйөмләштереп әйткәндә, орлоҡһоҙ бер нәмә лә үҫмәй.
Минең геройҙарымдың да күбеһе тормоштан алынды. Мәҫәлән, “Әсир” драмаһы прототиптарының аяныслы яҙмышы күҙ алдымда үтте.
Шул яғы бар: тормош “шахтаһында”ғы руданан табылған аҫылташты шымартаһың, ялтыратаһың, биҙәйһең...
– Шиғырҙарың, бер китабыңдың исеме кеүек, йыһан емеше һымаҡ. Әллә илһам һиңә, ысынлап та, күктән төшәме? Нисек яҙыла улар, бер һүҙе лә артыҡ та, кәм дә булмаған ҡойоп ҡуйған шикелле шиғырҙар?
– Был һорауға яуап таба алмайым. Ихлас әйтәм, шиғыр яҙып алайым әле, тип тәғәйен ултырғаным юҡ. Шиғыр тыуыр булһа, күңел таша башлағандай, йөрәкте нимәлер өйкәй. Яҙылһа, еңеллек солғай, кәйеф күтәрелә. Кемдәрҙер шиғырҙы күктән килә, ти. Ғалимдар әйтеүенсә, Йыһандың, планеталарҙың үҙ тулҡыны бар икән. Бәлки, шағир халҡы үҙҙәре лә аңламай шул йышлыҡтарҙы тоялыр. Нисек кенә булмаһын, шиғриәт – мәңгелек сер!
– Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына күп әҙиптәребеҙ күләмле һәм мөһим темаларға арналған әҫәрҙәр ижад итте. Һинең дә барҙыр уҡыусыларға тәҡдим итер ҡулъяҙмаң йәки пьесаң. Улар менән ҡасан танышырбыҙ икән?
– Үрҙә әйткәнемсә, үҙемде көсләп ҡәләмгә тотонорға мәжбүр итә алмайым. Аллаға шөкөр, әҫәрҙәр яҙыла. Яҡын араларҙа уҡыусыларға барып етер тип өмөтләнәм.
– Мөхәммәт пәйғәмбәр яҙмышы хаҡында яҙған күләмле әҫәреңде шиғри роман тип билдәләгәнһең. Уны ижад итергә һиңә нимә сәбәпсе булды?
– Оло темаға тотонорға ун йыл буйы ҡурҡып йөрөнөм башта. Был ҡатмарлы темаға тотоноуымдың сәбәбе ябай ғына: Мөхәммәт ғәләйһиссәләмдең яҙмышы тураһында беҙҙә китаптар юҡ ине, өлкәндәрҙең һөйләүенән яҙа-йоҙа ғына ишетеп белдек. Төрлөһө төрлөсә һөйләй. Уның тормошо тураһында ғәрәп ғалимдарының урыҫ телендә сыҡҡан китаптарын йыйып, уҡып сыҡтым. Шуларҙы халыҡҡа еткерге килгәйне. “Башҡортостан” гәзитендә, үҙемдең уйлап еткермәүем арҡаһында, “роман” тип баҫылды. Хәҙер уны “Пәйғәмбәр ҡиссаһы” тип атаным. Киләсәктә, бәлки, айырым китап итеп сығарып булыр.
– “Кисенбикә юлы” повесының сюжеты тормоштан алынған ваҡиғаларға нигеҙләнгән һымаҡ. Әллә геройҙарыңдың ысын прототиптары ла бармы?
– Эйе, әҫәр булған ваҡиғаларға нигеҙләнде. Үҙ иманын һатмаған башҡорт ҡатынын 1739 йылда Екатеринбург ҡалаһында яндыралар. Уны яҙыр өсөн шул осорҙо байтаҡ ҡына өйрәнергә тура килде.
– Һин – бәхетле яҙмышлы ижадсы. Тәүге китаптарың менән үк Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең иғтибарына лайыҡ булдың. Уның ниндәй кәңәштәре һинең өсөн айырыуса ҡәҙерле?
– Мостай Кәрим кеүек бөйөк шәхестең ижадыңа ҡарата бер-ике ауыҙ һүҙ әйтеүе лә оло мәртәбә! Ғөмүмән, Мостай ағай менән һөйләшһәң, күңелде яҡтылыҡ солғап ала торғайны. Ысынлап та, үҙе әйткәнсә, донъяның ҡояшлы яғында йәшәне ул.
Ҡәләмдәштәренең ижадына иғтибарлы булды ағай. Мин ауылда саҡта, утыҙ йәшем менән ҡотлап, телеграмма ебәргән ине. Ышанманым. Мостай һынлы Мостай бер ауыл балаһына иғтибар итә буламы һуң, тип уйланым, дуҫ-иштәр шаяртҡандыр, тим. Бер осрашҡанда, ул: “Телеграмма һуҡҡайным, алдыңмы?” – тип һорап ҡуйҙы. “Юҡ” – тинем. Был һүҙҙе телдән шайтан тартып сығарҙы булыр. “Беҙҙә почта насар йөрөй...” – тип тә өҫтәтте Иблис ялсыһы. Ваҡытында рәхмәт әйтә алмауыма аҡланып маташҡанмындыр үҙемсә. Аҙаҡ күңел ғазабы төн йоҡомдо алды: “Эй, ахмаҡ! Йә, кемде алданың!” Түҙмәнем, Мостай ағайға әйттем телеграмманы алыуым тураһында. Ул мәғәнәле итеп йылмайып ҡуйҙы.
Хәйер, Мостай Кәрим менән булған осрашыуҙар, кәңәштәре хаҡында киләсәктә, Аллаһ насип итһә, ентекләп яҙырға уйлайым.
– Һин нисек ижад итәһең? Эш тәртибең нисек ҡоролған?
– Тәртипһеҙ мин. Яҙған ҡағыҙҙарҙы ла теләһә ҡайҙа ырғытам да ҡуям. Бер көн ҡатын әйтә: “Тәҙрә төбөнән ҡағыҙҙарыңды ал әле, йыйыштырам”. Уларҙы бер пакетҡа тултырып, ултыртып ҡуйҙым. Иртәгәһенә ҡараһам, пакет юҡ. Макулатура икән тип, улым мәктәпкә тапшырып ҡуйған. Осона сығып булманы, байтаҡ яҙған нәмәләрҙән ҡолаҡ ҡаҡтым.
Армияла учебка үткәндән һуң мине, бер ниндәй музыка ҡоралында уйнай белмәһәм дә, заставаңдан килеп алғансы тип, музвзводҡа тәғәйенләп торҙолар. Взвод командиры, был бушҡа икмәк кимереп ятмаһын, тигәндер инде – үҙем ҙурлыҡ барабан тоттороп ҡуйҙы, нисек итеп һуғырға төшөндөрҙө. Һалдаттар теҙелгән майҙанға сыҡтыҡ. Бына бер саҡ “шагом марш!” тигән команда яңғыраны, оркестр уйнап ебәрҙе. Мин дә “музыкант” бит инде, нимәлер эшләргә кәрәк: тотондом барабанға тондорорға. Взвод командиры миңә нимәлер ишаралай. Әһә, был хуплай икән тип, тағы ла дәртләнеберәк тондорам. Аҙаҡ әрләне әрләүен. Баҡһаң, һалдаттар аяҡ күтәргәндә, мин барабанға һуғам икән...
Тормошта ла шулайыраҡ мин, юҡ-юҡта ритмды боҙоп ҡуям...
– Башҡа ҡәләмдәштәреңдең ижадтары менән танышып бараһыңмы? Һуңғы ваҡытта һине иң ныҡ тетрәткән әҫәр?
– “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире Рәлиф Мөстәҡим улы проза бүлеген миңә ышанып тапшырҙы. Был бүлектә ҡәләмдәштәрҙең генә түгел, яңы яҙа башлағандарҙың да ҡулъяҙмаларын уҡымайынса эшләү мөмкин түгел. Кем әйтмешләй, “бармай”, тип әйтер өсөн дә әҫәрҙе уҡып сығырға кәрәк. Шулай уҡ әҙме-күпме Рәсәй, донъя әҙәбиәтенең тын алышын тойоу мотлаҡ.
Башҡорт прозаһы бынан өс-дүрт тиҫтә йыл элек үҫкән кеүек булмаһа ла, бына тигән яҙыусыларыбыҙ бар. Әйҙәгеҙ, исемдәр атап тормайым, сөнки бер кемде лә төшөрөп ҡалдырғым килмәй.
– Тормош булғас, төрлө ауырлыҡтарҙан беребеҙ ҙә азат түгелдер, моғайын. Ундай мәлдәрҙе һәр кем үҙенсә үткәреп ебәрергә тырыша. Ҡыйын ваҡыттарыңда нимә эшләйһең?
– Аллаһ Тәғәләнең биргәненә шөкөр итәм. Еңеллек тә, ауырлыҡ та Аллаһтан. Кеше күтәрә алмаҫтайҙы бирмәй Хоҙай. Бөгөн иңеңдә ятҡан ауырлыҡтың иртәгә һине ҡот осҡос бәләнән ҡурсып ҡалыуы, йә оло уңыштың нигеҙе булыуы ихтимал. Кешегә бер ни ҙә сәбәпһеҙгә бирелмәй. Сабырлыҡ кәрәк.
– Һәр төрлө исем-дәрәжәләргә, маҡтауҙарға бик иҫең китмәгән, баҫалҡы кешегә оҡшағанһың. Һине, ысынлап та, дан, аҡса, вазифа ҡыҙыҡһындырмаймы?
– Ышанаһығыҙмы, юҡмы, дан, вазифа – тамсы ла ҡыҙыҡһындырмай. Ә бына аҡса ымһындырмай, тиһәм, алдашыу булыр. Ымһындыра, ләкин етерлек кимәлдә, нәфсем ҙур түгел. Дүрт баланы аяҡҡа баҫтырырға етһә, шул...
– Тормошта күптәрҙең оҡшарға теләгән кумирҙары, идеалдары була. Һин кемде үҙеңә үрнәк итеп ҡарайһың?
– Талантлы кешеләргә һоҡланам, ләкин үрнәк итеп ҡарамайым һәм уларға оҡшарға ла теләмәйем. Әгәр ҙә тылсымлы көс: “Бына һиңә шул бөйөк кешенең яҙмышы, шуның кеүек йәшәрһең”, – тиһә, икеләнеп тормай баш тартыр инем. Минең өсөн, насармы-яҡшымы, бер кем дә үтмәгән үҙ юлым ҡәҙерле.
– Көндәлектәр яҙаһыңмы? Был жанрға ҡарата фекерең?
– Тормош юлым ижадымда сағылыш таба бара, шиғырҙар китабымды ла “Ғәмәл дәфтәре” тип атауым юҡҡа түгел. Яҙыусының ижады шул уҡ көндәлек һымаҡ. Шулай ҙа, элегерәк көндәлек яҙғылай инем, туҡтап ҡуйҙым.
Әлбиттә, кәрәкле жанр ул. Әле, мәҫәлән, Рауил Бикбаевтың “Ағиҙел”дә сығып килгән “Көндәлектәр”е мауыҡтырғыс әҫәр кеүек уҡыла. Рәми Ғариповтың “Көндәлектәре”н халыҡ яратып ҡабул итте.
Нимә генә тиһәк тә, фәһемле һәм лайыҡлы тормош юлы үткән шәхестәр генә көндәлектәр яҙырға хаҡлылыр.
– Өфөлә дүрт бала атаһы булып йәшәүҙәре бик еңелдән түгелдер... Үҙең ниндәй ғаиләлә үҫтең, балаларыңа ниндәй атайһың?
– Киреһенсә, бала үҫтермәгән ир-аттарға ауырыраҡтыр тип уйлайым. Балаларҙың үҫеүен күреү – оло бәхет бит ул! Эштән өйгә ҡайтһам, ике йәшлек улым ҡаршыға йүгереп килә, өлкәндәренең мәктәптәге уңыштары һөйөндөрә. Аллаға шөкөр!
Йырҙағыса, “беҙ биш бала үҫтек әсәй менән...” Дүрт малай, бер ҡыҙ. Әсәйем 35 йәшендә генә тол ҡалып, бер үҙе беҙҙе ҡарап үҫтерҙе. Ауылдаштар араһында оло ихтирамға лайыҡ кеше ул!
– Әле өҫтәлеңдә ниндәй әҫәрең ята?
– Халыҡтың тапҡыр әйтеменә ҡолаҡ һалайыҡ әле: “Алдан ҡысҡырған кәкүктең башы ауырта”. Насип итһә, яҙылған әҫәрҙәр үҙҙәре өсөн үҙҙәре ҡысҡырыр...
Нияз МӘҺӘҘИЕВ һәм Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА әңгәмәләште.