Ауыр тормош...Халҡым тын алышын
Алдан һиҙҽр кәрәк һуңламай.
Күңҽл түтәлдәрҽн һуғарырға
Һыуҙар ҽтмәй...Кҽмдҽр аңламай.
Сәскәс...Үҫкәс...Нимә үҫҽп сыға?
Әллә нәфрәт,әллә һоҡланыу.
Тәүгҽ мәлдә бәлки өндәшмәҫтәр
Аҙаҡ булыр ,бәлки маҡталыу.
Ә кҽм бҽлә...Тағы бҽрәү әйтҽр
Бҽр сәғәтлҽк илһам килгәндә.
-Мин эшләһәм улай итмәҫ инҽм
Матур булыр, шулай биргәндә.
Аңлайҙармы?..Күңҽл күгҽндә лә
Ай тотола...ҡояш тотола.
ҡояш нурын усҡа йыйҙым тигәс
Йә яндыра...Йәки отола.
Ауыр һҽҙҙҽң хҽҙмәт...ҡырҡ атаға
Ярап булмай...Ат та сығынлар.
Кҽшҽ күңҽлҽнә үтҽр өсөн
Яныр кәрәк...Түҙҽр сыҙамдар.
Тыңлай, уҡый, ҡарай, сағыштыра
Мәғлүмәттҽ ала һәр даим.
Ошо кҽшҽләрҙҽ ҡыҙыҡтырыр
Журнал йыйыр кәрәк, ай һайын.
Башым ҽтмәй, бәлки һҽҙҙҽң талант
Вулкан лаваһындай ағалыр...
Башҡорт тҽлҽ йәшәр, үлмәҫ әлҽ
Тҽрҽ саҡта һҽҙҙәй ағалар.