Башҡортостан Яҙыусылар союзына ҡабул итеү комиссияһы ағзаларына
Хөрмәтле комиссия ағзалары!
Башҡорт әҙәбиәтенә биш тиҫтәнән артыҡ йылдар хеҙмәт иткән, өс саҡырылыш рәттән Башҡортостан Яҙыусылар союзының идара ағзаһы һәм ике мөҙҙәт союзға ҡабул итеү буйынса комиссия ағзаһы итеп һайланған оло йәштәге ҡәләмдәшегеҙ булараҡ, моғайын, һеҙгә был хатты юлларға хаҡым барҙыр. Минең аңлауымса, берлеккә ҡабул итеүҙең төп маҡсаты – яҙыусылар сафын иң талантлы ҡәләм тибрәтеүселәр менән тулыландырыу, уларҙың ижади өлгөргәнлеген рәсми рәүештә таныу, уларға буй еткеһеҙ юғарылыҡтары, уй еткеһеҙ тәрәнлектәре булған башҡорт әҙәбиәтенең ишектәрен шар асыу. Ошоно аксиома итеп алайыҡ та, 2019 йылда берлеккә ағза итеп ҡабул ителгән бәғзе берәүҙәрҙең ижадына күҙ һалып үтәйек. Бындай сикләүҙең ғилләһе шунда: рәсми танылыу алған 12 кешенең икеһе генә таныш булып сыҡты. Ҡалғандарының исемдәрен дә, есемдәрен дә белмәйем, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Профессиональ яҙыусылар сафын тулыландырыусылар араһында Фәриха Вәлиуллинаны күреү бик ҡыуаныслы хәл булды. Ғүмере буйы матбуғат эшендә ҡайнағанға күрәлер инде, телдең тәмен, йәмен белеп яҙған ҡәләмдәшебеҙгә артабанғы ижад уңыштары теләргә генә ҡала. Танышыбыҙҙың икенсеһенә килгәндә иһә, уның союзға алыныуы, үтә ныҡ йомшартып әйткәндә, аптырауға һалды. Ҡоро һүҙ булмаһын өсөн, әйҙәгеҙ, уның бер нисә ижад өлгөһөнә диҡҡәт итәйек (бәлки, комиссия ағзаларының ҡайһы берҙәре эштең асылына төшөнөп етмәйенсәрәк тауыш биреп ебәргәндер). Шуны ла әйтеп үтәйек: был шиғырҙар уның интернеттағы диуарына ҡуйылған, тимәк, әлегә кемдеңдер ҡулынан үтмәгән, төҙәтелмәгән һәм редакторланмаған. (Әле китап итеп баҫтырылған шиғырҙарын был ханымдың кемдәрҙән төҙәттереп, эшкәрттереп алғанлығы беҙгә яҡшы мәғлүм). Шиғырҙарҙың тел-стиль, грамматик һәм пунктуацион үҙенсәлектәрен боҙмаҫ өсөн (ни тиһәң дә, хәҙер профессионал бит!), уларҙы нисек бар, шулай бирәбеҙ:
Башҡортостан тыуған илем,
Ҡәҙер, хөрмәт һәр ҡунаҡҡа,
Ҡурай, ҡурай – таҡыя баш,
Өйрәнсеклек кимәленән үтеп бөтмәгән был ижад өлгөләрендәге шыр яланғас декларативлыҡты, ялған пафосты, фекер буталсыҡлығын, исмаһам, бер генә яңы фекерҙең һәм образдың булмауын шәйләмәү мөмкин түгел. Улар урынына тапалып бөткән юлдар, бөҙрә һүҙҙәр теҙмәһе һәм ҡоро хәбәр һөйләү. Ҡыҫҡаһы, шиғриәттең тәғәйенләнешен тулыһынса аңламау.
Башлап ҡәләмгә тотонған ижадсыларҙа була торған өйрәнсеклек дәүеренә ҡағылғас, “Ҡуңыр буға” төбәк йәмәғәт ойошмаһының резервын тәшкил иткән бер нисә мәктәп уҡыусыһының шиғырҙарына иғтибарҙы йүнәлтәйек. Бына, мәҫәлән, Учалы районынан Аделина Хамматова (10 синыф уҡыусыһы) нисегерәк яҙа:
Һин, улым, ташлама, – ти, –
Ваннанан башалана”, – ти.
Ә был Әбйәлил районынан Илнара Бәшәрованың шиғыры (10 синыф):
Шул уҡ райондан Нәсимә Нәбиуллинаның шиғыры (9 синыф):
Шағир өсөн ап-аҡ ҡағыҙ бите
Ябай түгел – алтын хазина.
Ошо ябай бер ҡағыҙға уның
Диңгеҙ кеүек уйҙар ағылалар,
Мәғәнәһе төптә, бик тәрән.
Мин дә бит шул тәрән диңгеҙҙәрҙә
Бәлки, ошо кескәй кәмәләрем
Әүерелер ҙур-ҙур карапҡа.
Тик әлегә кәмә йөҙҙөрәмен,
Шул уҡ райондан Ғамир Заһретдинов (10 синыф) яҙғы таңды нисегерәк күрә:
Ҡыуаныстан ни эшләргә белмәй
Эй, һоҡланып китеп күҙәтәмен,
Тәбиғәтем, тамған тамсыңды.
Күңелдәрҙә яңы хис-тойғолар
Бар тирә-йүн һулыш алған төҫлө,
Йырлап йәшәй төҫлө донъяла.
Бөрйән районынан Айгөл Сөләймәнова (9 синыф) ябай тамсыла ниҙе күрә икән:
– Ҡайҙан килдең һин, тамсыҡай,
Әйтерһең, ул сағыу көҙгө,
Был шиғырҙар – 2018 йылда уҙғарылған “Илһам” конкурс-фестивалендә еңеү яулаған уҡыусы балаларҙың ижад өлгөләре. Улар шул уҡ йылда Сибай ҡалаһы типографияһында баҫылып сыҡҡан “Өлкәр” альманахынан алынды. Әлбиттә, конкурста ҡатнашҡан һәр уҡыусы ундай кимәлдә яҙа алмай – бында йәш авторҙарҙың иң яҡшы тип табылған әҫәрҙәре генә урын алды. Әҙәби әҫәрҙәргә ҡарата талапсанлыҡ, ғөмүмән, ижади процесҡа дөрөҫ ҡараш тәрбиәләү шулай алып барыла “Ҡуңыр буға” төбәк йәмәғәт ойошмаһында.
Уҡыусы балалар шиғриәтен уларҙан өҫтәрәк бирелгән ижад өлгөләре менән өҫтән-мөҫтән генә сағыштырыу ҙа улар араһындағы ҡырҡа айырманы асыҡ күрһәтә: йәш авторҙарҙың әҫәрҙәрендә образлылыҡҡа ынтылыу, шиғри телмәрҙең төҙөклөгө, яңыса фекерләү, хис-тойғолар ихласлығы, йәшлек романтикаһы, хатта парадоксаллек элементтары ла күҙгә ташлана.
Әлбиттә, сит өлкәлә йәшәгән милләттәштәргә ниндәйҙер кимәлдә ташлама яһау, уларҙы үҙенсәлекле генә итеп күтәрмәләү йолаһы йәшәп килә – уныһы яҡшы аңлашыла торған изге ғәмәл. Ләкин шуныһы ғәжәп: шул уҡ сит өлкәлә ғүмер һөрөүсе Фаиза Мәғәсүмова бына инде алтынсы йыл союзға инеү өсөн сират көтә. Ул Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә балалар өсөн баҫып сығарылған ике китап авторы. Әйҙәгеҙ, булмаһа, уның ижадынан бер нисә өлгө килтереп үтәйек:
“Ҡар-р!” – ти ҙә, ҡалғанын әйтмәй,
“Әсәй, әсәй, ҡара! – ти ул, –
(“Серем итә аҡ болот”, Өфө, “Китап”, 2012 йыл)
Законлы һорау тыуа: әллә сит өлкәләгеләр төрлө сорттарға бүленәме? Әгәр бүленһә, ниндәйерәк критерийҙар буйынса? Минең аңлауымса, союзға ҡабул иткән саҡта бер генә критерий ҡулланылырға тейеш – талант. Был автор ҙа бит, республиканан ситтә йәшәүенә ҡарамаҫтан, шул уҡ башҡорт балалар әҙәбиәтенә хеҙмәт итә. Һәм, мин әйтер инем, сағыштырғыһыҙ рәүештә юғарыраҡ кимәлдә. Һәр хәлдә, килтерелгән миҫалдар шул турала һөйләй.
Инде “Ҡуңыр буға” төбәк йәмәғәт ойошмаһында ағза булып торған урта быуын әҙиптәренә күсәйек. Бына, әлеге ижади ойошманы етәкләүсе Мәүлит Кәримов. Ул шағир ҙа, прозаик та, драматург та, тәржемәсе лә булараҡ байтаҡтарға таныш. 3 китап авторы (2 шиғри һәм 1 сәсмә әҫәрҙәр йыйынтығын баҫтырып сығарған). Бер түгел, ике әҙәби премия лауреаты – Рәмил Ҡол-Дәүләт исемендәге (Әбйәлил районы хакимиәте) һәм “Ағиҙел өҫтөндә йәйғор” (Белорет районы хакимиәте). “Эт бәләһе” исемле комедияһы Белорет, Әбйәлил, Учалы, хатта әллә ҡайҙа ятҡан Бишбүләк районындағы халыҡ театрҙары сәхнәләрендә ҡуйылды 2018 йылда. “Ҡуңыр буға” төбәк йәмәғәт ойошмаһы тарафынан Башҡортостан Яҙыусылар союзына ағзалыҡҡа 2014 йылда тәҡдим ителгәйне. М. Кәримовтың ижад үҙенсәлеген баһалау өсөн, уның бер нисә шиғырын килтереп үтеү урынлы булыр.
Үткәл йылғам йыраҡ, нисек
Их, күрһәмсе бер тамсыңды
Күҙ йәштәрем аҡмай – илай күңел,
Бала саҡта илау – илау түгел.
Шатланғанда сыға күҙ йәштәрем,
Уныһын да күрмәй ҡәрҙәштәрем.
Ғүмер аға йылға кеүек ялһыҙ,
Ә мин йырҙағыса – ярҙа яңғыҙ.
Илап ҡына йомшарһа ла күңел,
Илап ҡына еңеләймәй ғүмер.
Йырҙағыса, торам ярҙа яңғыҙ,
Ғүмер генә аға алһыҙ-ялһыҙ.
Бала саҡта илау – илау микән?
Бала саҡта ярҙар булмай икән!
Саңғыларҙа ҡарҙар йырып барам,
Тау битендә ҡала эҙҙәрем.
Үрләүҙәре өҫкә хәлде ала,
Йәшләнәләр елгә күҙҙәрем.
Тормош юлын шыма ғына итеп,
Ҡыштар ҙа бит оҙаҡ, юлдар тайғаҡ,
Бар тырышлыҡ китә таймаҫҡа.
Ап-аҡ ҡарға һалған эҙҙәр ҡала,
Күҙ йәштәре тама ҡай саҡта.
Саңғыларҙа тауға табан барам,
Менеүҙәре ҡыйын – тау текә.
Шыуып төшөүҙәре еңел дә бит,
Үрләгәндә барлыҡ хәл бөтә...
(“Әрем тәме”, Стәрлетамаҡ, 2012 йыл)
Әбйәлил районындағы “Йәйғор” әҙәби берләшмәһен етәкләгән Зөһрә Кашапова ла союзға ҡабул итеү комиссияһына 2014 йылда тәҡдим ителгәйне. Ул Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә баҫылған 2 китап авторы (береһе балалар өсөн). Уны республика йәмәғәтселеге бынамын тигән өлгөр журналист – аналитик мәҡәләләр авторы һәм тәнҡитсе булараҡ та яҡшы белә. Уның да шиғри күстәнәсенән ауыҙ итәйек:
Тау һырттары буйлап таң йүгерә,
Тау һырттарын һыйпай таң еле.
Ҡояш бөгөн беҙгә киң йылмая,
Ысыҡ ярып, йондоҙ күҙләп барам,
Ап-аҡ донъяһынан шәфәҡтең;
Нур шәлкемен услап ергә ҡоям:
Ғәзиз ерҙе мәңге йәшәртһен!
Йәшәртһен дә мәңге ер күкрәген,
Ал гөлдәрен көҙҙөң терелтһен.
Бәхетһеҙлек килһә, күңелдәрҙе
Ҡайнар тыны менән иретһен.
Күңелдәрҙең барлыҡ ишеген.
Шундай ябай итеп күрәм бөгөн
Киләсәктең матур кешеһен.
Һирпелгәндә моңһоу яҡтылыҡ,
Иҫкә төшә мәшһүрҙәрҙең рухы –
Онотолмай торған яҡшылыҡ.
Һибеп үткән ергә яҡтылыҡ.
Кеше күңелендә мәңге балҡыр
Яҡшы телдән төшкән яҡшылыҡ.
Китһәгеҙ ҙә инде ерҙәрҙән,
Донъя һаман шаңҡып тора төҫлө
Һеҙ ҡалдырған утлы һүҙҙәрҙән.
(“Ҡуңыр буға” балҡышы”, Учалы, 2015 йыл)
Айһылыу Хәсәнова башлыса киң полотнолы поэмалар авторы булараҡ әҙәбиәт һөйөүселәргә яҡшы таныш. Бөгөнгө көндә уның 7-8 поэмаһы бар. Эпик категориялар менән эш итеүсе был үҙенсәлекле ижадсы “Ишле Бикмәт иле” исемле шиғри шәжәрә ижад итеп, башҡорт әҙәбиәтендә өр-яңы жанрға нигеҙ һалды, тиергә була. 2018 йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығы Грантына уҙғарылған “Шәғәле Шаҡман юлы” ижади конкурсында 1-се урынды яуланы (“Поэзия” номинацияһы). Ул шулай уҡ халыҡсан рухлы лирик шиғырҙар ҙа яҙа һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзының ағзалыҡҡа ҡабул итеү комиссияһы тарафынан рәсми танылыу көтә. Бына, А. Хәсәнова шиғырҙарының бер нисәүһе:
Эй, тырыштыҡ та тырмаштыҡ,
(“Ҡуңыр буға” балҡышы”, Учалы, 2015 йыл)
Берәү гелән, ҙурҙан табын йыйып,
Һый-хөрмәткә ҡорған дуҫлыҡты ул
Ысын дуҫлыҡ, тиҙер, ахыры.
Ашап-эскән мәлдәр онотола,
Хәтерҙә лә тороп ҡалмайҙыр.
Эске табынында тыуған дуҫлыҡ
Ысын түгел! – һеҙҙә ҡалайҙыр?
Мәжлестәрҙә дуҫтар күп булһа ла,
Ауыр саҡта бер кем ҡалмай ул.
Дуҫың өсөн йәнде фиҙа ҡылыу –
Ысын дуҫлыҡ бына шулай ул.
Ғүмереңә етер тоғро дуҫлыҡ
Эске мәжлесендә тыумайҙыр.
Әгәр тыуһа, икәү-ара ғына
Баш төҙәтеү өсөн ярайҙыр.
(“Хужәхмәт Йәсәүи”, Учалы, 2016 йыл)
Әнисә Аҫылғужина иҫ киткес талантлы, хисле шағирә һәм бик тә үҙенсәлекле проза оҫтаһы булып танылыу яулаған ижадсы. Ул йәмғеһе дүрт китап авторы (береһе – үҙнәшер ысулы менән). Башҡортостан Республикаһы Башлығы Грантына уҙғарылған “Шәғәле Шаҡман юлы” исемле ижади конкурста 2-се урын яуланы. 2018 йылда Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә донъя күргән “Мәңгелек солоҡ” романы уҡыусылар араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Ә. Аҫылғужина Белорет районы хакимиәтенең Яңыбай Хамматов исемендәге әҙәби премияһы лауреаты. Уның бер нисә шиғырын тәҡдим итәбеҙ.
Ямғыр тамсыһының ҡөҙрәтенә
Сарсаған ер китте кирелеп,
Имеп туйған сабый бала төҫлө
Ямғыр-әсә үлән-сабыйҡайын
Ҡойондорҙо көмөш тамсыла.
Һулып ҡына төшкән сәскәләрҙең
Яланаяҡ йүгерәм ысыҡ кисеп,
Баҫмалатып килеп, болот-егет
Бер күнәк һыу ҡойҙо баш аша.
Тып итеп тә күңелем көмбәҙенә
Шиғыр булып тамды бер тамсы.
Еркәйемде наҙлап, ямғырҡайым,
Яусы әле, тимен, һин яусы!
Етте һиңә, тимен, күңел-бизмән,
Йөҙәтмәсе, үлсәп юҡ-барҙы.
Яҡшы һүҙгә үлсәү һис кәрәкмәй,
Һәр нәмәне үлсәп ялҡманыңмы?
Үлсәүҙәрең талыр бит инде!
Көнсөллөктән, ялған-ғәйбәттәрҙән
Былай ҙа бит сатнап кителдең.
Етер, тимен, һиңә, күңел-бизмән,
Һәр нәмәнең була сиктәре.
Иң ауырын үлсәүһеҙ ҙә беләм –
Һыҙландырып ғүмер үткәнен.
Сит-яттарға минең тормош хәлем
Өйрәнгәндәр улар һәр саҡ мине
Бер йөк аты итеп күрергә.
Гел бер төрлө генә булғы килмәй,
Булғым килмәй гелән йөк аты.
Бәйгеләрҙә алдан килгән юртаҡ
Ҡапҡам алдарында туҡталды.
Йомро тояҡ йылҡы нәҫеленән
Аҡбуҙ булғым килде бер мәлгә.
Өйөр йылҡы кешнәп сыҡмаҫмы тип,
Өмөт менән баҡтым Инйәргә.
Ығы-зығы ҡай саҡ уратҡанда,
Онотолоп китеп сапҡым килде,
Буш хыялдан күңел кителде...
Ысынлап та, йөк атымын, ахыры,
Ҡара таңдан ҡамыт елкәлә.
Төнгөлөккә тышап ебәрһәләр,
(“Аҫыл таштар йыйыр саҡ”, Учалы, 2006 йыл)
Иң һуңынан яңы ғына баҡыйлыҡҡа күскән шиғриәтебеҙ аҡһаҡалы Рауил Бикбаевтың күңелендә аҡ көнләшеү хисе уятҡан шиғырҙы килтереп үтәйек. 2006 йылда ул Учалы яҙыусылар ойошмаһының 15 йыллыҡ юбилейына килгәйне. Тантаналар барышында 1-се башҡорт лицейы ойошторған шиғриәт һөйөүселәр менән осрашыуҙа ошо шиғырын Урания Вәхитова уҡып ишеттергәс, Рауил ағай: “Ниңә был шиғырҙы мин яҙманым һуң?” – тип үҙенең һоҡланыуын белдергәйне. 2 китап авторы, Флүзә Әхмәҙиева исемендәге әҙәби премия лауреаты Урания Вәхитова үҙенең был шиғырын 12-13 йәшендә яҙған.
Көнләшәм мин йәштәш ҡыҙҙарыма –
Уңдылар бит улар еңгәнән.
Әсенәмен: ниңә генә Хоҙай
Ундай бәхет миңә бирмәгән?!
Их, ағайҙар, мәхрүм иттегеҙ һеҙ
Ерҙә шатлыҡлыраҡ ни бар тағы
Һеңлекәштең сәсен үреүҙән?
Үҙегеҙҙең, еңгә, ағай, тимәй
Үттеме һуң берәй көнөгөҙ?
Мин тик хыялымда һеңле һөйөп
Буй еткерҙем инде, күрегеҙ!
Еңгәм бүләк итер ҡулъяулыҡты
Һеңлеләрҙең толом-толом сәсен
Һүҙемде аптырау тойғоһонан башлағайным. Ул тойғо бер мине генә солғап алмаған икән. Бына, мәҫәлән, төрлө конкурстарҙа призлы урындар яулаған талантлы прозаиктарыбыҙҙың береһе Мәүлиҙә Әхмәтйәнова (Әйткәндәй, “Шәғәле Шаҡман юлы” конкурсында 2-се урынды яуланы) ниҙәр яҙа был турала: “... фотоһүрәтте иғтибар менән ҡарап сыҡҡас, шундай тойғо ҡала: был кешеләр ҡайҙан, әллә күктән килеп төштөмө икән? Нишләп беҙ уларҙың береһен дә белмәйбеҙ? Улар беҙҙең республика журналдары лауреаты булғанмы? Уларҙың әҫәрҙәре уҡыусыларҙы таң ҡалдырҙымы? Сәхнәлә әҫәрҙәре барамы? Бәлки, улар рус әҙәбиәтендә юғалмаҫ эҙ ҡалдырғандыр, данлыҡлы исемдәр алғандыр? Юҡ, ишетелмәне. Гәзит, журналдарҙы уҡып барабыҙ, береһенең дә ижад юлы менән таныштырған мәҡәләләр күренмәне. Шул уҡ ваҡытта телгә хеҙмәт итеүсе, үҙ тирәһенә әҙәбиәт һөйөүселәрҙе туплап эшләүсе шағирҙарыбыҙ, прозаиктарыбыҙ ситтә ҡала” (2019 йыл, 20 апрель, “Бәйләнештә” селтәре, “Ҡуңыр буға” төбәк йәмәғәт ойошмаһы төркөмө).
Алда әйтеүемсә, өҫтәге шиғриәт өлгөләре Башҡортостан Яҙыусылар союзына ҡабул итеү өсөн “Ҡуңыр буға” төбәк йәмәғәт ойошмаһы тарафынан тәҡдим ителгән ижадсыларыбыҙҙың әҫәрҙәре. Быларҙан тыш, әле ойошма эшендә әүҙем ҡатнашҡан шағирҙарыбыҙ, прозаиктарыбыҙ байтаҡ: Мәрйәм Сәлмәнова (2 китап авторы), Радик Өмөтҡужин (“Шәғәле Шаҡман юлы” конкурсында “Проза” номинацияһы буйынса 2-се урынды яуланы), Светлана Вәхитова (Ғиләжева) (“Шәғәле Шаҡман юлы” конкурсында “Проза” номинацияһы буйынса 3-сө урынды яуланы), Хәҙис Ниғмәтуллин (1 шиғри йыйынтыҡ, 2 ғилми-тикшеренеү китаптары авторы), Айгөл Муллағәләмова (1 китап авторы), Әнисә Махиянова (“Шәғәле Шаҡман юлы” конкурсында “Поэзия” номинацияһы буйынса 2-се урынды яуланы) һәм башҡалар. Тик әлегә беҙ уларҙың ижади яҡтан тамам өлгөрөп еткәнен көтәбеҙ. Икенсенән, әле берлеккә инергә сират көтөп ятҡан “Ҡуңыр буға” ойошмаһы ағзаларының исемлеге бигерәк ныҡ оҙонайып китер тип хафаланабыҙ.
Яҙғандарымды нигеҙләп, әллә ниндәй дәлилдәр килтереп оҙон ғына һығымталар яһарға уйланым да, ошо ерҙә туҡтап ҡалдым. Ысынлап та, аҡыллыға – ишара тигәндәй, һығымтаны хөрмәтле комиссия ағзалары үҙҙәре яһар, тип уйлайым. Уларҙың һәр береһенең аҡылдары теүәл, аҡты ҡаранан, кәбәкте бойҙайҙан айырыр кимәлдә эстетик зауыҡтары үҙ урынында булыуына иманым камил.
Ишара, тигәндәй, был хатты йәнә бер кинәйә менән тамамлағы килә. Әгәр хәтерем яңылышмаһа, 1992 йылда мәрхүм Динис Бүләковтың инициативаһы һәм егетлеге арҡаһында (ул саҡта Башҡортостан Яҙыусылар союзының идара рәйесе), быға тиклем йәшәп килгән стереотипты боҙоп, бер юлы унлап йәш яҙыусыны берлеккә ағза итеп алдылар. Ҡабул ителгәндәрҙең яртыһы тиерлек Йылайыр, Баймаҡ төбәгенән ине (Буранбай Исҡужин, Әхмәр Үтәбай, Фәүзиә Юлдашбаева, Мөслим Әбсәләмов). Сибай төбәк яҙыусылар ойошмаһын асырға әҙерлек барышында уның нигеҙен нығытыу һәм урындағы ижадсыларҙы дәртләндереү өсөн эшләнгән был изге ғәмәлде, моғайын, урта һәм оло быуын яҙыусылары иҫләйҙәрҙер. Был кинәйәгә лә шәрех биреп тормаҫтан, уны ла комиссия ағзаларының һәм, ғөмүмән, Яҙыусылар союзы идараһының хөкөмөнә ҡалдырам. Барығыҙға ла тәрән хөрмәт менән:
1983 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы