Рәшит Солтангәрәев ағайға ялтыр башлы ҡәләмдәше төрттөрөбөрәк әйтә икән:
– Рәшит туған, сәсең ағарған икән дә!..
Ағайыбыҙ бының пеләш башына ҡарап торған да:
– Аҡ булһа ла сәс бит әле ул, – ти.
Өфөнөң “Нефтселәр” мәҙәниәт һарайында башҡорт йәштәре иттифағының йыйыны бара. Һүҙ – милләттең кәмеүе хаҡында. Күренекле ғалим Рәшит Шәкүр сығыш яһай. Халыҡ һанын арттырыу тураһында байтаҡ ҡына һөйләгәндән һуң, әйтеп ҡуйҙы:
– Был мәсьәләне оҙонға һуҙмай, ошонда хәл итәйек...
“Ағиҙел” редакцияһына бер ағай килеп инде:
– Бик һәйбәт! – тине бүлек мөдире Гөлнур Яҡупова.
– Барамы, юҡмы икәнен уҡып ҡарағас әйтермен.
– Бына әле генә үҙнәшер менән китап булып сыҡты, – тип китабын һондо ағай.
– Китапта сыҡҡан әҫәрҙәрҙе журналда баҫмайбыҙ, – тине Гөлнур апай.
– Ә-ә... Улай булғас, күсереп алып килермен инде...
Бер яҙыусы телефондан һөйләшкәндә һәр саҡ “Хорошо” тип ҡабатларға ярата. Сабир Шәрипов шылтырата уға:
– Ҡарале, фәлән яҙыусы үлеп киткән бит...