Эйй! Ҡайһылай тик күңелһеҙ хәбәрҙәрҙән башлап ебәрҙегеҙ әле яңы аҙнаны?! Әйҙәгеҙ, хәҙерге журналистар яҙғанса, үҙебеҙҙе позитивҡа көйләү яғын ҡарайыҡ, креативыраҡ булайыҡ, ә?!
Дөрөҫ һүҙгә бер яуап та юҡ.
Тормошто әйләндереп-тулғандырып, төрлө яҡтан сығып ҡарайбыҙ, кем әйтмешләй, баҫып та, ятып та, туңҡайып та... юҡ, негатив өйөлөп ята. Ә позитивты ҡайһы ваҡыт үҙебеҙ уйлап сығарабыҙ: еләген дә йыябыҙ, юғарылағыларҙы ла маҡтап ҡарайбыҙ, юҡ, ярап булмай. Етмәһә, уҡыусы ғына түгел, хужалар ҙа ҡәнәғәтлек белдермәй. Ауыр эш был – мәғлүмәт таратыу. Үткән йома “Башҡортостан”да: “Беҙ мәғлүмәт һатабыҙ”, тип, еңелсә зарланғайныҡ, Тамара апай: “Тауар икән дә...” – тип, ҡупыртҡайны. Ниңә, беҙ кемдән кәм? Бөтә донъя сауҙа итә. Киттеләр төрлө яҡтан йәбешеп! Анау, фамилияһы бер яҡшылыҡ та вәғәҙә итмәгән берәү әллә нимәләр яҙып бөттө, ғәрлегеңдән ят та, үл инде. Үҙен күргән-белгән әҙәм дә түгел бит әле. Шуға, беҙҙе нисек бар, шулай ҡабул итегеҙ. Ҡырын китһәк, үпкәләмәгеҙ инде. Һеҙҙең өсөн тырышабыҙ бит. Кеше ышанмаҫ, иртән 7-нән килеп ултырабыҙ ҙа, әйҙә, тотонабыҙ хәбәр “ауларға”. Эх, яҡшырағы менән был донъяғы тултырғы килә, юҡ... Барына шөкөр итәйек.
Ринат Камал, оҡшаһа, оҡшар, оҡшамаһа, юҡ... Бөгөн әҙәбиәтебеҙҙе тотоп торған яҙыусыларҙың береһе. Беҙҙең башҡа Камалыбыҙ юҡ. Хәҙер хикәйә генә яҙып, үҙен Чеховҡа тиңләүселәр, ағайының сабыуына тотоноп, союзға инеүселәр, әҫәрҙән алда, “анонимка”лар яҙып, һөйләм төҙөргә өйрәнеүселәр ишәйә башланы. Заманаһы шундай, Камал ыңғырашмай, һылтанмай, зарланмай ижад итә.
Ике-өс йыл элек Күгәрсендә булғайныҡ. Уҡытыусы апай: “Журналығыҙға Яныбай Хамматов, Булат Рафиҡов, Рәшит Солтангәрәев, Ғәли Ибраһимов, Ноғоман Мусин яҙған һымаҡ романдар баҫтырығыҙ, ә беҙ һеҙҙе уҡырбыҙ”, – тип һөйләгәйне.
Ҡайҙа барайыҡ, Таңсулпан Ғарипова, Гөлнур Яҡупова, Гөлсирә Ғиззәтуллина, Фәрзәнә Аҡбулатова, Ринат Камал, Хәйҙәр Тапаҡов, Әмир Әминев, Мөнир Ҡунафин, Рәлис Уразғолов, Фәниҙә Исхаҡова һәм башҡалар заманы килде бит. Һәр яҙғандарын көтөп кенә торабыҙ. Хоҙайға шөкөр, яҙалар, әҙәби процесс дауам итә. Эйе, хәҙер роман яҙыусылар бармаҡ менән генә сүпләрлек, бәлки заман да үҙгәргәндер. Халыҡ күберәк интернетта ултыра, шул йота беҙҙең уҡыусыларҙы. ә был йотоуҙы беҙ туҡтата алмайбыҙ.
Әйҙәгеҙ, ошо хаҡта фекер алышайыҡ. Һеҙҙең фекер беҙҙең өсөн ифрат ҡәҙерле. Әйткәндәй, юғарылағы исемлектә берәйһен онотоп ҡалдырһаҡ, беҙҙәң ҙур ғәфү.