Үҙгәртеп ҡороу осоро. Бер райондың ауыл клубында ике яҙыусы халыҡ менән осраша. Ауыл халҡы бер-бер артлы сәхнәгә күтәрелеп, элекке колхоз тормошо тураһында һөйләй. Сығыш яһаусыларҙың телмәре шулайыраҡ яңғырай: “ Элек йәшәүе рәхәт ине. Эше лә булды, аҡсаһын да түләнеләр. Алам тиһәң, магазинда тауар ҙа тулып ятты...”
Халыҡтың элекке тормошто данлауын оҙаҡ ҡына тыңлағандан һуң, яҙыусыларҙың береһе икенсеһенә әйтә икән:
– Ҡарале, элек ниндәй һәйбәт тормош булған икән дә! Беҙ ни, эсеп йөрөп, коммунизмды күрмәй ҡалғанбыҙ бит...