"Ағиҙел"дең 7-се һанына анонс
Был һанда ике роман башлана: тәүгеһе – Наил Ғәйетбайҙың “Бабич”ы, икенсеһе – Мәжит Нартайлаҡовтың “Бөйөк әмир табибы”. Медицина фәндәре докторы фаразынса, Аҡһаҡ Тимерҙең шәхсән им-томсоһо башҡорт булған
Ғәли Ғатауллин менән Флүрә Низамованан – заманса хикәйәләр
Хәсән Назар “Таңдар һаман таң ҡалдыра” тиһә, Тамара Искәндәриә “Рухыбыҙға, ҡайҙан көс алһаҡ та, күктәр генә итә идара…” тип раҫлай. “Йөрәгемдең ҡупҡан мәле – ялбыр ут ҡапҡанмы ни!” – был Айгөл Ишемғужинаның серле хиссиәте, Мәүлит Кәрими иһә “Керпек остарында саф тамсылар сағылдырҙы һинең күңелде” тип мөхәббәткә дан йырлай
Зөлфиә Ханнанованың шиғри йыйынтығына Салауат Әбүзәр байҡау яһай
“Евразия ауазы” Дәште Ҡыпсаҡтың мәшһүр кәшәнәләре һәм ҡаҙаҡ әҙибе Бәхетйән Ҡәнәпйәновтың повесы менән таныштыра
“Атайым ҡалдырған рухи мираҫ – иҫ киткес ҙур”. Яныбай Хамматовтың ҡыҙы Гүзәл Хамматова менән әңгәмә ошо фекергә ҡеүәт
Мәшһүр Аҡмуллаға арналған мәҡәләһендә Фәнис Янышев яңы тарихи мәғлүмәттәр менән таныштыра
“Ағиҙел”гә ошо айҙа яҙылһағыҙ, журнал киләһе айҙан рухи юлдашығыҙға әүерелер... Редакция һеҙҙең өсөн ҡыҙыҡлы һәм фәһемле әҫәрҙәр әҙерләй.