Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби тәнҡит
16 Июнь 2023, 14:28

БӨЙӨК БАБИЧ, ТЕП-ТЕРЕ БАБИЧ, АТАҠЛЫ БАБИЧ ҠАЙТТЫ БЕҘГӘ ТОТОШ БЕР БЫУАТ АША!..

ХХ быуаттың аҙағында СССР тигән бөйөк державаның емерелеүе биниһая юғалтыуҙарға килтерҙе.

Матди ҡыйралыштарҙан да ҡурҡынысырағына – рухи тарҡалыуға дусар итте. Бөтөн Көнбайыш илдәре менән сағыштырғанда, беҙҙең ил, тәү сиратта, рухи-әхлаҡи көс-ҡеүәте менән тиңдәшһеҙ ине. Һуңғы өс тиҫтә йылдар эсендә эталон тип тәҡрарланған Европа, Америка “ҡиммәттәре” агрессив рәүештә илебеҙҙең йәш быуындарының аң-зиһененә, йөрәгенә, күңеленә һеңдерелде, мейеләрен, рухтарын ағыуланы.

“Урал батыр”ыбыҙ менән рухланып үҫкән оло быуындар был иҫ киткес көслө агрессияға, культлаштырылған ҡара юморға, иблислеккә бирешмәҫкә көс тапһа ла, утығып өлгөрмәгән нисәмә-нисә йәш быуындар аңына был боҙоҡ идеология үтеп инде, йәндәрен ағыуланы. Атаҡлы эпосыбыҙҙа данланған илһөйәрлек, ватансыллыҡ, гуманизм, ерҙәге бәҫле йәшәү хаҡына тиңһеҙ ҡорбанға барыу быуаттан-быуатҡа, дүрт йыл мең дауамында яңынан-яңы быуындарға – йәш ҡурпыларға изге аманат, һис шикһеҙ үтәлергә тейешле ата-бабалар васыяты итеп тапшырыла килһә, яңы – ХХI быуатҡа аяҡ баҫҡанда рухи мираҫҡа тоғролоҡ ныҡ ҡына ҡаҡшаны.

Ошо шарттарҙа, бөгөн бөтөн донъя ҡоролошо үҙгәреш кисергәндә, һәр кемгә билдәле геосәйәси ваҡиғалар ағышында, әҙип һүҙенә, һуңламай, эҫе, үҙ мәлендә әйткән әҙип һүҙенә мохтажлыҡ иҫ киткес ҙур.

Бөйөк шағирыбыҙ Мостай Кәрим әйткәнсә, “Үткәндәр артта ҡалды тип” юҡҡа мин уйлаған булдым, баҡһаң, әҙәм затын аңдып тора шул уҡ михнәт, мәкер”, шуға ла яҙыусыларыбыҙҙы -– халҡыбыҙҙың рухи юлбашсыларын ҡабаттан, ҡат-ҡат “үҙ-үҙеңде өләшеү, кеше менән бәхәс, Күк менән көрәш” көтә. Изгелек менән Яуызлыҡ араһында мәңге тынмаған был хәтәр көрәштә илем, ерем, телем, халҡым, тип дөпөлдәп йөрәге типкән, халҡыбыҙҙың ҡанлы, шанлы, данлы тарихи үткәнен яҡтыртыуҙы, ҡаһарманлыҡ үрнәге булған тарихи шәхестәрен йәш замандаштарыбыҙ күңеленә, зиһененә һеңдереүҙе маҡсат иткән яҙыусыларыбыҙ оло эш башҡара.

“Бер осонан бал тамған, бер осонан ҡан тамған” ХХ быуаттағы Совет илендә яҙыусылар почетта булды, улар рухи-әхлаҡи тәрбиә биреү фронтында арымай-талмай фиҙакәр эшләне. Бөгөн хөкүмәт тарафынан, дәүләт органдары тарафынан яҙыусыларҙың дәрәжәһе күтәрелергә, әйткән һүҙенең бәҫе танылырға, халыҡты битарафлыҡ, ғәмһеҙлек йоҡоһонан уятыуҙағы, ватансыллыҡ тойғоһо тәрбиәләүҙәге роле баһаланырға тейеш. Көнбайыш “ҡиммәттәренә” табыныуҙың һәләкәтле зарарын асып биреүҙәге роле һыҙыҡ өҫтөнә алынырға тейеш.

Әҙәбиәттең, яҙыусының, нәфис һүҙҙең мәртәбәһе, әһәмиәте күтәрәмләнергә тейеш. Юғары художестволы һүҙ ярҙамында Ватанын, халҡын данлаған яҙыусы хеҙмәте йәмәғәтселек тарафынан да, дәүләт тарафынан да юғары баһаланырға тейеш. Был – бөгөнгө көн талабы.

Көндөң иң актуаль проблемаларын үҙ ваҡытында ғына түгел, хатта ваҡытынан алғараҡ китеп сағылдырған әҫәрҙәр бар күп быуатлыҡ тарихы булған башҡорт әҙәбиәтендә. Миҫалға Фәрзәнә Аҡбулатованың “Ханбала һәм хан бала”, Гөлсирә Ғиззәтуллинаның “Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем…” хикәйәләрен килтерергә мөмкин.

Ошондай уҡ көн талабына яуап биреүсе ижад өлгөһө булған Наил Ғәйетбаев әҫәрҙәре хаҡында һүҙ барасаҡ әлеге мәҡәләлә.

 

Күренекле прозаик, драматург, йәмәғәт эшмәкәре Наил Ғәйетбай – Наил Әсғәт улы Ғәйебаев исеме ХХ быуаттың етмешенсе йылдарынан башлап ваҡытлы матбуғатта ныҡлап күренә башланы, тәүге “Алтын ямғырҙар миҙгеле” тигән повестар йыйынтығы 1979 йылда ташҡа баҫылып сыҡты. Артабан ул үҙен ололар һәм балалар өсөн яҙған хикәйәләр, повестар, роман оҫтаһы тип танытты. ХХ быуаттың туҡһанынсы йылдарынан алып яңынан-яңы сәхнә әҫәрҙәре – замандың үткер көнүҙәк проблемаларын күтәргән драмалары, комедиялары, тарихи дәүерҙәрҙең фажиғәләрен сағылдырған трагедиялары илебеҙ сәхнәләрен шаулатты, әле лә ҙур уңыш менән бара, тамашасылар һөйөүен хаҡлы яулай.

Әлеге мәҡәләлә уның барлыҡ ижадын анализлау маҡсат итеп ҡуйылмай, ҡайһы бер (русса әйткәндә “знаковый”) әҫәрҙәренә туҡталып үтеү маҡсаты ҡуйыла һәм, әлбиттә, тотош башҡорт әҙәбиәтенең оло ҡаҙанышы тип һаналырға хаҡлы “Бабич” романы тураһында һүҙ алып барыласаҡ.

Һөнәре буйынса инженер булған, производствоны биш бармағы кеүек яҡшы белгән әҙип үткән быуаттың етмешенсе-һикһәненсе йылдарында башҡорт прозаһын эшселәр темаһына яҙылған, үҙәккә эшсе йәштәр образдарын ҡуйған ҙур шәлкем повестары, романы менән байытты.

1981 йылда – торғонлоҡ осоро сәскә атҡанда яҙылған Н.Ғәйетбайҙың “Буран” повесында заводтағы эш процесына, производство мәсьәләләренә бәйле ҡаршылыҡтар намыҫһыҙлыҡ, үҙ мәнфәғәтеңде генә ҡайғыртыу кеүек социаль йөкмәткеле әхлаҡи мәсьәләләрҙе эсенә алған конфликт рәүешендә үҫә. “Юлдар осраша” (З.Ғәлимов), “Көтмәгәндә ут тоҡанды” (Ғ.Хисамов), “Тәүге ҡар яуғанда” (Н.Ғәйетбай) һ.б. әҫәрҙәрҙә производство ҡаршылыҡтары һүрәтләнһә лә, улар эш процесында тыуған ғәҙәти ауырлыҡтар төҫөндә генә бирелһә, геройҙар уларҙы еңеп сыҡһалар, был повеста иһә ил күләмендә киң йәйелгән бойороу–административ алымдар менән эш итеү арҡаһында тыуҙырылған боҙоҡлоҡтар шымартылмайынса, совет идеологияһы талаптарына ярашлы, “алһыу” буяуҙарға мансылмайынса ғына, бар ғәрип асылында, реаллегендә асып һалына. “Эшкә бөтә көсөн, энергияһын, ваҡытын биргән” инициативалы, талантлы, принципиаль, намыҫлы йәш инженер Ғүмәр Хәбировтың ижтимағи өлкәлә киң таралған кире тенденцияларға ҡаршы көрәше бер һөҙөмтә лә бирмәй. Киреһенсә, уны ҡағалар, эштән ситләштерәләр.

Алдағы осорҙарҙа ижад ителгән әҫәрҙәрҙә эште яҡшыртыу өсөн янып йөрөүсе геройҙарҙы һәр ваҡыт партия органы етәкселәре яҡлап сыҡһа, был повеста ундай вәкилдәр юҡ. Ғүмәр был тиңһеҙ көрәштә бер яңғыҙы. Тотош илдең “Биш йыллыҡ планды ике-өс йылда үтәү” лозунгыһы аҫтында йәшәгән бер мәлендә, күҙ буяп, “план арттырып үтәп”, орден-миҙал таҡҡан, карьера буйлап күтәрелгән етәкселәр, үҙҙәрен тормоштоң ысын хужаһымын, тип хис иткән осорҙа, бындай эш методтарын тәнҡит итеүселәрҙең эше лә, һүҙе лә кире ҡағылыуы ҡалҡыу итеп күрһәтеп бирелә.

Яңғыҙ герой һәм тоталитар система араһында барған киҫкен конфликттың сиселеше һәләкәт – иҫкергән ҡоролмаларҙың, үтә артыҡ ҡеүәт менән эшләүҙән түҙмәйенсә, емерелеп килеп төшөүе, эшселәрҙе ҡотҡарам, тип авария урынына ташланған Ғүмәровтың ғүмере өҙөлөүе менән тамамлана. Был повесть 1980-се йылдарҙағы тәнҡит рухында яҙылған, боҙоҡ система тәртиптәрен кире ҡаҡҡан башҡорт әҙәбиәте тарихындағы тәүге  әҫәр булараҡ таныла, цензура иләгенән ғәжәйеп рәүештә имен-аман үтеп, уҡыусыһына барып етә алған ижад емеше тип баһалана.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әҙәбиәтсе ғалимдар үҙ ваҡытында, эҫе мәлендә был повестың әһәмиәтен дөрөҫ баһалап, күтәреп ала белмәнеләр.

Н.Ғәйетбайҙың “Буран” повесындағы проблемалар 1994 йылда айырым китап булып баҫылып сыҡҡан “Уҙыш” романында киңерәк майҙанда, эпик ҡоласлыраҡ, масштаблыраҡ, күп ҡырлыраҡ яҡтыртылыш таба.

“Уҙыш” романында ла “Буран” повесына оҡшаш ваҡиғалар һүрәтләнә, тик кульминация ғына фажиғәгәсә еткерелмәй. Унда Баҡыртау ҡалаһындағы заводтың ваҡлау цехында реконструкция эштәрен башлау, эш процесында тыуған ауырлыҡтар, эшселәрҙең үҙ-ара мөнәсәбәттәрендә, ғаиләләге мөхәббәт өлкәһендәге төрлө ҡаршылыҡтар тасуирлана.

Шулай ҙа романда авторҙың төп иғтибары торғонлоҡ йылдарында киң йәйелдерелгән пландарҙы арттырып үтәүҙәрҙең ниндәй ҡурҡыныс һөҙөмтәләргә, юғалтыуҙарға килтереүен күрһәтеүгә йүнәлтелгән. Реконструкциялау эштәрен илле көндә башҡарып сығыуҙы утыҙ көнгәсә ҡыҫҡартыу, һигеҙ кеше урынына биш кеше генә эшләп, аҡсаны һигеҙ кешелек итеп сумырыу, тейешле технологик ҡағиҙәләрҙе тупаҫ боҙоуҙар үҙ эҙемтәләрен тиҙ арала һиҙҙертә. Баш механик Лоҡмановтың Ямаловҡа майҙансыҡты бетонлауҙы, нигеҙ һалыуҙы проект  буйынса эшләмәҫкә ҡушыуы, тыңламаһа, эштән ҡыуыу менән янауы, Ямаловтың уның бойороғона буйһонорға мәжбүр булыуы аварияға килтерә, кран ҡолай. Лоҡманов ҡушҡан проект буйынса ҡойолған нигеҙ емерелә, бөтөн цех өсөн һәләкәтле ситуация килеп тыуа.

Романдың сиселеше асыҡ ҡала. Заводта йәйелдерелгән ярыш нимә менән бөтөр, фатир, машинаны еңеүсе булып кем алыр – автор өсөн быныһы мөһим түгел. Уны ошондай шарттарҙа эшләүсе эшселәрҙең яҙмышы, производство өлкәһендәге етешһеҙлектәрҙең тулып ятыуы, кәрәкһеҙ төрлө уҙыштар ойоштороуҙың, технологик нормаларҙы боҙоп планды арттырып үтәүҙәрҙең матди һәм рухи юғалтыуҙар менән оҙатыла килеүе нығыраҡ борсой.

Наил Ғәйетбайҙың “Ағиҙел” журналының 2022 йылғы 5, 6, 7 һандарында донъя күргән “Йән” романы ХХ быуаттың һикһәненсе йылдар аҙағында балалар, үҫмерҙәр араһында бик ныҡ популяр булған, реаллек менән фантастика, ысынбарлыҡ менән мистика,  тормошсанлыҡ менән шартлылыҡ, фән ҡаҙаныштары һәм хыял, гипотезалар, детективлыҡ, мажаралылыҡ синтезынан ойошҡан “Ҡара ҡумта” повестар серияһының үҙенсәлекле дауамы һымағыраҡ ҡабул ителә. Әммә был яңы романда инде хикәйәләнгән бар ваҡиғалар, геройҙар ҡылған эш-ҡылыҡтар тәрән фәлсәфә менән һуғарылған, изгелек менән яуызлыҡ, сауап һәм гонаһ, ғәмәл һәм яза һ.б. ҡағылышлы дини тәғлимәттәр күҙлегенән яҡтыртылған. 

“Йән” романында ла, повестарҙағы һымаҡ уҡ, ысынбарлыҡ менән уйҙырма нисбәте ярайһы уҡ тигеҙ тотола. Роман геройҙары, башлыса, ғәҙәти реаль тормошта йәшәп яталар. Әммә ваҡыт-ваҡыт беҙ әлегә мистика, фантастика тип таныған икенсе виртуаль тормош ағышына ла килеп эләгәләр. Бөгөнгө көндә фән тарафынан  кеше йәненең, тәненән айырылғас, иркен осоп йөрөүе, башҡа йәндәр менән аралашыуы, тере кешеләрҙең аңы инәле-сығалы мәлендә улар менән бәйләнешкә инеүе, аралашыуы, һин дә мин әңгәмәләшеүе хаҡында байтаҡ мәғлүмәттәр тупланған. Йәндең, тышҡы формаһы – тәне, кәүҙәһе үлгәндән, физик йәшәү рәүешенән туҡтағандар һуң, икенсе берәү ҡиәфәтендә ҡайтанан донъяға килеүе, “ҡайтанан тыуыуы” тураһында  мәғлүмәттәр ярайһы уҡ байтаҡ. Донъя әҙәбиәтендә лә, үҙебеҙҙең милли әҙәбиәтебеҙҙә лә был темаға яҙыусылар әленән-әле мөрәжәғәт иткеләйҙәр.

Наил Ғәйетбай үрҙә атап үтелгән романында, фәнни мәғлүмәттәргә таянып, бер енәйәт тарихын тағата, йәш кенә ҡыҙҙың апаһы ҡулынан үлемен табыуын хикәйәләй. Романда байтаҡ сюжет ептәре бер-береһенә бәйләнешле үҫтерелгән. Романдың төп идеяһы, авторҙың әйтергә теләгән төп фекере, халыҡ биргән ҡушаматы менән әйткәндә, “Сәйер Ғәйнулла” образында, уның йәшәү рәүешендә, кешеләр менән әңгәмәләрендә яңғыраған фекерҙәрендә сағылыш тапҡан.

Һуңлабыраҡ бәхеттәрен-мөхәббәттәрен табып ҡауышҡан Рәмил менән Ләйлә тормошон күреп, Айҙар, туй көнө билдәләнеп, никахҡа әҙерләнеп йөрөгән еренән, Сания менән араһын өҙөп, биргән вәғәҙәһен боҙоп, йәне тартҡан Хәкимәгә өйләнергә була, “дөрөҫ юл һайларға йәне арҡылы Аллаһы тәғәлә ярҙам иткәнлеген” аңлау кимәленә күтәрелә.

Аварияға эләккән Саматтың йәне, һуштан яҙып ятҡан сағында, йәп-йәш, күҙ ҡамаштырғыс сибәр ҡыҙ йәне - Сәкинә менән осраша, уның фажиғәле һәләк булыуын ишетә. Егет, енәйәт эҙенә төшөү өсөн, Буранлы ауылына юллана һәм унда мөхәббәтен - Фәхриназды осрата. Ғәйнулла менән әңгәмәләшеүҙәр, ул биргән китаптар егеткә Хоҙайға яҡынлашыу өсөн юл аса, күңел күҙе менән донъяға бағырға өйрәтә.

Фани донъяла яуызлыҡтары хаттин ашҡан Ғәббәстең йәненең, ҡылған гонаһтары өсөн тейешле язаларын алырға ун йәшлек Мөбәрәк ҡиәфәтендә ергә ҡайтарылыуына, малайҙың эскесе, холоҡһоҙ, яуыз атаһының ҡыйырһытыуҙарын баш баҫып, күндәм күтәреүенә бәйле, изге Ҡөръәндәге изгелек һәм яуызлыҡ, сауап һәм Хоҙай биргән хаҡ яза тураһындағы тәғлимәттең хаҡлығы раҫлана.

Осраҡлы булһа ла, һеңлеһенең үлеменә сәбәпсе булған Хәкимә, өйләнгән, ҡатыны булған Фәрхәт менән бәйләнештәрен дауам итеп, оло гонаһ ҡылыуын аңлай. Санияны ҡара ҡайғыға һалып, күҙ йәштәрен түктереп, Айҙар менән тормош ҡорорға йөрөгән еренән, Ғәйнулла менән осрашып, һөйләшкәндән һуң, үҙ бәхетенән – хәләл булмаған бәхетенән баш тартырға хәл ҡылыуы, үҙен-үҙе Айҙар менән һөйөп-һөйөлөп парлы йәшәүҙән мәхрүм итеүе, улын, әсәһен алып сит-ят ергә күсеп китеүе героиня күңелендәге киҫкен һынылыш тип, үҙ-үҙен язалауы тип  ҡабул ҡылына.

Романда Сәкинәнең йәне тынғылыҡ тапмауы, апаһы Хәкимәне ҡайғыртып, уға яза биреүҙе талап итеп йөрөүе, әгәр тейешле яза бирелмәһә, һуңынан күпкә ауырыраҡ, ғазаплыраҡ язаға дусар ителәсәге хаҡында иҫкәртеүе бөгөнгө яманлыҡтар тулып ятҡан, яуыз ғәмәлдәр сиктән ашҡан донъяла йәшәүсе һәммәбеҙгә лә ҡаты иҫкәртеү булып яңғырай, әҙәп-әхлаҡ сафлығы, иман паҡлығы, выждан талабы, рух ныҡлығы хаҡында уйландыра.

Хәҙер инде был мәҡәләне яҙыуҙың төп маҡсатына күсергә лә мөмкиндер.

“Ағиҙел” журналының 2018 йылдың 7-11 һандарында баҫылған Наил Ғәйетбаевтың “Бабич” романы исеменән үк ҡыҙыҡһыныу-ғәжәпләнеү уята. Атаҡлы Бабичты белмәгән кеше юҡтыр, уның хаҡында күпме художестволы әҫәрҙәр яҙылған, күпме ғилми хеҙмәттәр донъя күргән, мәктәп йылдарында шағирҙың шиғырҙары ятлана килә, юғары уҡыу йорттарында ижады өйрәнелә тора. Автор ниндәй генә яңылыҡ өҫтәй алды икән һуң тигәнерәк уйҙар өйөрөлә был романды ҡулына алған күптәрҙең. Романдың ҡоро тарихи мәғлүмәттәр менән шыплап тултырылыуы, документалллектең өҫтөнлөк итеү ихтималлығы ла уҡыусыны шикләндерә. Романды уҡыу барышында был шик-шөбһәләр “һә” тигәнсе юҡҡа сыға, атаҡлы шағир тураһындағы белгәндәрҙең бик өҫтән-мөҫтән генә булыуына төшөнөү килә, әҫәр үҙ эсенә уҡыусыны башкөллө тартып ала, оло кинәнес кисереп уҡыу процесы башлана.

Наил Ғәйетбаевтың “Бабич” романы реаль кешене – Ш.Бабичты художестволы герой, ысынбарлыҡта булған ваҡиғаларҙы әҙәби сюжет юғарылығына, тормош дөрөҫлөгөн художество дөрөҫлөгө дәрәжәһенә күтәреп, типиклаштырып биргән әҫәр. Романда исеме ХХ быуат башы Башҡортостан тарихы менән туранан-тура бәйле мәшһүр шағир Шәйехзада Бабичтың ижтимағи, сәйәси, йәмәғәтселек, шәхси тормошо бер бөтөн итеп яҡтыртылған, атаҡлы шағир образы идеаллаштырылмайынса, тәбиғи булмышында кәүҙәләндерелгән,  шәхес менән йәмғиәт араһындағы үҙ-ара тығыҙ һәм ҡаршылыҡлы мөнәсәбәттәр ҡоласлы һүрәтләнгән.

Әҫәрҙә үҙ заманының, үҙ синыфының үҙенсәлекле яҡтарын айырата тулы сағылдырған шәхестәр яҙмышы – әлбиттә, тәү сиратта, Шәйехзада Бабич, шулай уҡ Әхмәтзәки Вәлиди, Ғәлимйән Ибраһимов, “Ғәлиә” мәҙрәсәһе директоры Зыя Камали, данлыҡлы йырсы, композитор Ғәзиз Әлмөхәмәтов һ.б. – хикәйәләүгә нигеҙ итеп алынған, уларҙың эшмәкәрлеге төрлө бүлектә төрлө кимәлдә үҙәккә  ҡуйылған.

Романдың композицияһы  бик уңышлы ҡоролған. Күп төрлө  эреле-ваҡлы ваҡиғаларҙың иң көсөргәнешле, кульминация мәленән хикәйәләүҙе башлап ебәреү, артабан уның тарихын бәйән итеү – яҙыусының яратҡан композиция алымы. Йәғни, автор теге йәки был ваҡиғаларҙың ни сәбәпле билдәле бер йүнәлеш алырын эҙмә-эҙлекле, ентекле итеп, хронология һаҡлап тәфсирләп хикәйәләмәй. Мәҫәлән, тәүге “Әйтеш” бүлегендә баҙҙа ябыулы ятҡан Шәйехзаданы ни өсөн сығарып ебәреүҙәренең сәбәбе – әйтелмәй.  Байтаҡ ваҡиғалар ағышынан һуң ғына, урынын-мәлен тура килтереп, Йомабикә менән Юныстың Көмөшбайға барыуҙары, уны полиция менән ҡурҡытыуҙары асыҡлана. Бындай аңлы рәүештә “төшөрөп” ҡалдырыуҙар – композицион эллипсис алымы романдың башланып киткән мәленән алып башҡа байтаҡ  урындарҙа ла - аҙағынаса сюжет үҫтерелешендә йыш ҡулланыла һәм әҫәр ҡоролошоноң йыйнаҡлығын,  уҡымлылығын тәьмин итә. 

 Роман бүлектәргә бүленгән, һәр бүлек герой яҙмышындағы бер сағыу этапты – уның Башҡортостандың азатлығы өсөн көрәштә  күренекле дәүләт эшмәкәре, аҡыллы сәйәсмән, оҫта дипломат, үҙ артынан халыҡты күтәреүсе, эйәртеүсе ялҡынлы оратор-юлбашсы, оло шәхес булараҡ өлгөрә килеү баҫҡыстарын яҡтырта. Экскурстарҙа уның сабый сағынан, үҙ ауылында, быуын-быуын зыялылар ғаиләһендә матур тәрбиә алыуы, ҡабатланмаҫ сағыу артислыҡ һәләте, бөтөн булмышы менән сәнғәт өсөн, шиғриәт өсөн яралғанлығы асыла килә.

Өсөнсө-бишенсе бүлектәрҙә халыҡтың азатлыҡҡа һыуһауы, рух күтәренкелеге, ирекле, үҙаллы Башҡортостан илен төҙөү шатлығы сағыу буяуҙарҙа бирелгән. Милләттең тормошондағы, характерындағы төп һыҙаттар тотоп алынған. Замандың ҡатмарлы ижтимағи күренештәре халыҡ тормошо, көрәше картиналары аша кәүҙәләндерелгән, милли менталитет нәғеҙ сифаттарында сағылдырылған. Ҡатмарлы сәйәси атмосферала, буталышлы тарихи-ижтимағи шарттарҙа Ш.Бабичтың осҡор зиһене тәүгеләрҙән булып дөрөҫ йүнәлеште тотоп алыуы, уның Башҡортостанды талау-киҫеү, ил буйлап киң таралған үлтереш-емереүҙәрҙән аралап ҡалыу өсөн конкрет ғәмәли эштәрҙе эҫе мәлендә, дөрөҫ билдәләүе асып һалынған.

Күҙгә салынған бер үҙенсәлекте лә күрһәтеп үтергә кәрәктер: Наил Ғәйетбайҙың, прозаик булыуҙан тыш,  драматург та булыуы теге йә был картиналарҙы, бәләкәйерәк эпизодтарҙан алып күләмле күренештәрҙе, күмәк кеше ҡатнашҡан ҙур эпик полотноға торошло тарихи ваҡиғаларҙы – мәҫәлән, Икенсе, Өсөнсө Ҡоролтай барышын – сағыу күргәҙмәле итеп һүрәтләп биреүҙә, етеҙ алмашыныусы ваҡиғаларҙы, динамик хәл-хәрәкәтте ҡуйы буяуҙарҙа күҙ алдына баҫтырыуҙа күренә. Автор монолог, полилогтарҙың, диалогтарҙың тослоғона ныҡ иғтибар итә.

Сюжеттың етеҙ үҫтерелешендә, оҙон-оҙаҡ тасуирлауҙар урынын кинокартиналарға хас тиҙ арала алмашынып тороусы хәл-күренештәр алыуында, психоанализ сараларын: автор һүрәтләмәләрен, портрет характеристикаларын,  деталдәрҙе сама белеп кенә ҡулланыуҙа, эске монологтарҙың ҡыҫҡа, әммә йөкмәткеле булыуында, эпиклыҡтың детективлыҡ, мажаралылыҡ, драматиклыҡ, лириклыҡ, психологизм менән тығыҙ үрелеп килеүендә, кәрәк урындарҙа ассоциативлыҡ, кинәйәлек кеүек алымдарҙы урынлы ҡулланыуҙа ла яҙыусының оҫталығы асыҡ күренә, әҫәрҙең уҡымлығының сере ята.

Хронологик ваҡиғалар ағышы урынына, хәл-әхүәлдәрҙе етеҙ заман вәкиле булған ХХI быуат уҡыусыһын ялҡытырлыҡ ентекле хикәйәләмәйенсә, уларҙың ни менән тамамланыуын, ни сәбәпле теге йә был йүнәлеш алыуын экскурстарҙа бер нисә һөйләм аша коцентрациялап биреү, хронотоптың киңлеге – ваҡиғаларҙың туҡтауһыҙ үҙгәреп тороуы: автор хикәйәләүҙе берсә алға китеп, берсә үткәнгә ҡайырылып тағатыуы, ваҡиғаларҙың төрлө урында:  әле Әсәндә, әле ҡаҙаҡ далаһында, әле Өфөлә, әле Мәскәүҙә, әле Троицкиҙа, әле Ырымбурҙа, әле Баҡыртауҙа, әле Иҙелбашында, әле Темәстә  һ.б. барыуы, төп геройҙы, бөйөк шағирлыҡ булмышына хас булғанса, тапҡыр, үткер, шаян телдә һөйләштереү, артислыҡ талантына ярашлы, шайтан йә әҙәми зат, йәш йә ҡарт, ҡыҙ йә егет һ.б.ҡиәфәттәргә индереп һүрәтләү – былар бөтәһе лә әҫәрҙе халыҡсан итеүсе һыҙаттар, уҡыусыны әйҙәй алыуҙа романдың ылыҡтырғыс көс-ҡеүәһен арттырыусы сифаттар тип ҡабул ҡылына.

Ҡатмарлы, буталсыҡ, драматик, трагик ижтимағи-сәйәси обстановкала йәшәгән, эшләгән, ижад иткән, үтә тиҙ үҙгәреп тороусы тарихи шарттарҙа төп ориентирҙы бер ҡасан да юғалтмаған шағир рухы, уның яҡты булмышы, йәнем фиҙа, тип халҡы азатлығы, мөхтәриәт өсөн көрәшеп йәшәүсе фиҙакәр шәхестең ялҡынлы күңел торошо тотош әҫәрҙең дә төп рухын билдәләй.

Уҡыусы, ошондай ҡатмарлы сәйәси ваҡиғалар болғанышында  буталып ҡалмайынса, тарихи осорҙо рәсми стилдә, очерк жанрына яҡын яҡтыртҡан әҫәрҙәрҙе уҡығанда тыуған эс бошорғос күңел биҙрәүен кисермәйенсә, романды йотлоғоп уҡый. ХХ быуат башында, шанлы һәм дәһшәтле осорҙа, Башҡорт иленең дәүләтселеген төҙөүселәрҙең иң тәүгеләренән булған Шәйехзада Бабич артынан Башҡортостандың бер башынан икенсе башына туҡтауһыҙ йөрөп ята, көрәш ҡосағында ҡайнай. Үлемесле алыш эсендә лә шаянлығын, тормошҡа көлөп-йылмайып ҡарау һәләтен юғалтмаған герой артынан юлланған уҡыусы ла рухи күтәренке күңел торошон һаҡлай, оптимизм менән киләсәккә баға.

Наил Ғәйетбайҙың “Бабич” тигән романының “Әйтеш” тип аталған тәүге бүлегендә мәшһүр шағир Шәйехзада Бабичтың ғүмер яҙы – Дүсәнбайҙа ҡаҙаҡ балаларына һабаҡ биргән үҫмер, дөрөҫөрәге, егет ҡорона ингән мәле яҡтыртыла. Биографик романдарға хас булғанса, романда бөтә сюжет һыҙыҡтары ла Бабич образына бәйле үҫтерелә.

Бүлек тәүге һөйләмдән үк бик динамикалы башланып китә: “Улар көтмәгәндә килеп инде”. Детектив жанрға хас йәшерен серлелек, сеймәлгән төйөндө асыу өсөн барған эш-хәрәкәт сюжет үҫтерелешен мауыҡтырғыс, ылыҡтырғыс итә. Егеттең етди ҡурҡыныс янағанда ла ҡаушап ҡалмауы, батыр, тәүәккәл эш-хәрәкәте, һәләкәткә йөҙ менән тура ҡарауы, ҡаршы иҫкән елдәргә күкрәк ҡуйып алға барыуы, ҡасып-боҫоп ятыу уның өсөн һис мөмкин булмаған, уның тәбиғәтенә ят булған һыҙат икәнлеге – артабан уның был сифаттары ныҡ үҫешәсәк - әлеге бәрелештә үк ҡалҡыу күрһәтелә. Уның был сифаты әҫәр дауамында башҡа бик күп эпизодтарҙа ла ҡат-ҡат раҫлана торасаҡ, яңынан-яңы һоҡландырғыс сифаттарҙа һынмаҫ рухлы көрәшсе шағирҙың булмышы, ныҡлы ихтыяри көсө асыла торасаҡ.

Был бүлектә геройҙар һәр ваҡыт етеҙ эш-хәрәкәттә, улар оҙон-оҙаҡ уйға талып ултырмайҙар. Мөхәббәткә бәйле сюжет һыҙыҡтары, йәш геройҙың  шағирҙарға хас ҡанатлы кисерештәр эсендә, илһам утында янып йәшәүе  лирик йылылыҡта, романтик юғарылыҡта тасуирлана.

Тол ҡалған, ике улын, ике ҡыҙын бик ауырлыҡ менән генә үҫтереүсе, һағышлы, моңһоу күҙле, шул уҡ ваҡытта күңелсәк, үләңдәр яратыусы, ижад емештәрен баһалай белеүсе Хәтирәгә ҡарата йәп-йәш кенә, сит-ят тарафтарҙа йәшәп ятҡан мүлдәкә иң тәүге йылы хистәр кисерә. “Күҙҙәре ҙур, оҙон керпектәре бөгөлөп торған, һағышлы йөҙлө, ыҡсым тура танаулы, тулы иренле, күпереп торған ҡара сәсле, ҡалҡыу күкрәкле, нескә билле, һомғол кәүҙәле... бик матур бейей икән. Кәүҙәһенә ятышлы яһаған хәрәкәттәре күҙҙең яуын алып, күңелгә хуш килеп тора” – бүлектә героиняның портрет характеристикаһы әленән-әле тулыландырыла тора – Хәтирәгә ҡарата егет күңелендә тыуған  яҡынлыҡ хистәре уҡыусы тарафынан тәбиғи ҡабул ҡылына. 

Телгә маһир йәш мүлдәкә, думбыра ҡағып, мандолинала уйнап, үҙе сығарған шиғырҙарҙы көйләп әйтеп, сәнғәти һүҙ ҡәҙерен белгән ҡатындың һоҡланыуын яулай. Көн һайын барып йөрөү, аралашыу уларҙың араһын яҡынайта, бер-береһенә эҫенешеү тойғоһо уята. Егерме алты йәшлек Хәтирәнең үҙенән һигеҙ йәшкә өлкән булыуын Шәйехзада уйламаҫҡа тырыша, күңеле гел генә был ҡатынға тартыла, уның менән һөйләшкеһе, мәҙәк һүҙҙәр, шаян таҡмаҡтар менән йырлап көлдөргөһө, ҡыуандырғыһы килә. Ҡатындың ҡотһоҙ тормошон ошондай һөйләшеү-йырлашыуҙар менән биҙәргә, балаларын әүрәтергә, күңелдәрен күтәрергә, үҙе лә татлы ла, ләззәтле лә тойғолар кисерергә ынтылып тора.

Яҙыусы, хронологияны һаҡлап, ваҡиғаларҙы бер-бер артлы теҙеп хикәйәләмәй, теге йә был хәл-әхүәлдең иң киҫкен мәленән башлап ебәрә лә, экскурста баштараҡ булған хәлдәрҙе ҡыҫҡа, төйөрөм генә бәйән итеп үтә. Был алым хикәйәләүҙе йәйелеп китеп, ялҡытҡыс  оҙон-оҙаҡ сурытыуҙан, уҡыусының иғтибары һүрелеүенән ҡотҡара. Сюжет романдың башынан аҙағынаса динамик, етеҙ үҫешә, бөтөн иғтибар көсөргәнешле хәл-ваҡиғаға йүнәлтелә. Артабан иһә уҡыусының үҙендә үк теге йә был киҫкен ситуацияның килеп сығыу сәбәбен белеү теләге тыуа.

Шәйехзаданың тәүге етди бәрелеше Хәтирә өсөн Дүсәнбай ауылы байы Көмөшбай менән булыуын үрҙә телгә алынған ине инде. Көмөшбай уны туҡмай, ҡаты иҫкәртә, үлем менән янай, баҙына бикләп ҡуя. Һуңыраҡ асыҡланыуынса, Йомабикәнең тәүәккәллеге, зирәклеге, ҡыйыулығы арҡаһында ғына Шәйехзада Табанкүл төбөндә үлемен табыуҙан ҡотолоп ҡала.

Хәтирәне өсөнсө бисәлеккә алам тип йөрөгән Көмөшбай менән тәүге был бәрелештә үк Шәйехзаданың нескә күңелле шағир ғына түгел, ә дошмандарына бик бирешеп бармаусы, үҙ һүҙле, ныҡышмал, йоҙроҡ төйнәп, үҙе лә алышырға әҙер тороусы, ҡурҡыу белмәҫ йөрәкле икәнлеге  күренә.

Хажиәхмәттең баҙында бер нисә тәүлек ябыулы ятҡан саҡтағы мәлдә Шәйехзаданың бала сағын хәтерләүе, үҙҙәренең өйөндә баҙҙа  ултырған мәлен иҫкә төшөрөүе  уңайы менән, автор еңел генә уның бала, үҫмер сағын тасуирлауға күсеп китә. Был ретроспектива уның бала саҡтан уҡ зирәк, тирә-йүнде, тормошто өйрәнергә ынтылған, тиктормаҫ, тыйып тотҡоһоҙ ҡыҙыҡһыныусан бала булып үҫеүен яҡтырта. Күмәк кеше алдына сығып сығыш яһауҙан оялыуын еңер өсөн ҡат-ҡат үҙ өҫтөндә эшләүе, оҫталығын шымартыуы уның ныҡышмаллығын, алдына ҡуйған маҡсатына тайпылышһыҙ ынтылышын, ҡаршылыҡтарҙы еңер өсөн көс-тырышлыҡ һалыуын – киләсәк көрәш йылдарында иң кәрәкле сифаттарҙың бала сағында уҡ формалаша башлауын күрһәтә.

Атаһының уйынсыҡ театр һатып алыуынан башланған Шәйехзадаға тәбиғәттән бирелгән артислыҡ һәләтенең асылып китеүе ҡыҙыҡлы, кәмит эпизодтарҙа хикәйәләнә. Шайтан булып кейенеп, баҙҙан килеп сыҡҡан  Шәйехзаданы танымай, әсәһе һуштан яҙып йығыла, уйындан уймаҡ сыға яҙа. Оялсан, иҫәрерәк ҡыҙ булып уйнап, малай әсәһе менән күрше ҡыҙы Мәрйәмде аптырата. Мулла булып, доға уҡыуы, бабай булып кейенеп, әбейҙәрҙе ҡурҡытыуы һ.б. шуҡлыҡтары өсөн атаһынан ҡаты әр ишетә тора. Тоҙло-боросло таҡмаҡтары өсөн ауыл кешеләре атаһына “Тый шул малайыңды!” тигән асыулы битәрҙәр ишеттерә тора. Был хәтирәләр Бабичтың артислыҡ, шағирлыҡ талантың  ниндәй шарттарҙа формалаша башлауын күрһәтеүе менән мөһим.

Ҡаҙаҡ байы Быҡтымбай ун алты йәшлек һылыуҙарҙан-һылыу, даны бөтә ҡаҙаҡ далаһына таралған Йомабикәһе өсөн ҡалымға биш йөҙ алтын, ике һандыҡ аҫыл зат һорай. Турғай далаһына аҡын тигән даны сыҡҡан Хажибәккә – таушала башлаған урта йәштәрҙәге иргә ҡыҙының өсөнсө бисәлеккә барырға ризалығын ала алмаҫын белеп,  Йомабикәнең  атаһы менән оло ир үҙ-ара хәйлә ҡора. Мин-минлеге хаттин ашҡан Хажибәк, үҙенең еңәсәгенә тамсы ла шикләнмәйенә, әйтеш-ярыш ойошторорға тәҡдим итә.

Романда әйтеш мәлен һүрәтләгән эпик ҡоласлы картинала ҡаҙаҡ халҡының үләң оҫталарын сикһеҙ яртыуы, хөрмәтләүе, юғары баһалауы күрһәтелә. Халыҡтың хаҡ баһаны әйтеүсе ҡеүәтле көс булыуы, ҡаҙаҡ халҡына хас дөйөм психологик һыҙаттар эре планда бик сағыу асып һалына.

Автор портрет характеристикаларын урыны-урыны менән бик тәфсирле итеп, ҡуйы буяҙарҙа бирә. Мәҫәлән, Йомабикәнең һылыуҙарҙан-һылыу, ил өҫтөндәге бер сибәр булыуы портрет характеристикаһында оҫта сағыла: “... нескә билен ҡыҙыл таҫма – билдек менән быуған, ҡара төҫ өҫтөнә ҡыҙыл-һары сәскәләр төшөрөлгән камзулда, шундай төҫтәге таҡыялағы ҡыҙ, кәүҙә хәрәкәтен һиҙҙермәйенсә, йөҙгән кеүек тирмәнән сыҡты. Уның дөм-ҡара сәстәре ике толом булып яурыны аша күкрәгенә төшкән, уларҙың остарындағы, түшелдерегендәге тәңкәләр, әкрен генә зыңғырлап, ҡыҙҙың ваҡ ҡына баҫып атлап килеүен һиҙҙерә. ...Уның ошо ябай ғына, ләкин нәзәҡәтле ҡараш-хәрәкәте һылыу йөҙөнә, ҙур күҙҙәренә, түңәрәк кенә ирендеренә ҡушылып, халыҡҡа шул тиклем көслө тәьҫир итте – майҙан геү итеп ҡалды”.

Шулай уҡ әҙип фразалар, монолог, диалог, полилогтар, ситләтелгән тура телмәр, объектив автор хикәйәләүе, геройҙың субъектив күреүе-тойоуы кеүек алымдарҙы оҫта файҙалана. Әле яңы үҫеү-өлгөрөү мәлен кисереүсе йәш сәсән, ҡаҙаҡтарса баҡшы, аҡын Шәйехзаданың еңеүен – халыҡ биргән баһа – иң хаҡ, иң ҡиммәт баһа алып күтәрелеүен үткер, тос буяуҙарҙа һүрәтләй.

Йомабикәгә ҡарата баш әйләндерерлек ҡайнар хистәр кисермәһә лә,  әйтеш тамамланыу менән Шәйехзаданың йәйләүҙән китеүен талап иткән, дөрөҫөрәге, ҡыуып ебәргән мәлдә,  егеттең ҡыҙҙы юғалтыу хистәрен бөтә булмышы менән тойоуы, йөрәге ҡыҫылыуы драматизм тулы картина рәүешендә күҙ алдына баҫтырыла.

Шиғриәтте бик ныҡ яратҡан, ҡаҙаҡ шағирҙары Ҡонанбай менән Байторсондоң, башҡорт Аҡмулланың бик күп шиғырҙарын яттан белгән, үҙе лә үләңдәр сығарған юғары зыауыҡлы ҡыҙҙың илһамланып думбыра сирткән, мандолинала виртоуз уйнаған, “һә” тигәнсе оҫта, үткер, сәпкә туп-тура тейеүсе таҡмаҡтары, шиғырҙары, бәйеттәре, әйтештәре менән халыҡты таң ҡалдырған Шәйехзадаға тәүҙә тартылыуы, тора-бара бар күңеле менән ғашиҡ булыуы тәбиғи хәл итеп һүрәтләнә.

Киләсәктә данлыҡлы исеме халыҡ хәтеренән мәңге юйылмаҫ Шәйехзаданың тәүге был оло еңеүенең сикһеҙ көсөргәнеш менән оҙатылыуын автор тәрән психологик картина рәүешендә күҙ алдына баҫтыра. Әйтеш мәлендә Шәйехзаданың кисерештәре, күңел торошо ошондайыраҡ ракурста яҡтыртыла: “күкрәгендә илаһи көс уянғанлығын тойҙо егет. Әйтеш алдынан була торған ярыш ҡомары ялмап алды күңелен”. Күп төрлө художество саралары аша Шәйехзаданың икеләнеүҙәре, хикмәтле йомаҡтарҙы сисеүҙәге көсөргәнешлеге, ҡаушауы, шул уҡ ваҡытта уның зиһен үткерлеге, аҡыл зирәклеге, күңел осҡорлоғо балҡып асылып китә.

Әйтешкә тиклем, дуҫы Юныс менән туйға барған эпизодта уҡ уның илһамлы ижадсы икәнлеге асыла башлай: “Барыһы ла оҡшатҡайны Шәйехзаданың аҡынлығын. Ул мандолинаһын сиртеүе була, шау-шыу, өҙә һуҡҡандай, юҡҡа сыға. ...Табын, тып-тын ҡалып, егеттең йырлауын көтөп алды, бигерәк тә уның һәр кем хаҡында ни ҙә булһа белеп, шуға төрттөрөп йырлауы оҡшаны. Шәйехзада йыш ҡына башҡорт халҡының шаян таҡмаҡтарын үҙгәртә биреберәк, ҡунаҡтарға бәйләп көйләне. Шуға ла яҡын күрҙеләр”.

Аҡындар ярышы – тапҡырлыҡ, аҡыл ҡеүәһен күрһәтеүсе уҙыш булараҡ байрамдың йәменә әйләнгән сараға халыҡ эркелеп килә. Ә инде был юлы уға үҙенсәлекле мәғәнә һалыныуы – аҡындарҙың Быҡтымбайҙың һылыу ҡыҙы өсөн ярышыуы байрамға яңылыҡ бирә, халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. 

Аҡындар ярышы үтәсәк майҙанға йыйылған халыҡтың дөйөм рухи-психологик портретын яҙыусы бик ентекле, оҫта, тәрән тасуирлай. Әйтеш шарттарын да текемләп теҙеп бирә: тәүҙә аҡындарҙың халыҡҡа мөрәжәғәт менән өзләүен, артабан Йомабикәне маҡтап ҡобайыр йырлауҙарын, шунан һуң бер-береһенә өндәү әйтеүен һәм йомаҡтар сисеүен киеренке, уй-хис, үткер зиһен, осҡор аҡыл ярышы рәүешендә, көсөргәнештең туҡтауһыҙ үҫә килешендә, динамикалы сағыу картина итеп күҙ алдына баҫтыра.

Әйтеш алдынан сетерекле хәл тыуа: Хажибәккә ҡаршы Асланбәк байҙың Ханбирҙе исемле “шыйығыраҡ” һүҙ оҫтаһы ғына түгел, бөтөнләй таныш булмаған, балалыҡтан яңы сыҡҡан ярлы ауыл мүлдәкәһенең, килмешәк истәктең тапҡырлыҡ көрәше майҙанына бил быуыуы күпте күргән тәжрибәле баҡшыны аптырата төшә.

Ҙур оҫталыҡ, аҡыл даирәһе, рухи көс талап ителгән был ярышҡа тәүҙә Шәйехзада бик үк бошонмай ғына әҙерләнә, майҙанда иһә борсола, ҡурҡа башлай. Йомабикәгә ғашиҡ булған, кәләше итеп алырға теләгән дуҫы Юныстың өгөтләүенә бирешеп, уны йәлләп, ярышҡа сығырға ризалыҡ биргәненә  егет үҙ-үҙенә асыулана.

Күп тә үтмәй, Шәйехзаданы йәнә ярыш ҡомары солғап ала, түҙемһеҙләнеп, һүҙ бәйгеһенең тиҙерәк башланыуын көтә. Яҙыусы тарафынан Шәйехзада күңелендә ҡапма-ҡаршылыҡлы  хис-тойғолар, уй-фекерҙәр тулҡыны, үҫеп-үҙгәреп тороусы күңел хәләте тәфсирле һүрәтләнә килә.

Ярыш шарты буйынса тәүҙә Шәйехзада менән Ханбирҙе тапҡырлыҡта көс һынаша. Унан алда – әйтеш алдынан халыҡ алдына сығыу йолаһын башҡарырға тейешлектәре асыҡлана. Юныс Шәйехзаданы был хаҡта киҫәтә, яуаптың тапҡыр, шаян булырға тейешлеген, шул саҡта уның кешеләр араһында тиҙ таралыуын, уны ҡабатлауҙарын, маҡтап һөйләүҙәрен, ошо баһалауҙың әйтешкә ныҡ йоғонто яһауын, аҡһаҡалдарҙың халыҡ фекеренә ҡолаҡ һалыуын, еңеүсене аныҡлау бәхәсле булып киткәндә, был баһаның хәл иткес икәнлеген етди итеп, борсоулы тауыш менән аңлатып бирә.

Шулай килеп сыға ла: Шәйехзаданы батырыу өсөн бер ир уртаһы кеше ҡысҡырып һорау бирә: “Әй, истәк! Илеңдә һылыу ҡыҙҙар юҡтыр, беҙгә килеп кәләш эҙләп йөрөмәһәң!” Шәйехзаданың думбыра һуғып, көйгә һалып биргән яуабына халыҡтың тел шартлатып, ҡул сабып оҡшатыуын белдереүе тынып та өлгөрмәй, икенсе берәү тағы ла уҫалыраҡ һорау ырғыта: “Истәк, ҡолағың ҡарпыш ғуй! Йомабикә һылыуҙың күңеле һиңә ятмаһа, ни эшләрһең?” Шәйехзаданың йәненә тейгән һорауға яуабын да халыҡ оҡшатып, уҫал истәк, әсе әйтте, иҫәр һорауын бирмәһен, тип баһалай.

Йоҙроғоноң тослоғо менән Шәйехзаданы ҡурҡытырға маташҡан Сафа атлы ҡаҙаҡҡа  егеттең уҫал, ҡаты, тапҡыр яуабын халыҡ, шарҡылдап көлөп, сәпкә тейгән таҡмаҡ һүҙҙәрен эләктереп алып, “Сафа – яфа” тип ҡабатлап, күтәреп ала. Йәш сәсән иһә, үҙ-үҙен тынысландырырға, ҡыҙмаҫҡа, мыҫҡыллы һорауҙарға үсләшмәҫкә, кәмһетмәҫкә, халыҡ алдында үҙ бәҫен төшөрмәҫкә тырышып,  эске киеренкелек кисерә.

Әйтештең тәүге өлөшөндә Ханбирҙенең тәүге өләңе үк бер ҡатлы, маҡтансыҡ булыуын күрһәтә, ә Шәйехзада иһә үҙеңде күпертеп күрһәтергә ярамауы, тыйнаҡлыҡтың халыҡ күңеленә ятышлы булыуы хаҡында фәһемле һығымта яһай.

Тәүге танышыуҙа уҡ Шәйехзаданың үҙен кесерәйтеп, “тинтәк, алйот, йәмһеҙ генә күрмәккә, көс төшмәгән беләккә, бәйгеләрҙә уҙмаған, көрәштәрҙә еңмәгән” кеше итеп күҙ алдына баҫтырыуы – тыйнаҡлығы халыҡҡа оҡшай, уны алҡыштарға күмә, егетте хуплап, маҡтап ҡысҡырыуҙар яңғырай. Шәйехзаданың йыры халыҡҡа көслө тәьҫир итеүенең сәбәбен аҙаҡтан йырлауында тип һанаған Ханбирҙе артабан һорау биреүҙә  көндәшенең тәүге булыуын һорай. Әммә Шәйехзаданың һорауына яуап биргәндә, баҡшының “хыялы етмәй”, ҡыҫҡа ғына яуап менән сикләнә.

Ханбирҙенең Шәйехзадаға һорауы әйтеш алдынан майҙанда бирелгән, “истәк башың менән ни өсөн бында ҡыҙ эҙләйһең” тигәнде генә ҡабатлай. Йәш сәсәндең уға яуабы был юлы ла ҡул сабыуға күмелә, мүлдәкәнең өҫтөнлөгөн асыҡлай. Йомаҡ йырлау ваҡытында Ханбирҙе истәк биргән йомаҡты сисә алмай, үҙенекен әйтеп тә тормай, ҡул һелтәп, майҙанды ташлап китә.

Шәйехзаданың бәйгегә сыҡҡан толпарҙыҡы кеүек йөрәге дарҫлап тибә, сикәләре ҡыҙарып китә. Егерме биш йәштәр тирәһендә үк данлыҡлы ҡаҙаҡ аҡыны Берйән Хужағол, аҡынбикә Сара менән мәртәбәле әйтешкә сыҡҡан Хажибәк менән ярышта Юныс йәш сәсән дуҫына Хоҙайҙан тел асҡысы, аҡыл зиһене һорап доғалар уҡый.

Н.Ғәйетбай ҡаҙаҡтар әйтешенең төп әтнәкәһе үҙенә ҡаршы сыҡҡан аҡынды ауыр хәлгә ҡуйыуҙан, уның һәр сығышын ипләп кенә, һиҙҙермәй генә юҡҡа сығарыуҙан, яуап биреп булмаҫтай һорауҙар биреүҙән ғибарәт булғанын хикәйәләй килә. Быны белгән   Шәйехзаданың күңеле тынғыһыҙланыуын, Хажибәк менән алыштың бик ауырға тура киләсәген аңлауын, еңеүҙән бигерәк, әйтештән йөҙөм яҡты сығамы, юҡмы тигән мәсьәләнең киҫкен тороуын төшөнөп көйөнөүен аса.

Әйтеште башлап ебәргән күпте күргән тәжрибәле ҡаҙаҡ аҡыны, шарт буйынса, үҙе менән таныштырып ҡына сикләнмәйенсә, оҫта итеп һорау ҡуя, истәктең уҡытып йөрөүенең мәғәнәһенә тел тейҙерә, үҙ илен ташлап китеп, аҡса эшләйем тип кенә йөрөгән кешенең мүлдәкәлегенән файҙа бармы һуң, тигән шик белдерә.

Хажибәктең мәкерлеге, һорау-шиге Шәйехзаданың зитына тейә, әсе итеп яуап биргеһе килә, әммә үпкәләүҙең үҙен көлкөгә генә ҡалдырасағын уйлап, үҙен-үҙе тыя. Шулай ҙа ҡаҙаҡ аҡынының сәнсеп алыуына яуапһыҙ ҙа ҡала алмай, күңелен өйкәп торасаҡ, әйтештә артабан ҡатнашырға ҡамасаулаясаҡ хистәрен тышҡа сығара. Шулай иткәс, тынысланғас, Шәйехзада Хажибәктең һорау-йомағына ла тапҡыр яуабын бирә.

Ҡаҙаҡ аҡынының уҫал йөҙөн, емерелгән ҡаштарын, ҡәнәғәтһеҙ төҫөн, аҡһаҡалдың әйтешкә ҡыҫылыуын талап итеүен күҙәтеп-күреп ултырған йәш башҡорт сәсәненең Хажибәкте күтәрәмләүе халыҡҡа ныҡ оҡшай: майҙан көслө тауыштарға, ҡул сабыуҙарға күмелә. Йәш сәсәндең ҡаҙаҡ-истәк дуҫлығын, Хажибәктең шәп аҡынлығын маҡтауын хуплаусы ауаздар яңғырауы Шәйехзаданың һиҙгер дипломат икәнлеген, майҙан психологияһын яҡшы тойомлап эш итә белеүен күрһәтә.

Был һорау-яуап ярышынан һуң, оло аҡһаҡалдың Хажибәккә баһаны юғарыраҡ бирергә хәл итеүҙәрен хәбәр итеүе күп кешелә ризаһыҙлыҡ тыуҙыра, был эпизодта халыҡтың үҙ көсөн, үҙ бәҫен белеүе, ғәҙел ярыш яҡлы булыуы ап-асыҡ күренә.

Хажибәк, үҙ мәнфәғәттәрен ҡайғыртып, әйтеште тиҙерәк йомаҡ бирешеү өлөшөнә күсертә, сөнки тормош хаҡында үләңдәр әйтешендә Шәйехзаданың уның ҡырын эштәрен ҡаҙып сығарыуынан, үҙенең ауыр хәлдә ҡалыуынан, еңелеп ҡуйыуынан ҡурҡа.

Йомаҡ өлөшөндә иһә Хажибәк һәйбәт башватҡыс әҙерләй, уны истәктең сисә алмаясағына өмөт итә. Ә Шәйехзаданың йомағына үҙе яҡынса яуап бирһә лә, еңәсәгенә ышана, сөнки аҡһаҡалдарҙы алдан “майлап” ҡуйғас, улар йомаҡты ике төрлө сисергә мөмкин ине тип, Хажибәкте өҫтөн сығарасаҡтар. Халыҡтың тормош хаҡында әйтеш ни өсөн юҡ тип шаулашыуына, ризаһыҙлығына ҡаршы йәш истәктең инде икенсе ярышта ҡатнашыуын, имеш, арыуын сәбәп итеп ҡуялар.

Хажибәктең Шәйехзадаға биргән йомаҡ-үләңендә өс һорау йәшеренә. Шәйехзада ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә, думбыра һуҡҡан арала был һорауҙар хаҡында көсөргәнеп уйлана, башынан бер-бер артлы яуаптар йылтлап үтә: “Тәүге өлөшөндә дәү, оло әйбер хаҡында һүҙ барғанға оҡшай, икенсеһе, “мин-мин” тигәнендә айырым бер шәхес тураһында әйткәнлеге һиҙелә, өсөнсөһө, һис шикһеҙ, ил батырын данлай. Тик тәүгеһе – нимә? Дәү көс – халыҡмы, илме? Хәйер, улар – бер төшөнсә, тиергә мөмкин. Икенсеһе – “мин-мин” тигәне – батыр тиер инең, уның тураһында өсөнсө йомаҡта әйтелә. Ханмы? Юҡ, ул “хандан ҡурҡмаҫ” тиелә бит. Улайһа, кем?  Кем? Сәсәнме? Әлбиттә, сәсән! Башҡаса кем булһын? Ҡаҙаҡса – аҡын! Әлбиттә, ул!”

Шәйехзаданың сәптең үҙәгенә тейеүсе дөрөҫ, үткер, тапҡыр яуабын, өс йомаҡты ла сисеүен Хажибәк битараф, әммә бик етди, уҫал ҡиәфәттә, сикәләре ҡарағусҡыллланып, ҡаштары емерелеп тыңлай. Эстән генә ул Шәйкүлзәдәнең йомарланған һүҙҙе дөрөҫ сисеүен, яуаптарын инҡар итеп булмауын уйлай, ике төрлө яуап бирерлек, шыйғалағыраҡ йомаҡ әйтмәүенә үкенә, истәктең йомағын үҙенең сисә алмауы ихтималлығына борсола. Аҡһаҡалдарҙың, алдан килешкәнсә, уны алдын сығарыуҙарына ышанһа ла, йәш кенә егеттең үҙенән көслөрәк икәнен, үҙенең бирешә, ҡартая башлауын аңлауҙан күңелендә әрнеткес төйөр барлыҡҡа килә.

Халыҡ алдында оятҡа ҡалмаҫ өсөн Хажибәк, бар көсөн һалып, йөҙөнә йылмайыу сатҡыларын сығарып, көсәнеп булһа ла, Шәйехзаданы маҡтап үләң әйтә. Халыҡ уның был ҡылығына дәррәү ҡул саба, бәхәсләшеп тормауына, Шәйкүлзәдәнең еңеүен таныуына рәхмәт белдерә.

Истәк аҡынына йәшеренгән һүҙен әйтергә сират етә. Шәйехзаданың йомағы ҡаҙаҡ далаларына юлланыр алдынан Салауат тураһында ижад итә башлаған ҡобайырынан алынған юлдарҙан тора.Әммә йәш, тәжрибәһе аҙ булһа ла, Шәйехзада туранан-тура йомаҡҡа күсмәй, һорауын бөҙрәләтеп, матурлап, сәскәләргә төрөп бирергә тырыша, сөнки тыңлаусыларға һорау үҙе мөһим түгеллеген, ә һорауҙың нисек бирелеүе мәртәбә икәнлеген, халыҡтың күңеленә аҡындың йыры, оҫталығы яҡын булыуын аңлай. Йәғни, автор әйтештә ярышыусыларҙың халыҡ психологияһын, майҙан ихтыяжын нескә тойған, аңлаған һиҙгер күңелле булырға тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә  ала.

Шәйехзада Хажибәккә “тере көйө йән биреү”ҙең нимә булыуын һорап йомаҡ ҡоя. Хажибәк ашыҡмай ғына думбыраһын сиртергә тотона, ҡарашын алыҫҡа төбәп ҡатып ҡала, фәҡәт бармаҡтары ғына ҡылдар өҫтөндә ырғый. Ә Шәйехзадаға үҙе уйлап сығарған, ошоғаса бер кем дә сисә алмаған, ҡаҙаҡ аҡынының да уға теше үтмәҫкә тейеш тип уйлаған йомағы ҡапыл үтә лә ябай кеүек тойола, егет тулҡынлана башлай.

Автор Хажибәктең көсөргәнешле яуап эҙләү мәлен, зиһен эшмәкәрлеген яҡтыртыуға күсә:” Нимә ул? Йоҡлаумы? ...бигерәк ябай... Бәлки, иҫте юғалтыуҙыр?..  яҡынса оҡшаған бит. Аҡһаҡалдар иҫкәртте бит уны: йомарланған һәҙҙе сисә алмаһаң, өндәшмәй ҡала күрмә, оҡшағаныраҡ яуап табырға тырыш, беҙ нисек тә һине яҡларға, аҡларға тырышырбыҙ”

Хажибәктең яуабынан һуң, аҡһаҡалдар Шәйехзаданың үҙенә яуапты әйтеп бирергә ҡушалар. Яуапты ишетеп, халыҡ аптырап ҡала: истәк яуабы нимәне аңғарта? Хажибәк яуапты дөрөҫ сисмәгән тигәндеме? Халыҡ шаулаша башлай. Хажибәктең дөрөҫ сисмәүен, истәктең еңеүен аңлап алып, ҡысҡырышалар. Шул саҡта оло аҡһаҡал: “Йомаҡ ике төрлө сиселешкә юл бирә” тип, Шәйкүлзада аҡын йомағының сиселеш йүнәлешен күрһәтмәне, шуға ул ике төрлө сиселешкә юл бирә тип, Хажибәкте аҡлап ҡуя, дөрөҫ яуап бирелде, тип раҫлай.

Аҡһаҡалдарҙың халыҡ фекере менән килешмәй, Шәйехзаданың хәләл еңеүен танымай, күрәләтә алдашырға, еңеүҙе Хажибәккә бирергә тырышыуҙары, оло аҡһаҡалдың баш һелкеүе халыҡтың шаулашыуын баҫа. Урынлашҡан тынлыҡ дауыл алдынан тәбиғәттең ҡара болоттар менән ҡапланған, көслө ғәрәсәт вәғәҙәләгән шомло ваҡытына оҡшай. Еңеүсене асыҡлау өсөн яңы йомаҡтар бирергә саҡырыу яңғырай.

Хажибәк, йәнләнеп китеп, күҙҙәрендә ут тоҡанып, тәү башлап йомаҡ ҡоя. Әммә ул һуҙа, йәнә йәш истәкте, Йомабикәнең һылыулығын, йыр, үләң яратҡан халыҡты маҡтай. Сөнки тәжрибәле, ир уртаһы аҡын ярыштың хәл иткес мәле еткәнен, еңеүсене асыҡлауҙа бәхәс тыуһа, аҡһаҡалдарҙың һүҙенә ҡарағанда, тыңлаусыларҙың фекере алға сығыуын, еңеүсене билдәләүҙә уларҙың ныҡ йоғонто яһауын белә. Шуға халыҡҡа оҡшарға, оҫта аҡын тип баһаланырға тырыша.

Автор йомарланған һүҙ әйтешендә йәшеренгән серҙе сисеү мәлен – иҫ киткес психологик көсөргәнеш тулы хәл иткес мәлде – эҙмә-эҙлекле зиһен һәм рух эшмәкәрлеге процесы рәүешендә күрһәтә: Шәйехзада тәүҙә йомаҡта башҡорт ере, унан ҡаҙаҡ далаһы тураһында һүҙ барғанын сисә. “Бүреләй бала үҫтергән, эйәр киҫтергән”дең дә, бер ни тиклем көсөргәнеп уйланғандан һуң, дөйә булғанына төшөнә, ә бына “ҡаялағы бөркөттө, толпарҙағы егетте алмаштырған”дың кем булыуын сисеүе еңел бирелмәй.

Йәш аҡын ситен хәлдә ҡала, берҙән, һуҙырға ярамай, яуап бирергә кәрәк, ә яуаптың һуңғы өлөшөнә – өсөнсө йомаҡҡа яуап юҡ. Икенсенән, егет Йомабикә алдында оятҡа ҡалыу тойғоһон кисерә, тиҙ генә бирешеү, еңелеү тойғоһо уның сәменә тейә, йәнен ҡамсылай.

Иҫ киткес көсөргәнеш эсендә думбыра сиртеп, тәүге ике йомаҡҡа яуап биреп ултырған мәлендә, үҙе туҡтауһыҙ үҙ-үҙенә кем? тигән һорау биргән мәлендә, сәсән зиһенен ҡапыл йәшендәй булып уй ярып үтә: ҡаҙаҡ батыры! – толпарҙағы егетте алмаштырған, ҡолаҡсыны ялпанлаған, һәлпәнләгән ҡаҙаҡ батыры!

Шәйехзаданың йомаҡты дөрөҫ сисеүе Хажибәктең йөҙөнә яҙып ҡуйылған була: ҡаштары емерелгән, ҡиәфәте ҡәнәғәтһеҙлек менән һуғарылған.

Сират ҡабаттан Шәйехзадаға етә, ул Салауат батыр хаҡындағы ҡобайырынан икенсе йомағын йырлап ишеттерә. “Булғанда тоймайһың, булмағанда тояһың”дың нимә булыуы хаҡындағы йомаҡ Хажибәкте ҡаушата, үҙенең көсһөҙлөгөн тойоуҙан, еңелһә, оятҡа ҡалыуҙан уның ҡото алына, ҡыҙарына, маңлайына бөрсөк-бөрсөк тир тамсылары бәреп сыға. “Һауа була” тигән яуабы тыңлаусыларҙы ҡәнәғәтләндермәй, йомаҡтың яуабын Шәйехзаданың үҙенән ишетергә теләйҙәр.

Сәсәндең ирек тураһындағы яуабынан халыҡ бер төйөргә әүерелеп, бер фекергә күсеп, берҙәм ҡыуаныс кисерә, шатлыҡлы ауаздар, алҡышлауҙар яңғырата. Аҡһаҡалдарҙың Хажибәкте аҡлап маташыуҙары халыҡтың ярһып хәҡиҡәтте яҡлауына ҡаҡлыға. Яҙыусы халыҡ фекерен, баһаһын туҡтатырлыҡ, тыйырлыҡ  көс юҡлығына баҫым яһап күрһәтә.

Әйтеш тамамланғандан һуңғы Шәйехзаданың ҡаршылыҡлы психологик күңел торошо түбәндәге төйөрөм генә картинала үткер бирелә: “Шәйехзада бәйгенән сыҡҡан толпар хәлендә ине. Өҫтөндәге ауыр йөктән ҡотолғас, хәҙер еңелллеккә сумыр кеүек. Ысынлап та, күңелен упҡын һымаҡ бушлыҡ солғап алды, йәненә еңеллек килмәне, йөрәкте аңлап булмаҫлыҡ һағыш, әрнеү һығып ҡыҫҡан. Шәйехзада ни эшләргә кәрәклеген аңламай, ҡаушап, юғалып ҡалды, ҡыуанырға ла, бошонорға ла белмәне”. Ул арала халыҡ – таныштар, таныш түгелдәр сәсәнде бер-бер артлы килеп ҡотлайҙар, ҡулын ҡыҫалар, маҡтау яуҙыралар, һоҡланалар, ә егет ҡаршылыҡлы хистәр дауылында үҙен япа-яңғыҙ ҡалғандай хис итә...

Ер булып ҡарайған, ҡаштары емерелгән Хажибәк, асыулы тауыш менән Шәйехзаданы ҡотлап, еңеүсене халыҡ түгел, ә аҡһаҡалдар билдәләргә тейешлеген, үҙенең килешмәүен белдереп китеп бара. Аҡһаҡалдар иһә истәк сәсәненең үләңдәрендә байтаҡ етешһеҙлектәр булыуын әйтә-һанай башлайҙар. Халыҡтың тауыш күтәреп, баһалаусыларға ҡаршы сығып, еңеүҙе Шәйехзадаға биреүҙе дәррәү талап итеүе “майланған” аҡһаҡалдарға оҡшамай. Аҡһаҡалдарҙың халыҡ менән килешмәй маташыуы еңеү шатлығынан шаңҡыған егеттең кәйефен төшөрә, йөрәген әрнетә.

Юныстың өгөтләүе буйынса ризалыҡ биргән, әммә әйтештә Йомабикә өсөн бар һәләтен, оҫталығын, тапҡырлығын һалып ярышырға сыҡҡан, ҡыҙҙы һоҡландырырға теләгән, матур итеп йылмайыуын күреү бәхетенә өлгәшергә, ҙур күҙҙәрендәге ҡыуанысҡа ҡарап үҙе лә шатланырға теләгән Шәйехзаданың, бик ауыр көрәштә еңеп сыҡҡандан һуң, Йомабикәне күргеһе килә.Әммә ҡыҙҙы күрһәтмәүҙәре уның асыуын ҡуҙғата, Юныстың ҡәнәғәт һәм бәхетле йылмайыуы йәнен үртәй. Юныстың атаһы менән Быҡтымбайҙың вайымһыҙ йөҙ-ҡиәфәте егеттең асыуын, ғәрлеген көсәйтә генә.

Тирмәләге артабанғы әңгәмәлә халыҡтың үҙ һүҙендә ныҡ тороуына, истәк аҡынын яҡлап сығыуына тел шартлатыу, һоҡланыу белдерелә. Ә эсе ут булып янған, өмөтһөҙлөктән үрһәләнгән йәш егеттең холоҡ-фиғел ҡатылығы, рух ныҡлығы Йомабикәне күрһәтеүҙәрен киҫә талап итеүендә асыҡ күренә, портрет характеристикаһында: уҫал, ҡәтғи ҡиәфәтендә, ағарып киткән йөҙөндә - егеттең тәүәккәллеге, ниәтенән сигенмәйәсәге ярылып ята.

Күңелендә Йомабикәгә тәүге яратыу, тартылыу хистәре тыуған Шәйехзадаға ҡыҙҙан баш тартыуы ғазаплы бирелеүен автор түбәндәге картинала психологик тәрәнлек менән һүрәтләп бирә: “Өҙә һуғыр, бар өмөттө селпәрәмә килтерер, юҡҡа сығарыр мәле Шәйехзаданың боғаҙынан һығып тотто! ...уның киләсәге юҡ, өмөтө буш! ... боҙ кеүек һалҡын, үлем һымаҡ ҡурҡыныс һүҙҙәрҙе әйтеүҙе мөмкин тиклем алыҫҡа, бәлки, мәңгелеккә ташларға теләне ... тәрән итеп тын алды, тауышы ҡалтырап китте ...  күҙҙәрендә йәш күренде”.

Бүлек һуңында Шәйехзаданың Йомабикә менән аңлашыу, хушлашыу эпизоды үҙе тотош бер тетрәндергес драма рәүешендә бик күргәҙмәле итеп, тәрән психологизм менән һүрәтләп бирелгән.

Беренсе бүлек Шәйехзадаға һөжүм итеү, үлтереү менән янауҙан башланып китһә, “Шәкерт” тип аталған икенсе бүлек тә бик динамик, ҡурҡыныс хәл-әхүәлдән – Зыя хәҙрәткә һөжүм итеүҙәрен, башына тимер менән һуғыуҙарын хәбәр итеүҙән башланып китә.

Артабан был хәбәрҙең осо тағатыла башлай. Шәйехзаданың Зыя Камали йортона хәлен белергә барыуы, енәйәт эшенең ҡасан, ни рәүешле башҡарылғанын һорашыуы, хәҙрәттең башына ике ирҙең лом менән һуҡҡан сағында, урам сатында төшөп ҡалған асҡыстың эҙенән юллау тарихы яҡтыртыла.

“Алтын башаҡ” тигән яҙыулы ҡалай беркетелгән асҡыс хужаһын эҙләп табыуҙа Шәйехзаданың, енәйәт эштәрен асыуҙа бер тәжрибәһе лә булмауға ҡарамаҫтан, зиһен үткерлеге, сослоғо, аналитик-логик фекерләү ҡеүәһе көсө менән енәйәтсене табыуы хикәйәләнә. Ҡыйыулығы, сибек кенә булыуына ҡарамаҫтан, рух көсө менән әзмәүерҙәй иргә ҡаршы тора алыуы, үҙен үлтерергә тип ебәрелгән кешеләрҙе төп башына ултыртыуы тасуир ителә.

Был бүлектә Зыя Камали образын кәүҙәләндереүгә автор байтаҡ урын бирә, уҡыусылар уның тураһында ҡиммәтле, ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр ала.

Ҡаһирә университетында уҡығанда уҡ, Камали алдынғы, юғары кимәлдәге заманса уҡыу йорто асырға ниәт ҡыла. Башҡорт-татар араһында белемле уҡытыусылар, ғалимдар, яҙыусылар, рәссамдар, музыканттар, композиторҙар, журналистар юҡлығының төп сәбәбе уларҙы әҙерләүсе юғары уҡыу йортоноң булмауында, шунлыҡтан милләттең дөйөм үҫеш кимәле тотҡарланыуында  икәнлеген яҡшы төшөнгән Зыя Камали, Ҡаһирәлә ҡалдырырға тырышһалар ҙа, Истанбулда, Баҡыла университетҡа эшкә саҡырһалар ҙа, үҙе теләгәнсә уҡытырға рөхсәт итһәләр ҙә, тыуған иленә ҡайтып, халҡының үҫешен тәьми итеүсе ниәтләгән уҡыу йортон асырға ынтыла. Ләкин Рәсәй законы буйынса, башҡорт, татар телдәрендә донъяуи университет асыу тыйылғанлыҡтан, мәҙрәсә аса. Замана менән бергә атлаған алдынғы был мәҙрәсәлә шәкерттәр дини фәндәр генә уҡып ултырмай, мулла булырға ғыны әҙерләнмәй. Мәҙрәсә шәкерттәрҙән белемле уҡытыусылар, ғалимдар, яҙыусылар, рәссамдар, музыканттар, композиторҙар, журналистар әҙерләп сығарыуға ҙур көс һала.

 Уҡыу программаһына алдынғы университеттарҙа уҡытылыусы дәрестәр индерелә – психология, тригонометрия, химия, физика, астрономия,  сит телдәр һ.б. Шәкерттәргә һәр яҡлап үҙҙәрен үҫтереү өсөн мөмкинлектәр тыуҙырыла, театр, музыка менән шөғөлләнергә рөхсәт ителә, мәҙрәсәлә ҡаҙаҡ, татар, әзербайжан, чечен телдәрендә журналдар сығара башлайҙар. Поляк композиторын саҡырып, оркестр ойошторалар – былар барыһы ла Наил Ғәйетбайҙың мәҙрәсә тарихын, уның эшмәкәрлеген документтар, архив сығанаҡтарын ентекле өйрәнеүе, фактик материалдарға ныҡлы таяныуы ерлегендә  яҙылған.

“Ғәлиә” мәҙрәсәһе шәкерттәренең кимәле, донъяға киң һәм ирекле ҡарашы менән башҡаларҙан ҡырҡа айырылып тороуы, уларҙың әҙәби, музыкаль, йырсы һәләттәрен үҫтереүгә  иғтибар бүлеү шарттарында Шәйехзада Бабичтың тыумыштан бирелгән талантының гөлтләп асылып, үҫешеп китеүе нигеҙле һүрәтләнә.

Камалиҙың биш ай эсендә бынамын тигән өс ҡатлы кирбес бина төҙөттөрөүе, уҡыуҙы интернат рәүешендә ойоштороуы, дин дәрестәрен үҙенсә уҡытыуы, Ҡорьәнгә яңыса ҡарашы, шәкерттәрҙең уҡыған мәҙрәсәләрен ташлап, эркелешеп “Ғәлиә”гә килеүҙәре күптәрҙе көнләштерә. Улар ғәйбәт тараталар, ялыуҙар яҙалар, журналдарҙа тәнҡит мәҡәләләре баҫтыралар. Ошо шикәйәттәр сәбәпле полицейскийҙар Зыя Камалиҙан һорау алалар, закондарҙы боҙоуҙа ғәйепләйҙәр, эштән ҡыуыу менән янайҙар.

Хоҡуҡ һаҡлау органдарының, хаҡлыҡты эҙләү урынына, Зыя Камалиҙың үҙенә күрәләтә баҫым яһауҙары тәьҫирләнеүсән шәкертте ҡабындырып ебәрә. Хөрмәтле уҡытыусыһы Камалиҙы ярһып яҡлауында, ҡыҙып-ҡыҙып, өҙөп-йыртып телмәр тотоуында, остазының Рәсәй закондарын боҙмауын иҫбатлауында йәш шағирҙың батыр йөрәкле булыуы, ғәҙеллек өсөн күкрәген ҡалҡан итеп ҡуйыуы күренә. Был эпизодта Шәйехзаданың ҡыҙыу ҡанлы, әлегә бик йәш, тәжрибәһеҙ, үҙенә янаған ҡурҡынысты аңлап-баһалап та етмәүсе, хәүеф-хәтәр менән иҫәпләшергә лә теләмәүсе тоҡаныусан булмышы асыла: “Һеҙ!.. Һеҙ!.. Һеҙ бер ни белмәйһегеҙ! Беҙ Зыя Камалиға мең-мең рәхмәтлебеҙ! Ундай бөйөк хәҙрәт юҡ!”

Үҙе тураһында бөтөнләй уйламайынса, мәҙрәсә ныҡлы белем усағы булһын тип, шәкерттәр заманға ярашлы юғары кимәлдәге белгестәргә әүерелһен, тип янып йәшәүсе остазының хаҡ юлда булыуына иманы камил Шәйехзада үҙенең көсһөҙлөгөнән, хәҙрәткә ярҙам итә алмауынан, нахаҡ ялаларҙан яҡлай алмауынан йәне үртәлеп, әрнеүле уй-кисерештәр эсендә йөҙә.

Һуңынан, сәнғәткә ғашиҡ, Шәйехзаданың артислыҡ талантына мөкиббән “полициялағы ҙур түрә” менән танышлыҡтан файҙаланып, енәйәт эшен асалар. Камалиға ике тапҡыр һөжүм иткән “Алтын башаҡ”тағы ат ҡараусы Фәтих менән уның әшнәһен хөкөмкә тарттырыу хәбәр ителә, ә енәйәтте ойоштороусыларҙың кем булыуҙары – “Ғәлиә” мәҙрәсәһенең уңыштарынан көнләшеп, Камалиҙы, уның яңыса уҡытыуын күрә алмаған,  дин тирәһенә эйәләшкән бер төркөм әҙәмдәр икәнлеге асыҡлана.

Уларҙың барыһының да яуапҡа тарттырылыуында Бабичтың үткерлеге, сослоғо, ныҡышмаллығы хәл иткес булыуы күрһәтелә.

Яҙыусы “Ғәлиә” мәҙрәсәһенең Бабичтың шәхес булып үҫешеүендә ҙур роль уйнауына айырым ентекле туҡтала. Бабич мәҙрәсәлә уҡыу дәүерендә енәйәт эҙенә лә төшә, бар Өфөнө шаулатып әҙәби-музыкаль кисәләр ойоштора, Ғәзиз Әлмөхәмәтов менән берлектә концерттар ҡуя, “Парлаҡ” журналын да сығара, ижад камиллығы мәсьәләһендә йәш ҡәләмдәштәре менән конфликтҡа ла инә, милли хәрәкәттә лә ҡатнашып өлгөрә. Йәш, талантлы, ҡаны ҡайнап, дәрт-дарманы ташып торған Шәйехзада бар һәләтен, көсөн биреп башҡара был эштәрҙе. Мандолинала виртоуз уйнауы, тиҙ арала тапҡыр, үткер таҡмаҡтар уйлап сығарыуы, төҫ-ҡиәфәтен баш-көллө үҙгәртеп, йәш ҡыҙға ла, ҡарсыҡҡа ла, мулла ҡартҡа ла һ.б. әүерелеүе, төрлө образдарға инеүе, бейеү сәнғәтенең иң юғары нөктәһенә күтәрелеүе, тәбиғи һөйкөмлөлөгө менән төрлө ҡатлам тамашасыларҙы арбауы, уларҙың берҙәм яратыуын, һоҡланыуын, алҡыштарын яулауы бүлектә хикәйәләү үҙәгенә ҡуйыла.

“Парлаҡ” журналының, тотош шиғриәттең кимәлен ҡайғыртып, Ш.Бабич ҡәләм тибрәтеүсе һабаҡташтары менән конфликтҡа инә. “Кит “Парлаҡ”тан! Һин беҙгә ярҙам итмәйһең, эшләргә генә ҡамасаулайһың” тигәндәренә үпкәләп, ҡыҙыу баштан ташлап киткән шағир, бер аҙна самаһы үкенес, журналдан айырылыуҙан эс бошоу, юҡһыныу хистәре эсендә йәшәргә мәжбүр була. Кире әйләнеп барыуҙан, баш эйеүҙән уны үҙенең хаҡлы булыуы, дөрөҫлөк үҙенең яғында булыуы ғына туҡтата. “Парлаҡ”һыҙ тормошон күҙ алдыа ла килтерә алмаған егетте барып баш эйеүҙән, алабарман аҙымдан шиғриәттең кимәлен төшөрөргә теләмәү ниәте генә туҡтата.

Шәйехзаданың,  белә-күрә тора, Сәлих дуҫының иҫкәртеүенә ҡарамаҫтан, үҙен туҡмарға йыйынған бер төркөм уҫал, үсле шәкерттәргә ҡаршы япа-яңғыҙы сығыу тарихында ла буласаҡ ҡаһарман көрәшсе булмышы гөлтләп асыла.

Шәкерттәрҙән көлөп сығарған әсе таҡмаҡтары, уларҙы “Парлаҡ” ҡулъяҙма журналында баҫтырып сығарғаны өсөн Шәйехзадаға уҫал янауҙар ишеттерәләр, улай ҙа туҡтамағас, йылға яры аҫтына саҡырып дөмбәҫләргә уйлайҙар. “Пушкинды, Лермонтовты шиғырҙары өсөн үлтергәндәр, ә мине туҡмайҙар ғына” тип, дуҫы Сәлихтең юлына арҡыры төшөүенә ҡарамай, Шәйехзада тәүәккәл рәүештә кеше аяғы баҫмаған яр аҫтына япа-яңғыҙы китә. Юлда “ғәфү үтенергәме әллә, әллә юҡмы?” тигән ҡаршылыҡлы уйҙар башынан йылтлап үтә.

Ошо урында яҙыусы экскурс индерә: һабантуйҙа иң көслө егетте, ауылдарындағы ҡыҙҙы мәсхәрәләгән егетте көрәш батыры тип иғлан итергә йыйынғандарын ишеткәс, Шәйехзада, сибек кенә кәүҙәһенә ҡарамаҫтан, рухына тулған нәфрәт, асыу хисе менән ҡеүәтләнеп, бар майҙан халҡын хайран ҡалдырып, выжданһыҙ әҙәм аҡтығын еңгән ише, әле лә ул нәфрәт, асыу хистәренән ялҡынланып, ҡурҡыуҙың осмотон да тоймай, үҙенең еңәсәгенә ышанып, егеттәргә яҡынлаша. Төшкән ыңғайы уҡ әйткән таҡмағы, күңел төбөнән килгән ҙур көсө, еңеренә ышанысы, күҙҙәрендә сәселеп торған ялҡынлы уты, тәүәккәллеге, тамсы ла шөрләмәүе егеттәрҙе ғәжәпләндерә. “Һуғыш суҡмары” Исмәғил менән йән-тәслим алышта Шәйехзада өҫтөн сыға. Беләк көсөн – Исмәғилде Шәйехзада йөрәк көсө, күңелендә урғылған нәфрәт көсө, үҙенең хаҡлы булыуы менән еңеп сыға.

Был эпизодтар Бабичтың киләсәктә мөхтәриәт өсөн көрәштең алғы сафында торасаҡ шәхес булыуының осраҡлы ғына түгеллеген, уның һүҙе менән дә, йоҙроҡ көсө менән дә, бөтөн булмышы менән көрәшсе икәнлеген, шәхес булараҡ өлгөрөү этаптарын күргәҙмәле, сағыу күрһәтеүсе ваҡиғалар булараҡ ҡабул ителә.

“Шәкерт” бүлегендә Шәйехзаданың бөйөк йырсы Ғәзиз Әлмөхәмәтов менән танышыу, бергә хеҙмәттәшлек итеү тарихы иҫтә ҡалырлыҡ картиналарҙа яҡтыртыла. Оркестр дирижеры, поляк композиторы Клименц менән Әлмөхәмәтов араһындағы Бабичтың музыкаль тойомлауының феноменаллеге, бейеү сюжетын үҫтерә барып, кульминацияға еткереү маһирлығы, концертты музыкаль яҡтан дөрөҫ ҡора белеүе, бейеү хәрәкәттәренең ғәжәйеп үҙенсәлеклелеге хаҡында әңгәмә иғтибарҙы йәлеп итә. Бер балет ҡарамаған, махсус музыкаль белеме булмаған ябай ауыл егетенең эске һиҙемләү ҡеүәте, бындай уникаль таланттың тамыры халыҡҡа барып тоташыуы хаҡында ике күренекле шәхестең фекер алышыуында Шәйехзаданың ҡабатланмаҫ сағыу булмышына юғары баһа бирелә.

Бүлектә шулай уҡ, Дүсәнбайҙағы Йомабикәнән килгән хаттарға бәйле, егет менән ҡыҙ араһындағы сетерекле бәйләнештәр, билдәһеҙ ҡыҙҙан килгән мөхәббәт хатына ҡағылышлы Шәйехзаданың татлы ла, ғазаплы ла кисерештәр эсендә йәшәгән ғүмеренең ҡабатланмаҫ дәртле мәле  лә һүрәтләнә.

Шулай итеп, был бүлектә Бабичтың шәкертлек осоро – шәхес булараҡ формалашыуындағы мөһим этап яҡтыртыла, уның тормоштоң асылына төшөнә барыуы, кешеләрҙе танырға өйрәнеүе, кемдең кем икәнен аңлау, дуҫты дошмандан айыра белеү мәле асыла. Уҡыусы алдында тура һүҙле, маҡсаттарына тайпылышһыҙ ынтылыусы, ғәҙеллек өсөн йән аямай көрәшеүсе, бөтөн булмышы менән сәнғәт, әҙәбиәт өсөн яралған иҫ киткес талантлы, ялҡынлы йөрәкле йәш кеше образы һынлана.

“Мөхтәриәт” тип аталған өсөнсө бүлектә Шәйехаданың сәйәси аң үҫеше, көрәшсе шәхес булараҡ өлгөрөү процесы яҡтыртыла. Зәки Вәлиди менән танышыуы, аралашыуы сәйәсәттән алыҫыраҡ торған егеттең ерле мөхтәриәт менән милли-мәҙәни мөхтәриәт араһындағы айырманы аңлауға килеүенә көслө йоғонто яһай. Ул үҙе һөйләшкән телдең татар теле булмайынса, башҡорттоң төньяҡ-көнсығыш диалекты икәнлеген, милләтенең дә татар түгел, ә башҡорт икәнлеген асыҡлай.

Шәйехзада ошоға тиклем ябай кәмитсе, артист, үткер таҡмаҡтар оҫтаһы, мандолинасы, халыҡты көлдөрөп, күңелен асып йөрөүсе булһа, хәҙер инде, Вәлиди һәм башҡа зыялыларҙың фекерҙәрен сағыштырып ҡарағандан, төплө анализлағандан һуң, икеләнеүҙәрен еңеп, үҙенең барлыҡ көсөн, һәләтен, ғүмерен туған башҡорт халҡының ирекле, бәхетле яҡты киләсәгенә бирергә хәл ҡылыусы көрәшсе сифатында формалаша барыусы булараҡ һынлана.

Азат Башҡортостан өсөн көрәш юлын һайларға ҡарар итеүе романда геройҙың түбәндәге уйҙары ағышында тулы сағылыш тапҡан: “Уйлаған һайын Шәйехзаданың күңелен башҡорт милләтенең ауыр яҙмышы, билдәһеҙ киләсәге өсөн әсенеү солғап ала барҙы. Башҡортто йәнә аяҡҡа баҫтырыу уғата ҡыйын буласаҡ! Вәлиди дөрөҫ әйтә, бының өсөн үҙ милләтен бар йөрәге, бөтә йәне-тәне  менән яратҡан белемле, уҡымышлы йөҙәрләгән, меңәрләгән зыялыар, ораторҙар, шағирҙар, етәкселәр кәрәк. Үҙен башҡорт тип һанаған Шәйехзада, һис шикһеҙ, улар араһында булырға тейеш. Ә татарҙар? “Татарҙар һинһеҙ ҙә юғалмаҫ”, - тине Вәлиди... Уйлай торғас, был фекерҙең берҙән-бер дөрөҫ икәнлеген аңлай Шәйехзада. Эйе, ул башҡорт хәрәкәте эсендә булырға тейеш!”

Әлеге бүлектә Бабичтың сәйәсәт өлкәһендә үҙ фекерен әйтә алыусы һәм тайпылышһыҙ яҡлай белеүсе  өлгөрөп еткән шәхескә әйләнеү этабындағы мөһим моменттар яҡтыртыла. 

Дуҫы, фекерҙәше, остазы Ғәлимйән Ибраһимов менән Шәйехзада Бабич бик тә мөһим, принципиаль, башҡортто башҡорт итеп һаҡлап ҡалыусы һорауҙа киҫкен бәрелешә. Башҡорттарҙың мөхтәриәт яулауына етди кәртә булған милли-мәҙәни мөхтәриәтте яҡлаған, аҙ һанлы мосолман халыҡтары менән етәкселек итергә ынтылған идеяны алға һөргән татар әҙәбиәте вәкиле Ғәлимйән уны үҙ мәнфәғәтендә файҙаланмаҡсы була. Ниәте килеп сыҡмағас,  Мәскәүҙәге концерт ваҡытында, Шәйехзаданың башҡорттар ерле мөхтәриәтте түгел, ә милли-мәҙәни мөхтәриәтте яҡлай тип әйтмәгәне өсөн, уға бик ныҡ асыулана. Рәсәй хөкүмәте ағзалары алдында үҙе биргән “бөтә мосолмандарҙың киләсәге яҙылған” записканы уҡымағаны өсөн уны дошман, алдаҡсы, һатлыҡ йән тип атауға тиклем барып етә.

Шәйехзаданың характер ныҡлығы, тура теллелеге үҙен нахаҡҡа яман һүҙҙәр менән рәнйеткән Ибраһимовты ҡаты итеп туҡтатыуҙа күренә.

Фекерҙәш, ҡәләмдәш, рухташ булған Бабич менән Ғәлимйән Ибраһимов араһындағы был бәрелеш Шәйехзаданы сәйәси көрәштә үҙ юлын һайлауға, Зәки Вәлидиҙең әйткәндәрен ҡат-ҡат анализлауға, үҙ аллы фекерҙәр төйнәүгә, һығымталар яһауға этәрә. Был бәрелештән һуң Шәйехзада ҡабаттан Вәлидиҙең: “Беҙ татарға ҡаршы көрәшмәйбеҙ, мәңге дуҫ буласаҡбыҙ! Әммә беҙ башҡорт халҡының рус, татар аҫтында түгел, ә үҙ аллы, ирекле булыуы өсөн бөтә көсөбөҙҙө һаласаҡбыҙ. Һин дә был көрәштән ситтә ҡалмаҫһың, тип уйлайым, шағир әфәнде?!” тигән һүҙҙәрен иҫенә төшөрә,  тәрән уйлана. Вәлидиҙең үҙ милләтенә юл күрһәтерҙәй, алға әйҙәрҙәй шағирҙары кәрәклеген ҡат-ҡат тәҡрарлауы, Бабич кеүек шағирҙарҙың үҙаллылыҡ өсөн көрәштә алда барырға тейешлегенә баҫым яһауы уның күңелендәге икеле-микеле уй-хистәрҙе баҫа.

“Мили-мәҙәни мөхтәриәт” тигән ябай ғына һүҙҙәр эсендә милләттәр яҙмышы ятҡанлығын Шәйехзада, Вәлиди менән осрашҡансы, төҫмөрләп тә ҡуймаһа, хәҙер инде был һүҙ аҫтында ике яҡын дуҫты, ҡәләмдәштәрҙе дошманлаштырырлыҡ шартлатҡыс ятыуын төшөнә, милли мәсьәләне сисеүҙең уғата ауыр булыуын аңлай. Башҡорт милләтенең  ҡатмарлы яҙмышы, билдәһеҙ киләсәге өсөн әсенеүле уйҙар-кисерештәр аша үҙенең башҡорт хәрәкәте эсендә булырға тейешлегенә инана.

Бүлектә “Список №9” шиғырының ни сәбәпле  яҙылыу тарихы ла асыла, уның кешеләргә булған көслө тәьҫире, кемде һайларға белмәй аптырашҡан халыҡҡа ап-асыҡ, аңлайышлы итеп юл күрһәтеп, төшөндөрөп биреүе күрһәтелә.

Был шиғырҙы Бабич, ауырып киткән әсәһенең хәлен белергә, тип ҡайтып барышлай, Бөрө юлында осраҡлы ғына тап иткән, Ырымбурҙағы Учредительный собраниеға һайлауҙар буйынса ебәрелгән агитатор Сәлих менән һөйләшкәндән һуң, уның үтенесе буйынса яҙа:

Эй, туған башҡорт, әгәр булмаһаң бәдбәхет,

Беҙ туғыҙ ҡат әйтәбеҙ – алдаусылар байтаҡ булыр!

“Дин” тиеп, “милләт” тиеп майлаусылар ҙа булыр!

Тыңлама, алданма, башҡорт, бир тауышың туғыҙынсыға!

Шул саҡ йөҙөң аҡ булыр, изге күңелең шат булыр!

Бабич, шиғырын уҡып, халыҡҡа дөрөҫ юл күрһәтеп кенә ҡалмай, үлтерегеҙ тип бойороҡ биреп торған жандарм менән бәрелештә үҙен ҡыйыу, ышаныслы тотоуы, уҫал һәм тапҡыр итеп ҡораллы жандармдың үҙен ҡурҡытыуы менән еңеүсе лә булып сыға.

1917 йылдың октябрендә большевиктар Ваҡытлы хөкүмәтте алып ташлағас, бөтә ерҙә талау, көсләү, үлтереү хөкөм һөргәндә, суд, полиция булмағас, енәйәтселәрҙе тотоу, яуапҡа тарттырыу туҡтатылғанда, ауылдар, төбәктәр буйлап туҡтауһыҙ йөрөрөп ятҡан Бабич тәүге булып халыҡты яҡлау, Ҡоролтай ҡарарына таянып, мөхтәриәт иғлан итеүҙең кисектергеһеҙлеген күтәреп сыға, Башҡортостанда власты үҙ ҡулыбыҙға алайыҡ тигән саҡырыу ташлай.

Ике-өс ай эсендә Шәйехзада ныҡ үҙгәрә, үҫә, сәйәси яҡтан белемен камиллаштыра. Һәр мәсьәләгә үҙенең аныҡ фекерен булдыра. Ҡараштарын шура ағзалары менән бәхәстә ярып әйтә, ҡыйыу яҡлай алырлыҡ кимәлгә күтәрелә. Ағымдағы ижтимағи-социаль, сәйәси хәлдәрҙе тәрән анализлай, дөрөҫ йүнәлеште зирәк тотоп ала белә.

1918 йыл башында граждандар һуғышы ҡабынып киткәс, Дутов ғәскәренең Ырымбурҙа үҙ власын урынлаштырғандан һуң, Ҡаруанһарайҙы башҡорттарға ҡайтарып бирергә ризалашыуҙары уңайы менән “Яңғырап, шаулап сыҡҡан шатлыҡ йыры”н һәм Мөхтәриәт иғлан ителеү айҡанлы “Башҡортостан” шиғырҙарының яҙылыу тарихтарын яҙыусы уҡыусы күңелендә уйылып ҡалырлыҡ иҫтәлекле эпизодтар рәүешендә хикәйәләй.

Икенсе ҡоролтайҙа Башҡортостандың үҙаллылығына ҡаршы көстәрҙең күплеген күргән, башҡорт халҡына ҡарата нәфрәт менән ағыуланған сығыштарҙы тыңлап, башҡорттарҙы үҙҙәренә бәйләп тоторға тырышҡан хәйләкәр сығыштарҙы ишеткән Шәйехзада, “үҙҙәре беҙ – туғандаш халыҡ, дуҫ милләт, тиҙәр, үҙҙәре ашап алып баралар” тип сикһеҙ ғәжәпләнә.

Вәлидиҙең съездың мөһим ҡарарҙар ҡабул итеүендә, яңылышыусыларға дөрөҫлөктөң ҡайҙа икәнлеген аңлатып биреүҙә шиғри һүҙҙең тәьҫир көсөнә баҫым яһап әйткәнен: “Һинең һүҙең халыҡҡа бик мөһим... Башҡорт мөхтәриәтен яҡлап ғәйрәтле шиғыр яҙ!.. Шиғырыңды бар оҫталығыңды һалып уҡыһаң, ә һин халыҡ күңеленә үтеп инерлек әйтә беләһең, ҡоролтай беҙҙеке буласаҡ” тигәнен иҫтә тотоп, шағир ҡоролтайҙағы сығыштарҙы иғтибар менән тыңлай. “Яҙ!” тигәнгә генә ултырып ҡоро рифмалар теҙеп сыҡмай, күңеленән кисереп, тойоп, зиһененән үткәреп ултырғандан, бөтөн булмышы менән тетрәнгәндән һуң ғына, шағир йөрәгенән шиғри юлдар урғылып-ташып сыға. “Башҡортостан мөхтәриәтенә ҡаршы татарға” тигән шиғырын Бабич, “бар кәүҙәһен алға уҡталдырып, күҙҙәренән осҡон сәсеп, теле менән утлы ҡурғаш атып”, маһир яңғырата. Был шиғырҙы шағир мөхтәриәткә аяҡ салыусыларға, ябай халыҡтың башын бутаусыларға, башҡорт татарҙың бер төрө генә тип ҡараусыларға, башҡорт менән татарҙың дуҫлығына таяҡ тығыусыларға ҡаршы, Башҡортостан мөхтәриәте яҡлыларҙы берләштереү өсөн съезд барышында бер тынала ижад итә.

Шағир һөйләгән шиғырҙың һәр юлы, һәр һүҙе “пуля һымаҡ” залға оса, тыңлаусыларҙың күңеленә һеңә, уларҙы тетрәндерә, тәндәрен земберҙәтеп ебәрә. Һөйләп бөтөү менән залда бомба шартлағандай була, шау-шыу, дәррәү ҡул сабыу, ҡысҡырыш, һөрәнләүҙәр, Шәйехзаданы күтәреп алыу, бөтә залдың аяғүрә баҫып хуплауы, шиғыр юлдарының ҡанатлы әйтемдәргә әүерелеп,  төрлө мөйөштәрҙә яңғырауы һүрәтләнә.

Ошоғаса мөхтәриәт өсөн көрәш хаҡында төпкә төшөп уйланғаны ла булмаған Шәйехзаданың Ҡоролтайҙағы бәхәстә хәл иткес боролош яһаусы шиғыр яҙып ташлауы уны бер тауыштан Мәркәз шураға ағза итеп һайлап ҡуйыуға килтерә. Элек уның концерттары кеше көлдөрөүгә, кеше ҡыуандырыуға ғына ҡоролһа, хәҙер Шәйехзаданың сығыштарының бөйөк һәм изге маҡсаты, үҙ халҡың өсөн янып йәшәү, уның ирке, үҙ аллы мөхтәриәте өсөн бар йәнең, тәнең менән көрәшеү маҡсаты барлыҡҡа килә. Ҙур көрәшкә сарсаған шағир  күңелен алыш уртаһында ҡайнаясағын тойоуҙан тыуған ҡыуаныслы, татлы, яуаплы тойғолар сорнай.

Ҡоролтайҙа  Башҡортостан мөхтәриәтен иғлан итеүҙең ниндәй рух күтәрелеше уятыуы романда ошолай һүрәтләнә: “Әгәр бина эсендә йәшен йәшнәп, көслө дауыл-ғәрәсәт ҡупһа ла, был тиклем тауыш, гөрһөлдәү тыуҙыра алмаҫ ине. Барыһын да шартлар сиккә еткән шатлыҡлы тойғолар сорнаны. Халыҡ, урындарынан ырғып тороп, ҡотороп ҡул сабырға, аяҡ дөбөрҙәтергә, күңелендә урғылған хистәрен эстә тота алмайынса, ҡысҡырырға тотондо.  ...Көслө, шатлыҡлы ауаздар оҙаҡ яңғыраны... Дөйөм шатлыҡ, ҡыуаныс шунда уҡ оло бер байрамға әйләнде. Бер-ике урында дәртлерәк делегаттар, йөрәктәренән урғылған кисерештәрен ярһыу хәрәкәттәргә әүерелдереп, гөрһөлдәтеп бейергә тотондо”.

Был бүлектә, 1917 йылдың декабрендә үткән Өсөнсө ҡоролтайҙа, автор тарафынан Ғәлимйән Ибраһимовтың, ерле мөхтәриәт яҡлы булған башҡорттарҙы яҡлап, фекерҙәрен үҙгәртеүе лә яҡтыртып үтелә. Әлеге эпизод башҡорт халҡының ҡеүәтен, милли хәрәкәтенең ғәйрәтен күреп һоҡланыусы, башҡорттар – татарҙарҙың бер төрө тип ҡарауҙың хата булыуын таныусы, Башҡортостанда тыуған, татарҙың күренекле зыялаһы дәрәжәһенә күтәрелгән, киң танылыу тапҡан яҙыусы Ғәлимйән Ибраһимов образын күтәрәмләй.

Өсөнсө Ҡоролтайҙа күңелендә тышҡа атылырҙай торған, залды осороп алып китерҙәй ашып-ташып торған шатлыҡ тойғолары кисергән шағирҙың, осҡонланып торған күҙҙәрен делегаттарға төбәп,   “Ҡазан платформаһы мөридтәренә яуап”, айырыуса “Оло шатлыҡ”  шиғырҙарын  уҡыуы  залдың көслө алҡыштарына күмелә:

Байрамҡайың, башҡорт, ҡотло булһын!

Шатлыҡ менән тулһын йөрәгең!

Бер Аллаңдан һора изге көндө

Ҡабул ҡыл , тип, башҡорт теләген!

Азат булды ғәзиз Ҡаруанһарай!

Азат булды барлыҡ ерҙәрең!

Йырлап ебәр һөйөнөп! Уйна, ҡурай!

Сыҡһын тиҙерәк шатлыҡ йырҙарың!

Яҙыусы Ҡоролтайҙа йәш көстәрҙе берләштергән данлыҡлы “Тулҡын” ойошмаһының да нәҡ Ш.Бабич тәҡдиме менән ойошторолоуы, был ойошма эшмәкәрлегенең Башҡортостанда мөхтәриәтте нығытыуҙа ныҡлы терәк булыуы хаҡында ҡиммәтле мәғлүмәттәр бирә. Әҙип халыҡ өсөн ирекле Башҡортостан тиеүҙең Бабич исеме менән йәнәш йөрөүен һыҙыҡ өҫтөнә алып күрһәтә килә. Халыҡ күңелендә ерле мөхтәриәт алыуҙан, Ҡаруанһарайҙың халыҡҡа ҡайтарып бирелеүенән сикһеҙ шатлыҡ хистәре урғылыуын, ҡыуаныстың эскә һыймауын, рухи күтәрелештең ҡеүәтен сағыу буяуҙарҙа сағылдыра.

Вәлиди, Манатов хөкүмәт ағзалары итеп һайланғас, Шураны етәкләү хоҡуҡтарын юғалта, шуға Шәйехзада Мәркәз шура рәйесе вазифаһын – уғата яуаплы йөктө башҡара, хөкүмәт ултырыштарында ҡатнаша, уларҙың эшен тикшереү, йүнәлеш биреү бурыстарын атҡара. “Ҡармаҡ” журналын сығарыу, “Башҡорт” гәзитен редакторлау ҙа уның елкәһенә ята. Йәштәр менән эшләргә тигән маҡсатын да үтәргә тырыша. Темәс йәштәре үҙҙәренән-үҙҙәре уның янына ойоша.

Йәштәрҙе тәрбиәләү, рухтарын күтәреү, мәҙәниәткә-әҙәбиәткә ылыҡтырыу, уларҙа тыуған илгә, телгә һөйөү уятыу кеүек изге бурыстарҙы тормошҡа ашырыуҙан торған “Тулҡын” ойошмаһының эшен әүҙемләштереү өсөн  Бабич, үтә тығыҙ, мәшәҡәтле, мөһим, яуаплы бихисап эштәр башҡарып йөрөгән арала, ваҡыт таба.

Халыҡ хөкүмәт ағзаларын танып бөтмәй, ә Шәйехзаданы һәр кеме таный, яҡын күрә, хөкүмәт ағзалары менән осрашыуға йыйылғанда ла халыҡ, ҡул сабып, һөрәнләп, “Бабич! Бабич!” тип алҡышлап, уның сәхнәгә сығыуын һорай. Вазифаһы, абруйы буйынса Шәйехзаданан юғарыраҡ шәхестәргә – хөкүмәт ағзаларына ҡарағанда, шағирҙы халыҡ яҡыныраҡ күрә, ярата, уның йөрәктәргә лә, зиһенгә лә ярып үтеп ингән үткер шиғри һүҙен ишетергә, рухты күтәреүсе ялҡынлы шиғырҙарына һыуһынын ҡандырырға, сарсаған күңел ихтыяжын һуғарырға теләй.

Хөкүмәт ағзаһы Манатовтың: “Хөкүмәт ағзаларына тыйнағыраҡ булырға кәрәк. Нисек тә дан яуларға тип сабып йөрөмәҫкә” тигән нахаҡ ғәйепләүе шағирҙың йөрәген әрнетә. Ошо дандан үҙе лә ыҙалаған, иркенләп урамға сығып йөрөй ҙә алмаған егет халыҡ яратыуын һорап алып та булмауын, унан ҡасып ҡотолоп та булмауын аңлатып тормай. Манатовтың йәмһеҙ, төптө ғәҙел булмаған тәнҡитенә Хәбибулла Ғәбитовтың яуабы фәһемле.

Был яуапта халыҡтың Бабичҡа булған мөнәсәбәте, бар ғәмгә юл күрһәтеүсе маяҡ булған шағирҙың милли мөхтәриәт өсөн көрәштә тотҡан урыны бик тапҡыр һәм асыҡ әйтеп бирелә. Ғәбитовтың телмәрендә  Шәйехзаданың был көрәштәге роле  ҡалҡыу сағылыш таба: “Бабичтың исеме генә лә беҙҙең хөкүмәттең данын күтәреп ебәрә! Ырымбурҙағы Икенсе ҡоролтайҙа халыҡ Бабичты күтәреп алып китте. Беҙҙең беребеҙҙе лә күккә сөймәне, ә Шәйехзаданы сөйҙө... Уның бер шиғыры, бер һүҙе генә лә меңләгән кешенең фекерен үҙгәртеп ебәрә ала! Башҡорт халыҡ мәҡәлен хәтерләгеҙ: “Ҡылыс берҙе еңер, һүҙ меңде еңер!” Был – Бабич хаҡында әйтелгән!”

Бүлек, авторҙың алғараҡ китеп, Өсөнсө ҡоролтайҙа ҡатнашҡан делегаттарҙың сәхнәлә шиғыр һөйләп торған Шәйхзаданы күккә сөйә башлауҙарын, Башҡортостандың үҙ-үҙенә хужа буласағын тойоп кисергән сикһеҙ шатлыҡтарының иң юғары нөктәһенә етеүен һүрәтләгән картинаның һуңында, алғараҡ китеп, буласаҡ фажиғәле хәлдәр хаҡында: “Башҡортостан мөхтәриәтенә ҡаршы бик күп көстәрҙең ҡалҡып сығасағы, граждандар һуғышы башланасағы, ҡанлы мәхшәрҙең ҡап уртаһында Башҡортостандың, башҡорт халҡының тороп ҡаласағы, Бабичтың һәләк буласағы” тураһында иҫкәртеүе менән тамамлана.

“Башҡорттарым, күтәрел изге яуға!” тигән дүртенсе бүлек военком Ҡылысовтың, “Бабичты кисекмәҫтән ҡулға алырға һәм атырға!” тигән дәһшәтле телеграмманы уҡып, приказды йәһәтләп үтәргә уҡталыуынан -көсөргәнешле, ҡурҡыныслы янау менән башланып китә.

Артабан Иҙелбашта Ҡыҙыл Армияға мобилизацияланған башҡорт егеттәрен аҡтар яғында һуғышҡан Башҡорт ғәскәренә ҡушҡан өсөн Шәйехзаданың үлем язаһына тарттырылыуы тарихы тағатыла. Үлем ҡурҡынысы янаһа ла, Шәйехзада Баҡыртауға ла мобилизация үткәрергә килә. Ҡылысовтың эҙәрлекләүҙәр ойоштороуы, Бабичтың бабай рәүешенә инеүе һ.б., күрәҙәсе Лут ҡарт ҡиәфәтендә ҡыҙылдар араһында тотолмай йөрөп ятыуына бәйле мажаралы хәл-ваҡиғалар сюжетты мауыҡтырғыс, уҡымлы иткән, авторҙы көсөргәнеш тулы драматик-трагик тормош ағышын ауыр, ҡараңғы буяуҙарҙа яҡтыртыуҙан ҡотҡарған. Был сюжет һыҙығы ла, башҡалары һымаҡ уҡ,   шағир рухының көслө булыуын, һәләкәт янағанда ла оптимистик халәттә ҡалыуын, зирәк аҡылы, осҡор зиһене, артислыҡ һәләте, үткер тел оҫталығы менән менән килеп тыуған ҡурҡыныс, киҫкен ситуацияларҙан сығыу юлдарын таба алыуын – характер сифаттарын асыуға булышлыҡ итә.

Дүртенсе бүлектә билдәһеҙ ҡыҙ булып әҫәргә килеп ингән Алмабикәгә, ҡаҙаҡ һылыуы  Йомабикәгә бәйле сюжет һыҙыҡтары  артабан үҫтерелә килә. Мөхәббәт тарихтарын тағатыусы был һыҙыҡтар шағирҙың һөйөр-һөйөлөр йәштәге йәш егет икәнлеген, уның ҡурҡыныстар тулы көрәшеп үткәргән ҡыҙыу ғүмерендә һөйөү хистәрендә дөрләп янырға ла өлгөргән тәбиғи ер кешеһе икәнлеген ҡалҡыуыраҡ итеп күрһәтергә хеҙмәт итә.

“Темәс ситендәге кескәй генә өйҙә йәшерен ултырыш үткәрелде” тигән һөйләмдән башланған “Көрәшеп үткәр ҡыҫҡа ғүмереңде!” тип аталған һуңғы бишенсе бүлек тә уҡыусының диҡҡәтен йәһәт биләп ала. Артабан автор был йәшерен йыйылышҡа тиклем булған хәл-ваҡиғаларҙы хикәйәләй.

Колчактың үҙен Рәсәйҙең Юғары хакимы тип иғлан итеүе, Рәсәй бүленмәҫ дәүләт, бер ниндәй милли автономияларға юл ҡуймайбыҙ, тип белдереүе, Башҡорт хөкүмәтенең эшен туҡтатырға ҡушыуы, Башҡорт хәрби идаралығын бөтөрөргә,  полк башлыҡтары итеп урыҫ командирҙарын ҡуйырға, башҡорт полкы тигән исемен алып ташларға, төрлөһөн фронттың төрлө яғына оҙатырға тигән приказы бәкәлгә һуға.

Бер яҡтан, Советтар ҡеүәтләнә килә, ҡыҙылдар һөжүме көсәйә бара, икенсе яҡтан, аҡтарҙың башҡорттарға дошмандарса мөнәсәбәте шарттарында Башҡорт хөкүмәте был үтә сетерекле, һәләкәтле сәйәси ситуацияны дөрөҫ хәл итеү юлдарын эҙләй. Башҡорт хөкүмәте, большевиктарҙың яңы төҙөгән конституцияларында һәр милләткә автономия бирелә тигәнен нигеҙ итеп алып, ҡыҙылдар яғына сығырға ҡарар итә.

Берәүҙәр Вәлидиҙе хыянатсылыҡта ғәйепләп нәфрәтләнһә, икенселәр был аҙымды хуплай, өсөнсөләр икеләнеп-баҙап ҡала.

Башҡорт ғәскәрендә үҙ-үҙен аямай һуғышҡан, бисәһен көсләгән, өс балаһы менән бергә атып үлтергән, өйөн яндырып, малын талап алып киткән ҡыҙылдарҙан үс алыу тойғоһо менән янған Уралбаев кеүек яугирҙар күп була, улар ҡыҙылдар яғына сығыу ҡарарын бер нисек тә ҡабул итә алмайҙар. Башҡорт хөкүмәте ағзалары араһында ла ундайҙар – Урманов, Солтанов һымаҡтар байтаҡ була.

Һаҡсыларҙы үлтереп, Хөкүмәт бинаһын баҫып алырға, Зәки Вәлидиҙе, Хөкүмәт ағзаларын ҡулға алырға, ҡаршылашһалар, атып үлтерергә, тип ике тиҫтәнән ашыу офицер, һалдаттар эйәртеп килгән Урманов, Ғирфановтар менән бәрелештә  Бабичтың тәүәккәллеге, саҡматаштай ҡатылығы, зиһен көсө, эске бер ҡәтғи үҙ-үҙенә ышаныслығы өҫтөн сығырға ярҙам итә.

Ентекләберәк әйткәндә, был ҡылдан нескә, ҡылыстан үткер һәләкәтле хәлдә Шәйехзаданың берҙән-бер дипломатик юлды һайлауы – кем ҡайҙа теләй, шунда китһен, теләгәндәр ҡыҙылдар яғына сыҡһын, теләгәндәр аҡтар яғында ҡалһын тигән хәл иткес һүҙе, таһыллығы, өгөт-нәсихәттәрҙең файҙаһыҙлығын, урынһыҙлығын аңлауы ғына ҡотҡарып ҡала, ҙур ғауғанан, ҡан ҡойоштан йолоп ҡала.

Бына ошондай үтә киеренке шарттарҙа, борон-борондан башҡорт сәсәндәре халыҡҡа юл күрһәтеп, хаҡ һүҙҙәрен әйткән һымаҡ, Бабичҡа ла хәлде аңлатып, үҙ һүҙен әйтергә тура килә. Килеп тыуған сәйәси ситуацияла ерле мөхтәриәтте һаҡлап ҡалыуҙың берҙән-бер дөрөҫ юлы Советтарға ҡушылыу икәнлеген дәлилләп, Бабич Вәлидигә теләктәшлек белдерә. Был тарихи ваҡиғала Шәйехзаданың, ҡапылда килеп тыуған көтөлмәгән хәлдәргә хаҡ баһа биреп, киләсәкте дөрөҫ тойомлай алырлыҡ сәйәсмән юғарылығына күтәрелеүе күренә.

Башҡорт хөкүмәте һайлаған юлдың хаҡлығын, Әхмәтзәки Вәлидиҙең хыянатсы түгел, ә аҡыллы юлбашсы икәненен халыҡҡа Бабич үҙенең атаҡлы “Башҡорт халҡына көйлө хитап” шиғыры аша еткерә. Башҡорт ғәскәрендәге аҡтар, ҡыҙылдар яғын һайлауҙағы болғаныш, ыҙғыш, аңлашылмаусанлыҡтарҙы туҡтатыуҙа был шиғыр хәл иткес роль уйнай.

Мөхтәриәтте яҡлап ҡалыу өсөн большевиктар яғына күсергә риза булыусылар күңеленә оялаған шик ойотҡоһон  һәр һалдатттың йөрәгенә үтеп инерлек  шиғырҙың тос, тапҡыр һүҙҙәре төбө-тамыры менән йолҡоп ырғыта. Зәки Вәлидиҙең Бабичҡа әйткән һүҙҙәрендә хәҡиҡәт ярылып ята: “Халыҡ һине белеп ярата, данлай. Һин – бөйөк шағир, Шәйехзада! Беҙҙең көнө-төнө мөхтәриәт, халыҡ тип сабыуҙар, борсолоуҙар, ҡурҡыуҙар хәтерҙән юйылыр, ләкин ошо ҡатмарлы, сетерекле, хәл иткес мәлдә, күптәрҙең ҡайһы яҡҡа китергә белмәй икеләнгән сағында, тартҡылашыуҙы юҡҡа сығарған, халҡыбыҙҙы бер йоҙроҡ итеп берләштергән, киләсәгенә, яҙмышына дөрөҫ юл күрһәткән һинең был шиғырың бер ҡасан да онотолмаҫ! Ул бөйөк әҫәр булып башҡорт халҡының хәтерендә мәңге һаҡланыр!”

Үтә лә драматик, фажиғәләргә, ҡан ҡойошҡа тулы, аҡтар менән ҡыҙылдар ҡамауында, талау, үлтереш-киҫеш эсендә ҡалған халыҡ яҙмышы һүрәтләнһә лә, яҙыусы уҡыусыны һыҙландырыу, ғазаптар кисертеү маҡсатын ҡуймай. Иҫ киткес көсөргәнешле, сетерекле, үлем ҡурҡынысы янаған мәлдәрҙе яҡтыртҡанда ла, Шәйехзаданың күңел күтәренкелеген бер ваҡытта ла юғалтмауы, артислыҡ талантына таянып, отҡорлоғон, тапҡырлығын, зиһен осҡорлоғон эшкә егеп, хәүефле ситуацияларҙан үҙе лә ҡотолоп сығыуы, көрәштәштәрен дә ҡотҡарыуы  һоҡланыу һәм ғорурланыу тойғолары уята.

Хәл иткес көсөргәнешле мәлдәрҙә иң аҡыллы, иң кәрәкле һүҙҙәрҙе әйтеп, юл күрһәтә белгән, аҙашҡанда, дөрөҫ йүнәлеште тапмағанда яҡты маяҡ булып янған Шағир йәрәгенең дөпөлдәп тибеүен һүрәтләүҙәр уҡыусының да йөрәгенә дәрт өҫтәгәндәй. Ҡоростай ныҡлы рух эйәһе Бабичтың  оптимизмы, шаян-шуҡ булмышы, тапҡырлығы дәһшәт бөркөп торған эпизодтарҙың героик сағылышына, романтик  юғарылыҡтағы һүрәтләнешенә килтергән.

Мөхтәриәт хаҡында беренсе фарманды иғлан итеү уңайы менән яҙылған, шатлыҡ урғылып, ташып торған:

Үләм! Ташам! Тормайым, ашам күккә!

Үкенмәйем инде үлһәм дә!

Үкенмәйем инде, тыуған йортҡа

Күктән ҡарап, көлөп торһам да!-

 

тигән шағир һүҙҙәре асманға аша. Ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә шиғри гәүһәрҙәр ижад итергә лә, ҡаһармандарса көрәшергә лә өлгөргән, һәр берәүҙең рухи маяғы булырҙай “Ал да нур сәс халҡыңа!” тигән саҡырыу ташлаған, ғүмеренең үтә ҡыҫҡа булырын күңеле алдан һиҙенгән шағирҙың йөрәге егерме дүрт кенә йәшендә тибеүҙән туҡтай.

Наил Ғәйетбайҙың “Бабич” романында атаҡлы Шәйехзада Бабич шиғриәтенең төп үҙенсәлектәренән булған халыҡсанлыҡ, тәрән мәғәнәлек, аныҡ, аңлайышлы фекерле булыу, юғары художестволылыҡ, поэтик теленең, шиғыр төҙөлөшөнөң ябайлығы һәм еңеллеге, йырлап торған рифма-ритм төҙөклөгө, теүәллеге, тапҡыр, үткер лексикаһы, шағирҙың үҙенең сәхнәнән тороп әҫәрҙәрен сағыу итеп яңғырата белеү оҫталығының – быларҙың барыһының  халыҡ араһында әҫәрҙәренең иҫ киткес тиҙ таралыуына, популярлығына килтереүе конкрет тормош материалында бик ҡалҡыу һәм ышандырғыс, тәьҫирле асып һалынған.

Бөйөк тә, ябай ҙа, үрелеп буй етмәҫлек бейек тә, ғәҙәти ҙә, уникаль талантлы шәхес тә, ҡәҙимге ер кешеһе лә, зирәк аҡыллы, сос күңелле, осҡор зиһенле етди сәйәсмән дә, мөхәббәттән иҫереп, дөрләп янған ялҡын күңелле илһамлы йәп-йәш егет тә, хәл иткес киҫкен мәлдәрҙә саҡматаштай ҡаты ла, мәле менән йәндәрҙе иретерлек илгәҙәк тә ил улы, шиғриәт күгендә яҡты йондоҙ булып балҡыған, “Йәш сағым, алтын сағым, ялҡын сағым булһын фиҙа!” тип халҡына йән аямай фиҙакәр, тоғро хеҙмәт иткән, көрәшкән  илаһи зат, бөйөк Бабич, теп-тере Бабич, атаҡлы Бабич ҡайтты беҙгә тотош бер быуат аша Наил Ғәйетбайҙың “Бабич” романы аша!..

 

Гөлфирә ГӘРӘЕВА,

филология фәндәре докторы,

Өфө фән һәм технологиялар

университеты профессоры

 

 

Читайте нас: