Әҙәби процесс барамы? Һуңғы ҡыуаныстарының береһе – Салауат Әбүзәрҙең “Кисенбикә юлы” повесына ҡағылышлы ине. Ағай уҡыған, оҡшатҡан. “Салауат тағы ла яҙһын ине”, – тигән теләк белдерҙе. Һәр уңышыбыҙға ҡыуанған, әгәр киреһенсә булһа, ихлас борсолған ағайыбыҙ урынын кем биләр? Әлбиттә, иң еңеле, ана, уға тиклем дә байтаҡ яҙыусылар китте, уларҙың урыны буш ҡалманы, алмашҡа килеүселәр ҙә табылды, тип үҙ-үҙеңде тынысландырырға ынтылыу. Юҡ шул, һәр шәхес үҙенсәлекле, бер кемде лә алыштырыу мөмкин түгел. Мостай Кәрим, Рәми Ғарипов, Булат Рафиҡов, Ғәли Ибраһимов, Яныбай Хамматов, Зәйнәб Биишева, Рәшит Солтангәрәев, Рәшит Назаров, Сабир Шәрипов һәм башҡа бик күп әҙиптәр, ысынлап та, әҙәбиәттең йөҙөн билдәләй ине.
Эйе, өй һайын тип әйтерлек “Ағиҙел”, “Һәнәк” журналдары, “Башҡортостан” гәзите таралған осорҙар хәҙер әйләнеп ҡайтмаҫ инде, тип уфтанырға ғына ҡаламы? Уҡыусыларыбыҙҙың әҙәбиәткә иғтибарын нисек яңынан яуларға? Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙы дөрөҫ әйтә: “Насар әҫәр менән уҡыусыларығыҙҙы өркөтөп бөтмәҫһегеҙме?”. Бар ундай хәүеф, икеләндерә, уйландыра. Ярай әле Башҡортостаныбыҙҙың райондарында һәм ҡалаларында “Ағиҙел”де яратҡан дуҫтарыбыҙ бар. Улар ярҙамында бөгөн журналды ике меңләп тираж менән таратабыҙ. Былтыр октябрҙә Салауат Әбүзәрҙең “Кисенбикә юлы” повесы донъя күргәйне. Интернетта ғына өс меңдән ашыу кеше уҡыны. Йәмғеһе биш меңдән ашыу кеше уҡыған. Һис тә насар түгел, тимәк, әҙиптәр яҙа, әҙәби процесс дауам итә, тип ҡыуанабыҙ.
Үткән йылдарҙа Ғәлим Хисамовтың ике романы, Ринат Камалдың, Наил Ғәйетбайҙың романдары һәм башҡаларҙың әҫәрҙәре донъя күрҙе. Башҡортостандың 100 йыллығы айҡанлы ғына дүрт роман ижад итте яҙыусыларыбыҙ. Киләһе йылға – Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы. Талантлы прозаик Рәсүл Байгилдин сағыу һәм тос әҫәрҙәр менән килә. Һуғыш ҡағылмаған ғаиләләр юҡ. Атай-олатайҙары хаҡында әҫәрҙәр, тетрәндергес хәтирәләр менән уртаҡлашырға теләүселәр табылыр, тигән өмөттәбеҙ.
Шулай ҙа, уңышлымы, уңышһыҙмы, бер нисә әҫәр аша ғына дөйөм әҙәбиәт хаҡында фекер йөрөтмәйек. Иң шәп әҫәр әле яҙылмаған, тип үҙебеҙҙе тынысландырайыҡ.
Әгәр мөмкин булһа, фекер алышырға саҡырабыҙ.