Мәңге янған йондоҙ кеүек уның шиғриәте ҡала. Шиғриәтен һөйөүселәр уны бер ваҡытта ла онотмаясаҡ. Уның йылмайып, һәр беребеҙгә яҡшылыҡ теләп биргән кәңәштәре һәр ваҡыт беҙҙең менән бергә. Әле беҙ кемде юғалтыуыбыҙы аңлап та еткермәйбеҙҙер. Уның юҡлығы һәр көн иҫкә төшәсәк. Бәхил бул, шағир, яҡты күңелең Йәннәт нуры менән солғанһын!
Редакция мәрхүмдең туғандарының, яҡындарының, дуҫтарының, ҡәләмдәштәренең һәм меңәрләгән-меңәрләгән уҡыусыларының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.