Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби тәнҡит
29 Май 2019, 23:50

ТӘНҠИТ ТӨШӨНСӘҺЕНӘ "ДОШМАН" ТИГӘН МӘҒӘНӘ ҺАЛЫНАМЫ? ("Киске Өфө" гәзитенән күсереп баҫыла)

Ағиҙел" журналы сайтында Рәлиф Кинйәбәев "Яҙыусылар союзында ниҙәр бар? Союзға инеү өсөн нимә кәрәк? Блатмы, әллә братмы?" тигән баш һүҙ менән Мәүлит Ямалетдиновтың Асыҡ хатын баҫтырҙы. Шул хат менән бер ваҡытта гәзитебеҙҙә Сибай ҡалаһынан Таңһылыу Басированың "Ҡыуандырманы" тигән мәҡәләһе лә донъя күрҙе. Ике хат та ни ғиллә менәндер бер-береһе менән ауаздаш булып ҡуйҙы...


Ағиҙел" журналы сайтында Рәлиф Кинйәбәев "Яҙыусылар союзында ниҙәр бар? Союзға инеү өсөн нимә кәрәк? Блатмы, әллә братмы?" тигән баш һүҙ менән Мәүлит Ямалетдиновтың Асыҡ хатын баҫтырҙы. Шул хат менән бер ваҡытта гәзитебеҙҙә Сибай ҡалаһынан Таңһылыу Басированың "Ҡыуандырманы" тигән мәҡәләһе лә донъя күрҙе. Ике хат та ни ғиллә менәндер бер-береһе менән ауаздаш булып ҡуйҙы...


Мәүлит ағай Яҙыусылар союзына осраҡлы кешеләрҙең килеп юлығыуына һәм уларҙың "яҙыусы" булып йөрөүенә аптырап яҙған был Асыҡ хатты. Аптырап ҡына ҡалмай, ә күп кенә миҫалдар ҙа килтереп, дәғүәһен дәлилләгән. "Киске Өфө"лә лә Таңһылыу Басирова "Китап" нәшриәтендә баҫылып сыҡҡан "Яңы офоҡтар" китабы буйынса аныҡ авторҙарҙың әҫәрҙәрен анализлай, ни сәбәптән уҡығандарынан ҡәнәғәтләнмәүен аңлатырға тырыша. Һәм шулай уҡ айырым хикәйә буйынса: "Яҙыусылар ойошмаһында был әҫәр кемдәр ҡулынан үтеп китапҡа индерелеүгә рөхсәт алды икән?" - тигән һорау ҙа ҡуя.

Бөгөн, бөтөн баһалауҙар интернеттағы лайктарға һәм "афарин"дарға ҡайтып ҡалғанда, ысын тәнҡитте ишетеү үтә лә ҡытлыҡ күренеш. "Тәнҡит" тигән төшөнсә, әҙәбиәттә лә һәм башҡа өлкәләрҙә лә, "дошман" тигән мәғәнә менән алышынған хәҙер. Әгәр һин үҙ фекереңде әйтәһең икән - һин ағымға ҡаршы барыусы, тәнҡитләйһең икән - фетнәсе. Асылда, тәнҡитсе юҡ та ул әҙәбиәттә лә, сәнғәттә лә, мәҙәниәттә лә. Ә маҡтау, маҡтамаҫлыҡты ла маҡтау, күрәләтә яһалма маҡтау баштан ашҡан. Шунлыҡтан, әлеге үрҙә әйтелгән ике авторҙың яҙғандары, күҙгә ҡарап дөрөҫтө һөйләй белеүҙәре, битараф ҡалмауҙары һәм талапсан уҡыусы булыуҙары үҙе бер батырлыҡ ул.
Шул уҡ Яҙыусылар союзы ағзаһы һәм аҙмы-күпме ҡәләм тирбәтеүсе булараҡ, минең дә үҙ фекеремде белдереп үткем килә. Шуға үҙ тарихымдан башлайым. Тәүге шиғырҙарымды 1994 йылда Яҙыусылар союзындағы поэзия секцияһына тикшереүгә биргәйнем - үтмәнем. Тамара Ғәниева апай "Шиғырҙарың етлегеп етмәгән әле, хис бар, ә фекер юҡ", тине. Икенсе тапҡыр 2000-2001 йылдарҙа Яҙыусылар союзының Күмертау ҡалаһында уҙған ултырышында тикшереүгә балалар өсөн яҙылған шиғырҙарымды тәҡдим иттем - үтмәнем. Рәйес Түләк, Әхмәр Үтәбай, Хисмәтулла Юлдашевтар мине яҡлашып ҡаранылар ҡарауға, тик Рауил Бикбаев "Әҫәрҙәре балалар өсөн түгел, ә балалар тураһында", тип ҡаршы төштө. Бөгөн шул дәфтәрҙәремде ҡулыма алып ҡарайым да, бындай әҫәрҙәрҙе мин дә үткәрмәҫ инем, тип уйлайым. Артабан проза яҙыуға күскәс, хикәйәләр туплағас, Сабир Шәрипов тәүге ҡулъяҙмамды өс ҡат яңынан эшләтте. Һуңғы тапҡырында ҡул һелтәргә иткәйнем, Сабир ағай: "Булмаҫтай булһа, "бара" тиер ҙә, кире тотторор инем, әйткәнде тыңла - эшлә", - тип киҫәтте. Хәҙер шул ағай-апайҙарға, миңә яңылыш йүнәлеш бирмәгәндәре, ваҡытында тәнҡитләп, хаталарымды төртөп күрһәтеп, үҙ ижадым өҫтөндә эшләргә, үҫә белергә өйрәткәндәре өсөн сикһеҙ рәхмәтлемен. Ысынында ла тәнҡитһеҙ үҫеш юҡ икәнен яҡшы аңлайым хәҙер.
Бер ваҡытта ла Яҙыусылар союзына инергә тип атлыҡманым. "Яҙыусы" тигән исемде күтәреп йөрөү өсөн халыҡ һөйөүен яуларлыҡ әҫәрҙәрең булырға тейештер, тип уйланым. Күп ҡәләмдәштәремдең (һәм ҡәләмдәш булмағандарымдың да) күптән Яҙыусылар союзында ағза икәнен белһәм дә, үҙ принцибымда ҡала килдем. Сөнки Союздың ғына һинән яҙыусы яһай алмаясағын да, унда инеү менән һәләт өҫтәлмәҫен дә аңлай инем. Быны, асылда, һәр беребеҙ ҙә аңлайҙыр инде ул, тик әлеге мин-минлек, ҡағыҙҙа булһа ла кемлегеңделер тойорға теләү, йәғни, нәфсе еңәлер. Һәм бөтөн ошо ғазаплы, уйлы йылдарымда мин ижади шәхес булараҡ етлеккәнмендер тием. Әгәр шул кире сигенеүҙәр, ҡат-ҡат еңелеүҙәр, ҡолағандан ҡабаттан ҡалҡыныуҙар һәм һаман да осорға талпыныуҙар булмаһа, мин һаман да, Тамара апай әйткәндәгесә, "хис бар ҙа, фекер юҡ" кимәлендә ултырып ҡалыр инем. Урынһыҙ маҡталыр ҙа, маһайыр ҙа, "шәп икәнмен" тип уйлап йәшәп тик ятыр инем. Яҙыусылар ойошмаһына инеү миңә нимәлер бирәме? Бер нәмә лә бирмәй. Бынан ике-өс йыл әүәл уйламаҫтан Яҙыусылар союзы идараһы сәркәтибе "Иртәгә байрамса кейенеп килегеҙ, һеҙҙе ойошмаға алабыҙ", тип шылтыратҡан кеүек, бөгөн килеп "Иртәгә һеҙҙе Союздан сығарабыҙ", тип хәбәр итһә лә, бошонор урын юҡ. Аллаға шөкөр, шәхесем ойошмалар, төркөмдәр һәм кешеләр фекеренә буйһоноу йәки мохтажлыҡ кисереү кимәленән үткән. Әммә был ойошма барыбер ҙә ижад итеүселәрҙе туплау, фекерләшеү, бер-береңдең һулышын тойоу өсөн кәрәк. Бөгөнгө етәкселек уны тарҡалған-таралған хәленән күп көс менән яңынан ҡоршап алып барһа ла, унда инеү талаптарын артыҡ йомошартмаҫҡа ине. Икенсенән, мин Яҙыусылар союзының яҙыусыларҙы һәм яҙырға өйрәнеүселәрҙе камиллаштырыу, үҫтереү мәктәбе булыуын теләр инем. Ниндәйҙер еңел-елпе кисәләр, биш кешелек ултырыштар, исем өсөн үткәрелгән семинарҙарға ваҡыт үткәреп йөрөгө лә килмәй. Миҫал өсөн әйтәм: беренсе ҡулъяҙмамдан һуң, минең әҫәрҙәремде тикшергән дә, анализлаған да кеше юҡ. Ә был ижадсы өсөн бик кәрәк. Тәнҡит һәм анализ башлап яҙыусыға ла, инде ун китабы булған тәжрибәле яҙыусыға ла зарур. Бына ошондай бүлек булырға тейеш ойошмала. Тәржемәселәр булырға тейеш ойошмала. Йәштәрҙең ҡулъяҙмаларын ҡараусы һәм йүнәлеш биреүсе етди төркөм булырға тейеш ойошмала. Юғиһә, бөгөн йәштәрҙе лә, башҡаларын да "ҡанатын һындырмайыҡ" тиҙәр ҙә, өйөрө менән Союзға алалар.
2016 йылда проза бүлеге етәксеһе булған Сабир Шәрипов "Бетерә шаршыһы" тигән китабымдың ҡулъяҙмаһын ултырышта рәсмилләштереп, китап нәшриәтенә сиратҡа индергәйне. 2017 йылда Әмир Әминев та, китабымды уҡып, үҙ һүҙен яҙып бирҙе. Әммә 2018 йылда ул ҡулъяҙма, сиратта ла юҡ, протоколы ла юғалған булып сыҡты. Союздан миңә "Сират йыл һайын яңыртыла", тип яуап бирҙеләр. Кемдәр яңырта ул сиратты? Ни өсөн был хаҡта Союзда мәғлүмәт булмай? Кем ул исемлекте төҙөй һәм ниндәй талаптарға, маҡсаттарға нигеҙләнеп төҙөлә? Ни өсөн был турала, мәҫәлән, мин, ойошманың ябай ағзаһы, белә алмайым? Ни өсөн мин ойошмала булып та, китап баҫтырыу сиратына эләгеү өсөн кемдәргәлер коньяк тотоп, кемдәргәлер бүләк биреп, кемдәргәлер ҡаш һикертеп йөрөргә тейешмен? Әгәр мин китабымды үҙнәшер менән сығарам, тәржемәселәрҙе үҙем табып түләйем, ижади эшмәкәрлектә Союздан бер ниндәй файҙа һәм ярҙам тоя алмайым икән, нигә ҡоро исем өсөн унда ағза булып һаналам һуң? Шул уҡ ваҡытта минең дә файҙам булырға тейеш түгелме ни ойошмаға? Әлбиттә! Мин нисек ярҙам итә аламмы? Йәштәрҙең ҡулъяҙмаларын уҡып, тикшереп, анализлап бирә алам, уларға әҙәбиәт теорияһы, сәсмә һәм поэтик әҫәр тәртиптәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрә алам. Әлбиттә, мин уҡытыусы түгел, әммә практик булараҡ реаль ярҙам күрһәтә алам. Тик был ысул беҙҙә эшләмәй.
Былтырмы икән, М. Ғафуриҙың йорт-музейында республика юғары уҡыу йорттары студенттарының шиғриәт буйынса ултырышы үткәйне. Утыҙлап йәш ҡәләм тирбәтеүсенең егермеләп ҡулъяҙмаһын уҡыным һәм бер генә шиғыр ҙа күҙгә эленмәне. Әммә бында йыйылыусы йәштәр күптән "шағир һәм шағирәләр" булып танылғандар, уларҙың инде үҙ стилдәре, образдары бар булып сыҡты. Берәүҙәре беретта, кемдәрелер эшләпәлә, өсөнсөләре оҙон шарфтар бәйләп килгән, уларҙы интернет киңлектәрендә шулай таныйҙар икән (ярай, уныһына һүҙем юҡ) һәм уларға хәҙер инде тәнҡит батмай. Улар шиғырҙарын яңынан эшләп, төҙәтеп, уйланып ултырыу түгел, ҡабаттан күсереп яҙырға ла теләмәй. Сөнки талап юҡ! "Был шиғыр түгел, башта яҙырға өйрән, шунан ..." тигән талап ҡуйылмай. Ошо урында тап Яҙыусылар союзы ҡуйылған талаптарҙы үтәүҙе һәм эшләргә өйрәнеүҙе контролдә тоторға, йәғни шул фекерҙәге яҙыусылар яғында булырға тейеш, тип уйлайым. Мин сығыш яһап ҡарағайным, "Ярай инде, ҡанаттарын ҡайырмайыҡ, былай ҙа яҙған йәштәр аҙ", тип тыйҙылар. Дөрөҫ тәнҡиттән генә лә ҡайырылып төшөр ҡанаттар менән улар берәй мәл оса алырҙармы? Әллә шулай ерҙә йөрөй торған ғына ҡоштар булып ҡалырҙармы?..
Һуңғы ваҡытта әҙәбиәтебеҙҙең аҡһаҡалдары булған билдәле шәхестәр менән аралашыу бәхете тейгәйне. Рауил Бикбаев, Ноғман Мусин, Рәшит Шәкүр улар. Өсөһөнә лә бер үк һорауҙы биргәйнем: бөгөнгө әҙәбиәткә нимә етмәй? Өсөһө лә "тәнҡит" тип яуапланы. Ноғман ағай: "Һайлап алынған яҙмыш" романын дүрт тапҡыр яңынан эшләттеләр, нисә тапҡыр яңынан күсергәнемде иҫләй ҙә алмайым һәм бөгөн дә уның ҡулъяҙмаһына төҙәтмәләр индерәм әле", - тигәйне. "Төҙәтеп, шымартып алып киләм, фронтовик ағайҙар уҡый ҙа пыран-зыран килтерә, "Һуғышты күрмәгәнһең, дары еҫкәмәгәнһең, немецты ла дөрөҫ һүрәтләмәйһең", тип кәрәкте бирәләр генә. Ахырҙа, Германияға барып, шул мөхитте күреп, тойоп ҡайтып яҙып бөтөрөп ҡуйҙым", - тип һөйләгәйне. Бына ниндәй талап булған ижадҡа!
Рауил ағай: "Ижадсыға үҫештән туҡтамау һәм үҙ һаҙлығында ғына болғанмау өсөн ижади ғүмере буйына тәнҡит кәрәк, бына миңә лә бик кәрәк ул", - тигәйне. Һәр нәшер ителгән яңы китапҡа анализ һәм тәнҡит һүҙе булырға тейеш, тимәк. Бының өсөн Союзда белемле һәм намыҫлы тәнҡитселәр булһа ине. Был бит бәйләнеү йәки ҡабул итмәү түгел, ә артабанғы эшмәкәрлек өсөн этәргес көс, иғтибар һәм ихтирам да! Бер мәл Таңсулпан Ғарипова "Һыбайлы" тигән хикәйәм буйынса тәнҡит һүҙе әйтте. Үпкәләү уйымда ла булманы, киреһенсә, шундай яҙыусының минең ижадҡа иғтибар, ваҡыт бүлеп уҡып һәм анализлап ултырғанына сикһеҙ рәхмәтле булдым. Аҙаҡ шул ҡағыҙын һорап алдым, бер урында, бер темаларҙа тапанып ҡалғандай булып китһәм, апайҙың миңә яҙғандарын уҡып-уҡып алам, шундуҡ ҡуҙғатып ебәрә. Бына нимәгә кәрәк ул тәнҡит. Ә бөгөн хөрмәтле яҙыусыларыбыҙ бер-береһен һыйлап-майлап мәҙхиә яҙҙырып ала ла, шуны рецензия итеп журналдарҙа баҫтыра... Әгәр мәҡәләмде аҙағынаса йыбанмай уҡыған булһағыҙ, Рәлиф Кинйәбаевтың һорауына яуап үҙенән-үҙе килеп сыға: бөгөн Яҙыусылар союзына инеү өсөн блат та, брат та, хатта һәләт тә кәрәкмәй. Берәй образ уйлап табып, аҙыраҡ сыймаҡлай белгәндәреңде тотоп алып, бөтә төрлө сараларҙа балҡып күренеп йөрөргә ваҡыт тапһаң, ниндәйҙер йыйылма китапҡа инеп китәһең, әүҙемерәк һәм әрһеҙерәк булһаң, Союзға ла алалар, унан инде, китап сығарыу юлындағы ағайҙар менән дуҫлашҡанда, ана тора - китаптарың да баҫыла башлар. Ташҡа баҫылғанды иһә тикшергән, һүҙ әйткән кеше булмаҫ. Ә китап уҡыусының ҡәнәғәтһеҙлеге - уның үҙ ҡайғыһы, оҡшамаһа - уҡымаһын, шулай бит?..


Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА.

Материал, фото: http://kiskeufa.ru


Читайте нас: