Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби тәнҡит
9 Ноябрь 2018, 14:04

Татарҙар “Зөләйхә”нән баш тартты. Ә башҡорттарға ул кәрәкме?

Гүзәл Яхинаның “Зөләйхә күҙҙәрен аса” романын иң тәүгеләрҙән уҡыған кешеләрҙең береһе мин. Дөрөҫөн әйтәм, маҡтауға һаран кеше түгелмен, ләкин йылы һүҙҙәрҙе артыҡ таба алманым.

Был тема башҡорт әҙәбиәтендә күптән тапалып, саңдауға әйләнеп бөткән инде. Хатта әҙәбиәтебеҙҙә Зөләйхәнән дә көслөрәк әҫәрҙәр бар бит. Мәҫәлән, Һәҙиә Дәүләтшинаның “Ырғыҙ” романы, Зәйнәб Биишеваның “Яҡтыға” трилогияһы, йәшерәктәрҙән – Таңсулпан Ғарипованың “Бөйрәкәй” пенталогияһы ҡулдан-ҡулға йөрөтөлөп уҡыла, Гөлнур Яҡупованың “Ҡатындар” романы ла тетрәнеп уҡырлыҡ. Көслө заттан Сабит Фазлыевтың өс-дүрт йыл элек донъя күргән “Ҡара этап” әҫәре лә мауыҡтырырлыҡ. Бына килеп, Рәсәйҙә “зөләйхәмания” башланды. Уны уҡыйҙар, бәхәсләшәләр, ҙурайтҡыс быяла менән ыңғайҙан да ыңғай яҡтарын табырға тырышалар. Һәм, әлбиттә, табалар. Беҙҙең төп театрыбыҙ – М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры был шөғөлдән ситтә ҡалманы. Тиҙерәк-тиҙерәк, татарҙарҙан (Ҡаҙандың Камал театры) алдараҡ ҡуйып өлгөрөргә. Өлгөрҙөләр. Ә Ғ. Камал театрының баш режиссеры Фәрит әфәнде Биксәнтәев нимә ти: “Был әҫәр беҙҙеке түгел, ул беҙҙең театрҙа ҡуйылмаясаҡ”.

Академ театрҙа “Зөләйхә”не ҡараным мин уны. Оҫта ҡуйылған, тағы ла оҫтараҡ уйнайҙар, тамашасылар устарын йәлләмәй алҡышлай, хәйер, мең тәңкә түләп кергәс, хаҡын сығармай булмайҙыр. Ә нимә хаҡында һуң инсценировка? Унда булған ваҡиғаларҙы күпме ҡабатларға, яраларҙы күпме тоҙларға мөмкин. Быйыл роман буйынса сериал төшөрә башланылар. Бик шәп. Тағы шул ғына ҡалмағайны. Төп ролдә, әлбиттә, һоҡландырғыс Сулпан Хаматова, кадрҙар Татарстанда төшөрөлә, сериал киләһе 2019 йылдың аҙағында үҙәк каналдарҙың береһендә эфирға сығырға тейеш. Ләкин сыҡмауы ла бик ихтимал. Камал театрының береһенән-береһе танылғаныраҡ, оҫтараҡ актёрҙары сериалда ҡатнашыуҙан баш тарта икән. Ҡаҙандың “События” электрон газетаһы хәбәр итеүенсә, режиссёр Егор Анашкиндың был картинаһында Сулпан Хаматова, Сергей Маковецкий кеүек кино йондоҙҙары менән бер майҙанда эшләү ҙә, мул гонорар алыу мөмкинлеге лә, күп тартмалы фильм ярҙамында, тиҙ арала Рәсәй тамашасыһына танылыу перспективаһы ла Ҡаҙан театр әһелдәрен арбай алмаған. Әйтәйек, Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия драма театры артистары – Татарстан Республикаһының халыҡ артисы Айҙар Хафизов, Татарстандың атҡаҙанған артисткаһы Миләүшә Шәйхетдинова, күренекле актёр Илтизәр Мөхәмәтвәлиевтәр асыҡтан-асыҡ “юҡ” тигән икән, тимәк, бында ниндәйҙер әтнәкә бар. Үҙәк ролдәрҙең береһен башҡарырға саҡырылған театр белгесе, ифрат сағыу фактуралы Нияз Игламов һайлап алыу сараһына, “кастинг”ка барыуҙы ла кәрәк тип тапмаған. Йәш тамашасы театрынан Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Нуриәхмәт Сафин, яңы проектта ҡатнашыуға саҡырыусыларға, йәшереп-нитеп тормай: “Бындай фильмдарҙа ҡатнашыуға намыҫым ҡушмай”, – тип, тураһын бәреп әйткән.

Татарстан ижадсыларын ниндәй етди сәбәп был проекттан йөҙ борорға мәжбүр итеүе, моғайын, глобалләшеү дәүерендә йәшәүсе замандаштарға сер түгелдер. Романда һүрәтләнгән ҡайһы бер күренештәрҙең татар тамашасыһы булмышына, шул ерлек халыҡтарының донъяны ҡабул ҡылмышына ситерәк, ятыраҡ тойолоуы ғына сәбәпселер, минеңсә. Ә беҙгә, башҡорттарға, “Зөләйхә күҙҙәрен аса” романы таманмы?


---------------------------------

Әйткәндәй, спектаклдән алған тәьҫораттары тураһында коллегабыҙ Дамир Шәрәфетдинов та тәнҡит мәҡәләһе яҙып сыҡҡайны. Хәтерегеҙҙе яңыртырға теләһәгеҙ, ошо һылтанмаға баҫып, яңынан күҙ йүгертеп сыға алаһығыҙ.
Читайте нас: