Бөтә яңылыҡтар
Әҙип тормошо
8 Декабрь 2017, 17:24

ҠУЙЫН ДӘФТӘРЕ – ИЖАД ХӘСТӘРЕ

“Совет әдәбияты” (хәҙерге “Казан утлары”) журналында Сәйфи Ҡудаштың шиғырҙарынан бер шәлкем баҫылып сыҡты. Сәйфи ағай журналды уҡып, мин быларҙы ҡасан яҙҙым икән, тип аптырап ултырғанда телефон шылтырай. – “Совет әдәбияты” журналында һеҙҙең шиғырҙарығыҙ баҫылған икән, ҡотлайым! – ти таныш түгел тауыш. – Кем был? – Илештән Фәнил Арсаев тигән егет. – Ул шиғырҙар минеке түгел бит әле, Фәнил туған, – ти Сәйфи Ҡудаш. – Шулай ҙа улар һеҙҙең исемгә тап төшөрөрлөк түгелме? – Юҡ, юҡ, киреһенсә, миңә оҡшанылар. – Улайһа, әйтәйем инде: ул шиғырҙарҙы мин яҙҙым, – тип танырға мәжбүр була Фәнил Арсаев. – Ниңә улай эшләнең инде? – тип ҡыҙыҡһына Сәйфи Ҡудаш.– Журналдар, ғәҙәттә, танылған шағирҙарҙың ғына шиғырҙарын баҫа. Йәш ҡәләмдәрҙе матбуғатҡа яҡын да ебәрмәйҙәр. Шуны иҫбат итке килгәйне, – тип аңлатып бирә Арсаев үҙенең был аҙымын. Ул шиғырҙар өсөн килгән гонорарҙы үҙенә ебәреүҙе һорағандырмы-юҡтырмы, уныһы иҫтә ҡалмаған.

Марат

КӘРИМОВ,

Башҡортостандың халыҡ шағиры


***

Илле нисәнселер йылдар. Мин эшләгән “Ленинсы” гәзите редакцияһына Илештән Фәнил Арсаев тигән башлап яҙыусы берәү шиғырҙарын алып килә торғайны. Бер аҙ үҙһүҙлерәк тә ине буғай ул. Шиғырҙарының бында түгел, Ҡаҙанда баҫылғанын күрергә теләге ҙур ине йәш авторҙың. Әммә уның ебәргән хаттарына “шиғырҙарың етлекмәгән” тигән яуаптар ғына килә ине.

– Бюрократтар! Исемдәре билдәле шағирҙарҙың ғына әҫәрҙәрен баҫалар. Бына күрһәтермен әле мин һеҙгә! – тип һөйләнеп тә ала ине.

Күп тә үтмәне, “Совет әдәбияты” (хәҙерге “Казан утлары”) журналында Сәйфи Ҡудаштың шиғырҙарынан бер шәлкем баҫылып сыҡты. Сәйфи ағай журналды уҡып, мин быларҙы ҡасан яҙҙым икән, тип аптырап ултырғанда телефон шылтырай.

– “Совет әдәбияты” журналында һеҙҙең шиғырҙарығыҙ баҫылған икән, ҡотлайым! – ти таныш түгел тауыш.

– Кем был?

– Илештән Фәнил Арсаев тигән егет.

– Ул шиғырҙар минеке түгел бит әле, Фәнил туған, – ти Сәйфи Ҡудаш.

– Шулай ҙа улар һеҙҙең исемгә тап төшөрөрлөк түгелме?

– Юҡ, юҡ, киреһенсә, миңә оҡшанылар.

– Улайһа, әйтәйем инде: ул шиғырҙарҙы мин яҙҙым, – тип танырға мәжбүр була Фәнил Арсаев.

– Ниңә улай эшләнең инде? – тип ҡыҙыҡһына Сәйфи Ҡудаш.

– Журналдар, ғәҙәттә, танылған шағирҙарҙың ғына шиғырҙарын баҫа. Йәш ҡәләмдәрҙе матбуғатҡа яҡын да ебәрмәйҙәр. Шуны иҫбат итке килгәйне, – тип аңлатып бирә Арсаев үҙенең был аҙымын. Ул шиғырҙар өсөн килгән гонорарҙы үҙенә ебәреүҙе һорағандырмы-юҡтырмы, уныһы иҫтә ҡалмаған. Хәйер, гонорар нимә ул? Була ла бөтә. Ә бына үҙеңдең ҡарашыңдың дөрөҫлөгөн иҫбат итеү күпкә ҡиммәтерәк.

Аҙаҡ Фәнил Арсаев гәзит эшенә башы менән сумды. Шиғриәттә үҙенең һүҙен әйтә алманы. Бәлки, ижад менән шөғөлләнергә ваҡыты ла ҡалмағандыр инде. Гәзит эше бит бар һәләтте йотоп тора. Шуны ла әйтергә кәрәк: ул заманда шиғыр өсөн трибуналар аҙ булды. Ныҡ һайлап баҫтылар, талаптар ҙур ине. Хәҙер генә ул графомандарға киң юлдар асылды. Ҡайһылары хатта лауреат та булып йөрөй...

***

Яҙыусылар араһында, белгәнемсә, иң оҙаҡ йәшәгәне Сәйфи Ҡудаш булғандыр. Ул йөҙгә етер-етмәҫтән донъя ҡуйҙы. Заманы һымаҡ, уның биографияһы ла ҡатмарлы. Һынылыш йылдары. Ҡайҙа – аҡ, ҡайҙа ҡара – һис белерлек түгел. Ул да ғәҙеллек, дөрөҫлөк эҙләп, бер ярҙан икенсе ярға һуғылып ала. Хатта Колчак ғәскәрендәге мосолман полктарына эйәреп, Омск ҡалаһына ла барып сыға. Ундағы матбуғатта Алтын Урҙаны һағынып яҙылған шиғырҙарын баҫтыра. Миңә лә килеп эләкте күсермәләренең бер нисәүһе. Уларҙың араһында иң иҫтә ҡалырлығы “Алға, татар” исемлеһе ине.

Сәйфи Ҡудаштың революция йылдарында аҙашып йөрөүе тураһында имеш-мимештәр уға халыҡ шағиры исемен биреү алдынан ҡалҡып сыҡты. Ҡайһы бер өлкән ағайҙарҙың “тырышлығы” менән ул саҡта яҙған шиғырҙары йәштәр араһында ла таралып өлгөрҙө.

Үтә ҡыҙыл саҡ. Үҙемде әйтәм инде. Минең 1957 йылда «Ленинсы” гәзитендә баҫылған “Даешь Өфө” тигән шиғырға ла килеп эләкте ул. “Аҡтар Өфөлә, көн килде ҡара йөрәкле кешегә” тип башлана ине ул. Бер нисә юлдан һуң:

Шунда һатлыҡ шағиры ла табылды,

Колчактың повозкаһына тағылды.

Тағылды ла йырланы бар тамағына:

“Алға, Сыңғыҙ бабамыз заманына,

Ханлыҡҡа, солтанлыҡҡа!”

Ә халыҡта үҙ-ара һүҙ бара:

“Иллә был листовка шәп икән олтанлыҡҡа”,–

тигән юлдар бар. Бер ниндәй ҙә исем аталмаған.

Шиғыр баҫылып сыҡҡас, Рәшит Ниғмәти Сәйфи Ҡудашҡа шылтырата икән:

– Сәйфи, бөгөнгө “Ленинсы”ны уҡы әле. Унда маңҡа малайҙар һине тәнҡитләп ята!

Ике аралағы был һөйләшеү артабан нисек булғандыр, уныһы миңә ҡараңғы. Әммә Рәшит Ниғмәтиҙең һүҙҙәре минең ҡолаҡҡа ла ишетелде.

Артабан Сәйфи Ҡудаш минең шиғырҙар менән дә ҡыҙыҡһына башлаған икән. Назар Нәжмигә:

– Ҡара әле, күҙәтеп барам, һәйбәт кенә яҙа икән был егет, – тип, ижадыма ыңғай мөнәсәбәтен белдергән.

Совет идеологияһының ныҡлап сәскә атҡан заманындағы бейеклектән тороп, үткәндәрҙе фашлау еңел дә ул. Ә бына һин үҙең ул ваҡытта йәшәһәң, ни ҡылған булыр инең? Был һорауҙы ул саҡта үҙ-үҙемә бирергә башыма ла килмәгән. Ул һорауҙы мин үҙемә хәҙер генә бирәм.

***

Рафаэль Сафин шиғырҙарҙы иң оҫта һөйләүсе ине. Йырлай ҙа, гармунда ла һыҙҙырып уйнай. Ундай талантлы кеше өсөн, ғәҙәттә, йәмғиәт ҡуйған рамкалар тар булыусан. Әммә Рафаэль бер саҡта ла яһалма рамкаларҙы емермәне, шуның эсендә йәшәне.

Мостай Кәрим, бер саҡ уның тураһында һүҙ сыҡҡас:

– Был Рафаэль, ҡартайғас, нимәһен һағынып иҫкә алыр икән? – тип әйтеп ҡуйҙы.

“Йәшлек йүләрлеге” өсөн, бәлки, уның ваҡыты ла ҡалмағандыр, ғүмер буйы Рәми Ғарипов кеүек шиғриәт тип йәшәне бит.

***

Философлыҡ бейеклегенә ике юл алып бара: береһе – тормош тәжрибәһе туплаған ҡартлыҡ, икенсеһе – йүнһеҙ ҡатынға өйләнеү. Пәйғәмбәребеҙ: “Йүнһеҙ ҡатын менән тороу – үҙе бер гонаһ”, – тигән түгелме һуң? Шөкөр, мин ул гонаһтан ҡотолдом. Шуға кешеләр маҡтарлыҡ философ була алманым. Шулай ҙа уҡыусылар шиғырҙарымда уның һыҙаттарын табалар. Ҡойоп ҡуйған философ булыу өсөн һикһән ете йәшкә етеү генә аҙҙыр, күрәһең. Тимәк, миңә тағы ла шул тиклем йәшәргә кәрәктер. Хәйер, уныһы – булмай торған хәл. Реинкарнацияға ышанам мин. Был донъяға икенсе килеүемдә, бәлки, мораҙыма ирешермен.

***

Шулай Мостай Кәрим менән Өфөнөң үҙәк урамында әҙәбиәт, тормош тураһында һөйләшеп йөрөйбөҙ. Урындағы түрәләр тураһында һүҙ сыҡҡас, ул өлкә комитеты секретары Миҙхәт Шакировҡа үпкәһен белдерҙе.

– Суслов уға Өфөгә ҡайтыу менән миңә персональ сәләм тапшырырға ҡушҡан. Шуны Шакиров миңә еткермәне, – тине ул.

Мине остазымдың шул тапшырылмаған сәләмгә ныҡ иғтибар итеүе аптыратты. Сусловтан персональ сәләм алыу уның өсөн ҙур шөһрәт булған, күрәһең. Шулайҙыр. Суслов ул заманда дәүләт башында ултырған икенсе кеше, йәғни идеология батшаһы ине. Ә Шакировтың уның сәләмен әйтмәй ҡалыуы бер ҙә иғтибарһыҙлыҡтан түгел, күпһенеүҙән булған, күрәһең. Бер кешенең даны икенсеһенекенән юғары булыуын күңеле ҡабул итмәгәндер.
Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ! Мәҡәләнең ҡалған өлөштәрен журналдан уҡый алаһығыҙ.

Редакция.
Читайте нас: