Яҡташтары ағайҙы хөрмәтләп, “районыбыҙҙың халыҡ шағиры” тип кенә йөрөтә икән. Әйтерлек тә шул: Уйылдан Әйүп улы үҙнәшер юлы менән береһенән-береһе ҡалын 20 китап (!) сығарған. Уның шиғырҙары райондың “Табын” гәзитендә, республикабыҙҙың матбуғат баҫмаларында йыш донъя күреп тора.
Уйылдан ағайға: “Төнө буйы яҙышып, ейәндәреңә йоҡо бирмәйһең икән. Ай-һай, ғашиҡ булғанһыңдыр ул!”, – тинек шаяртып.
Шағир аптырап ҡалманы: “Йоҡлап ятыр саҡмы ни!? Эйе, ғашиҡ булдым. Мин бит донъяға ғашиҡ!”
Уйылдан Әйүп улы бышылдап ҡына бер серен дә әйтте: “Яҙыусылар союзына ағза итеп алһалар, күптәнге хыялым бойомға ашыр ине”.
Амин. Хыялың бойомға ашһын, хөрмәтле уҙаман!
Фото интернеттан алынды. Уйылдан Шәрипов шағирә Фәүзиә Ҡотлогилдина һәм ҡатыны Хәфиҙә Мәүлетҡолова менән.