Милли аһәңле моңдарҙы, тапҡыр аҡылды, рухлы һүҙҙе күңелдәргә һәм зиһендәргә таратыусы әҙиптең «Көмөш йүгән», «Убаларҙа – ҡылған», «Сәнскеле йондоҙ», «Себер еле», «Һуҡмаҡ» китаптарын уҡыусылар яратып ҡабул итте. Шағир Хисмәт Юлдашевтың ижады хаҡында замандаштары һәм ҡәләмдәштәре тарафынан шундай фекерҙәр әйтелгән: «Хисмәт Юлдашев – ысын мәғәнәһендә образ шағиры, һүҙ менән талапсан эш итеүсе әҙип. Уның донъяны төҫтәр, ауаздар, хәрәкәттәр аша күп яҡлы, йәнле итеп күҙ алдына баҫтыра белеүен, шиғырҙарының рәссамлыҡ, музыкаль сифаттарын әллә күпме шиғырҙарында күреп була» (Рауил Бикбаев), «Хисмәт Юлдашевтың шиғырҙары башҡорт телендә генә түгел (шул телдә яҙыусылар хәҙер бик күп), ә башҡортса яҙылғандар. Был бик күңелле хәл. Шиғриәтебеҙҙә башҡортса уйлаған, башҡортса яҙған тәрән хисле шағир бар» (Назар Нәжми), «Хисмәтулланың әҫәрҙәре халыҡ шиғриәте поэтикаһына, сәсәндәр ижады традицияларына тартым» (Рафаэль Аҙнағолов), «Глобаль образдар ҙа, пафослы һүҙҙәр ҙә юҡ, ә табыштар һәлмәк, тәьҫирле, төпкөл кисерешле, үҙенсәлекле [...] Уҡыйым да, Хисмәтле хикмәттер, хикмәтле Хисмәттер был, тием» (Хәсән Назар), «...ижадының бер мөһим яғын айырым билдәләп үтергә кәрәктер. Ул – шағирҙың табыштарының тик үҙенеке генә булыуы, берәүгә лә эйәрмәҫкә тырышыуы» (Таңһылыу Ҡарамышева).
Ысынлап та, шағир ижадының ҡиммәте – ул тыуҙырған образдарҙа, фәлсәфәүи фекерҙәренең сәнғәтсә камиллығында. Әҙиптең сағыштырмаса яңыраҡ донъя күргән әҫәрҙәренең поэтик үҙенсәлеген анализлау, уның ижад концепцияларын асырға ынтылыу Хисмәтулла Юлдашев шәхесен тулыландырыуға булышлыҡ итер тип уйлайбыҙ.
Яҙыусының ижади фекерләүен байҡау өсөн уның шиғриәтендәге урын-арауыҡ моделен күҙ алдына килтереп ҡарайыҡ. Ғалимдар Д.С. Лихачев, Ю.М. Лотман, В.Н. Топоров тарафынан индерелгән урын-арауыҡ моделе төшөнсәһе, ғәҙәттә, авторҙың донъяны ҡабул итеү, йәшәйеште күҙаллау үлсәмдәрен билдәләү өсөн ҡулланыла [1,2,3,4]. Ғөмүмән, әле антик дәүерҙәрҙән алып (Аристотель, Геродот) ғалимдар милли характерҙың үҙенсәлектәрен географик, тәбиғәт-климат, этник, тарихи, социаль-иҡтисади, ижтимағи-сәйәси, дини факторҙар менән бәйләй. Л. Гумилев, И. Ильин, А. Лосев һ.б. хеҙмәттәрендә лә бындай фекерҙәр бихисап.
Уйлап ҡараһаң, башҡорт кешеһенең психологияһында һәм характерында ла уны уратып алған тәбиғәттең үҙен күреп була бит. Хисмәт Юлдашевтың әҫәрҙәре ҡапыл ғына Башҡортостанды өйрәнеүсе Р.Г. Игнатьевтың һүҙҙәрен иҫкә төшөрә. Әле бик күп йылдар элек «Записки Оренбургского отдела Русского географического общества» тигән ғилми «Яҙмалар»ҙа (1875, сығ.Ш), ул йырҙарҙың ижад ителеүендә поэтик импровизацияның ролен күрһәтеп: «Башҡорт, урман эргәһенән барһа – урман тураһында, тау буйлап барһа – тау тураһында, йылға буйлап барһа – йылға тураһында йырлай. Ағасты ул һылыу ҡыҙ менән сағыштыра, ҡырҙағы сәскәләрҙе уның күҙҙәре менән, күлдәгенең төҫө менән сағыштыра», – тип яҙа.
Хисмәт Юлдашевтың ижадында ла юл хронотобы ярылып ята. Халыҡ ижадынан уҡ килгән «юл, һуҡмаҡ» мифопоэтик образдары шағирҙың әҫәрҙәрендә фәлсәфәүи планда тарихи үткәнгә, бөгөнгөгә һәм киләсәккә сәйәхәт формаһын ала. Шағирҙың шиғырҙарында, шартлыса, шундай метафорик-символик урын-арауыҡ мотивтарын билдәләргә була: тыуған ер һуҡмағы, дала һуҡмағы, ижад һуҡмағы, һөйөү һуҡмағы... Улар бөтәһе бергә лирик геройҙың тотош яҙмышын күҙ алдына баҫтырғандай.
Әйтәйек, бына «һуҡмаҡта» шиғырында һүрәтләнгән һуҡмаҡ – гармония иле ул:бында баш осонда тәүге йондоҙ балҡый, кесерткән тороп ҡал, тип серле генә семтей, селек төбөндәге сиңерткәләр күңел ҡылдарына сиртә. Бар тәбиғәт шул тиклем күңелгә яҡын, йәнле һәм гүзәл. Әйтерһең дә, шағир – рәссам да, музыкант та, дирижер ҙа...
Ана Ҡош юлы ла Ҡулын һондо,
Ус төбөндә уның турһыҡ – ай.
Бөтә ғаләм,
Тороп ҡал, ти һымаҡ,
Туғай һуҡмағында бурһыҡтай.
Йәнләндереүҙәр, метафоралар, сағыштырыуҙар һүрәтләү масштабын киңәйтә, һиллек, тыныслыҡ психологияһын көсәйтә. Ләкин тыныслыҡ ҡапыл боҙола. Офоҡтарым Яндай бөгөлөп торһа,
Юлдарым бит
Атылып торған уҡ.
Туғайҙарҙан ушкан һуҡмағымды
Оло юлдар киҫә арҡыры,
Һуҡмаҡтарҙан оло юлға әйҙәй
Заман тигәндәре, ахыры.
Шул рәүешле һуҡмаҡтарға яҙмышты киҫеүсе, ғүмер ағышын үҙгәртеп ебәреүсе юлдарҙың етеҙ тиҙлеге, ритмы ҡаршы ҡуйыла. Офоҡтарҙың ян, юлдың атылып торған уҡ менән сағыштырылыуы эске драматизмды, күңел кисерештәрен көсәйтә.
Хисмәт Юлдашевтың ошо теманы һәм мотивтарҙы дауам иткән «Һаумы, малҡай!» шиғырында шағирҙың бар оҫталығы күҙәтелә, фәлсәфәүи пландағы поэтик фекерләү алымдары урын ала:
Тауыштары тәүге әтәстәрҙең
Салынмаған әле
Ҡолаҡҡа.
Аҙбарҙағы аттың ауыҙлығы
Зыңлап китә,
Тейһә улаҡҡа.
– Һаумы, малҡай, – тиһәм,
Башын сайҡай,
Буш улаҡҡа бәреп тояғын.
Ҡуҙҙай йымылдаған
Был йылдам мал
Йондоҙҙарҙы
Һоло урынына
Ялмап торған кеүек тоямын.
...Атым кешнәй-кешнәй,
Ә ялдары
Ҡолағыма ниҙер шыбырлай.
Ауыҙлығын сәйнәп шығырлатһа,
Туңғаҡ юлдың саңы сығырлай.
Шиғырҙы тулыһынса миҫалға килтереүебеҙҙең сәбәбе: һәр һүҙҙең үҙ урынында булыуында. Һүрәтләү масштабы (гиперболик образдар, сағыштырыуҙар), метафорик-символик йөкмәтке (тарих һәм кеше, кешенең ғүмер мәлдәре, ижад һәм ысынбарлыҡ, донъя матурлығы Һ.6.), төҙөк композиция. Иҫ киткес! Был шиғыр тыуҙырған ассоциациялар әллә күпме, һәм улар уҡыусының күңелендә дауам итә.
Ошо уҡ мотивтарҙы дауам иткән «Һуҡмаҡ» тигән шиғырҙа романтизмға хас алым өҫтөнлөк ала: лирик герой тормоштоң, замандың бөткөһөҙ проблемаларынан, шау-шыулы хаос иленән ижад һәм сәнғәт һиллегенә ̶ матурлыҡ донъяһына юллана. Бында һуҡмаҡ оло юл шауынан арып, баҫыу ситенә килә, ҡыуаҡлыҡҡа ҡаса, шишмә буйлап йүгерә, тау башында тарих китабы булырҙай таштар таба.
Шағирҙың барлыҡ әҫәрҙәрен күҙ уңынан үткәреп, шуны әйтергә була: әгәр тәбиғәт, ауыл менән бәйле мөхит (тыуған өй, дала, ҡояш, ел, ҡылған, ыласын һ.б.) асыҡлыҡты, иреклекте белдерһә, оло юл, ҡала образдары менән бәйле социомәҙәни арауыҡ (буран, дауыл, ҡом-таш, ҡара болоттар, үрмәксенең мәкер ауы, йолҡҡоланған байраҡ, эфир, музкоктейль һ.б.) йыш ҡына лирик геройҙың күңелен, эске азатлығын сикләүсе ябыҡ урын-ер булып сығыш яһай.
Хисмәт Юлдашевтың ижад һуҡмағында, күсмә мәғәнәлә, ай яҡтыһында юғалған атын эҙләп йөрөүсе малай ҙа («Төнгө этюд»), көмөш йүгән тауышы ла («Көмөш йүгән тауышы»), күкрәп-күкрәп күктә тешләшкән ҡайтауаздар ҙа («Тышаулы төн»), серен һөйләгән өнһөҙ таштар ҙа («Үҙ ерем»), туған халҡының күсенеү быуаттарын хәтерләткән йәшенле болоттар ҙа («Болот күсә»), ғүмер буйы илатырлыҡ, ирен генә сылатырлыҡ еләк һуты ла («Ирен генә сылатырлыҡ») бар.
Лирик геройҙың күңел пейзажы үҙе тыуып үҫкән дала пейзажына тура килә: берсә ул күк киңлеген иңләп маташҡан, тыуған яҡтың тартыу көсө алып ҡайтҡан, йыры күктәргә ашып офоҡтарға тоташҡан буҙтурғайҙы («Буҙтурғай»), ҡош ояһын усҡайында йомоп ҡалдырған даланы маҡтай («Ҡош ояһы»), берсә туңған ерҙең ҡом-туҙанын тыуған ер тип йылытҡан турғайҙарҙы тотоп һөйгөһө килә («Турғайҙар»), тыуған-үҫкән ил берәү тип осҡан аҡҡоштар ҙа һағышҡа һала («Аҡҡоштар оса») һ.б. Былар ҡоро этюд ҡына түгел, һәр тәбиғәт күренешендә кисерештәр ташҡыны ята. Бинар арауыҡ – күк һәм ер, юғары һәм түбән, шул киңлектәге ҡоштар образы аша лирик геройҙың ирек һөйөүсән, шул уҡ ваҡытта үҙ илен шул тиклем яратҡан, үҙ ерендә ныҡлы баҫып торған рухи тәбиғәте күҙ алдына баҫа.
Ниндәй яҡты киңлек!
Әйтерһең дә,
Аҡ ҡылғандар –
Ерем ялҡыны.
Ысын төҫөң, далам, һаҡланған ер –
Тауға сабып мендем талпынып.
Бышҡырышты аттар...
Дөп-дөп сабып,
Айғыр һөрәнләне һауалап.
Ярһып һыҡтауына йөрәгемдең
Табырмынмы баҫыр дауалар?
Шул тиклем ихлас был пейзажда шағир һәр кешегә лә хас тыуған ерҙе яратыу тойғоһон һүрәтләй. Ләкин лирик герой дала киңлегенә ҡарап, һоҡланып ҡына тормай. Нимә күңелен өйкәй һуң уның? Ниңә икһеҙ-сикһеҙ даланы байҡау, «күкшелләнеп барған был киңлектең гәлсәр моңдары»н ишетеү күкрәктә көс-ғәйрәтте лә уята, шул уҡ ваҡытта ярһып зарығьгу, һағышты ла көсәйтә? Ниңә?
Фәлсәфәүи пландағы «Соҡор-йырынға йырым» шиғырында ла ҡапма-ҡаршылыҡлы арауыҡ урын ала: соҡор-йырындарға алыҫтарҙан күренгән тауҙар антитеза итеп ҡуйыла. Соҡор-йырын кеше яҙмышын ғына түгел, тарихты ла быуа тигән фекер үткәрелә. Лирик геройҙы йырып сыҡҡыһыҙ сүп-сар менән тулған соҡорҙар түгел, ә үрҙәр саҡыра, яҡтылыҡ әйҙәй.
«Йылға буйлап» шиғыры фәлсәфәүи уйланыуҙарҙан туҡылған кеүек: йылғалар кеше яҙмышына йәнәшәлек булып сығыш яһай:
Ваҡытҡа ваҡыт өҫтәлмәй,
Йылға ҡоя йылғаға:
Береһенең исемен юйып,
Икенсеһе алға аға.
Әҫәрҙә йәнләндереүҙәр бик күп: «тамыры ергә тоташып, хыялы күккә ашып, йылғаларға ғашиҡ» лирик герой менән бергә талдар, ярҙар, йондоҙҙар ҙа уйлай. Кисеү, ҡомло, ҡырсын ерҙәр, ҡая таш метафоралары ғүмер юлындағы һәр төрлө күренештәрҙе күҙ алдына баҫтырғандай. Ни генә булмаһын, улар түбәнгә тәгәрәтмәһен, юғарыға саҡырһын ине, тигән идея үткәрә автор.
«Кәрәгең бар» шиғырының композицияһында ла ҡапма-ҡаршылыҡлы хронотоп урын ала. Лирик герой идеяһын тәүге юлдарҙа уҡ сатнатып әйтә башлай:
Берәүгә кәрәгең юҡ.
Күләгәң күләүектә,
Унда сағыла күк тә.
Эймә башыңды, күтәр!
Ҡыҙғанысҡа күрә, ауырлыҡтар алдында кешенең һәр саҡтағыса бер үҙе көрәшергә мәжбүр булыуы – бөгөнгө көндә иң актуаль проблемаға әйләнеп барған яңғыҙлыҡ мотивы ла – асыҡ сағыла был шиғырҙа. Хисмәт Юлдашевтың «Яуап» тигән әҫәрендә был проблемалар тағы ла тәрәнерәк, бик үҙенсәлекле образдарҙа асыла.
Күккә ҡысҡырҙым:
«Исмаһам,
Яҡтырт бер йондоҙоңдо!»
Етмәһә,
Көн боҙолдо...
Күк күкрәп яуап бирҙе.
Ергә йығылдым Арманһыҙ,
Ерҙән һораным ярҙам:
«Хәҙер осам инде Ярҙан,
Хәҙер аҡылдан яҙам!...»
Ер тетрәп яуап бирҙе.
Шағирҙың шиғырҙарында урын-арауыҡ бирелеше тыуған-үҫкән ер менән ныҡ бәйле. Аныҡ географик урынды белдергән топонимдар йыш ҡулланыла: Ырымбур, Туҡ-Соран, Ирәндек, Ҡаратал, Һаҡмар... Лирик герой үҙе лә тыуған тәбиғәтенең холҡо үҙенә күскәнен ғәжәп итә. Туҡ йылғаһына мөрәжәғәт итеп, шулай ти:
Әллә миңә генә күскәнме ул
Ҡырағайыраҡ холҡоң?
Бер ташлайым,
Бер башлайым юлды
Бәреп, ватып, йолҡоп.
Ләкин фекер үҫешендә шәхси кисереш ил хәстәренә әйләнә. Яҙмышты үҙ ҡулыңа алырға тырышыу, заман ҡаршылыҡтарын еңергә ынтылыу мотивтары асыҡ һыҙатлана:
Быуырға тип
Бәләкәй йылғаларҙы
Заманмы бойора?
Сүп-сары ҡуйыра...
Бер яҡҡа боролмай,
Тик алға
Үҙ йырым
Юл йыра.
«Ырымбур бураны» шиғыры ла шундай юҫыҡта. Көндө, юлды урлаған буранда шағир тарихты ишетә:
Әллә Бүгәсәү, әллә Буранбай
Рухтары бөгөн шулай буранлай.
Ҡотора ғына боласы буран.
Юлымдан мине бормаҡсы була.
Ләкин лирик геройҙы юлдан анһат ҡына алып ташлау мөмкин түгел, «мин дә һинең кеүек – Ырымбур» тип белдерә.
«Аҡ ялҡын» әҫәрендә метафорик символик кинәйә аша автор был сәйер донъяның алдан-арттан ҡамаған һепертмә бурандай кешене бер сүпкә өйләндереү ихтималлығынан һағая.
Шағирҙың шиғриәтендә мифопоэтик образдар йыш осрай: дала, ҡылған, ат... Уларҙа – быуаттар тауышы, тарих серҙәре, халыҡтың рухи донъяһы. Тыуған ер, тыуған йорт, атай нигеҙе менән бәйле шиғырҙарҙа башҡорттарҙың милли традициялары, тәрбиә алымдары яҡтырып киткәндәй: «Һинең тауыш», «Атай һәм ат», «Һый һәм йыр», «Кәрәкһә», «Ҡара юрға», «Балсыҡ ауыл». Шағирҙың әйтеүенсә, уның «ҡан тибешендә – тояҡтар тауышы, шул тояҡтарҙың таш сатнатыуы – күҙҙәре балҡышында» («Йөрәк алҡышым»).
Хисмәт Юлдашев – фәлсәфәүи–поэтик портрет оҫтаһы. Әйтерһең дә, шағир алдына мольбертын ҡуйып, һәр бер һүҙҙе һүрәтләү сараларының ҡуйы буяуына манып, һүрәт эшләй.
Атай
Йөҙөндәге һырҙар –
Улар шундай
Тәрән ятҡан.
Ҡамсы эҙе
Булып ятҡан,
Йүгән эҙе
Булып батҡан.
Әйтерһең дә, баш бирмәйсә
Өҙгөләнгән
Һуңғы тарпан.
«Һуңғы тарпан» әҫәрендәге был юлдарҙа тарих терелә, һәр штрих милли характер үҙенсәлектәрен аса. Милләтебеҙҙең дөйөм портреты бит был юлдар. Һәр бер һыр, һәр бер эҙ – тарихыбыҙ...
«Өләсәйем йәне» шиғыры ла шундай композицияға ҡоролған:
Ҡулдары –
Баҙ баҡалары,
Беләҙекле,
Йөҙөклө.
Үрмәксе ауы сигелгән
Йөҙө шундай һөйөклө.
Сағыштырыуҙар, һүрәтләүҙәр шул тиклем асыҡ бирелә, буяу, төҫ, һын һәм хәрәкәт артабан уҡыусының аңында дауам итә.
Әҫәрҙәрҙәге әйберҙәр донъяһы ла милли ерлек, йәшәйеш үҙенсәлектәре менән тығыҙ бәйле. Шиғырҙарҙың исемдәренә генә иғтибар итәйек: «Ҡамыт бауы», «Арҡан», «Сыбыртҡым, тип үрелгәнем», «Саман», «Ике һөңгө» һ.б. Был образдар барыһы ла шиғырҙарҙың фәлсәфәүи асылын, тормош менән бәйлелелеген тәрәнәйтә, художестволы структураны билдәләй. Мәҫәлән, аҙмы ни тормошта сыбыртҡы тип үрелгән әйбереңдең йылан булып сығыуы?..
Яҙмыш лирик геройҙы тыуған ерҙә генә йөрөтмәй, алыҫ себер яҡтарына ла алып китә: «Тайга юлдары», «Бәҫле кешеләр», «Алтын биҙгәге», «Буровойҙа», «Ҡар өйөрөп...», «Себер еле»... Себер ерен лирик герой нисек бар, шулай ҡабул итә. Уның ҡырыҫлығын тыуған далаһына ла оҡшатып ҡуя, шул уҡ ваҡытта бер ҙә ҡолас йәйеп ҡаршы алмауын, яу урыны кеүек булыуын да иҫкәртә.
Әйтергә кәрәк: башҡорт әҙәбиәтендә себер темаһы бөгөнгө әҙәбиәттә иң актуальтемаларҙың береһенә әйләнеп бара. Үткән быуат аҙағында шағир Рәйес Түләк «Башҡорт һарҡындыһы менән тулған Себер» тип яҙғайны. Ә бөгөн? Һарҡынды ғынамы икән? Ғаиләһенән, балаларынан айырылып, алыҫ себер яҡтарына сығып китеүселәр аҙмы ни? Юҡ, һис тә уларҙы илен алмаштырыуҙа, ерен һөймәүҙә ғәйепләп булмайҙыр... «Ҡырыҫ яҡта», «Себергә китәм, иркәм!», «Ҡырылмабыҙ» шиғырҙарында үҙәккә үткән социаль проблемаларҙы, халыҡтың төрлө ҡатламдарға бүлгеләнеүен, уның аяныс хәлен күреп һыҙланыу ярылып ята. Хисмәт Юлдашевтың Себер юлдары менән бәйле шиғырҙары араһында «Бәҫле кешеләр», «Алтын биҙгәге», «Вахта», «Боҙъяһау» кеүек шиғри публицистикаға тартымдары ла бар. Шулай ҙа күңелдең иң нескә ҡылдарын да иңрәтер психологик шиғырҙар ҙа бихисап: «Һағыныу», «Уйлап ҡуям», «Өр-яңынан тыуҙым», «Хушлашыу», «Себер болото»...
Үҙемде бәләкәй тойоп,
Сығып китәм Себергә.
Сығып китәм, яңғыҙ түгел,
Күп ирҙәр менән бергә, –
тигән шиғри юлдарҙа лирик геройҙың психологик халәте лә, бөгөнгө замандаштың йәшәйеше лә асыҡ сағыла.
Ғөмүмән, Хисмәт Юлдашевтың шиғырҙарын уҡығандан һуң шундай урын-арауыҡ структураһы – һуҡмаҡ һәм юл мифопоэтик хронотоптарының яңыса асылышы, романтизмға хас булғанса, тәбиғәт һәм социаль пространствоның йыш ҡына ҡапма-ҡаршы ҡуйылыуы, традицион милли образдарҙың да ошо композицияға ярашлы ҡулланылышы күҙ алдына баҫа. Шағирҙың әҫәрҙәрендә тыуған ерҙең киңлеге, ил, ер тип йәшәгән батырҙар рухы, башҡорт халҡының ғорур һыны, аҡылы һәм көсө сағылыш таба. Былар барыһы ла бергә үрелеп, лирик геройҙың кисерештәрен генә түгел, ә кешенең ҡатмарлы замандың ел-дауылдарына бирешмәйенсә, киләсәк офоҡтарын, йәшәйештәге, тарихтағы урынын табырға тырышыуын һәм рухи эҙләнеүҙәрен дә күрһәтә.
Луиза КИРӘЕВА,
филология фәндәре кандидаты.
Әҙәбиәт
Лихачев Д.С. Поэтика художественного пространства // Д.С. Лихачев Историческая поэтика русской литературы. Смех как мировоззрение и другие работы. – СПб: Алетейя, 2001.– С. 129-145.
Лотман Ю.М. Избранные статьи: В 3 т. Т. 1: Статьи по семиотике и типологии культуры. – Таллинн: Александра, 1992. – С. 386-463.
Топоров В.Н. Модель мира // Мифы народов мира. Энциклопедия: в 2 т. / Гл. ред. С.А. Токарев. – М.: Рос.энциклопедия, 1997. – Т. 2. – С. 161-164.
Топоров В.Н. Пространство // Мифы народов мира. Энциклопедия: в 2 т./ Гл. ред. С.А. Токарев. – М.: Рос. энциклопедия, 1997. – Т. 2. – С. 340-342.