Башҡортостандың халыҡ шағиры Гүзәл Ситдиҡованың “Антоновка еҫе” повесында (“Ағиҙел,” 1-се һан, 2024 йыл) балалыҡ һәм үҫмерлек йылдары Бөйөк Ватан һуғышы осорона тура килгән малайҙарҙың, ҡыҙҙарҙың иңенә төшкән михнәт- яфаларҙы еңеп, ауырлыҡтарҙа сынығып, үҙҙәренең артабанғы тормоштарын яйлап, лайыҡлы ғүмер итеүҙәре хаҡында бәйән ителә. Повестың башынан алып аҙағынаса ваҡиғалар Сәбилә образы менән бәйле үрелеп бара. Асығалар, ҡыштарын өшөп-туңалар, ир –ат башҡарыр эштәрҙе хәлдән тайып тарталар, әммә бирешмәйҙәр һуғыш йылдары балалары. Ошондай сыҙамлылыҡтың сере нимәлә икән тигән урынлы һорау тыуа. Минеңсә, ата-әсәләрҙән алған матур тәрбиә, уларҙың йәшәү өлгөһө балаларҙы түҙемле булырға, яҙыҡ ғәмәлдәрҙән, ғонаһлы ҡылыҡтарҙан ары торорға өйрәтә. Нәҡ шуның һөҙөмтәһендә улар бәләкәйҙән үҙ аллылыҡҡа күнегә. Сәбиләнең әсәһе һәр ваҡыт “харам беҙгә килешмәй” тип иҫкәртеп кенә тора. Был һүҙҙәр ғүмер буйы ҡыҙҙың хәтеренә төшөп, уны яман ғәҙәттәрҙән ҡурсалап тора, шул арҡала киҫкен мәлдәрҙән дә имен-аман сығыу яйын бирә. Ә яҙмыш Сәбилә алдына һынауҙарҙы өйөп ҡуя. ФЗО-нан (фабрика, заводтар өсөн эшсе кадрҙар әҙерләүсе уҡыу урындары) башланып китә уның артабанғы тормош һынауҙары. Бик оҙаҡҡа, дөрөҫөрәге, тыуған ауылынан ғүмерлеккә, ә әсәһенән, туғандарынан мәңгелеккә айырылып сығып китерен ул уйлап та ҡарамағандыр. Ана шул саҡта әсәһе, бүтәнсә күрешә алмаҫтарын һиҙенгәндәй: “Йәшең еткән инде, балам... Кейәү-фәләнгә сығырға булһаң, егеттең ашағанда әмин тотҡанына ҡара,” – тип фатихаһын биреп ҡалырға тырыша.
Кескенәнән эшләп үҫкән, тыңлаусан, итәғәтле Сәбилә ғүмеренең барлыҡ осоронда ла юғалып ҡалмай, намыҫлы хеҙмәте менән ул һәр саҡ дан-хөрмәт ҡаҙана. Хеҙмәтенә күрә хөрмәте әйтеме нәҡ уға ҡарата ғына әйтелгән кеүек. Бөгөн замандар икенсе. Әммә хеҙмәтең ыңғай роле шул уҡ ҡала. Шуға күрә бөгөнгө мәғариф системаһына балаларҙы хеҙмәттә тәрбиәләү мәсьәләһенә яңынан ҡайтыу ғәмәлгә керетелә икән, был бик тә дөрөҫ ҡарар. Әҫәрҙе уҡығанда ошо хаҡта ла уйланыла.
Повеста Сәбиләнең алыҫ Үзбәкстан тарафтарына юлығыуын һүрәтләгән ваҡиғалар ҙа ҡыҙғаныс. Матур тормош вәғәҙәләп сит тарафтарға сығарып ебәрелгән ҡыҙҙар яҙмыш ҡосағына тапшырыла: артабан үҙ йүнеңде үҙең күр. Яҡты өмөттәр, матур хыялдар менән ҡанатланған Сәбилә һәм уның әхирәттәрен тағы ла михнәттәр һағалай. Бер нисә айға ғына практикаға тип ебәрелгән Сәбилә тотош ғүмеренең сит тарафтарҙа уҙырын күҙ алланымы икән? Совет иленең ҡәтғи ҡарарҙары, ҡырыҫ закондары һөҙөмтәһендә йәш кенә ҡыҙҙарҙың яҙмышын аямаған замандар булған шул. Һуғыштан һуң эшсе көстәргә ҡытлыҡ кисерелеүен күҙ уңында тотҡанда, был сараһыҙлыҡтан да килеп сыҡҡандыр инде. Ул осорҙа бит дөйөм Совет иле, совет халҡы тигән төшөнсә иң алда йөрөй. Ана шундай сәйәсәтте Сәбилә һәм уның кеүек бик күптәр тормошҡа ашырыша заманында. Бында ла әсәһенең фатихаһын, биргән кәңәштәрен һәр саҡ иҫендә тота, түҙемлелек, сабырлыҡ, уңғанлыҡ уны ғүмере буйы оҙата бара. Кешеләргә изгелекле, ярҙамсыл, алсаҡлыҡ кеүек сифаттар үҙенә лә ихтирам булып әйләнеп ҡайта. Шуға күрә матур ғаилә ҡороп, ипле балалар үҫтереп, хәлле генә ғүмер кисерә. Хеҙмәттәре лә лайыҡлы баһалана. Хәйер, үзбәк милләтле булмағас, орденға лайыҡ тип табылмай. Әммә быға иҫе китеп бармай Сәбиләнең. Тик повесты уҡыусы иғтибар итер: нисек кенә берҙәм совет халҡы, совет халыҡтары дуҫлығы тип оран һалынмаһын, милләт айырыу юҡ-юҡта барыбер үҙен һиҙҙергән икән. Әгәр шулай булмаһа, 1991 йылда СССР тарҡалыу менән әлеге совет халҡы тип иҫәпләнгән милләттәр шундуҡ үҙ дәүләтселеген ойоштороуға күтәрелеп сыҡмаҫтар ине. Сәбилә һәм уның кеүек бик күптәрҙең тотороҡло ғына барған тормошон да пыран-заран килтерә шул саҡтағы буталыштар: үзбәк булмағандар сит, бында уларға урын юҡ. Үкенес, тик ни эшләмәк: көслөнөкө- замана. Тормош ауырлыҡтарын былай ҙа буйтым татыған Сәбиләгә быларҙы кисереүе еңел түгел. Ярай әле балалары үҙе кеүек тәрбиәле, кешелекле булып үҫә. Улар әсәләрен ҡәҙерләп, ҡурсалап тора. Ҡасандыр тик йылы яҡтарҙа ғына үҫә тип уйлаған алма тәмен әллә ниндәй күргән ине Сәбилә. Хәҙер Башҡортостанда ла үҫә улар (йәғни тормош матурайған, ҡотайған тип аңларға кәрәк). Тик тыуған төйәгенә ҡайтып оҙаҡ йәшәргә генә насип итмәй Сәбиләгә.
Повестағы Сәбилә яҙмышы бик күптәрҙең яҙмышын дөйөмләштерә. Әҫәрҙә аслы-туҡлы тормош, ҡырыҫ ҡанундар, етем-еҫерлек, үлем-фажиғә күренештәре тетрәндергес. Кешеләрҙең ошондай шарттарҙа ла йәшәүгә көс таба алыуҙары, бер-береһенә итәғәтлелеге һоҡландыра. Уҡыусы ата-әсә фатихаһын алыу, һөнәрле кешенең бер ҡасан да хур булмаҫы, ҡылған изгелектәреңдең үҙеңә кире ҡайтыуы хаҡында байтаҡ ҡына тәрбиә сифаттарын күңеленә һалып ҡуя. Ҡарама беләккә, ҡара йөрәккә тигән фекерҙе ҡеүәтләгән күренештәр фәһемле. Мәҫәлән, әзмәүерҙәй кәүҙәле Фидкә һуғыштан ҡасып, йәшеренеп йөрөй, ә бына ҡураныс ҡына Фәйзелғаян, тәүҙә яңылышып китеүенә ҡарамаҫтан, һуғыштан ысын яугир-еңеүсе булып ҡайта. Илең менән бер булыу ир-егетте данлай ғына, тигән хәҡиҡәт бөгөн дә үҙ көсөндә.
Повесть яҙыусының тәүге проза әҫәре икән. Ғәҙәттә, тәүге ҡоймаҡ төйөрлө була, тиһәләр ҙә, был әлеге повесҡа һис кенә лә ҡағылмай. Киреһенсә, яҙыусының уңышлы, уҡымлы әҫәре тип ҡабул ителә.
Рим Исхаҡов.