Башҡортостандың халыҡ шағиры Марат Кәримов менән күрешеү – үҙе бер ғүмер. Оло әҙип менән һөйләшкәндә тотош бер дәүер күҙ алдынан үтә. Әле һеҙгә тәҡдим иткән яҙмалар – күпте күргән-кисергән шәхес менән әңгәмәнең ҙур булмаған өлөшө генә. Ә әҙиптең тормош һәм әҙәбиәт тураһындағы уйланыуҙарын, хәтирәләрен “Ағиҙел” журналы үҙенең бер нисә һанында баҫтырасаҡ.
– Марат ағай, Һеҙ бәләкәй саҡтан шулай тура һүҙле, үткер һәм шаян телле инегеҙме?
– Эйе, бәләкәйҙәндер. Шуҡ булдым. Дүрт-биш йәштә саҡта тирә-яҡтағы бөтә кешеләрҙе таң менән әтәс булып ҡысҡырып уята торғайным... Мин – дүртенсе малай. Иң бәләкәсе – һеңлекәш. Ағайҙар: «Ниңә иртүк уятаһың?!» – тип асыулана торғайны. Тел тик тормай бит... Аслығыраҡ ваҡыт. Күршелә Ғәлимә тигән уҡытыусы йәшәне. Бер көндө беҙгә килеп ултырҙы был. Әсәйем тултырма бешергән ине. Миңә, күп булһа, алты-ете йәш самаһы. Тоттом да тегегә, таҡмаҡлап, былай тинем:
Беҙҙең ауылдың теле үҙенә бер төрлө: бер ҡанаты – башҡорт, икенсеһе – татар.
Һөйләш телебеҙ шулайыраҡ. Минзәлә һөйләше тиҙәр. Ауыл кешеләре 1800 йылда Мөслим районының Иҫке Ҡарамалы ауылынан күсеп килгән. Малайҙар беҙҙе «латин» тип үсекләйҙәр ине. Уҡыған китаптарыбыҙ Ҡаҙандыҡы.
ти ине Абдулла исемле малай. Ә мин уға:
Атһаң, атырһың.Юғыңды ашап ятырһың, –
Атай, әсәй көнө буйы мәктәптә, беҙҙе өләсәй тәрбиәләне. Ул уҫал да, талапсан да булды. «Өф-өф» тип кенә үҫтермәне.
тип, беҙҙе ер өҫтөнән иртә яҙҙан яланаяҡ йөрөргә ҡуша ине. Үҙенсә сыныҡтырырға ла теләгәндер, бәлки, аяҡ кейеме лә булмағандыр. Ә әсәй ҡайта ла әрләй. «Һалҡын тейҙерәһегеҙ бит», – ти. Шулай итеп, ике ут араһында үҫтек.
Өйҙә һәр беребеҙ үҙенә айырым стена гәзите сығара торғайны. Минеке шиғырлап сыға.
Өй тулы китап булды. Мәктәпкә тиклем үк ике телдә лә – башҡортса ла, татарса ла – уҡый белә инем. Китаптар латин графикаһында ине. Рус кириллицаһына күсеп, күп нәмә юғалттыҡ, тип һанайым.
Сәғит Агиш ағай: «Башҡортса, нисек ишетелһә, шулай яҙыла, ә татарса – бер төрлө яҙыла, икенсе төрлө уҡыла», – тип көлә торғайны...
– Юморға һәм сатираға оҫталыҡ ҡайҙан килә Һеҙҙә? Атайығыҙ, әсәйегеҙ шулай шаян һүҙле инеме?
– Атайҙың шаярта торған ғәҙәте бар ине. Әсәй иһә етди булды. Өләсәй тураһында әйтеп тә тораһы юҡ: беҙгә үҙ нотоҡтарын еткерергә тырышты.
Нияз МӘҺӘҘИЕВ һәм Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА әңгәмәләште.
Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ! Мәҡәләнең ҡалған өлөштәрен журналдан уҡый алаһығыҙ.