Бөтә яңылыҡтар
Әҙип тормошо
9 Ноябрь 2018, 18:01

Бабичҡа ҡуйыласаҡ һәйкәл урыны билдәле булды

Тиҫтә йылдар элек Өфө ҡалаһында яңы урамдарҙың береһенә бөйөк башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичтың исеме бирелгәйне. Был хәбәрҙе халыҡ ҡыуанып ҡабул итте һәм урамды эҙләй башланы.

Тиҫтә йылдар элек Өфө ҡалаһында яңы урамдарҙың береһенә бөйөк башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичтың исеме бирелгәйне. Был хәбәрҙе халыҡ ҡыуанып ҡабул итте һәм урамды эҙләй башланы. Үкенескә ҡаршы, шағир исемен йөрөткән урам, әллә проектта ғына, әллә төҙөлә генә тиме, һәр хәлдә, уны күргән, йәки шул урамда йәшәгән кешеләрҙе осратҡаныбыҙ юҡ. Ярай, беҙ түҙемле, аҡҡа яҙылғас, урамы ла табылыр. Ә бына нисәмә йылдар һөйләгәндән һуң Бабичҡа һәйкәл асыу мәсьәләһе ысынбарлыҡҡа әүерелеп бара шикелле. Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы шағир һәйкәленә конкурс иғлан иткән. Иң мөһиме шул ¬– конкурс иғлан ителде, еңеүсе әлегә асыҡланмаған, ә бына һәйкәл урыны билдәле. Дөрөҫ булһа, Аллаһ бойорһа, Бабич һәйкәле “Башҡортостан” дәүләт концерт залы эргәһендә, Киров урамы яғында, торасаҡ. Беҙгә ҡалһа, урын бик шәп. Концерт залының Чернышевский урамы яғында – билдәле дәүләт учреждениелары, саҡ ҡына арыраҡ – мәңге уяу Ф. Э. Дзержинский. Ошонан да мәғәнәлерәк урын һайлап булыр инеме икән?


Фотола: БДУ-ның Сибай институты биләмәһендәге Шәйехзада Бабич һәйкәле. Авторы: Хәйҙәр Ғарипов.


Дуҫтар! Беҙҙең һуңғы яңылыҡтар менән көнөндә, сәғәтендә, минутында танышып барыу өсөн беҙҙең социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәргә рәхим итегеҙ:


"Бәйләнештә": "Ағиҙел" журналы

"Синыфташтар": "Ағиҙел" журналы