Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби тәнҡит
21 Сентябрь , 20:00

ҠУЛЫҢДА КИТАП – БАШЫҢДА ҒИЛЕМ

Бығаса гел төрлө уҡыу йорттарының эсендә ҡайнап йәшәгәнгәме, Башҡортостан Республикаһының Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтенә бер килгәнемдә, бар эшемде ситкә ҡуйып, иркенләп ғәжәйеп был донъя менән яйлап танышып сығырға, хәҙерге заман китаптарының ни рәүешле донъяға тыуыуы, аҡыл һандығының ташҡа баҫылыуы менән иркенләп танышырға булдым. Нәшриәткә килеү теләгемде алдан уҡ ҡабул итеү бүлмәһенә шылтыратып һөйләшеп ҡуйғайным. «Килегеҙ, ҡабул итербеҙ!», – тигән йылы һүҙ дәртләндереп ебәргәйне. Бер аҙҙан, килеп, өҫтө һалыу менән, һылыу секретарь: – Һеҙҙе Эльмира Иршат ҡыҙы көтә, – тине, киң йылмайып. Индем һәм шаҡ ҡаттым:

минең алдымда теүәл егерме йыл элек Рәми Ғарипов исемендәге гимназия-интернатты тамамлаусы уҡыусым Эльмира Хәйритдинова, күркәм һәм мөләйем етәксе, үҙе ҡолас йәйеп ҡаршылап тора ине! Икебеҙ ҙә тулҡынландыҡ, ҡайһы бер хәтирәләргә төшөп алдыҡ, рәсмилек ҡул менән һыпырып алып ташланған кеүек, юҡҡа сыҡты. Шәхси һөйләшеүҙәр бөткәс, Эльмира Иршатовна эске телефон аша урынбаҫары Ғаяз Фаяз улы Бикбулатовты һәм баш мөхәррир Зөлфиә Шәрифйән ҡыҙы Ҡарабаеваны саҡырып алды, минең ниндәй маҡсат менән йөрөүем хаҡында хәбәр итте.

– Бына Фәнзил Бүләк улы, журналист булараҡ, беҙҙең Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә 2023 йылда баҫылған нәфис әҙәбиәт менән танышырға килгән, коллегалар, хөрмәтле ҡунаҡты нәшриәт, редакциялар эшмәкәрлеге, китаптар баҫтырыу серҙәре менән таныштырығыҙ, ул барыбыҙ өсөн дә кәрәкле эш – китаптарыбыҙҙы пропагандалау менән шөғөлләнергә теләй, – тине. Эйе, күптәнән үк башта шундай уй-хыял йөрөй ине. Ана, бер-ике аҙна элек, инкогнито килеп киткәнемдә, былай ҙа редакцияларға ингеләп, ҡайһы бер таныш дуҫтар янында туҡталып, Китап ғәли йәнәптәре атмосфераһын тойоңҡорап йөрөгәйнем, коридорҙа йөҙ йыл арауығында «Китап»та эшләгән мөхәррирҙәр портреттары янында оҙаҡ ҡына тәрән уйҙарға бирелеп торғайным, сөнки араларында китаптарҙан уҡып белгәндәр ҙә, үҙем шәхсән аралашып йөрөгәндәре бар. Ана шул минутта хәтергә «Башкнигоиздат», һуңғараҡ «Китап»тың үткән шанлы тарихы, кинолағылай, берәм-берәм күҙ алдымдан уҙҙы. Халҡыбыҙҙың китапҡа бәйле ни бары ете мәҡәле лә хәтер ебен тағатып ебәрҙе: «Ғилем китаптың эсендә лә, тышында ла», «Ҡарты бар өйҙөң китабы бар, китабы бар өйҙөң етәге бар», араларында төрттөрөбөрәк әйткәндәре лә юҡ түгел: «Китап уҡып, кем мулла булған», «Күп һүҙ китапҡа яҡшы», «Китап уҡып тамаҡ туймай». Нишләйһең, аҡыллылар әйтмешләй, «кеме юҡ, тиң, был илдең»... Шөкөр, китап ене ҡағылғандар күберәктер, киләсәктә лә шулай булсаҡ, сөнки китап ғүмер буйы ғилем сығанағы, тәрбиә хазинаһы булған. Бөгөн, Интернет селтәре, үрмәксе ауылай, бар донъяны уратып алған дәүерҙә, артабан нисек китапты һаҡлап ҡалыу, ысын, типография еҫе, меңәрләгән китап сығарыусылырҙың күҙ нуры һәм ҡул йылыһы һеңгән китаптарҙың киләсәктә лә аҡыл һандығы булып ҡалыуы тураһында ҡат-ҡат уйланаһы, мөһим фекерҙәр әйтеү кәрәклеге юҡ түгел. Заман шуны талап итә.  

 

«Китап»тың үткәненә, бөгөнгөһөнә бер байҡау

 

Халҡыбыҙҙың мәшһүр яҙыусыһы, хәҙерге башҡорт  һүҙ сәнғәте үҫешенә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән, прозабыҙҙы, уның романистикаһын ил кимәленә алып сыҡҡан әҙибәбеҙ Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтенең үткәне ватаныбыҙ тарихынан айырылғыһыҙ, сөнки китап, әҙип һүҙе барлыҡ осорҙарҙа ла йәмғиәтебеҙҙә иң кәрәкле  рухи таяныс булып торҙо. Кеше китаптан – аҡыл ҡаҙнаһынан, рухи тәрбиәсеһенән бер ваҡытта ла айырылманы. Ә социаль тигеҙлеккә йөҙ борған кисәге идеологиябыҙ, йәмғиәт ҡоролошобоҙ китапһыҙ бер аҙым да яһаманы. Йәш совет республикаһының, аяуһыҙ граждандар һуғышы бөтөр-бөтмәҫтән, ҡылған тәүге аҙымдары ла китап нәшриәте мәсьәләләренән башланыуы үҙе бер тарихи күренеш. Тарих фәндәре докторы, профессор Р.Ғ. Буканова раҫлауынса, Башревком Президиумының 1919 йылдың 16 октябрендә ҡабул иткән иң тәүге ҡарары, барлыҡ наркоматтарҙың нәшер үҙәктәрен бер ҡорға йыйып, «Башкнига» товариществоһын төҙөүгә ҡайтып ҡала. Һәм 1922-1930 йылдарҙа БАССР-ҙа китапҡа бәйле ике ойошма йәшәй башлай: «Башкнига» һәм «Башгиз», береһе республикала китап нәшерләү менән шөғөлләнһә, икенсеһе сауҙа ойошмалары ярҙамында уларҙы халыҡҡа һатыу менән мәшғүл була. Китап һәм яҙыусы. Улар бер-береһенән айырылғыһыҙ рухи күренеш. Яҙыусы бар икән, китап булыр, китаптары һатыла һәм уҡыла икән, тимәк яҙыусы йәшәй, улай ғына ла түгел, милләт, уның туған теле, әҙәбиәте йәшәй! 1934 йылда СССР һәм үҙебеҙҙә Башҡортостан Яҙыусылыр союздары төҙөлөү мөһим тарихи ваҡийға була. Совет дәүләте ерлегендә үҙебеҙҙең йөкмәткеһе менән милли, формаһы менән совет әҙәбиәте формалаша. Яҙыусылар союзы рәйесе Афзал Таһиров, Ғөбәй Дәүләтшин, Һәҙиә Дәүләтшина, Рәшит  Ниғмәти, Сәғит Ағиш, Баязит Бикбай кеүек әҙиптәребеҙ «Китап» нәшриәте менән  хеҙмәттәшлек итә, китаптары ташҡа баҫыла.

Бөйөк Ватан һуғышы осоронда ла китап кешегә күңел йыуансы, патриотик тәрбиә сығанағы булып ҡала. «Бөтәһе лә фронт өсөн!» – китап нәшер итеүселәр өсөн дә намыҫ талабына әүерелә. Нәшриәт хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре  ҡулдарына ҡорал алып, ил азатлығы өсөн йән аямай көрәшә. Ш.З Әлмикәсов, В.Б. Бикмөхәмәтов, А.Х. Вәлиуллин, Ш.Ш. Моратшин, Ч.Х. Ханов кеүек ҡаһармандар яу ҡырында ятып ҡала. «Китап» нәшриәте ҡанлы һуғыш йылдарында төрлө өлкәгә ҡараған 1171 китап, брошюралар нәшерләй, уларҙың дөйөм тиражы 6 миллиондан артып китә. Кемдәрҙер станоктар артында тороп, хәрби заказ үтәһә, берәүҙәр Ишембайҙа фронт өсөн нефть сығарһа, ҡатын-ҡыҙ, бала-саға иген икһә, «Китап» хеҙмәткәрҙәре, күренеүенсә, рухи ҡорал менән Еңеүҙе яҡынайта. Китап штыкка тиңләнә. Был да ысын батырлыҡ! Ауыр шарттарҙа нәшриәттең баш мөхәрирҙәре А. Ҡотошов, Ж. Кейекбаев, Ш. Насыров, Ғ. Ишбулатов, Х. Фәритовтар хеҙмәт батырлығы күрһәтә, китаптар сығарыу аҙға ғына ла туҡтап ҡалмай. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң нәшриәт эшмәкәрлеге тағы нығыраҡ йәнләнеп китә, сөнки ут-һыуҙы, Европаны йәйәү үткән кисәге һалдат һәм офицерҙар башҡорт әҙәбиәтен еңеүселәр рухы менән балҡытып ебәрә. Мостай Кәрим, Назар Нәжми, Шәриф Биҡҡол, Ғайнан Әмири, Суфиян Поварисов, Динис Исламов, Ибраһим Ғиззәтуллин, Азат Мағазов һ.б. башҡорт әҙәбиәтен өр-яңы баҫҡысҡа күтәрә, киң ҡатлам китап уҡыусыларға тәғәйен поэма, повесть, романдар  ижад итә, драма әҫәрҙәре менән башҡорт сәхнәһен байыта.

Оҙаҡ йылдар «Китап»та эшләгән, төп хеҙмәтен яҙыусылыҡ эше менән бергә алып барған Зәйнәб Биишева 1959 йылда «Кәмһетелгәндәр» романын  ташҡа баҫтыра, әҫәр башҡорт прозаһының өр-яңы дәүерен, бөтә союз кимәленә күтәрелеү ососрон башлап ебәрә. Артабанғы «Уяныу», «Яҡтыға», «Емеш», «Оло Эйек буйында» кеүек романдары әҙибәне төрки халыҡтары араһындағы ҡатын-ҡыҙ яҙыусыларҙың иң күренекле әһеле итеп таныта. Яҙыусыға 1968 йылда БАССР-ҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүәләт премияһына лайыҡ булыуын, ә 2007 йылда Башҡортостан Республикаһының «Китап» нәшриәтенә бөйөк яҙыусыбыҙҙың исеме бирелеүҙе халҡыбыҙ хуплап ҡаршы алды. Нәшриәтттең ҡайһы ғына осорона күҙ ташлама, яҙыусыларҙың, ҡәләм оҫталарының фиҙакәр хеҙмәтенә иғтибар итәһең. Нәшриәттә лә эшләп, шул уҡ ваҡытта үҙҙәре лә актив ижад иткән Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзалары баһалап бөткөһөҙ рухи ҡаһарманлыҡ ҡылған. Башлыса яҙыусылар хеҙмәт иткән нәфис әҙәбиәт һәм балалар әҙәбиәте редакциялары шуға ла нәшриәттең рухи үҙәгенә әйләнгән тип һис шикләнмәй әйтергә мөмкинлек бирә. Мәҫәлән, 1966-1984 йылдарҙа ошо редакцияны 15 китап авторы, танылған яҙыусы Агиш Ғирфанов етәкләй. Ә редакцияла Василий Трубицын, Шәриф Биҡҡол, Ғәлим  Дәүләтов, Борис Павлов, Муса Сиражи, Риф Мифтаховтар хеҙмәт итеүе ойошманың абруйын тағы нығыраҡ күтәрә. Тап ошо осорҙа нәшриәт үҙенең 60 йыллыҡ юбилейын билдәләй, төрлө исемдә 17 мең китап донъя күрә, уларҙың тиражы 150 миллиондан ашып китә. Бүлек редакторы, республикабыҙҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Маһиҙә Игебаеваның исеме киң танылыу яулай, яҙыусыларыбыҙ Раил Байбулатов, Ғабдулла Байбурин, Ағиш Ғирфанов бүлек менән уңышлы етәкселек итә.

Нәшриәт үҙенең директорҙарынан барлыҡ дәүерҙә лә уңды, тип әйтеү дөрөҫ булыр. Әйтәйек, 1990-2010 йылдарҙа «Китап» нәшриәтенең директорҙары булып арҙаҡлы шәхестәребеҙ, бер үк ваҡытта танылған яҙыусы һәм шағирҙарыбыҙ Аҫылғужа Баһуманов, Азамат Урманшин, Ғәлим Хисамов, Рәмил Йәнбәк, Ҡәҙим Аралбай, Зөфәр Тимербулатовтар эшләне. Тормош һәм идара эшенең байтаҡ кимәлдәрен уңышлы үткән етәкселәр заман талаптарына тиҙ яраҡлашты, иҡтисад үҫеше һәм ваҡыт менән бергә атлай алды. 1999 йылдың 13 авгусында, БР Президенты М.Ғ. Рәхимов Указына ярашлы, «Китап» – «Дәүләт унитар предприятиеһе» тип аталып, яңыса хоҡуҡи статус алды. «Китап» нәшриәте республикабыҙҙа барған барлыҡ ижтимағи сараларҙың уртаһында ҡайнаны, сөнки заман башҡа, заң башҡа икәнде етәкселек тә, хеҙмәткәрҙәр ҙә яҡшы аңланы. Икенсенән, дәүләт заказын үтәү – мөҡҡәддәс бурыс та бит. 2004 йылда милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуына 150 йыл тулыуҙы билдәләгән көндәрҙә нәшриәт 16 атама менән төрлө жанрҙағы һәм форматтағы китап, брошюра, плакат, буклеттар әҙерләне, улар башҡорт, рус, татар, инглиз телдәрендә донъя күрҙе, халыҡҡа һатылды. Бөйөк Еңеүҙең 60 йыллығына, мәҫәлән, «Улар Еңеү менән ҡайтты!» исеме аҫтында 14 томлыҡ китап әҙерләнде, республикабыҙҙан 258 мең яугирҙең исеме шул рәүешле мәңгеләштерелде. Артабанғы йылдарҙа, нәшриәт етәкселәренең талымһыҙ эшмәкәрлеге арҡаһында «Китап» магазиндары селтәре, «Башҡорт китабы йорто» фирма магазиндары халҡыбыҙҙың китапҡа булған рухи талабын уңышлы ҡәнәғәтләндерҙе. Бөгөн дә республика етәкселеге ярҙамы менән бындай изге эштәр дауам итә. Төп «Китап» магазинының баш ҡалабыҙ үҙәгенә, Ленин урамына күсеүен хуплап ҡаршы алдым, был үҙгәреш, һис шикһеҙ, китап уҡыусылар, һатып алыусылар өсөн уңайлыҡтар тыуҙырыр, сөнки тап ошо урын  баш ҡалабыҙҙың рухи үҙәге булып тора. Йәштәребеҙ күпләп уҡыған студент ҡаласыҡтары, юғары уҡыу йорттары  ошо тарафта.

Хәҙерге көндә «Китап» нәшриәте яңынан-яңы үрҙәр яулай, ваҡыт һәм заман ҡуйған талаптарға яуап бирергә, китап уҡыусылар һәм һатып алыусыларҙың зауығын төрлө юлдар менән ҡәнәғәтләндерергә ынтыла. Барыбыҙҙың да хәтерендәлер, 2023 йылдың йәйендә, баш ҡалабыҙҙа уҙған грандиоз сара – «Китап-байрам». Уны уҙғарыу ниәтен хуплаған, артабан да йыл да тиерлек был мөһим сараны уҙғарыуҙы кәрәк тип һанаған Республикабыҙ Башлығы Р.Ф. Хәбировҡа рәхмәттән башҡа һүҙебеҙ юҡ. Бөгөнгө еңел булмаған шарттарҙа халыҡ-ара китап йәрминкәһен үткәреү, бар тарафтан төрлө издательстволарҙы китап таратыу-һатыу эшенә йәлеп итеү – үҙе бер батырлыҡ ул, минеңсә. Унда ҡатнашыу, китаптар һатып алыу, ҡәләмдәштәр менән осрашыу, иҫтәлеккә фотоға төшөүҙәр әле лә күңелгә сикһеҙ рәхәтлек бирә. 2024 йылдың башында, Р.Ф. Хәбировтың яҙыусылар менән осрашыу ваҡытында, «Китап-байрам» ғүмерле буласаҡ тигән һүҙҙәре йәнә ҡанат ҡуйҙы. Юҡһа, китап уҡыусылар, уны яратыусылар һаны кәмейәсәк, ҡағыҙ китаптарҙы уҡыу оҙаҡламай бөтөнләй иҫкелек күренеше булыр, хәҙер барса донъя электрон форматтағы тик цифрлы китаптарҙы ғына уҡыясаҡ тигән шомло хәбәрҙән баш ҡайнай башлағайны. Шул ваҡытта үҙем, ностальгияға бирелеп, уҙған быуаттың 60-сы йылдарын хәтерләп, тыуған ауылым Ҡырмыҫҡалы районының Бишауыл-Уңғар ауылы китапханаһы, китапханасыбыҙ Марат Зәһиҙуллиндан, аҙағыраҡ Альберт Байымов ағайҙарҙан яҙҙырып, ҡосаҡ-ҡосаҡ китап күтәреп ҡайтҡан көндәрҙе күҙ алдыма килтерә инем. Тап шул йылдарҙа үҙемә китап ене ҡағылғайны, шикелле. Әрменән ҡайтып, бер йыл Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы «Синтетик каучук» заводында аппаратсы булып эшләгәндә, ай һайын китаптар һатып алып, ауылымда бай ғына шәхси китапхана булдырғайным. Китапханамда 1973-1974 йылдарҙа сыҡҡан «Вопросы литературы» журналының тиҫтәләгән һандарын күреп, яҡташым, ғалим һәм яҙыусы Тимерғәле Килмөхәмәтов шаҡ ҡатҡайны. Бер-ике һанды ҡулына алып, шул автор нимә яҙған, быныһы нимә тураһында, тип һораштырғаны хәтеремдә. Шул китапханам минең БДУ-ға инеп, уңышлы уҡыуыма, артабан фән кандидатына визит карточкаһы булғанлығын мин һуңынан аңланым. Ҡайҙа йәшәһәм дә китапханамды ҡалдырманым, ҡапсыҡтарға тултырып, үҙем менән күсереп йөрөттөм, әле лә ул йыл да тулылана ғына бара. Эй, Хоҙайым, шул китаптарҙан, ҡулға тотоп уҡый торған, ҡосаҡлап ята торған аҡыл байлығымдан айырмаһаң ине! Интернеттан уҡыған китаптар, ни өсөндөр, минең хәтеремдә ҡалмай, күңелем ләззәт кисермәй, зауығым үҫмәй. Әллә бер мин шулаймын да, әллә донъянан артта ҡалып барам микән?!. Улай тиһәң, «Китап-байрам» йәрминкәһе көндәрендә БР матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы директоры урынбаҫары Марат Ғәзизов әйткән фекерҙәр күңелемә майҙай яғылды: «Беҙҙең «Китап» – Рәсәйҙә китап баҫыу һәм һатыу буйынса лидер. Китаптар сығарыу һәм ассортимент буйынса, ғәҙәттә, 1-3-сө урындар яулап тора. Бөгөн был кимәл менән һәр кем маҡтана алмай. Кешеләр ҡайтанан традицион форматҡа йөҙ бора. «Китап-байрам» – халыҡ-ара форум аша ҡағыҙ форматтағы продукцияның халыҡҡа сығарылыуы – заман талабы ул...». Минеңсә, бик тә хаҡ һүҙҙәр. Ашыҡмайыҡ әле, йәмәғәт, ҡағыҙҙа баҫылған ысын китаптарҙан баш тартырға, юҡһа, беҙ, артыҡ уйлап тормай, бер сиктән икенсеһенә тиҙ тайпылыусанбыҙ, ә һуңынан үкенгән булабыҙ...

Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте директоры Э.И. Хәйритдинованың эш кабинетында әңгәмәмәләшеп ултырабыҙ. Был вазифала оҙаҡ эшләмәһә лә йәш етәксе барлыҡ проблемаларҙы яҡшы белә, конкурентлыҡ шарттарында нәшриәттең киләсәгән, ниндәй юлдар менән үҫеш векторын яҡшы күҙаллай. Компьютер дисплейын, миңә табаныраҡ бороп, йыл аҙағындағы кәңәшмәгә әҙерләнгән презентацияны күрһәтә, үҙе һәр һан-цифрҙы яҡшы белгәнгә, иркенләп миңә ҡарап алырға, ҡуйын дәфтәремә шул һандарҙы теркәп алырға мөмкинлек бирә. Етәксе һүҙҙәренә ҡарағанда, «Китап» һуңғы йылдарҙа бик ырамлы эшләп килә, китап баҫыу, уны халыҡҡа һатыу кимәле, ысынлап та, һөйөндөрөрлөк икән. Ана бит, 2022 йылда баҫылған китаптар һаны 68 мең 163 экземпляр булһа, уҙған 2023 йылды ул 74 мең 473-кә еткән, тимәк, үҫеш 9, 25% тигән һүҙ. Шуныһы ҡыҙыҡ: нәшриәт интернет-магазин аша ла апарыу ғына һатыу итә икән – уҙған йылды 5 мең 366 дана китап тап ошо юл менән уҡыусылар ҡулына барып еткән. Сағыштырығыҙ: «Китап» фирма магазинында 2023 йылда 16 561 дана китап һатып алынған. Нәшер итеүселәр, тау килмәһә, Мөхәммәт үҙе килә, тигәндәй, республика буйлап йөрөп тә байтаҡ китаптар һата икән, мәҫәлән, 2022 йылда район-ҡалаларға 42 тапҡыр сығып, 2 807 китап һатылһа, 2023 йылда 55 ҡат сәфәр йөрөп, 6 376 дана китап үҙ уҡыусылары ҡулына барып еткән. Күрәһең, заман төрлө алымдарҙы ҡулланырға, эффектлы юлдарҙы һайларға үҙе этәрә.

Бынан тыш та китап нәшерләүселәр көн ҡаҙығына һуғырҙай заманса эш формалары уйлап таба, халҡыбыҙҙың китапҡа булған талабын ҡәнәғәтләндерә. Кескәйҙәр һәм уҡыусы балалар өсөн, ана бит, ниндәй компъютер уйындары тәҡдим итә улар, баҡтиһәң, [email protected] сайтында «Шаян бесәй» әкиәте уйынын уйнарға була. Ә өлкәнерәк уҡыусылар, мәҫәлән, «Географ» уйыны ярҙамында Башҡортостандың физик картаһын үҙләштерә ала, теләк кенә булһын! Төрлө аудиопроекттар 2023 йылда китаптарҙы пропагандалауға ҙур ярҙам күрһәткән. Тырышҡан юлын да таба инде. Нәшриәттең 2023 йылдағы уңыштары хаҡында һөйләгәндә директор Эльмира Иршат ҡыҙы Хәйритдинованың йөҙө тағы яҡтыраҡ балҡып китте. Һуңғы йылдарҙа «Китап» – Рәсәй кимәлендә иң уңышлы эшләп килгән издательстволарҙың береһе. Мәҫәлән, 2022 йылда 12 төрлө номинацияларҙа дипломант, «Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары», «Башҡортостандың иң яҡшы тауары» конкурстары еңеүсеһе булғандар. Тырыш хеҙмәт ҡыуанысын да оҙаҡ көттөрмәй. Ә шулай ҙа нәшриәттең һәм республикабыҙҙың, яҙыусыларыбыҙҙың иң ҙур уңышы тип уҙған йылда гөрләп уҙған «Китап-байрам» халыҡ-ара күргәҙмәһен атар инем. Ул һәр йәһәттән ысын мәғәнәһендәге рухи байрамыбыҙға, китап тантанаһына әйләнде. Өс көн буйы халыҡ өҙөлмәүе, ауыл-ҡалаларҙан кешеләрҙең бында ағылыуы китап ғүмренең әле оҙайлы булыуын күрһәтте. Бер нисә көн эсендә 1700 дана китап һатылыуы, мәҙәниәт өлкәһендә дәүләт-ара 3 килешеү төҙөлөүе, яңы сыҡҡан 38 китаптың презентацияһы, уларҙың авторҙары менән осрашыу, фекерҙәрен тыңлау ҡабатланмаҫ күренеш булды. Нәшриәткә артабан да халыҡ, китап уҡыусылыр күңеленә яңы юлдар табыуын, заман талабын уңышлы үтәүен  теләргә ҡала!

 

Тәрән йөкмәткеле, зауыҡлы китап – рухиәт нигеҙе

 

Ошо юлдарҙы яҙа башлағанда, халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның үҙем яттан тигәндәй белгән «Һөнәрсе һәм өйрәнсек» хиҡәйәте хәтергә килде. Һәм минең «Китап» нәшриәтен, уның байтаҡ йылдарға һуҙылған эшмәкәрлеген Һөнәрсенең көршәк яһау оҫталығы, бар ғүмерен матурлыҡтың серен аңларға тырышҡан, яңынын-яңы буяуҙар эҙләп, сын яһау көршәктәр тыуҙырыу кимәленә күтәрелгән мәшһүр оҫта ижады менән сағыштырғым килде. Көршәктәре күҙ яуын алып торһон өсөн Һөнәрсе ниҙәр генә эшләмәй бит! «...Көршәктең эсе аҡһыл зәңгәргә буялған. Ә тышы иртәнге аҡ томан баҫҡан, мең төрлө сәскәгә күмелгән яҙғы туғайҙы хәтерләтә. Аһ, ниндәй генә сәскә юҡ был туғайҙа!.. Иң ғәжәбе – уларҙың береһе лә төшөрлөгән түгел, ә үҙ стихияһында наҙланып ултырған тере сәскәләр!..». Зәйнәб Биишеваның һоҡланғыс тел һәм стиль үҙенсәлектәрен артабан да дауам итергә мөмкин ине! Зөфәр Мөхтәр улы Тимербулатовтың, элеккке директорҙың, фекере ошо урында бик урынлы булыр: «Беҙҙә баҫылған китаптарҙың художестволы кимәле бер нисек тә Зәйнәб Биишева әҫәрҙәренән кәм була алмай. Уның китаптары – оҫта яҙыусылар өсөн дә, башлап ижад итеүселәр өсөн дә, үҙенсә, бер маяҡ ул. Зәйнәб Биишеваны, беҙҙә баҫылған китаптарҙы пропагандалау – бик мөһим. Зәйнәб Биишева – башҡорт әҙәбиәтенең символы ул» (Зайнаб Биишева. Тормошо һәм ижады. Төҙөүселәре – З.А. Арсланов, Ғ. А. Хисамов. – Өфө: Китап, 2023. – 83 с.). 

Ысынлап та, нәшриәткә хәҙерге заман китабын уҡыусыһын ҡыҙыҡтырырлыҡ итеп сығарыу өсөн, Һөнәрсе кеүек байтаҡ эҙләнеүҙәр, художестволы оҫталыҡҡа даими ынтылыу талап ителәлер. Халыҡ әйтмешләй, мал сүлмәге тыштан билдәле. Китап яҡшы тауар булһын өсөн, беренсенән, мауыҡтырғыс, юғары художестволы йөкмәткеле, икенсенән, матур, килешле тышлыҡ кәрәк. Мәҫәлән, китап графикаһы тап уҡыусының ана шул зауығына мөрәжәғәт итә. Белгестәр раҫлауынса, китап графикаһы – уның художестволы төҙөлөшөн эшләү системаһы ул, йәғни китапты иллюстрациялау, кәрәкле шрифты һайлау, дөйөм ҡоролошто (төпләү, китап тышы, супертышлыҡ һ.б.) һәм биҙәүҙе (авантитул, титул бите, виньетка, башбиҙәк) кеүек мөһим талаптарҙы башҡарып сығыу тигән һүҙ. Китап донъға сығарыу тигәнең – уның авторы, буласаҡ китаптың редакторы, художестволы, техник редакторҙары һәм корректорҙарҙың бер коллектив булып башҡарған  дөйөм хеҙмәт емеше ул. Ә баҫып сығарыу, полиграфияны өҫтәһәң, бихисап һөнәр эйәләренең баш күтәрмәй хеҙмәт итеүе, полиграфкомбинаттың шаулап торған цехтары, автоматик станоктар геүләүе күҙ алдына баҫа. Был бит тотош бер индустрия! Шундай күмәк хеҙмәт емешен нисек яратмайһың да, нисек уҡымайһың?! 

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтенән өс ҙур пакет китаптар күтәреп сыҡтым, әйтерһең, мин һаман да ауылым китапханасылары Марат Зәһиҙуллин һәм Альберт Байымовтарҙан алған ҡосаҡ-ҡосаҡ китаптарҙы йөкмәп киләм. Миндәге әлеге китаптар – нәфис әҙәбиәт һәм балалар әҙәбиәте редакцияларының 2023 йылда әҙерләп сығарған тырыш хеҙмәт емеше. Ҡулымда дүрт тиҫтәгә яҡын буяу еҫе аңҡып торған өр-яңы китаптар. Маҡсатым – шул аҡыл байлығын уҡып сығыу һәм уларға ҡарата шәхси фекерҙәремде әйтеү. Тотондоҡ, әләйһәң... Тәүге китабым, әлбиттә, алда уҡ әйткән, рус һәм башҡорт телдәрендә баҫылған «Зәйнәб Биишева. Тормошо һәм ижады» (Өфө: Китап, 2023. – 320 б.) Баҫманы төҙөүселәр әҙәбиәтсе-ғалим Зәки Әлибаев һәм арҙаҡлы яҙыусы Ғәлим Хисамов, редакторҙары И.И. Садыҡова, Г.Ю. Фәзлиәхмәтова, рәссамы В.Ю. Ямашев. Хеҙмәттә Башҡортостандың беренсе халыҡ яҙыусыһы, башҡорт әҙәбиәте классигы Зәйнәб Биишева хаҡында замандаштары, ҡәләмдәштере тарафынан яҙылған бай материал тупланған. Китап киң ҡатлам уҡыусыларға тәғәйенләнгән. Супертышлыҡ, матур биҙәлеш, халыҡ ижады өлөгөһө – башбиҙәк һәм килешле шрифт, яҙыусының күркәм портреты китапты үҙенә тартып тора. 27 авторҙың яҙыусы хаҡындағы иң йылы тойғолары күңелдә ғорурлыҡ уята. Араларынан үҙемдең остазым академик Марат Вәли улы Зәйнуллин мәҡәләһенә (бик яҡшы белһәм дә, сөнки был мәҡәлә минең күҙ алдымда тыуҙы, яҙылған көнөндә үк уҡып барҙым, фекеремде әйттем) иғтибар итәм. Мәҡәлә «Һутлы телле ижад» тип атала. «Зәйнәб Биишеваның ижадында халҡыбыҙҙың тарихы һәм мәҙәниәте, донъяға ҡарашы, психологияһы, менталитеты юғары художестволы кимәлдә һүрәтләнгән». М.В. Зәйнуллин үҙенең яҡташын, ысынлап та, башҡорт халҡының, уның милли әҙәби теленең уникаль тел шәхесе (языковая личность) итеп таныны. Был әҙиптәргә ҡарата әйтеләһе иң юғары фәнни баһа. Китаптың йөкмәтке кимәлен, олуғ әҙибәбеҙ ижадын юғары баһалауын ҡатнашҡан авторҙарҙың ҡайһы бер исемдәрен атау ҙа етә. Улар: Рауил Бикбаев, Роберт Байымов, Тимерғәле Килмөхәмәтов, Рәшит Шәкүр, Алекандр Филиппов, Динис Исламов, Ҡәҙим Аралбай, Факиһа Туғыҙбаева, Тамара Ғәниева, Әнисә Таһирова һ.б. Халыҡ шағиры Тамара Ғәниева: «Ҙур яҙыусы, ҡатмарлы характерлы, ярайһы уҫал, принципиаль һәм йылы кеше ине Зәйнәб апай. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына хас сәм дә, саялыҡ та ят түгел ине уға», – тип яҙа. Шулай булмаһа, Зәйнәб Биишева ла булмаҫ ине! Яңы сыҡҡан китап бик уҡымлы. Матур биҙәлешле китапты ҡулда тотоп тороу – үҙе бер кинәнес. «Башҡортостандың арҙаҡлы шәхестәре» серияһында сыҡҡан китап мотлаҡ шулай булырға тейештер.

Танылған әҙип һәм журналист Мөнир Ҡунафин төҙөгән «Мин башланам һеҙҙән, кешеләрем!.. (Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев хаҡында)» (Өфө: Китап, 2023. – 208 б.) китабы хаҡында ла тик йылы һүҙҙәр әйтке килә, сөнки китапты төҙөүсе Мөнир Ҡунафин тап ваҡытында бик кәрәкле эш башҡарған. Халыҡ шағиры Рауил Бикбаев бындай китапҡа хаҡлы, хәтирәләр йылы саҡта, күп деталдәр күңел түрендә йөрөгәндә әйтеп ҡалғаның хәйерле. Ваҡыт тигәнең һуңынан хәтерҙең алтын бөртөктәре тигәндәйен генә һаҡлап ҡалыусан. Әҙәби-нәфис баҫманы әҙерләүселәргә алдан уҡ рәхмәт, күңел биреп, юғары зауыҡ менән әҙерләгәндәр хәтернамәне. Баш һүҙҙә Мөнир Ҡунафин замандаштарыбыҙҙы уйландырыр фекер әйтә: «Йылдар үткән һайын халҡыбыҙҙың ҡалҡаны булған ир-аҙаматтарыбыҙҙы һағынабыҙ, юҡһынабыҙ. «Их, бөгөн кәрәк ине ул аҡһаҡал Мостайҙың абруйы, Рәми ағайҙың яныуҙары, их, бөгөн дә ҡалай танһыҡ беҙгә Бикбай һүҙҙәре, өндәүҙәре!..» – тип ҡуябыҙ ҡай саҡ уфтанып та, уйланып та. Уларҙың үҙҙәрен дә, һүҙҙәрен дә оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Эйе, республика етәкселеге тарафынан да, йәмәғәтселек тырышлығы менән дә бөйөк шәхестәребеҙҙең исемдрен мәңгеләштереү буйынса күп эш эшләнә. Хәтер уларҙы мәңгелек итә». Был тәрән аҡыллы фекер йөҙ йыл әүәл Ризаитдин Фәхретдинов әйткәнде ҡеүәтләй, минеңсә: «Ғалим һәм әҙиптәре булмаған халыҡ бәхетһеҙ, мәшһүр кешеләрен онотҡан халыҡ намыҫһыҙ...». Был китапта ла 25 автор Рауил Бикбаев тураһында матур хәтирәләргә бирелә, шағир хаҡында иң кәрәкле һәм изге һүҙәрен әйтә. Шулар араһында профессор Ғиниәтулла Ҡунафиндың «Бик бай фекерле, бик бай рухлы ил улы» мәҡәләһенә айырым туҡталғы килә. Был 14 битлек хәтернамә 2023 йылдың ғинуар айында яҙылған. Иң әүәле ғалим Рауил Бикбаев менән иңгә иң терәп Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында бергә эшләгән дәүерҙе тасуирилай, хәтерҙә ҡалғандарға туҡтала, ғилми яҡынлыҡ ептәрен барлай. Халыҡ шағирының ижадына һоҡлана. «Ғәжәйеп бай фекерле, юғары художестволы, нескә зауыҡлы был рухи-мәҙәни байлыҡ та, уны тыуҙырыусы бөтмөр талант эйәһенең исем-шәрифе лә киң илем түрендә балҡыған башҡорт еренең, гүзәл Уралдың «йөҙкәйенә» мәңгелеккә «кескәй биҙәк булып уйылып» ҡалды. Бының шулай икәнлегенә иманым камил», – тип яҙа арҙаҡлы ғалим. 

Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай, мәҫәлән, «Күп яҡлы шәхес ине» мәҡәләһендә Рауил Бикбаевты шағир, ғалим һәм сәйәсмән булараҡ уңышлы аса: «Шағир мәғрүр Уралына, булған һөйөүенә ғүмере буйына оғро ҡалды, офоҡтары киңәйгән, сит-ят ҡитғаларҙы айҡаған һайын Урал тауы табыныр (ғәғбә) ташына, изге атай йортона әйләнде»; «Р.Т.Бикбаев аҡыл хеҙмәтен планлы эш стиленә, фәнни этика талаптарына буйһондорорға өйрәнде, үҙенең оҫта стилист һәм аналитик эҙләнеү методологияһын булдырҙы»; «Депутат булып та сәйәсмән булмау мөмкин булмағандай, милләте өсөн янған, йәне һыҙланған шағирҙың көрәшсе булмауы, рух һаҡсыһы булмауы мөмкин түгел». Ысынлап та, ғалимдарын, әҙиптәрен ҙурлаған милләт үҙен ололай икән шул! Ана, күпме арҙаҡлы шәхестәребеҙ һөйгән шағирына йөрәк ҡайнарлығын йәлләмәгән, иң мөҡәддәс һүҙҙәрен йомарт әйтеп бирә алған. Рухыңды байытаһың килә икән, тап ошо «Мин башланам һеҙҙән, кешеләрем!.. (Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев хаҡында)» тигән китапты уҡыу кәрәк, милләттәштәр!

Ҡулдарыма ҡосаҡ-ҡосаҡ китап эләгеү шатлығын кисергәндән һуң, ике хәтернамә китабын ентекләп уҡып сыҡҡас, һыуына биргәс, Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә 2023 йылда сыҡҡан рухи байлыҡты нәфис әҙәбиәт жанрҙары планында системалы баһалау кәрәклегенә инандым. Шуныһы ҡыуандыра: нәшриәттә әҙерләнгән яңы китаптар башҡорт, рус, татар телдәрендә донъя күргән. Тимәк, республикабыҙҙа «Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында Закон», ул ҡуйған хоҡуҡи талаптар теүәл үтәлә. Күҙәтеүҙәремде иң әүәл хәҙерге башҡорт романынан башлау кәрәктер. Бына ҡулымда Наил Ғәйетбайҙың «Бабич» романы. Супертышлыҡтағы баҫма ыҫпайлығы, күркәмлеге менән арбай, тиҙерәк мажаралы уҙған быуат башындағы ҡатмарлы ваҡиғаларға сумғы килә, әммә роман миңә таныш. 2018 йылда уны «Ағиҙел» журналында уҡып сыҡҡанмын. Ифрат шәп роман, шағир Шәйехзада Бабич бөтөнләй яңыса, ҡәҙимге әҙәм балаһы планында күҙ алдына баҫа. Роман бәхетле яҙмышлы булды. Уны ташҡа баҫырға фатихаһын халыҡ яҙыусыбыҙ Ноғман Мусин бирһә, фән докторҙары, профессор Рәшит Хәсәнов, Гөлфирә Гәрәева, халыҡ яҙыусыһы Әмир Әминевтар үҙ рецензияларында юғары баһалаған, объектив тәнҡит фекерен әйткән. «...бөйөк Бабич, теп-тере Бабич атаҡлы Бабич ҡайтты беҙгә тотош бер быуат аша Наил Ғәйетбайҙың «Бабич» романы аша!» – тип яҙҙы, һоҡланыуын йәшермәйенсә, Гөлфирә Гәрәева. Мотлаҡ өр-яңынан уҡып сығырға кәрәк, журнал варианты ул журналдыҡы булыр!

Хәҙерге башҡорт романистикаһы шулай уҡ халыҡ яҙыусыһы Ринат Камал, Сабир Шәрипов, Гөлнур Яҡуповаларҙың һайланма әҫәрҙәрендә бирелә. Ринат Камалдың һайланма әҫәрҙәренең I томы донъя күреүе ҡыуаныслы. Был томға авторҙың киң билдәле «Таня-Таңһылыу» сентименталь романы һәм «Бәлә», «Түңгәк», «Убыр», «Ике ғүмер», «Ят бауыр» индерелгән. Әҙәбиәтсе Суфиян Сафуановтың 1996 йылда яҙылған «Үҙ юлы, үҙ моңо» тәнҡит мәҡәләһе бик урынлы, сөнки уҡыусылар Ринат Камал ижадын тағы тәрәнерәк аңлаясаҡ. Биҙәлеш мөхәррире, рәссам З.И. Кәримоваға оло рәхмәт, тышлыҡ зауыҡлы биҙәлеше менән йәнде арбап тора. Китап һөйөүселәргә Ринат Камал прозаһы тик ҡыуаныс буласаҡ. Сабир Шәриповтың һайланма әҫәрҙәренең тәүге томы ла уңышлы әҙерләнгән. Профессор Зәйтүнә Шәрипованың «Сабир Шәриповтың тормош юлы һәм ижады хаҡында» мәҡәләһе авторҙың ижадын ентекләп өйрәнергә ярҙам итәсәк. Йыйынтыҡҡа яҙыусының «Хушлашмайым» романы, «Ҡолонташ» повесы индерелгән. Ноғман Мусин роман хаҡында: «...әҫәр тап Сабир Шәриповса һутлы, халыҡсан тел менән яҙылған, ул башҡорт романистикаһында үҙенең лайыҡлы урынын алды», – тип яҙғайны. Танылған әҙибә Гөлнур Яҡупованың һайланма әҫәрҙәренең II томы ла үҙенә саҡырып тора. Рәссам З.И. Кәримова был баҫмала ла үҙенең Һөнәрсе оҫталығын юғары кимәлдә сағылдырған.Был баҫма яҙыусы ижадын бар яҡлап та аса: «Йыртҡыс ҡаны», «Күперҙәр», «Илһөйәр» повестары, байтаҡ хикәйә һәм новеллалар, яҙыусы ижады хаҡындағы тиҫтәгә яҡын әҙәби тәнҡит мәҡәләләре яҙыусының икенсе томының бай йөкмәткеле булыуы хаҡында һөйләй. Башҡорт әҙәбиәтенә урау-урау юлдар үтеп, тормош тәжрибәһе туплап килгән прозаик Зөфәр Толомғужин уҡыусыларын «Йәнем рәхәте» трилогияһы менән ҡыуандыра. Баш һүҙҙә халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин автор ижадына ҡарата йылы фекерҙәр әйткән. Ғәҙәттә, трилогияларҙы халҡыбыҙ яратып уҡый, мәҫәлән, Зәйнәб Биишева, Таңсулпан Ғариповаларҙың бындай әҫәрҙәре милләтебеҙең рухи байлығына әүерелде. Зөфәр Толомғужин трилогияһына ла шундай яҙмыш теләйек. Журналист һәм яҙыусы Рәлис Ураҙғолов әленән әле уҡыусыларын уҡымлы әҫәрҙәре менән ҡыуандырып тора. Уның «Аслыҡ» романы киң ҡатлам уҡыусыларына яҡшы таныш. Мауыҡтырғыс хикәйәләү оҫтаһы, ҡатмарлы характерҙар тыуҙырыусы, заман һыҙланыуҙарын тәрән кисереүсе яҙыусының «Һуңғы йәйләү» романы ла уҡымлы булырына шик юҡ. Был баҫманы ла нәшриәт күңел биреп ташҡа баҫҡан.

«Китап» 2023 йылда хәҙерге башҡорт прозаһын тулыландырған байтаҡ китаптар нәшер иткән. Мәҫәлән, халыҡ шағиры Тамара Ғәниеваның «Донъялыр был...»ына төрлө йылдарҙа яҙылған хикәйәләре һәм эсселары ингән. Дөрөҫөн әйткәндә, беҙҙең проза был жанр менән артыҡ маҡтана алмай, эссеистарыбыҙ әлегә аҙ һанлы. Боронораҡ Японияла, XIX быуатта Франция, Англияла сәскә атҡан, уҙған быуат башында Рәсәйҙә күҙгә салына башлаған эссе һуңғы осорҙа беҙҙә лә күренә башланы. Йыһат Солтанов, Мәүлит Ямалетдинов, Тимерғәле Килмөхәмәтовтарҙың әҫәрҙәре билдәле. «Донъялыр был...» дөйөм исем аҫтындағы Тамара Ғәниеваның 11 эссеһы ошо йыйынтыҡҡа ингән. Эсселарҙы уҡыу бик кәрәк, сөнки унда автор үҙенең субъектив ҡараштарын сағылдыра, донъя һәм кеше характерҙарын үҙенсә аңларға ынтыла, фәлсәфәүи уйҙарға бирелә. Тап ана шул сифаттар аша Тамара Ғәниеваны оҫта эссеист итеп таныйбыҙ. Уҙған йылда нәшриәт күп кенә повестар менән китап уҡыусыларҙы таныштыра алды. Мәҫәлән, Гөлнара Мостафинаның «Ҡаяға һыйынған ҡайын» ошо исемдәге повесть һәм «Китһәм дә мин, йырым ҡалыр» повесы һәм тиҫтәгә яҡын хикәйәләре ингән. Авторҙың уңышы шунда: әҫәрҙәрендә тормошто, кешеләр яҙмышын, уларҙың проблемаларын, үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе, шәхес психолгияһын аңлап, оҫта һүрәтләй. Ә Миләүшә Ҡаһарманованың «Зәңгәр төймә» китабына бер юлы өс повесы «Ут хәтере», «Мәскәү тигән баш ҡала», «Вахта» әҫәрҙәре һәм ике тиҫтә хикәйәләре ингән. Китаптың аннотацияһы авторҙың ижадын үҙ итеселәрҙе саҡырып тора: Әҫәрҙәрҙең «Һәр береһе уҡыусы күңелендә дауыллы хис-тойғолар уятып, илатып-көлдөрөп, унан йәндә өмөт, яҡты киләсәккә ышаныс ҡалдыра ла кеүек. Быға авторҙың бай, һутлы теле һәм бер аҙ мәрәкәсел теле лә булышлыҡ итә». Әйҙә, һәр әҫәрең шулай уҡыусыларыңда өмөт, ышаныс уятһын, әҙибә! Уҡытыусы һәм әҙибә Әлиә Саматова ла уҡыусыларын әленән әле һөйөндөрөп тора. «Уртаҡ яҙмыш» китабына авторҙың «Кәкүк » повесы һәм ун хикәйәһе ингән. Әлиә Саматованың повесы хаҡында минең күҙәтеүҙәрем «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналында донъя күрҙе (№ 9, 2017 йыл. – 21-25 б.б.). Белорет районының Инйәр ҡасабаһы урта мәктәбенең алдынғы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, үҙешмәкәр артист, халыҡсан телле, күркәм стилгә эйә автор килсәктә лә киң ҡатлам уҡыусыларын табыр, уңышлы әҫәрҙәре менән ҡыуандырыр әле. Мәүлиҙә Әхмәтйәнова ла «Бабайһыҙ әбеәйҙәр» хикәйәләр китабы менән халҡы күңеленә юлдар яра. Уның «Хуш, пулнамуч» повесы уҡыусылары күңеленә хуш килде. Рәсәй, Татарстан, Башҡортостан кимәлендәге әҙәби конкурстарҙың еңеүсеһе лә ул Мәүлиҙә Әхмәтйәнова.

Әҙәбиәт ғилеме менән ҡыҙыҡһыныусыларҙы филология фәндәре докторы, профессор, әҙибә Зәйтүнә Шәрипова үҙенең «Һайланма хеҙмәттәр»е менән ҡыуандырыр. Минеңсә, башҡорт ғилмиәтендә был хеҙмәт өр-яңы күренеш, сөнки академик М.В. Зәйнуллиндың ошондай типтағы йыйынтығынан башҡа, бүтәнсә фәнни хеҙмәттәр тупланмаһын күрергә тура килмәне. Хеҙмәт башҡорт һүҙ сәнғәтен ғилми кимәлдә өйрәнеүгә арналған. Ғалимә фәнни очерктарында башҡорт һүҙ сәнғәтенең формалашыу һәм үҫеш тенденцияларын барлай, урта быуаттарҙан  алып, Аҡмуллаға тиклемге тарихи дәүерҙә ижад ителгән ҡисса, суфыйсылыҡ осоро поэзияһы, тәуарихтарҙа сағылған башҡорт әҙәби фекере эволюцияһын уңышлы анализлай. Был төплө ғилми хеҙмәт һүҙ сәнғәте һәм әҙәби фекерҙе өйрәнеү өлкәһендә фундаменталь хеҙмәт тип аталырға хоҡуҡлылыр. Шуға ла беҙ авторҙың яңы китабын мәртәбәле фәнни күренеш тип баһалайбыҙ. Ғилми хеҙмәтте зауыҡлы баҫма итеп әҙерләгән нәшриәтебеҙгә рәхмәтебеҙ сикһеҙ. Аҡмулла һәм зауыҡ тигәндән ҡулыма, айырым бер ҡәҙер күрһәтеп, Фәнис Янышев төҙөгән «Аҡмулла. Хикмәтле һүҙ» китабын алам. Үҙенең бай йөкмәткеһе, Аҡмулла шиғырҙары, төҙөүсеһенең комментарийҙары, фотоматериалдар һәм иҫ киткес художестволы биҙәлеше менән китап күңелдә йылы тойғолар уята. «Әҙәби мираҫ» серияһында донъя күргән китапты, уның тышлығын биҙәлеш мөхәррире З.И. Кәримова аырыуса оҫталыҡ менән сәнғәти әҫәр кимәленә күтәргән! Көнсығыштың аҫыл орнамент-биҙәктәре араһынан, ирекһеҙҙән, йәшел ҡыяҡтағы күҙҙең яуын алырҙай «Һөнәрсе» тигән яҙыуҙы эҙләй башлайһың...

2015 йылда Рәсәйҙә һәм Башҡортостаныбыҙҙа гөрләп «Әҙәбиәт йылы» саралары үтте. Ҡырмыҫҡалы районының мәҙәнәит һарайында старт алған проект республикабыҙҙың һәр ҡала-районында үтте. Ул осорҙағы Яҙыусылар союзы рәйесе Наил Ғәйетбаев: «Әҙәбиәтебеҙ оҙаҡ йылдар йәшәр, сөнки беҙ республикабыҙҙа меңгә яҡын ижади йәштәребеҙҙе таптыҡ», – тине. Һоҡланғыс күренеш! Тимәк, йәш әҙиптәребеҙ булғас, туған телебеҙ ҙә, китаптарыбыҙ ҙа ғүмерле булыр! Ҡулдымда ыҡсым форматлы, аҡ ҡағыҙҙа күркәм биҙәлешле «Йәштәр тауышы» серияһында сыҡҡан шиғыр һәм хикәйәләрҙән төҙөлгән йыйынтыҡтар. Лилиә Ҡаһарманованың «Күңелеңдә ҡояш булһа...», Илья Боровскийҙың «Стихи перед рассветом», талантлы музыкант һәм йырсы игеҙәктәр Алмаз һәм Айҙар Юнысовтарҙың «Аҡлы-ҡаралы донъя» шиғырҙар китабы, ә Заһиҙә Мусинаның «Минең ямғыр», Ләйсән Сәлимованың «Өмөтдар» исемле повесть һәм хикәйәләр йыйынтыҡтары – йәш ижадсыларҙы үҫтереүҙең гүзәл өлгөһө ул. Һис шикһеҙ, әҙәбиәт һәм китаптың мәңгелеген раҫлап, талантлы йәштәребеҙ үҫә, сәнғәти һүҙҙең сихри көсөнә ышанып үҫә улар. Лилиә Ҡаһарманованың «Һүҙ көсө» шиғырына ғына иғтибар итәйек:

Тап шул ваҡыт янда яҡын кешең

Әйткән бер һүҙ: «Тырыш, бирешмә!» –

Өмөт уты балҡытыр юлыңда,

Ышаныс тыуҙырыр саф күңелдә.

Ниндәй көскә эйә һүҙ генә.

Инде исемдәре күптәргә таныш, өмөтлө шағирәләр Айгөл Ишемғужинаның «Сейәле мәлем», Олеся Әхмәтрәхимованың «Хыялый заман», Зарина Бағышаеваның «Әсәй ҡабыҙған йондоҙ» бер китапҡа ингән шиғырҙар йыйынтығы ла поэзия һөйөүселәр күңеленә хуш килер. Йәш шағирәләр һинең кисәге студенттарың булыуҙары күңелгә күпме рәхәтлек бирә, шуғалыр ҡыҙҙар өсөн ҡыуаныстарым яҙғы ташҡын төҫлө йөрәгемдә таша.

Халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең «Өлгөрөү» шиғырында шундай юлдар бар:

Өлгөрөү! Ул – сафлыҡ, хозурлыҡ;

Ул – йәм, ләззәт, йәнгә йән өрөү.

О, шиғриәт! Ул – сер, матурлыҡ,

Мәңге йәшлек, мәңге өлгөрөү.

Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә 2023 йылда ташҡа баҫылған китаптар менән танышҡас, ана шундай уйҙар килде: хәҙерге башҡорт әҙәбиәте лә, нәшриәт тә тамам өлгөрөү кимәленә күтәрелгән. Әҙәбиәтебеҙ үҙенең йөкмәтке һәм форма берлеге, сәнғәти һүҙе менән алдырһа, нәшриәт ташҡа баҫыу оҫталығы, күркәм тышлы баҫмалары менән таң ҡалдыра. Ҡасан ғына әле халҡыбыҙ, «тарих яҙыр инем ташына», «ташҡайҙарға соҡоп яҙҙым ҡарғыш, ейәндәрем уҡыр бер саҡта» кеүек иң мөҡәддәс уй-фекерен ташҡа ырып йәдкәр иткән. Бөгөн аяуһыҙ баҙар, конкурентлыҡ шарттарында әҙиптәребеҙ нәшриәттә бынамын тигән әҫәрҙәрен ташҡа баҫтыра. Китап баҙарында йөҙөбөҙ ҡыҙарырлыҡ түгел, минеңсә. Ана бит 2024 йылда ла республикабыҙ, Яҙыусылыр союзы, «Китап» нәшриәте йәнә «Китап-байрам – 2024» йәрминкәһен үткәрергә әҙерләнә. Һоҡланғыс бит, тимәк, ысын мәғәнәһендә өлөгөрөү осорон кисерәбеҙ. 

О, шиғриәт! Ул – сер, матурлыҡ! Уҙған йылда сыҡҡан шиғри йыйынтыҡтарҙы уҡый башлағас, шағирәнә серлелек, матурлыҡ донъяһына сумдым. Мәҫәлән, халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысованың «Рәхмәт яҙмыш» китабын ҡулға алғас, тап ана шундай уйҙар килә. Ни тиклем зауыҡ, тышҡы һәм эске биҙәлеш, шағирә ижадына хас моң һибелә башлай был баҫманан. Гөлфиә Юнысованың 75-енә ҡарата матбуғатта байтаҡ ҡына ыңғай фекерҙәр әйттем, шуға әле ижадына мөкиббән киткәнмен тигәнерәк һүҙҙер менән сикләнәм.

2023-тә сыҡҡан «бәхетле» китаптар араһында шағирә Фирүзә Абдуллинаның да баҫмаһы бар. Ғүмере буйы балаларға һабаҡ биреп, мәктәп директоры, уҡытыу эштәре урынбаҫары булып эшләп, шул мәшәҡәтле эш араһында шиғриәткә хыянат итмәгән әҙиптәребеҙ бар. Ул – Фирүзә Абдуллина! Шағирә Баймаҡ районында тыуа, Стәрлетамаҡ, Ейәнсура, Ҡырмыҫҡалы райондарында рус теле һәм әҙәбиәте уҡыта. Бөгөн ул 6 шиғри йыйынтыҡ авторы, һуңғыһы – «Әсәйем һабаҡтары» 2023 йылда «Китап» нәшриәтендә донъя күрҙе. Һуңғы осорҙа ул йыр текстары авторы булараҡ та киң танылыу яуланы, 2021 йылда «Йыл шиғыры» еңеүсеһе тип аталды. Әйтәһе фекеремде «Әсәйем һабаҡтары»на нигеҙләмәксемен. Йыйынтыҡ юҡҡа шулай тип аталмаған, китапҡа ингән барлыҡ шиғырҙарҙа, ысынлап та, әсә һүҙҙәре, фатихаһы, һабаҡтары лейтмотив рәүешендә яңғырай. Уларҙы, икенсе төрлө, халҡыбыҙҙың этник педагогикаһы, аң хәтере, тәрән фекер һалынған мәҡәл-әйтемдәребеҙҙең заманса йәшәү формаһы тип ҡабул итергә кәрәк. Иң мөһиме: автор уларҙы үҙ балаларына, ейән-ейәнсәрҙеренә генә арнамай, ә тотошлайы менән барлыҡ йәштәребеҙгә бағышлай. Уҡытыусы һәм яҙыусы – шәхес остазы булып сығыш яһай. Әсә һабаҡтарынан: «Әсәй ҡәҙерен белмәҫһең, үҙең әсәй булмайса», «Өй һалырға урын түгел, күрше һайла балаҡайым», «Ҡарғыш төшмәй, рәнйеш төшә, кеше рәнйетмә, балам!». Ошондай ғибрәтле һабаҡтарға яуап рәүешендә ижад ителгән әҫәрҙәр бөгөн бик тә кәрәк, сөнки улар йәш быуынға этнопедагогик аҡыл бирә. Фирүзә Абдуллина шиғриәтен халҡыбыҙ үҙ итте, сөнки ул ижадтан халыҡ рухы, ер рухы аңҡып тора. Халыҡсан стиль авторҙың үҙенең дә тәрән мәғәнәле афоризмдар ижад итеүен талап итәлер: «Яраларҙы ваҡыт ямай, тиҙәр, Юҡ, йәшерә бары төпкәрәк...», «Тик белегеҙ: йәште һөртөрмөн дә Йылмайырмын һеҙгә ҡабаттан!», «Шыма һөйләүсенең арҡаһында Әҙер була уғы - һаҙағы», «Ҡапыл килмәй бары бәхет кенә, Бәхет кенә – һәр аҡ көтөлгән». Фирүзә Абдуллина шиғриәте тел һәм стиль үҙенсәлектәре буйынса, шиғыр төҙөлөшө тәңгәлендә киңерәк планда тикшеренеүҙәр талап итә, сөнки ул уҡыусыһының йөрәген һәм аңын күптән яуланы, күңелен йыр-моң менән байытты.

Нәшриәт шулай уҡ Рәшит Зәйнуллиндың «Ҡояш күрәм», Миңлегөл Хисамованың «Яҙмышым усағы», Таңһылыу Ҡарамышеваның «Киреп асам тарих шаршауын» тип исемләнгән шиғри йыйынтыҡтары менән авторҙарын һәм шиғриәт һөйөүселәрҙе шатландырҙы. Әйтәйек, Рәшит Зәйнуллин ижады хаҡында нәшер итеүселәр былай ти: «Шағир фекеренсә, иман, изгелек һәм мәрхәмәтлелек кеүек сифаттар ғына донъябыҙҙы яҡтыртыр көскә эйә. Был китапты ҡулына алғандар төшөнөр – иң ҡатмарлы мәлдәрҙә лә һәр беребеҙҙе ошо яҡты киләсәгебеҙгә ышаныс һәм өмөт йәшәтә бит». Ошо юлдарҙы яҙып ултырғанда СМС-хәбәр алдым. Әбйәләил районы үҙәге Асҡар мәҙәниәт йортонда «Ҡояш күрәм» китабының презентацияһы гөрләп уҙған. Йыйынтыҡ һәм Рәшит Зәйнуллин ижады хаҡында БР Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов, күренекле прозаик һәм драматург Наил Ғәйетбай тос фекерҙәр әйткән. Автор менән халыҡтың шулай осрашыуҙары, әҙәби фекер хаҡында һүҙ-лөғәт алышыуы хәҙерге башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүҙең, сәнғәти һүҙҙе китап уҡыусыларға еткереүҙең аҫыл өлгөһө ул. Шул уҡ ваҡытта ойошторолған китап күргәҙмәләре Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтен, уның бынамын тигән эшмәкәрлеген пропагандалау тигән һүҙ. Халҡыбыҙ дөрөҫ әйтә: «Күмәкләгән яу ҡайтарған». Яуҙарыбыҙ изге булһын, халҡыбыҙ мәнфәғәтенә ярап торһон!

 

Фәнзил САНЪЯРОВ,

филология фәндәре кандидаты, әҙәби тәнҡитсе, БР Хөкүмәтенең

Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры

(Мәҡәлә 2024 йылғы "Ағиҙел" журналының 9-сы һанында уҡығыҙ).

Автор:Луиза Кирәева
Читайте нас: