Ринат Камал – үҙ ижадына бик талапсан ҡарай торған әҙип, күп һәм емешле ижад итә. Романды яҙыу өсөн байтаҡ ваҡиғаларҙы өйрәнгән, уларҙың уртаһында ҡайнаған һәм күргәндәрен-кисергәндәрен ҡағыҙ битенә төшөрөрлөк һәм халыҡҡа еткерерлек көс тапҡан. Ҡурай һымаҡ ҙур, милләтебеҙҙең йөҙөн билдәләрлек, уның яҙмышын хәл итерлек темаға тотоноуы үҙе үк маҡтауға лайыҡ. Автор романға бәйле фекерҙәрҙе ихлас ҡабул итте һәм әҫәр буйынса артабан да эшләргә теләк белдерҙе.